Башҡорт теленән контроль-баһалау материалдары

Рахимова Миляуша Миннуловна

Диктант, изложение

Скачать:

Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

5-се класс

ҠОТҠАРҘЫ

           Фәрит йылға буйында ҡармаҡ һалып ултыра ине. Шул ваҡыт Гөльямал әбей һыу буйына килде лә керҙәр сайҡарға тотондо. Кер сайҡау ҡармаҡ һалыусыға бәлә инде ул. Фәриттең быға кәйефе китте. Бәләкәс Гөлнур ҙа өләсәһенә эйәргән, керҙәр сайҡарға килгән икән. Уныһы тағы ла тыныслыҡ бирмәй.

Фәрит ҡармаҡтарын йыйҙы ла китергә ҡуҙғалды. Шул арала яҡында ғына әллә нәмәнең сулп итеп һыуға төшкәне ишетелде. Күтәрелеп ҡараһа, яр ситендә генә Гөлнурҙың аҡ күлдәге ҡабарып торғанын күрҙе. Фәрит ҡаушап китте. Ләкин шул ваҡытта уҡ ҡармаҡ һаптарын ергә ырғытты ла һыуға һикерҙе. Ҡыҙҙы ике ҡулы менән күтәреп алды ла тиҙ генә ярға менде. Ул арала ҡыҙҙың өләсәһе лә йүгереп килеп етте. Ләкин өләсәһе бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтә алмай ине.

Фәрит бер аяғы менән ергә теҙләнде лә Гөлнурҙы күкрәге менән ятҡырҙы. Унан һуң бер ҡулы менән кәүҙәһен тотоп, икенсеһе менән елкәһенә йомшаҡ ҡына итеп һуҡҡыланы. Шунда ҡыҙҙың йотҡан һыуы ауыҙынан кире сыҡты. Фәрит бәләкәс ҡыҙҙы сиҙәмгә ятҡырып, яһалма һулыш алдырырға тотондо. Шунан һуң ҡыҙыҡай иркен һулыш ала башланы һәм илап та ебәрҙе.

Өләсәһе Гөлнурҙы ҡосағына алды ла иркәләй башланы. Гөлнур менән мауығып, әбей Фәриткә бер йылы һүҙ ҙә әйтә алманы. Фәрит ҡармаҡ һаптарын алды ла ҡайтып китте. Уның бөтә еренән һыу аға. Ләкин уга шундай рәхәт, шундай еңел! Баяғы борсолоуҙары бөтөнләй онотолған. Ул баланы ҡотҡарыуына шатлана, үҙ-үҙенә күңелле йылмая ине.

План

  1.  Фәрит йылға буйында ҡармаҡ һалып ултыра.
  2.  Гөльямал әбей ейәнсәре менән кер сайҡарға килгән.
  3.  Гөлнур һыуға йығылып төшә.
  4.  Фәрит Гөлнурҙы ҡотҡара

АУЫР ХЕҘМӘТ

Терпенең энәләренә эләктереп үлән ташыуы хаҡында һәр кемдең ишеткәне барҙыр, һөйләгәндә был эш еңел кеүек булһа ла, эшләгәндә ул терпе өсөн бик үк еңел түгел икән.

Мин терпене урманға бәшмәк йыйырға барғанда күрҙем.

Терпе йүгергеләп үлән ташып йөрөй ине. Ул, энәләренә эләктереп, өс япраҡ алып китеп бара. Ике япраҡты ҡабырғаһына, бер япраҡты арҡаһына эләктереп алған. Был йөк бик еңел. Уны терпе хатта һиҙмәйҙер ҙә. Үләнде күп кенә итеп алып китер ине лә бит, ләкин уны энәләргә эләктереүе ҡыйын. Мин ҡыҙыҡһынып әкрен генә терпенең артынан киттем.

Терпенең өйө ҡарт шыршы төбөндәге соҡорҙа икән, ул шунда килеп туҡтаны. Хәҙер үләндәрҙе энәләренән ысҡындырып, өңгә түшәргә кәрәк. Ә уларҙы нисек итеп ысҡындырырға һуң? Аяҡ менән эләктереп булмай, ә теш менән ысҡындырыу тураһында уйларға ла ярамай. Уны һелкетеп тә төшөрөп булмай. Бына бит ниндәй ауыр хәл! Терпе арҡаһын ағасҡа ышҡый башланы. Ҡабырғалағы япраҡтарҙы ул шулай итеп төшөрҙө, ә арҡаһындағыһын төшөрә алмай ҙа ҡуя бит. Арып бөттө, бахырың. Үлән төшмәй ҙә ҡуя.

Терпе бик оҙаҡ маташты, ләкин үләнде ыскындыра алманы. Ул бер урында баҫып торҙо ла:        «Туфф! Туфф!» — тип ҡуйҙы. Был беҙҙеңсә «ох, ах» тигән һымаҡ булалыр инде. Ул тағы ла һуҡмаҡ буйлап кире китте.

Терпе күҙҙән юғалғас, мин уның өңөнә япраҡтар килтереп һалдым.

Терпегә ярҙам итмәй мөмкин түгел ине. Уның эше бик ауыр икән шул.

Эш

Текст буйынса изложение яҙығыҙ.

ЛӘЛӘ ҮҪТЕРГӘН ҠЫЯР

Ләләгә инде һигеҙ йәш тулды. Яңы өйгә күсеп, аҙна-ун көн йәшәүгә, Ләләнең үҙенең дә йәшелсә баҡсаһы барлыҡҡа килде. Күрше ағайҙарҙың баҡсаһы янында гына ике төп көнбағыш ултыра ине. Уларҙы ҡыҙыҡай тәүге көндә үк күргәйне инде. Ул көн һайын үҙенең бәләкәй генә биҙрәләре менән көнбағыштарға һыу ҡойҙо, уйынсыҡ көрәге менән төптәрен күмде.

Бер көндө Ләлә әсәһенең ашҡа турай торған һуғандары араһынан йәшел ҡыяҡ сығарған ике баш һуғанды алып сыҡты ла көнбағыштар янына ултыртып ҡуйҙы.

Ләләнең көнбағыштары үҙенән әллә күпмегә бейек булып үҫеп китте. Кутандары ла, бер төптән әллә нисә йәшел ҡыяҡ сығарып, үргә үрләне. Тик бына ҡыярҙың ике һары сәскәһе генә әллә ни эшләп икеһе лә бер-бер артлы һулыны ла ҡуйҙы. Ҡыҙыҡай күпме генә һыу һипһә лә, яңынан күҙҙәрен асманылар.

Ләлә сүгәләп кенә ергә ултырҙы, үҙенең баҡсаһында- гы һулыған сәскәләренә моңһоу ғына ҡарап торҙо. Унан һуң ҡапыл урынынан һикереп торҙо. Уның йөҙөндә шатлыҡ нуры балҡый ине: һулыған сәскәләрҙең төбөндә бәләкәй генә ике йәшел ҡыяр үҫә башлаган.

Бер ҡояшлы иртәлә Ләлә башҡа көндәрҙәгенән иртәрәк уянды. Ул йүгерә-атлай тышҡа сығып китте һәм, күп тә үтмәй, ҡояш төҫлө балҡып, ҡулына бер башы аҡһыл, оҙонса йәшел ҡыяр тотоп, килеп тә инде.

— Был ҡыяр минең баҡсамда үҫте. Кин, әсәй, шуны ла белмәйһеңме ни! — ти, Ләлә. Ул, ай-вайға ҡуймай, әсәһен тышҡа алып сыҡты. Көнбағыштарын, һуғандарын, ҙурайып килгән икенсе ҡыярын күрһәтте. Уларҙы нисек ҡарап үҫтереүе тураһында һөйләп бирҙе.

Эш

Текст буйынса изложение яҙығыҙ. Аҙағына үҙегеҙҙең баҡсала эшләүегеҙ хаҡында ла өҫтәгеҙ.

