Исследовательская работа ученицы посвящена подвигу воинов Краснокамского района в Отечественной войне 1812 года.
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 35.87 КБ |
Илһөйәрлек – минең ҡанымда
Шәмсеғәлиева Алһыу
Йөкмәткеһе
I. | Инеш. | |
II. | Төп өлөш. Илһөйәрлек – минең ҡанымда. | |
2.1. | Илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ ҡалҡаны - башҡорт яугирҙарының беренсе Ватан һуғышындағы ролен асыҡлау. | |
2.2. | 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Краснокама районы уҙамандары. | |
2.3. | Яугир сәсән - етенсе быуын олатайым Таһир Миңлекәйевкә эйәреп. | |
2.4. | Минең тамырҙарым илһөйәр һәм ҡаһарман Таһир Миңлекәев нәҫеленән. | |
III. | Йомғаҡлау. | |
IV. | Сығанаҡтар. | |
Ҡушымта. |
Инеш
Беҙ һәр бер дәүерҙә батырлыҡтар ҡаҙанған, илебеҙгә дан-шөһрәт килтергән, халҡыбыҙҙың абруйын күтәргән уҙамандарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Башҡорт халҡының тарихында айырыуса дан яулаған ҡаһармандарыбыҙҙан Батырша Әлиевте, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты телгә алмау мөмкин түгел. Милләтебеҙҙең оҙон тарих юлдарында аҡыллы кәңәшсеһе, ҡыйыу һәм тәүәккәл юлбашсыһы Зәки Вәлидиҙең эшмәкәрлеге лә беҙҙе таң ҡалдыра...
Эйе, һанай башлаһаң, тыуған илебеҙҙе данға күмгән бөйөк шәхестәребеҙ, ҡаһармандарыбыҙ бихисап! Уларҙың барыһын да иң изге ҡиммәттәр – тыуған илгә, туған телгә тоғролоҡ, халыҡ мәнфәғәте берләштерә. Бигерәк тә 1812 йылғы Ватан һуғышы тарих биттәрендә мәңге онотолмаҫ ҡаһарманлыҡ осоро булып уйылып ҡалды.Тыуған ерҙең азатлығы өсөн күпме кеше баш һалды, күпме кеше ҡан ҡойҙо. Күп йылдар үтһә лә, уларҙың батырлығы онотолмай. Быуаттар үткән һайын хәтирәләр байый, яугирҙарҙың батырлыҡтары гүзәлләнә, яңыра, көсәйә, үҫә бара, сөнки һәр быуын уларға үҙ йөрәген, үҙ осороноң баһаһын бирә. Халыҡ хәтерендә мәңгелек урын биләгән сәрҙар Ҡаһым түрәнең дә ҡаһарманлығы бөгөнгө көндә мәңгеләштерелде тип әйтергә урын бар. Уның тураһында әҙәби әҫәрҙәр ижад ителгән, йырҙар, легендалар, риүәйәттәр сығарылған, тыуған ерендә стелла ҡуйылған. Үҙенең тыуып-үҫкән илен, заманын данлаған уҙамандар, әлбиттә, ҙур баһаға лайыҡ. Беҙҙең уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ләкин мине борсоған мәсьәлә шул: бөгөнгө көндә үҙ иле өсөн йәнен аямаған, дошман менән алышта батырлыҡтар күрһәткән бик күп яугирҙарҙың исеме мәңгеләштерелмәгән. Улар тураһында тарих китаптарында бик аҙ ғына мәғлүмәт бирелгән. Мәҫәлән, минең дә иғтибарға һәм оло маҡтауға лайыҡ 7-сы быуын олатайым – Краснокама районының Ноғай ауылында тыуып-үҫкән ҡаһарман Таһир Миңлекәйев бар. Ул 1807 йылда Польша һәм Пруссия ерҙәрендә хәрби компанияла ҡатнашҡан. Рәсәй менән Франция араһындағы һуғыш ваҡытында Рәсәй армияһына башҡорттар тарафынан бүләк ителгән 4000 атты илтеп тапшырған, яуҙарҙа ҡатнашып, тыуған ауылына иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡан. Матур итеп ғаилә ҡороп, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтергән, сәсәнлек талантына ла эйә булған. Шуға ла мин үҙемдең ғилми эшемдә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Краснокама районы яугирҙары тураһында белешмә биреүҙе һәм ата-бабам Таһир Миңлекәйевтең ҡаһарманлығын асыҡлап, уның исемен халыҡҡа сығарыуҙы маҡсат итеп алдым. Мин бөгөнгө көндә уның менән ғорурланам һәм ҡанымда быуындан-быуынға күсеп килгән илһөйәрлек сифаттары бар тип белдергем килә!
Ғилми эштең бурыстары: 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында әҙәбиәтте өйрәнеп, архив документтары менән танышып, музейҙарҙа булып, мөмкин тиклем киңерәк мәғлүмәттәр белеү; Краснокама ерлеген данға күмгән уҙамандарыбыҙҙы барлау, уларҙың гражданлыҡ позицияһын аңларға тырышыу.
Шуға ла эҙләнеү эшемдең темаһы булып Илһөйәрлек – минең ҡанымда” тора.
Эшемдең актуаллеге түбәндәгеләр менән дәлилләнә:
1) Беренсенән, бөгөн заманалар шундай үҙгәрҙе, донъя күләмендә әленән-әле кыҙыл нөктәләр пәйҙә була, һуғыштар бара, илдәр тарҡала. Бындай фажиғәле ваҡиғалар Рәсәй сиктәренә лә килеп етте. Киевта барған ҡанлы майҙан беҙҙе бик тетрәндерҙе. Бындай һәләкәттәр заманында кешеләрҙә бер-береһенә ышаныс кәмей, рухиәт ҡаҡшай, бигерәк тә йәштәр араһында суицид арта, ҡулына ҡорал алған үҫмерҙәр ҙә күбәйә.
Шуға ла мин халҡыбыҙҙың данлы һәм шанлы тарихына мөрәжәғәт иттем. Тыуып-үҫкән ерҙәребеҙҙең уҙамандары тураһында мәғлүмәттәрҙе өйрәнеү, уларҙың исемдәрен тергеҙеү йәш быуындың бурысы, тип уйлайым. Шулай уҡ алған белемдәремде, мәғлүмәттәремде үҙ тиҫтерҙәремә лә еткерергә ҡарар иттем. Улар ҙа киләсәктә илһөйәрлеккә ынтылып, һәр береһе үҙенең шәжәрә ағасын өйрәнер, тип ышанам.
2) Икенсенән, бөгөн кешелек донъяһында, бигерәк тә йәштәр араһында Тыуған ил, ер төшөнсәһе кеүек ҡиммәттәр үҙ бәҫен юғалтып бара кеүек. Һәр кем үҙ донъяһына сумып, үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртып йәшәргә күнеккән. Күберәк матди байлыҡ артынан ғына ҡыуыу күҙәтелә, рухи байлыҡ кешеләрҙе бик борсомай. Шуға ла тарихыбыҙға, данлы үткәндәребеҙгә, иле, теле өсөн йәнен аямаған ҡаһармандарыбыҙға йышыраҡ мөрәжәғәт итеү бөгөн бик мөһим.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, үҙем һайлаған теманы бик актуаль, тип һанайым.
Тикшеренеү предметы: Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы тарихы һәм мәҙәниәте.
Тикшеренеү объекты: Краснокама районынан 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар, Таһир Миңлекәйевтең ҡаһарманлығы, үҙемдең шәжәрәм һәм ижад емештәрем.
Эҙләнеү-тикшеренү методтары: әҙәби сығанаҡтарҙы өйрәнеү, архив материалдарын ҡулланыу, мәғлүмәтсе менән әңгәмәләшеү, шәжәрә төҙөү, ҡобайыр ижад итеү.
Эштең теоретик әһәмиәте булып Краснокама ерлегендә тыуып-үҫкән һәм 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар тураһында киң мәғлүмәт туплау.
