туған телдән эш программаһы
рабочая программа на тему

Мөхәмәтшина Гөлнур Жәҙит ҡыҙы

Туған телдән 2015-2016 уҡыу йылына эш программаһы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 3_kl._tugan_teldn_esh_programmahy.docx73.62 КБ

Предварительный просмотр:

I. Аңлатма яҙыу

- Норматив документтар:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы 29.12.2012 й. № 273;
  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;                                    
  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

- Маҡсаттар:

- Бәләкәй кластарҙа үҙләштерелгән диалогик, монологик телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу; ишеткәнде, күргәнде, уҡығанды һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

- Һорау биреү, һорауҙарға үҙ һүҙҙәре менән яуап биреү, тема(ситуация) буйынса һөйләшеү күнекмәләрен артабан үҫтереү.

- Һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереү, уларҙы һөйләшеүҙә, яҙыуҙа дөрөҫ ҡулланыу; һүҙ байлығын арттырыу.

- Картина, экскурсия, сюжетлы һүрәттәр буйынса телдән (һәм элементар яҙма) текстар төҙөү.

- Тәҡдим ителгән тематика буйынса уҡыу, текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү.

- Программаға ярашлы грамматик материалды үҙләштереү, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү.

- Тыуған төйәк, кешенең һәйбәт сифаттары хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, шиғырҙар ятлау, йырҙар һәм бейеүҙәр өйрәнеү, уларҙы башҡарыу; башҡорт театры һәм филармонияһы спектаклдәрен, концерттарын ҡарау. Башҡорт халҡы, уның киң күңеллеге, эшсәнлеге, дуҫлыҡ һ.б. хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, һөйләшеү.

- Программа кимәле: базис.                                                                                                                            

- Уҡытыу процесын ойоштороу үҙенсәлектәре: класта  дәрес.

- Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре:

Киң таралған “уҡытыусы – уҡыусы” тибындағы аралашыу системаһынан тыш, өйрәтеү – уҡытыу процесына “уҡыусы- уҡыусы”, “уҡыусы – төркөм”, “уҡыусы – синыф”, шулай уҡ “уҡыусы – дәреслек”, белешмәләр, һүҙлектәр, “уҡыусы – компьютер” системаларын әүҙем ҡулланырға кәрәк. Башҡорт телен уҡытыу барышында уҡыусылар өсөн мөһим роль уйнаған дөйөм уҡыу күнекмәләрен һәм эшмәкәрлек ысулдарын үҫтереү буйынса маҡсатлы эшләү түбәндәгенән тора:

- интеллектуаль (дөйөмләштереү, классификациялау,  сағыштырыу, үҫеш һ.б.)                                                                                                                                     - танып белеү эшмәкәрлеге (уҡыу-танып белеү мотивтары, уҡыуҙа үҙаллылыҡ һәм үҙ-үҙеңде ижади яҡтан күрһәтеү кәрәклеге һәм уҡыу эшмәкәрлеге барышында яңы маҡсаттар һайлау, ҡуйыу, ҡабул итеү һәм уларға өлгәшеү өҫтөндә эшләү).                                                                                                                                                                                                                       - ойоштороу (хеҙмәттәшлек итеү һәм үҙешмәкәрлекте планлаштырыу эше).          

II. Уҡыу предметына дөйөм характеристика:

Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре:

  • балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк урынға ҡуйыла.
  • дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  • Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

              3-сө класта башҡорт теле һәм уҡыу материалдарының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:

        - аралашыу, һөйләшеү өсөн диалог темалары;

        - класта һәм өйҙә уҡыу өсөн әҙәби һәм фәнни-популяр текстар;

        - фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материал;

        - уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;

        - уҡыусылар үҙләштерергә тейеш һүҙҙәр теҙмәһе.

3 класс өсөн программала һөйләшеү, уҡыу (класта һәм өйҙә), практик үҙләштереү өсөн тел (грамматик) материал тематик принципта урынлаштырыла. Был принцип тейешле һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе өйрәнеүҙә, телмәр үҫтереү эштәрен ойоштороуға ыңғай  йоғонто яһай, класта уҡытыу- тәрбиә эштәрен системалы, эҙмә-эҙ ойоштороуға, уҡыу материалын тормош менән бәйләргә, балаларҙың тормош һәм телмәр тәжрибәһен байытырға һәм киңәйтергә ярҙам итә.

III. Уҡыу предметының уҡыу (белем биреү) планындағы урыны: Йылына – 105 сәғәт, аҙнаһына – 3 сәғәт.

IV. Программа йөкмәткеһенең рухи ҡиммәттәрен тасуирлау:

Башҡорт телен уҡытыуҙың һөҙөмтәләренең береһе булып уҡыусыларҙың рухи ҡимәттәрҙе үҙләштереүе тора.

Мәрхәмәтлелек – үҙеңде донъяның бер өлөшө итеп ҡабул итеү; рухи донъяның ҡағиҙәләрен аңлау (шәфҡәтле бул, үҙең менән нисек аралашыуҙарын теләһәң, кешеләргә лә шул уҡ ҡарашта бул).

 Аралашыу – уның йәмғиәттең мөһим бер тармағы, мәҙәниәттең төп элементы икәнен аңлау.

Тәбиғәт – дөйөм кешелектең бер тармағы. Тәбиғәткә һөйөү – беренсенән, уға һаҡсыл ҡараш, икенсенән, уның матурлығы, гармонияһы, камиллығы менән һоҡланыу. Башҡорт теле дәреслектәрендә бирелгән әҙәби һәм фәнни-популяр текстар өҫтөндә эштәр  аша тәбиғәткә ҡарата һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Матурлыҡ тойғоһо – башҡорт теленең матурлығын, уның тасуирлау мөмкинлектәрен аңлау.

Дөрөҫлөк – фәнни танып белеүҙең кешелек мәҙәниәтенең бер өлөшө икәнен аңлау, тел донъяһына үтеп инеү, улар нигеҙендә ятҡан законлыҡтарҙы аңлау; белемгә өҫтөнлөк биреү, дөрөҫлөктө асыҡлау, танып белеүҙең үҙенең үҙе бер ҡиммәт икәнен төшөнөү.

Ғаилә ҡиммәттәре – кеше тормошонда ғаиләнең мөһимлеген аңлау, үҙ тамырҙарыңды белеү, ғаиләгә, туғандарға ҡарата эмоциональ-позитив ҡараш, яуаплылыҡ, ололарға, уларҙың рухи идеалдарына ихтирам хисе тәрбиәләү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡимәттәре – кеше тормошонда хеҙмәттең ролен аңлау, ойошҡанлыҡ, маҡсатҡа ынтылышлы булыуҙы, яуаплылыҡ, үҙаллылыҡ, дөйөм хеҙмәткә һәм әҙәбиәт  өлкәһендәге хеҙмәткә, ижадҡа баһалы ҡараш тәрбиәләү.

Гражданлыҡ һәм ватансылыҡ– үҙеңде йәмғиәт, халыҡ, илдең вәкиле итеп аңлау; үҙ телеңдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү; үҙ илеңә: уның тарихына, мәҙәниәтенә, тормошо һәм халҡына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Кешелеклелек – үҙеңде Рәсәйҙең генә гражданы тип түгел, ә бөтә донъяның бер өлөшө итеп ҡабул итеү, был донъя тереклеге һәм артабанғы үҫеше өсөн тыныслыҡ, хеҙмәттәшлек, толерантлыҡ, башҡа мәҙәниәт һәм телдәргә ҡарата ихтирам кәрәклегенә төшөнөү.

V. «Башҡорт (дәүләт) теле» предметының өйрәнеү (шәхси, предмет-ара һәм предмет) һөҙөмтәләре:        

3  класта  «Туған башҡорт теле» предметының шәхсән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  • тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү;
  • башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;
  • аралышыуҙа рус теленән алған башҡорт телендә тәржемә итеп ҡуллана белеү;
  • башҡорт теленең БР-да дәүләт теле булыуын аңлау һәм төшөнөү;
  • башҡорт теленән алынған белем һәм күнекмәләрҙе мәктәптә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу;
  • аралышыуҙа рус теленән алған башҡорт телендә тәржемә итеп ҡуллана белеү;
  • башҡорт телен башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи байлығын өйрәнеү сараһы булараҡ ҡулланыуҙы аңлау;
  • төрлө социаль ситуацияларҙа оло кешеләр һәм үҙ тиңдәштәрең менән хеҙмәттәшлек күнекмәләрен үҫтереү;
  • үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлелеге үҫтереү;
  • уҡыған әҫәрҙәрҙең геройҙарына, уларҙың ҡылыҡ, эштәренә үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү.
  • Предмет-ара һөҙөмтәләр булып универсаль эш төрҙәрен формалаштырыу тора.

Регулятив  УЭТ:

  • уҡытыусы ярҙамында дәрестә эш маҡсатын билдәләү;
  • дәрестә эштең эҙмә-эҙлеклелеген билдәләү;
  • уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләргә өйрәнеү.

Регулятив УЭТ формалаштырыуҙың сараһы булып дөрөҫ уҡыу формалаштырыу  һәм проблемалы диалогик уҡытыу технологиялары тора.

Танып белеү УЭТ:

  • китап менән эшләй белеү (шартлы тамғаларҙы айырыу);
  • текста, һүрәттәрҙә һорауҙарға яуап табыу;
  • уҡытыусы һәм уҡыусыларҙың берҙәм эшенә баһа биреү.

Танып белеү УЭТ сараһы – дәреслек текстары һәм функциональ грамотлылыҡты (мәғлүмәт менән эшләргә өйрәтеү күнекмәләрен) булдырыусы методик күрһәтмәләр.

Коммуникатив УЭТ:

  • фекереңде телдән һәм яҙма рәүештә белдереү (һөйләм һәм бәләкәй текст кимәлендә);
  • башҡаларҙың телмәрен тыңлау һәм аңлау;
  • тексты тасуири уҡыу һәм һөйләү;
  • уҡытыусы менән берлектә класташтар менән үҙеңде нисек тотоу һәм аралашыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләшеү һәм уларҙы үтәү;
  • икәүләп, төркөмдә эшләргә өйрәнеү; төрлө ролдәр башҡарыу (лидер, башҡарыусы)
  • яңғыраған телмәрҙе (ололарҙың һәм тиңдәштәреңдең әйтеүе, балалар тапшырыуҙары, аудиояҙмалар һәм мәғлүмәти технологияның башҡа формаларын) адекват ҡабул итеү;
  • һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, өндәрҙе һәм һөйләмде төҙөү, әйтеү буйынса белем һәм күнекмәләр;
  • бирелгән тема буйынса диалог төҙөй белеү; һорауҙарға ҡыҫҡа һәм тулы яуап биреү, диалогты башлай һәм тамамлай белеү;
  • әҙерләнеп һәм әҙерләнмәй етеҙ, аңлап һәм тасуири уҡыу, тексты ҡыҫҡа һәм һайлап һөйләй белеү;
  • таныш орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланып, уҡытыусы ярҙамында һәм үҙ аллы өйрәнеүҙә контроль характерҙа яҙма эштәрҙе башҡара белеү;
  • үҙ аллы эшен тикшерә һәм башҡорт теленән предмет-ара (башҡа предмет дәрестәрендә) үҙ белемеңде анализлай белеү;
  • төп предметтан предмет-ара аңлатмаларҙы үҙләштереү;
  • мәктәптә һәм мәктәптән тыш ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып, башҡорт телендә аралышыу.

Коммуникатив УЭТ формалаштырыуҙың сараһы булып продуктив уҡыу һәм парҙар менән һәм бәләкәй төркөмдәрҙә эш ойоштороу тора.

«Башҡорт теле» курсын өйрәнеүҙең предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  • тексты һөйләмдәр йыйылмаһынан айырыу;
  • әкиәттәр, шиғырҙар,  йомаҡтар,  көләмәстәр тыңлау һәм уҡыу, яуаптар табыу;
  • башҡорт теленең бөтә өн-хәрефтәрен белеү;
  • һүҙҙең ниндәй өндәрҙән тороуын әйтеү (һуҙынҡылар – йомшаҡ, ҡаты; тартынҡылар – яңғырау, һаңғырау); «өн» һәм «хәреф» төшөнсәләрен бутамау; һүҙҙе ижектәргә бүлеү, баҫым ҡуйыу;
  • һүҙгә өн анализы яһау, тартынҡы өндәрҙе, ҡаты һуҙынҡыларҙы йомшаҡтарынан айырыу, өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, һүҙҙәр төҙөү;
  • һүҙҙә өн һәм хәрефтәр һанын билдәләү;
  • һүҙ башында, исем-фамилияла ҙур хәреф яҙыу;
  • баҫма өлгөнән күсереү һәм һүҙҙәрҙе яҙғанда хәрефтәр бәйләнешен дөрөҫ ҡулланыу;
  • Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү. Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? һорауҙарын аңлау һәм яуап биреү;
  •  Минең, һинең, уның, һеҙҙең, уларҙың алмаштарын мәғәнәләре буйынса айырыу һәм телмәрҙә ҡулланыу;
  • Таныш  тема буйынса телдән һөйләү;
  • башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төшөнсә алыу;
  • орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;
  • өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек тел берәмектәрен таба, сағыштыра, классификациялай (бүлә), ҡылыҡһырлай (характеристика бирә) алыу оҫталығы;
  • үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлеге.  

   Грамотаға өйрәтеү ваҡытында кластан тыш әҫәрҙәр тәҡдим ителмәй. Әлифба һуңы осоронда ғына уҡытыусы күҙәтеүендә “Бүләк” дәреслегенән, “Аҡбуҙат” һәм “Йәншишмә» газетаһынан әҫәрҙәр уҡырға була. Һүҙлек һүҙҙәре китап һүҙлегенән алына, уҡытыусы ҡарамағында улар күберәк йәки аҙыраҡ алынырға мөмкин.

VI. Төп йөкмәткеле йүнәлеш:

№1. Һаумы, мәктәп!

1 сентябрь – Белем байрамы. Мәктәп, балаларҙың белем алыуы тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр үткәреү. Уҡыу һәм ятлау өсөн материалдар.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү. Һорауҙарға һөйләмдәр менән яуап биреү.

№ 2. Йәйҙе иҫкә төшөрөү

  Йәйге тәбиғәт, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре, ялы хаҡында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. Йәйге тәьҫораттар тураһында әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү. Авторҙар тарафынан темаға ҡарата эшкәртелгән мәҡәләләр.

Башҡорт телендә алфавит. Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә күнегеү. Бирелгән ситуациялар буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөү һәм һөйләү.

№ 3. Алтын көҙ килә еремә

Башҡортостанда, тыуған төйәктә көҙгө тәбиғәт, ундағы буяуҙар байлығы, көҙгө муллыҡ, ололарҙың һәм балаларҙың көҙгө эштәре, осар ҡоштар, йәнлектәр тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү.

Көҙ темаһына альбом төҙөү, әҙәби монтаж әҙерләү, тәбиғәткә экскурсия үткәреү, тәбиғәтте һаҡлау буйынса конкрет эштәр башҡарыу, әңгәмәләр үткәреү, тәбиғәт һәм уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) берлек, күплек, яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, урын, ваҡыт, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүе (күҙәтеү, иҫкә төшөрөү, практик үҙләштереү)

№ 4. Кешене кеше итеүсе- хеҙмәт

  Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте, яҡшы сифаттар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү, мәҡәлдәр әйтеү. 

  Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Билдәнең төрлө миҡдарҙа икәнен (сифат дәрәжәләрен) белдереүсе сараларҙы күҙәтеү, практик үҙләштереү.

  Абзацтың темаһын билдәләү. Абзацты һөйләмдәргә бүлеү. Айырым һөйләмдәрҙән бәләкәй хикәйә төҙөү.

№ 5. Нимә яҡшы, нимә насар?

   Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, намыҫлы, егәрле кешеләр һәм уларҙың эштәре; ҡурҡаҡ, алдаҡсы, ялҡау кешеләр тураһында әҫәрҙәр  уҡыу һәм һөйләү; балаларҙа яҡшы сифаттар тәрбиәләү.

   Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, улар тураһында альбомдар төҙөү, ишеткәндәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

   Эште, процесты белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым, хәбәр), уларҙың төп мәғәнәләренән тыш, эш башҡарыусының (эйәнең) затын, берлеген, күплеген, ваҡыт һ.б. мәғәнәләр белдереүҙәрен күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

   Әҫәрҙәге предметты һәм геройҙы (персонажды) һүрәтләү элементтары.

№ 6. Әкиәттәр

   Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә  кешеләрҙең яҡшы һәм насар сифаттарының сағылышы. Халыҡ әкиәттәре һәм яҙыусылар  ижад иткән әкиәттәр.

   «Әкиәт геройҙары» темаһына альбом төҙөү, һүрәттәр төшөрөү, инсценировкалар әҙерләү һәм күрһәтеү.

   Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) һөйләмдә эш башҡарыусы булып килеүен, урын, ваҡыт, эйәлек, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүен практик күҙәтеү һәм үҙләштереү.

   Әкиәт, хикәйә, йомаҡ, мәҡәлдәрҙе бер- береһенән айырыу. Бирелгән ситуацияға ярашлы бәләкәй әкиәттәр төҙөү, шул әкиәттәргә һүрәттәр төшөрөү.

№ 7. Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа...

   Башҡортостанда ҡышҡы тәбиғәт, һауа торошо, үҫемлектәрҙең һәм йәнлектәрҙең ҡышлауы; ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, балаларҙың уйындары һәм эштәре тураһында хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү.

   Уҡылған әҫәрҙәр буйынса Яңы йылға ҡарата һүрәттәр төшөрөү, шыршы байрамына әҙерләнеү һәм уны үткәреү. Әҙәби геройҙарға характеристика элементтары.

   Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

   Текст. Тексты өлөштәргә бүлеү, өлөштәргә исем биреү. Текстың темаһын һәм төп фекерен практик үҙләштереү.

№ 8. Уралып ятҡан Уралда..

   Урал, уның тәбиғәте, байлығы, йылғалары, күлдәре, тауҙары, ҡалалары, экономикаһы, башҡорт әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле кешеләре тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.        “Башҡортостан – тыуған төйәгем” темаһына әҙәби монтаж, альбомдар әҙерләү, уҡылған әҫәрҙәр, тәьҫораттар буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.

   Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен, функцияларын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

   Бутап бирелгән һөйләмдәрҙән текст төҙөү. Изложение һәм инша элементтары менән практик танышыу һәм үҙләштереү.

№ 9. Ҡаһарманлыҡ юлынан

   Һалдат хеҙмәте – һәр ир-егеттең изге бурысы. Халҡыбыҙҙың ил дошмандарына  ҡаршы героик көрәше тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.

   Ветеран һәм йәш һалдаттар менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, һалдаттарға бағышланған  альбом  төҙөү.

   Предметтың иҫәбен (һан), эш- хәлдең билдәһен (рәүеш) белдергән һүҙҙәр. Шул һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен һәм телмәрҙә ҡулланылышын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

   Автобиография элементтары. Изложение һәм инша элементтарын өйрәнеү.

№ 10. 8 март- ҡатын- ҡыҙҙар көнө

   Илебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәте, республикалағы данлы ҡатын-ҡыҙҙар, уларға ихтирам тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.

   Алдынғы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү; “8 март – әсәйҙәр байрамы” тигән иртәлек әҙерләү һәм үткәреү, альбом төҙөү, һүрәттәр төшөрөү.

   Предметтың эшен, билдәһен, эш хәлдең билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең телмәрҙәге (һөйләмдәге) роле һәм үҙенсәлектәре (ҡабатлау, тәрәнәйтеү).

   Текста элементар һүрәтләү саралары.

№ 11. Яҙҙар килә шаулап- гөрләп…

   Башҡортостанда яҙғы тәбиғәт, уның күренештәре, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошондағы үҙгәрештәр, кешеләрҙең яҙғы хеҙмәте тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.

   Ҡоштарҙы ҡаршылау, бүлмә гөлдәре үҫтереү, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү, темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү.

   Башҡорт телендә һөйләмдең интонацион төрҙәре. Уларҙа тыныш билдәләре, тасуири уҡыу (иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, нығытыу).

   Текст. Уның өлөштәре, өлөштәргә исем биреү. Ябай план менән практик танышыу.

№ 12.Тиҙҙән йәй етә.

№ 13. Балаларҙың тормошо һәм эштәре

    Йәйге күренештәр, балаларҙың йәйге эштәре һәм ялы. Уйындар тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү.

№ 14. Йәй

   Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу, әңгәмәләр үткәреү, йәй күренештәре тураһында һүрәттәр төшөрөү.

   Грамматик күнекмәләрҙе тәрәнәйтеү, ҡабатлау.

  1. Тематик планлаштырыу

Темалар

Сәғәт һаны

Үтк-сәк ваҡыты

Үткәреү ваҡыты

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика.

Тема №1. Һаумы, мәктәп!

1

Белем көнө. Һаумы, мәктәп!                          Башҡорт теленең өндәре.

1

02.09

Тел. Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен яҙыу.Тема буйынса күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Бирелгән һүҙҙәрҙең транскрипцияларын яҙыу.

Башҡорт телендәге ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙың айырмаһын белеү һәм һүҙҙәрҙә билдәләү, дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле тартынҡы өн-хәрефтәрен танып белеү.   Сингармонизм төшөнсәһен ҡабатлау.    

 Уҡыу.Уҡылған әҫәрҙе тыңлау һәм ҡабул итеү, бирелгән һорауҙарға телдән яуап биреү.

2

Фонетика. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

1

04.09

3

Р. Ниғмәти. Беренсе сентябрь.                           Һуҙынҡы өндәр.

1

07.09

4

Ғ. Рамазанов. Хәйерле сәғәттә.                  Һуҙынҡы өндәр.

1

09.09

5

А. Игебаев. Еҙ ҡыңғырау.                          Тартынҡы өндәр.                                          

1

11.09

6

Тартынҡы өндәр.                                  Сингармонизм законы.

1

14.09

Йәйҙе иҫкә төшөрөү.

7

Д. Бүләков. Йәмбиргән ауылының йәме. Алфавит.

1

16.09

Тел. Алфавит тәртибендә һүҙҙәр яҙыу.

Уҡыу. Һүрәт йәки кроссворд буйынса, мәҡәлдәрҙең мәғәнәләрен аңлатып, дәрес темаһын билдәләү. 12-се күнегеүҙәге һорауҙарға таянып диалог,  «Хәтерҙә ҡалған көн» темаһына 18-се биттәге һүрәттәр буйынса текст төҙөргә. Х. Түләкәевтең «Ярҙам» әҫәренә таянып, уҡыусыларҙа хайуандарға  ҡарата мәрхәмәтлелек тәрбиәләү.

8

А. Мөхәмәтшина. Миҙгелдәр. Алфавит.

1

18.09

9

Х. Түләкәев. Ярҙам.                                    Ҡалын хәрефле һүҙҙәр.

1

21.09

Тема № 3. Алтын көҙ килә еремә.

10

Н. Мусин. Иртә көҙ.                                    Предметты белдереүсе һүҙҙәр.                                                  

1

23.09

Тел. Тема буйынса яҙма күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең берлек, күплек мәғәнәһе.

Күплек ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы өҫтөндә эш.   

Күсереп яҙыу.                                                    

Уҡыу. Әңгәмә ҡора белеү, икенсе кешенең фекерен тыңлап аңлау, текстан ниндәйҙер мәғлүмәт таба алыу күнекмәһен булдырыу, үҙ фекереңде кешегә еткерә алыу, төрлө текстарҙы уҡыу һәм логик һығымтаға килеү.

Тирә-яҡты, тәбиғәтте күҙәтеү һәм әҫәрҙә тасуирланған тәбиғәт менән сағыштырыу.

11

Предметты белдереүсе һүҙҙәр. Күплек ялғауҙары.

1

25.09

12

С. Муллабаев. Болот. Күплек  ялғауҙары.

1

28.09

13

А. Ғирфанов. Ҡайын.                                 Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

30.09

14

М. Ғәли. Көҙ килде. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

02.10

15

Ш. Биҡҡол. Башҡортостан икмәге. Ҡылым. Исем.

1

05.10

16

Ш. Янбаев. Көҙ. Берлек, күплек мәғәнәһе.

1

07.10

17

Күсереп яҙыу. Көҙгө урман.

1

09.10

18

“Рекорд”

1

12.10

19

Ф. Рәхимғолова. Көҙ биҙәктәре.

Күплек ялғауҙары

1

14.10

20

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең төрлө мәғәнәләре.

1

16.10

Тема № 4. Кешене кеше итеүсе – хеҙмәт.

21

А. Йәғәфәрова. Бәләкәй өй.                      Сифат.

1

19.10

Тел. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр темаһы буйынса яҙма күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Предметты белдереүсе һүҙҙәр

янына тейешле предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе яҙыу.

Предметтың билдәһен төрлө белдереүсе һүҙҙәр өҫтөндә эш.

Сифат дәрәжәләрен үҙләштереү өҫтөндә эш.

Уҡыу. Хеҙмәт, һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт алыу. Уҡыған әҫәрҙәрҙе тормош менән бәйләү.

22

Ф. Иҫәнғолов. Тәрбиәсе.                                          Сифат дәрәжәләре.

1

21.10

23

М. Ғәли. Гөлсинә доктор булған.               Сифат дәрәжәләре.

1

23.10

24

Контроль диктант. “Яңы мәктәп”

1

26.10

25

 Ғ. Шәрипов. Һабаҡ булды. Сифат дәрәжәләре.

1

28.10

26

Хаталар өҫтөндә эш.                                   Үтелгәнде ҡабатлау.

1

30.10

Тема №5. Нимә яҡшы, нимә насар.

27

 Иренгән ике эшләр. Ҡылым.

1

06.11

Тел. Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Картина буйынса һөйләмдәр яҙыу. Текстан эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙе айырып яҙыу. Бындай һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урынын дөрөҫ билдәләү.                                                            

Уҡыу. Кешеләрҙең һәйбәт һәм яман сифаттары, тәрбиәлелек, кешеләргә һәм тәбиғәткә яҡшы мөнәсәбәт тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Геройҙарға ҡылыҡһырлама. Әҫәрҙәрҙе аңлы, тиҙ, тасуири уҡыу, әҫәргә ҡарата үҙ фекереңде әйтеү.

28

Ғ. Ғүмәр. Алтын балта. Ҡылым.

1

09.11

29

М. Ғәли. Ял итеп кенә алам. Ҡылым.

1

11.11

30

Х. Хәйретдинов. Дуҫың кем? Ҡылым.

1

13.11

31

Ҡоштар ҡайтып барғанда. Үтелгәнде ҡабатлау.

1

16.11

Тема № 6. Әкиәттәр.

32

Минең яратҡан әкиәтем.

1

18.11

Тел. Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең өҫтәлмә мәғәнәләре өҫтөндә эш, уның һөйләм эсендәге урынын билдәләү.

Уҡыу.  Әкиәт жанрын өйрәнеү, уларҙы интонация менән уҡыу. Кире һәм ыңғай образдарҙы билдәләү, характерҙарын сағыштырыу. Әкиәттең йөкмәткеһенә иллюстрациялар төшөрөү.Әкиәттең дауамын йәки хайуандар тураһында әкиәт, йомаҡ уйлау. Уйын технологияларын ҡулланыу. Әкиәтте ролләп уҡыу һәм сәхнәләштереү.

 

33

Йомарт ҡуян. Предметты белдереүсе һүҙҙәр.

1

20.11

34

Предметты белдереүсе һүҙҙәр.

1

23.11

35

Бойҙай бөртөгө. Предметты белдереүсе һүҙҙәр.

1

25.11

36

Юлдыбай. Предметты белдереүсе һүҙҙәр.

1

27.11

37

Ж. Кейекбаев. Бал ҡорттары ниңә кешегә эйәләшкән?

1

30.11

38

М. Садиҡова. Ялҡау кәзә.                 Үтелгәнде ҡабатлау.

1

02.12

39

Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Үтелгәнде ҡабатлау.

1

04.12

5.Тема № 7. Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа.

40

Ф. Рәхимғолова. Тәүге ҡар. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.

1

07.12

Тел. Предметтың билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәр өҫтөндә эш.

Һөйләмдә предметтың билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе табыу, аҫтына һыҙыу.

Текстан предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе  асыҡлап килгән һүҙҙәр менән айырып яҙыу.

Сифаттың аҙһытыу дәрәжәһен һәм ҡушымсаларын айырып аңлатыу.

Артыҡлыҡ дәрәжәһендә ҡулланылған ҡап-, ҡоп-, һоп-, йоп-, төп-, күм-, ап-, йәп- кеүек ҡушымсаларҙың сингармонизм законына яраҡлашҡан һәм уларҙың ролен күрһәтеү.

Эпитеттарҙы, күп мәғәнәле, күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе аңлатыу.

Уҡыу. Ҡыш миҙгеле тураһындағы әҫәрҙәр менән танышыу. Күҙәтеүҙәр аша, әҙер һорауҙар буйынса йыл миҙгелдәрен сағыштырыу, һүрәтләү, һығымта яһау.

Картиналар буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү; һорауҙар ярҙамында һөйләргә өйрәнеү. Кире һәм ыңғай образдарҙың характерын сағыштырыу, үҙ баһаңды биреү.

Яңы йыл, ҡышҡы уйындар, авторҙар тарафынан темаға ҡарата эшкәртелгән материалдар. Ҡышҡы тәбиғәткә альбомдар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

41

Ә. Вәли. Ҡыш килде.                    Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.

1

09.12

42

С. Кудаш. Ҡар бөртөктәре.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.

1

11.12

43

З. Биишева. Ҡотолдо. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.

1

14.12

44

С. Агиш. Яланда ҡыш. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.

1

16.12

45

Р. Бикбаев. Зәп-зәңгәр күк, ап-аҡ ҡар. Сифат дәрәжәләре.

1

18.12

46

Й. Солтанов. Һоҡланғыс ай. Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәр.

1

21.12

47

Контроль диктант “Ҡыш бабай”

1

23.12

48

Хаталар өҫтөндә эш.  “Хикмәтле ҡар”

1

25.12

49

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Яңы йыл менән!

1

28.12

50

Д. Бүләков. Һыңар саңғы. Эште белдереүсе һүҙҙәр.

1

15.01

Тема № 8. Уралып ятҡан Уралда.

51

Д. Бураҡаев. Урал. Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәр.

1

18.01

Тел. Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәр өҫтөндә эш. Уларҙы һөйләмдән табып билдәләү. Башҡорт телендә һөйләм структураһы, унда предметтың эшен, иҫәбен белдереүсе һүҙҙәрҙе билдәләү. Картина буйынса һөйләмдәр төҙөү. Тәҡдим ителгән темаға бәйләнешле текст төҙөү.

Изложение яҙыу. Хаталар өҫтөндә эшләү.

Предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр өҫтөндә эш. Һан төркөмсәләрен практик үҙләштереү. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һәм уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен биреү.  Мәҡәлдәрҙә һандар ҡулланылышы. Һорауҙарға яуап формаһында диалогтар төҙөү. Уйын технологиялары (ребус, сканворд) ҡулланыу.

Уҡыу.  Ватан, ырыуҙар тураһында мәғлүмәт менән танышыу, әҫәрҙәрҙе уҡыу, һорауҙарға яуап биреү.  

Башҡортостандың күренекле шәхестәре, халыҡ шағиры, рәссам, композиторҙары тураһында мәғлүмәт алыу, уларҙың тормошо һәм ижады тураһында һөйләй белеү. Асыҡлаусы һорауҙар ярҙамында картинаның йөкмәткеһен һөйләү.   Газета-журналдарҙан темаға ярашлы материалдар йыйыу, альбом төҙөү.

52

А. Иҙелбаев. Башҡорт ырыуҙары. Эште белдереүсе һүҙҙәр.

1

20.01

53

Изложение. Ҡыш.              

1

22.01

54

Хаталар өҫтөндә эш.                               Эште  белдереүсе һүҙҙәр.

1

25.01

55

Р. Ниғмәти. Ватан. Ҡылым.

1

27.01

56

З. Биишева. Йыр. Ҡылым.                

1

29.01

57

А. Иҙелбаев. Бөрйән  ырыуы. Ҡылым.

1

01.02

58

С. Галин. Ҡыпсаҡтар. Ҡылым.

1

03.02

59

А. Иҙелбаев. Юрматылар. Ҡылым.

