Класс сәғәте "Ғаиләм - минең байлығым
классный час по теме

 Кужакова Рамиля Караматовна

 Разработка составлена  для учащихся начальных классов

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл gailm.docx23.82 КБ

Предварительный просмотр:

                                              Класс сәғәте

Дәресте төҙөүсе: башланғыс класс уҡытыусыһы Кужакова Р.К.

Класс: 3

Тема: “ Ғаиләм – минең байлығым”

Маҡсат:  Балаларға ғаилә төшөнсәһен аңлатыу, кеше тормошонда ғаиләнең роле, уның ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларының мөһимлеген асыҡлау, балалар күңелендә ата-әсәгә, туғандарға, өлкәндәргә ҡарата һөйөү, ихтирам хисе тәрбиәләү.

Эш төрө

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Иҫкәрмә

                                                           Дәрес барышы

1.

 Психологик комфорт булдырыу

Хәйерле көн, балалар! Бөгөнгө көнөбөҙ, дәресебеҙ уңышлы үтһен өсөн бер-беребеҙгә йылмайып шатлыҡ бүләк итәйек.

 Сәләмләү:

 Һаумы, ҡояш!

Һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

  Һаумы, мәктәп!

 Һаумы, китап!

 Һаумы, илем – ғәзиз ерем!

2.

 Дәрестең темаһына сығыу

Балалар, мин һеҙгә сюжетлы һүрәттәр тәҡдим итәм, шул һүрәттәр ярҙамында һеҙ бөгөнгө  дәресебеҙҙең темаһын  асыҡларға тырышығыҙ

 Үҙ фекерҙәрен әйтәләр

3.

 Дәрес темаһын билдәләү

Афариндар! Бөгөнгө класс сәғәтенең темаһы: “Ғаиләм – минең байлығым” 

4.

 1. Әңгәмә ҡороу

  2. Һүҙлек буйынса    “Ғаилә” һүҙенә аңлатма биреү

  3. Ата-әсә тураһында шиғыр

4.  Өләсәй, олатай хаҡында

Нимә ул ғаилә?

Һеҙ был һүҙҙе нисек аңлайһығыҙ?

Шиғыр уҡый.

Әсәйем, бәғрем, күҙ нурым,

ҡояшым, айым һәм йондоҙом.

Доньялар кисеп тә тапмаҫһың

Әсәйҙән нурлыраҡ ер ҡыҙын.

Иң-иң сабыр, иң-иң тыйнаҡ,

Иң яғымлы кешеләр.

Иң һөйкөмлө, мәрхәмәтле –

улар беҙҙең әсәйҙәр. 

 2.Атай булһа, хәүеф-хәтәр ҙә юҡ,

Бәләләрҙән ҡалҡан кеүек ҡаплай ул.

Безҙең, әсәйҙәрҙең тыныслығын,

Саф, яғымлы  йылмайыуын һаклай ул.

Атай - әсәй – беҙҙең күңелдә мәңгелек ышаныс,

Атай – көслө,  атай – батыр,  атай – беҙҙең

ҡыуаныс.

 Атай – алтын бағана, ғаиләлә ул терәк.

Тыныслык, именлек һағында ул кәрәк.

Шиғырҙа әсәйҙәрҙе, атайҙарҙы нимәгә тиңләйҙәр?

 Ғаиләлә тағы ла оло ихтирамға лайыҡлы

кешеләр кемдәр? Уларға ниндәй сифаттар хас?

 Балалар фекере

 Балалар яуабы

5.

   Коллектив эш: “Аңлатмаларға дөрөҫ яуап тап”

  • Ғаилә ағзалары көн һайын  бергә йыйыла торған урын
  • Атай, әсәй, олатай , өләсәй, балалар  бергә
  • Бәләкәй генә, илаҡ, хәсәтәрләү талап итә
  • Уны ҡәҙерләп һаҡлайҙар, быуындан – быуынға тапшыралар
  • Өй, йорт

  •  Ғаилә

  •  Бәпес

  •  Шәжәрә

6.

 “Ғаилә ағзаларын барлайыҡ”

 Башҡорт халҡында ғаилә ағзаларын, туғандарҙы нисек атап йөрөтәләр?

 Балалар яҡын туғандарын нисек атауҙары тураһында һөйләй

7.

Ғәмәли-  индивидуаль эш: “Кешеләргә ғаилә ни өсөн кәрәк?”

Кәрәкле һүҙҙәрҙе һайлап ал

  Тейешле һүҙҙәрҙе һайлап, аңлатма төҙөйҙәр

 Һүҙҙәр слайдта

8.

Ял минуты

 

 Күҙҙәргә, ҡулдарға күнекмәләр эшләйҙәр

9.

  Проблемалы һорау:  “Ғаилә бәхетле булһын өсөн ни эшләргә кәрәк?”

Ғаилә ҡағиҙәләрен беләһегеҙме?

Балалар  фекере

10.

Парлы эш: ”Мәҡәлдәрҙе тулыландыр”

  Ғаилә, ата –әсәләр, балалар тураһында мәҡәлдәрҙе дөрөҫ төҙө.

Мәҡәлдәрҙе уҡыйҙар

11.

 Группаларҙа ижади эш: “Синквейн”

 Өлгөгә ҡарап синквейн төҙөйбөҙ

   Атай, әсәй, тыуған йорт, ғаилә  һүҙҙәре менән синквейн төҙөйҙәр

 Синвейндың  схемаһы слайдта

12.

 Әңгәмә “Ғаилә ҡиммәттәре”

  Ғаилә ҡиммәттәренә нимәләр керә?

 Балалар ғаилә йолаларын, байрамдарын һанайҙар

13.

  Ролле уйын “Тормош ситуациялары”

  Нисек уйлайһығыҙ: ситуциялар дөрөҫ хәл ителәме?    

 Хаталы осраҡтарҙы  дөрөҫләгеҙ

  Балалар үҙаллы хаталарҙы табып, төҙәтмә  керетәләр һәм һығымта яһайҙар

 Ролдәрҙе балалар башҡара

14.

 Рефлексив анализ

 Бөгөн дәрестә нимәләр эшләнек? Ниндәй эш төрҙәрен ҡулландыҡ?   Нимәләр белдек?

 Һеҙгә дәрес оҡшанымы?  Ни өсөн?

 Балалар яуабы

15.

 Өй эше

  1. Үҙ ғаиләңдең гербын эшләп алып килергә.
  2.  “Минең ғаиләм” темаһына инша.

 Һәр уҡыусы оҡшаған эште  һайлап ала

16.

 Йыр “Бәхет өсөн”

 Дәресебеҙҙе  йыр менән тамамлайыҡ

 Балалар йыр башҡара.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок мини - проект "Система питания ДВС"

В данной работе рассмотрены: Актуальность пректной технологии; Этапы проекта; Цель и задачи урока; Ход урока....

Структура урока мини-проекта

Приведена структура проблемного урока мини-проекта: "Система питания ДВС", этапами урока, действиями преподавателя и обучающихся....

Мастер класс «Минем тылсымлы әкиятем».

Әдәби жанрларының иң кызыклысы һәм мавыктыргычы һичшиксез әкиятләр санала. Татар телендә аларны өч төргә бүләләр:1) Хайваннар турында әкиятләр;2) Тылсымлы әкиятләр;3) Томыш-көнкүреш әкиятләренә бүләлә...

Конспект Мастер-класс "Минем тылсымлы әкиятем"

Уеннар ярдәмендә рус телле укучыларны татар сөйләменә өйрәтү....

Мини-срез по английскому языку 3 класс за II полугодие

Этот материал отлично подходит для контроля знаний по пройденному материлу.Удачи!...