Практик әһәмиәте: Ғилми эҙләнеү эше барышында тупланған материалдарҙы артабан тикшеренеү эштәрендә, тарих, тел дәрестәрендә ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ туған яҡ музейҙарын документаль яҡтан байытырға, ғөмүмән, 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһы менән ҡыҙыҡһыныусыларға файҙалы буласаҡ.
II. Төп өлөш. Илһөйәрлек – минең ҡанымда.
2.1. Илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ ҡалҡаны - башҡорт яугирҙарының беренсе Ватан һуғышындағы ролен асыҡлау.
1812 йылды Ватан һуышында рус, украин, белорус, Волга буйы һәм башҡа ерҙәр халыҡтарынан тыш башҡорттар ҙа ҡатнашып, дошманды еңеүгә ҙур өлөш индергән. Уртаҡ Ватаныбыҙ Рәсәйҙе һаҡлап яу ҡырында ҡалған һәм, Париж урамдарын айҡап, Елисей яландарында ҡурай тартып, дан-шөһрәт менән әйнәнеп ҡайтҡан батырҙарыбыҙ бер ваҡытта ла халыҡ хәтеренән сыҡмаҫ.
Наполеон Рәсәйгә барып ингәс, император Александр I халыҡтарға манифест менән мөрәжәғәт итә. Батша манифесы сиркәүҙәрҙә, мәсеттәрҙә, ауылдырҙағы йыйында һәм башҡа ерҙәрҙә уҡыла. Егерме биштән илле йәшкә тиклемге ирҙәр, дүрт-биш өйҙән бер кеше иҫәбенән, хеҙмәткә алынырға тейеш була. Ил сигендә хеҙмәт итеүсе башҡорт казактарына ҡаҙна тарафынан бер ниндәй ҙә жалование бирелмәй. Улар үҙҙәре иҫәбенә ҡоралланырға, ашарға һәм кейенергә тейештәр. Хәрби хеҙмәткә алынасаҡ һәр кеше яҡшы һөңгө, ҡылыс, мылтыҡ йәки уҡ табырға тейеш үҙенә. Яңы кейем һатып алырға, ике ат тоторға бурыслы.
1812 йылдың июль-октябрь айҙарында 18 башҡорт атлы полкы ойошторола. 1812 йылдың аҙағында һәм 1813 йылдың башында тағы ла 8 полк төҙөлә. 2 полк 1811 йылда уҡ барлыҡҡа килә. Шулай итеп, башҡорттар барлығы 28 полкты һуғышҡа оҙата. Башҡорттар йәшәгән һәр кантон йәки өйәҙ бер йәки өс полк биргән. Мәҫәлән, Пермь, Екатеринбург, Красноуфимск башҡорттары – 20-се полкты, Ҡурған башҡорттары – 19-сы полкты, Троицк башҡорттары – 18-се полкты, минзәләнекеләр – 3-сөнө һәм 5-сенең бер өлөшөн, Бәләбәй һәм Бөгөлмә башҡорттары 4-се полкты һәм 5-се, 12, 20-се полктарҙың бер өлөшөн, Верхнеуральск башҡорттары – 14-се, 15-се полктарҙы, стәрлетамаҡтар 12-се һәм 13-сө полктарҙы әҙерләй.
Атлы полк 500 ябай һалдаттан, ә командирҙар составы 30 кешенән (2 полк командиры – береһе – башҡорт, икенсеһе рус, 1 старшина, 5 ясауыл, 5 йөҙ башы, 5 хорунжа, 1 мулла, писарь, 10 илле башынан) торған. Быларҙан тыш, 1812-1813 йылдарҙа Ырымбур губернаһындаһы 4 тапҡыр рекрут буйынса 10 мең крәҫтиән һәм эшсе-хәҙмәткәрҙәрҙе һалдатҡа алалар.
