Олимпиадаға әҙерлек

Рахимова Миляуша Миннуловна

Һорауҙар.Тестар.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Һорауҙар.Тестар.38.46 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теле  һәм әҙәбиәтенән  олимпиада  һорауҙары:

Башҡорт теле

5 класс

  1. Һүҙбәйләнештәрҙә эйәреүсе  һәм эйәртеүсе  һүҙҙәрҙе  билдәләргә, эйәртеүсе  һүҙҙән  эйәреүсе  һүҙгә  һорау  ҡуйырға: ҡышҡы  урман, йылға  балығы, тәҙрәнән  ҡарау, ветеран  менән осрашыу, тәбиғәтте  һаҡлау, өс ай, милли көй, бөгөн  ҡайтты.
  2. Бирелгән  һүҙҙәрҙе  дөрөҫ  тәртиптә  урынлаштырып  һөйләм  төҙөгөҙ: урманға, көҙ көнө, мин  йыйырға, ғәҙәтемсә, бер ваҡыт, сәтләүек, барҙым.
  3. Һөйләмдең  баш  киҫәктәре  тураһында  яҙығыҙ.
  4. Нимә  ул  алфавит? Башҡорт  алфавитында  бөтәһе  нисә  хәреф.
  5. Нөктәләр  урынына Ъ йәки Ь  билдәһе  ҡуйығыҙ: аш…яулыҡ, бир…яҡ, ар…яҡ, төн…яҡ, дон…я, ҡул…яулыҡ, ҡул…яҙма, Ил…яс, йыл…яҙма. Нимә ул һүҙбәйләнеш? Миҫал
  6. Интонация яғынан һөйләмдәр ниндәй төрҙәргә бүленә?миҫал
  7. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен һанап сығығыҙ.
  8. Бейек тауҙар артынан алланып ҡояш ҡалҡа. Һөйләмгә синтаксис анализ яһағыҙ.
  9. Нимә ул ҡушма һөйләм?

Туған  әҙәбиәт

  1. Фәрзәнә  Аҡбулатованың “Атай  икмәге”  хикәйәһендә  ниндәй  осор  һүрәтләнгән?
  2. Алйырҙан, йылан, тейен  ҡайһы  яҙыусының  әҫәренән?
  3. Нимә  ул  тасуирлау. Миҫал  килтерегеҙ.
  4. Башҡорт  телендә  сыҡҡан  гәзит-журналдарҙы  атағыҙ.
  5. Өҙөк  ниндәй  әҫәрҙән  алынған. Авторы кем?

- Фәниә,балам , һаумы? Бибинурҙың  һонолған  ҡулы  һауала  аҫылынып  ҡалды. Үҫмер , ҡырт  боролоп, эскә  атлағайны, Рәшиҙә  ҡыҙына  үпкәләп  өндәште:

  • Өләсәйең  менән һаулыҡ  һорашһаңсы, ҡыҙым.
  • Здрасьте! Из-за вас  в школу  опоздала! – Фәниә  ишеген  ҡаты ябып, бүлмәһенә  бикләнде.”

      6. “Нурлы мәктәп” шиғырының авторы.

7.  Ғамил менән Данир образдары ниндәй әҫәрҙең геройҙары, авторы кем?

  1. Халыҡ ижадының төрҙәрен яҙырға.
  2. “Урманда” хикәйәһенең авторы кем?
  3. Ниндәй һүҙҙәргә антонимдар тип әйтәләр? миҫалдар яҙығыҙ.

6 класс

Башҡорт теле

  1. «Исем” һүҙ  төркөмө  тураһында  белгәндәрегеҙҙе  яҙығыҙ.
  2. Бирелгән  һүҙбәйләнештәрҙең  мәғәнәләрен  әйтегеҙ: ҡайыш  бушау, эйәк  бейетеү, серем итеп  алыу, кәкре  ҡайынға  терәтеү, аяҡтары  ергә  теймәй.
  3. Тыуған  ил  тураһында  биш  мәҡәл  яҙығыҙ.
  4. Һөйләмдәрҙә  исемдәрҙе  табып, килештәрен  билдәләгеҙ: Беҙҙең  яҡтарҙа  Ағиҙел  уйһыу  туғайлыҡтарҙан  йәйрәп  аға.
  5. Билдәләнгән  исемгә  морфологик  анализ  яһағыҙ: Тынлыҡты  боҙоп, яңы  көн  тыуыуын  белдереп, борғо  тауышы  яңғыраны.

                                                   Туған  әҙәбиәт

  1. Бәйет  жанры  тураһында  яҙығыҙ. Ниндәй  бәйеттәр  белһегеҙ?
  2. М.Ғафури  ҡайҙа  һәм  ҡасан  тыуған. Мәҫәлдәрен  атағыҙ.
  3. Мөзәйәнә  еңгә, Әфҡәт, Әхәт  ниндәй  әҫәрҙең  геройҙары. Авторы кем?
  4. “Ҡайтып  киләм”  шиғырын  кем  яҙған. Был  шәхес  тураһында нимәләр  беләһегеҙ.
  5. Өҙөк  кемдең   ниндәй  әҫәренән:

Ерҙә  халыҡ  йәшәй  икән,

Теле лә  йәшәй.

Телен асҡанда  һәр бала

Әйтәсәк: “Әсәй!”

7 класс

Башҡорт   теле

  1. Йәм-йәшел һүҙенә  морфологик анализ  яһағыҙ.
  2. Ҡыйыу  һүҙенә  синонимдар  яҙығыҙ.
  3. Үҙ аллы  һүҙ  төркөмдәрен  һанап  сығығыҙ.
  4. Хәбәр, һорау, өндөү  һөйләмдәргә  берәр миҫал  яҙығыҙ.
  5. Ниндәй  осраҡтарҙа ялғауҙарҙа О,Ө  яҙыла.
  6. Өҫтәлмәлек  ниндәй  мәғәнәләрҙе  аңлатырға  мөмкин.
  7. Урмандарҙа  һүҙенә  морфологик  анализ  яһағыҙ.
  8. Эшһөйәр ҡорттар, сәскәнән  сәскәгә  ҡунып, татлы бал йыя  һөйләменә  синтаксик анализ  яһағыҙ.
  9. Түбәндәге  һөйләмдә  ниндәй  тыныш  билдәһе  кәрәк: Ҡандракүл үҙенсәлекле  тәбиғәт  һәйкәле.
  10. Минск һүҙен килеш менән үҙгәртергә.
  11. Япраҡ һүҙенә фонетик анализ эшләгеҙ.
  12. Эйәртеүле һүҙбәйләнеш нисә төрлө юл менән яһала, миҫалдар килтерегеҙ.
  13. Йырла әле, дуҫҡай, тағы ла онотайым уны бер аҙға. (К.Кинйәбулатова.) Һөйләм киҫәге булмаған һүҙҙе атағыҙ.
  14. Һалҡын ҡыш. Һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.

Туған  әҙәбиәт

  1. Ниндәй  халыҡ  йырҙарын  беләһегеҙ.
  2. Түбәндәге   шиғыр  юлдары  ниндәй  әҫәрҙән  алынған. Авторы кем?

Ер шарының  картаһына  ҡараһаң  

Ҡараһаң яҡшы  ғына.

Башҡортостан  шул картала

Бер япраҡ  саҡлы ғына.

  1. «Эйәрләнгән  ат” әҫәренең жанрын  атағыҙ.
  2. Юлдаш, Ҡыҙырас, Ғариф, Гөлкәй  ниндәй  әҫәр  геройҙары. Авторы кем?
  3. Түбәндәге  һорауҙарға  яуаптар  яҙығыҙ:

Башҡортостандағы иң бейек  тау?

Башҡортостандағы иң ҙур күл?

  1. Нимә ул сеңләү?
  2. Яныбай  Хамматов ҡайҙа  һәм ҡасан донъяға  килгән?
  3. Быйылғы  юбиляр яҙыусыларҙы  атағыҙ.
  4. Ниндәй халыҡ йырҙарын беләһегеҙ?
  5. “Ете ырыу” хикәйәтенең авторы кем? Әҫәрҙәрҙең жанрын яҙығыҙ:

       а) Һ.Дәүләтшина “Айбикә”;

 б) М.Кәрим “Айгөл иле”;

  в) Р.Ниғмәти “Йәмле Ағиҙел буйҙары”;

        г) М.Ғафури “Гөлдәр баҡсаһында”.

  1.   “Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,

          Тайғаныңда таян дуҫтарға.

          Яуҙа арыҫландай ажғырып,

    Йән аямай ташлан дошманға.”

Был шиғырҙың исемен һәм авторын яҙығыҙ.

  1. Салауат Юлаев премияһы лауреаты булған яҙыусыларҙы атағыҙ. 

8 класс

Башҡорт теле

  1. Киләсәктә – һүҙьяһалыш  буйынса анализ  яһарға.
  2. Ауылыбыҙҙың  осонда  түңәрәк  кенә  бер аҡлан бар. Билдәләнгән  үҙгә  морфологик  анализ  яһағыҙ.
  3. Эйәртеүле бәйләнештең  төрҙәрен  һанап сығығыҙ.
  4. Кәм һөйләмдәр. Миҫалдар килтерегеҙ.
  5. Тыныш билдәләренең  ҡуйылышын  аңлатығыҙ: Быны ишетеүгә малайҙың илағыһы килә, ләкин ул түҙә: уҡыусы ебек  булырға  тейеш түгел.
  6. Нимә ул ҡушма һөйләм. Ниндәй  эйәрсән һөйләм төрҙәрен беләһегеҙ. Һанап сығығыҙ.
  7. “Ҡулъяулыҡ”  һүҙенә  фонетик анализ  яһағыҙ.
  8. Бер составлы  һөйләм  төрҙәрен  һанап сығығыҙ. Бирелгән һөйләмдәрҙең  төрҙәрен  асыҡлағыҙ:

Төн. Йылы  ғәмһеҙ йылы төн.

Бөтә  ҡыйыулығымды  йыйып, ҡысҡырып  йырлап  ебәрҙем.

Унан йорт төҙөйҙәр, күпер һалалар, төрлө нәмәләр үреп  эшләйҙәр.

  1. Тура телмәрле бер һөйләмде  ситләтелгән  телмәргә  әйләндерегеҙ.
  2. Шундай  кешеләр  бар : бер күрешкәс  тә улар  үҙҙәрен  оноттормаҫҡа  һине мәжбүр  итәләр” . Һөйләмдең төрөн  билдәләгеҙ, схемаһын  төҙөгөҙ.
  3. Ниндәй  һүҙҙәр омонимдар тип аталаа. Миҫалдар килтерегеҙ.
  4. Башҡорт телендә нисә һуҙынҡы  һәм тартынҡы  хәрефтәр бар.
  5. Нимә ул ҡушма һөйләм? төрҙәрен һанарға һәм миҫал яҙырға.
  6. Ялан һүҙенә фонетик анализ яһарға.
  7. Ямғыр яуып уҙғас, матур ғына булып йәйғор төшкән. Һөйләмғә синтаксис анализ эшләргә.
  8. Киткән күс тә әллә ҡайҙа бармай шул уҡ Сәлмән ҡарттың күтәреүле умарталарына юнған солоҡтарына барып ҡуна. Һөйләмгә тейешле тыныш билдәләрен ҡуйырға.
  9. Ямғыр һүҙен килештә үҙгәртергә.

            Туған  әҙәбиәт

  1. Нимә ул ҡобайыр.
  2. “Тарихи хикәйә” тип йөрөтөлгән  жанр формаһына билдәләмә  бирегеҙ. Миҫалдар.
  3. “Намыҫланған  башҡорт батыры, “Сәнсешмәк юҡ, көрәш  бар”  ти ҙә, үҙ хәнйәрен  бер яҡҡа  быраҡтырып, ҡоро  ҡул  дошманына  ҡул  көрәшенә  ташлана. Аптырағас черкес, аңына килеп, яман  айҡашырға  тотона”. Был өҙөк кемдең ниндәй  әҫәренән.
  4. Ғ.Ибраһимовтың “Кинйә”  романында нимә  тураһында  һүҙ бара, йәғни әҫәрҙең  темаһын нисек  билдәләр инегеҙ.
  5. Ниндәй  жанрҙы шиғыр тип  йөрөтәбеҙ. Уның төп билдәләрен  атағыҙ.
  6. Нимә ул портрет. Үҙегеҙҙә ниндәйҙер яғы менән  тәьҫир ҡалдырған  бер кешенең  портретын һүрәтләгеҙ.
  7. Р.Ғарипов тураһында белгәндәрегеҙҙе яҙығыҙ, уның шиғырҙарын һанағыҙ.
  8. “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”  әҫәренең  жанрын әйтегеҙ. Уның авторы кем. Һөнәрсе менән Өйрәнсек образдарына характеристика  бирегеҙ.
  9. Яҡташ яҙыусыларҙы һәм уларҙың  әҫәрҙәрен  яҙығыҙ.
  10. “Ҡаһым түрә”  драмаһында  ниндәй  ваҡиғалар  тураһында  һүҙ бара. Әҫәрҙең төп идеяһы нимәлә.
  11. Әҫәрҙең төп идеяһы нимәлә.
  12. Нимә ул хикәйәт.
  13. Түбәндәге шиғыр юлдарында  ниндәй  һүрәтләү  саралары  ҡулланылған:

Алтын тәңкәләрен һибә  ҡайын,

Ел уларҙы  сөйөп уйната.

  1. «Алыҫ юлға  эйәрләйҙәр

Аттарҙың иң  яҡшыһын…” – был юлдар  ниндәй  шиғырҙан  алынған?Авторы кем.

  1. Башҡортостандың  халыҡ  яҙыусыларын һанап сығырға.
  2. Нимә ул ҡобайыр? Ниндәй ҡобайырҙар беләһең?
  3. кем ул Шафиҡ Әминев Тамьяни? Ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
  4. “Ҡөрьән сүрәләренең” авторы кем?
  5. “Башҡортлоҡ ” шиғырының авторы кем? Ул әҫәрҙә ниндәй идея сағылдырылған?
  6. .”Ҡайҙа һин, Александр Матросов?” әҫәренең авторы кем?
  7. Нимә ул гипербола?
  8. Батырлыҡ тураһында  өс мәҡәл яҙығыҙ.
  9. ”Ҡаһым түрә” драмаһының авторы кем? Төп темаһын билдәләгеҙ.
  10. Батырҙар тураһында ниндәй ҡобайырҙар беләһең?
  11. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән ;

Килмәк абыҙ был һүҙҙәрен ауылдарға, йәйләүҙәргә барып һөйләй ине.Уның яуға сығырға өндәй башлағанына байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡарҙар иреп, һыуҙар һыуға ҡушылды, йырғанаҡтар ярылды.Ағиҙелдә боҙ китте.

  1.  Яманға ҡаршы тулҡынған,

 Яҡшыға ҡарап урғылған,                                                                                                                                            

 Диңгеҙҙән дә ятыулы,

 Уралдан да артыулы-  

 Нимә булыр әйт шуны.    Ҡобайыр  йомғағының яуабы нимә булыр?

  1.  Кем ул сәсән? Cәсәндәрҙән кемдәрҙе  беләһең?

9 класс

  Башҡорт теле

  1. Башҡорт теле менән яҡын ҡәрҙәш  һәм бөтөнләй  ҡәрҙәш  булмаған телдәргә  миҫалдар килтерегеҙ.
  2. Ниндәй  һүҙҙәр синонимдар тип атала.Миҫалдар яҙығыҙ.
  3. Алға  ҡуйылған  маҡсаттарға  ирешербеҙ  һөйләмендә  исемде табып, морфологик анализ яһарға.
  4. Телсе ғалимдарҙы  атағыҙ.
  5. Тел тураһында ниндәй  мәҡәлдәр беләһегеҙ.
  6. Ҡурайсы   һүҙенә  фонетик анализ  яһағыҙ.
  7. Фәнни стилдең  ниндәй  үҙенсәлектәрен  атай  алаһығыҙ.
  8. Ҡалын урмандар һирәгәйҙе, бейек тауҙар артта  ҡалды  һөйләменә синтаксик  анализ яһағыҙ.
  9. Башҡорт диалекттарының бүленешен бирергә.
  10. Тәүге  башҡортса  әлифба  нисәнсе  йылда баҫылып сыға.
  11. Нимә ул әҙәби тел, Башҡорт әҙәби теле ниндәй  тарихи осорҙарға  бүленә.
  12. Һүҙҙең лексик һәм грамматик  мәғәнәһен аңлатығыҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.
  13. Һандар менән сифат ни яҡтары менән бер-береһенә яҡын?
  14. Нимә ул фразеологизм? Миҫалдар килтерегеҙ.
  15. Һүҙҙәрҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Миҫалдар килтерегеҙ.
  16. Нимә ул ассимиляция?
  17. