Сочинение на башкирском языке.
Вложение | Размер |
---|---|
сочинение | 32.5 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы
Краснокама районы Мәғариф бүлеге
Сауыҙбаш төп дөйөм белем биреү мәктәбе
Ғаиләм - ҡәлғәм
(инша)
8 – се класс уҡыусыһы
Шәмсетдинова Алинәнеӊ
ижади эше
Уҡытыусы: Шәмсетдинова
Фәүзиә Фәрис ҡыҙы
Сентябрь, 2015 йыл
Һəр ваҡытта кешегə ҡайтып һыйыныр усаҡ, тыныс мөйөш кәрəк. Ул – ғаилә усағы, беҙҙең иң ышаныслы урыныбыҙ. Һәм мин үҙемде иң бәхетле тип һанайым.
Мин гүзәл Башҡортостандың урман, йылға - күлдәргә бай булған хозур тәбиғәтле Краснокама районының Сауыҙбаш тигән ауылында йәшәйем. Мине яратыусы, аңлаусы, ярҙам итеүсе ғаиләм бар минең. Ғаиләбеҙҙә дүрт кеше: атайым, әсәйем, мин һәм энем.
Иң яҡын, ҡәҙерле кешем – сабыр холоҡло, мөләйем йөҙлө әсәйем Фәүзиә. Ул бөтә эшкә лә оҫта: иң тәмле аштар – әсәйемдеке, иң татлы сәй – әсәйемдеке. Минең әсәй мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Уның эше бик ауыр һәм яуаплы. Мин йыш ҡына әсәйемә булышам. Ауыл халҡы әсәйемде хөрмәт итә, әсәй һәр саҡ кеше менән алсаҡ, йомшаҡ итеп һөйләшә. Йәмәғәт эштәрендә лә ул беренсе, Әсәйем бик матур итеп йырлай. Мин әсәйемә һоҡланам!
Ғаиләбеҙҙең терәге – атайым Илдар. Беҙ уны бик һағынып көтәбеҙ, яратабыҙ. Атайым ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуӊғы йылдарҙа ауырып, йыш ҡына дауаханала ята. Беҙ бөтәбеҙ ҙә уныӊ өсөн борсолабыҙ. Атай өйҙә булғанда, бөтәбеҙгә лә рәхәт. Ул энем менән мине ҡул эштәренә өйрәтә. Атай белмәгән бер эш тә юҡтыр ул. Мин уның менән ысын мәғәнәһендә ғорурланам! Минеӊ иӊ оло теләгем – атайым һауыҡһын ине, ул беҙгә бик кәрәк.
Мин 8 - се класта уҡыйым һәм тиҙерәк мәктәпте тамамлап, табиб булырға хыялланам. Бөтә сирлеләргә лә, бигерәк тә атайыма, ярҙам иткем килә. Мин буш ваҡыттарымда бейеү түңәрәгенә йөрөйөм, йырларға, бәйләргә яратам. Бик күп әҙәби китаптар уҡыйым.
Энем 7 – се класта уҡый. Ул өйҙә бөтә эште башҡара, үҙе көслө, етеҙ, шуҡ, шаян да.
Беҙ апайым менән һәр саҡ ата – әсә наҙын тойоп, иркәләнеп йәшәйбеҙ. Улар беҙҙе тәртипле, әҙәпле булырға, һәр нәмәне теүәл бүлешергә, татыу булырға, ғаилә ҡанундарын боҙмаҫҡа өйрәтәләр. Беҙ ҡәҙерлеләребеҙҙең әйткән һүҙҙәрен бер ваҡытта ла йыҡмаҫҡа, йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышабыҙ. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ. Кистәрен беҙ ғаиләбеҙ менән йыйылышып өҫтәл уйындары уйнайбыҙ, һүрәт төшөрәбеҙ, телевизор ҡарайбыҙ, гәзит – журналдар уҡыйбыҙ. Атай – әсәйем беҙҙе бик ярата, беҙ быны һәр саҡ тоябыҙ. Атайымдың аҡыллы кәңәштәре, әсәйемдең йылы һүҙҙәре тормошобоҙҙо биҙәй. Атай – әсәй – беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ, беҙ – атай – әсәйебеҙҙең ҡыуанысы. Хоҙай беҙҙе бер – беребеҙҙән айырмаһын берүк. Сөнки ғаилә – ул минеӊ ҡәлғәм.
Астрономический календарь. Ноябрь, 2018
Компас своими руками
Кто самый сильный?
Крутильный маятник своими руками
Цветок или сорняк?