• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Сочинение

Опубликовано Лариса Рамильевна Сахибгареева вкл 15.02.2025 - 20:59
Лариса Рамильевна Сахибгареева
Автор: 
Хатмуллина Гузалия

Сочинение о работниках сельского хозяйства

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hleb-vsemu_golova.docx15.76 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы Илеш районы муниципаль районының мәғариф идаралығы муниципаль казна учреждениеһы

“Икмәк бөтәһенә лә баш”

 ижади эштәр конкурсы

(инша)

Башҡарҙы: Хәтмуллина Гүзәлиә Айнур ҡыҙы

Башҡортостан Республикаһы Илеш районы

 муниципаль район муниципаль бюджет

                                                              учреждениеһы Исәмәт ауылы урта дөйөм

 белем биреү мәктәбенең 7 –се класс уҡыусыһы

Уҡытыусыһы:Сәхибгәрәева Лариса Рәмил ҡыҙы

“Кешелек тарихында икмәк

 башҡарған вазифаны башҡа бер ни ҙә

атҡара алмаған һәм атҡара алмаясаҡ”

(Рәшит Солтангәрәев)

    Икмәк!...Өҫтәлдә ниндәй генә затлы ризыҡтар булғанда ла, икмәк, һинән башҡа йәшәү ҙә, тормош та юҡ. Икмәк – йәшәү сығанағы. Борон-борон замандан бирле, әле ҡул менән ураҡ урғанда, ҡул менән һуҡҡанда уҡ икмәк үҫтереү, эшкәртеү иң ауыр эш булып һаналһа ла, кеше бер ауырһынмай, бер ҙә зарланмай уны эшкәрткән. Сөнки икмәктән башҡа тормош та, йәшәү ҙә юҡ.

  Беҙҙең ауылыбыҙҙа колхоз юҡ. Механизатор ағайҙар күрше Иҫке Күктау ауылының “Урожай” ширкәтенә эшкә йөрөй. Клар Исәмәт, Турасы, Төкәй-Тамаҡ баҫыуҙарын да эшкәртергә киләләр.

Ябай ерҙе алтын итә бит ул игенсе ҡулы. Яңы ғына сәскән орлоҡтар үҫеп, туҡ башаҡлы игердәрҙең башы ергә эйелгән мәлдә урып-йыйыу эше башлана.Бына шул саҡта урам буйлап бер бер артлы теҙелеп комбайндар үткәнен ҡустыларым менән ҡапҡа төбөнә сығып ҡарап торорға яратам.Уларға ҡул да болғап ҡалам әле мин!

Игенсенең ҡулы ҡарайһа ла

Ҡара эштән – иген иккәндә.

Күңелдәре тик яҡтыра бара

Илгә биргән ап –аҡ икмәктән.

    Урып-йыйыуҙа Илмир Ғалимарҙанов, Айҙар Биксурин ағайҙар бер ҡасан да беренселекте башҡаларға бирмәйҙәр.

Бер-бер артлы килә тора

Ерҙең алтмыш төрлө эше.

Быны тик хәл итә ала

Үҙ ерен ныҡ һөйгән кеше.

  Үҙҙәренең фермер хужалыҡтары ерҙәрендә Зәбир Харисов, Фларис Фәрхетдинов ,куршебеҙ Фәүҙәт Ғарипов ағайҙар ғаиләләре, туғандары менән күп көс һалып иген үҫтерәләр, мул уңыш алалар. Минең атайым да ер кешеһе.Техникаға ултырып ала ла яҙын,йәйен,көҙөн Фәүзәт ағайға баҫыу эштәрендә ярҙамлаша.Эх, күрһәгеҙ ине атайымдың күңел биреп, дәртләнеп трактор, комбайнда эшләгәнен!

Ҡөҙрәте киң әпәкәйҙең;

Таңды таңға тоташтыра.

Тир һораған хеҙмәтте

Шатлыҡ менән тоташтыра.

     Баҫыуҙан ҡайтҡан уңыш онға әйләнеп, унан тәмле икмәк, башҡа төрлө ҡамыр ризыҡтары бешерәләр.Афғанстан һуғышы яугиры, шәхси эшҡыуар Энгиль Кәбиров ағайҙың икмәк бешереү цехы бар. Ауыл халҡы йоҡонан уяныуға донъялағы иң тәмле еҫ –яңы бешкән икмәк еҫе һауаға тарала.Төн йоҡоларын ҡалдырып оҫта ҡуллы Лүзә апай бешергән икмәк еҫе ул.Энгиль ағай үҙе был икмәкте тирә-яҡ ауылдарға ла машинаһы менән илтеп сыға.

Ниндәй генә система булыуына ҡарамаҫтан, кешелек тарихында ниндәй генә дәүер булмаһын –икмәкһеҙ йәшәп булмай.Шуның өсөн иртә таңдан алып ҡараңғы төнгә тиклем эшләргә кәрәк. Баҫыу эше - миҙгелле эш: ваҡытында йыйып алдыңмы-оттоң, һуңға ҡалдыңмы –отолдоң. Игенде әрәм – шәрәм итмәйенсә ваҡытында эшкәртһәң генә тәмле ризыҡ булып икмәк беҙҙең өҫтәлгә килеп ята. Ә уға тиклем күпме көс,күпме хеҙмәт, күпме тырышлыҡ киткән...

  Ҡул менән эшләгәндән башлап бөгөн ниндәй генә заманса юғары технологиялар булыуына ҡарамаҫтан барыбер ҙә икмәкте ҡара тиреңде түкмәйенсә эшкәртеп булмай. Шуға күрә лә ул, моғайын да, өҫтәлебеҙҙә иң затлы ризыҡ булып иҫәпләнә.Кешенең тамағы туҡ булһа ғына уның йәшәүгә дәрте була. Икмәк бер ҡасан да өҫтәлдәребеҙҙә бөтмәһен.

Онотмайыҡ йәйге селләләрҙә

Ең һыҙғанып кемдәр иккәнен,

Онотмайыҡ бәрәкәтле ерҙең,

Ҡара ерҙең ҡара икмәген!

.


Поделиться:

За чашкой чая

Плавает ли канцелярская скрепка?

Сказки пластилинового ослика

Любили тебя без особых причин...

Лиса и волк