Творческая работа посвящена теме о Великой Отечественной войне. Здесь рассказывается о судьбе деревенских людей, которые оставшись в тылу работали непокладая рук. Жизнь была очень трудной и сложной, но они верили, что война закончится и настанет покрй и мир.
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 19.58 КБ |
Ниғмәтуллин Булат
12-се УДББМ 8 Б класс уҡыусыһы
Кәрәкмәй беҙгә һуғыш, донъялар булһын тыныс
Бабайҙар көрәшеп беҙгә
Тыныслыҡ яулап алған.
Ә күптәре ҡайта алмай,
Һуғыш яланында ҡалған.
Тиҙҙән Еңеү байрамы,
Байрам итер бөтә халыҡ.
Ҡайһылары һағышланып,
Ҡайһылары шатланып.
Әсәй һөйләй, бабайымдың
Яу ҡырында ҡалғанын.
Һәр йыл һайын был байрамды,
Илап ҡаршы ала ул.
Күктәребеҙ аяҙ булһын,
Һуғыш уты янмаһын.
Әбей-бабайҙар яҙмышын
Беҙгә күрергә яҙмаһын.
Гөлфиә Ғинийәтуллина
Һуғыш... Ҡыҫҡа ғына һүҙ, ә мәғәнәһе бик ҡурҡыныс! Был хәбәр бөтә совет халҡын тетрәндерә. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғанға 70 йыл ваҡыт үтһә лә, уның аяныс хәтирәләре күңелдәргә тәрән һеңеп ҡалған. Яҙҙар етеү менән Еңеү байрамын билгеләп үткәндә был ваҡиғалар ҡабат иҫкә төшә...
1941 йылдың 22 июнендә һуғыш башланыуын иғлан итмәйенсә Светтар Союзына Германия ғәскәрҙәре һөжүм итә. Иртәнге сәғәт дүрттә илебеҙ күгендә ҡара болот кеүек фашист самолеттары бер-бер артлы бомба бәрә башлайҙар. Бөтә халыҡ был илбаҫарҙарына ҡаршы Сталиндың ҡул аҫтында күтәрелә. Йәш егеттәр, ағайҙар, атайҙар – барыһы ла һуғышҡа алына. Ауылдарҙа, ҡалаларҙа ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, ҡарттар ҡала. Был ҡәһәр һуғышта нисә бала атаһыҙ, нисә бисә ирһеҙ, нисә әсә балаһыҙ тороп ҡала. Күпме йәштәр түгелгән, күпме кеше йәмле йәш саҡтарын, һуғыш бәләләренә алмаштырған.
Ҡайғылы һәм ауыр көндәр. Ауылда ир-аттар көндән-көн кәмей. Тормош ауырлығы әсәйҙәр, бала-саға, ҡарттар елкәһендә була. Аттарҙы һуғышҡа алалар. Колхоздағы бөтә эште үгеҙҙәр, һыйырҙар менән башҡаралар: ер һөрөү, һуҡалау, тырмалау. Улар иген үҫтерә, мал-тыуар ҡарай, заводтарҙа, фабрикаларҙа эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, минең олатайым Яҡупов Тәлғәт Зарифйән улы 8 класта уҡыған була. 1942 йылдың ғинуар айында олатайымдың атаһын армияға алалар. Алкин лагерында бер ай һуғыш эштәренә өйрәткәс, уны фронтҡа ебәрәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Тәлғәт бабайымдың атаһы Смоленск фронтында март айында снаряд шартлағанда һәләк була, ә үлеүе тураһында хәбәре бары тик август айында ғына килә. Олатайымдан башҡа биш бала атаһыҙ етем ҡала. Барлыҡ ауырлыҡтар үгәй әсәһе менән олатайым елкәһенә төшә.
8 класты тамамлағас, олатайым уҡырға барып тормайынса колхозға ат ҡарарға эшкә инә. Сөнки ғаилә ҙур һәм 8 кешенең тамағын туйҙырырға кәрәк. Шуға күрә ул бер йыл буйы иртәнге сәғәт биштән алып, киске эңер төшкәнсе ат ҡарай. Ә йәй көнө ашлыҡ үҫтереүҙә, бесән эшендә ҡатнаша.
Бабайымдың атаһы фронтҡа киткәндә әсәһенә “Тәлғәтте уҡыт!” тип васыят әйткән була. 1943 йылдың 1 октябрендә күрше ауылға 9 класҡа килеп уҡый башлай. Уҡыу шарттары бик насар була, уҡырға китап, яҙырға дәфтәр юҡ, балалар китап биттәренә яҙалар, шул яҙғандарҙы уҡып “белем алалар”. Ашау-эсеү хәлдәрен һөйләп тораһы ла юҡ, икмәктең “төҫөн” дә күрмәйҙәр. Иртән сәғәт 7-лә бер-ике ҡалаҡ он һибелгән, эремсек һалынған картуфлы аш, мәктәптән ҡайтҡас та шул уҡ, был ваҡытта инде сәғәт 5 еткән була.
1943-1944 йылдарҙа илдә халыҡтың йәшәү шарттары бик насар була. Иң ауыры - аслыҡ. Колхозда үҫтерелгән игендең күп өлөшө дәүләткә тапшырыла, сәсеү өсөн дә аҙ ҡала, ә халыҡҡа он граммлап ҡына бирелә. Шунлыҡтан ауыл халҡы аслыҡтан үлмәҫ өсөн йылы ағасының ҡайырыһынан он яһап ашҡа һалып ашаған була. “Беҙ ҙә Назиф ҡустым менән йылы ҡайырыһын ҡуптарырға киттек. Уны алып ҡайтыу менән Банат ҡартәсәйем шул ҡайырыларҙы балта менән тураны, ваҡлап мейестә киптереп, тәгәрмәнгә алып барып тарттырҙы.
Бер көндө, төшкө аш ваҡытында, әсәй беҙгә аш һалып ятҡанда ҡапҡанан урмансы күренде. Мин тиҙ генә кейемдәремде алып, мейес башына йәшерендем. Әсәйҙән: “Улың ҡайҙа, ни өсөн урманда йылы ҡайырыһын ҡуптара?” - тип әрләшә башлай. Әсәйем юғалып ҡалманы, уға аш һалып бирҙе. Урмансы бик асыҡҡан булған икән, ул тиҙ генә ике тәрилкә ашты ашаны. Әсәйгә: “Улың башҡаса ағастың ҡайырыһын ҡуптармаһын”, - тип сығып китте. Бына шундай хәлдәргә лә ҡалырға тура килде һуғыш нихмәттәре арҡаһында” - тип һөйләй ине олатай.
1944 йылдың март башында олатайыма армияға барырға повестка килә. Асҡын военкоматында комиссия үткәс йәш егеттәрҙе Өфөгә оҙаталар. Өфөләге йыйылыу пунктта 15 тәүлек карантинда тотоп, һыуыҡ иҙәндә йоҡларға тура килә. Ун биш тәүлек үткәс, призывниктарҙы теҙеп, Пермь өлкәһендәге яңы асылған шахталарға күмер сығарырға ебәрәләр.
“Товар вагондарына ултыртып күмер сығарыусы шахталарға алып киттеләр. Бер төркөм егеттәр Кизель бассейны шахталарына эшкә урынлаштыҡ. Беҙ эшләй торған шахта Кизель ҡалаһынан 6 км йыраҡлыҡтағы “5 НЯР” исемле шахта ине. Өҫкә кейергә спецовка, башҡа каска, аяҡҡа ҡунысһыҙ ҡалош бирҙеләр. Тәүлегенә 12 сәғәт ер аҫтында күмер сығарабыҙ. Был ваҡытта ашау-эсеүгә, тәнәфескә туҡтау юҡ ине. Ауыр эш булғанға күрә көнөнә бер кило икмәк бирәләр, шуны ашап эшләргә көс таба инек ”, - тип иҫенә төшөрә ине олатайым.
Шул уҡ йылдың август айында олатай аварияға эләгә. Тәлғәт олатайым менән бергә эшләгән иптәштәр смена бөткәндә ял итергә ултыралар. Бабайымдың йоҡоһо килеүе сәбәпле иптәштәренән ситкә китеп, күмер стенаға терәлеп йоҡлап китә. Кинәт олатайҙың өҫтөнә ҙур күмер киҫәктәре емерелеп төшә. Тәлғәт бабайым ошо күмер киҫәктәре эсендә ҡалып ҡыҫыла. “10 секунд ҡына аңымда булғанмын... Был ваҡытта башыма бер генә уй килде... Атайым һуғышта үлде, миңә бында үлергә яҙған икән... Бәхеткә ҡаршы мин үлмәнем, бер нисә эре күмер киҫәге бер-береһенә терәлеп ҡалғандар. Мин күмер киҫәктәренән яһалған ҡыуышлыҡ араһында ҡалғанмын, 5-6 кеше ярты сәғәт ҡаҙығандар. Мине иҫән ҡалған тип бер кемдә уйламаған ине” – тип иҫкә ала ине. Олатай аңына килгәс аяҡ-ҡулдарын оҙаҡ ҡына ҡуҙғатырға ҡурҡып ята, хәл кергәс тороп ултыра. Шул ваҡыт шатлыҡтан илап ебәрә.
Шахтала эшләү бик ауыр була, ләкин бөтә эшселәр ҙә тырышып эшләй. Сөнки улар сығарған күмер завод-фабрикаларға ҡорал, хәрби техника эшләр өсөн кәрәк. Бөтә кеше фронт өсөн, Еңеү өсөн тип үҙен йәлләмәй эшләй.
1945 йылдың 9 Май иртәһе илебеҙ халыҡтарына ҙур шатлыҡ алып килә. Радио немец-фашист илбаҫарҙарының еңелеүен, капитуляцияға ҡул ҡуйылыуын хәбәр итә. Был көндө һөйөклә илебеҙҙең һәр бер ҡалаһында, ауылында, ҙур митингтар үткәрелә. Шатлыҡтан барыһының да күҙҙәрендә йәш бөртөктәре. Совет халҡы өсөн был Еңеү ҙур шатлыҡ менән дә, ҡайғы-хәсрәт менән дә бергә ҡушыла.
Олатайым Еңеү көнөн шахтала ҡаршылай. Был көндө бөтә эшселәр ҙә ял итә, клубта бушлай кино күрһәтәләр. Кино алдынан Сталиндың радио аша сығышын тыңлайҙар.
Һуғыш бөткәс олатай мәктәпте тамамлап уҡытыусылыҡҡа уҡып сығып, үҙ ғүмерен балалар менән бәйләй. Оҙаҡ йылдар балаларҙы уҡытыу-тәрбиәләүгә йөрәген биреп эшләй. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған өсөн ул иң юғры бәйәгә – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ була.
Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле һәм фәжиғәле көндәре йылдан-йыл йыраҡлаша бара. Ләкин халҡыбыҙ кисергән ул ҡайғы-хәсрәттәр бер ҡасанда онотолмаҫ. Миллиондарса ғаиләләр өсөн һуғышта һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҙмышы әле лә билдәһеҙ. Ил азатлығы өсөн изге һуғышта һәләк булғандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү эше бөгөн дә дауам итә. Был эштә һәр кем үҙенән өлөш индерергә тейеш. Бөгөнгө көндә иҫән булған һуғыш һәм тыл ветерандары йәш быуындың тейешле ихтирамын, иғтибарын тойоп йәшәһен ине. Сөнки бөгөнгө тыныс тормошта йәшәүебеҙ өсөн беҙ уларға бурыслы. Өлкән буындың һуғыш һәм һуғыштан һуңғы героик тормошо беҙҙең өсөн һәр саҡ өлгө. Илебеҙ күге тыныс, аяҙ булһын, һуғыш әфәте киләсәк быуындарға ҡағылмаһын!
Һуғыштар булмай ҡорбанһыҙ.
Унһыҙ – юҡ Еңеү туйы.
Ә беҙ үлгәндәр алдында

Заяц, косач, медведь и весна

Серебряное копытце

Рисуем лыжника

Злая мать и добрая тётя

Знакомые следы