1

05.02

60

Р. Ниғмәти. Илемдең халыҡтары. Ҡылым.

1

08.02

61

К. Кинйәбулатова. Ватаным тауыштары. Ҡылым.

1

10.02

62

Стәрлетамаҡ.   А. Карнай. Ишембай.

1

12.02

63

Р. Бикбаев. Туған тел. Иҫәпте  белдереүсе һүҙҙәр.    

1

15.02

64

М. Әмир. Ағиҙел. М. Кәрим. Дим буйы.

1

17.02

65

С. Әлибаев. Илем, тиһәм…                       Иҫәпте  белдереүсе һүҙҙәр.    

1

19.02

66

Предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр.

1

22.02

67

Һ. Дәүләтшина. Бәхет ҡошо. Иҫәпте  белдереүсе һүҙҙәр.        

1

24.02

68

Халыҡ артисы А. Мөбәрәков. Иҫәпте белдереүсе һүҙҙәр.

1

26.02

Тема № 9. Ҡаһарманлыҡ юлынан.

69

М. Хәй. Беҙҙең армия.                               Эштең билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.                                            

1

29.02

Тел. Эштең билдәһен белдереүсе һүҙҙәр менән дәфтәрҙә күнегеүҙәр башҡарыу.   Теманы үҙләштереү һәм нығытыу өҫтөндә күнекмәләр үткәреү.                                    

Уҡыу. Бөйөк Ватан һуғышы, батырҙар тураһында мәғлүмәт алыу. Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен әҫәрҙәргә нигеҙләнеп аңлатыу. Шиғри әҫәрҙәрҙе яттан һөйләү. Бөйөк Ватан һуғышы тураһында әҫәрҙәр уҡыу.        

70

Эштең билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.                                            

1

02.03

71

Р. Хәкимов.   Башҡорт атлылары. Эштең билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.                                                                                                                    

1

04.03

72

Г. Юнысова. Һалдат әсәләре. Эштең билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.          

1

07.03

73

Д. Бүләков. Ҡояш ярсығы. Эштең билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.          

1

09.03

74

Контроль диктант            “Минең әсәйем”

1

11.03

75

Хаталар өҫтөндә эш. Эштең билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.          

1

14.03

Тема № 10. 8 март- Халыҡ – ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө.

76

Н. Иҙелбай. Әсәкәйем.

1

16.03

Тел. Тема буйынса дәреслектәге яҙма күнегеүҙәрҙе башҡарыу. Предметты (кешене) күрһәтеүсе һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү. Һөйләмдәр ярҙамында бәйләнешле текст төҙөү.                                  

Уҡыу. Һорауҙар ярҙамында әсәй, өләсәй тураһында һөйләргә өйрәнеү. Ҡотлау открыткаһы, хат яҙыу. Картинаға исем ҡушыу һәм һорауҙар ярҙамында йөкмәткеһен һөйләү. «Ғаиләлә – ҡатын-ҡыҙ» темаһына әңгәмә.      

77

Предметты(кешене) күрһәтеүсе һүҙҙәр.

1

18.03

78

Батыр Банат.

1

21.03

Тема №11. Яҙҙар килә шаулап-гөрләп…

79

М. Дилмөхәмәтов. Яҙ. Һөйләм. Уның төрҙәре.

1

23.03

Тел. Интонацион яғынан һөйләм төрҙәрен дәфтәргә яҙыу, тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйыу. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре менән практик танышыу һәм уларҙы практик ҡулланыу. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эште дауам итеү.Ижади күнегеүҙәр: йыйнаҡ һөйләмде тарҡауға әйләндереү, белешмәлә бирелгән һүҙҙәрҙе өҫтәргә.

Уҡыу.   Яҙ миҙгеленә бәйле әҫәрҙәр уҡыу.

Интонация ярҙамында әҫәрҙәрҙе ролләп уҡыу, йөкмәткеһенән сығып һорау һөйләмдәр төҙөү.    

Шиғырҙарҙы  яттан тасуири һөйләү: темп һәм тауыш тонына иғтибар итеү. Яҙғы байрамдар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү.

Уйын технологияларын ҡулланыу.

80

Һөйләм. Уның төрҙәре.

1

04.04

81

Һ. Дәүләтшина. Яҙғы күренештәр. Һөйләм.

1

06.04

82

В. Әхмәҙиев. Яҙ килә.                          Һөйләм. Уның төрҙәре.

1

08.04

83

Тамсы менән Тамсыҡай. Һөйләм төрҙәре.

1

11.04

84

Һөйләм. Уның төрҙәре.

1

13.04

85

Р. Ғарипов. Сыйырсыҡ.                            Һөйләм. Уның төрҙәре.

1

15.04

86

Изложение “Ҡоштар”

1

18.04

87

Хаталар өҫтөндә эш.                                        З. Биишева.     Ҡанатлы ярҙамсыларыбыҙ.

1

20.04

88

Һөйләм. Уның төрҙәре.

1

22.04

89

С. Юлаев. Һандуғас. Һөйләм. Уның төрҙәре.

1

25.04

Тема № 12. Тиҙҙән йәй етә.

90

Мәҡәлдәр, йомаҡтар.

1

27.04

Тел.  Һөйләмдең баш киҫәктәрен өйрәнеү. Уҡыу. Мәҡәлдәр, йомаҡтар уҡыу. Әҫәрҙең тексты менән танышыу. Уйын технологияларын ҡулланыу.                  

91

Шатлыҡлы байрам. Һөйләмдең баш киҫәктәре.                          