6-сы класс

ТӘНӘФЕС ВАҠЫТЫНДА

Салт аяҙ көн. Оҙон тәнәфестә балалар мәктәп эргәһендәге текә ярҙан сана шыуа. Йылға аръяғында Күбә тауы күренеп ята. Ҡышын унда ҡар ятмай — ел һепереп тора.

Ҡапыл:

- Малайҙар, ҡарағыҙ әле, тауҙан әллә нәмә сабып төшөп килә! — тип һөрән һалды берәү. Ысынлап та, унда ниҙер бар ине. Бер нисә малай тауға табан йүгерҙе. Хайуандарҙың, оҙон-оҙон һикереп, алдан сабып килгәне ҡоралай ине. Арттағыһы бүрегә оҡшаған. Ауыл ситендәге һырынтыға килеп кереү менән, ҡоралай батты. Ул да булманы, уға бүре килеп йәбеште, йүгереп килеүсе малайҙар ҡысҡырыша, һыҙғырыша башланы. Ләкин бүре ҡасырға уйламай ҙа. Балаларға ғәжәп күренде был хәл. Тик шул саҡ килгән малайҙың:

- Бүре түгел! — тигән тауышы ишетелде. Балаларҙың бүре тигәндәре урман ҡарауылсыһының һунар эте булып сыҡты. Балалар ҡоралайҙы ҡотҡарып ҡалды. Меҫкендең ҡурҡыуҙан тамам хәле бөткән, яраларынан ҡан аға.

Ҡоралайҙы һарайға ябып ҡуйҙылар. Дәрестәр тамамланғас та, бер нисә малай уны тәрбиәләргә ҡалды. Яраларына йод һөрттөләр. Бер уҡыусы карболка килтерҙе. Ашарға бесән һалғайнылар, ҡоралай уға әйләнеп тә ҡараманы.

Шулай ҙа балалар күңелдәрен төшөрмәне, бер нисә йәшел миндек табып, уны тоҙло һыуға мансынылар ҙа төнгөлөккә ашарға ҡалдырҙылар. Эргәһенә биҙрә менән һыу ҙа ҡуйҙылыр.

Иртәнсәк, мәктәпкә килеү менән, балалар үҙҙәренең ҡунағы эргәһенә йүгерҙе. Ҡоралай миндектәрҙең япрағын ашап бөтөргән, һыуҙы эскән.

Шулай итеп аҙна-ун көн самаһы үтеп тә китте. Ҡоралай балаларға эйәләште, хәҙер инде ул ҡулдан икмәк тә ашай башланы, яралары төҙәлде. Артабан ҡоралайҙы мәктәптә тоторға ярамай ине, шуға күрә балалар бик сыуаҡ бер матур көндө уны урманға ебәрергә булды.

Дәрестәр тамамланғас та, улар ҡоралай менән хушлашырға ҡалды.

Яланға сығарып, мөгөҙөндәге бауҙы алғас, кейек, ни эшләргә белмәгәндәй, бер аҙ урынынан ҡуҙғалмай торҙо. Бер урманға, бер балаларға ҡараны. Тик кемдер һайт тип ҡысҡырғас ҡына, ҡапыл һикерҙе лә урманға табан сабып китте.

Эш

Текст буйынса изложение яҙығыҙ.

ИЛГИҘӘРҘЕҢ ЭШЕ

Илгиҙәрҙең әсәһе уның ҡулына кәтмән килтереп тотторҙо ла баҡсалағы картуфты күмергә ҡушты.

Был юлы ҡарышып-нитеп торманы Илгизәр. Яйлап ҡына баҡсаға табан йүнәлде. Бына ул аҙбар артында ғына үҫеп ултырған тәүге картуфтың тирә-яғына күпереп ятҡан йомшаҡ тиреҫте тауҙай итеп өйөп ҡуйҙы. Икенсе төп тә хөрт эшләнмәне. Ә бына өсөнсөһө генә яртылаш күмелде тигәндә, Илгиҙәрҙең ҡулынан кәтмәне төшөп китмәһенме. Кәтмәнен алырға тип эйелгәндә, нисектер уға ергә тубыҡланырға тура килде. Ә ер шундай йомшаҡ, шундай йылы ине. Ул аҙ ғына ятып ҡарарға булды.

Илгиҙәрҙең яланғас арҡаһын ҡояш рәхәт итеп ҡыҙҙыра, ара-тирә иҫкеләп ҡуйған еләҫ ел уны иркәләй ине. Тағы ла саҡ ҡына ятаһы килде Илгиҙәрҙең. Ә бына ҡуҙғалайым ғына тигәндә, уның күҙҙәре ҡырмыҫҡаларға төштө. Әллә ҡайҙан күсеп килгән ошо ваҡ ҡына йән эйәләре тупраҡ өйөмөнә һөжүм итергә тотондо. Береһе- бер тик тормай, бер туҡтауһыҙ үҙҙәренән ҙур балсыҡ киҫәктәрен күтәреп ҡайҙалыр ташыйҙар, зыҡ ҡубалар.

       Вәт әй, Илгизәр ҡояшта ҡыҙынып ятҡан арала ҡырмыҫҡалар үҙҙәренә йорт әҙерләп инде. Әллә шуларҙан көнләшепме, әллә тик ятыуҙан ялҡыпмы, ул үҙе лә урынынан ҡуҙғалды. Иренеп кенә кәтмәне менән ергә төрткөләй башланы.

Башта үҙе сығарған йырҙарҙы төрлө көйгә һалып йырланы. Үҙе йырлай, үҙе эшләй. Юҡ, ул үҙен картуф баҡсаһында итеп кенә түгел, барабандар ҡағып, оркестр менән уҙған сафтарҙа барғандай хис итте. Кәтмәне ҡулында уйнап ҡына торҙо. Ул хатта әсәһенең төшкө ашҡа саҡырыуын да ишетмәне. Маңлай тирен һөртөргә тип туҡталған сағында ғына артына әйләнеп ҡараны. Был ниндәй мөғжизә: ярты баҡса күмелгән дә ҡуйған! Йөҙө таңдай балҡыған Илгизәр, кәтмәненә таянып, бер аҙ баҫып торҙо. Ошо саҡ уның ҡолағына күрше Ғабдулла бабайҙың яғымлы һүҙҙәре ишетелде:

— Нисә әйтһәң дә, бөркөттән бөркөт тыуа шул!

7-се класс

ВӘЛИ МЕНӘН ҒӘЛИ

Бына көткән көн дә килеп етте. Бөтәбеҙ ҙә ап-аҡ ҡар менән ҡапланған киң Ағиҙел өҫтөндә торабыҙ. Беҙ километр ярым барырға ла ошонда әйләнеп килергә тейешбеҙ. Ҡайһы класс командаһы был араны тиҙерәк үтә, шул команда беренсе урынды ала. Иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үткән саңғысыға ла беренсе урын бирелә.

Мине, кластың алдынғы булып сығыуына ҡарағанда ла, үҙемдең беренсе булып килеүем ҡыҙыҡһындыра.

Шуға күрә йөрәгем сығырҙай булып тибә. Ғәлиҙең дә йөрәге шулайҙыр, тип уйлайым.

Бөтәбеҙ ҙә теҙелдек һәм, «марш» тигәс тә, бер юлы алға табан остоҡ.

Тәүҙә күҙемә аҡ-ҡара күренмәне. Бөтә көсөмдө һалып ынтылдым. Бына бер ваҡыт алдымдағы ҡар диңгеҙе нисектер тулҡынланған кеүек була башланы. Балтыр иттәрем ауырайған һымаҡ. Әле ярты юлға ла етелмәгән, былай булһа, эштәр насар. Тирә-яғыма ҡолаҡ һалам һәм тиҙ генә артыма боролоп ҡарайым. Минән бер егерме метрҙар самаһы артта Ғәли килә. Уның үксәһенә баҫып уҡ тип әйтерлек дүртенсе «Б» класынан ике малай елә. Башҡалар бөтәһе лә артта ҡалған.

Үҙемдең иң алда барыуымды, Ғәлиҙең байтаҡ артта килеүен күргәс, бер ни тиклем көс өҫтәлгәндәй булды. Мин тағы ла дәртләнеберәк алға ынтылдым.

Бына ярты юл. Мин кире боролдом. Бәм күп тә үтмәй, Ғәли ҡаршыһына килеп еттем.

Ләкин бынан һуң оҙаҡ бара алманым. Бер ҡар өйөмөн бик еңел генә үтеп китмәксе булып, аяҡтарымды киң баҫып кирелгәйнем, бер саңғым ҡар аҫтында торҙо ла ҡалды. Саңғымды кейеп алырға уйланым. Ләкин кейерлекме һуң? Уның ҡайышы төптән үк өҙөлөп сыҡҡан! Ни эшләргә лә белмәйенсә, артымдан талпынып- талпынып килгән Ғәлигә асыу менән ҡарайым. «Ҡара һин уны, шатлығынан нисек елә», — тип уйлайым.

Күп тә үтмәне, Ғәли выжлап килеп тә етте. Был нисегерәк уҙып китер икән тип торғанда, ул, минең эргәлә туҡтап:

-  Ни булды? — тип һораны.

-  Ҡайыш өҙөлдө...

-  Арыманыңмы, барырға рәтең бармы? Мин арыным, уҙып китеүҙәре бар, күрәһеңме, «Б» кластары нисек килә, мә кей минекен, — тине ул саңғыһын һала-һала, — алдынғылыҡ беҙҙең класта булырға тейеш...

Ни эшләмәк кәрәк, ул, кеҫәһенән бәкеһен алып, минең саңғым менән булашып ҡалды. Ә мин уның саңғыһын кейҙем дә алға ынтылдым.

Бик оҙаҡ барғас, артыма боролоп ҡараным. Ни күҙем менән күрәйем: минең арттан өсөнсө булып Ғәли килә. Был ваҡытта йөрәгем үҙем өсөн генә түгел, Ғәли өсөн дә, үҙем уҡыған «А» класы өсөн дә дөп-дөп тибә башланы.

Ярты көсөмдө бүлеп биреп, Ғәлиҙе минең арттан килгән малайҙан алға сығарғы килә. Һәм бына, бына... Әйтерһең, ошолай уйлауым ғына кәрәк булған: Ғәли теге малайҙың йәнәшәһенә үтте, әҙерәк уҙҙы һәм, бер аҙ барғас, бөтөнләй алға сыҡты.

Мин ошо ваҡытта финишҡа килеп етеүемде лә һиҙмәнем, ундағыларҙың миңә ҡул сабыуҙарын да ишетмәнем. Тиҙ генә артыма боролдом да Ғәли өсөн бөтә көсөм менән ҡул саба, ҡысҡыра башланым:

— Шәберәк, Ғәли! Шәберәк! Еңеү беҙҙә!..

Беҙ ярыштан Ғәли менән икәү ҡайттыҡ. Ул юл ыңғайында миңә өләсәһенең ҡунаҡҡа килеүе, иртәгә үҙҙәрендә шыршы байрамы буласағы тураһында һөйләне. Байрамға мине лә саҡырҙы.

План

  1. Вәли саңғы ярышында ниндәй маҡсат менән ҡатнаша?
  2. Ул Ғәли тураһында нимә уйлай?
  3. Ярыш ваҡытында Ғәли Вәлигә ниндәй ярҙам күрһәтә?

4  Ярыштан һуң Вәлиҙә ниндәй үҙгәреш була?

ЫСЫН ДУҪЛЫҠ

Яҙма эш ваҡытында, иң аҙаҡҡа ҡалып, звонок булғансы ултырһам да, миҫалды эшләй алманым. Ғәрләндем дә, Рәхмәткә асыуым да килде. Саҡ ҡына әйтеп ебәрһә була бит инде. Дәрестәр бөткәс, ошо асыуымдан ауылға Рәхмәт менән бергә ҡайтҡым килмәне. Был хәлдән һуң Рәхмәт менән минең аралар көндән-көн нығыраҡ һыуына барҙы. Дәрес бөткәс, мәктәптән һәр саҡ тиерлек алдан сығып һыҙам. Иртән мәктәпкә бер үҙем сығып китәм.

Рәхмәт ҡыуып етмәһен тип, артыма ҡарай-ҡарай, шәп-шәп атлайым. Епшек ҡарҙа резина итегем тайып, бер-ике рәт йығылып та алдым. Бына хәҙер Ҡамышлы йылғаһы аша бер генә бүрәнәнән һалынған баҫманы үттемме, ат менән урауҙан йөрөй торған оло юлға сыгам. Унан Ташморонға бер саҡрым самаһы ғына ҡала. Баҫманан, башҡа ваҡыттағы шикелле, йүгерә-атлай сығып килә инем, ҡапыл аяғым тайып, көҙгө ямғырҙарҙан һуң ташып буръяҡланған һалҡын һыуға ҡайһылай атылып төшкәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ҡайһы еремдер үҙәгемә үтеп ауыртты. Ләкин, ҡыҙыулыҡ менән уны онотоп, тиҙерәк аяҡ үрә баҫтым да, баҫмаға йәбешә-йәбешә, ярға атланым. Артыҡ текә булмаған ярға тырышып-тырмашып менгәс, тороп йүгереү өсөн баҫырға булғайным, һул аяғымдың яман ауыртыуына түҙә алмайынса сүгәләнем, унан, аяғымды һоноп, еүеш ергә ултырҙым. Бәкәлемдең өҫ яғынан аяғым йәнемде өҙөп һыҙлай. Итекте сисеп ҡарамаҡсы булып, аяғымды ҡуҙғатҡайным, яман ауыртыуҙан артыма саҡ ауып төшмәнем. Кейемем һыуланған, өшөттөрә лә башланы. Ни эшләргә? Урынымдан тормаҡсы булып, тағы ла бер ынтылып ҡарағайным, был юлы бәкәлсәйемә күҫәк менән килтереп һуҡҡандай булды, ҡар өҫтөнә йығылып, иҫемде юғалттым...

...Күҙемде асып ебәргәндә, күҙемә тәү бәрелгән нәмә Рәхмәт булды. Туҡта әле, ни эшләп мин былай епшек ҡар өҫтөндә ятам? Э Рәхмәт ҡасан ҡыуып еткән тағы? Ләкин миңә оҙаҡ икеләнергә тура килмәне. Аяғымдың һыҙлауы миңә булып үткәнде тиҙ хәтерләтте.

- Ни эшләнең һуң, Әсҡәт? — ти Рәхмәт, миңә эйелә биреп. Ул тир бөрсөктәре тәгәрәгән маңлайын, битен ҡулъяулығы менән әленән-әле һөртөп ала. — Хәҙер ауыл осона тиклем күп булһа йөҙ метр ҡалғандыр, түҙ, Әсҡәт, — тип Рәхмәт миңә эйелә.

- Нисек инде йөҙ метр?

- Мин бит һине Ҡамышлы ярынан бирле күтәреп алып килдем. Әле хәл йыйырға туҡтаным. Шуны ла белмәйһеңме ни?

Бына нисек икән! Бөтәһен дә аңлайым, ләкин, Рәхмәттең күҙ ҡарашы менән осрашырға уңайһыҙланып, ситкә боролам. Ә ул мине яурыны аша күтәреп һалды ла, бысраҡ кисеп, тағы алға йүнәлде...

Ауыл осондағы өйҙән мине ат менән больницаға алып барҙылар. Ҡуңысын телеп, итегемде систергәс, врач, көптәй шешеп киткән аяғымды ҡарап:

- Һынған, һис кисекмәҫтән гипс һалырға кәрәк, — тине.

