• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

“КҮРЕНЕКЛЕ ҒАЛИМ – ФИЛОЛОГ ӘХНӘФ ХАРИСОВТЫҢ ХЕҘМӘТТӘРЕ ТУРАҺЫНДА” (ғилми-тикшеренеү эше)

Опубликовано Муратова Гульфия Хусаиновна вкл 11.02.2025 - 23:12
Муратова Гульфия Хусаиновна
Автор: 
Имаева Наиля

    Йөкмәткеһе

Инеш өлөш

Төп өлөш

1.     Күренекле ғалим – филолог Әхнәф Харисовтын ижады һәм тормош юлы.

2.     “Рухи тамырҙар.Әҙәбиәт һәм фольклор мәсьәләләре” китабы буйынса.

2.1   Башҡорт халыҡ поэзияһы бүлеге.

 2.2    Халыҡ поэзияһының һулымаҫ сәскәһе.

2.3    Яңы асылған хазина.

2.4    Башҡортостан ысынбарлығы һәм Ғафури.

2.5   Шәйхзада Бабич.

2.6   Рәшит Ниғмәти.

2.7   Пушкин әҫәрҙәрендә башҡорттар.

2.8   “Урал бөркөтө”.

3.     Йомғаҡлау.

       Ҡулланылған әҙәбиәт һәм интернет ресурстары.

       Ҡушымта. Һорау алыу йомғаҡтары.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hnf_harisovtyn_hezmttre_turahynda.docx53.61 КБ

Предварительный просмотр:

Балтас районының мәғариф бүлеге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Балтас районы башҡорттары ҡоролтайы Балтас районы Иҫке Балтас ауылы «Харисов уҡыуҙары — 2024» ғилми — ғәмәли конференцияһы

“КҮРЕНЕКЛЕ ҒАЛИМ – ФИЛОЛОГ ӘХНӘФ ХАРИСОВТЫҢ

ХЕҘМӘТТӘРЕ ТУРАҺЫНДА”

темаһына ғилми-тикшеренеү эше

Әҙерләне:

Башҡортостан Республикаһы Балтас районы муниципаль район

Советтар Союзы геройы Шакиров Үлмәҫ Шакир улы исемен йөрөткән Беренсе Иҫке Балтас урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы 9в класс уҡыусыһы

Имаева Наилә Илхам ҡыҙы

Етәксеһе:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Моратова Гөлфиә Хөсәйен ҡыҙы

2024 йыл

Иҫке Балтас ауылы

Йөкмәткеһе

Инеш өлөш

Төп өлөш

1. Күренекле ғалим – филолог Әхнәф Харисовтын ижады һәм тормош юлы.

2. “Рухи тамырҙар.Әҙәбиәт һәм фольклор мәсьәләләре” китабы буйынса.

Башҡорт халыҡ поэзияһы бүлеге.

Халыҡ поэзияһының һулымаҫ сәскәһе.

Яңы асылған хазина.

Башҡортостан ысынбарлығы һәм Ғафури.

Шәйхзада Бабич.

Рәшит Ниғмәти.

Пушкин әҫәрҙәрендә башҡорттар.

“Урал бөркөтө”.

3. Йомғаҡлау.

Ҡулланылған әҙәбиәт һәм интернет ресурстары.

Ҡушымта. Һорау алыу йомғаҡтары.

Боронғоларҙы хәтеребеҙҙән юйһаҡ, уларҙың хәтерҙәре ҡалыр, үҙебеҙ ҙә иҫһеҙ-аңһыҙға әйләнербеҙ.

Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры

Инеш өлөш

“Әҙип һәм ғалимдары булмаған халыҡ - бәхетһеҙ, мәшһүр кешеләрен онотҡан халыҡ – намыҫһыҙ, әҙәбиәте булмаған милләт – рухһыҙ”. Бөйөк фекер эйәһе Ризаитдин хәҙрәт Фәхретдинов әйтеп ҡалдырған һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә ята.Әлбиттә, әҙип һәм ғалимдары, әҙәбиәте булмаған халыҡтың киләсәге лә юҡ. Әҙип һәм ғалимдарыбыҙҙың эштәре изге. Уларҙың хеҙмәттәре беҙҙең өсөн рухи аҙыҡ, мираҫ бит ул. Рухи мираҫ – ата – бабаларыбыҙҙан күскән байлыҡтарҙың береһе. Был мираҫ үҙендә халҡыбыҙҙың тарихын, үткәнен, йолаларын, шул осорҙоң ваҡиғаларын һаҡлай. Кеше үткәндәргә битараф булмаҫҡа тейеш. Башҡорт халҡының ижады күп төрлө, эстәлеге иҫ киткес бай. Беҙ уны өйрәнергә, файҙаланырға, быуындан – быуынға тапшырырға һәм артабан да үҫтерергә бурыслыбыҙ. “Минең уйымса, хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең мөһим үҙенсәлеге тормошто тәрәнерәк, конкретыраҡ өйрәнеүҙә һәм уны шаблондарға, өлгөләргә һалып түгел, бәлки ысынбарлыҡтың үҙ тәбиғәтенән, үҙ үҫеш тенденцияларынан сығып сағылдырыуҙа. Был хәл эшлекле һәм юғары культуралы замана кешеләренең яҡты образдарын тыуҙырыуға, ижтимағи үҫештең эҙемтәләрен үҙендә кәүҙәләндергән геройҙарҙы күрһәтеүгә килтерҙе. Тап бына ошо сифат хәҙерге прозабыҙҙың йөҙөн билдәләй ҙә. Был, әлбиттә, ҙур ҡаҙаныш. Шулай ҙа үҫеш юлында ул бер баҫҡыс ҡына әле, алда тағы ла юғарыраҡ баҫҡыстар, яңы бейеклектәр тора. Алда атлайһы аҙымдар, менәһе үрҙәр, үтәһе юлдар, быға тиклем үтелгәндәренең бөтәһенә ҡарағанда ла, ауырыраҡ та, ҡатмарлыраҡ та, тип әйтер инем мин. Ҡайһы бер юлсыларҙың, ирешелгәнгә шөкөр итеп, әле күтәрелгән бейеклектә туҡтап ҡалыуҙары ла бик мөмкин. Ә әҙәбиәт, уның ҙур өс тармағы ла, һис туҡтауһыҙ юғары үрләргә тeйеш. Шик юҡ, үрләү, күтәрелеү ни тиклем генә ауыр булмаһын, әҙәби процесс алға хәрәкәт итәсәк, уның алдында яңынан-яңы офоҡтар асыла барасаҡ...” – тип башлай үҙенең хеҙмәттәрен тел һәм әҙәбиәт белгесе Әхнәф Ибраһим улы Харисов.

Теманың актуаллеге. Әҙип һәм ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәттәре рухи мираҫ бит ул. Уны өйрәнеү, файҙалана белеү, быуындан – быуынға тапшырыу һәм артабан да үҫтереү бик актуалдер тип уйлайым.

Эштең маҡсаты һәм бурыстары. Талантлы яҡташыбыҙ Әхнәф Харисовтың
хеҙмәттәре аша башҡорт тел ғилемен йәш быуынға еткереү, рухи аҙыҡ булған халыҡ ижадын, илебеҙ, халҡыбыҙ тарихын, йолаларын өйрәнеү, һаҡлау, тергеҙеү; туған халҡының мираҫын өйрәнеүгә ғүмерен арнаған күренекле ғалимыбыҙға ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ тәрбиәләү.

Тикшереү эшенең объекты итеп ғалимдың тормош юлы, “Рухи тамырҙар. Әҙәбиәт һәм фольклор мәсьәләләре” хеҙмәттәре алынды.

Эштең структураһы: тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.

Эш сығанаҡтары: авторҙың китаптары, яҙыусыларҙың, бөйөк кешеләрҙең фекерҙәре.

Төп өлөш

КҮРЕНЕКЛЕ ҒАЛИМ-ФИЛОЛОГ ӘХНӘФ ХАРИСОВТЫҢ ИЖАДЫ ҺӘМ ТОРМОШ ЮЛЫ

Һәр төбәк үҙенең күренекле шәхестәре менән дан тота. Халыҡ улар тураһында ғорурланып һөйләй, хеҙмәттәрен юғары баһалай, хөрмәт итә. Танылған башҡорт яҙыусыһы, тел һәм әҙәбиәт белгесе Әхнәф Ибраһим улы Харисов шундай шәхестәрҙең береһе.

Әхнәф Харисов 1914 йылдын 2 июнендә Башҡортостандың хәҙерге Балтас районы Имән ауылында уҡымышлы мулла ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, артабан уҡыуын Иҫке Балтас мәктәбендә дауам итә. Артабан ун дүрт йәшлек үҫмер Өфө ҡалаһына юллана. Буласаҡ ғалим К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтынын башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡый. Ғилми эшкә оҫталығы тап бына шул йылдарҙа күренә лә инде. 1935 йылда институтты тамамлай һәм шунда уҡ эшкә ҡалдырыла. 1937 йылда “Стилистика. 5 – 7 кластар өсөн дәреслек” китабын шағир Ҡадир Даян менән берлектә яҙалар. “Әхнәф Харисовтың “Әҙәбиәт теорияһы”, Ҡадир Даян менән икеһенең “Стилистика”тигән ҡулланма дәреслектәрен ҡат – ҡат уҡырға һәүәҫләндем. Асылда ошо йоҡа ғына, әммә тос йөкмәткеле, ылыҡтырғыс ике китап миңә әҙәбиәт ғилеменең тәү ишектәрен асты, - тип яҙа Ғайса Хөсәйенов. 1941 йылда Мәскәүҙә тел белеме буйынса аспирантура тамамлай, башҡорттарҙан беренсе булып “филология фәндәре кандидаты” дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 1944 йылда рус телендә “Категория глагольных видов в башкирском языке” тигән китабын сығара. Шул уҡ йылда уҡыу йорттары өсөн китабы – “Әҙәбиәт теорияһы” донъя күрә. 1948 – 1951 йылдарҙа Әхнәф Харисов Башҡортостан Яҙыусылар Союзынын идара рәйесе. 1954 – 1959 йылдарҙа “Башҡорт халыҡ ижады” тигән өс томлыҡ баҫманын тәүге ике томын баҫтырып сығара. Әхнәф Харисов был томдарға яҙған баш һүҙҙәрендәге эпик поэмалар, йырҙар, бәйеттәр, мәҡәлдәр һәм әкиәттәр тураһындағы фекерҙәре менән халыҡ ижадынын тәбиғәтен, поэтикаһыншаҡтай тәрән асып бирә.

1965 йылда сыҡҡан ҙур күләмле “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. ХVIII һәм ХIХ быуат” тигән китабы баһалап бөткөһөҙ ҙур хазина. «Был хеҙмәт, — тип яҙа Мәскәү ғалимы Р. Бикмөхәммәтов, — әҙәбиәтте тарих менән, ижтимағи көрәш менән, тормош тәжрибәһе менән күп яҡлы бәйләнештәрҙә ҡарарға, әҙәбиәттең үҙенә генә хас үҙенсәлектәрен, законсалыҡтарын асып бирергә өйрәтә. Был хеҙмәт республикаларҙа әҙәбиәт ғилеме өлгөрөп еткәнлеген, ғалимдарҙың, үҙәктәге кеүек үк, күп төрлө милли материалды, төрлө-төрлө әҙәби ағымдарҙы эсенә алыусы киң концепциялар ҡорорға, социалистик реализм әҙәбиәтенә оҙайлы дәүерҙәрҙе эсенә алған донъя художество ағымын килтереп тоташтырырға һәләтле икәнлеген күрһәтә». Ғалим 1966 йылда ошо ҙур тема буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлап филология фәндәре докторы тигән ғилми дәрәжәгә лайыҡ булды.

Ә. Харисовтың ғилми эшмәкәрлеге мәктәп һәм юғары уҡыу йорттарының ихтыяждары менән тығыҙ бәйле була. Башҡорт мәктәптәре өсөн ул юғарыла телгә алынған «Стилистика», «Әҙәбиәт теорияһы» кеүек дәреслектәрҙән тыш, өсөнсө, һигеҙенсе, туғыҙынсы кластар өсөн «Туған тел» һәм «Башҡорт әҙәбиәте» дәреслектәренең, хрестоматияларының авторҙарының береһе; «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы» китабы иһә үҙенең баҫылып сыҡҡан көнөнән алып бөгөнгәсә юғары уҡыу йорттарында революцияла тиклемге башҡорт әҙәбиәте тарихы буйынса төп ҡулланма дәреслек булып йөрөй. Ижади эшмәкәрлек менән бергә Әхнәф Харисов республикабыҙҙың ижтимағи тормошонда ла актив ҡатнаша. Бер нисә йыл буйынса Азия һәм Африка илдәре берҙәмлегенең Совет комитеты ағзаһы булды. «Белем» йәмғиәтенең Өфө ҡала бүлексәһенә етәкселек итә, Тыныслыҡ комитетының Башҡортостан бүлексәһе ағзаһы була. Ҡырҡынсы йылдарҙан алып Башҡортостан Яҙыусылар союзы эшмәкәрлегендә актив ҡатнаша, төрлө йылдарҙа «Ағиҙел», «һәнәк», «Урал» журналдарының редколлегия ағзаһы була. 1944 йылдан алып КПСС ағзаһы булған Ә. Харисов 1968 йылда, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы ойошторолғас, бер нисә йыл партком секретары вазифаһын башҡара, филиалдың институттарын етәксе кадрҙар менән нығытыу, коммунистарҙың авангард ролен күтәреү эшенә ҙур булышлыҡ итә. Квалификациялы ғилми кадрҙар әҙерләү әлкәһендә айырата ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ҙур эш алып бара, хәҙер инде танылып өлгөргән бер нисә әҙәбиәтсенең кандидатлыҡ диссертацияларының ғилми етәксеһе була. Оҙаҡ йылдар ғилми-ойоштороу' эше менән ғилми-тикшеренеү эштәрен бергә алып барыу, һуңғы йылдарҙа үҙенең ғилми ҡараштарын раҫлау өсөн ныҡышмалы көрәш, эштә үҙ-үҙенә аяуһыҙлыҡ, әлбиттә, уның һаулығына тиҫкәре йоғонто яһамай ҡалмай. Ә. И. Харисов оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 1977 йылдың 15 майында вафат була. Әхнәф Харисовтың ғилми эшмәкәрлеген хөкүмәтебеҙ юғары баһалай. Уға 1957 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә, ғалим «Октябрь революцияһы», «Почет билдәһе» ордендары һәм миҙалдары менән наградлана.

“Рухи тамырҙар. Әҙәбиәт һәм фольклор мәсьәләләре” китабы

Был китапта күренекле ғалим-әҙәбиәтсе, фольклорсы һәм телсе, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Әхнәф Харисовтың был китабына башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, яҙма әҙәби мираҫык тикшергән хеҙмәттәре, хәҙерге әҙәбиәттең айырым мәсьәләләренә, ижади бәйләнештәргә арналған мәҡәләләре тупланған.

Башҡорт халыҡ поэзияһы бүлеге буйынса

“Башҡорт халҡының бай һәм күп төрлө поэтик ижады Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына саҡлы ысынлап йыйылмаған һәм өйрәнелмәгән. Прогрессив рус яҙыусылары, тарихсылары һәм краеведтары, царизмдың политикаһына ҡаршы рәүештә башҡорт халҡының тормошо һәм культураһы менән ҡыҙыҡһынғандар, башҡорт фольклорының айырым үрнәктәрен яҙып алып, баҫтырып сығарғандар, - тип башлай үҙенең хеҙмәттәрен тел һәм әҙәбиәт белгесе Әхнәф Ибраһим улы Харисов. Шуларҙың береһе булған Сергей Гаврилович Рыбаковтың ижадына туҡтала ғалим. 1893—1894 йылдарҙа Сергей Гаврилович Рыбаков, Петербургтан килеп, Өфө губернаһында һәм Ырымбур губернаһының Верхне-Урал, Орский өйәҙҙәрендә башҡорт һәм татар музыкаль фольклорын йыйыу, өйрәнеү эше менән шөғөлләнә. Өс йылдан һуң уның «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» тигән китабы баҫылып сыға (С.-Петербург, 1897). Сергей Рыбаков — Октябрь революцияһына саҡлы осорҙа башҡорт музыкаһын һәм йырҙарын айырым рәүештә, ныҡлап һәм күңел биреп өйрәнгән берҙән-бер белгес, ә уның китабы башҡорт халыҡ ижадының тәү башлап шундай бай материалын эсенә алыуы яғынан һәм, авторҙың тарихи процесты аңлауҙа һәм аңлатыуҙа буржуаз объективислыҡ ҡарашта булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт халҡының рухи культураһын, ижади һәләтлеген шаҡтай дөрөҫ яҡтыртыуы һәм баһалауы менән айырыуса әһәмиәтле хеҙмәт, һәм бөгөн дә әле ул үҙенең ҡиммәтен һаҡлай, тип әйтеп үтә ғалим. Рыбаковтың «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары» китабында башҡорт халыҡ йырҙары беренсе башлап үҙенең ике төп төрөнә — оҙон һәм ҡыҫҡа көйлө йырҙарға бүленеп тикшерелеүен тапҡан, ә көйҙәрҙе ижад итеүҙә һәм уларҙы популярлаштырыуҙа бик ҙур урын тотҡан ҡурай, башҡорт халҡының төп милли музыка ҡоралы булыуы яғынан, үҙенең музыкаль ҡоролошона характеристика алған. Рыбаков үҙе яҙып алған башҡорт көйҙәрен тематик яҡтан биш төркөмгә бүлә: 1) геройҙар һәм күренекле кешеләр тураһындағы көйҙәр; 2) Урал тәбиғәтен һүрәтләндереүгә арналған көйҙәр; 3) тауышҡа (ҡоштар һайрауына) оҡшатылған көйҙәр; 4) бейеү көйҙәре; 5) башҡа халыҡтарҙан (рустарҙан, татарҙарҙан) алып үҙгәртелгән ҡайһы бер көйҙәр.

“Башҡорт халыҡ ижадының сағыштырмаса боронғо һәм үҙенсәлекле төрө — ҡобайыр – тип билдәләп үтә ғалим. - Халыҡтың фантазияһы, тапҡыр аҡылы һәм тормош тураһындағы философияһы ҡобайырҙарҙа тәрән бирелгән...” Ҡобайыр — халыҡ таланттары, тапҡыр һүҙ оҫтаһы булған сәсәндәр ижады. Борон йыйындар, ҙур мәжлестәр, төрлө туйҙар ғәҙәттә ҡобайырсыларҙың һүҙ оҫталығын һынай торған урын булған: унда улар үҙ-ара ярышып сығыш яһай торған булғандар. Ҡобайырсыларҙың ғәҙел булмаған тормош әсеһен татыған кеҙмәтсән халыҡ исеменән һөйләүҙәре, уларҙың һүҙ сәнғәтендәге эске мәғәнәнең калыҡ хыялдарына һәм теләктәренә тулы ярашлы булыуы ҡобайырҙың ижтимағи әһәмиәтен билдәләгән. Замандың алдынғы ҡобайырсыһы үҙенең сәсәнлек бурысын халыҡҡа тоғро хеҙмәт итеүҙә, төрлө иҙелеүгә, яманлыҡ һәм яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшкә өндәүсе булыуҙа күргән. «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағыш сәсәндең әйтешкәне» тигән ҡобайырҙа был бик асыҡ бирелгән” – тип яҙа Ә.Харисов. Боронғо осорҙо сағылдырған ҡобайырҙарға халыҡтың «йәнен киптергән» илбаҫар татар-монгол хандарына, урындағы бейҙәргә, мырҙаларға, тархандарға ҡаршы көрәш идеяһы һалынған. Тыуған ерҙе һөйөү тойғоһо, уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡты аңлау, артабан (башҡорттар үҙ ихтыярҙары менән рус дәүләтенә ҡушылғас) рус халҡының ярҙамына таяныу — башҡорт халҡында еңеүгә һәм азатлыҡҡа нығыраҡ ышаныс тыуҙырған. Бына шуның өсөн дә башҡорт халыҡ эпосы, халыҡтың иң ауыр шарттарҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, оптимизм менән һуғарылған. «Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем» , «Салауат батыр» тигән ҡобайырҙа Салауат халҡы, ере өсөн көрәшеүсе батыр итеп образландырыла. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был — Салауат тураһында әлегә беҙгә билдәле берҙән- бер ҡобайыр.

Батырҙар хаҡындағы поэмаларҙан «Аҡбуҙат» һәм «Бабсаҡ менән Күҫәк» эпостарына туҡталып китәйек. Улар, бөтәһенән дә элек, башҡорт халҡының бик күптән үткән тормошон сағылдырған ҡомартҡы булыуҙары яғынан әһәмиәтле. «Аҡбуҙат» поэмаһы — асылда Урал батыр тураһындағы поэманың дауамы.

Башҡорт халыҡ поэзияһында үҙенең барлыҡҡа килеү шарттары яғынан башҡа жанрҙарҙан айырылып торған бәйет жанры бар. Бәйет — халыҡ ижадының сағыштырмаса яңыраҡ бер төрө, ул 18-се быуат урталарында, Башҡортостанда мәҙрәсәләр асыла башлаған осорҙа, әҙме-күпме яҙма әҙәбиәт тарала башлаған дәүерҙә — ярым татар телендәге иҫке китаптар ҡулдан ҡулға йөрөгән бер заманда һәм туранан-тура ана шулар йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән. Башҡорт фольклорында бигерәк тә ижтимағи тормош күренештәренә — ил өҫтөнә, халыҡҡа ҙур ҡайғы булып төшкән хәлдәрҙе хикәйә иткән бәйеттәрҙе күберәк осратып була. Ул хәлдәр — Башҡортостандың царизм тарафынан колонизацияланыуы һөҙөмтәһендә хеҙмәтсән массаның ерҙәре талап алынып, иҫ киткес бөлгөнлөккә төшөү фажиғәһе һәм күбеһенсә — һуғыш (ғәҙел булмаған һуғышҡа алыныу, фронтта ҡан ҡойоу, пленға эләгеү яфалары һ. б.). «Ер бәйетендә» Башҡортостандың Революцияға саҡлы башҡорт халыҡ ижадында бәйеттәрҙең тематик яҡтан икенсе төрө — һалдат, йәки һуғыш бәйеттәре ҙур урын алып тора. Уларҙың ҙур өлөшө беренсе донъя һуғышы тураһында, һуғыш бәйеттәренең бөтәһендә лә бәйетсе һалдат һүҙҙәре аша халыҡтың ғәҙел булмаған һуғышҡа бер үк мөнәсәбәте — ризаһыҙлығы, нәфрәтле ҡарашы, бушҡа ҡан ҡойҙорған батшаны ләғнәтләү тойғоһо һалынған... Бына шул яҡтан был циклдағы бәйеттәрҙең әһәмиәте айырыуса ҙур: улар билдәле дәрәжәлә яҙма поэзияны алмаштыралар. Быға миҫал рәүешендә Ә.Харисов бәйеттәр араһынан береһен генә — боронғораҡ һуғышты сағылдырған «Төрөк һуғышы бәйетен» генә айырып күрһәткән.

Сеңләү, йәки кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың тыуған йортонан китер алдынан ата-әсәһе һәм туғандары менән хушлашыу йыры, — башҡорт фольклорының үҙенсәлекле бер тарихи жанры: ул патриархаль-ырыу ҡоролошо менән бергә тыуып, буржуаз йәмғиәт менән бергә бөткән. Төҙөлөшө яғынан ҡарағанда, сеңләү йыр кеүек үк. Сеңләү башҡорт халыҡ поэзияһының бүтән жанрҙарынан фәҡәт кейәүгә бирелгән ҡыҙҙар ижады булыуы менән, күбеһенсә уларҙың ризаһыҙлығын, протесын белдереп, ҡайғы-һағыш лирикаһы һалынған жанр булыуы менән айырыла. Сеңләү — массовый ижад түгел: ул ҡатын-ҡыҙҙың үҙ ғүмерендә бер тапҡыр, уның яҙмышы билдәләнгән моментта (атаһы йортонан китеү алдынан) йырлана торған ижад.

Совет осорона тиклем булған башҡорт халыҡ йырҙарын, темалары һәм эстәлектәренә ҡарап, һигеҙ төркөмгә бүлә Ә.Харисов: 1) тарихи йырҙар: тарихи ваҡиғалар һәм уларға бәйле кешеләр тураһындағы йырҙар, хәрби поход һәм һуғыш йырҙары; 2) Тыуған ил һәм тормош-көнкүреш тураһындағы йырҙар; 3) баструкка (острогка) йәки һөргөнгә ебәрелгән кешеләр тураһындағы йырҙар; 4) түрәләр тураһындағы йырҙар: власть кешеләренән, ғәҙәттә кантон башлыҡтарынан зарланыу йырҙары; 5) ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхетһеҙ яҙмышы тураһындағы йырҙар; 6) мөхәббәт йырҙары; 7) шаян йырҙар; 8) бейеү йырҙары (таҡмаҡтар)

Тарихи-героик темалағы йырҙарҙың күбеһенән Салауат тураһындағы йырҙар үҙ заманында бик ҙур ижтимағи-политик әһәмиәт тотоуҙары менән айырылып тороуын күҙ унында тота ғалим: улар воиндарҙың патриотик тойғоларын ҡеүәтләгәндәр, халыҡ массаларын көрәшкә рухландырғандар. 1875 йылда краевед Е. Игнатьев, яҙма һәм телдән һөйләнеп килгән иҫтәлектәргә таянып, «Салауат тураһындағы йырҙар воиндарҙа батырлыҡ уты тоҡандырҙы», тип яҙа.

Салауат тураһындағы башҡорт халыҡ йырын тыңлап, яҙыусы һәм краевед Филипп Нефедов 1880 йылда «Русская мысль» журналында шулай тип яҙған: «...Ямщик Салауат тураһында, иң яратыла торған башҡорт геройы һәм батыры тураһында йырланы. Егеттең ниндәй дәрт менән, ниндәй ярһыу менән йырлауын әйтеп биреү мөмкин түгел, йыр егетте бөтөнләй үҙенә тартты ла алыҫҡа алып китте: ул үҙен, бөтә донъяһын онотто. Был йырҙың көйө үҙенә бер төрлө һәм сәйер, унда ҡаҡшамаҫ энергиялы һәм батырлығы сикләнмәгән ирек тә, халыҡ юлбашсыһының һөрәнләп саҡырыуы ла ишетелде. ...Миңә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ат тояҡтары тауышы, меңләгән дәһшәтле һыбайлыларҙың тауышы ишетелде, әйтерһең дә, туп-тура миңә һәм тау тарлауыҡтары буйынса бер яҡтан икенсе яҡҡа: «Салауат килә! Әйҙә!» — тигән көслө хор ташҡыны; яңғырап килә ине». Халыҡ үҙенең йырҙарында, ҡобайыр һәм легендаларында Салауат Юлаевтың гүзәл образын күп йылдар аша ана шулай һаҡлап алып килгән.

Тарихи йырҙарҙың бер төркөмөн хәрби поход һәм һуғыш йырҙары тәшкил итә. Башҡортостанға кантон управлениеһы индерелеү менән хәрби хеҙмәт үтәү башҡорттар өсөн ниндәйҙер ғәҙәттән, тыш хәл булып күренмәгән, әлбиттә. Улар күптән инде хәрби походтарҙа ҡатнашлыҡ итеп килгәндәр. 17-се быуат башында, Василий Шуйский батшалыҡ иткән заманда (1606— 1610 йылдарҙа) башҡорттар поляк интервенцияһына ҡаршы: Минин, Пожарский ополчениеһында ҡатнашҡандар, Петр I заманында төрлө һуғыштарҙа булғандар. 1760 йылда рус-, армияһы составында, башҡорттар Пруссия короле Фридрих II ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышып, Берлинда булғандар. Екатерина II батшалыҡ иткәндә, ҡалмыҡтарҙы ҡыуып барғандар (1771) һәм шведтарға ҡаршы походта ҡатнашҡандар (1787—1789). Бөтә был алыҫ һәм оҙаҡ походтар башҡорт халыҡ ижадында ла, йырҙарҙа ла сағылмай ҡалмағандар, әлбиттә... Ләкин, ваҡытында яҙып алынмағанлыҡтан, ундай әҫәрҙәрҙән бер өлөшө генә, уның да үткән быуатҡа ҡарағандары ғына һаҡланып килгәндәр. Ул йырҙар: Ырымбур сиге линияһын (Тоболь йылғаһынан алып, Урал йылғаһы ағы1пы буйынса Каспий диңгеҙенә тиклем һуҙылған араны) һаҡлау хеҙмәте тураһындағы йырҙар: «Әрме», «Уйыл», 1812 йылғы Ватан һуғышы -тураһындағы йырҙар: «Икенсе әрме», «Француз йыры», «Эскадрон», «Ерән ҡашҡа», «Ҡаһым түрә», «Любизар», «Байыҡ», «Әхмәт Байыҡ», хәрби поход йырҙары һ. б. Был йырҙарҙа, дөйөм алғанда, хәрби хеҙмәттең төп моменттары — армияға китеү, линия хеҙмәте, поход тормошо, һуғыш, үлеш-ҡырылыш, еңеү, тыуған илгә ҡайтыу сағылған.