1

29.04

Тема № 13. Балаларҙың тормошо.

92

М. Садиҡова. Тура һүҙ.                       Һөйләмдең баш киҫәктәре.

1

04.05

Тел. Һөйләмдәр өҫтәндә эш.

Һөйләмдәге һүҙҙәргә һорауҙар ҡуйыу. Уҡыу. Әҫәрҙәр менән танышыу. Балаларҙың тормошона бәйле диспуттар ойоштороу. Уйын технологияларын ҡулланыу.

93

Ф. Рәхимғолова. Яҡшы һүҙҙәр. Һөйләмдең баш киҫәктәре.

1

06.05

Тема № 14. Йәй.

94

 М. Дилмөхәмәтов. Илемдә.                                Үтелгәнде ҡабатлау.

1

11.05

Тел. Ҡабатлау темаһына тәҡдим ителгән күнегеүҙәр өҫтөндә эшләү.

Контроль диктант яҙыу. Хаталар өҫтөндә эшләү. Грамматик күнекмәләрҙе тәрәнәйтеү, ҡабатлау.

Уҡыу. Йәй күренештәре тураһында һүрәттәр төшөрөү.

Уҡыусыларҙың рухи ҡиммәттәрен билдәләү, уратып алған мөхиттең төрлө өлкәләренә ҡарата мөнәсәбәтен формалаштырыу.                                                                                                                                                                                             Уҡыусыларҙың рухи ҡиммәттәрен билдәләү, уратып алған мөхиттең төрлө өлкәләренә ҡарата мөнәсәбәтен формалаштырыу.   Тест һорауҙарына яуаптар.

                        

95

Ә. Вәли. Гүзәл ваҡыттар.                               Үтелгәнде ҡабатлау.

1

13.05

96

Д. Исламов. Ауылда һабантуй.    Үтелгәнде ҡабатлау

1

16.05

97

Я. Ҡолмой. Башҡортостан.

1

18.05

98

Контроль диктант “ Тиҙҙән йәй”

1

20.05

99

Хаталар өҫтөндә эш. Һаумы, йәй!                                      

1

23.05

100

Уҡыу, яҙыу тиҙлеген тикшереү

1

25.05

101

Кластан тыш уҡыу. Ф.Иҫәнғолов. Яңыраубикә.

1

27.05

102

Үтелгәнде ҡабатлау.

1

30.05

103

Һорауҙарға яуаптар.

Үтелгәнде ҡабатлау.

1

резерв

104

Үтелгәнде ҡабатлау.

1

резерв

105

Үтелгәнде ҡабатлау.

1

резерв

Бөтәһе:

105

VIII. Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге:

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар. – Өфө:Китап, 1996.
  4. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әбүбәкирова  З.Ф. –  Өфө, 2006.
  5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. – Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.
  6. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө: «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
  7. Һүҙлектәр.

Материаль-техник ҡулланмалар:

  • телевизор;
  • видеомагнитофон;
  • DVD;
  • компьютер;
  • мультимедиапроектор.

                                                   Төп әҙәбиәт

  1. Толомбаев  Х.А., Нәбиуллина М.М. Башҡорт  теле:   Рус мәктәптәренең 3–сө класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.  – Өфө: Китап, 2010.
  2. Башҡорт  теленән   диктанттар  йыйынтығы. 1 - 4-се  класс уҡытыусылары  өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова  С. Х. – Өфө:   Китап, 1997.
  3. Башҡорт  теленән  изложение  текстары  йыйынтығы. 1- 4-се  класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2006.

                                                   Өҫтәлмә әҙәбиәт:

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.
  2. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  3. Әбүбәкирова  З.Ф., Әбүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М. И.   Мин  башҡортса   уҡыйым. –  Өфө: Китап, 2007.
  4. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һынамыштар. Төҙөүселәре: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  5. «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат» журналдары; “Йәншишмә”, “Йәшлек” гәзиттәре.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Брошюра. Телдән исәпләү.

5 класста дәресләрдә куллану өчен "Телдән исәпләү өчен биремнәр"...

"Без тарихта эзлебез" телдән журнал

Әлеге чара укучыларны Татарстанның үткәне, бүгенгесе белән таныштыра....

“Туган як- кадерле төбәк” ( Телдән журнал)

Максат: табигать турында төшенчә бирү,табигать белән кеше арасындагы мөнәсәбәтне ачыклау; укучыларның фикерләү сәләтен, сөйләм культурасын үстерү, сочинение язуга хәзерлек, туган якка мәхәббәт т...

"Г.Тукай - публицист" телдән журнал.

Укучыларны Г.Тукайның публицистик  эшчәнлеге белән таныштыру, шагыйрьнең татар матбугатына нигез салуда, аның милли журналистикабызны  үстерүдәге ролен төшендерү, укучыларга иҗади эзлә...

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә төрле иҗади эш алымнарын кулланып, телдән һәм язма сөйләм күнекмәләрен үстерү

Укучының гомуми үсеше, барлык уку предметлары буенча өлгереше үз фикерен ни дәрәҗәдә эчтәлекле, логик эзлекле һәм дөрес итеп белдерә алу сәләтенә, ягъни әдәби тел культурасы үсешенә бәйле....

Туған телдәр көнөнә бағышланған байрам

Праздник посвящен Дню родных языков...

5-9 нчы сыйныфларның туган телдә белем алучы ( татар) төркемнәре өчен туган телдән эш программасы

Состалена рабочая программа для 5-9 классов. Для каждого класса конкретно  дается рабочая программа. Программа на татарском языке для татарсой группы в русскоязычной школе....