Главные вкладки
Муратова Гульфия Хусаиновна
Һаумыһығыҙ! Мин һеҙҙе үҙемдең сайтымда ҡаршы алыуыма шатмын!
Профессия: Учитель башкирского языка и литературы
Профессиональные интересы: Самообразование, духовно-нравственное воспитание подрастающего поколения.
Увлечения: Чтение книг, вязание.
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: с. Старобалтачево, Балтачевский район
Место работы: МОБУ СОШ №1 с. Старобалтачево муниципального района Балтачевский район РБ
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/muratova-gulfiya-husainovna"Бәхетле булыр өсөн даими рәүештә ошо бәхеткә ынтылырға, уны аңларға кәрәк. Был хәлдәрҙән түгел, ә үҙеңдән тора".
Уҡытыусы булыу – бала саҡ хыялы. Шуға ла эшемде яратып башҡарам. Туған тел булараҡ башҡорт телен һайлап уҡыған уҡыусыларыма, ата – әсәләренә рәхмәтлемен. Киләсәктә лә башҡорт теле дәрестәре кәмемәҫ, киреһенсә был телдең киләсәге булыр тигән өмөт менән йәшәйем.

О себе
Я, Муратова Гульфия Хусаиновна, родилась в 1965 году в одном из красивейших мест нашей республики – в деревне Мерясово Баймакском районе. Окончив восемь классов, поступила в Сибайское педагогическое училище. В 1985 году успешно окончила училище по специальности "Преподавание в начальных классах общеобразовательной школы". В 2004 году прошла профессиональную переподготовку по башкирскому языку и литературе на базе ГОУ ДПО БИРО в г. Уфе.
В настоящее время работаю учителем башкирского языка и литературы в МОБУ СОШ №1 с. Старобалтачево. Общий стаж работы – 37 лет, а педагогический стаж – 29. Про себя могу сказать, что я дисциплинированный, старательный и ответственный работник. Быть учителем для меня - призвание. Работая учителем башкирского языка, всегда старалась креативно подходить к занятиям, быть интересной для детей. Мои учащиеся, участвуя в олимпиадах и конкурсах по башкирскому языку, занимали призовые места.
Мое кредо: «Уча детей, учусь сама!». Я люблю свою работу, предмет, который я преподаю, детей, которым я передаю свои знания. Чтобы сегодняшних школьников удивить, заинтересовать, использую в своей педагогической деятельности новые технологии и приёмы. Постоянно повышаю своё педагогическое мастерство.
Мин, Гөлфиә Хөсәйен ҡыҙы Моратова, 1965 йылда республикабыҙҙың иң матур урындарының береһе булған Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында тыуғанмын. Ауылда һигеҙенсе класты тамамлап, Сибай педагогия училищеһына уҡырға индем. 1985 йылда училищены “Дөйөм белем биреү мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы” һөнәре буйынса уңышлы тамамланым. Ҡулға диплом алғас та беҙҙе, йәш кенә ҡыҙҙарҙы, төрлө райондарға юллама менән эшкә тәғәйенләнеләр.Шулай итеп мин Балтас районы Шауъяҙы ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы булып килдем.Ике йылдан һун, артабанғы эшемде Иҫке Балтас ауылында дауам иттем. 2004 йылда Өфөнөң БИРО артабанғы белем биреү дәүләт белем биреү учреждениеһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән һөнәри әҙерлек үттем.
Әлеге ваҡытта Иҫке Балтас ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Дөйөм эш стажым - 37 йыл, ә педагогик стаж - 29. Үҙемде талапсан, тырыш һәм яуаплы хеҙмәткәр тип иҫәпләйем. Уҡытыусы булыу - минең булмышым, тип әйтә алам. Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, һәр ваҡыт дәрестәргә креатив ҡарарға, балалар өсөн фәһемле, ҡыҙыҡлы дәрестәр ойошторорға тырышам. Башҡорт телен уҡыта башлау осоронда күп кенә уҡыусыларым, предмет буйынса олимпиадаларҙа, инша, шиғыр һөйләү, "Урал батыр" эпосы буйынса үткәрелгән сәсәндәр бәйгеһендә көс һынаштылар, мәктәп, район күләмендә үткәрелгән төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнаштылар, призлы урындар яуланылар.
Шуны ла әйтеп үткем килә: 2006 йылда коллегам Руфина Мөхәмәтнур ҡыҙы менән "Танып тулҡындары" газетаһын башҡорт телендә баҫтырып сығарыуҙа ла, мөхәррире булараҡ, ҙур тырышлыҡ һалдыҡ.
Минең кредо: «Балаларҙы өйрәтәм, үҙем өйрәнәм!». Ысынлап та, уҡығанда ғына эштең бөтә нескәлектәренә төшөнөп бөтөп булмай икән, ә балалар менән эшләп, улар менән бергә эҙләнәһең,белем серҙәрен асаһың, яңынан яңы асыштар яулайһың.Эшемде, үҙем уҡытҡан фәнде, балаларҙы яратам. Бөгөнгө уҡыусыларҙы ғәжәпләндереү, ҡыҙыҡһындырыу, үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемдә яңы технологияларҙы һәм алымдарҙы файҙаланыу маҡсатында, педагогик оҫталығымды даими арттырам.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир
![]()
Т.Ғарипова "Бөйрәкәй" романы
М.Кәрим "Оҙон - оҙон баласаҡ"

Мой взгляд на мир
Тирә - яҡ мөхит - беҙҙең ҡабул итеү һәм фекер йөрөтөүебеҙҙең сағылышы ғына. Күп осраҡта беҙ күргән, ҡабул иткән, баһалаған нәмәләр донъяға ҡарашыбыҙ һәм уға ҡарашыбыҙ менән билдәләнә.
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты