Главные вкладки
Мөхәмәтшина Гөлнур Жәҙит ҡыҙы
сайт учителя башкирского языка
Профессия: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Профессиональные интересы: Башҡорт теле дәрестәрендә уйын алымдарын ҡулланыу
Увлечения: китаптар уҡыу, сигеү, бәйләү, кулинария
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: г. Уфа
Место работы: МБОУ СОШ № 36
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/muhametshina-gulnur-zhaditovnaЯҡшы уҡытыусы булыу өсөн уҡытҡан фәнеңде һәм уҡыусыларыңды яратыу мөһим.
Кешегә аң-белем, тәрбиә бирә белеү - үҙе бер талант. Бөгөнгө көн уҡытыусыһы шул талантҡа эйә булған, бирелгән тәбиғи талантын юғалтмаған, уны үҫтереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләгән, уҡыусыларын, халҡын, тыуған ерен ныҡ яратҡан, үҙ эшенең ысын оҫтаһы булған оло йөрәкле, көслө рухлы, донъяға киң ҡарашлы кеше.

О себе
Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда уҡ үҙемдең буласаҡ һөнәремде билдәләгәйнем инде. Шуға ла М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дҡәүләт педагогия университетытының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем. Хәҙер нисә йыл Өфө ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир
З. Биишева "Яҡтыға", М. Кәрим "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ".

Моё портфолио
Тел - милли аңдың, милли рухиәттең, тарихи хәтерҙең, ғөмүмән, милләттең нигеҙ ташы. Бына ошо телде йәш быуындың зиһен, күңел донъяһына еткереү - иң элек уҡытыусы өлөшөнә төшә.
Уҡытыусынан да бөйөгөрәк һөнәр юҡтыр ул. Ниндәй генә юғары дәрәжә биләгән кеше булмаһын, тик уҡытыусы ярҙамында ғына ул бейеклектәргә үрләй. Заман үҫешкән һайын яңынан-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Әммә шулар араһында уҡытыусы һөнәре һәр саҡ иң юғары баҫҡыста тора. Ысын уҡытыусы булыр өсөн ғүмер буйы уҡырға, өйрәнергә, ә иң мөһиме - балаларҙы яратырға һәм хөрмәт итә белергә кәрәктер. Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмйем, яратҡан эшем ҡанат ҡуя. Йылдар үтеп, тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанысым арта. Әҙәп-әхлаҡҡа, белемгә, яҡтыға, яңы үрҙәргә әйҙәүсе, заман менән бергә атлаусы, уны һәм йәмғиәтте тәҙәүсе, ысын кешене, шәхесте тыуҙырыусы ул уҡытыусы!
Үҙ һөнәреңде яратып, хеҙмәтеңә күрә хөрмәтен дә тойоп йәшәүҙән дә ҙур бәхет бар микән?!
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты