• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

“Исемдәре ҡалды – тарихта” фольклор эше.

Опубликовано Габитова Таскира Саитовна вкл 22.04.2016 - 21:19
Габитова Таскира Саитовна
Автор: 
Кульбаев Сынтимер

Тикшереү эше ике бүлектән тора.1-се бүлектә ауылыбыҙ исеменең килеп сығышы. Белем ҡәҙере, белемгә ынтылыш тәрбиәләү булһа,

 2-се бүлектә йәштәрҙең тауға  сығыу йолалары, уйындары, күмәк йыр, бейеүҙәре сағыла.                           

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл folklor.docx26.33 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан  Республикаһы  Бөрйән районы муниципаль районының

Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Ғәлиәкбәр филиалы

балаларҙың ”Аулаҡ өй”  сәхнә фольклор түңәрәге

“Башҡортостан ынйылары” конкурсы

   

“Исемдәре ҡалды – тарихта”

фольклор эше.

Эҙләнеү эшен атҡарҙы:

Кульбаев Сынтимер Әнүр улы

Етәксеһе:

фольклор түңәрәге етәксеһе

Ғәбитова Тәскирә Сәйет ҡыҙы.

     

   

Ғәлиәкбәр – 2015

                                             

                                                  Йөкмәткеһе:

  1. Исемдәр ҡалды – тарихта.
  2. Өләсәйем Исламбаева Хөснә  Ниғмәт ҡыҙы тураһында ҡыҫҡаса белешмә.
  1.  Өләсәйемдән яҙып алған йәштәрҙең “ Тауға сығыу” уйыны күренешенән  күмәк бейеү, уйындар.
  1. Уйынды сәхнәләштереү.
  1. Фотоһүрәттәр.

Инеш.

   Тикшереү эше ике бүлектән тора.1-се бүлектә ауылыбыҙ исеменең килеп сығышы. Белем ҡәҙере, белемгә ынтылыш тәрбиәләү булһа,

 2-се бүлектә йәштәрҙең тауға  сығыу йолалары, уйындары, күмәк йыр, бейеүҙәре сағыла.                           

 

  1. Исемдәре ҡалды – тарихта.

      Ауылдың ҡасан һәм нисек һалыуына бәйле тарихтың ике варианты бар. Һәр хәлдә икеһе лә Баймаҡ районының Темәс ауылына күсеп ултырған Ғәлиәкбәр Ғәбделмөкминов (1796й.) тигән кешенең исеме менән бәйле.

 Нөгөш йылғаһы буйына хәҙерге Темәс ауылынан Мунаш исемле кеше күсеп килә һәм утар һалып донъя көтә башлай. Күп итеп мал аҫырай, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Шундай матур төбәк Мунаш янына уның башҡа ауылдаштарын да тарта. Ауыл әкренләп ҙурая бара, хәлле кешеләр ҙә ишәйә. Байыған һәр кем ауылға үҙенең исемен биреп ҡалдырырға тырышҡан, бер заман талаш-тартыш башланған. Айырыуса бында иң беренсе килгән Мунаш тырышҡан.

   Берҙән-бер ваҡыт ул, русса уҡый-яҙа белгән, Ғәлиәкбәр исемле ҡартты эйәртеп, Орскиға китә. Мунаш түрәләр менән һөйләшеп, тегеләрҙе майлап-көйләп, ауылға үҙенең исеме яҙылған танытманы эләктерергә тырыша. Үҙе уҡый-яҙа белмәгәс, ҡағыҙ тултырыуҙы Ғәлиәкбәр ҡартҡа ҡуша. Ә тегеһе, байҙың тома наҙанлығын файҙаланып, танытмаға үҙ исемен яҙҙыра.  Был хаҡта Мунаш ауылға ҡайтҡас ҡына һиҙә. Ошолай килеп сыҡҡан тиҙәр, Ғәлиәкбәр ауылының исеме. (Тыуған яҡты өйрәнеүсе К.Зәйнетдинованың “Еңеү юлында”(1969 йылдың 13 декабрендә баҫылған мәҡәләһе яҙмаларын Раил Байбулатов “Сағыл ташта үҫкән ҡарағас” китабы баҫмаһы 13-14-се биттәр).

Ә.З.Әсфәндийәров “Башҡортостандың ауылдар тарихы” китабында Ғәлиәкбәр ауылы (1850-1859 йылдар араһынында) барлыҡҡа килә тип яҙа.

2. Исламбаева Хөснә Ниғмәт ҡыҙының тормош юлы.

    Өләсәйем Исламбаева Хөснә Ниғмәт ҡыҙы 1942 йылда тыуған. Атаһы һуғышҡа киткәс, әсәһе Бибисара өс бала менән тороп ҡала. Атаһын күрергә яҙмай уға. Атаһы Башҡорт атлы дивизияһында һуғышта ҡатнаша.

    Уның бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Ғаиләлә 3 бала үҫә, уларға асығырға ла, туңырға ла тура килә. Әсәһе кисен йөн иләй, матур балаҫтар һуға. Өләсәйем дә был һөнәрҙе үҙ итә. Шулай ҙа өләсәйем тыуған ауылы мәктәбен тамамлап, 5-се класҡа Собханғол   урта мәктәбенә уҡырға бара.

     10-сы класты тамамлағас, башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға ҡарар итеп уҡырға инә, һуңынан Ғәлиәкбәр мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.

     Бик тырышып, дәртләнеп эшләй минең өләсәйем. Тәнәфес ваҡытында мандолинала, ҡумыҙҙа уйнап, уҡыусыларҙы бейетеп, йырлатып алырға ла өлгөрә.

     Көслө ихтыярлы ла, дәртле лә, намыҫлы ла булған минең өләсәйем йәш сағынан! Концерт, спектаклдәрҙә, бөтә йәмәғәт эштәрендә  әүҙем ҡатнашҡан.  3 балаға ғүмер бүләк итеп, һәр береһенә яҡшы тәрбиә  биргән. Ул “ Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән.

    Бөгөнгө көндә лә ул ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша, уларҙа ла сәнғәткә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй. Ауылыбыҙҙың аҡинәйе  һанала. Әлегә тиклем ҡумыҙында уйнап, таҡмаҡ-йырҙарын йырлап, беҙҙе һөйөндөрөп йәшәй ул.

      Мин үҙемдең өләсәйемде бик ныҡ яратам , уның  менән ғорурланам! Һәм һеҙҙең иғтибарығыҙға унан һөйләтеп яҙып алған эшемде тәғдим итәм.

Йәштәрҙең уйындары.

                       ( Өләсәйем һөйләүе буйынса)

    -Элек, тормоштоң ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан,  бик күңелле йәшәй торғайныҡ. Янып, бирелеп эшләй ҙә, матур итеп ял да итә белдек. Хәҙерге кеүек дискотекалар беҙҙең заманда булманы, клубывыҙ унһыҙ ҙа гөрләп торҙо. Алдынғы комсомолкалар, эшмәкәрҙәр тарафынан концерттар, спектаклдәр ойошторолор ине. Зал халыҡ менән тулы була, хатта баҫып торорға  ла урын булмай торғайны.

      Һуңынан беҙ, йәштәр, клубта ҡалып, төрлө уйындар уйнайбыҙ, “Наза”,”Алын алырһығыҙмы...”, “Әүһәләй” кеүек бейеүле-таҡмаҡлы уйындар бик күңелле үтә ине . Бигерәк тә “Ҡул бирешеү”,“ Ебегән” уйыны( “Змейка” тип хәҙер йөрөтөлә ул) йәштәр тарафынан әүҙем уйнала торғайны. Иң ҡыҙығы бында - фанттарҙың эйәләренә яза биреү: йә әтәс кеүек ҡысҡыраң, йә һыңар аяҡта һикереп бейейһең һ.б. Ҡайһы ваҡыт аулаҡ өйҙә йыйылышып, ҡара-ҡаршы таҡмаҡтар әйтешеү ярышын ойошторабыҙ, йә булмаһа, йәйҙең  йылы кистәрендә һыу буйына төшә инек, яҙ етеп ер асылғас тауға уйынға сыға инек. Бында инде “Үгеҙ йөҙөк”,”Йәшерәм-йәшерәм яулығымды”, “ Аҡ тирәк, күк тирәк” уйындарын ихлас күңелдән уйнай торғайныҡ. Алдан уҡ ҡыҙҙар һөйләшеп ҡуябыҙ ҙа йылға буйына төшәбеҙ, йә тауға менәбеҙ,  аҙаҡ беҙҙең арттан егеттәр килә торғайнылар.

“Башҡортостан ынйылары”конкурсына тәҡдим ителгән

“Ауылым тарихы һәм тауға сығыу” уйыны

 Маҡсаты:

-  Башҡорт халҡының тарихи мираҫы үрнәгендә Башҡортостан республикаһы гражданинын тәрбиәләү.

- Ауылыбыҙ тарихы һәм уға бәйле тарихи ваҡиғалар, уларҙы һаҡлауға бәйле халыҡ йолаларын һәм традицияларын тергеҙеү.

-  Уҡыусыларҙы башҡорт ғөрөф – ғәҙәттәре, тарихы, мәҙәниәте менән таныштырыу.

-  Халыҡ педагогикаһында мөһим тәрбиә сараһы булған күмәк йыр, бейеүҙәрҙе тергеҙеү.

-  Башҡорт халыҡ ижадына, халҡының үткәненә мөхәббәт тәрбиәләү..

-  Ауылыбыҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу һәм үҙ ерлегебеҙгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

        

“Исемдәре ҡалды –тарихта” фольклоры

     “Аҡ ҡайындар” йырын йырлап ҡыҙҙар инә.

Аҡ ҡайындай бигерәк матур ҡыҙҙар,

Йәш ҡайынды һөйөп маҡтайҙар.

Һәр йыл һайын яҙғы һабан еткәс,

Аҡ ҡайында байрам яһайҙар.

1-се ҡыҙ. Яҙ етеп, ер ҡарҙан асылғас, ошо тауға сығып аҡ ҡайынға тәңкә бәйләр булғандар. Әйҙәгеҙ беҙ ҙә бәйләйек. Теләктәр әйтеп, бәйләйек.

Ҡыҙҙар:

    - сылтырашып торһондар...

    - елберләшеп торһондар...

    - беҙҙе иҫләп торһондар...

    - ҡотто һаҡлап торһондар...

    - яман күҙҙән һаҡлаһындар...

    - татыулыҡты маҡтаһындар...

    - именлек теләһендәр...

Тағып бөтәләр ҙә уйын уйнарға булалар.

- Әйҙәге, егеттәр килгәнсе уйын уйнан торайыҡ. Ҡырҡташ уйнарға ултыралар.

Әбей  менән егеттәр инәләр. Әбей:  

- Ос(о)рап бик йәтеш иттегеҙ әле уландар. Килеп еткән һиҙелмәй ҙә ҡалынды.  Йыл һайын ҡар бөтөп, ҡара ергә аяҡ баҫҡас, ошо тауға сығып, йәнгә тыныслыҡ, илгә именлек теләп ял итеп ҡайтам. Йәтешләп ултыра. -Улым, уйна әле баяғы көйөңдө. Бер егет ҡурайҙа уйнай. Ҡыҙҙар артта тыңлап ултыра. Уларҙы күрмәйҙәр. Ҡурайҙа уйнап бөтөүгә яйлап эргәләренә киләләр.

-Ниндәй көй был? Инәй һөйләгеҙ әле.

   - Был “Түңәрәк күл” көйө. Тауға сыҡһам,  ниңәлер ошо көй иҫкә төшә. Әйҙәгеҙ,  мин һеҙгә икенсе тарих һөйләйем (балаларға ҡарап ала). Ауыл  тарихын беләһегеҙме? (балаларҙың яуаптарын көтә). Нөгөш йылғаһы буйына хәҙерге Темәс ауылынан Мунаш исемле кеше күсеп килә һәм утар һалып донъя көтә башлай. Күп итеп мал аҫырай, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Шундай матур төбәк Мунаш янына уның башҡа ауылдаштарын да тарта. Ауыл әкренләп ҙурая бара, хәлле кешеләр ҙә ишәйә. Байыған һәр кем ауылға үҙенең исемен биреп ҡалдырырға тырышҡан, бер заман талаш-тартыш башланған. Айырыуса бында иң беренсе килгән Мунаш тырышҡан.

   Берҙән-бер ваҡыт ул, русса уҡый-яҙа белгән, Ғәлиәкбәр исемле ҡартты эйәртеп, Орскиға китә. Мунаш түрәләр менән һөйләшеп, тегеләрҙе майлап-көйләп, ауылға үҙенең исеме яҙылған танытманы эләктерергә тырыша. Үҙе уҡый-яҙа белмәгәс, ҡағыҙ тултырыуҙы Ғәлиәкбәр ҡартҡа ҡуша. Ә тегеһе, байҙың тома наҙанлығын файҙаланып, танытмаға үҙ исемен яҙҙыра.  Был хаҡта Мунаш ауылға ҡайтҡас ҡына һиҙә. Бына шулай, балалар, белемле ҡарттың исеме мәңгелеккә ҡала. Белемле булығыҙ. (Тирә-яғына ҡарана, балаларға күҙ һала)  - Беҙ ҙә һеҙҙәй саҡта тауға уйынға сыға инек, Уйнап-көлөп, бейеп ҡайта инек.“Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы”, нардуған байрамдарын үткәрә инек.

-Берәй ҡыҙыҡ һөйләгеҙ әле?

- Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙең сослоғоғоҙҙы, зирәклегегеҙҙе тикшереп алайым.

Бер тигәс тә, ни яман?               Тел белмәһәң, шул яман.

Ике тигәс тә ни яман?               Илһеҙ булһаң, шул яман.

Өс тигәс тә ни яман?                 Дошман баҫһа, шул яман.

Дүрт тигәс тә ни яман?             Дәртһеҙ булһаң, шул яман.

Биш тигәс тә ни яман?              Халҡың бөлһә, шул яман.

Алты тигәс тә ни яман?            Атһыҙ булһаң, шул яман.

Ете тигәс тә ни яман?               Етем ҡалһаң, шул яман.

Әбей: Һай, бигерәк сос икәнегеҙ. Тәүфиҡлы булығыҙ. Ярай, мин ҡуҙғалайым әле. Батша ҡотоғына төшөп ҡайтайым. Һеҙ уйнағыҙ, һәр миҙгелегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ. (Сыға)

-Әйҙәгеҙ, күңелһеҙләнеп ултырмайыҡ әле, берәй уйын уйнап алайыҡ.

-  Яулыҡ һалыш уйынын уйнайыҡ.  Яулыҡ һалыусыны һанашмаҡ әйтеп билдәләйбеҙ. Кем һанап күрһәтер?

- Мин! Мин һанайым. (һанай)

Бер бабай юлға сыҡҡан, тәгәрмәсе боҙолған, тәгәрмәсен төҙәтергә нисә сөй кәрәк булған? (Яулыҡ һалыусы билдәләнә, балалар түңәрәккә ултыралар  һәм яулыҡ һалыусы   ҡала башлай, ә балалар таҡмаҡлай).  Уйын уйнала.

                  Йәшерәм, йәшерәм яулығымды

                     Йәшел ҡайын аҫтына.

                    Һиҙҙермәйенсә һалып китәм,

                    Бер иптәшем артына.

Яулыҡ һалыусы:  Яулыҡ кемдә?

Яулыҡ һалыусы.   ниндәй яза бирәбеҙ?

Барыһы ла:  -Әтәс булып ҡысҡырһын.

 -Юҡ, ҡысҡырмайым,  оялам.

-Улай булғас йырла.

-Ҡысҡырам инде, ҡысҡырам.

                       Кикирикүк-кикирикүк-кикирикүк.

Йәшерәм яулыҡ уйыны уйнала. Наказға ҡурайҙа уйнайҙар.

-Аяғым талып китте, әйҙәгеҙ, бейейек.

“Алдарын да алырбыҙ” бейеү уйыны.

 Ҡара-ҡаршы теҙелешеп торалар.

     1 - се төркөм.

Уйнаһаҡ та, йырлаһаҡ та,   /Ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡулдарын бәүелтеп йырлайҙар.

Ҡурай ҡулдарыбыҙҙа.

Алһыу гөлдәр сәскә атһын,

Йөрөгән юлдарыбыҙҙа.

    2 - се төркөм.

Алын алырһығыҙмы,                   /Кәүҙәләрен бороп, өс тапҡыр тыпырлатып, баҫалар,          

Гөлөн алырһығыҙмы,                                 бергә тотҡан ҡулдарын күтәрәләр   

Урталарға сығып һайлап,

 Кемде алырһығыҙма.

   1 - се төркөм.

Алдарын да алырбыҙ,                  /Бергә алға табан бейеп атлайҙар, тотҡан ҡулдарын               

Гөлдәрен дә алырбыҙ,                            аҡрынлап күтәрәләр. Тыпырлаталар.   

Күңелебеҙгә кем оҡшаһа,           ҡара-ҡаршы тотоношып әйләнәләр

Шуны һайлап алырбыҙ.

   2 - се төркөм.

Алтын икән илебеҙ,            / тотоношҡан ҡулдарын өҫкә күтәреп, аҫтынын үтәләр.

Көмөш икән илебеҙ,

Алтын-көмөш сыҡҡан ерҙән

Артыҡ икән илебеҙ.

   Бергә йырлайҙар.

Алдарын да алырбыҙ,                   

Гөлдәрен дә алырбыҙ,                            

Күңелебеҙгә кем оҡшаһа

Шуны һайлап алырбыҙ.

   - Әйҙәгеҙ, Батша ҡотоғона. Шишмә асылған бит инде.

   - Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ. (сығалар)


Поделиться:

У меня в портфеле

Мороз и заяц

Свадьба в Малиновке

Как зима кончилась

Никто меня не любит