Танып ырыуы башҡортоноң ғилем донъяһында
материал
Маҡсат. Күренекле ғалим-әҙәбиәтсе, фольклорсы һәм телсе, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Әхнәф Харисовтың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу, ғалимдың әҫәрҙәрен уҡырға теләк тыуҙырыу, туған халҡының мираҫын өйрәнеүгә, һаҡлауға ғүмерен арнаған күренекле шәхесебеҙгә ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ тәрбиәләү.
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 35.17 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Балтас районы муниципаль районСоветтар Союзы Геройы Шакиров Үлмәҫ Шакиров исемен йөрөткән Беренсе Иҫке Балтас урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Танып ырыуы башҡортоноң ғилем донъяһында
Күренекле ғалим – әҙәбиәтсе, ғалим Әхнәф Харисовҡа арналған әҙәби кисә
Төҙөнө:
Башҡортостан Республикаһы
Балтас районы муниципаль район
Беренсе Иҫке Балтас урта дөйөм
белем биреү мәктәбе муниципаль
бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Моратова Гөлфиә Хөсәйен ҡыҙы
2024 йыл
Маҡсат. Күренекле ғалим-әҙәбиәтсе, фольклорсы һәм телсе, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Әхнәф Харисовтың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу, ғалимдың әҫәрҙәрен уҡырға теләк тыуҙырыу, туған халҡының мираҫын өйрәнеүгә, һаҡлауға ғүмерен арнаған күренекле шәхесебеҙгә ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ тәрбиәләү.
Йыһазлау. Әхнәф Харисов тормошон һәм ижадын яҡтыртҡан матбуғат баҫмалары, китаптары, компьютер, интерактив таҡта.
Кисәнең барышы
Ойоштороу
Уҡытыусының инеш һүҙе
- Хәйерле көн хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, уҡыусылар. Мин бөгөнгө кисәне бөйөк Горькийҙың һәм бөйөк фекер эйәһе Ризаитдин хәҙрәт Фәхретдиновтын әйтеп ҡалдырған һүҙҙәренән башлайым. (Экранда М. Горький, Ризаитдин Фәхретдинов һүҙҙәре)
«Һүҙ сәнғәтенең башы — фольклорҙа. Үҙегеҙҙең фольклорығыҙҙы йыйығыҙ, унан өйрәнегеҙ. Үткән заманды ни тиклем яҡшыраҡ белһәк, үҙебеҙ барлыҡҡа килтерә торған хәҙерге көндөң бөйөк әһәмиәтен шул тиклем еңелерәк, шул тиклем тәрәнерәк һәм шатлыҡлыраҡ итеп аңларбыҙ».
А.М. Горький
«Халыҡ ижадында бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡ йәшеренеп ята. Намыҫлы яҙыусы уға эйә булырға тейеш».
А.М. Горький
“Әҙип һәм ғалимдары булмаған халыҡ - бәхетһеҙ, мәшһүр кешеләрен онотҡан халыҡ – намыҫһыҙ, әҙәбиәте булмаған милләт – рухһыҙ”.
Ризаитдин Фәхретдинов
Был һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә ята. Үткән быуаттар фольклорының әһәмиәте беҙгә шул заман тормошон белергә ярҙам итеүҙә генә лә түгел, ә уның әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре өсөн иҫ киткес бай тел һәм художество сығанағы булып тороуында ла. Улар, бөтәһенән дә элек, башҡорт халҡының бик күптән үткән тормошон сағылдырған ҡомартҡы булыуҙары яғынан әһәмиәтле. Әҙип һәм ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәттәре беҙҙең өсөн рухи аҙыҡ, мираҫ. Рухи мираҫ – ата – бабаларыбыҙҙан күскән байлыҡтарҙың береһе. Был мираҫ үҙендә халҡыбыҙҙың тарихын, үткәнен, йолаларын, шул осорҙоң ваҡиғаларын һаҡлай. Кеше үткәндәргә битараф булмаҫҡа тейеш. Башҡорт халҡының ижады күп төрлө, эстәлеге иҫ киткес бай. Беҙ уны өйрәнергә, файҙаланырға, быуындан – быуынға тапшырырға һәм артабан да үҫтерергә бурыслыбыҙ.
Экранда Әхнәф Харисовтың портреты
Ата – бабаларыбыҙҙан ҡалған изге мираҫты йыйыуҙа, һаҡлауҙа, йәш быуынға еткереүҙә танылған башҡорт яҙыусыһы, тел һәм әҙәбиәт белгесе Әхнәф Ибраһим улы Харисовтың өлөшө иҫ киткес ҙур. Бөгөн беҙҙен сарабыҙ уға арналған. Ә хәҙер ғалимдың тормош юлы, ижады менән танышып үтербеҙ.
1 – се уҡыусы.
Әхнәф Харисов 1914 йылдың 2 июнендә Башҡортостандың хәҙерге Балтас районы Имән ауылында уҡымышлы мулла ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, артабан уҡыуын Иҫке Балтас мәктәбендә дауам итә. Артабан ун дүрт йәшлек үҫмер Өфө ҡалаһына юллана. Буласаҡ ғалим К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡый. Ғилми эшкә оҫталығы тап бына шул йылдарҙа күренә лә инде. 1935 йылда институтты тамамлай һәм шунда уҡ эшкә ҡалдырыла.
2 – се уҡыусы.
Ғилми эшкә оҫталығы тап бына шул йылдарҙа күренә лә инде. 1935 йылда институтты тамамлай һәм шунда уҡ эшкә ҡалдырыла. 1937 йылда “Стилистика. 5 – 7 кластар өсөн дәреслек” китабын шағир Ҡадир Даян менән берлектә яҙалар.
“Әхнәф Харисовтың “Әҙәбиәт теорияһын”, Ҡадир Даян менән икеһенең “Стилистика”тигән ҡулланма дәреслектәрен ҡат – ҡат уҡырға һәүәҫләндем. Асылда ошо йоҡа ғына, әммә тос йөкмәткеле, ылыҡтырғыс ике китап миңә әҙәбиәт ғилеменең тәү ишектәрен асты “ - тип яҙа Ғайса Хөсәйенов.
1 – се уҡыусы.
1941 йылда Мәскәүҙә тел белеме буйынса аспирантура тамамлай, башҡорттарҙан беренсе булып “филология фәндәре кандидаты” дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 1944 йылда рус телендә “Категория глагольных видов в башкирском языке” тигән китабын сығара. Шул уҡ йылда уҡыу йорттары өсөн китабы – “Әҙәбиәт теорияһы” донъя күрә. 1948 – 1951 йылдарҙа Әхнәф Харисов Башҡортостан Яҙыусылар Союзынын идара рәйесе. 1954 – 1959 йылдарҙа “Башҡорт халыҡ ижады” тигән өс томлыҡ баҫманын тәүге ике томын баҫтырып сығара.
2 – се уҡыусы.
1965 йылда сыҡҡан ҙур күләмле “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. ХVIII һәм ХIХ быуат” тигән китабы баһалап бөткөһөҙ ҙур хазина. Ғалим 1966 йылда ошо ҙур тема буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлап филология фәндәре докторы тигән ғилми дәрәжәгә лайыҡ булды. Ә. Харисовтың ғилми эшмәкәрлеге мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйле була. Башҡорт мәктәптәре өсөн ул юғарыла телгә алынған «Стилистика», «Әҙәбиәт теорияһы» кеүек дәреслектәрҙән тыш, өсөнсө, һигеҙенсе, туғыҙынсы кластар өсөн «Туған тел» һәм «Башҡорт әҙәбиәте» дәреслектәренең, хрестоматияларының авторҙарының береһе; «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы» китабы иһә үҙенең баҫылып сыҡҡан көнөнән алып бөгөнгәсә юғары уҡыу йорттарында революцияла тиклемге башҡорт әҙәбиәте тарихы буйынса төп ҡулланма дәреслек булып йөрөй.
1 – се уҡыусы.
Ижади эшмәкәрлек менән бергә Әхнәф Харисов республикабыҙҙың ижтимағи тормошонда ла актив ҡатнаша. Бер нисә йыл буйынса Азия һәм Африка илдәре берҙәмлегенең Совет комитеты ағзаһы булды. «Белем» йәмғиәтенең Өфө ҡала бүлексәһенә етәкселек итә, Тыныслыҡ комитетының Башҡортостан бүлексәһе ағзаһы була. Ҡырҡынсы йылдарҙан алып Башҡортостан Яҙыусылар союзы эшмәкәрлегендә актив ҡатнаша, төрлө йылдарҙа «Ағиҙел», «һәнәк», «Урал» журналдарының редколлегия ағзаһы була. 1944 йылдан алып КПСС ағзаһы булған Ә. Харисов 1968 йылда, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы ойошторолғас, бер нисә йыл партком секретары вазифаһын башҡара, филиалдың институттарын етәксе кадрҙар менән нығытыу, коммунистарҙың авангард ролен күтәреү эшенә ҙур булышлыҡ итә.
2 – се уҡыусы.
Ә. И. Харисов оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 1977 йылдың 15 майында вафат була. Әхнәф Харисовтың ғилми эшмәкәрлеген хөкүмәтебеҙ юғары баһалай. Уға 1957 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә, ғалим «Октябрь революцияһы», «Почет билдәһе» ордендары һәм миҙалдары менән наградлана.
1– се уҡыусы.
Күренекле ғалим-әҙәбиәтсе, фольклорсы һәм телсе, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Әхнәф Харисов халҡыбыҙҙың поэтик ҡомартҡыһын йыйыу, уны ентекле өйрәнеү һәм баҫтырып сығарыу өҫтөндә ҙур эштәр алып бара. Эпик поэмалар, йырҙар, бәйеттәр, мәҡәлдәр һәм әкиәттәр тураһындағы фекерҙәре халыҡ ижадының тәбиғәтен, поэтикаһын шаҡтай тәрән асып бирә.
“Рухи тамырҙар. Әҙәбиәт һәм фольклор мәсьәләләре” китабына башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, яҙма әҙәби мираҫын тикшергән хеҙмәттәре, хәҙерге әҙәбиәттең айырым мәсьәләләренә, ижади бәйләнештәргә арналған мәҡәләләре тупланған да инде.
2– се уҡыусы.
“Беҙгә билдәһеҙ ҡурайсы тарафынан яҙып алынған һәм 1809 йылда Беляев тәржемә иткән «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» поэмаһы үҙ оригиналында һаҡланмаған. Шул уҡ ваҡытта был әҫәрҙең унан башҡа тулы яҙмаһы юҡ та,” – тип яҙа эпик әҫәрҙе өйрәнгәндә Ә.Харисов һәм уны “халыҡ ижадының һулымаҫ сәскәһе” тип атап үтә. Быларҙан тыш ғалим «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпик әҫәрҙең айырым баҫмаларын әҙерләп сығарҙы.
Ҡурай моно яңғырай. Сәхнәгә башҡорт халыҡ кейемендә, ҡулына ҡурай тотҡан уҡыусы сыға. Моң әкренәйә.
Билдәһеҙ ҡурайсы:
Был билдәһеҙ ҡурайсының уҡымышлы кеше булыуын тип иҫбат итә Әхнәф Харисов. Билдәһеҙ ҡурайсыны ғалим “шағир”, “тарихсы” тип атай. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосы ҡарт Урал «Рифей тауҙары» тип аталған заманда, тәбиғәттең иң бай урынында, уның аҫыл сәскәләргә күмелгән мөйөшөндә яҙып алынған һәм рус теленә тәржемә ителгән. Эпос үҙе лә башҡорт халыҡ ижадының һулымаҫ бер сәскәһе ул. Бөгөн, тәү башлап баҫылып сығыуына йөҙ илле йыл тулған көндө, беҙ халҡыбыҙҙың был һәйбәт поэмаһынан тағы бер тапҡыр әҫәрләнәбеҙ, тағы бер тапҡыр халыҡтарҙың шул әҫәр торған алтын ижад кәштәһенә, үлемһеҙ образдар донъяһына һоҡланып ткарайбыҙ һәм унда тылсымлы таҡта-экран аша быуаттар төпкөлөнән беҙгә ҡарап п йылмайған Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыуҙы күрәбеҙ, тип яҙып үтә был эпик әҫәр тураһында Ә.Харисов.
1– се уҡыусы.
“XX быуат баштарындағы өс революцияны кисергән әҙәбиәтебеҙ хаҡында һүҙ барғанда, минең уйымда ла иң элек Ғафури тора. Әммә оло шағирҙың оло образын мин уның кескәй бер әҫәре — «Ҡыр ҡаҙы» тигән хикәйәһе аша күҙ алдына асығыраҡ килтерәм. Хәтерегеҙгә төшөрәйем, ул хикәйә бына шулайыраҡ башланып китә:
Беҙҙең ауыл янында, ергә төшкән ай кеүек, түңәрәк көмөш тәңкә кеүек, ҙур күл ялтырап ята. Уны Аҡкүл тиҙәр. Хәҙер көҙ. Иылы яҡҡа осҡан ҡыр ҡаҙҙары, Аҡкүлдә туҡтап, хәл йыйып үтәләр. Бына һауала ҡаҙҙар теҙелеп килә. Алдан'юл башлап барғаны еҙ тасҡа көмөш балғалаҡ менән һуҡҡан кеүек тауыш сығара...
Ана шул юл башлап барған, еҙ тасҡа көмөш балғалаҡ менән һуҡҡандағыса матур тауыш сығарған ҡаҙ миңә Ғафуриҙы-хәтерләтә,”- тип яҙа ғалим Мәжит Ғафури ижады тураһындағы хеҙмәттәрендә.
Сәхнәгә башҡорт кейемендә уҡыусы (Мәжит Ғафури образында) сыға:
Мине “оло яҙыусы” тип ҙурланы ғалим. Ижади мираҫымдың ҙур һәм күп яҡлы икәнлеген иҫбат итте. Башҡорт һәм татар әҙәбиәтенең алтын фондына ингән «Ҡара йөҙҙәрҙең» драма сәхнәһендә генә түгел, бәлки театр сәнғәтенең бүтән төрөндә йәшәргә лә хаҡы бар ине, тигән һығымта яһаны. Мине уҡыусылар алтмыш һигеҙ йыл элек баҫылған «Себер тимер юлы» тигән шиғыры буйынса, икенселәр бигерәк тә «Юҡтырһың да, алла», өсөнсөләр — «Йыртылған сәхифәләр» тигән атаҡлы поэтик әҫәрҙәрем өсөн яраттылар. «Бир ҡулыңды» шиғырымда «көн-төн эшләп, таш пулаттар һалған» һәм «уттар тирәһендә эшләп, ҡыҙарып янған»- ҡуллы эшсене, «ҡырҙа һабан һөрөп тупраҡланып ҡатҡан» ҡуллы крәҫтиәнде һәм:
Бир Һин миңә ғәйрәт менән һуғып,
Дошман башын ватҡан ҡулыңды;
Дуҫтар битен үпкән кеүек үбәйем,
һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулыңды, —
тип, шул уҡ эшсе менән крәҫтиәнгә маҡтау, данлауҙы хуп күрҙе Әхнәф Харисов. «Ант» (Ҡыҙыл ҡаһарман ауыҙынан) тигән шиғырымды патриотик поэзия тип атаны. Октябрь революцияһынан һуңғы йылдарҙа башҡорт һәм татар совет әҙәбиәтенең хазинаһына яңы йөкмәткеле бик күп шиғырҙарым, «Ҡара йөҙҙәр», «Тормош баҫҡыстары» һәм «Шағирҙың алтын приискыһында» тигән повестарым, балалар өсөн хикәйәләремде индерҙе.
2– се уҡыусы.
Эшсе халыҡ ҡуҙғалһын,
Беләктәрен һыҙғанһын,
Эшсе халыҡ йәшәһен,
Тигеҙ юлдар яһаһын!
“Бабичтың был «Йәшәһен эшселәр!» тигән шиғыры менән Ғафуриҙың «Ҡыҙыл байраҡ» - тигән шундай уҡ күтәренке пафослы өндәмә шиғыры Февраль революцияһы осорондағы башҡорт һәм татар политик поэзияһының яҡшы өлгөләре инеләр, шуға күрә улар заманында алдынғы фекерле шәкерттәр, революцион йәштәр араһында көйгә һалынып, йырланып та йөрөгән” – тигән фекерен белдерә ғалим Шәйехзада Бабич ижадына туҡталып.
Сәхнәгә башҡорт кейемендә уҡыусы (Шәйехзада Бабич образында) сыға:
1919 йылдың февралендә «Беҙ ниңә ҡыҙылдарға ҡаршы сыҡҡайныҡ?» тигән шиғырыма килгәндә, Ә. Харисов «Колчак һабағы» ролен “хатта шаштырып уҡ күрһәткән” тип әйтеп үтте.
«Йәшәһен эшселәр!» тигән атаҡлы шиғырымда киң йыһанды тар ҡәбергә әйләндергән ана шул байҙарҙы, капиталистарҙы бөтөрөргә, «тигеҙһеҙлекте сәнселдерергә» саҡырыуым, «берлек тыуын ҡулға алып» күтәрелгән революцион эшселәр синыфына дан йырлауымды һыҙыҡ өҫтөнә алды :
“Тормошта тигеҙлек һәм яҡтылыҡ эҙләгән Бабич”, “Тынғыһыҙ Бабич” тип яҙҙы минен турала Ә.Харисов. Эйе, барыр юлым ауыр һәм михнәтле булды, әммә ярты юлда туҡталып ҡалмаҫҡа, ә алға атларға тырыштым. Яҡты киләсәккә өмөтләнеп ынтылдым.
1 – се уҡыусы
Ә. Харисов бөтә булмышы менән интернациональ рухлы ғалим ине. Уның 1939 йылда баҫылып сыҡҡан «Пушкин әҫәрҙәрендә башҡорт халҡы» тигән мәҡәләһенән алып төп хеҙмәте «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы» китабына тиклем булған бөтә ижады халыҡтар дуҫлығы пафосы менән һуғарылған.
ПУШКИН ӘҪӘРҘӘРЕНДӘ БАШҠОРТТАР бүлеге ошо юлдарҙан башлана:
Бөйөк Русь илендә минең исемем йөрөр,
һөйләр мине унда булған бөтә телдәр,
Әле ҡырағай тунгуз, ғорур славян улы,
Дала дуҫы булған ҡалмыҡ менән финдар.
Сәхнәгә уҡыусы (А.С. Пушкин образында) сыға:
«Борис Годунов» трагедияһы, «Степан Разин тураһында йырҙар», «Пугачев тарихы» исемле әҫәрҙәремдең тарихи ваҡиғаларына туҡталды, тарихты байҡаны Ә. Харисов.
