Башҡорт (дәүләт) теле. 3 класс. Эш программаһы
рабочая программа на тему

Мөхәмәтшина Гөлнур Жәҙит ҡыҙы

2015-2016 уҡыу йылына башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_dult_telenn_esh_programmahy_3_kl._fgos.docx56.15 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

Средняя общеобразовательная школа №36

Орджоникидзевского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан

                           

                       РАССМОТРЕНО                                        СОГЛАСОВАНО                           УТВЕРЖДАЮ

                       Руководитель МО                                       Зам. дир. по УВР                            Директор МБОУ СОШ №36

                      ______________/                                          ______________/                            ______________/ Р.Р.Мигранов

                      ________________                                    Д.А.Каримова                                 Прот.№ _____

                      «___»__________2015 г.                              «___»__________2015 г.                «___»__________2015 г.                                                

                      Прот.№ _____                                               Прот.№ _____

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА

по  башкирскому (государственному) языку

в  3  классе на 2015 – 2016 учебный год

УМК: Авторҙары: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле:  Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең  3-сө  класс  уҡыусылары өсөн дәреслек. –  Өфө: Китап, 2010 й.

Составил: учитель МБОУ СОШ № 36 Орджоникидзевского района городского округа

г. Уфа Республики Башкортостан  

Мухаметшина Гульнур Жадитовна

Уфа

I. Аңлатма яҙыу

- Норматив документтар:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы 29.12.2012 й. № 273;
  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;                                    
  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

- Маҡсаттар:  

Башҡорт теле курсы предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра. Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата. Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәнилеге үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма телмәр үҫешен үҙ эсенә ала.

       Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү барышында ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү өсөн түбәндәге ғәмәли бурыстарҙы үтәү кәрәк:       

     -   диалогик, монологик телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу;

  • һорау биреү, һорауҙарға үҙ һүҙҙәре менән яуап биреү;
  • һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереү, һүҙ байлығын арттырыу;
  • текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү;
  • программаға ярашлы грамматик материалды үҙләштереү;
  • тыуған төйәк, кешенең һәйбәт сифаттары хағында әҫәрҙәр уҡыу, башҡорт филармония концерттарын ҡарау.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

Программа башҡорт телен өс йүнәлештә – телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

  • балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.
  • тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  • лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

- Программа кимәле: базис.                                                                                                                            

- Уҡытыу процесын ойоштороу үҙенсәлектәре: класта  дәрес.

- Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре:

   Программа материалы уңышлы үҙләштерелһен өсөн, дәрестә төрлө саралар, методтар ҡулланырға  кәрәк. Был йәһәттән сит тел уҡытыусылар тәжрибәһен файҙаланырға була. Киң таралған “уҡытыусы – уҡыусы” тибындағы аралышыу системаһынан тыш, өйрәтеү – уҡытыу процесына “уҡыусы- уҡыусы”, “уҡыусы – төркөм”, “уҡыусы – синыф”, шулай уҡ “уҡыусы – дәреслек”, белешмәләр, һүҙлектәр, “уҡыусы – компьютер” системаларын әүҙем ҡулланырға кәрәк.                                                                            Башҡорт телен уҡытыу барышында уҡыусылар өсөн мөһим роль уйнаған дөйөм уҡыу күнекмәләрен һәм эшмәкәрлек ысулдарын үҫтереү буйынса маҡсатлы эшләү түбәндәгенән тора:

- интеллектуаль (дөйөмләштереү, классификациялау,  сағыштырыу, үҫеш һ.б.)                                                                                                                                     - танып белеү эшмәкәрлеге (уҡыу-танып белеү мотивтары, уҡыуҙа үҙаллылыҡ һәм үҙ-үҙеңде ижади яҡтан күрһәтеү кәрәклеге һәм уҡыу эшмәкәрлеге барышында яңы маҡсаттар һайлау, ҡуйыу, ҡабул итеү һәм уларға өлгәшеү өҫтөндә эшләү).                                                                                                                                                                                                                       - ойоштороу (хеҙмәттәшлек итеү һәм үҙешмәкәрлекте планлаштырыу эше).          

 II. Уҡыу предметына дөйөм характеристика:

Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре:

  • Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк урынға ҡуйыла.
  • 3-сө класта башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 1-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  • Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

              3-сө класта башҡорт теле һәм уҡыу материалдарының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:

        - аралашыу, һөйләшеү өсөн диалог темалары;

        - класта һәм өйҙә уҡыу өсөн әҙәби һәм фәнни-популяр текстар;

        - фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материал;

        - уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;

        - уҡыусылар үҙләштерергә тейеш һүҙҙәр теҙмәһе.

3 класс өсөн программала һөйләшеү, уҡыу (класта һәм өйҙә), практик үҙләштереү өсөн тел (грамматик) материал тематик принципта урынлаштырыла. Был принцип тейешле һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе өйрәнеүҙә, телмәр үҫтереү эштәрен ойоштороуға ыңғай  йоғонто яһай, класта уҡытыу- тәрбиә эштәрен системалы, эҙмә-эҙ ойоштороуға, уҡыу материалын тормош менән бәйләргә, балаларҙың торош һәм телмәр тәжрибәһен байытырға һәм киңәйтергә ярҙам итә.

   III. Башҡорт (дәүләт) теленең базислы уҡыу (белем биреү) планындағы урыны:

Йылына – 35 сәғәт, аҙнаға – 1 сәғәт.

   IV. Программа йөкмәткеһенең рухи ҡиммәттәрен тасуирлау:

Башҡорт телен уҡытыуҙың һөҙөмтәләренең береһе булып уҡыусыларҙың рухи ҡимәттәрҙе үҙләштереүе тора.

Мәрхәмәтлелек – үҙеңде донъяның бер өлөшө итеп ҡабул итеү; рухи донъяның ҡағиҙәләрен аңлау (шәфҡәтле бул, үҙең менән нисек аралашыуҙарын теләһәң, кешеләргә лә шул уҡ ҡарашта бул).

 Аралашыу – уның йәмғиәттең мөһим бер тармағы, мәҙәниәттең төп элементы икәнен аңлау.

Тәбиғәт – дөйөм кешелектең бер тармағы. Тәбиғәткә һөйөү – беренсенән, уға һаҡсыл ҡараш, икенсенән, уның матурлығы, гармонияһы, камиллығы менән һоҡланыу. Башҡорт теле дәреслектәрендә бирелгән әҙәби һәм фәнни-популяр текстар өҫтөндә эштәр  аша тәбиғәткә ҡарата һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Матурлыҡ тойғоһо – башҡорт теленең матурлығын, уның тасуирлау мөмкинлектәрен аңлау.

Дөрөҫлөк – фәнни танып белеүҙең кешелек мәҙәниәтенең бер өлөшө икәнен аңлау, тел донъяһына үтеп инеү, улар нигеҙендә ятҡан законлыҡтарҙы аңлау; белемгә өҫтөнлөк биреү, дөрөҫлөктө асыҡлау, танып белеүҙең үҙенең үҙе бер ҡиммәт икәнен төшөнөү.

Ғаилә ҡиммәттәре – кеше тормошонда ғаиләнең мөһимлеген аңлау, үҙ тамырҙарыңды белеү, ғаиләгә, туғандарға ҡарата эмоциональ-позитив ҡараш, яуаплылыҡ, ололарға, уларҙың рухи идеалдарына ихтирам хисе тәрбиәләү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡимәттәре – кеше тормошонда хеҙмәттең ролен аңлау, ойошҡанлыҡ, маҡсатҡа ынтылышлы булыуҙы, яуаплылыҡ, үҙаллылыҡ, дөйөм хеҙмәткә һәм әҙәбиәт  өлкәһендәге хеҙмәткә, ижадҡа баһалы ҡараш тәрбиәләү.

Гражданлыҡ һәм ватансылыҡ– үҙеңде йәмғиәт, халыҡ, илдең вәкиле итеп аңлау; үҙ телеңдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү; үҙ илеңә: уның тарихына, мәҙәниәтенә, тормошо һәм халҡына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Кешелеклелек – үҙеңде Рәсәйҙең генә гражданы тип түгел, ә бөтә донъяның бер өлөшө итеп ҡабул итеү, был донъя тереклеге һәм артабанғы үҫеше өсөн тыныслыҡ, хеҙмәттәшлек, толерантлыҡ, башҡа мәҙәниәт һәм телдәргә ҡарата ихтирам кәрәклегенә төшөнөү.

V. «Башҡорт (дәүләт) теле» предметының өйрәнеү (шәхси, предмет-ара һәм предмет) һөҙөмтәләре:        

  • тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү;
  • башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;
  • дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;
  • үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлеге.

      Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең предмет-ара (метапредметные) һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр инә:

  • белем алыу (уҡыу-уҡытыу) бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табыу маҡсатында телде ҡуллана белеү оҫталығы;
  • аралашыуҙың маҡсаты, бурыстары, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;
  • телмәрҙе һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы (диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында, адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;
  • үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырға ынтылыу;
  • һорауҙар биреү оҫталығы.

      Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең предмет (предметные) һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төшөнсә алыу;
  • орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;
  • өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек (өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен таба, сағыштыра, классификациялай (бүлә), ҡылыҡһырлай (характеристика биреү) алыу оҫталығы;
  • үҙеңдең ғәмәлдәрҙе контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлеге.

    Курстың структураһы.

                         Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү уҡыусыларҙың лингвистик белемгә эйә булыуының тәүге этабы булып тора. Башҡорт теленең башланғыс курсы үҙенсәлеге уның башҡа уҡыу предметтары менән, бигерәк тә әҙәби уҡыу менән, тығыҙ бәйләнештә сағыла.

            Был ике предмет үҙ-ара башҡорт телен өйрәнеү аша уҡырға өйрәтеү һәм тәүге әҙәби белем биреү кеүек берҙәм белем алыу өлкәһен тәшкил итә. Башҡорт теленең үҙенсәлеге уның башҡа уҡыу предметтары менән ( рус теле, татар теле, инглиз теле, тарих, Башҡортостан мәҙәниәте) тығыҙ бәйләнешендә  лә сағыла.

VI. Төп йөкмәткеле йүнәлеш:

Тема

Йөкмәткеһе

Танышыу

Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы.  Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү.)

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Хат яҙыу. Һорау һәм хәбәр һөйләм.

Мәктәптә

Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.

Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.

Һөнәрҙәр.

Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

 Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

Йыл миҙгелдә-ре

Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.

Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасуирлау элементтары.

Предметты белдереүсе һүҙҙәр. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

Кейем-һалым.

Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ  тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау.

 Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү.

Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.

Ғаилә. Тыуған көн.

Ғаилә ағзалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү йолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау. Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.

Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.

Тәбиғәт

Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.

Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен  практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

Башҡортостан

Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе.Башҡорт иле, уның халҡы,тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары.

Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә  ҡулланыу.

Сәйәхәт. Транспорт.

Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сынығыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.

Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

  1. Тематик планлаштырыу

Тема

Сәғәт

һаны

Үтк-сәк ваҡыты

Үткәреү ваҡыты

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә    характеристика

№ 1. Танышыу

 1.

Белем байрамы. Танышыу. 3 класта үтелгәнде ҡабатлау

1

01.09

Тел. Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен яҙыу. Рус телендә һәм башҡорт телендә өндәрҙең әйтелешен сағыштырыу, өндәрҙең айырмалы яҡтарын билдәләү. Һорау һүҙҙәрендә баҫымды  дөрөҫ ҡуйыу.

Уҡыу. Тирә-яҡтағы предметтарҙы атау, рус телендәге атамалар менән сағыштырыу. Үҙең менән таныштыра белеү.

2.

Мин – Башҡортостандан. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре

1

08.09

3.

Хәлдәр нисек? Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре

1

15.09

4.

Ғәфү үтенеү. Башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү.

1

22.09

5.

Ҡайҙа йәшәйһең? Ҡайҙа? һорауы. Һорау һәм хәбәр һөйләм.

1

29.09

№ 2. Мәктәптә

6.

Мәктәптә. Килеш ялғауҙары. Ээ, Ее өн- хәрефтәре.

1

06.10

Тел. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, уларҙы айыра белеү. Һорау һүҙҙәрендә баҫымды  дөрөҫ ҡуйыу.

Уҡыу. Мәктәп, мәктәптәге түңәрәктәр, көн режимы тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, үҙ фекерен әйтергә өйрәнеү.

  7.

Контроль күсереү “Мәктәп”

1

13.10

№ 3. Һөнәрҙәр

8.

Хаталар өҫтөндә эш. Һөнәрҙәр.  Һөйләм.

1

20.10

Тел. Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу. Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра белеү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе үҙгәреү барышында мәғәнә үҙгәреүен күҙәтеү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

Уҡыу.   Һөнәр атамалары, яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.  Кем ул оҫта? тигән һорауға яуап биреү.

9.

Ата-әсәйемдең һөнәре. Һөйләм.

1

27.10

10.

Һәр һөнәр ҙә файҙалы. Булып эшләй һүҙбәйләнеше.

1

10.11

№ 4.  Йыл миҙгелдәре

11.

Көҙ. Көҙгө тәбиғәт. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

1

17.11

Тел. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, уларҙы айыра белеү. Һорау һүҙҙәрендә баҫымды  дөрөҫ ҡуйыу.

Уҡыу. Йыл миҙгелдәренә бәйле әҫәрҙәр уҡыу.Тема буйынса һүрәттәр төшөрөү, шиғырҙар ятлау. Тәҡдим ителгән тема буйынса бәйләнешле текст төҙөү.

Һәр миҙгелдең үҙенсәлектәрен билдәләү.

12.

Ҡыш. Ҡышҡы тәбиғәт. Предметты белдереүсе һүҙҙәр.

1

24.11

13.

Яҙ. Яҙғы тәбиғәт. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.

1

01.12

14.

Йәй. Йәйге тәбиғәт. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.

1

08.12

№ 5.  Кейем-һалым

15.

Контроль күсереү “Кейемдәрем”

1

15.12

Тел. Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең затын, һанын, үтәлеү ваҡытын билдәләү һәм практикала ҡулланырға өйрәнеү. Ҡылым һөйкәлештәре темаһы өҫтөндә эш.

Уҡыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ  тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау.

16.

Хаталар өҫтөндә эш. Өҫ кейемдәре. Шарт һөйкәлеше.            

1

22.12

17.

Кейемдәр. Үтелгәнде ҡабатлау

1

29.12

№ 6. Ғаилә. Тыуған көн

18

Минең ғаиләм. Ҡылым һөйкәлештәре

1

19.01

Тел. Ҡылым һөйкәлештәре темаһы буйынса яҙма күнегеүҙәр өҫтөндә эште дауам итеү.

Уҡыу. Ғаилә ағзалары тураһында һөйләү.

«Шәжәрә» темаһына проект әҙерләү. Иптәштәрең менән диалогҡа инеү.

19.

Ғаилә ағзалары. Бойороҡ, теләк һөйкәлеше.

1

26.01

20.

Тыуған көндә.  Ғаилә шәжәрәһе.                                                                      Бойороҡ, теләк һөйкәлеше.

1

02.02

№ 7. Тәбиғәт

21.

Тәбиғәт. Синоним һүҙҙәре. Ә теркәүесе.

1

09.02

Тел. Һүҙҙәрҙең парын табыу. Синоним һүҙҙәр өҫтөндә эш. Ә теркәүесе. Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең затын, һанын, үтәлеү ваҡытын билдәләү буйынса эште дауам итеү. Ҡылым һөйкәлештәрен билдәләү.

Уҡыу. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҫемлектәр, бөжәктәр тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.

22.

Беҙ – тәбиғәт балалары. Үткән, хәҙерге, киләсәк заман формалары.

1

16.02

23.

Үләндәр. Бөжәктәр. Ҡылым һөйкәлештәре.

1

01.03

24.

Контроль күсереү “Сәскә, ә үҙе сәғәт”

1

15.03

25.

Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәнде ҡабатлау

1

22.03

№ 9.  Башҡортостан

26.

Башҡортостан республикаһы.  Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.

1

05.04

Тел. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ төшөнсәләре менән танышыу, уларҙы текстан табыу һәм айырмаһын күреү, телмәрҙә ҡулланыу.

Уҡыу. Башҡортостан, Тыуған ил тураһында яңы мәғлүмәттәр менән танышыу, әҫәрҙәр уҡыу. Дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһен үҙләштереү. Текст буйынса уҙғарылған әңгәмәлә ҡатнашыу, үҙ фекереңде әйтә, дәлилләй белеү.

27.

Башҡортостандың байлығы.  Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр                                      

1

12.04

28.

Башҡортостан символдары. Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы.

1

19.04

№ 10. Сәйәхәт. Транспорт

29.

Европа – Азия. Килеш ялғауҙары.

1

26.04

Тел. Уҡыу йылында үтелгән грамматик темаларҙы системаға һалыу һәм күнегеүҙәр эшләү. Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү.                

Уҡыу. Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сынығыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

30.

Сәфәргә йөрөгөҙ — сәләмәт булырһығыҙ.  Кире ҡағыу формалары. 

1

03.05

31.

Хәрәкәттә – бәрәкәт. Менән бәйләүесе.                                 

1

10.05

32.

Контроль күсереү “Өфө урамында”

1

17.05

33.

Уҡыу-яҙыу тиҙлеген тикшереү

1

24.05

34.

Үтелгәнде ҡабатлау. Йомғаҡлау

1

31.05

35.

Ҡабатлау.

1

резерв

VIII. Уҡыу процессын матди-техник яҡтан тәьмин итеү:

         Китапхана фонды:

1.

 Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең  1-се  класс  уҡыусылары өсөн дәреслек. Авторҙары: Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С. – Өфө: Китап, 2011 й.  

2.

Яҙыу дәфтәре.

3.

Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең  2-се  класс  уҡыусылары өсөн дәреслек. Авторҙары: Толомбаев Х.А., Нәбиуллина М.М. – Өфө: Китап, 2010 й.

4.

Башҡорт теле:  Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең  3-сө  класс  уҡыусылары өсөн дәреслек. Авторҙары: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. – Өфө: Китап, 2010 й. 

5.

Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең  4-се  класс  уҡыусылары өсөн дәреслек.  Авторҙары: Толомбаев  Х.А. , Дәүләтшина М.С. – Өфө: Китап, 2006 й.  

Баҫма ҡулланма:

6.

“Акбуҙат”, “Аманат” журналдары.

7.

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы.

Техник саралар:

8.

Компьютер

9.

телевизор

10.

магнитофон

 Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

  • Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1 - 4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2007.
  • Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар. (Протокол №4, 13 ғинуар 2010 йыл).

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

  • Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап,2010.
  • Учебный словарь, башкиро-русский русско-башкирский,Усманова М.Г.,Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И. – Уфа, 2006  
  • Русско- башкирский учебный словарь, Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г. – Уфа: Китап, 2001
  • Урыҫса- башҡортса һүҙлек, З.Ғ.Ураҡсин. – Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2005
  •  Русса- башҡортса уҡыу- уҡытыу тематик һүҙлеге, З. Ф. Әбүбәкирова. – Өфө: Аукцион+, 2007
  •  Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, М. Х. Әхтәмов. – Өфө: Китап, 2009
  •  Омонимдар ( аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге, М. Х. Әхтәмов. – Өфө: Китап, 2006
  •  Башҡортса- русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, И. Ғарипов. – Өфө: Китап, 1994

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.
  2. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  3. Әбүбәкирова  З.Ф., Әбүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым. –  Өфө: Китап, 2007.                                             


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по литературе для 6 класса (по программе В. Коровиной) Рабочая программа по литературе для 10 класса (по программе ]В. Коровиной)

Рабочая программа содержит пояснительную записку, тематическое планирование., описание планируемых результатов, форм и методов, которые использую на уроках. Даётся необходимый список литературы...

Рабочая программа спецкурса « Основы русской словесности» 5 класса составлена на основе авторской программы Русская словесность. От слова к словесности. 5—9 классы. / Автор программы Р. И. Альбеткова

Программа по словесности построена в тесном взаимодействии с программами по русскому языку и литературе. При этом учитывается наличие в классе учащихся, для которых русский  язык не является родн...

Конспект урока на тему "Команда организации конечного цикла. Тело цикла в программе."

Конспект урока информатики на тему "Команда организации конечного цикла. Тело цикла в программе." Конспект составлен в соответствии с требованиями ФГОС второго поколения. Тема рассмотрена в рамках изу...

Рус телендә башлангыч гомуми бирү мәктәбендә татар теле укыту: гомуми программа (татар төркемнәре өчен). Төзүче-авторлары: Ф. Ф. Харисов Ч. М. Харисова.Методик ярдәмлек

Аңлатма язуыРус мәктәпләрендә укучы татар балаларына татар теле укыту үз алдына түбәндәге максат һәм бурычларны куя:а) укучыларда ана телен өйрәнү белән кызыксыну, аңа омтылыш уяту,  үз...

Рабочая программа по Математике 5 класса (Рабочая программа составлена на основе программы для 5-9 классов специальных (коррекционных) учреждений VIII вида, под ред. В.В.Воронковой и учебника «Математика» М.Н. Перова, Г.М. Капустина)

Рабочая программа  составлена на основе программы для 5-9 классов специальных (коррекционных) учреждений VIII вида,  под редакцией доктора педагогических наук В.В.Воронковой Сб.1. –М.:...

Рабочая программа по биологии 5-9 класс, Рабочая программа по внеурочной деятельности с использованием оборудования центра "Точка роста" 5 класс, Рабочая программа по химии, Рабочая программа по географии

Рабочая программа по биологии 5-9 класс, Рабочая программа по внеурочной деятельности с использованием оборудования центра "Точка роста" 5 класс, Рабочая программа по химии, Рабочая программ...