• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

"Ҡылым" темаһына презентация

Опубликовано Асҡарова Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы вкл 07.12.2016 - 20:57
Асҡарова Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы
Автор: 
Исхаҡова Фирүзә

10-сы класта "Ҡылым" темаһы буйынса эшләнгән презентация

Скачать:

ВложениеРазмер
Office presentation icon kylym._prezentatsiya._ishakova_firuz._10_klass.ppt350.5 КБ
Предварительный просмотр:
Чтобы пользоваться предварительным просмотром презентаций создайте себе аккаунт (учетную запись) Google и войдите в него: https://accounts.google.com

Подписи к слайдам:

Слайд 1

Ҡылым Нимә(ни)эшләй ? нимә эшләргә ? нимә(ни)эшләгән ? Мәҫәлән,эшләй килгән барыр

Слайд 2

Ҡылым төркөмсәләре Һорауҙары Миҫалдар Төп ҡылым Нимә эшләй? Нимә эшләгән? Нимә эшләр ? Мөхәррәм кистәрен Ғибаттарға килеп,оҙаҡ һөйләшеп ултырыр ине . Исем ҡылым Нимә?(исем һорауы) Ни эшләү? (ҡылым һорауы) Яҙғы эштәр төрлө емеш-еләк ,йәшелсә ултыртыу булһа,көҙгө эш-уларҙы юғалтыуһыҙ йыйып алыу . Сифат ҡылым Ниндәй? Нимә(ни)эшләгән? Нимә(ни)эшләр? Нимә эшләйәсәк ? Олоғайған көнөңдә ярҙам итер кешең булғас,инәй,ҡайғырма. Уртаҡ ҡылым Нимә(ни)эшләргә ? Ҡышҡы сессияны һәйбәт тапшырырға ла бер аҙ эшләп алырға ине уй. Хәл ҡылым Ни эшләп ? Ни рәүешле? Ни эшләгәс? Ни эшләгәнсе? Нисек ҡасан? Ҡасанға тиклем? Ниңә? ни өсөн? Мин ҡайтҡансы өйҙә көтөп ултырып тор.

Слайд 3

Ҡылым һөйкәлештәре Хәбәр һөйкәлеше (Зат,заман,һан менән үҙгәрә). Бойороҡ һөйкәлеше (ҡылым һөйләүсенең тыңлаусыға туранан –тура һәм 3- сө затҡа башҡа берәйһе аша эш-хәрәкәтте башҡарырға,үтәргә бойороуҙы белдерә) Шарт һөйкәлеше (ниндәй ҙә булһа берәй эш-хәрәкәтте башҡарыу өсөн икенсе бер эштең,хәлдең үтәлеүе шарт булыуын белдерә.Шарт һөйкәлешенең заманы юҡ). Теләк һөйкәлеше (Һөйләүсенең теге йәки был эште эшләргә теләге,маҡсаты,ниәте барлығын белдерә,өндәүҙе сағылдыра).

Слайд 4

Хәбәр һөйкәлешенең формалары Эш-хәрәкәттең ваҡытҡа булған мөнәсәбәтенә ҡарап : Үткән заман : барҙы,килде. Билдәһеҙ үткән заман : барған,килгән. Тамамланмаған үткән заман : ала ине. Билдәле күптән үткән заман : алғайны,ҡайтҡайны. Билдәһеҙ күптән үткән заман : алған булған. Билдәле борон үткән заман : 1) бара торғайны. 2) ала торған булды. 3 ) алыр ине. Билдәһеҙ борон үткән заман : 1) ала торған булған . 2) алыр булған. 2 . Хәҙерге заман формаһы :ала,китә. 3 . Ки ләсәк заман : Билдәле киләсәк заман :буласаҡ. Билдәһеҙ киләсәк заман :булыр.

Слайд 5

Теләк һөйкәлешендәге ҡылымдар ике төркөмгә бүленә Ябай форма -айым,-әйем,-йым,-йем -айыҡ,-әйек,-йыҡ,-йек Әле,инде,ҡана,-сы,-се,йә,-йәгеҙ ,-һа,-һә. Ҡушма форма Итә,ине,ҡайтҡым килә.

Слайд 6

Ҡылым йүнәлештәре йүнәлеш категорияһы Төп йүнәлеш Улдың бер күҙе юҡ,ҡолдоң ике күҙе лә юҡ, тигәндәр . Ҡайтым йүнәлеше Ул,ниндәйҙер көй һыҙғырына-һыҙғырына баҫҡыстан төшөп ,өйгә инде. Төшөм йүнәлеше -л,-ыл,-ел,-ол,-өл,-ң,-ын,-ен,-он,-өн. Уртаҡлыҡ йүнәлеше -ш,-ыш,-өш,ош. Йөкмәтеү йүнәлеше -т -дыр,-дөр,ҙыр,-ҙер -ҡыр,-кер,-ҡар,-кәр -ар,-әр,-ор,-өр -ғыҙ,-геҙ,-ыҙ,-еҙ,-һәт

Слайд 7

Ҡылым күләмдәре Арауыҡ һәм ваҡыт эсендә ҡылымдан аңлашылған эш-хәрәкәттең,тороштоң,хәлдең башҡарылыу дәрәжәһен күбәйтеү йәки әҙәйтеү йәһәтенән күрһәтеүсе ҡылым формаларын ҡылым күләмдәре тип йөрөтәләр.

Слайд 8

Ҡылым рәүешлеге Ҡылым рәүешлеге категорияһы тип тел белемендә һөйләүсенең ысынбарлыҡта булып торған эш-хәрәкәткә ,төрлө хәл-ваҡиғаларға мөнәсәбәтен сағылдырыусы лексик –грамматик категорияға әйтәләр.

Слайд 9

Ҡылымдарҙы грамматик тикшереү өлгөһө Тикшереү тәртибе. Ҡылымдың башланғыс формаһы(бойороҡ һөйкәлешендәге тамыр,нигеҙ) Һөйкәлеше(бойороҡ,хәбәр,шарт,теләк) Төркөмсәһе(төп ҡылым,исем ҡылым,сифат ҡылым,хәл ҡылым,уртаҡ ҡылым) Заман формаһы(үткән,хәҙерге,киләсәк) Үҙгәреше(заты,һаны(барлыҡ йәки юҡлығы),йүнәлеше,күләме,рәүешлеге. Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә ?

Слайд 10

Өлгө Эштән һуң киске эңер ваҡытында ,күрше- күлән нигеҙ буйында әңгәмәләшеп ултырғанда ,япон батшаһын әрләй -әрләй,сайҡалып был килеп сыҡты. Килеп сыҡты-Ҡылым,башланғыс формаһы –килеп сыҡ ; ҡушма ҡылым,хәбәр һөйкәлеше ,төп ҡылым,хәҙерге заман, 3- сө затта,берлектә,барлыҡта,һөйләмдә хәбәр булып килгән.

Поделиться:

Интервью с космонавтом Антоном Шкаплеровым

Твёрдое - мягкое

Привередница

Как Дед Мороз сделал себе помощников

Денис-изобретатель (отрывок)