Вәлиева Айһылыу Рәсүл ҡыҙы

Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, ниндәй төҫтәр менән рәсем төшөрөү беҙҙән генә тора.

Әгәрҙә тәрбиәсе әкияткә ышана икән , уға балаларҙа ышынасаҡ .

Профессия: Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

Профессиональные интересы: Йыр, бейеү, театр

Увлечения: Байрамҙарҙа катнашыу , мулина ептәре менән сигү

Страна: Россия

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Тыуған ерем: Илеш районы, Yрге Яркей ауылы.

Место работы: Муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы Үрге Йәркәй ауылы 3 һанлы балалар баксаһы

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/ayhylyu-rsul-kyzy-vlieva
Тәрбиәсе оҫта көршәксе кеүек . Уның ҡулдарында йомшаҡ , һығылмалы балсыҡ нәфис һауытка әүерелә , әммә иң-иң мөһиме , был һауыт нимә менән тултырыласаҡ . Тәрбиәсе бурысы , был һауытты изгелек , мәрхәмәтлелек , ижад , белем , оҫталыҡтар , кунекмәләр менән тултырыу . Был һауыт матур биҙәк кенә түгел , ә йәмғиәтебеҙ өсен файҙалы һәм кәрәле булһын .

                                                                                     

Балала үҙ халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныу уятыу, уның ижади потенциалын, үҙ-үҙенә һәм үҙ көсөнә ышанысын үҫтереү. Эмоциональ яҡтан тотороҡло, ижади, әүҙем, үҙ-үҙен тәьмин итеүсе шәхес үҫтереү.

О себе

 

 

МИН АУЫЛДЫҢ ҠЫҘЫ.

 Йәшермәйем-мин ауылдың ҡыҙы,
Ялан-аяҡ үҫтем үрамда,
Ҡаҙ себешен көтә инем арып,
Өй эшенә әсәй сумғанда.
Йәшермәйем-мин ауылдың ҡыҙы,
Ағас ҡалаҡ менән ашаным,
Тәүге битен-алыр белемемдең,
Иҫке Әлифбанан башланым.
Йәшермәйем-мин ауылдың ҡыҙы,
Ыштаным да булды ямаулы,
Ауырлыҡтар бик йыш йонсотһа ла,
Һәр беребеҙ булдыҡ ҡараулы.
Йәшермәйем-мин ауылдың ҡыҙы,
Зәңгәр бишмәт ине өҫтөмдә,
Еңе ҡыҫҡарып,ҡулым әрнегәне,
Әле һаман минең иҫемдә.
Йәшермәйем-мин ауылдың ҡыҙы,
Шуңа микән холҡом түҙемле,
Тик ауылда тыуып-үҫкән генә,
Аңлар кеүек минең һүҙемде.
Ауыл ҡыҙы мин-ләкин иҫем китмәй,
Ауыл...ауыл...тип бармаҡ төрткәнгә,
Ауыл ҡыҙы мин-шуның менән көслө,
Тормош ҡәҙерен белеп үҫкәнгә.
З. Ярмухаметова

 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

 

Эске донъямды формалаштырған китаптар: Бөйөк Ватан һуғышы тураһында китаптар мине битараф ҡалдырмай, әкиәттәр, рус классикаһын уҡырға яратам. Үҙ аллы белем алыу сиктәрендә даими рәүештә төрлө методик әҙәбиәт уҡыйым.

Мой взгляд на мир

 

Кеше һәм тәбиғәт бер-береһенән айырылғыһыҙ. Беҙ – уның бер өлөшө: һыуһыҙ, ерһеҙ, һауаһыҙ, аҙыҡһыҙ бер кем дә йәшәй алмай бит. Әммә ниңәлер күптәр тәбиғәт биргәнде ҡәҙерләмәй.Мин тирә-яҡ мөхитте үҙемсә һаҡлайым: ҡоштарҙы һәм хайуандар­ҙы ашатам, уларҙы рәнйетмәйем, сүп-сар ташламайым, ағастар һәм сәскәләр ултыртам, һыуҙы, ҡағыҙҙы, газды, электр энергияһын са­рыфламайым. Тәбиғәткә зыян килтермәҫкә тырышам.

Мои публикации:
Аппликация, лепка
Математика
Окружающий мир
Развитие речи
Разное
Рисование
Сценарии праздников
Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: