• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Инша "Әсәйем-берҙән-берем"

Опубликовано Кульбердина Зульфия Нуритдиновна вкл 07.02.2017 - 20:01
Кульбердина Зульфия Нуритдиновна
Автор: 
Алтыншина Айгүзәл

Иң ҡәҙерле кеше- әсәй тураһында инша.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл insha.docx13.56 КБ

Предварительный просмотр:

Берҙән-берем  - әсәйем.

Әсә көнө… Йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсә көнө билдәләнә. Беҙ ҙә был байрамға һәр йыл алдан бик ныҡлы әҙерләнәбеҙ: шиғырҙар ятлайбыҙ, йыр-бейеүҙәр өйрәнәбеҙ, әсәйҙәребеҙҙе һүрәткә төшөрәбеҙ, улар тураһында иншалар яҙабыҙ, ҡәҙерлеләребеҙгә йылы һүҙҙәр әйтәбеҙ.

        Мин бөгөн үҙемдең әсәйем тураһында һөйләмәксемен. Минең әсәйем иң матур, иң егәрле, иң һөйкөмлө кешеләрҙең береһе. Мин әсәйемде ныҡ яратам. Ул да беҙҙе: атайымды ла, ике ағайымды ла, мине лә берҙәй ярата.  Мин уға оҡшарға тырышам. Әсәйемдең аш-һыуҙары телде йоторлоҡ, йәй көндәре гөрләп үҫкән сәскәләрен күреп күҙҙәр ҡамаша. Ул бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәрҙе кейеп ҡыуанабыҙ. Әсәйем мине үҙе белгән бөтә эштәргә лә өйрәтергә тырыша. Аш бүлмәһендә һәр саҡ икебеҙ булабыҙ.  Ағайҙарым уның тәмле бәлештәрен, мөләйем йөҙөн һағынып ҡайталар. Ҡәҙерле кешебеҙ  беҙҙе һәр ваҡытта иркәләп, бар йөрәк йылыһын биреп үҫтерә, үҙенең кәңәштәрен бирә, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәргә өйрәтә. Ҡайһы берҙә әсәй берәй ергә китһә, өйҙә күңелһеҙ, ҡараңғы була. Бер көнгә генә китһә лә, һағынып бөтәм. Ә ҡайтып керһә, өй яҡтырып ҡала, күңелле була. Әсәйем өйҙә күп эшләй, шуға күрә беҙ уға ярҙам итергә тырышабыҙ.

Әсәйемдең эше лә ауыр. Ул тәүҙә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләне, ә хәҙер - башланғыс синыф уҡытыусыһы. Уны уҡыусы  балалар ҙа бик ярата. Ул беҙгә генә түгел, үҙенең уҡытҡан уҡыусыларына ла әсәй кеүек. Уҡыусыларын да һәр саҡ ҡурсалап ҡына тора.Эше ауыр булһа ла бер ҙә зарланмай. Өйҙәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәрҙе башҡарғандан һуң , ҡосаҡ –ҡосаҡ дәфтәрҙәрен тикшерергә ултыра. Ә мин шым ғына китап уҡыйым. Ул мине шулай өйрәтә. Буш ваҡыттарымда көсөмдән килгәнсә әсәйгә ярҙам итәм дә, үҙ эшем менән булышам. Ағайҙарым Иҫке Собханғол мәктәбендә белем алалар. Әсәйем һәр ваҡыт уларҙың да хәлдәрен белешеп,  өй эштәрен эшләү-эшләмәүҙәре менән ҡыҙыҡһынып тора.

Мин әсйемде ныҡ яратам. Уға алдағы тормошонда, эшендә тик уңыштар ғына теләйем.

Беҙ әсәйҙәрҙең бөйөклөгөн, изгелеген  тик ошо Әсә көнөндә генә түгел, ә көн һайын хәтерҙә тоторға тейешбеҙ.  Йырҙа йырланғанса, әсәйҙәр бер генә, уларҙың ҡәҙерен беләйек, уларҙы яҡшы эштәребеҙ, матур уҡыуыбыҙ, тәртипле-тәүфиҡлы булыуыбыҙ менән ҡыуандырып йәшәйек! Ер йөҙөндәге бөтә балалар ҙа әсәйле үҫһендәр!

                Алтыншина Айгүзәл, 8 йәш. Кейекбай ауылы.


Поделиться:

Рисуем подснежники гуашью

Сказка "Дятел, заяц и медведь"

О путнике

А теперь — мультфильм

Солнечная система. Взгляд со стороны