Башҡорт яугирҙарының төп ҡоралы - һөңгө, ҡылыс, уҡ-ян, ә мылтыҡ һәм пистолет бик һирәктәрендә була. Шулай уҡ ҡайһы берҙәренең тимер күлдәктәре лә булған. Тимер сымдарҙан үрелгән бындай ауыр күлдәктәрҙе һуғышҡа инер алдынан ғына кейгәндәр. Ул яугирҙы һөңгөнән, ә алыҫ арала дошман пуляһынан һаҡлаған.
Ә парад кейеменә килгәндә, башҡорттарға үҙҙәре теләгәнсә кейенергә рөхсәт ителә. Шул осорҙа йәшәгән бер авторҙың яҙыуынса, башҡорт яугиры ошолай кейенгән: өҫтөндә – аҡ йәки күк төҫтәге буҫтау кафтан, киң ҡыҙыл һыҙатлы (лампаслы) шундай уҡ төҫтәге киң салбар, башында осло түбәле аҡ кейеҙ ҡалпаҡ, аяғында – ат тиреһенән тегелгән итек, билендә – ҡайыш билдек, портупеяһы менән ҡылыс һәм патрондар һала торған сумка.
Башҡорт яугирҙарына Рәсәй алып барған һуғыштарҙа йыш ҡатнашырға тура килгәнлектән, уларҙың үҙенсәлекле һуғышыу алымдары барлыҡҡа килә. Айырыуса дошмандың айырым отрядтарын ҡамап алып, юҡ итеүҙә ҙур оҫталыҡҡа ирешәләр. Йыш ҡына, ҡурҡып ҡасҡан булып, дошманды йәтеш урынға ылыҡтырып индерәләр ҙә, ҡапыл кире әйләнеп уратып алып, ҡыра торған булғандар. Ҡыҫымда ҡалған дошман, күп ҡорбандар юғалтып, бирелгән. Бер автор атлы яугирҙың һуғыштағы хәрәкәтен ошолай һүрәтләй: «…Дошманға етәрәк аҙым уҡ атылыр ер ҡалғас, башҡорт арҡаһындағы ҡанъялын күкрәгенә шыуҙыра ла, ике уҡ алып, береһен ауыҙына ҡаба, икенсеһен янына һала һәм шулай бер-бер артлы икәүһен дә атып ебәрә. Ә һөжүм иткәндә иҙеүҙәре асыҡ һәм еңдәре төрөлгән яугир, алға эйелеп, үҙәк өҙгөс әсе тауыш менән дошманына ҡыйыу ташлана һәм уҡ атымы ер яҡынлашҡас, 4 уҡ атып ебәрә лә, ҡыуып етеп, һөңгө менән сәнсә».
Хәрби йәйә ике төрлө ағасты бергә ҡушып эшләнә. Ул ныҡ булһын өсөн, эске яғының буйынан-буйына мөғөҙ киҫәктәре йәбештерелә. Тышына, еүешләнмәһен өсөн, туҙ урап йәбештерелә. Йәйәнең оҙонлоғо аршин ярымдан кәмерәк.
Кереш йылҡы тарамышынан эшләнә. Киптерелгән йылҡы тарамышы тәүҙә тарҡыла талҡылана. Ҡаты-ҡотолары бөтөрөлгәс, килелә төйөлөп, бик ныҡ йомшартыла. Шунан һуң ғына уны еп кеүек итеп ишергә мөмкин була.
Уҡ төҙ йүкәнән эшләнә. Йүкә ағасынан юнылған уҡ үҙәге еңел, тура һәм ныҡ була. Һуғыш уғы өсөн шулай уҡ шына ғына ҡағып ярылған ҡорос ағасын да файҙаланалар. Был ағастың күләгәлә үҫкән ботаҡтары яҡшы була. Пугачев менән Салауат батыр яуы баҫтырылғандан һуң, тимерлектәр ябылғас, уҡ осона мөгөҙ ҡуя башлайҙар. Шулай уҡ уҡҡа төрлө ҡош ҡауырһынын ҡуя.
Рәсәй яҙмышы өсөн хафаланған Ырымбур төбәге халҡы 1812 йылдың август урталарына тиклем ғәскәр иҫәбенә 500 мең һум аҡса күсерә. Бынан тыш, башҡорт халҡы 4 139 ат бирә.
