• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Матур гаилэ - ил курке

Опубликовано Халфина Гульдар Рамазановна вкл 14.01.2020 - 20:17
Халфина Гульдар Рамазановна
Автор: 
Ахмедин Ямиль

Сочинение о своей семье

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл matur_gaile_-_il_kurke.docx270.6 КБ

Предварительный просмотр:

Матур ғаилә – ил күрке.

        Беҙҙең ғаиләнең башлығы атайым – Әхмәҙин Азамат. Ул Түбә ауылының мал табибы булып эшләй. Әсәйем – Миннур Нәғим ҡыҙы, Рәсәй һаҡлыҡ банкында Түбә филиалында өлкән менеджер булып эшләй. Ғаиләлә  алты бала тәрбиәләнә: өс малай һәм өс ҡыҙ.

        Өлкән ағайым – Зәкир. Ағайым армия сафтарынан ҡайтып, вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Миләүшә апайым әле Сибай институнда уҡый. Минзифа апайым иһә, 2017 йылда Түбә мәктәбенең 9-сы синыфын тамамлап, Сибай тау колледжына уҡырға инде. Динислам ағайым һәм мин – Йәмил – Түбә урта белем биреү мәктәбендә уҡыйбыҙ. Ағайым 7-се класта, ә мин – 4-селә. Ғәиләлә иң кесеһе Азалия , балалар баҡсаһына йөрөй.

        Баәрамдарҙы гелән бергә йыйылып үткәрәбеҙ. Ғәиләнең йолаһы буйынса, үҙ көсөбөҙ менән тапҡан, әҙерләгән ризыҡтар һәр саҡ биҙәй табын өҫтәлен: күпереп бешкән икмәктәр, талҡан, ҡыҙыл эремсек, ҡаҙы, бәлештәр, билмане, бишбармаҡ.

        Ял көндәре апайҙарым менән әсәйем ҡул эштәренә тотоналар.Әсәйем ҡул эштәре түңәрәгенә лә өлгөрә. Атайыма ла булышыр, уға терәк – өс тағаны бар. Әсәйем гелән: “ Балаларым ихтирамда, һөйөүҙә тәрбиәләнгәнгә эшһөйәр, ярҙамсыл, булдыҡлы булып үҫәләр.”.

 Ғаиләбеҙҙе төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла саҡыралар: 2008 йыл Шәжәрә байрамында, район һабантуйында.  

        Әсәйебеҙгә республика телеканалының “ Бәхетнамә” тапшырында ла ҡатнашырға форсат булды. Унда ул ауылдаштарым менән миндек бәйләү серҙәрен һәм һөт ризыҡтарының файҙаһы, етештереү серҙәрен серҙәрен һөйләне.

        Өләсәйем – Ильясова Миңъямал. Ул Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында йәшәй. Уның өгөт-нәсихәттәрен тыңлап, рухи байлығыбыҙҙы тулыландырабыҙ. Өләсәйем беҙҙең һәммәбеҙгә сүрәләр, нәсихәттәр өйрәтә. Беҙ уның беҙгә килгән көндәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ.

        

C:\Users\Forward\Pictures\DSC_3511.jpg

C:\Users\Forward\Pictures\DSC_3516.jpg


Поделиться:

Усатый нянь

Астрономический календарь. Февраль, 2019

Сказка об одной Тайне

Глупый мальчишка

Прекрасная арфа