Төштән һуң эргәмә, атайым менән әсәйемә эйәреп, Рәхмәт тә килде. Врач ағай:

- Борсолмағыҙ, ун биш-егерме көндән шап-шаҡтай булыр. — Шулай ти ҙә  Рәхмәткә әйләнеп ҡарай. — Бына был егеткә рәхмәт әйтегеҙ. Әгәр ул булмайынса, һыулы кейеме менән ҡар өҫтөндә ятып, һыуыҡ тейҙерһә, эш хөртөрәк булыр ине.

Рәхмәткә ҡарайым. Ул, үҙен маҡтағанға уңайһыҙланған шикелле, башын түбән эйеп, һүҙһеҙ баҫып тора.

8-се класс

МИШКА

«Карапҡа айыу балаһы алып ҡайтҡандар», — тигәнде ишетеү менән, уҡтай атылып, ишеккә ташландым.

Мин ингәндә, Мишка, үҙен һырып алған матростарҙан шөрләпме, карауат аҫтына ҡасҡан да тын алырға ла ҡурҡып ултыра ине. Э моряктар, ҡунаҡтың ҡайһы кубрикта1 йәшәргә тейешлеген асыҡларға тырышып, үҙ-ара һүҙ көрәштерә. Айыу балаһын алып ҡайтҡан по- вар Чепежко тупаҫ ҡулдары менән Мишканы һөйә-һөйә:

— Тыныс булығыҙ, иптәштәр, бөтәһе тураһында ла ҡайғыртылған, — тине.

Шул арала Чепежко үҙен иғтибарлы тәрбиәсе итеп күрһәтергә лә өлгөрҙө: бер һауыт компот, макарон алып килде. Айыу балаһы яратып ашаманы ашамлыҡты. Э компотты еҫкәп кенә ҡараны ла, асыуланып, түкте һәм һауытын тәгәрәтеп уйнай башланы. Эле генә ҡурҡып ултырған Мишканың ҡапыл шулай батырайып китеүе беҙгә лә бик ҡыҙыҡ булып китте. .

Бер көндө Чепежко, ҡайҙандыр тельняшка2, беско- зырка, салбар табып алып килеп, Мишканы диңгеҙселәр формаһына кейендерҙе. Был ҡыҙыҡ күренештән моряктар эстәре ҡатып көлөштө. Айыу балаһы бик тиҙ эйәләште. Үҙен ҡыйыу, иркен тотоп, артҡы аяҡтарына баҫты ла бескозырка таҫмаларын елберләтә-елберләтә палубаға сыҡты һәм күптән әҙерләнгән «концертын» күрһәтте.

Ваҡыт үтә барған һайын, Мишканың дуҫтары ла күбәйҙе, һәм ул үҙен экипаждың ябай ағзаһы итеп һиҙә башланы. Моряктар буш ваҡыттарында уның менән уйнай, шаяра. Мишканы күрер өсөн хатта күрше хәрби пастарҙан да килә торғайнылар. Эгәр концерт-фәлән була ҡалһа, ул түңәрәк буйынса әйләнеп бейей һәм, бейеп бөткәс, ҡыйыш-мыйыш баҫып, алҡыштар аҫтында баш эйә, рәхмәтен белдерә.

Мишка караптағы көн тәртибенә лә күнекте: беҙҙең менән бергә ята, бергә тора. Һуңға ҡалыусыны күрһә, аяғынан тешләп торғоҙа. Әгәр юлда йыуғыс, һабын, таҫтамал тотоп барыусы осраһа, тиҙ генә алдан душҡа саба. Йөндәрен таҙартырға янындағы матросҡа тарағын һәм йыуғысын һуҙа.

Айыу балаһы үҫте, матурланды, аҡылға ла ултырҙы. Ул компотты хәҙер бик ярата. Компот бирмәһәң, кәйефе ҡырыла. Повар Чепежко ҡайһы саҡта юрый һауытын тултырмай бирә. Мишка тиҙ генә эсә лә һауытын яңынан күтәреп килә. Ашап туйғас, ҡыҙыҡ яһар өсөн, һуҙылып ята ла ҡорһағын тырнай башлай.

Мишка диңгеҙ походтарына ла йөрөргә яратты. Шторм ваҡыттарында үҙен батыр тотоп, командир һәм офицерҙарҙың маҡтау һүҙҙәрен дә ишетте ул.

Бер ваҡыт көтөлмәгән хәл булды. Мишка юғалған тигән хәбәрҙән моряктар аптырап ҡалды. Ашау-эсеү ҡайғыһы китте. Командир рөхсәте буйынса иртүк уны эҙләргә сыҡтыҡ. Баянды ла үҙебеҙҙән ҡалдырманыҡ. Музыка тауышына килер, тип уйланыҡ. Чепежко ашамлыҡтар ҙа алды. Ләкин, күпме генә эҙләһәк тә, Мишканы таба алманыҡ. Бик арығас, Мишка, бәлки, үҙе ҡайтып килер әле тип, карапҡа табан йүнәлдек. Ләкин Мишка ҡайтманы. Бер көн, ике көн, өс көн үтте, әммә ул килеп сыҡманы.

Көндәр бер-бер артлы уҙҙылар. Һалҡын поляр түңәрәк аръяғына ла йылы йәмле яҙ килде. Соҡор-саҡырҙарҙа, үҙәндәрҙә ҡар һыуҙарынан йылға, күлдәр барлыҡҡа килде. Томанлы поляр төндәр артта ҡалды. Бер ваҡыт көтмәгәндә Мишка ҡайтҡан тигән хәбәр ишеттек. Мишка ҡайтҡан! Ул, башын түбән эйеп, «мин ғәйепле» тигән һымаҡ, баҫып тора. Беҙ уның күңелен күтәрергә тырыштыҡ. Моряктар Мишканы душта йыуындырҙы, поварҙар туйғансы ашатты, Чепежко уны өр-яңынан кейендерҙе.

Мишка ябыҡҡан, йонсоған, ә үҙе үҫкән һымаҡ. Йөндәре лә ҡалыная төшкән. Күрәһең, күп ваҡытын йоҡлап уҙҙырғандыр. Ләкин Мишка элеккесә шат, көр күңелле ине, «Яблочко»ны уйнап ебәреүгә, ул ашыҡмай ғына артҡы аяҡтарына баҫты ла, эре-эре атлап, бейеп китте.

ШАЯН ҺАЙЫҪҠАН

Саҡ беленеп торған һуҡмаҡ мине кордонға илтеп сығарҙы. Шул саҡ түбәндән генә бер һайыҫҡан осоп китте. Ҡараһам — бер ҡайын осона менеп ҡунды теге. Минең килгәнде иҫкәртеп, күрәһең, һайыҫҡан шыҡырыҡлай башланы. «Һин ниңә бик шыҡырыҡлайһың әле? — тинем мин. — Ҡунаҡты шулай ҡаршылайҙармы ни?»

Кордонға күп булһа бер километр ҡалғандыр. Теге һайыҫҡан, ағастан-ағасҡа ҡунып, ҡысҡырыуын дауам итә.

Яңғыҙ торған бер бәләкәй өй эргәһенә килеп еттем. Ҡарауылсы йәшәй икән бында. Миңә ҡаршы ишектән бер малай килеп сыҡты.

- Һаумы, ҡустым! — тинем тегегә. — Һин бында тораһыңмы?

- Эйе, һеҙгә кем кәрәк?

- Һеҙгә ҡунаҡҡа килдем.

Артабан беҙ Мәжит менән бик ныҡ дуҫлашып киттек, һәйбәт белә икән ул был яҡтарҙы. Төлкөләр һәм бурһыҡтар ҡайҙа йәшәгәнен, төрлө ҡоштарҙың ҡайҙа оя ҡорғандарын да әйтә. Шәп натуралист икән үҙе.

Мәжиттәрҙә тороуыма бер нисә көн үтте. Бер мәлде күлдәктең еңдәрендәге запонкаларын ысҡындырып алдым да, шырпы ҡабына һалып, өҫтәлгә ҡуйҙым.

Тәҙрә асыҡ ине. Киң япраҡлы саған ботаҡтарының селтәрле шәүләһе иҙәнгә төшөп тора. Бер нисә минутҡа ғына бүлмәнән сыҡтым. Әйләнеп килеүемә, өҫтәлдә запонкалар юҡ ине инде.

Был ни эш? Әле генә ошонда яталар ине бит. Тамам аптырашта ҡалдым.

- Мәжит, өҫтәлдәге запонкаларҙы алманыңмы? — тинем.

—Юҡ, ағай, алманым, — тине малай. Запонкаларҙы оҙаҡ ҡына эҙләнек, ләкин бер ҡайҙан да таба алманыҡ. Мәжит ҡапыл урынынан һикереп торҙо ла:

-Белдем! Ул запонкаларҙы һайыҫҡан алған! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.

- Аңламайым. Ни һөйләйһең һин?

- Әйҙә, ағай, киттек! — ти малай, мине еңемдән тартып.

Беҙ ҡайын төбөнә барып туҡтаныҡ. Ул, һайыҫҡан, тип һуҙып ҡысҡырҙы ла ағасҡа үрмәләп менеп тә китте. Мәжит һаман үргә күтәрелә бара, ҡарт ҡайын ботаҡтары араһынан уның күк күлдәге генә күренеп ҡалды. Бәй, был ни эш?! Ысынмы был, әллә күҙҙәремә генә шулай күренәме? Һайыҫҡан Мәжиттең башына килеп ҡунды.

- Был һинең эшеңме, һайыҫҡан? Ниңә кеше әйберен алаһың? Бир! — тине Мәжит һәм, үрелеп, тегенең ояһын ҡараны. — Бына һеҙҙең запонкаларығыҙ ҡайҙа ята! — тип ҡысҡырҙы ул, ҡулын һелтәп.

Һайыҫҡан шыҡырыҡлай-шыҡырыҡлай ситкә осоп китте лә яҡындағы бер ботаҡҡа барып ҡунды.

Шаян һайыҫҡан урлаған запонкалар бына шулай табылды. Артабан Мәжит миңә был һайыҫҡанды бик бәләкәй сатынан тәрбиәләп үҫтереүе хаҡында һөйләне, һайыҫҡан уга эйәләшеп бөткән, уның ус төбөнән аҙыҡ ашай. Һалҡын көндәрҙә ул соланда ҡуна, ә иртән шыҡырыҡлай башлай: сығарығыҙ мине, ти, күрәһең.

Артабан ҡош миңә лә эйәләшеп китте. Ул яурыныма килеп ҡуна ла тыңлап тора: берәй йылы һүҙ әйтмәҫме икән, ти, күрәһең.

9-сы класс

ҺУНАРСЫ

Малайҙар араһында Наратҡа тиң һунарсы юҡ әле. Нарат һунарға сыҡҡан һайын ҡуянһыҙ ҡайтмай. Урман ҡарарға барғанда ла ул ҡушкөбәген, Аҡтырнағын ҡалдырмай.

Бына әле лә ул йәш ҡайын урманына килеп инде. Көн шаҡтай кисеккән булһа ла, ҡараңғы төшмәгәйне әле. Ул, урман ситендә туҡталып, бер аҙ хәл алды ла, ҡуян осрамаҫмы тип, Өсимән урманына ла һуғылып ҡайтырға булды.

Нарат Ҡаратал һәм Өсимән урмандары араһынан үт- г^ән оло юлға килеп сыҡҡанда, ҡояш байығайны. Ул, юл буйында туҡтап, бер аҙ хәл йыйып алырға булды. Саңғыларын һалып ағасҡа һөйәне лә төпкә барып ултырҙы.

Наратты Аҡтырнаҡтың йәмһеҙ итеп сыйнап өрөп е(бәреүе һиҫкәндерҙе: «Ни булған был Аҡтырнаҡҡа? Ниңә цғулай яман ырылдай ул?»

Нарат, мылтығын әҙер тотоп, тауыш килгән яҡҡа атгланы. Аҡтырнаҡ бер сыйнай, бер йәмһеҙ итеп ырылдай ине. Нарат ашығыуы менән абына-һөрөнә бер аҡланға крлеп сыҡты һәм, алдындағы ғәжәп хәлде күреп, ҡатып ҡалды.

Уның Аҡтырнағы ҡот осҡос ҙур һоро йыртҡыс менән өҙгөләшә!.. Йыртҡыс эттең боғаҙынан эләктерергә мата- шһ- Ләкин эт уға боғаҙын бирмәй, дошманының яңаҡтарын, морондарын сәйнәй.

— Бүре! Бүре бит был! — Ҡурҡыныслы был уй йәшен ти;Ҙлегендә малайҙың маңлайын семетеп үтте. Ул үҙенең теҙ? быуындары ҡалтырай башлауын тойҙо. Бына бүре Аҡтырнаҡтың боғаҙын эләктереп алды ла ергә һуҡты.

Нараттың өҙгөләнеп ҡысҡырған тауышы менән мылтыҡ тауышы бергә яңғыраны. Ул атып ебәреүен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡапыл бүре юғарыға һикерҙе лә лап итеп ҡарға ауҙы. Башын ҡар аҫтына тығып, тыпырсына башланы.

Башы яраланған йыртҡыс һуңғы һулышын ала ине. Шулай ҙа Нарат яҡын барырға батырсылыҡ итмәне. Башына төҙәп тағы ике тапҡыр атты. Бүренең аяҡтары һуҙылды, кәүҙәһе турайҙы. Ул тынып ҡалды. Нарат, уның үле икәненә тамам ышанғас ҡына, эте янына барып сүгәләне.

Этенең өҙгөләнеүен күреп, күҙенә йәш килгән малай ни эшләргә лә белмәне.

Бер аҙҙан Аҡтырнаҡ, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, хужаһына текәлде. Башын күтәрмәксе булды, тик хәле етмәне. Шунан: «Ни эшләтәһең инде мине хәҙер?» — тигән төҫлө, малайға тыныс ҡына ҡарап ята башланы. Нараттың күҙҙәре йәшләнде, йөрәге һыҡраны. Майкаһын йыртып, этенең муйынындағы яраларын бәйләне. Унан этен, тунға урап, ҡосағына алды ла, саңғыһын кейеп, ҡайтырға сыҡты. Үлгән бүре ҡар өҫтөндә, ағастар араһында, ятып ҡалды.

Шул арала көн ҡараңғыланып өлгөргәйне инде. Нарат ашыға башланы. Тик этте күтәреп саңғы менән ҡар ярып барыуы ауыр ине. Ҡаратал моронона етәрәк, ул бөтөнләй арыны. Атлап барырлыҡ та рәте ҡалмағас, тунға ураған этен йомшаҡ ҡарға һалып, үҙе лә уның эргәһенә тәгәрәне. Саңғылары менән ағас төбөндәге ҡарҙы соҡоп, эте менән үҙе һыйырлыҡ урын яһаны ла, тунына уранып, шунда кереп ултырҙы. Ҡар ҡыуышында этен ҡосаҡлап ултыра торғас, йоҡлап китеүен һиҙмәй ҙә ҡалды. Төн урталарында Әхмәтша бабай уны эҙләп килгәндә лә, ул этен ҡосаҡлаған килеш йоҡлап ята ине.

Ул «На-рат!» тип ҡысҡырған тауышҡа тертләп уянып китте, урынынан һикереп торҙо ла ике усын ауыҙына ҡуйып яуап ҡайтарҙы.

Атаһы янында Рауил менән Хәмзәне лә күргәс, малай түҙмәне, илап ебәрҙе. Шатлыҡтан да илай икән шул ҡайһы саҡта әҙәм балаһы...

ҺАБАНТУЙ

Ауыл өҫтөндәге томан, осорға әҙерләнгән аҡҡош һымаҡ ҡанаттарын йәйеп, бер урында туҡталып тора, тау артынан ҡыйыуһыҙ ғына күҙен ҡыҫып ҡараған ҡояш та алһыу керпектәрен тирә-йүнгә һибергә өлгөрмәгән. Әммә ауыл инде күптән уянған, урамдар ығы-зығы менән тулған: әле ярһыу аттарын саҡ тыйып тотҡан егеттәр сабып үтә, әле машиналар елдерә, әле малай-шалай йүгерешә. Нисә әйтһәң дә, бөгөн һабантуй булаһы көн бит Ҡушҡайын ауылында!

Һабантуй күңел асыу байрамы гына түгел. Унда элек- электән ир-егеттәр көс һынашҡан. Ат сабыштырыуҙа, көрәштә, һәр төрлө уйындарҙа еңеп сығыусылар дан алған тирә-йүндәге иң ҙур ауылдарҙан һаналған Ҡушҡайында инде борон-борондан һабантуйҙар шаулы уҙған. Ҡушҡайын көрәшселәрен бер кем дә бер ҡасан да еңә алмаған. Шул ғөрөф-ғәҙәт әле ошо көнгәсә һаҡланып килә. Әммә был һабантуйҙы хәүефле ҡаршыланы Ҡушҡайын кешеләре. Уның иң шәп көрәшсеһе Ғәлиәхмәт агай, бер ҙә көтөлмәгәндә йығылып, ҡулының быуынын сығарғайны.

Көрәш майҙанына иң элек Таулынан килгән Ишбулды сыҡты. Был көрәшсене Ҡушҡайын халҡының тәү күреүе ине, ул ситтә йөрөп ҡайтҡан булырға тейеш. Ай-Һай, мыҡты ла икән үҙе. Йөрәктау егетен дә, Ҡушҡайын егетен дә елгәреп кенә тороуын күргәс, комиссия ағзаларынан кемдер Ниғмәткә күҙ ҡыҫты. Әммә Ишбулды, бер аҙ алышҡандан һуң, Ниғмәтте лә тас салҡан күтәреп һалды.

Бына шулай, сит ауылдан килгән Ишбулды, бөгөнгө көрәштең бил бирмәҫ тәүге батыры булып, хөрмәтләнеп, еңеүсе урынын алды. Етмәһә, тал ошо саҡта ғына Олокүлдең элекке һабантуйҙарында тик Ғәлиәхмәт ағайҙан . ғына еңелә торған танылған көрәшсеһе — ир уртаһы Имаметдин баһадир, күкрәген кирә биреп, ҙур ҡара күҙҙәрен яндырып майҙанга сығып баҫты.

Имаметдин, арыу уҡ алышҡандан һуң, уның менән көрәшергә сыҡҡан егеттәрҙең икеһен дә еңеп, эре генә баҫып тора ине. Әммә оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Өсөнсө көрәшсе — Хәлит етеҙ аҙымдар менән уның янына килде. Имаметдин башта юрамал ғына тотонғандай булһа ла, ҡарамаҡҡа әллә ни күренмәгән егеттең ҡулдарындағы ныҡлыҡты тойғас, йән-фарман алыша башланы.

Бына бер саҡ Имаметдиндең аяҡтары ерҙән айырылып һауала тыпырсынырға тотондо. Тылсымлы ерҙән айырылдыңмы, бөттөң инде. Күҙ асып йомғансы Хәлит- тең ыҡсым ҡулдары ғәйрәт менән Имаметдиндең баһадир кәүҙәһен башы аша ситкә быраҡтырҙы. Майҙан ҡапыл гөжләп китте. Берәүҙәр ура ҡысҡырҙы, берәүҙәр шашып ҡул салты.

Тағы ике көрәшсене еңгәс, Хәлит тә батырҙар урынына ултырҙы.        

Бына беренсе һәм икенсе урын өсөн көрәшкә инде Хәлит менән Ишбулды сыҡты. Бына-бына Ишбулдының имәндәй баҙыҡ беләктәре уның биленән ҡайырып алыр ҙа һауаға осорор кеүек тойолдо. Әммә барыбер ялҡынлы йәш көс үҙенекен итте: бер мәлде, көтмәгәндә генә, Хәлит шундай оҫта, етеҙ хәрәкәттәр менән, уңға табан янтая биреп, Ишбулдының туптай тығыҙ кәүҙәһен йәлп иттереп ситкә алып ырғытты. Иҫ китмәле таҙа алым, бәхәсһеҙ еңеү майҙан халҡын таң ҡалдырҙы. Кемдәрҙер Хәлитте һауаға сөйөргә тотондо, кемдәрҙер уның ҡулын ҡыҫты, ҡосаҡланы. Кемдәрҙер: «Ҡушҡайын батырына дан!» — тип ҡысҡырҙы. Ә бер тын алған арала уның һул ҡулына «көрәштә еңеүсегә» тип яҙылған, исемләнгән сәғәт бәйләнеләр.

10-сы класс

АТ САБЫШТЫРЫУ

Бына күптән көтөлгән көн килеп етте. Бөгөн һабантуй! Ундай-бындай ғына түгел, тирә-яҡта бик һирәк була торған — бик ҙурыһы, бик шәбе! Данлыҡлы сабыш- сылар йыйыла, атаҡлы көрәшселәр килә. Әллә ҡайҙагы тау эсендәге башҡорттар дан тотҡан сабышҡылары менән килгән. Араларында бер күк бейәне маҡтап һөйләйҙәр; үткән йыл Өфө ҡалаһында сабыштырғанда, бөтә аттарҙы әҙәм көлкөһөнә ҡалдырған, тиҙәр. Башҡаларын уйламайым да. Бына шул күк бейә мине ҡурҡыта.

Һабантуйға бер аҙна ҡалғас, атты бигерәк ныҡ ҡарай башланыҡ. Бесәндең ҡороһон ғына бирәбеҙ, бүлеп-бүлеп һоло һалабыҙ, аҙлап-аҙлап апара һыуы эсерәбеҙ.

Унһыҙ ҙа аҫыл һөйәк булған Алмасыбарым был арала ҡарап туйғыһыҙ булып сибәрләнде. Ял, ҡойроҡ ебәк- ләнеп, тулҡынланып тора. Эсе, ҡайыш менән тарттырылған кеүек, нәҙегәйеп, тип-тигеҙ булып эскә керҙе. Буйы тағы ла оҙоная төшкән кеүек күренә. Аяҡ атлауҙа- ры шундай еңел инде, әйтерһең, ул ергә баҫмай, бәлки күҙгә күренмәй торған ҡанаттары менән осоп ҡына бара.

Беҙ Яңғыҙҡайынға барып еткәндә, аттарҙың күбеһе унда ине инде. Быларҙы күргәс, ҡаушап ҡалдым: бере- һенән-береһе һылыу, береһенән-береһе аҫыл малдар. Теге данлыҡлы күк бейә лә килеп етте. Күреүгә шунан күҙҙәремде алманым. Ғәжәп бер мал икән: ҡыҫҡа яллы, һирәк ҡойроҡло, сандыр кәүҙәле. Осаһы тар, арҡаһы бер аҙ бөкрөрәк. Әммә күкрәге бөтөнләй арыҫландыҡы — шундай киң, шундай ныҡ күренә. Теҙҙәре ике яҡҡараҡ китеп тора, бәкәлдәренә ҡарағас, тағы аптырап ҡалдым: улар шундай оҙондар ине, мин ғүмеремдә ундайҙы күргәнем юҡ. Күҙҙәре ҙур, уйнап, ялҡынланып тора. Уны бәләкәй генә ҡап-ҡара, башы бөтөнләй яланғас, ҡулына ҡамсы тотҡан бер башҡорт малайы менгән.

Бәләкәй генә булһа ла, күп сапҡан малайҙыр, ахыры: бер ҙә ҡаушамай, аттың холҡон белгәнгә оҡшай. Сабышҡылар араһында иң тыныс торғаны ошо күк бейә ине. Аттар килеп бөттө. Беҙҙе Садиҡ ағай теҙә башланы. Теҙеп бөткәс:

— Берәү, икәү, өсәү! Һайҙи, туғандар! — тип ҡысҡырып та ебәрҙе. Ул «һайҙи»ҙың «һ»һен әйтеп бөтә алмағандыр, аттар, әйтерһең, ҡанатланып остолар.

Урындан ҡуҙғалыуға, беҙ — өс ат: мин, күк бейә, тағы ла бер ерән сабышҡы, бер-беребеҙгә бәрелә яҙып, йәнәшә оса инек.

Аяҡтар ергә тейәме, әллә аттар йәшерен ҡанаттары менән һауанан баралармы — әле лә айырып етә алмайым. Ағастар, йылғалар, ҙур-ҙур батҡаҡтар — алда, нисектер, күҙгә салынырға өлгөрә алмайҙар: беҙ уларҙы, йәшен кеүек, үтеп тә киткән булабыҙ.

Инде күк бейәгә атланған малай менән икәү генә ярышабыҙ. Көстәр тигеҙ: бер ваҡыт уның аты саҡ ҡына арттан бара, ләкин тағы ла бер ҡыуалай, минең аттың башы күк бейәнең ҡойроғо янында ҡала.

Батҡаҡлы йылғаны сыҡҡанда күк бейә минән 3-4 метрға алдан оса. Ғәйрәт менән бер тартам, йән асыуы менән уңға-һулға ҡамсы менән һуғам. Алмасыбарым күҙ асып йомғансы күк бейәнең алдына барып сыға.

Тағы ла бер тартып ебәрҙем, тағы бер бөтә ғәйрәтем менән уңлы-һуллы һуғам. Алмасыбар күк бейәне аршын самаһы артта ҡалдырып, майҙанға килеп тә керәбеҙ.

Донъя минеке ине. Бөтә тирә-яҡта дан тотҡан күк бейәне уҙып килеү Алмасыбар өсөн һис кемдең аҡылына килмәгән бер бәхет ине.

МӨХӘББӘТ

Борон-борон заманда, күп йылдар артылышында булған, ти бер гүзәл ер. Атастар, ҡуйы урман булып, ҡояшты ҡаплар бейеклеккә еткән. Мәгрур ҡаялары, күкрәк киреп, был ожмах утрауын һалҡын елдәрҙән, әсе бурандарҙан һаҡлаған. Шишмәләре шундай саф, таҙа булган, ә тәме, шифаһы үлер сиккә еткән кешене лә аяҡҡа баҫтырған. Яландарҙа береһенән-береһе матурыраҡ, ал- һыуыраҡ хуш еҫле гөлдәр үҫкән. Сәскәнән сәскәгә хуш еҫле бал йыйып бал ҡорттары осҡан. Был матурлыҡҡа һоҡланып көнө-төнө һандуғас һайраган.

Ошо ерҙә бер егет йәшәгән. Үҙе уңған, төҫкә сибәр, буйға һомғол, көслө икән. Бейек тау баштарына менеп, бөркөттәрҙең осоуын күҙәткән, күкрәк тултырып йырлаған. Уҡ-Һаҙағын тотоп, урман-яландарҙы гиҙгән, һунарсылыҡ иткән. Хәлдән тайып сарсағанда, ятып шишмәләрҙән һыу эскән.

Ләкин ни генә эшләһә лә, нимәгә генә тотонһа ла, күңеле болоҡһоп тик торған, ниҙер етмәгән, күңеле ҡайҙалыр саҡырған, өмөтләндергән. Ул ошо мөғжизәне эҙләп, бар ерҙе ҡыҙырған, тыуған еренән алыҫайғандан- алыҫая барған. Көм түҙмәгән егет, бер көн хәлдән тайғас, күккә ҡарап мөрәжәғәт иткән: «Эй, Ҡояш-әсәм! Тыңласы минең һүҙемде, ярҙам итсе?! Хәлем бик һәйбәттән түгел. Көндән-көн һарғаямын, кибәмен. Бар сер йомғағын йыйған билдәһеҙ ҡошто таба алмайым. Кем ул? Нимә булды минең менән?»

«Эй, балам, балам! Мөхәббәтһеҙ кеше йәшәмәй тигәндәре дөрөҫ икән. Ниндәй генә йән эйәһе булһа ла, парлы булырға тейеш. Ана ҡоштарға ғына ҡара, нисек күңелле һайрайҙар. Э һин бер үҙең, яныңда һинең күңелеңде иш итерҙәй кешең юҡ — шуға ауыр. Ярҙам итәм мин һиңә, улым. Үҙемдең баламды — ҡыҙымды бирәм. Тик шартымды ғына тыңла: бер ҡасан да уга ауыр һүҙ әйтмә, ауыр ваҡыттарҙа ла ҡул күтәрмә. Сөнки ул — илаһи зат. Һине яратыр, һиңә бәхет бирер өсөн тыуған ул. Усаҡ йылыһын да һаҡлаусы, киләсәгеңде дауам иттереп йәм биреүсе лә ул буласаҡ. Күп нәмә һинән торасаҡ. Йәберләмә, ишеттеңме, һәр саҡ ихтирам ит!»

Ошо һүҙҙәрҙе әйткән дә Ҡояш-әсә ергә алтын уҡтарын йүнәлткән. Егет был тиклем дә яҡтылыҡҡа күҙҙәрен йомған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң күҙен асып ҡарай ҙа хайран ҡала. Алдында тал сыбығылай зифа буйлы, оҙон ҡара сәсле, ҡарлуғас осошон хәтерләткән ҡашлы, бешкән муйыл төҫөндәге ҡара күҙле һылыу ҡыҙ баҫып тора. Тыйнаҡ ҡына йылмая ла: «Һаумы, егет кеше! Мин һинең хәләл ефетең булам! Ауыр саҡтарҙа ярҙам итеүсе, бейеклектәргә этәреүсе, яҡшы эштәргә өндәүсе мин булырмын», — ти ул.

Ә егет ҡыҙға ҡарап, күҙен дә ала алмай тора, ти. Ҡараңғы төндәрҙә йондоҙҙар киңлегендә эҙләгән, ялан- ҡырҙарҙа тапмаған, һунар ваҡытында атмаған мөғжизәнең ошо икәнен аңлаған. Бәм шул көндән башлап Егет менән Ҡыҙ бик бәхетле, татыу йәшәй башлағандар. Үҙҙәре кеүек уңған, тырыш, матур балалар үҫтергәндәр.

— Оҡшанымы әкиәт? — Өләсәйем яратҡан һорауын биреп ҡуйҙы.

11-се класс

КИЛЕН ТӨШӨРӨҮ

...Заһит кәләшен алып ҡайтты. Ауылда был хәбәр тиҙ таралды. Туған-тыумасаның ҡыҙҙары ун ете йәшлек еңгәләрен күрергә ашыҡты.

Ҡыҙҙар оялышып ҡына соланда тора. Ләкин күҙҙәре шаршау артында ултырған йәш еңгәгә төбәлгән.

Сафураның ҡәйнәһе Йомай әбей өйгә бер инде, бер сыҡты. Өлкән килененә сәй ҡайнатырға, кәлсә бешерергә ҡушты. Әҙерләп ҡуйған монпаси, әсмүхә сәйен алды.

Шул саҡ ейәнсәре Зәлифә килеп инде. Өләсәһе уны орошорға тотондо.

- Ниңә оҙаҡланың? Баянан бирле һине көтәбеҙ. Еңгәңә һыу башлатырға кәрәк.