2.2. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Краснокама районы уҙамандары.
Архив документтары менән танышырға, шәжәрә төҙөү өсөн оҙаҡ йылдар мәктәптә хеҙмәт дәрестәре уҡытҡан абруйлы Ғәфүр улы Рәүеф ағайым ярҙам итте. Ә шәжрә ағасымды инде башҡорт гимназияһында белем биргән уҡытыусыларым менән бергә төҙөнөк.
Беренсе Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, наградаларға лайыҡ булған Краснокама районы ҡаһармандары, әлбиттә, аҙ булмаған. Ләкин уларҙың бик күптәре тураһында мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Башҡортостан дәүләт архивында һаҡланған Краснокама районынан Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемлеге менән таныштырып үтәм. Улар түбәндәгеләр:
2.3. Яугир сәсән – етенсе быуын олатайым Таһир Миңлекәйевкә эйәреп…
Яугир сәсәндәр – еңеүгә рухландырыусы тел оҫталары ул. Сәсәндәр эштәре һәм ялҡынлы һүҙҙәре, ҡобайырҙары менән дә халыҡ мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһағандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, боронғо бик күп сәсәндәрҙең исеме һәм ижады беҙҙең көндәргә килеп етмәгән, йәки айырым әҫәрҙәре хәтерҙә һаҡланған хәлдә лә, авторы онотолоп, дөйөм халыҡ ижады төҫөн алған.
XVIII быуатта йәшәгән Байыҡ сәсәндең ижадын телгә алмау мөмкин түгел. Ул XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдарының, Пугачев етәкселегендәге крәҫтиәндәр һуғышының ғына түгел, ә 1812 йылғы Ватан һуғышы осоро ваҡигаларының да шаһиты булған. Байыҡ йәштән үк йыйындарҙа, һабан туйҙарында ал бирмәҫ оҫта телле сәсән булып дан алған. Сәсәнлек даны урал буйҙарында ғына түгел, алыҫ ҡаҙаҡ далаларына тиклем таралған.
Яуғирҙарҙы француздар менән яуға үҙенең илде һаҡларға, батырлыҡҡа өндәгән ҡобайырҙары менән оҙатып ҡалған һәм уларҙы яуҙан ҡаршы алған.
Байыҡ сәсәндең ҡобайырҙарын, уның батырлығы тураһында мәғлүмәттәрҙе ентекләп өйрәнгәндән һуң, етенсе быуын олатайым Таһир Миңлекәйевте үҙ заманының батыр уҙаманы итеп күҙ алдына баҫтырҙым, күңелемдәге ғорурлыҡ хистәре тағы ла көсәйҙе. Ул да бит Гәрәй ырыуын, үҙенең Тимерле нәҫелен, тыуып-үҫкән Ноғай аулылын данлаған. Таһир Миңлекәйев, минең Рәүеф ағайым бәйән итеүенсә, ҡурайҙа ла уйнай белгән, йырларға яратҡан, сәсәнлек талантына ла эйә булған. 1807 йылғы Пруссия компанияһында ҡатнашыуы уның ирек һөйәр батыр төбиғәтле кеше булыуы тураһында һөйләй. Рәсәй һәм уның союзниктарының Францияға ҡаршы һуғышы осоронда Польша һәм Пруссия территорияһында булған, 1813 йылда башҡорттарҙың Рәсәй армияһына бүләк иткән 4000 мең атын Вильно ҡалаһына тиклем оҙатҡан. Үҙе лә башҡорт ауылдарынан аттар йыйышҡан. Таһир Миңлекәйев шулай уҡ ике тапҡыр Яйыҡ йылғаһы буйында ил сигендә хеҙмәт иткән. Тыуған илен дошмандарҙан һаҡлап, яуҙарҙа ҡатнашып, тыуған иленә иҫән-һау әйләнеп ҡайта һәм балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләп матур ғүмер итә. Үҙенең бөтә оҫталығын, эшһөйәрлеген, таланттарын изге аманат итеп киләсәк быуынға-ейәндәренә тапшыра. Мәргән уҡсы булараҡ, уларҙы йәйә яһау, уҡ юныу һөнәренә лә өйрәтә.
Миңә бик күп мәғлүмәт биргән Рәүеф Ғафур улы, минең ағайым, оҙаҡ йылдар Ағиҙел ҡалаһында мәктәптә хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы булып эшләне, хәҙер хаҡлы ялда. 7-сы быуын олатайым Таһир Миңлекәйев тураһында иҫтәлектәрҙе ул үҙенең олатаһынан ишеткән.
Шулай уҡ мин Мөхәммәт Сафи Таһир улы Шәкирйәновтан да Краснокама районынан сыҡҡан яугирҙар тураһында белешмә алдым. Ул 1934 йылда Краснокама районының Яңы Ҡабан ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университеты тарих-филология факультетын тамамлай – филолог, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. Хеҙмәт юлын ауылда китапхана мөдире булып башлай. Тыуған яҡты өйрәнеүсе М.Шәкирйәновтың «Салауат күпере» китабында Башҡортостан республикаһының Краснокама районына ҡараған Ҡабан ауылының тарихы боронғонан алып бөгөнгө көнгә тиклем Сәфәр бабайҙың шәжәрәһе аша күрһәтелә. Уның яҙмаларында ла Таһир Миңлекәйев телгә алына.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатайым Таһир Миңлекәйевтың ҡобайырҙары беҙҙең быуынға тиклем һаҡланып ҡалмаған. Рәүеф ағайым үҙ олатаһынан яҙып алған Таһир Миүлекәйевтең ҡобайырын мин дә ятлап алып, күңел һандығыма һалып ҡуйҙым. Шулай итеп, етенсе быуын олатайымдың патриотизм, туғанлыҡ тойғолары менән һуғарылған ҡобайырҙарының береһе түбәндәгесә фараз ителә:
Һаумы, һаумы тыуған яҡ-
Ҡарағайҙар үҫкән яҡ;
Ҡар-бурандар аша ла
Мине көтөп алған яҡ.
Ҡабат ҡайтты юлдарым,
Өҙөлмәне моңдарым.
Утлы яуҙар үтһәм дә,
Дуҫтарымды күмһәм дә,
Һаман ҡайнар ҡандарым,
Һүрелмәне таңдарым.
Юлдар аша, йылдар аша
Еремде данлай йырҙарым.
Таһир Миңлекәев тураһында мәғлүмәттәр туплай башлағас, мин гимназияла ойошторолған Шоңҡар» түңәрәгенә яҙылдым, ҡобайырҙар, шиғырҙар ижад итеүҙә үҙемде һынап ҡараға булдым. Кешенең таланты нәҫел ептәре аша быуындан быуынға күсеп килеүенә иманым камил. Әгәр минең шәжәрә ағасымда, нәҫелемдә илһөйәр, ҡаһарман шәхестәр бар икән, тимәк, минең ҡанымда ла ул изге сифаттар дауам итә, мин дә илемә, еремә файҙалы, талантлы кеше булып үҫә алам.
Үҙем ижад иткән ҡобайырҙарым түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:
Ай тыуған яҡ, тыуған яҡ,
Һылыу булып тыуған яҡ;
Ауырлыҡҡа бирешмәй,
Ғорур булып ҡалған яҡ.
Һине һөйә әсәйҙәр,
Һине данлай атайҙар;
Уттар үтеп, һыуҙар кисеп,
Һине һаҡлай батырҙар.
***
Атҡа менгән Салауат,
Әйтеп ҡуйған аманат:
Киләһе йәш быуынға
Улар булһын васыят:
“Тыуған илде данлағыҙ,
Телебеҙҙе һаҡлағыҙ,
Атай-әсәй, туғандарҙың
Өмөттәрен аҡлағыҙ”.
***
Матур булһын уйҙарың,
Изге булһын ҡылғаның.
Намыҫың булһын алдан,
Һүҙең булмаһын ялған.
Ҡотло булһын һәр көнөң,
Уңышлы булһын эшең,
Дуҫың булмаһын яман,
Юлдашың булһын иман.
***
Яҡты нурҙар яна таңымда,
Нәҫел ебем ныҡлы булғанға.
Яҡты хистәр тула күңелемә
Ата-бабам иҫкә төшкәндә.
Ҡабатлайым шатлыҡ килгәндә,
Ҡабатлайым ауыр саҡтарҙа:
Ҡаһарманлыҡ - минең ҡанымда,
Илһөйәрлек - минең ҡанымда.
4. Минең тамырҙарым илһөйәр һәм ҡаһарман Таһир Миңлекәев нәҫеленән (шәжәрә ағасым).
Шәжәрә ул – йәшәү тамырыбыҙ, тарих төпкөлөн байҡау аша әлеге быуындарға киләсәккә тәҙрә асыу. Шәжәрәне тергеҙеү – ул халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлап алып ҡалыу. Һәр тәрбиәле кеше үҙ халҡының, ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Юҡҡа ғына боронғолар башҡорт ете быуынын белергә тейеш тип әйтмәгән бит.
Туғандарымды барлап, нәҫел ептәрен байҡап, мин шәжәрә төҙөү менән ҡыҙыҡһынам. Был эште минең ике туған ағайым Айрат башлап ебәргәйне, артабан миңә дауам итергә тура килде. 2010 йылда ҡалала үткәрелгән Шәжәрә байрамында ғаиләбеҙ, барлыҡ туған-тумасаларыбыҙ менән ҡатнашып, нәҫел ағасыбыҙ менән таныштырғайныҡ инде. Мин ул йылда гимназияның 2-се класында уҡый инем. 2011 йылда республика күләмендә үткән Шәжәрә байрамында ҡатнашып, «Иң тәрән тамырлы шәжәрә» номинацияһында еңдек.
Беҙ, Шәмсеғәлиевтар, тамырҙарыбыҙ менән XVII быуатҡа еткәнбеҙ. Шәжәрә ағасым Ноғай ауылында 1774 йылда тыуған Гәрәй ырыуы Тимерле нәҫеленән һәм миңә 7-се быуын олатай тура килгән Сарлаҡ улы зауряд-сотник Таһир Миңлекәйевкә барып тоташа. Уның улы 1810 йылғы Шәмсетдин 1831 йылда хорунжий Вилдан Ҡотлобаев етәкселек иткән 6-сы полкта Белоруссияла хеҙмәт итә.
1854 йылда Шәмсетдиндең улы Хәйрулла тыуа. 1866 йылда Ноғай ауылынан Яңы Ноғай һәм Ҡуҙғау ауылдары барлыҡҡа килә. Хәйрулланың 3 улы тыуа: Фәйзулла, Шәмсеғәли, Ҡорбанғәли. 1921 йылда Шәмсеғәли Ҡуҙғау ҡыҙы Миңлефакирәгә өйләнеп, 8 балаға ғүмер бирәләр. Фирҙәүес 1934 йылда тыуа. 1958 йылда Фәхилә исемле ҡыҙға өйләнә. Йәштәр тормош юлдарын Ҡуҙғау ауылында башлайҙар, ә 2 йылдан һуң Иҫке Ҡабан ауылына күсеп китәләр. Фирҙәүес олатайыбыҙ мал ҡараусы булып эшләй, Ә Рәхилә өләсәй балалар ҙа үҫтерә, колхоз эштәрендә лә йөрөй.
1989 йылда Иҫке Ҡабан ауылы урынында Башҡорт атом электорстанцияһы төҙөлә башлай. Шәмсеғәлиевтәр ғаиләһе Яңы Ҡабан ауылына күсеп килә. Улар тәрбиәләгән 4 ул һәм 2 ҡыҙ үҫеп етеп, үҙ ғаиләләрен ҡоралар. Хәҙер Рәхилә менән Фирҙәүестең 11 ейәне һәм 2 бүләһе Ағиҙел ҡалаһында һәм Яңы Ҡабан ауылында йәшәй. Руслан, Динара,Фәнил, Гөлнара һәм Айрат башҡорт гимназияһын уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йорттарында белем алалар. Мин әле гимназияның 8-се класында белем алам.
Беҙҙең ғаиләлә ижад менән мауыҡҡан кешеләр бихисап. Ағайыбыҙ Рәүеф Ғәфүр улы - белеме буйынса тарих уҡытыусыһы. Ул тыуған Дәүләкән районы халыҡ ижады өлгөләрен йыйып, «Дәүләкән ынйылары» тигән китап баҫтырып сығарҙы. Айрат ағайым менән миңә ырыуыбыҙҙың шәжәрәһен төҙөгәндә Башҡортостан дәүләт архивынан кәрәкле мәғлүмәттәр алырға ярҙамлашты.
III. Йомғаҡлау
Башҡорт халҡы бер ваҡытта ла башҡа халыҡтарҙың ерҙәренә баҫып инеп, ҡан ҡоймаған, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙын рәнйетмәгән. Ул, киреһенсә, үҙе ете быуат ярым буйы ҡанһыҙ баҫҡынсыларҙың йыртҡыслығынан ҡаты ғазап сиккән, йән аямай ғәҙеллек өсөн, азатлыҡ өсөн көрәшкән. Башҡорт халҡында патриотизм тойғоһо һәр ваҡыт көслө була. Тыуған илде яҡлау, ҡурсалау өсөн олатайҙарыбыҙ тәнен дә, йәнен дә йәлләмәгән. Шул арҡала ғына Рәсәй ғүмер баҡый үҙаллы һәм бойондороҡһоҙ булып йәшәгән.
Башҡорттар 1812 йылғы Ватан һуғышында берҙәм ҡатнашыуҙары менән ғорурланғандар, шулай итеп улар Тыуған илгә ҡарата булған һөйөүҙәрен иҫбатлағандар. Тыуған иле өсөн ғүмерен аямаған батырҙарҙы хөрмәтләргә һәм онотмаҫҡа тейешбеҙ.
Яугирҙар батыр, ирек һөйәр тәбиғәтле кеше генә булмағандар, ә үҙҙәренең һүҙ оҫталығы менән һуғышсыларҙың рухын күтәргәндәр, еңеү өсөн тос өлөш индергәндәр. Улар тыуып үҫкән ерен данға күмгән уҙамандар.
Минең шәжәрә ағасымдың тамыры – етенсе быуын олатайым Таһир Миңлекәйевтең шәхесе лә ентекләп өйрәнеүҙе талап итә, уның исеме халыҡ теленә сығарылырға тейеш, тип уйлайым. Мәғлүмәттәрҙән һәм иҫтәлектәрҙән күренеүенсә, ул, ысынлап та - илһөйәр һәм ҡаһарман шәхес. Шуға ла, илһөйәрлек минең ҡаныма һалынған, тип иҫбатлай алам һәм үҙемдең шәжәрә ағасым менән ғорурланам.
IV. Сығанаҡтар.
1. Хамматов Я. Төньяҡ амурҙары. Роман. Башҡортостан китап нәшриәте, 1983.
2. Әсфәндиәров Ә. Олатайҙарҙың бар тарихы... – Өфө: Китап, 2005.
3. Ә.Вәлиди Туған. Башҡорттар тарихы. – Өфө: Китап, 2005.
4. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт архивы, ф.2, Оп,1, д.3724,4670 GCP 1. Т.32 № 25505, 702-се бит.
5. Шәкирйәнов М.С. Салауат күпере: Тарихи-публицистик һүрәтләмә “ Нефтекама Матбуғат йорто” дәүләт унитар предприятиеһы. 2010.
6. Мәғлүмәтсе - Рәүеф Ғәфур улы Мөхәммәтғәлин.
7. Мәғлүмәтсе - Мөхәммәт Сафи Таһир улы Шәкирйәнов.

Как нарисовать осеннее дерево акварелью

Как я избавился от обидчивости

Астрономический календарь. Июнь, 2019

Рисуем к 23 февраля!

Нечаянная победа. Айзек Азимов