Бөтә крепостной Россияны тетрәткән Пугачевтың тарихи образын биргән, рус крәҫтиәндәре менән ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡуҙғалышҡа ҡатнашҡан башҡорт, татар, ҡалмыҡ һәм башҡа ике ҡат иҙелеүсе халыҡтарҙың, батша самодержавиеһына ҡаршы батырҙарса көрәшеүҙәрен кәүҙәләндергән «Пугачев тарихы» исемле әҫәрҙәремә тулы анализ бирҙе ғалим.
«Пугачев тарихы» артынса уҡ яҙылған «Капитан ҡыҙы» повесында иһә телһеҙ, ҡолаҡһыҙ һәм танауһыҙ ҡалдырылған ҡарт образында азатлыҡ һәм ғәҙел тормош өсөн көрәшкән тынғыһыҙ башҡорттарҙы бик оҫта дөйөмләштереп күрһәтә алыуым тураһында яҙҙы.
2– се уҡыусы.
“Рәшит Ниғмәти оригиналь талантлы шағир. Тормошто күреүҙә һәм уны сағылдырыуҙа үҙенә башҡалыҡ уның һәр әҫәрендә һиҙелеп тора. Бауҙың оҙоно, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы, тиҙәр. Үҙе күҙәткәндәрҙән һәм белгәндәрҙән күп нәмәне аҙ һүҙ менән әйтә белеү — Ниғмәтиҙең шағирлыҡ үҙенсәлектәренең береһе”, - тип яҙа Ә.Харисов Рәшит Ниғмәти тураһында хеҙмәттәрендә.
Сәхнәгә башҡорт кейемендә уҡыусы (Рәшит Ниғмәти образында) сыға:
“Халыҡ үҙенең яҙыусыға булған ҡарашын һәм хөрмәтен уның әҙәбиәттәге хеҙмәтенә ҡарап билдәләй. Башҡортостан яҙыусылары араһында Мәжит Ғафуриҙан һуң халыҡтың иң ҙур хөрмәтен һәм баһалауын күреү бигерәк тә Рәшит Ниғмәтигә насип булды,” – тип яҙҙы хеҙмәттәрендә ғалим минең турала.
Тормош дөрөҫлөгөн тойоу, йыш ҡына уның бығаса башҡалар күҙенә салынмаған берәй һыҙатын тотоп ала белеү, юғары идеялылыҡ, художество оҫталығын күтәрә барыу — былар бөтәһе бергә минең поэзиямды актив көс һәм оҙон ғүмерле иткән шарттар. Был шарттар һуғыштан һуңғы ижадымдың артабан үҫешен билдәләнеләр, һуңғы йылдарҙа яҙған әҫәрҙәремдән «Большевик», «һаҡмар ҡыҙы», «Осҡондан ялҡын» поэмалары, «Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙанда», «Ленин тураһында уйҙар», «Беҙ тыныслыҡ яҡлы», «һинең кәләшеңдең хаттары», «Егеттең яуаптары» тигән шиғырҙарым быға миҫал.
Тәьҫир итеү һәм рухландырыу көсө айырыуса юғары булған әҫәрҙәремде бигерәк тә совет халҡының яҙмышы хәл ителгән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бирҙем, һуғыш осорондағы башҡорт поэзияһы тураһында һүҙ барғанда иң һәйбәт әҫәрҙәр «Үлтер, улым, фашисты!» поэмаһынан, «Әсә һүҙе», «һинең кәләшеңдең хаттары», «Егеттең яуаптары», «Башҡортостан һүҙе», «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» шиғырҙарынан башлана.
1– се уҡыусы.
“Туҡайҙың исеме — хаҡлы рәүештә илебеҙ халыҡтарының бөйөк һәм иң күренекле яҙыусылары сафында. Ул революцияға тиклемге татар яҙыусылары араһында беренсе булып: «Иң бөйөк маҡсат беҙҙең — хөр мәмләкәт, хөр Россия!» — тине һәм үҙенең бөтә талантын, барлыҡ көсөн ошо изге маҡсатҡа арнаны. Туҡай поэзияһы үҙенең йөкмәткеһе һәм идея-эстетик йүнәлеше менән генә халыҡсан түгел, бәлки теле, стиле, художество алымдары менән дә өлгө булырльгк халыҡсан ижад ине, “ – тиелә был китапта.
Сәхнәгә башҡорт кейемендә уҡыусы (Ғабдулла Туҡай образында) сыға:
Эйе, мин бик аҙ йәшәнем. Ни бары һигеҙ генә йыл шиғырҙар яҙҙым. Әммә ошо ҡыҫҡа ғүмерем эсендә лә мине бөйөк яҙыусы итеп танынылар.
«Эй туған тел, эй матур тел» тип, үҙ халҡының йәнле теленә тәү башлап гимн йырлаған яҙыусы тураһында “Туҡай — ҡыйыу һәм тәрән аҡыллы шағир. Әммә поэзияла ул, үҙ һүҙҙәре менән әйтһәк, «ҡойоп ҡуйған» шағир ғына түгел, ә «политический, общественный деятель дә». Тап бына шуның өсөн ул башҡа бик күп яҙыусылар күреп һәм белеп еткерә алмағанды күрә белә, һиҙенә, төҫмөрләй һәм төшөнә алған, ” - тип баһа бирҙе минең ижадыма Ә. Харисов.
Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе
Туған халҡының мираҫын өйрәнеүгә, был рухи байлыҡты йыйыу, һаҡлау, туплау эшенә ҙур көс һалған, ғүмерен арнаған күренекле ғалимыбыҙ Әхнәф Ибраһим улы Харисовтың хеҙмәттәре һоҡландырғыс. Әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүҙә, байытыуҙа арҙаҡлы шәхесебеҙҙен роле ифрат ҙур. беҙ унын менән ғорурланабыҙ. әхнәф харисов исеме онотолмаған, уны уҡыйҙар, өйрәнәләр, уның менән ҡыҙыҡһыналар. Тимәк, халыҡ ижады йәшәй һәм киләсәктә лә йәшәйәсәк. Юҡҡамы ни бөйөк фекер эйәһе, энциклопедист Ризаитдин хәҙрәт Фәхретдинов килер быуындарға былай тип әйтеп ҡалдырған: “Әҙип һәм ғалимдары булмаған халыҡ – бәхетһеҙ, мәшһүр кешеләрен онотҡан халыҡ – намыҫһыҙ, әҙәбиәте булмаған милләт – рухһыҙ”. Бик дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Татар теле дәресләрендә укучыларның танып белү эшчәнлеген оештыру.
Татар төркемендәге укучылар белән эшләүче укытучыларга проектта күтәрелгән темаларга күзәтү ясауның әһәмияте зур булыр дип саныйм.Проектның практик әһәмияте һәм яңалыгы: татар балалары белән эшл...

Укучыларның дөньяны танып белүдә һәм милли үзаңны үстерүдә туган телнең әһәмияте
Моё выступление на Первом Всероссийском форуме учителей родных языков в Москве....

Укучыларның дөньяны танып белүдә һәм милли үзаңны үстерүдә туган телнең әһәмияте
Моё выступление на Первом Всероссийском форуме учителей родных языков в Москве....
сообщение о своём прадеде - ветеране Великой Отечественной войны , казаке Илье Севостьяновиче Бибике- ученика 9в класса Косюгина Ильи
История народов складывается тысячелетиями. Мир знает их забвение и возрождение. Л.Н. Толстой отмечал: «Никогда ни один народ не исчезает и не погибает полностью. Народы как волны океана: т...
«Есть я старыя казак да Илья Муромец, Илья Муромец да сын Иванович» (былина «Илья Муромец и Соловей Разбойник»)
Конспект урока литературы в 6 классе на тему «Есть я старыя казак да Илья Муромец, Илья Муромец да сын Иванович» (былина «Илья Муромец и Соловей Разбойник»)...


