| Вложение | Размер |
|---|---|
| 29.74 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Салауат районы 1 – се һанлы Малаяҙ урта мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Ғилми-эҙләнеү эшенең темаһы:
“ Туған тел темаһы шағирҙар ижадында”
Башҡарҙы:1-се һанлы Малаяҙ урта
мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы
Гөлсирә Мәүлитйән ҡыҙы
Етәксеһе: Байрамғолова Гөлнур Рәүеф ҡыҙы
Малаяҙ-201
Тикшеренеү эшенең маҡсаты һәм бурыстары: туған тел тураһында шиғырҙар, танышыу; үҙ телеңде ҡәҙерләргә, уның бөгөнгөһөн, киләсәген хәстәрләргә өйрәнеү; илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү.
Теманың актуаллеге: Халыҡтың бай, саф телендә бөтә тарих, рухи донъяһы сағыла. 1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала һәм ул 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған-тел көнө тип иғлан ителә.
Эҙләнеү методикаһы: дәрестәрҙә, ижади түңәрәк ултырыштарында туған телебеҙҙең байлыҡтары менән танышыу. Уҡыусылар араһында башҡорт теленә ҡарата фекерҙәрен асыҡлау, һорауҙар үткәреү;
Һығымта: Туған тел… Әсә телендә иӊ беренсе бишек йыры ишетәбеҙ, тәүге һүҙҙе әйтәбеҙ, әсә телендә уйлайбыҙ.
Кеше тәү мәртәбә ошо телдә «әсәй» һәм «атай» һүҙҙәрен әйтә, Әсә тел ярҙамында донъя менән таныша. Туған тел арҡылы беҙ үҙ халҡыбыҙҙың күӊел хазинаһын, матур йырҙарын, әкиәттәрен, мәҡәл — әйтемдәрен өйрәнәбеҙ. Киләсәк быуындың төп бурысы – телебеҙҙе һаҡлау. Тел өсөн көрәш – милләт өсөн көрәш ул.
Йөкмәткеһе
Инеш өлөш
Төп өлөш
Йомғаҡлау
Ҡулланылған әҙәбиәт
Инеш
Кешелек асылы донъяға килтергән ҙур асыштар араһындағы иӊ даһи асыш, бер мөғжизә ул тел. Тел халыҡтыӊ үҙе менән яралып, үҙе менән бергә үҫә. Донъяла 6000 самаһы тел бар тип иҫәпләйҙәр. Тимәк, кешеләр 6 меӊ төрлө телдә һөйләшә һәм аралаша. Рус телендә 200 миллион кеше һөйләшә, 257 млн. кеше инглиз телен белә, ҡытай телендә 754 млн кеше һөйләшә. Бер нисә тиҫтә кеше генә һөйләшкән телдәр ҙә бар.
Башҡортостан күп милләтле республика булыуға ҡарамаҫтан, республикала йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың телдәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу йәһәтенән илебеҙ Рәсәй өсөн өлгө булып тора. Беҙҙең республикала 14 тел өйрәнелә, уҡытыу 6 телдә алып барыла.
Башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле. Ул төрлө ырыу – ҡәбилә телдәренең берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Хәҙерге ваҡытта башҡорт теле ныҡ үҫешкән, камил формалашҡан әҙәби тел .
Ул театр сәхнәһендә, радио һәм телевидение буйынса яңғырай. Гәзит- журналдар баҫыла. Был телдә әҙәби әҫәрҙәр ижад ителә. Фәнни китаптар, төрлө һүҙлектәр сыға.
Ата-бабаларыбыҙ борон-борондан үҙ туған теленә бик һаҡсыл булған. Быуаттар буйына тупланған аҡыл хазинаһын тел аша үҫеп килеүсе быуындың күңеленә һеңдерергә тырышҡан.
Төп өлөш
Башҡорт теле гәлсәр шишмәләр сафлығын, баллы һауаһын, тәбиғәте матурлығын, башҡорт халҡының сабыр холҡон, азатлыҡҡа ынтылышын, йырҙарының моңон, йәшәү матурлығын сағылдыра.
Башҡорт теле донъяла иң ҡатмарлы тел булыуы менән бергә иң матур телдәрҙең береһе һанала. Был телдә бөйөк кешеләр һөйләшкән, ижад иткән. Башҡорт теле – ул Мостай теле, Рәми теле. Был телдә мин рәхәтләнеп башҡорт яҙыусыларының китаптарын уҡыйым, йырҙар тыңлайым, туғандарым менән аралашам.
Минең туған телем – йырҙай моңло башҡорт теле. Донъялағы иң матур һәм иң нәфис тел ул.
Туған телде белеү өсөн беҙҙең өйҙә бөтә шарттар ҙа бар. Мин сабый саҡтан уҡ өләсәйҙең хикәйәттәрен, атай-әсәй уҡыған әкиәттәрҙе, ағайым һөйләгән көләмәстәрҙе тыңлап үҫтем. Өләсәйемдең арҡамдан һөйөм «бәпесем минең» тип яратыуы шундай яғымлы яңғырай ине. Һәр кис әсәйемдән әкиәт уҡыуын һораным. Йыш ҡына әкиәттең йәки хикәйәнең нимә менән бөтөүен күҙаллап йоҡлай алмай ятҡан саҡтарым булды. Туған телем аша яҡшыны ямандан, ысынды ялғандан айыра белергә өйрәндем. Мин ҙур үҫтем, минең донъям да ҙурайҙы, киңәйҙе, хәҙер мин туған телемдә әкиәттәр түгел, ә повесть, романдар уҡыйым.
Ә минең туған телем менән нимә булды һуң? Ул минең менән бергә үҫте, нығынды. Туған телгә булған ихтирамым, һөйөүем йылдан йыл арта ғына барҙы.
Туған телде ҡәҙерләп һаҡлаусы, киләсәк быуынға еткереүсе - халыҡ булһа, уның нәфислеге, моңо – әҙиптәр ҡулында. Шағирҙар – халыҡ теленең иң матур өлгөләрен, байлығын, күркәмлеген үҙҙәренең ижадында сағылдырып, халыҡ күңеленә ҡайтарыусылар.
Телдеӊ байлығы, унда халыҡ тормошо, халыҡ күңеле сағылыуы, телдең яғымлылығы тураһында Рәми Ғариповтың « Туған тел» шиғырында бик матур әйтелә. Шағир телдең ҡәҙерен белергә саҡыра, үҙенең теленең башҡа телдәр кеүек үк бай, яғымлы булыуы хаҡында яҙа. Телде һөйөүҙе илде һөйөү менән берҙәй күрә, әсә телен сәсән теле тип атай шағир.
Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Телебеҙ, илебеҙ йәшәһен, һаҡланып ҡалһын тип, күпме батырҙарыбыҙ йәнен фиҙа ҡылған, ҡанын түккән. Рәми Ғариповтың «Тел» шиғырында ата- бабаларыбыҙҙың изге васыяттары ишетелгәндәй тойола.
Тыңлап таңға ҡалған тел,
Йәнгә рәхәт һалған тел.
Яулап – ҡурсып ҡалған тел.
Ҡан — йәш түгеп алған тел.
Туған тел – ул ата-әсә теле. Кешенең донъяла тәү ишеткән һүҙе, асылған теле, рухи моңо. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим был турала бына нисек бәйән итә:
«Әсәм теле – иман телем,
Әгәр һине һағынмаһам,
Көн дә һиңә табынмаһам,
Телдәремдән яҙыр инем».
Әсхәл- Әхмәт Хужа «Башҡорт теле» шиғырында туған телде тәнендәге һәр бер булған күҙәнәге менән һиҙеүе тураһында яҙа.
Нисәмә йөҙ быуын зат- ырыуым
Тас башҡортса ғына һөйләгән…
Минең дә шул һәр бер молекулам,
Туған телем һиңә көйләнгән.
Тәнемдәге һәр бер күҙәнәгем,
Йәнемдәге һәммә өлөшсә.
Һинең тулҡыныңда тирбәлә лә —
Һинсә йырлап, һинсә көлөшә.
Танылған шағирә Динә Талхинаның «Мин – аҡтамыр» тип аталған шиғырҙар йыйынтығын уҡып сыҡтым. Шиғырҙарында аҡтамырҙың алтын тамырҙарын күреп ҡыуандым. Ана шул алтын тамырҙарҙың береһе – туған тел. Халҡымдың төп хазинаһы, уның сәскә-гөлдәргә, гәүһәр-ынйыларға, ҡоштар һайрауына тиң туған теле, әсә телмәре бар. Әсәм теле – сәсән теле, атам теле – ватан теле, ти халыҡ аҡылы.
Шағирә башҡорт теленең әһәмиәтен, асылын, мәғәнәһен, йәшәйештәге ролен үҙ уҡыусыларына аңлатырға тырыша.
Бына уның «Башҡорт теле» тип аталған шиғыры:
Йәшен булып ялтлар тел.
Дары булып шартлар тел.
Ҡоштар булып һайрар тел.
Бүре тешен ҡайрар тел.
Елдәр булып иҫер тел.
Бауырҙарҙы киҫер тел.
Ҡояш булып балҡыр тел.
Ҡая булып ҡалҡыр тел.
Йөрәктәргә үтер тел.
Ваҡыттарҙы тетер тел.
Аҡтамырҙай йәйелеп,
Йөрәктәргә үрелер,
Башҡорт тигән йәндәрҙә
Ҡабат-ҡабат терелер!
Эйе,туған телдең ҡото, бәҫе тураһында һәр халыҡтың данлыҡлы шағирҙары үҙ заманында яҙып ҡалдырған. Тел – тарих, быуындар, йәмғиәттәр бәйләнешен булдырыусы берҙән-бер сара.
Шуға ла шағирә туған теле менән ғорурлана. Туған теленең башҡорт теле булыуы өсөн ҡыуана. Шатлыҡ, хис-тойғоно офоҡтарының киңлеген туған теленең моңонда күрә. Бына ҡайҙа ята ул ижадтың көсө, йөрәк ялҡынының тере ҡуҙҙары.
