• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Бүлмә гөлдәре

Опубликовано Кульбердина Зульфия Нуритдиновна вкл 10.02.2017 - 9:08
Кульбердина Зульфия Нуритдиновна
Автор: 
Тукбаева Ильсия

Фәнни- тикшеренеү эше

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bulm_goldre.docx714.84 КБ

Предварительный просмотр:

Бөрйән районы Кейекбай башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы

C:\Documents and Settings\Рустем\Мои документы\100MSDCF\DSC00515.JPG

                                        

Әҙерләне: 3- сө синыф уҡыусыһы

Туҡбаева Илсиә

Етәксеһе: Кульбердина Зөлфиә Нуритдин ҡыҙы

(башланғыс синыф уҡытыусыһы)

2016 йыл

                                        

  Йөкмәткеһе.

 1.Инеш.

 2 Дауалаусы гөлдәр.

 3.Гөлдәр тәрбиә ярата.

 4.Борондан килгән ышаныу.

 5.Файҙалы кәңәштәр.

 6. Һығымта.

 7.Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.Инеш.

Мин Туҡбаева Илсиә Мөнир ҡыҙы булам. Кейекбай башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһының 3 синыфында уҡыйым.

Минең был тикшеренеү эшемдең темаһы – “Бүлмә гөлдәре” тип атала.

Маҡсат: 

Кеше тормошонда гөлдәрҙең әһәмиәтеле булыуын асыҡлау.

Гөлдәр үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу һәм теләк уятыу.

Төп теманан сығып түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

Гөлдәр тураһында төрлө сығанаҡтарҙан белешмә алыу;

Гөлдәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш, һоҡланыу хисе,һөйөү  тәрбиәләү

Гипотеза:Тикшеренеү эше барышында гөлдәр тураһында белемемде арттырыу.

Әҙәм балаһы һәр ваҡыт тәбиғәт менән бәйләнештә йәшәй. Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Ә бүлмә гөлдәре тәбиғәт менән бәйләнешкә инеү иллюзияһын тыуҙыра. Матур сәскәләргә ҡарап күңел нескәрә, тормош мәшәҡәттәре лә юҡҡа сыҡҡандай була.

Йорт үҫемлектәренең күпселеген матур сәскәһенә ҡыҙығып тоталар, үҙенсәлекле япраҡлылары ла осрай. Шулай ҙа өйҙә муллыҡ булһын өсөн, төбөнә тинлектәр һалып, аҡса гөлөн үҫтереүселәр йә япрағы ике төҫлө булһа, өйҙә тоторға ярамай, тип ташлаусылар ҙа осрай.

Бындай ырымдар ысынмы икән? Ҡайһы гөлгә ҡарата ниндәй ышаныуҙар йөрөй.

БОРОНДАН КИЛГӘН ЫШАНЫУ

* Абаға (ҡаҙаяҡ) - кәрт һәм ҡомарлы уйындарҙа уңыш килтерә.

* Фикус - эш урынында йыйылған кире энергияны таҙарта.

* Розан (гибискус) - ыңғай энергетика булдыра, һаулыҡты нығыта.

* Сырмауыҡ, үрмәле гөл (плющ) - өйҙә ирҙәр булғанын яратмай, парҙар айырылыша, еткән егеттәр йорттан күсеп китә.

* Яран гөлө - тынғыһыҙ ваҡытта, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә тынысландыра, себендәрҙе "һыйҙырмай", яман көстәрҙе ҡыуа, агрессияны кәметә.

* Толстянка («аҡса гөлө») - муллыҡ килтерә. Әгәр япраҡтары ваҡ икән - тинлек аҡсаға, эре булһа - ҙур суммаға. Уның сәскә атыуы һирәк күренеш. Әгәр һеҙгә был бәхет тәтей икән - тиҙ арала байырһығыҙ.

* Алоэ - бәхетһеҙ осраҡтан һаҡлай.

* Фиалка - төрлө ауырыу-ҙарҙан ҡурсалай. Уны "тәрбиәсе гөл" тип тә йөрөтәләр, сөнки балаларҙы ярата.

* Кактустарҙы телевизор, компьютер янына ултыртып ҡуйыу кәңәш ителә. Сөнки ул электромагнит нурҙарынан һаҡлай. Энәләре ни хәтлем оҙон булһа, шул хәтлем күберәк нурҙарҙы эләктерә, тигән ышаныс йәшәй. Кактусты тәҙрә төбөнә урынлаштыр-һағыҙ, йортоғоҙҙо бурҙарҙан ҡурсалар, тип тә әйтәләр.

* Фикус гөлө - бәхеткә. Уның тылсымлы көсө барлығына ышаналар. Ул кире эмоцияларҙан ҡотолдороп, оҙаҡҡа һуҙылған бәхәсте сисергә ярҙам итә, кешеләрҙе борсолоуҙан, тынғыһыҙлыҡтан һаҡлай. Шундай ышаныу ҙа йәшәй: "Балалары булмаған ғаиләлә фикус гөлө үҫтер-һәләр, сабыйҙары тыуыр". Фи-кусты аш-һыу бүлмәһендә урынлаштырһаң, аҙыҡ тың муллығына, йоҡо бүлмәһендә тотоу - тыныслыҡҡа, тиҙәр. Гөлдәр сәскә атмаһа - хужаларының ярлыланыуына.

Дауалаусы гөлдәр.

Психологтар билдәләүенсә, сәскә атҡан бөтә гөлдәр ҙә кешенең ижади һәләтен үҫтерә. Кеше ҡәләм алып һүрәт төшөрә, йә шиғыр яҙа башлай. Йортто биҙәгәндә лә, ниндәйҙер ижади эшкә тотонғанда уның фантазияһы бай була.

Каланхоэ гөлө - матур ғына түгел, файҙалы ла. Уны "тере ағас" тип тә йөрөтәләр. Тымау тейгәндә танауға япрағының һутын тамыҙалар, температураны төшөрә. Башта сөскөртһә лә, бер нисә минуттан тымау онотолор. Тағы бер файҙалы гөл - хлорофитум. Белгестәр әйтеүенсә, ул бүлмәләге һауаны башҡа үҫемлектәргә ҡарағанда яҡшыраҡ таҙарта. Алоэның да файҙаһы күп. Тымау тейгәндә һутын файҙаланалар. Сүп ингәндә йә эрен йыйылғанда уртаға ярып бәйләнгән япраҡ йәрәхәтте тиҙ дауалай. Файҙалы гөлдәр исемлегенә алтын мыйыҡты ла (золотой ус) индерергә кәрәк. Яраға, шешкә уның япраҡтарын ыуып һалалар. Шәкәр диабеты менән яфалан-ғандарға ла был гөл ярҙамға килә. Гөлдөң бер ваҡланған япрағына 2,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һүрән утта 3-4 минут тоторға. Унан 5-6 сәғәткә йылы итеп урап ултыртып ҡуйырға ла һөҙөргә. Әҙләп көнөнә З тапҡыр ҡабул итергә.

Яран, примула, кардамон — көслө еҫле үҫемлектәр, аллергия менән яфаланған кешеләр өсөн хәүефле. Диффенбахия гөлөн өйҙә бәләкәй балалар булғанда тотоу кәңәш ителмәй, уны күсереп ултыртҡанда бирсәткә менән генә эш итер кәрәк, сөнки ҡулды яндыра. Шуға ла бүлмә гөлдәрен алғанда уның үҙенсәлектәре менән танышырға кәрәк.

Һығымта

Гөл-сәскә үҫтерергә яратҡан кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш, тип уйлайһығыҙ? Уңған, өлгөр, матурлыҡҡа ғашиҡ, тормошто, эргә-тирәһендәгеләрҙе яратҡан, тиерһегеҙ. Эйе, бөтмөрлөгөң, етеҙлегең булмаһа, йорттағы, бигерәк тә ауыл ерендәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш өҫтөнә ихата тултырып сәскә үҫтереп булмай.

  - Сәскәләр донъяһын, телен аңлау һәләте лә булырға тейеш,- ти әсәйем.Уларҙың һәр береһенең холҡон, кәйефен, тирә-яҡ мөхиткә яраҡлашыуын белмәйенсә матур итеп гөл үҫтереп булмай. Мәҫәлән, бүлмә гөлдәре араһында һыуҙы, ҡояшты яратҡаны-яратмағаны бар. Ҡояштың тура нурын яратмаған миләүшә тәҙрә төбөндә, ә яҡтылыҡ яратҡан яран гөлө, киреһенсә, күләгәлә, ҡараңғы урында үҫә алмай. Үҫкән хәлдә лә сәскә атмай. Һыу яратмаған үҫемлектәр була. Артыҡ дымдан улар ауырый, мәҫәлән, декоратив гөлдәргә, кактустарға тупраҡ дымлылығына ҡарап ҡына һибергә кәрәк.

   Ҡайһы бер бүлмә гөлө урынын алмаштырғанды яратмай. Мәҫәлән, антуриумды, фикусты бер урындан икенсе урынға йыш күсерергә кәрәкмәй. Крассула, күптәр уны аҡса ағасы тип йөрөтә, шылдырғанды үҙ итмәй. Юғиһә улар үҫеүҙән генә туҡтамай, ә бөтөнләй ҡорорға мөмкин. Үткел елдән йәки артыҡ эҫенән һаҡлай торған бүлмә үҫемлектәре була. Ундайҙарҙы, билдәле инде, йылытыу приборы янына йәки асыҡ тәҙрә төбөнә ултыртмайҙар.

   Йыш ҡына гөл үҫтереүселәр, быныһы өйгә бәхет теләй, тегенеһе аҡса тартып ултыра, өсөнсөһө ир менән ҡатын мөнәсәбәтен яҡшыға көйләй, дүртенсеһе һаулыҡты нығыта тип, һайлап алып ултыртҡанын беләм..

Беҙ гөлдө матурлыҡ өсөн ултыртабыҙ. Бигерәк тә бесәй гөлө, каланхоэ, миләүшә, ҡына кеүек сәскә атҡандарын яратабыҙ, төрлө сорттарын, төҫлөләрен үҫтерәбеҙ. Сәскәгә төрөнһәләр, ысын мәғәнәһендә, уларҙы мөғжизәгә тиңләйем. Һәр гөл үҙенә ерҙең бөтә күркәмлеген, төҫөн, гүзәллеген йыя, туплай бит ул. Һоҡланмау, яратмау мөмкин түгел.

   Бүлмә гөлдәренең йыл әйләнәһенә сәскәгә төрөнөп ултырыуында, гөл баҡсаның йәй буйы хуш еҫ бөркөүендәбеҙҙең дә өлөшөбөҙ  ҙур. Орлоҡ, ваза һайлауҙа, түтәл яһауҙа, үрсетмә үҫтереүҙә, һыу ҡойоуҙа иң беренсе ярҙамсылары - беҙ.

     Сәскә тормошобоҙға йәм бирә, кәйефте күтәрә, кеше һәм тәбиғәт араһында гармония булдыра, һауаны таҙарта, һулышыбыҙҙы иркенәйтә. Кешеләр ҙә - тәбиғәттең бер өлөшө, уларға ла бер-береһенең тормошон матурлау, үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт булдырыу, бөтәһе лә һоҡланырлыҡ, өлгө алырлыҡ тормош юлы үтеү бурысы йөкмәтелгән,

                                           Гөлдәр тәрбиә ярата
Ҡышҡыһын бүлмә гөлдәренең урындарын йыш алмаштырмағыҙ. Сөнки япраҡтары яҡтыға борола. Йыш урын алмаштырғанда һабаҡтары ла зәғифләнә. 
Әгәр гөл һауытындағы тупраҡ артыҡ кибеп, ярғыланып бөтһә, уға аҙ ғына бысҡы онтағы йә ҡом һалығыҙ.
Бүлмә гөлдәренә һыуҙы артыҡ күп һипмәгеҙ. Һыу һибеп 2 – 3 сәғәт ваҡыт үтеүгә, һауыт төбөнә ҡуйылған тәрилкәләге һыуҙы түгегеҙ.
Үҙәктән йылытыла торған йорттарҙа бүлмәләр кәрәгенән артыҡ ҡоро булһа, гөлдәргә айына бер тапҡыр һөт һибегеҙ.
Фикустың япраҡтары ялтырап, йәм-йәшел торһон тиһәгеҙ, гөлдөң һабағы менән тамыры тоташҡан урынға бер балғалаҡ кастор майы һибегеҙ.
Гөлдәр йылылыҡ сығарыусы әйберҙәрҙән алыҫ торорға тейеш. Үтә һуҡҡан ел, томан һәм тәмәке төтөнө лә уларға зарарлы.
Бүлмә гөлдәренә сафлыҡ биреү өсөн уларға еңелсә балланған һыу биреү яҡшы.

Драценаның япраҡтарын һәр саҡ еүеш сепрәк менән һөртөп торорға кәрәк.Улар таҙалыҡ ярата.Ныҡ яҡтылыҡ та,бик йылы температура булғанда ла һарғая.Ҡыш көнө иң яҡшыһы 14-16 градус йылылыҡ кәрәк.Йәш драценаны йыл һайын күсереп ултырталар.Аҙағыраҡ 3-4йыл һайын.Күләгәле ерҙә яҡшы үҫә.Йәй һыуҙы мул һәм йыш һибергә кәрәк.

Миләүшәне мәңгелек мөхәббәт символы, тиҙәр. Уны дөрөҫ тәрбиәләһәң, йыл буйына сәскә ата. Бүлмәлә ҙур һауытҡа ултыртырға ярамай. Әгәр гөлдөң япраҡтары һарғайһа, ул сәскә атмаясаҡ. Бүлмә температураһындағы һыуҙы ла самалап ҡойорға кәрәк. Составында торф булған әсе тупраҡты бик ярата.Уның төрҙәре 1 мең 500-ҙән ашыу. Сәскәләренең диаметры – 4 – 5 сантиметр, үҙҙәре 7 – 10 сантиметр бейеклеккә тиклем үҫә. Өйөгөҙҙә уның бер нисә төрө булһа, йәмләп ултырасаҡ.

 Хлорофитум – һауаны бик шәп таҙартыусы гөл. Уны аш- һыу бүлмәһенә ултыртыу файҙалы. Ә ғалимдар был үҫемлекте космос карабтарына ҡуйырға тәҡдим итә, сөнки унда һауа алыштырыу мөмкинлеге юҡ. Хлорофитумдың Тыуған иле – Көньяҡ Америка.

Алоэ – күпйыллыҡ үҫемлек. Рәсәйҙә уны йөҙйәшәр тип тә йөрөтәләр. Ул төрлө ауырыуҙарҙан шифалы. Тыуған иле – көньяҡ Африка. Алоэ һүҙе әсе тигәнде аңлата. Ул йылы һәм таҙа һауа ярата. Уға һыуҙы күп һибергә ярамай.          Традесканцияның тыуған иле – Африка. Был гөл яҡтылыҡты ярата, тик уны ҡыҙыу ҡояш нурҙарынан һаҡларға кәрәк. Һыуҙы артыҡ күп һибергә ярамай. Ул орлоҡтан да, һабаҡтан да үрсей. Традесканция – бик файҙалы үҫемлек. Ул бүлмәләге һауаны таҙарта, дымландыра. Уны аквариумдағы балыҡтар ҙа ярата.

Файҙалы кәңәштәр



 Бүлмә гөлдәре һулар һауаны таҙартыуҙа әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур роль уйнай. Улар 24 сәғәт эсендә һауалағы формальдегид, бензол кеүек зарарлы матдәләрҙең 87 процентын “йота”.
 Гөл үҫеп ултырған һауыттарҙы бер ҙә кәрәкмәгәнгә йыш алмаштырмағыҙ, сөнки гөлдөң япраҡтары яҡтыға борола, шуның өсөн дә уларҙы йыш алыштырып торһаң, зәғиф булып үҫеүе ихтимал. Әгәр гөл сүлмәгендәге тупраҡ артыҡ кибеп, ярылып бөтһә, уға тиҙ генә бысҡы вағы йәки ҡом һалығыҙ.

 Бүлмә гөлдәренә һыуҙы артыҡ күп һибә күрмәгеҙ. Һыу һибеп ике-өс сәғәт ваҡыт үткәс, сүлмәк төбөнә ҡуйылған һауытҡа йыйылған һыуҙы түгегеҙ, юғиһә, гөлдөң тамыры сереүе бар. 

   Үҙәктән йылытылған йорттарҙа бүлмәләр кәрәгенән артыҡ ҡоро булһа, гөлдәргә айға бер тапҡыр һөт һалығыҙ. 

 Фикустың япраҡтары ялтырап, йәм-йәшел булып торһон тиһәң, гөлдөң үҙәге менән тамыры тоташҡан урынға бер бал ҡалаҡ кастор майы һибегеҙ.

 Гөлдәр йылылыҡ бүлеп сығарған әйберҙәрҙән йырағыраҡ торорға тейеш. Үтә өргән ел, томан һәм тәмәке төтөнө лә уларға зарарлы. 

   Балсыҡтан эшләнгән һауытҡа гөл ултыртыр алдынан уны тәүлек буйы һыуҙа тоторға кәрәк.

Ҡулланылған әҙәбиәт

  1.Башҡортостан уҡытыусыһы, №7, 2014 й.

  2.Билогия.В.В.Пасечник.6 кл

  3.Мәктәп календары.2007й.

  4.Башҡортостан гәзите.№143, 2016 й.

  5. Серпухова В.И.«Комнатные растения», М., 1991.

  6.Йәншишмә. 2016й.

 

Бүлмә гөлдәренең төрҙәре

Сәскәле

                                                                                     C:\Documents and Settings\Рустем\Мои документы\100MSDCF\DSC00509.JPG                                                                           C:\Documents and Settings\Рустем\Мои документы\100MSDCF\DSC00480.JPG         Үрмәле

     Япраҡлы                          

                             C:\Documents and Settings\Рустем\Мои документы\100MSDCF\DSC00479.JPG   


Поделиться:

Кактусы из сада камней

Северное сияние

Стрижонок Скрип. В.П. Астафьев

И тут появился изобретатель

Астрономический календарь. Январь, 2019 год