Фольклорҙың иң ябай, ләкин тәрән аҡыл һәм кешенең ҙур тормош тәжрибәһе һаҡланған төрө — мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. «Һүҙҙең ябайлығында — иң бөйөк аҡыллылыҡ, — тип күрһәтте А. М. Горький, — мәҡәлдәр һәм йырҙар һәр ваҡыт ҡыҫҡа булалар, ә уларға һалынған аҡыл бөтөн китапҡа етерлек». Тапҡыр мәғәнәле, образлы ҡыҫҡа һөйләм рәүешендәге был ауыҙ-тел ижады «хеҙмәт халҡының бөтә тормош, социаль-тарихи тәжрибәһен өлгөлө итеп формалаштыра». Башҡорт халҡының бай, ләкин әле бик бәләкәй өлөшө генә яҙып алынған мәҡәлдәр һәм әйтемдәр репертуары бар. Улар бөтәһе лә халыҡтың тәбиғәте һәм ижтимағи тормошто туранан-тура күҙәтеү тәжрибәһе нигеҙендә тыуған зирәклеген, фекер йөрөтөү тапҡырлығын күрһәтеп торалар.

«Һүҙ сәнғәтенең башы — фольклорҙа. Үҙегеҙҙең фольклорығыҙҙы йыйығыҙ, унан өйрәнегеҙ, — тип саҡырҙы А. М. Горький совет яҙыусыларын. — Үткән заманды ни тиклем яҡшыраҡ белһәк, үҙебеҙ барлыҡҡа килтерә торған хәҙерге көндөң бөйөк әһәмиәтен шул тиклем еңелерәк, шул тиклем тәрәнерәк һәм шатлыҡлыраҡ итеп аңларбыҙ» Үткән быуаттар фольклорының әһәмиәте беҙгә шул заман тормошон белергә ярҙам итеүҙә генә лә түгел, ә уның әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре өсөн иҫ киткес бай тел һәм художество сығанағы булып тороуында ла. Бына шуға күрә лә социалистик реализм әҙәбиәтенең нигеҙен һалыусы бөйөк Горький: «Халыҡ ижадында бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡ йәшеренеп ята. Намыҫлы яҙыусы уға эйә булырға тейеш», — тип өйрәтте.

ХАЛЫҠ ПОЭЗИЯҺЫНЫҢ ҺУЛЫМАҪ СӘСКӘҺЕ

“Беҙгә билдәһеҙ ҡурайсы тарафынан яҙып алынған һәм 1809 йылда Беляев тәржемә иткән «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» поэмаһы үҙ оригиналында һаҡланмаған. Шул уҡ ваҡытта был әҫәрҙең унан башҡа тулы яҙмаһы юҡ та,” – тип яҙып үтә Ә.Харисов эпик әҫәр тураһында һәм уны “халыҡ ижадының һулымаҫ сәскәһе” тип атап үтә.

Был билдәһеҙ ҡурайсының уҡымышлы кеше булыуын тип иҫбат итә Ә.Харисов . Билдәһеҙ ҡурайсыны ғалим “шағир”, “тарихсы” тип атай. Әҫәрҙең сюжет һыҙығы, уның реаль эстәлеге, халыҡсан рухын тураһында яҙа ғалим һәм поэманың төп идея-мәғәнәһен аса, ыңғай геройҙарҙың әхлаҡ сифаттарын күрһәтә, тулы характеристика бирә. Бында төп сюжет схемаһын баш геройҙың бала саҡтан уҡ әйттерелгән ҡыҙҙы эҙләп китеүе һәм уның өсөн көрәшеүе хаҡындағы хикәйә тәшкил итә. Күренеүенсә, бындай сюжет үҙенең генезисы буйынса бик боронғо тормош традицияларын сағылдыра, ул төп социаль ячейкаһы патриархаль ырыу булған йәмғиәткә ҡайтып ҡала. Беҙ был күренештең асылында ырыу тормошо өсөн үҙ ырыуындан ҡатын алыуҙы тыйыу йолаһы ятҡанын күрәбеҙ. Эпик герой алыҫтағы ят ырыуҙан үҙенә тигән «законлы» ҡыҙҙы, ә ырыу өсөн яңы ағзаны барып тапҡансы бик күп михнәттәр сигә. Уға әллә ниндәй тылсымлы ҡаршылыҡтарҙы үтергә, бөтә юл буйына тип әйтерлек төрлө йыртҡыс ҡиәфәтенә ингән яуыз-мифик көстәр менән аяуһыҙ көрәшергә, һуғышырға тура килә. Бына шундай һынауҙы үтеп, утты-һыуҙы кисеп, Ҡуҙыйкүрпәс Маянһылыу янына сыныҡҡан батыр булып бара. Шулай итеп әҫәрҙә мөхәббәт саф тойғоларҙың йәнле кәүҙәләнеше итеп, йолаларҙан да, кешеләр хөкөмөнән дә, хатта үлемдең үҙенән дә ҡеүәтлерәк көс итеп поэтиклаштырылған.

ЯҢЫ АСЫЛҒАН ХАЗИНА

Айырым яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен йыйыу һәм баҫып сығарыу эшен, беренселәрҙең береһе булып, күренекле ғалим-тюрколог, яҙыусы Р. Фәхретдинов башлап ебәреүе, быны иҫбат иткән уның әҫәрҙәре тураһында һүҙ бара был бүлектә. Мәскәүҙә В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз китапханаһында яҙыусы әҫәрҙәренән 40 китап һаҡлана. Уның ҡайһы бер хеҙмәттәре бер нисә томдан, айырым китаптарҙан тора. «Аҫары» әҫәре, мәҫәлән, 15 китаптан тора. «Аҫарҙың» 4-се, өҫтәмә, томы совет осоронда, Р. Фәхретдинов ғүмеренең һуңғы йылдарында, төҙөлгән. Бында элекке томдарға инмәй ҡалған шәхестәрҙең биографиялары бирелгән. Дүртенсе том күләме менән бәләкәй (өсөнсөһөнән дүрт тапҡыр кәм) булыуға ҡарамаҫтан, унда элекке башҡорт әҙәбиәтенең байлығын арттыра торған айырыуса ҡиммәтле ҡомартҡылар индерелгән. Ғафуриға ҡәҙәр йәшәгән шағирҙарҙың иң күренеклеһе булған Мифтахетдин Аҡмулланың биографияһын аңлатыуҙа, бигерәк тә уның милләтен һәм туған телен билдәләүҙә әҙәбиәт тарихсылары араһында Риза Фәхретдиновтың хеҙмәттәре әлбиттә, айырыуса әһәмиәтле. Был мәҡәләлә килтерелгән шиғыр өҙөктәре, шулай уҡ Аҡмулла тураһындағы иҫтәлектәр һәм биографик белешмәләр беҙҙен өсөн ҙур ҡомартҡы. Р. Фәхретдиновтың Аҡмулла тураһындағы яҙмаларында бирелгән айырым мәғлүмәттәргә тәнҡитләү һүҙҙәрен дә яҙа Ә.Харисов. “Мәҫәлән, Аҡмулланың «ғилеме вә иҡтидары ( поэтик ҡеүәһе) Шәмсетдин суфый дәрәжәһенән .күп түбән булыр» тигән раҫлау менән килешеп булмаҫ. Фәхретдинов Аҡмулла Дүсән ауылында тыуған тип яҙа, быға тиклем уның туған ауылы Туҡһанбай тип билдәле ине. Шулай уҡ шағирҙың тыуыу датаһы бер йылға һуң күрһәтелә. Бында кем хаҡлылыр — уныһы алдағы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә беленер, - тип үҙенен фекерен яҙа ул.

БАШҠОРТОСТАН ЫСЫНБАРЛЫҒЫ ҺӘМ ҒАФУРИ

Был яҙмала М. Ғафуриҙың революция һәм граждандар һуғышы осорондағы поэзияһы тураһында һүҙ бара. «Ҡара йөҙҙәр», «Тормош баҫҡыстары» һәм «Шағирҙың алтын приискыһында» тигән повестары, балалар өсөн хикәйәләре анализлана, Мәжит Ғафуриҙың совет осорондағы, бигерәк тә был осорҙоң тәүге йылдарындағы поэзияһының төп йөкмәткеһен асып бирә ғалим. “Егерменсе йылдарҙағы шиғырҙарҙа кеше образында, мәҫәлән, Ғафуриҙың «Беҙҙең юл», «Ант», «Сәләм» шиғырҙарында «ысын ҡаһарман», «ҡыҙыл ҡаһарман», «ҡаһарман егет» тип исемләнә, ә «Бир ҡулыңды» шиғырында «иптәш» тип алынған образдарҙа, -донъяны үҙгәртеп ҡороусы героик кеше характерының конкрет сифаттарын күрһәтеүгә өлгәшә”, - тип яҙа Ә.Харисов. “Башҡорт әҙәбиәте тинекме, беҙ йәшәгән быуаттың тәүге әҙәби утыҙ дүрт йылы тураһында һүҙ барамы, — күҙ алдында иң элек Мәжит Ғафури шәхесе кәүҙәләнә. Ғафуриһыҙ башҡорт әҙәбиәтен дә, татар әҙәбиәтен дә күҙ алдына килтереп булмай. Мәжит Ғафури оло яҙыусы. Уның ижади мираҫы ҙур һәм күп яҡлы. Шуға күрә уҡыусыларға ул төрлө яҡлап яҡын. Берәүҙәр Ғафуриҙы бынан алтмыш һигеҙ йыл элек баҫылған «Себер тимер юлы» тигән шиғыры буйынса беләләр. Икенселәр уны бигерәк тә «Юҡтырһың да, алла», өсөнселәр — «Йыртылған сәхифәләр» тигән атаҡлы поэтик әҫәрҙәре өсөн яраталар. Бәғзеләргә Ғафури «Тормош баҫҡыстары» повесы өсөн ҡәҙерле. Ә бик күптәр күңелендә инде ул мәшһүр «Ҡара йөҙҙәр» әҫәрен яҙыусы булып урынлашҡан. һәр кем Ғафуриҙы үҙенсә күҙ алдына килтерә, уның хаҡында үҙе яратҡан әҫәре буйынса уйлай, һөҙөмтәлә уҡыусыларҙа халыҡ шағирының бөйөк образы бер бөтөн булып йыйыла.” Ошо юлдарҙа халыҡ шағиры тулыһынса, бөтөн яҡлап асыла.

Шәйхзада Бабич

“Шәйхзада Бабич — башҡорт милли әҙәбиәтен башлап ебәреүселәрҙең береһе. Ул үҙенең тормошонда һәм ижадында аҙаштырғыс урау һәм үтә ҡаршылыҡлы юлдарҙы үткән шағир. Бабич, күренекле татар яҙыусыһы Ғалимьян Ибраһимов әйткәнсә , өлкән диңгеҙгә юл ярған тау йылғаһы һымаҡ, тура юл-таба алмай ыҙаланды, ҡатмарлы революцион тормош шарттарында «уңға-һулға» бәрелде; ижады, үҙ ағышында ары һуғылыу, бире һуғылыу арҡаһында, йыш ҡына «буръяҡланды», ваҡыты-ваҡыты менән ҡаралды, һәм был осраҡлы хәл дә түгел ине: Бабичтың поэтик ижады Башҡортостан тарихындағы ин ҡатмарлы, ин сыуалсыҡ, иң буръяҡ осорҙоң сағылышы булып тыуҙы, бөйөк революцияны идея яғынан әҙерлекһеҙ ҡаршы алған тынғыһыҙ милли интеллигенттың ҡарашы һәм тауышы булып яңғыраны... Ләкин Бабич ижадындағы. «буръяҡланған» әҫәрҙәр — идея йәһәтенән беҙгә ят булған шиғырҙар — шағирҙың дөйөм әҙәби мираҫын билдәләүҙә һәм баһалауҙа хәл иткес ролде уйнарлыҡ күләмдә түгелдәр. Бабич мираҫын тәшкил иткән әҫәрҙәрҙең күпселеге — сәләмәт һәм прогрессив ижад, кешене дәртләндерә һәм илһамландыра торған поэзия. Шағир үҙенең ап-аҡ алтын йырҙарын данлылыҡ өсөн дә, зауыҡ өсөн дә түгел, ә алтын иле өсөн, үҙ туған халҡы өсөн йырланы. Иң тәүге шиғырҙары менән үк халыҡты мәғрифәткә саҡырҙы, уға яҡты тормош теләне. Иҫкенән, революцион замандың ҡара көстәренән йоҡҡан тап уның талантының төп тәбиғәтен, ижадының халыҡсан нигеҙен боҙа алманы.” – тип яҙа ғалим Бабич тураһында.

Эйе, Бабичтың поэтик ижады Башҡортостан тарихындағы иң ҡатмарлы, иң сыуалсыҡ осорға тура килә. Шағир тура юл таба алмай ыҙаланһа ла, унын шиғырҙары тик халҡы өсөн яҙылған, уларҙы ан – белемгә саҡырған.Әхнәф Харисов Шәйхзада Мөхәммәтзакир улы Бабичтың биографияһын да, ижадын да тулы итеп аса.

Рәшит Ниғмәти

“Рәшит Ниғмәти ҙә, башҡа бөтә шағирҙар һымаҡ, ижадының тәүге йылдарында поэзияла «бәйге алдынан ат яратыу» дәүерен кисерҙе. 1933 йылда уның «Баҫыу хөкөмө» тигән кескәй бер поэмаһы шағирҙың яратыуы килгән ярһыу арғымағына толпар ҡанатын бирҙе, һәм шағир поэзия күгенә күтәрелде. Ләкин унда ул әҙәбиәтте тирәләй елеп йөрөгән, үҙенә бер поэтик метеор булып ҡалманы, тиҙ һүнмәле эйәрсен (спутник) шағир ҙа булманы, ә үҙен башҡорт әҙәбиәтеңдә бураҙна ярып барыусыларҙың береһе итеп, йәш әҙәбиәтебеҙгә буй, һын, төҫ һәм рух биреүселәрҙең береһе итеп күрһәтте,” - тип яҙа тел белгесе халыҡ шағиры тураһында. Рәшит Ниғмәтиҙең шағирлыҡ көсөн ул бөтәһенән дә элек шунда күрә: “ул үҙенең һүҙгә һаранлығын телгә бай булыуҙың билдәһе итеп күрһәтте, тәрән мәғәнәләрҙе аҙ һүҙ ярҙамында художестволы итеп әйтеп биреү мөмкинлеген үҙенең ижад практикаһы менән раҫланы”. Рәшит Ниғмәтиҙең бынан бик күп элек яҙған «Йәмле Ағиҙел буйҙары», «Үлтер, улым, фашисты!» поэмалары, «Әсә һүҙе», «Һинең кәләшеңдең хаттары», «Егеттең яуаптары», «Башҡортостан һүҙе», «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» һ. б. шиғырҙарын иң һәйбәт әҫәрҙәр тип һанай. Рәшит Ниғмәти шағир ғына түгел. Ә.Харисов уның драматургия өлкәһендә лә хеҙмәттәрен һанап үтә. Шағирҙын ете пьесаһы, һуғыш йылдарындағы «Урман шаулай» тигән пьесаһы, һуғыштан һуңғы сәхнә әҫәрҙәре араһында «Ағиҙел ярында» тигән драмаһы тамашасыларға яҡшы билдәле. Ниғмәти тәржемәсе лә. Ул күренекле рус шағирҙарының, бигерәк тә В. Маяковскийҙың, байтаҡ әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә. А. Пушкиндың «Дубровский» повесын һәм «Руслан менән Людмила» поэмаһын, М. Горькийҙың «Макар Чудра», «Егор Булычев һәм башҡалар» тигән әҫәрҙәрен, Д. Фурмановтың «Чапаев», Ст. Злобиндың «Салауат Юлаев», В. Катаевтың «Яңғыҙ елкән күренә ағарып» һәм П. Павленконыц «Бәхет» романдарын башҡорт уҡыусылары Ниғмәти тәржемәһе арҡыры белеүҙәрен иҫбатлай тел белгесе. Үҙ ижадында ике яҡ ярҙың әҙәби-драматургик традицияларына таянған һәм уларҙы артабан уңышлы үҫтереп алып киткән бөгөнгө күренекле яҙыусы Ибраһим Әхмәт улы Абдуллин тураһында ла хеҙмәттәре бар ғалимдын.” Һәм яҙыусы-драматург өмөттө аҡланы. Замандың мөһим темаларына яҙған тиҫтәләгән пьесалары менән ул тамашасының ихлас хуплауын, мөхәббәтен яулап алды. Һуңғы 20—25 йыл эсендәге башҡорт театр сәнғәтен Абдуллин пьесаларынан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. «Тәрән һулыш», «Беҙ айырылышмабыҙ», «йәмле Ағиҙел буйҙары», «Бажалар», «Гөлмәрфуға», «Урман ҡыҙы», «Йөрәк менән шаярмайҙар», «Бер мөхәббәт яҙмъшы», «Онотолған ант», «Миләүшә яҙ. килтерә», «Их, Өфө ҡыҙҙары», «Тиле йәшлек»... Былар бөтәһе лә совет йәмғиәте, уның ҡайнап торған тормошо тураһындағы сәхнә әҫәрҙәре. Уларҙың геройҙары — беҙҙең егәрле замандаштарыбыҙ: фиҙакәр нефтселәр, тырыш игенселәр, хуш күңелле урмансылар, тәүәккәл врачтар, һуғыш батырҙары, аҡыллы уҡытыусылар, романтик йәштәр, йор телле ҡарттар, “ – тип әйтеп үтә. «Хуш, Рим!» романында төрлө халыҡтар вәкиле булған һоҡландырғыс геройҙар образын аса.

ПУШКИН ӘҪӘРҘӘРЕНДӘ БАШҠОРТТАР бүлеге ошо юлдарҙан башлана:

Бөйөк Русь илендә минең исемем йөрөр,

һөйләр мине унда булған бөтә телдәр,

Әле ҡырағай тунгуз, ғорур славян улы,

Дала дуҫы булған ҡалмыҡ менән финдар.

Бөйөк рус яҙыусыһы Александр Сергеевич Пушкин әҫәрҙәрендә бөтә мөйөштәрендә лә бығау тауышы сыңлап торған, дворяндар ҡамсыһы аҫтында халыҡтарҙың азатлығын быуған батша Россияһы тормошо асыҡ сағылған, ти Ә.Харисов. Ләкин ирек һәм ғәҙеллек өсөн көрәшкән бөйөк һүҙ оҫтаһын үҙе замандаш булған осорҙо һүрәтләндереү генә ҡәнәғәтләндермәгән. Үтелгән тарихи осорҙарҙа ла рус халҡының һәм Россиялағы башҡа халыҡтарҙың азатлыҡ өсөн көрәштәре Пушкин ижадында үҙҙәренең дөрөҫ сағылышын тапҡан. «Ҡорбанһыҙ, ҡанһыҙ, көрәшһеҙ — халыҡтарға бәхет бирелмәй» ти Пушкин, һәм уның тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләндергән «Борис Годунов» трагедияһы, «Степан Разин тураһында йырҙары», «Пугачев тарихы», «Капитан ҡыҙы» повесы ана шул турала бик асыҡ һөйләйҙәр. Пушкиндың тарихи темаларға махсус әҫәрҙәр яҙыуы осраҡлы хәл түгеллеген аңлата Ә.Харисов. Ул «Пугачев тарихы» әҫәрендә башҡорттарҙың иң яҡшы һәм ғорурланырлыҡ сифаттары булған азатлыҡ өсөн аяуһыҙ көрәшеүҙәрен, уларҙың иҙеүселәр менән- бер ваҡытта ла килешмәүсәнлеген, социаль ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы һуғышсанлыҡ һәләтлектәрен күрһәтә.

Ул ваҡыт өсөн украин яҙыусыларының әҫәрҙәре башҡорт теленә бик аҙ тәржемә ителгәнлеген әйтеп китә Ә.Харисов. “Украин классик әҙәбиәтенән Т. Шевченко, И. Франко, М. Коцюбинский һәм Л. Украинка кеүек бөйөк яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен һәм күренекле украин совет яҙыусыларының айырым китаптарын башҡорт телендә сығарырға күптән ваҡыт,” – ти ғалим. Ә.Харисов башҡорт уҡыусыларын бащҡорт теленә тәржемә ителгән украин совет яҙыусыларының әҫәрҙәре менән таныштырып үтә. Уларҙын тематикаһын аса. Башҡорт уҡыусыларының украин яҙыусылары әҫәрҙәрен үҙ әсә телдәрендә уҡыуҙары, башҡорт совет яҙыусыларының уларҙың бай ижадын өйрәнеп эш итеүҙәре хаҡлы рәүештә Тарас Шевченконан башланыуын иҫбатлай ғалим. Украин халҡының бөйөк революцион-демократ шағиры Тарас Шевченко үҙенең үлемһеҙ әҙәби хеҙмәте менән СССР халыҡтарының бөтәһенә лә яҡын һәм ҡәҙерле. 1939 йылда Шевченконың поэмалары һәм егермеләп шиғыры башҡортса айырым китап булып сыға. Украин яҙыусылары — Павло Тычина, Владимир Сосюра, Микола Бажан, Максим Рыльский, Натан Рыбак, Леонид Первомайский, Иван Кочерга һәм башҡалар совет һалдаттарында дошманға ҡарата аяуһыҙлыҡ тойғоһо тәрбиәләй торған патриотик әҫәрҙәре рус телендә генә түгел, башҡортса ла баҫылалар. Шулай итеп, башҡорт уҡыусыларын украин совет яҙыусыларының әҫәрҙәре менән таныштырыу бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында киңәйеүен иҫбатлай Ә.Харисов. Ғалим академик Павло Тычина 1942 йылда рус һәм башҡорт телендә «Мәжит Ғафури ижадында патриотизм» тигән тикшеренеү хеҙмәтенә ныҡлы туҡтала. Был хеҙмәттең Ғафури ижадын өйрәнеүҙә ҙур әһәмиәте барлығын аса.

Поэзия ҡаһарманы

«Эй туған тел, эй матур тел» тип, үҙ халҡының йәнле теленә тәү башлап гимн йырлаған яҙыусы тураһында “Туҡай — ҡыйыу һәм тәрән аҡыллы шағир. Әммә поэзияла ул, үҙ һүҙҙәре менән әйтһәк, «ҡойоп ҡуйған» шағир ғына түгел, ә «политический, общественный деятель. Тап бына шуның өсөн ул башҡа бик күп яҙыусылар күреп һәм белеп еткерә алмағанды күрә белә, һиҙенә, төҫмөрләй һәм төшөнә алған,” – тип яҙа Ә.Харисов. Эйе, Ғабдулла Туҡай бик аҙ йәшәгән — егерме ете йәше лә тулмаҫ борон үлеп ҡалған. Ул ни бары һигеҙ генә йыл яҙған. Әммә ошо ҡыҫҡа ғүмере эсендә лә ул үҙен бөйөк яҙыусы итеп, үҙенән һуңғы татар һәм башҡорт шағирҙарының, бигерәк тә өлкәнерәк быуын вәкилдәренең остазы итеп танытырға өлгөргән. Туҡайҙың исеме — хаҡлы рәүештә илебеҙ халыҡтарының бөйөк һәм иң күренекле яҙыусылары сафында. Тап бына_шуға ла йырсының даны социалистик революцияның бөйөк юлбашсыһы В. И. Ленин һәм бөйөк дауыл хәбәрсеһе М. Горькийға тиклем барып еткән.

“УРАЛ БӨРКӨТӨ” тип атап үтә Ә. Харисов оло шәхес — Ғалимьян Ибраһимовты. “Мин бәләкәйҙән үк Ғалимьян Ибраһимовтың гүзәл хикәйәләре, романдары менән әҫәрләнеп үҫтем. Уны үҙемдең, бөйөк остаҙым итеп күрәм һәм татар әҙәбиәтендәге шундай данлы бөркөттөң башҡорт еренән күтәрелеүенә һәм ижадында бер ваҡытта ла тыуған тупрағынан айырылмауына ғорурланам. Матур әҙәбиәт-һөйөр ҡорҙаштарым кеүек„ мин дә Башҡортостан тәбиғәтенең йәмен, уның алсаҡ кешеләрен, көрәшсе йәштәрен, уларҙың рухи хәятын тәү башлап Ғалимьян Ибраһимовтың ҡабатланмаҫ әҫәрҙәрендә күреп һоҡландым”, - тигән һүҙҙәр менән үҙенен ихтирамын белдерә яҙыусыға ғалим.

Йомғаҡлау

“Донъяға тереклек нуры булып балҡыған совет ҡояшы аҫтында Туҡай заманында тамыры имгәтелгән, яртылаш ҡороған «милли ағастар» яңырып, күкрәп үҫеп китте; ниһайәт, йәш бәрәләр ҙә асылды, ағастар япраҡ ярҙы, сәскәгә күмелде. Оло йортҡа ни кәрәк булһа, кесе йортҡа ла шул кәрәк, тиҙәр. Беҙҙең йәш әҙәбиәтебеҙгә романдар һәм пьесалар, шиғырҙар һәм хикәйәләр, поэмалар һәм повестар кәрәк ине. Улар хәҙер бөтәһе лә бар. Башҡорт яҙыусыларының яҡшы әҫәрҙәре рус, татар телдәренә һәм илебеҙҙәге башҡа күп кенә телдәргә, ә бер өлөшө — сит ил телдәренә лә тәржемә ителгән. Башҡортостан яҙыусылар ойошмаһы үҙ эсенә алтмыштан артығыраҡ әҙипте берләштерә. Республиканың үҙендә лә, унан тышта ла башҡорт совет әҙәбиәте тураһында һүҙ барғанда, хаҡлы рәүештә иң элек Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Сәғит Агиш, һәҙиә Дәүләтшина һәм Мостай Кәрим әҫәрҙәрен һоҡланып телгә алалар, ә йәшерәк таланттар көндән-көн киңерәк таныла баралар. Башҡорт прозаһы, поэзияһы, драматургияһы һәм әҙәби тәнҡит фекере үҙенең башланышы менән бигерәк тә Мәжит Ғафуриға, Дауыт Юлтыйға һәм Шәйхзада Бабичҡа бурыслы. Әҙәбиәтте артабан йылдам үҫтереүҙә, уны байыҡтырыуҙа һәм төрләндереүҙә икенсе һәм өсөнсө быуын яҙыусылар хәл иткес хеҙмәт күрһәттеләр, ” – тип һүҙен йомғаҡлай тел белгесе.

Ҡулланылған әҙәбиәт һәм интернет ресурстары

1.Харисов Ә. Рухи тамырҙар. Әҙәбиәт һәм фольклор мәсьәләләре - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, ; 240 бит.

2. Харисов Ә. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы.

3. Харисов Ә. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. XVIII—XIX быуат.

4. Мөхәмәтов Р. Хәтердә калгән минутлар [Текст] / Р.Мөхәмәтов // Җиңү байрагы.

5. Бикбаев Р. Хәтеребеҙҙән юйһаҡ, хәтерҙәре ҡалыр.

6. Әхмәҙиев В. Күренекле ғалим – филологӘхнәф Харисовтың ижады һәм тормош юлы

Һорау алыу йомғаҡтары

Тел белгесе, ғалим Әхнәф Харисовтын тормош юлы, ижады тураһында уҡыусылар, уҡытыусылар менән аралашырға тура килде миңә. Уларҙан “Әхнәф Харисов кем ул?”, “Ул ҡайҙа тыуған?”, “Унын хеҙмәттәре тураһында нимәләр беләһегеҙ?”, “Нисек уйлайһығыҙ, халҡыбыҙҙың тарихын, үткәнен, йолаларын йәш быуын белергә, өйрәнергә тейешме ?” тигән һорауҙарға интервью алдым.

Йомғаҡлап шуны әйтке килә: Әхнәф Харисов исеме онотолмаған, уны уҡыйҙар, өйрәнәләр, уның менән ҡыҙыҡһыналар. Тимәк, халыҡ ижады, йәшәй һәм киләсәктә лә йәшәйәсәк.


Поделиться:

Интересные факты о мультфильме "Холодное сердце"

Дельфин: сказка о мечтателе. Серджио Бамбарен

Хитрость Дидоны

Агния Барто. Сережа учит уроки

Ералаш