Зәлифә йәш еңгәһе менән барып күреште. Шаулап ҡыҙҙарҙы йыйҙы. Силәк-көйәнтә әҙерләне. Өләсәһе уга йоланы ҡат-ҡат ҡабатлап, һөйләнде:

- Еңгәңде уртаға алығыҙ. Һыулы көйәнтәне уң яҡ яурынына күтәрт. Шул саҡта «төклө аяғың менән, ырыҫлы бул» тип теләк телә. Ҡайтҡанда ҡабаланмағыҙ. Лабырлап һөйләшеп, ҡысҡырып көлөшмәгеҙ. Ипле генә йөрөгөҙ. Ҡайтып һыуын ҡуйғанда еңгәндең билбауын сисерһең. Шунан сәй әсербеҙ, йөҙөк өләшербеҙ.

Ҡыҙҙар Сафураны уртаға алды. Зәлифә көйәнтә менән алдан атланы.

Ҡыҙҙар ауылдан сығып, һыу буйына китте.

Сафура әҙерәк кенә битен асты. Ҡыҙҙар ҡолаҡтан ҡолаҡҡа шыбырлашты:

- Еңгәм ҡайһылай матур.

- Бите ап-аҡ. Ҡашы ҡыйылып тора. Ҡалай ҡупшы атлай.

- Эйе шул. Ауыҙы бәләкәс кенә.

Сафура ла уларҙы һаҡ ҡына күҙәтте.

Һыуға еттеләр. Зәлифә өләсәһе әйткәнде теүәл үтәргә тырышты.

Сафура, һыуҙың тамсыһын да сайпылтмай, ҡыҙҙар уртаһында әйгә ҡайтты.

Зәлифә еңгәһенең билбауын систе, бүләкте үҙенә алды. Ҡыҙҙарҙы сәйгә ултырттылар. Йомай әбей Сафура килтергән йөҙөктәрҙе ҡыҙҙарға таратты.

МИХАСЬ

...Һуғыштың тәүге осоро. Мине, ауыр яраланған һалдатты, партизандар, дошман тылынан табып, үҙ лагерҙарына алып ҡайтты.

Еүеш землянкала мине партизандар фельдшеры ҡарай. Ул дарыу менән дә, йылы һүҙҙәре, яҡты өмөттәре менән дә дауалай.

Әгәр ҙә ун өс йәшлек партизан малай Михась булмаһа, моғайын, был землянкала бик оҙаҡ ятҡан булыр инем. Әлеге землянкаға мине килтергәндең икенсе көнөндә әкрен генә, һаҡ ҡына атлай керҙе лә ул минең эргәлә торған бүкәнгә ултырҙы. Малайҙың сәстәре етен кеүек аҡһыл, ә күҙҙәре етен сәскәһе төҫлө. Төймәләй генә танау осо өҫкә сөйөлгән, ҡалын ирендәре алһыуланып тора. Миңә ул ҡыҙыҡһынып та, ҡыҙғанып та ҡарай.

— Мин скрипкала уйнай беләм, — тине ул ҡапыл балаларға хас бер ҡатлылыҡ менән. — Теләһәгеҙ, һеҙгә лә берәй көй уйнап күрһәтәм. Уйнайыммы?

Ризалығымды белдереп, башымды һелктем.

Михась Степан Разин тураһындағы көйҙө уйнай башланы. Йөрәктән сыҡҡан моң ағылды. Землянкаға бер партизан, уның артынан икенсеһе, өсөнсөһө, дүртенсеһе керҙе. Шым ғына керәләр ҙә ҡайҙа етте шунда урынлашалар. Бөтәһе лә Михастың уйнауын тыңлайҙар.

Бер көй икенсеһе менән алмашына торҙо. Михась йә оҙон, һағышлы көйҙәрҙе уйнай, йә ҡыҫҡа, шаян көйҙәр менән тыңлаусыларҙың күңелдәрен дәртләндерә. Ул быларҙың бөтәһен дә ысын күңелдән башҡара. Эске яныу менән ысын таланты булған һәм музыкаға ысын-ысындан ғашиҡ кеше генә шулай уйнай ала.

Михась, башын ҡыйшайтып, сикәһен скрипкаға терәй ҙә уйнауын ғына белә. Михастың йырҙары беҙҙең Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәттәрҙе көсәйтә, дошманға булған нәфрәтебеҙҙе тағы ла арттыра. Нәҙек кенә кәүҙәле, мөләйем йөҙлө, иркә ҡарашлы был баланың ошондай аяуһыҙ һуғыш шарттарында ҙурҙар менән бергә көрәшеп йөрөүен күреү үҙе генә лә беҙҙең нәфрәтте унлата арттыра ине.

Михась яҡшы музыкант ҡына түгел, бик яҡшы разведчик та булды. Ниндәйҙер сәбәп менән разведкаға ҙурҙарҙы ебәреп булмағанда, гел Михась китә торғайны.

Михась йәшәүҙе иҫ киткес яратты, һуғышта үлеп ҡалыу тураһындағы уй башына ла кереп сыҡманы. Шуға күрә лә ул, һуғыш бөткәс музыка мәктәбендә, аҙаҡ консерваторияла уҡыясағына аҙ ғына ла шикләнмәне.

Ләкин Михась был бәхетле көндәргә тиклем йәшәй алманы шул...

Фашистар беҙҙең өҫкә саранча кеүек ябырылды, улар һан яғынан беҙҙең группанан бер нисә мәртәбә күберәк ине. Дошман беҙҙе бөтә яҡтан уратып алырға өлгөрҙө. Беҙ ут балдағы әсендә ҡалдыҡ, уны өҙөп сығыу өсөн, атакаға ташландыҡ. Беренсе атакала уҡ ике иптәшебеҙ сафтан сыҡты. Балдаҡ һаман тыгыҙыраҡ ҡыҫылды. Был йәһәннәмдән ҡотолоу мөмкин түгел кеүек тойолдо. Шулай ҙа барлыҡ көсөмдө йыйҙым да, тынып ҡалған пулемет янына барып, дошманға ҡаршы ут астым.

Ҡапыл... Был ни ғәжәп?! Беҙ музыка тауышы ишеттек! Скрипка тауышы! Скрипкала Михась уйнай ине... Уның ниндәй көй уйнауын хәтерләй алмайым. Беҙҙең уттай янган йөрәктәргә яңы ҡан өҫтәлгәндәй булды. Рух күтәрелде, йәшәгебеҙ килеп китте. Дошман юҡ ителергә, ә беҙ йәшәргә тейеш. Бына ниндәй көс бирҙе беҙгә Михастың уйнауы!

Ошондай үлемесле мәлдә музыка ишеткәс, немецтар ҙа аптырашып, бер минутҡа юғалып ҡалды. Беҙҙең өсөн ошо бер минут етте: беҙ ата-ата алга ынтылдыҡ. Командир Михасты ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы ла беҙҙең менән бергә йүгерҙе. Тик ҡапыл Михастың йөрәк өҙгөс тауышы ишетелде, һәм беҙ уның башы, хәлһеҙләнеп, аҫҡа һалынып төшкәнен күрҙек. Дошман пуляһы уның ғүмерен өҙгәйне...

Михастың үлеме беҙгә бөтәһенән дә ауырыраҡ булды. Көйөклө ҡустыбыҙ, йәш герой-партизая, ҡыйыу разведчик һәм талантлы музыкант Михась Тыуған ил өсөн бына шулай ҡорбан булды.

План

  1. Был хәл ҡайһы осорҙа булды?
  2. Яралы һуғышсыға Михастың уйнауы нисек тәьҫир итә?
  3. Михастың тағы ла ниндәй сифаттары була?
  4. Музыканттың ғүмере нисек өҙөлә?

5  Уның ниндәй сифаттары һеҙгә айырыуса ныҡ оҡшай?