Беҙ йәшәгән осор- яңы технологиялар, информатизация, интернет заманы ғына түгел. Егерме беренсе быуат – спорт үҫешкән дәүер. Мин дә спорт тураһында тапшырыуҙар ҡарарға, волейбол уйнарға яратам. Шуға ла башҡорт телендә ниндәй спорт терминдары бар икән һорауы миңә ҡыҙыҡлы тойолдо. Тикшеренеү эшенең актуаллеге хәҙерге тел ғилемендә спорт терминологияһының тейешле кимәлдә яҡтыртылмауына ҡайтып ҡала.
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 41.21 КБ |
Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение
«Средняя общеобразовательная школа № 15» городского округа
город Стерлитамак Республики Башкортостан
НПК «ЛИК»
в рамках муниципального тура республиканского конкурса
научно-исследовательских работ
Малой академии наук школьников Республики Башкортостан
Лингвистика. Родные языки
Спортивные термины в башкирском языке
Гималетдинова Элина Раилевна,
8 класс,
Муниципальное автономное
общеобразовательное учреждение
«Средняя общеобразовательная школа № 15»
городского округа город Стерлитамак
Республики Башкортостан
Латыпова Расима Сагдатовна,
учитель башкирского языка,
Муниципальное автономное
общеобразовательное учреждение
«Средняя общеобразовательная школа № 15»
городского округа город Стерлитамак
Республики Башкортостан
2019
ЙӨКМӘТКЕһЕ
Тикшеренеү эше башҡорт телендә ҡулланылған спорт терминдарының лексик-семантик үҙенсәлектәрен тикшереүгә һәм һүрәтләүгә бағышлана.
Тикшеренеү эшенең актуаллеге хәҙерге тел ғилемендә спорт терминологияһының тейешле кимәлдә яҡтыртылмауына ҡайтып ҡала. Билдәле булыуынса, XXI быуат – спорттың үҫешендә әһәмиәтле дәүер. Тарихтан күренеүенсә, XIX быуаттың аҙаҡтарында - XX быуат баштарында Олимпия уйындары тергеҙелә, һәм һәр дүрт йыл һайын был спорт форумы бөтөн донъя халыҡтары өсөн оло дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ байрамы итеп көтөп алына.
Башҡортостан тормошонда ла спорт мөһим урын алып тора.. Элек-электән ата-бабаларыбыҙ тарафынан быуындан-быуынға күсеп килгән спорттың милли төрҙәре лә, милли уйындары, көрәш, ат сабыштары әлеге көндә башҡа күп халыҡтарға таныш булыуы ла милләтебеҙҙең мәҙәниәтенә ихтирам уята. Халҡыбыҙ араһынан сыҡҡан спортсмендарыбыҙҙың донъя кимәлендә ҙур танылыу яулауҙары ла оло ихтирамға лайыҡ. Шуға күрә башҡорт тел ғилемендә лә спорт терминдары үҙенсәлектәренең сағылышын өйрәнеү бик актуаль проблема иҫәпләнә.
Тикшеренеү эшенең объекты – спорт төшөнсәләрен атап килгән һәм башҡорт телендә спорт терминологияһын тәшкил иткән һүҙҙәр.
Тикшеренеүҙең предметы булып башҡорт телендә ҡулланылған спорт терминдарының лексик-семантик үҙенсәлектәре сығыш яһай.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты – башҡорт теле материалында спорт терминдарының лексик-семантик үҙенсәлектәрен комплекслы өйрәнеү.
Маҡсаттан сығып, түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
1) спорт терминологияһы барлыҡҡа килеүҙең сәбәптәрен асыҡлау;
2) башҡорт теленең спорт терминологияһын лексик-тематик йәһәттән анализлау;
Тикшеренеүҙә ҡулланылған методтар: сағыштырыу, күҙәтеү, анализ.
Билдәле булыуынса, XXI быуат – спорттың үҫешендә әһәмиәтле дәүер. Тикшеренеү эшенең практик әhәмиәте: тупланған hәм hүрәтләнгән материал, төҙөлгән һүҙлек башҡорт теле дәрестәрендә файҙаланыла ала.
Тикшеренеү эшенең структураhы. Тикшеренеү эше инештән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.
Спорт терминдарына килгәндә, уларҙы өйрәнеү бик актуаль мәсьәләләрҙең береһе һанала, сөнки улар бөтөнләй тиерлек махсус өйрәнелмәгән.
I БҮЛЕК.Башҡортостанда спорт үҫеше тарихы
Статистик мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда спорт етерлек кимәлдә үҫешкән: бында спорттың 127 төрө йәшәп килә, ә физик культура, туризм менән шөғөлләнеүселәр һаны халыҡтың 30 процентын тәшкил итә.
Башҡорт халҡы араһында физик культура күп быуаттар буйына үҫешкән. Мәҫәлән, спорт программаһының башы көрәш булған яҙғы байрам – һабантуй – халҡыбыҙҙа борон-борондан үткәрелгән. Башҡорт халҡының бөтә этнографик төркөмдәре өсөн уртаҡ булған милли көрәштән һуң ғына милли байрамдарҙа йүгереү, аҙаҡ ат сабыш буйынса һәм башҡа төрлө спорт ярыштары уҙғарылыр булған.
Тарихтан билдәле булыуынса, малайҙарҙы биш йәшлек саҡтарынан физик яҡтан үҫтерә башлағандар: милли көрәш алымдарына өйрәткәндәр, атта ярышыу, уҡ атыу, һөңгө ташлауҙа күнекмәләр үткәргәндәр.
Көрәш иң тәүҙә егеттәрҙе физик яҡтан әҙерләү өсөн ҡулланылған булған, аҙағыраҡ ул көстө, еңеүгә ихтыяр көсөн күрһәтеп булған уйынға әүерелә.Көрәш, һабантуйҙарҙан башҡа, шулай уҡ башҡа байрамдарҙа, йыйындарҙа үткәрелер булған.
Республикала көрәштән башҡа бүтән милли спорт төрҙәре һәм уйындары ла киң үҫеш ала. Мәҫәлән, ат спортына һәм милли уйындарға ҡараған бәйге, ҡыҙ ҡыуыу, ауҙарыш, джигитовка, күк бүре, ҡот алыу һ.б. уйындар киң популяр һанала. Башҡортостанда милли спорт төрҙәренән шулай уҡ ата-бабаларҙан ҡалған уҡ атышы киң таралған.
Шулай итеп, республикала спорт менән шөғөлләнеү элек-электән килгән, халыҡта борон-борондан көрәш, атта сабышыу, уҡ атыу, гер күтәреү кеүек милли спорт төрҙәре, милли уйындарға ҡараған бәйге, ҡыҙ ҡыуыу, ауҙарыш, джигитовка, күк бүре, ҡот алыу, шулай уҡ балалар уйындары (“Йәшенмәк”, “Һәпәләк”, “Айыу-бүре юҡ икән”, “Йәшерәм яулығым” һ.б.) киң таралған булған. Профессиональ спорт иһә Башҡортостанда XIX быуатта үҫешә башлай. Октябрь революцияһына тиклем үк Өфөлә теннис, фигуралы шыуыу, футбол, гимнастика һәм башҡа төрҙәр менән шөғөлләнеү теркәлгән була.
2.1. Спорт терминдарының лексик-семантик төркөмдәргә бүленеше
Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә, русса-башҡортса һүҙлектә башҡорт спорт терминдары бирелешен анализлау барышында уларҙың түбәндәге лексик-семантик төркөмдәргә бүленеүен асыҡлап була:
2.1.2. Спорт терминдарының килеп сығышы буйынса төркөмләнеүе
Тел факттарын анализлау барышында спорт терминдарының килеп сығышы буйынса төп башҡорт һүҙҙәренә һәм үҙләштерелгән һүҙҙәргә бүленеүен асыҡлап була.
Атлетика спорт төрөнә ҡараған терминдар араһында килеп сығышы буйынса төрлө һүҙҙәр осрай, мәҫәлән, төп башҡорт һүҙҙәренән бында йүгереш, һөңгө, балға, баҡан, спорт атлауы, оҙонлоҡҡа һикереү, бейеклеккә һикереү, ҡолға менән һикереү, балға сөйөү, йүгереү ыҙаны, урында йүгереү кеүек һүҙҙәр һәм һүҙбәләнештәр осрай. Бер компоненты– башҡорт теленән булған, икенсе һүҙе үҙләштерелгән һүҙбәйләнештәр байтаҡ. Мәҫәлән, еңел атлетика, ауыр атлетика, барьер аша йүгереү, ауырлыҡ категорияһы, диск ырғытыу, йәҙрә сөйөү, гантель менән күнегеүҙәр яһау, дистанциянан сығыу, марафон йүгереше, еңел атлет, штанга күтәреү, эстафеталы йүгереш, эстафета таяғы һ.б.
Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәргә марафон, диск, дискобол, гер, йәҙрә, снаряд кеүек һүҙҙәр инһә, рус теле аша немец теленән штанга, гантель һүҙҙәре үҙләштерелгән, трамплин, эстафета, барьер – француз һүҙҙәре, дистанция – латин һүҙе булһа, спринт, спринтер, кросс, гит – инглиз теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр, спорт төрөнә исем биргән һүҙ атлетика иһә башҡорт теленә грек теленән килгән.
Ат спорты терминдарына килгәндә, был спорт төрө халҡыбыҙҙа борон-борондан оло урын алғанлыҡтан, был төркөмдә төп башҡорт һүҙҙәре лә бар, мәҫәлән: бәйге, сабыш, ат сабышы, сабышҡы, сабыштырыу, сабышыу.
Шуны ла әйтергә кәрәк, был төркөмдә үҙләштерелгән һүҙҙәр ҙә урын ала, мәҫәлән, жокей, гит һүҙҙәре рус теле аша инглиз теленән үҙләштерелгән булһа, ипподром – грек һүҙе.
Бокс спорты терминдары араһында рус теле аша инглиз теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр өҫтөнлөк ала, мәҫәлән, бокс, ринг .
Спорт уйындары терминдары спорт терминдарының күпселек өлөшөн тәшкил итһә лә, был семантик төркөмдә башҡорт сығышлы һүҙҙәр бөтөнләй юҡ тиерлек, бында туп һүҙе һәм уға төрлө һүҙҙәр ҡушылып яһалған мәргән туп, соҡор туп, сәпәмә туп, урта туп, ямғыр туп кеүек һүҙбәйләнештәрҙе билдәләп үтергә була. Шуны ла әйтергә кәрәк: сәпәмә туп полилексемаһы башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенән күренеүенсә, рус халҡының милли уйыны лаптаның тәржемәһе булып һанала[1].
Спорт уйындары терминдары төркөмөндә бер һүҙе башҡорт сығышлы, икенсеһе үҙләштерелгән һүҙ булған һүҙбәйләнештәр күберәк осрай: штраф майҙаны, штраф тубы, ҙур теннис, өҫтәл теннисы, ҡапҡа штангаһы, команда ҡапҡасыһы, волейбол майҙансығы, баскетбол ярышы, гол индереү һ.б.
Донъя спортында киң таралған спорт уйындарының исемдәре күбеһе рус теле аша инглиз теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр: волейбол, баскетбол, теннис, бадминтон, гандбол, хоккей (сәкән), футбол, регби, гольф. Шулай уҡ был уйындарҙа ҡулланыла торған ҡорамалдар, кәрәк-яраҡтар, уйын ҡағиҙәләре, этаптары исемдәре лә күберәк инглиз сығышлы һүҙҙәр: драйвер, тайм, пас, пенальти, корт, гол һ.б. Спорт уйындары терминдары араһында француз (ракетка, крокет), немец (штанга, шайба, штраф) сығышлы һүҙҙәр ҙә бар. Әйтергә кәрәк, рус сығышлы һүҙҙәр исемлегенә лапта, вратарь (был һүҙҙең башҡортса ҡапҡасы, һаҡсы варианты ла әлеге көндә телдә йыш ҡулланыла), защитник (һаҡсы), кәрзин һүҙе ҡараһа, башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә регби уйын исеменән –ст ялғауы ярҙамында яһалған шул уйынды уйнаған затты билдәләләүсе регбист һүҙе лә рус сығышлы итеп бирелә. Ошо уҡ һүҙлектә уйын исемдәренә –сы ялғауы ҡушып яһалған һүҙҙәрҙең (хоккейсы, волейболсы, баскетболсы, футболсы, тенниссы) сығышы иһә төп башҡорт һүҙҙәренеке кеүек күрһәтелмәгән.
Коньки спорты терминдары төркөмөндә төп башҡорт һүҙҙәре шулай уҡ әҙерәк (конькисы, ирекле бейеү, боҙҙа бейеү, мотлаҡ бейеү, бергә әйләнеү), улар күбеһенсә һүҙбәйләнеш составында ҡулланыла, мәҫәлән, конькиҙа йүгереү, фигуралы шыуыу, парлы фигуралы шыуыу, фигуристар ярышы, махсус фигуралар, оригиналь бейеү, ирекле программа һ.б.
Был с төркөмдә рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр өҫтөнлөк ала: коньки, фигурист (фигуралы шыуыусы), заклон, спираль, подкрутка, выброс һ.б. Шуны әйтергә кәрәк: был терминдарҙың күбеһе башҡорт теленә махсус рәүештә тәржемә ителмәгән.
Коньки спорты терминдары араһында сит телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр ҙә күп, мәҫәлән, һикереү төрҙәре атамалары булған тулу́п, ри́ттбергер, са́льхов, флип, аксель, ли́бела һүҙҙәре инглиз теленән үҙләштерелгән булһа, парлы шыуыу элементтарының береһен аңлатҡан тодес һүҙе немец теленән үҙләштерелгән.
Шахмат спорты терминдары араһында төп башҡорт һүҙҙәренән шахмат һәм шашка уйындары атамаһының дөйөм тәржемәһе булған сатраш һүҙен билдәләп үтергә була. Шулай уҡ был уйынды уйнаусы заттарҙы билдәләүсе шахматсы, шашкасы һүҙҙәре лә һүҙлектә башҡорт һүҙҙәре булараҡ ҡарала.
Был төркөмдә үҙләштерелгән һүҙҙәр эсенә француз һүҙе пат, немец һүҙе гроссмейстер, рус һүҙҙәре ладья, пешка инһә, шулай уҡ башҡа спорт төрҙәре терминдары араһында осрамаған фарсы һәм төрөк сығышлы һүҙҙәр ҙә бар, мәҫәлән, шахмат, рокировка, мат һүҙҙәре рус теле аша фарсы теленән үҙләштерелгән булһа, ферзь – төрөк теленән ингән һүҙ һанала.
Һүҙбәйләнештәр араһында үҙләштерелгән һәм башҡорт һүҙҙәренән яһалған терминдарҙы билдәләп китергә була: шахматсылар конкурсы, беренсе разрядлы шахматсы, шахмат таҡтаһы, шахмат фигуралары, мат ҡуйыу, гроссмейстер дәрәжәһе һ.б.
Фехтование спорт төрө терминдары төркөмөндә, башҡорт сығышлы булған ҡылыс һүҙенән башҡа, үҙләштерелгән һүҙҙәр күпселекте тәшкил итә, мәҫәлән, рапира, эспадрон һүҙҙәре рус теле аша француз теленән үҙләштерелгән булһа, фехтование һүҙе – немец сығышлы, штык һүҙе – поляк теленән, шпага һүҙе иһә итальян һүҙенән килеп ингән. Һүҙбәйләнештәр араһында составында башҡорт һүҙҙәре булғандары бар, мәҫәлән, өс ҡырлы шпага, күп ҡырлы шпага, фехтование ярышы .
Һыу спорты терминдары төркөмөндә төп башҡорт һүҙҙәренән ишеү, йөҙөү, йөҙгөс кеүек һүҙбәйләнештәрҙе билдәләп була, француз теленән ингән бассейн, итальян теленән ингән регата, шулай уҡ инглиз сығышлы баттерфляй, брасс, кроль, поло һүҙҙәре лә башҡорт теленең спорт терминологияһында урын алған.
Һыу спорты терминдары араһында төп башҡорт һүҙҙәренән генә яһалған һүҙбәйләнештәр ҙә бар, мәҫәлән, ирекле сумыу, һыуға һикереү, ҡушлап ишеү, шулай уҡ рус сығышлы байдарка, каноэ һүҙҙәренең тәржемәһе булған бер кешелек кәмә, ишкәкле спорт кәмәһе һ.б. Әйтергә кәрәк, үҙләштерелгән һәм төп башҡорт һүҙҙәренән торған һүҙбәйләнештәр ҙә байтаҡ, мәҫәлән, комплекслы йөҙөү, вышканан һикереү, трамплиндан һикереү, синхрон йөҙөү, һыу полоһы, ишкәкле регата, елкәнле регата, ябыҡ йөҙөү бассейны, ирекле стиль, академик ишеү һ.б.
Мото- һәм велоспорт терминдары төркөмөндә төп башҡорт һүҙҙәре осрамай. Улар тик һүҙбәйләнеш составында күҙәтелә, мәҫәлән: мотоциклда уҙыш, велосипедта уҙыш, һыу велосипеды. Башҡорт теленең һүҙлектәрендә был семантик төркөмгә ҡараған һүҙҙәрҙең аҙ сағылыуы мото- һәм велоспорт терминдарының да башҡорт телендә өйрәнелмәүе менән аңлатыла. Шулай ҙа һүҙлектәрҙә урын алған терминдарға килеп сығышы яғынан шундай анализ үткәрергә була: гит, спидвей, маутинбайк (тау велосипеды) һүҙҙәре рус теле аша инглиз теленән үҙләштерелгән, мотокросс, велосипед, мотоцикл – француз һүҙҙәре, велодром – грек, мотодром, мотогонка – рус телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр һанала.
Атыш спорты терминдары төркөмөндә төп башҡорт һүҙҙәренән атыш, уҡ, уҡсы, сәп, мәргән, мәрәй кеүек һүҙҙәрҙе билдәләп китергә була. Сит телдән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән инглиз теленән ингән снайпер һәм француз теленән ингән пистолет һүҙҙәрен атап була. Ошо уҡ төркөмдә велоспорт, атыш һәм саңғы спорты өсөн уртаҡ булған латин һәм грек сығышлы биатлон термины ла урын алған.
Был төркөмдә төп башҡорт һүҙҙәренән һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән торған һүҙбәйәлнештәр ҙә осрай, мәҫәлән: уҡ атышы, сәпкә атыу, винтовканан атыу, бәләкәй калибрлы винтовка, пуля атышы, ҡышҡы биатлон, йәйге биатлон һ.б.
Саңғы спорты терминдары араһында төп башҡорт һүҙҙәренән саңғы, саңғысы һүҙҙәрен билдәләп булһа, башҡорт һүҙҙәре составында булған һүҙбәйләнештәр етерлек: саңғы ярышы, ике таяҡ менән этенеү, диагональ аҙым, классик стиль, коньки йөрөшө, роликлы саңғы, ирекле стиль һ.б.
Сана спорты терминдары төркөмөндә сана һүҙе генә төп башҡорт һүҙе тип билдәләнһә, заезд терминының тәржемәһе һүҙлектәрҙә бер урау, бер сабыш тип бирелә. Бобслей термины инглиз теленән үҙләштерелгән булһа, был спорт төрөнә ҡараған драйвер (алып барыусы), брейкмен (тормозлаусы, тотҡарлаусы), скелетон терминдары ла инглиз сығышлы.
Бөтә йәки спорттың бер нисә төрө өсөн уртаҡ булған терминдар төркөмө спорт терминдарының күпселек өлөшөн тәшкил итә. Төп башҡорт һүҙҙәренән бында күнекмә, көйәрмән, уҙыш, ярыш, ярышсы, ярышыусы, беренселек кеүек һүҙҙәрҙе һәм ике төрҙән ярыш (двоеборье), күп төрҙән ярыш (многоборье) һүҙбәйләнештәрен атап үтергә була. Шулай уҡ был төркөмдә рус (физкультура, физкультурник, чемпионат, тренировка, стойка, судья, разряд, кубок һ.б.), инглиз (матч, мастер, раунд, рекорд, рекордсмен, спорт, спортсмен, стадион, старт, тренер, финиш, чемпион, эспандер һ.б.), француз (балл, партнер, реванш, эстафета, трамплин, капитан, команда һ.б.), латин (спартакиада, арбитр һ.б.), немец (турнир, юниор һ.б.), итальян (финал һ.б.) һәм фарсы (майҙан) сығышлы терминдар бар. Башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән башҡорт аффикстары ҡушып яһалған ҡайһы бер терминдар һүҙлектәрҙә башҡорт сығышлы тип бирелә, мәҫәлән, судьялыҡ, рекордлы, рекордсы, разрядсы, спортсы, майҙансыҡ, мастерлыҡ һ.б.
Бөтә спорт төрҙәре өсөн уртаҡ булған терминдар араһында һүҙбәйләнештәр байтаҡ, уларҙың составында башҡорт һүҙҙәре лә, үҙләштерелгән һүҙҙәр ҙә бар, мәҫәлән, донъя чемпионаты, спорт мастеры, финиш һыҙығы, шахмат чемпионаты, абсолют чемпион, дауалау физкультураһы, физкультура күнекмәләре, физик күнекмәләр, хоккей турниры, турнир таблицаһы, йөҙөү тренировкаһы, халыҡ-ара турнир, өлкән тренер, старт алыу, судья һыбыҙғыһы, матч судьяһы, спорт уйындары, һыу спорты, Бөтә Союз (Рәсәй) спартакиадаһы, донъя рекорды, күсмә кубок, футбол матчы, ярыш арбитры, финал осрашыу, финалға сығыу, беренселек өсөн көрәшеү, эстафеталы йүгереш, эстафета таяғы, команда капитаны, футболсылар командаһы, мастерлыҡ дәрәжәһе һ.б.
Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, төп башҡорт һүҙҙәре төркөмөнә асылда милли спорт төрҙәренә ҡағылышлы һүҙҙәр инә, мәҫәлән: көрәш, алыш, баҡан, бил биреү, еңелеү, билләшеү, көрәшсе, мәргән, уҡ, атыу, йүгереш, бәйге, сабыш, сабышыу, сабыштырыу, ишеү, гер, сатраш, саҡама, сөр һ.б.
Дөйөм спорт төрҙәренә ҡағылышлы терминдарҙың ҡайһы берҙәре шулай уҡ төп башҡорт һүҙҙәре төркөмөнә ҡарай, мәҫәлән: өҫтәл теннисы, ҡапҡасы, һаҡсы, көйәрмән, күнекмә, ярыш, сәкән, сана, саңғы, йөҙөү, ишеү һ.б.
Башҡорт теленә ҡараған һүҙлектәрҙән күренеүенсә, башҡорт телендә спорт терминдары тел йәһәтенән ныҡлы эшмәкәрлекте талап итә. Ҙур етешһеҙлек иң элек спорт терминдарының күпселек өлөшөнөң ошоға тиклем интернациональ термин менән йөрөтөлөүе менән бәйле. Мәҫәлән, акробатика, акробат, альпинизм, бокс, армспорт, теннис, матч, турнир, чемпион, ринг, судья, ракетка, шайба, стадион, боксер, гантель, гимнастика , гроссмейстер, дзюдо, дистанция, каратэ, кросс, рапира, раунд, регата, регбист, сальто, самбо кеүек күп терминдар башҡорт телендә һис ниндәй үҙгәрешһеҙ ҡулланыла. Башҡортостанда спорт ныҡлы үҫешкән икән, башҡорт спорт терминологияһы өлкәһендә лә башҡорт терминдары күберәк булырға тейеш, тигән һығымтаға килергә була.
ЙОМҒАҠЛАУ
Шулай итеп, бөтә әйтелгәндәрҙән сығып, шундай һығымталар яһап була. Башҡорт спорт терминдарын өйрәнеү барышында уларҙың килеп сығышы буйынса төркөмдәре асыҡланылды, һүҙьяһалыш үҙенсәлектәре билдәләнде. Килеп сығышы буйынса спорт терминдары араһында төп башҡорт һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр булыуы күҙәтелә, шуныһы үкенесле, үҙләштерелгәндәре, төп башҡорт һүҙҙәренә ҡарағанда, күберәк булыуы күҙгә ташлана. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең күбеһен иһә инглиз теленән ингән һүҙҙәр тәшкил итә. Төп башҡорт һүҙҙәренең байтағы халҡыбыҙҙа борон-борондан йәшәп килгән милли спорт төрҙәре һәм уйындарында ҡулланылған һүҙҙәр булыуы билдәләнде. Башҡортостанда спорт ныҡлы үҫешкән икән, башҡорт Килеп сығышы буйынса спорт терминдары араһында төп башҡорт һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр булыуы күҙәтелә, шуныһы үкенесле, үҙләштерелгәндәре, төп башҡорт һүҙҙәренә ҡарағанда, күберәк булыуы күҙгә ташлана. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең күбеһен иһә инглиз теленән ингән һүҙҙәр тәшкил итә. Төп башҡорт һүҙҙәренең байтағы халҡыбыҙҙа борон-борондан йәшәп килгән милли спорт төрҙәре һәм уйындарында ҡулланылған һүҙҙәр булыуы билдәләнде. Башҡортостанда спорт ныҡлы үҫешкән икән, башҡорт спорт терминологияһы өлкәһендә лә башҡорт терминдары күберәк булырға тейеш, тигән һығымтаға килергә була.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
Интернет-ресурстар
Һүҙлектәр
[1] Башҡорт теленең һүҙлеге: Ике томда / Рәсәй Фәндәр Академияһы. Башҡортостан ғилми үҙәге. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. – М.: Русский язык, 1993. – I том. – 758-се бит, II том. – 282-се бит.

Паук

Лавовая лампа

Нас с братом в деревню отправили к деду...

Если хочется пить...

А. Усачев. Что значит выражение "Белые мухи"?