«Бүре тешен ҡайрар тел» тигән сағыштырыуы туған телебеҙҙең көсөн дә күрһәтә, боронғолоғон да сағылдыра. Бүре тешен ҡайрар, йыландарҙы арбар туған телебеҙҙең, әсә телмәренең моңон, мәғәнәһен хәтеребеҙҙән сығармаһаҡ ине.
Факиһа Туғыҙбаеваның шиғырынан бишек йыры, әсәләрҙең аҡ теләктәре ишетелгәндәй тойола. Шағирә кем үҙ телен ярата, шул ата-әсәһен, Тыуған илен ярата,тип яҙа.
«Туған телең – башҡорт теле,
Атаң-әсәңдең теле.
Туған телен яратҡандар -
Ярата ата-әсәһен,
Ярата Тыуған илде».
Риф Мифтахов “Мираҫ” шиғырында балаларына ата-әсәһенән ҡалған берҙән-бер ғәзиз мираҫ- туған тел ғүмер буйы һулар һауа кеүек булһын,тип теләй.
Тыуғанымдан киткәнемә тиклем —
Ғүмер буйы йыйған милкемде
Улым, ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын
Бөйөк мираҫ — туған телемде.
Күкрәк һөтө, бишек йыры менән
Кергән дә ул йәнде имләгән.
Юҡҡамы ни кеше туған телен
Тыуған иле менән тиңләгән.
Баязит Бикбайҙыӊ « Туған тел» шиғыры туған телмәребеҙҙең моңон, ҡаһарманлығын данлай.
Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән.
Тел- тере шишмә — үлмәгән,
Бөгөнгә еткән.
Шул тел менән тыуҙым, үҫтем.
Торам бөгөн дә.
Аӊлай мине ғәзиз халҡым
Туған телемдә.
Туған тел кешеләргә дуҫлыҡ юлын асҡан, йәшәүгә көс – ҡеүәт биргән, шуға ла Баязит Бикбай үҙ теле менән хаҡлы рәүештә ғорурлана, уның тарихына, бөгөнгө йәшәйешенә һәм бәхетле киләсәгенә дан йырлай.
Рус туғаным менән бергәләп
Азат иттек изге еремде
Көслө, бай һәм сәсән яһаныҡ
Минең туған башҡорт телемде.
Был шиғыр юлдарының авторы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури туған телгә булған һөйөүен генә белдереп ҡалмай, беҙҙе әсә телендә сыҡҡан китаптарҙы уҡырға өндәй.
Үҙ әсә телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел,
Үҙ телем – үҙ әйберем булғаны өсөн ярата күңел.
…Һәр ваҡыт шул тел менән яҙған матур китап уҡыйым,
Һәр ваҡыт шул тел менән тарих уҡыйым, хисап уҡыйым.
“Әсәй!” тигәндә лә һин кәрәк,
“Атай!” тигәндә лә һин кәрәк.
Берҙән-берем, айым, ҡояшым,
Тип әйтһәм дә, телем, һин кәрәк,тигән юлдарҙың авторы Кәтибә Кинйәбулатова.Эйе, кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, ”атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша .
Башҡорт теле – һығылмалы, бай нәфис телдәрҙең береһе тип яҙған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева.
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле
Ирек Кинйәбулатовтың “ Туған телем” шиғырында ла тел, халыҡ тарихы, яҙмышы, үткәне һәм киләсәге тураһында әйтелә.
«Тел тамыры- ил тамыры,
Телем тамыры тәрән.
Гүйә, нескә гөл тамыры,
Уны белеү ҙә кәрәк»
Йомғаҡлау
Күренекле академик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновтың ошондай мәртәбәле һүҙҙәре бар: «Туған тел – халҡыбыҙҙың беҙгә аманат иткән теләге». Әҙиптең был һүҙҙәре киләсәк быуынға оло яуаплылыҡ өҫтәй. Туған телде белеү, ҡәҙерле аманатты һаҡлау – һәр кемдең мөҡәддәс бурысы
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.”Башҡортостан уҡытыусыһы “журналы № 6, 22-се бит.
Ә.Р. Ғимашева”Телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа отошло алымдар”
2. ”Башҡортостан уҡытыусыһы “журналы № 3, 9-сы бит.
З.Ә.Хәбибуллина”Тел яҙмышы-ил яҙмышы”
3. – Өфө: Китап, 2004.154 бит. Ғөбәйҙуллина Ф. Х. Беҙҙең байрамдар. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп сәхнәһе өсөн сценарийҙар.

3 загадки Солнечной системы

Шелковая горка

Девчата

Пятёрки

Астрономы наблюдают за появлением планеты-младенца