• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Сочинение “Мин бәхетле тыуған еремдә!»

Опубликовано Габдуллина Зиля Галимяновна вкл 09.09.2019 - 21:06
Габдуллина Зиля Галимяновна
Автор: 
Галимова Айсылу

"Пою мою республику"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл сочинение14.4 КБ

Предварительный просмотр:

 

“ Пою мою республику”

Сочинение                       “Мин бәхетле тыуған еремдә!»

Уҡытыусы Ғабдуллина Зилә Ғәлимйән ҡыҙы.

Эште башҡарҙы 9 класс уҡыусыһы Галимова Айһылыу.

         Минең бәхетем – ул минең Башҡортостаным!

Урал күкрәгендә йөрәк кеүек

Башҡортостан – тыуған илкәем.

Шул йөрәктең ҡан тамыры булып

Күкһелләнә Ағиҙелкәйем.

         Беҙҙең илебеҙ бик бай. Донъяла илдәр бик күп.  Бер ил – үҙенең тауҙары, икенсеһе –далалары, өсөнсөһө – һыуҙары, дүртенсеһе – урмандары менән дан тота...  Ә беҙҙең илкәйебеҙҙә был байлыҡтарҙың барыһы ла бар.

         Башҡортостан... Был һүҙҙе ишетеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан-ташҡа һикереп аҡҡан шишмәләр,сәскәле болондар, киң басыуҙар, тасма-таҫма юлдар, береһенән – береһе матурыраҡ ҡалалар, дус- татыу халыҡ килеп баҫа. Ниндәй генә хазина юҡ  тыуған илебеҙҙең йөрәгендә!      Алтын һәм баҡыр, тимер һәм аҫыл таштар, нефть һәм күмер – бөтәһе лэ бар унда.

           Йөрөп  аяҡ талыр, ҡарап ҡараш етмәҫ сикһеҙ яландар һәм туғайҙар, йырҙарҙа йырланған Ағиҙел, Ашҡаҙар, Һаҡмар, Урал һәм башка бик куп йылғалары бар уның.

           Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ төрлө ял йорттары менән дә дан тота.  Төрлө илдәрҙән халыҡ бында ял итәргә килә.Башҡорт ҡымыҙы ғына ниндәй файҙалы,төрлө сирҙәрҙән дауа. Ә башҡорт балы төрлө илдәрҙә лә билдәле.

           Тыуған ил –тыуған нигеҙҙән башлана тиҙәр.  Минең дә кескәй генә бер илем бар –ул минең ауылым Урманайым.  Ошонда тыуып, ошондағы һыуҙарҙы эсеп, ошондағы һауаны һыулап, ошо ерҙең йәшел үләндәрендә тәгәрәп үстем.

 Бер яғында бормаланып Ыҡ аға,

 Бер яғында бейек-бейек тауҙары.

 Болононда әрәмәлек...

  Менә ниндәй  матур ул минең тыуған ауылым! Ысынлап та бер яғынан Мәтауыш тауы һуҙылып киткән,ә икенсе яғынан бормаланып- бормаланып Ыҡ йылғаһы һалмаҡ ҡына аға.Ә урмандарында ниндәй генә ағастар, сәскәләр, емештәр юҡ.  Болононда көҙгө кеүек күлдәр ялтырап ята.Ә кулдәрен матур-матут томбойоҡтар биҙәй.

 Минең тыуған ауылым тураһында ауылдаштарым бик күп шиғырзар яҙған. Мәктәбебеҙҙең химия һәм биология уҡытыусыһы Муллакаева Әминә Миңлейәр ҡыҙы яҙған Урманай тигән шиғырына яҙылған йыры ла бар.

Ыҡ буйында бер ауыл бар,

Эштә ҡаршылай таңын.

Йылғалары, ҡойолары,

Шишмәләре саф уның

Йәмле була Урманайҙың

Йәй көндәре, ҡыштары.

Эште, йырҙы ла ярата

Егеттәре, ҡыҙҙары.

Урманай тау итәгендә

Шаулап үҫә пар ҡайын.

Шул ҡайынға баш иямен

Ауылға ҡайтҡан һайын.

Күңелгә моңло көй килә

Урманай урманында.

Ауылға сәләм ебәрәм

Йырлаған йырҙарымда.

               Мин үҙемдең илемде, ауылымды бик яратам.Уның һәр бер шишмәһе, һәр бер ташы, һәр бер ағасы, һәр бер кесерткәне миңә бик яҡын.  Юл буйында  үскән туҙғанаҡтары ла,кәкре ҡайыны ла күңелемә йылылыҡ бирә.

                Сит ерҙең  гөлөнән үҙ илеңдең тигәнәге яҡшыраҡ тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Ҡайһы ғына кешене алһаң да, ниндәй генә илдә йәшәһә лә, ул үҙ илен һағынып ҡайта.  Сөнки үҙ илеңдә- үҙ өйөңдә кеүек- һауаһы ла икенсе, еле лә нисектер наҙлыраҡ исә кеүек.  Мин дә үҙемдең тыуған илемде бик яратам. Ҡайҙа ғына барһам да тыуған ауылымды, өйөмдө һағынып ҡайтам.  Һыҙылып атҡан таңдарын, сут-сут һайраған һандуғасын, селтер-селтер аҡҡан шишмәһен нисек һағынмайһың да, нисек яратмайһың инде.Мин бик бэхетлемен  тыуған ауылымда, тыуған еремдә.

                 Шуға күрә үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙы- тыуған төйәгебеҙҙе ташламайыҡ, уны үстерәек, гөлдәргә күмәек, илебеҙгә файҙалы улдар, ҡыҙҙар булып үсәек.  Үҙ илемдең башы булмаһам да, ташы булайым тип йәшәргә кәрәк. Илебеҙҙең киләсәге беҙҙең кулдарҙа. Беҙҙең бәхет – ул тыныс, аяҙ күк йөҙө аҫтында, татыу илдә, берҙәм дуҫ булып йәшәү.  Бәхетле булаеҡ!


Поделиться:

Снежная сказка

Прощание с летом

Рисуем пшеничное поле гуашью

Рисуем белые грибы пастелью

Почта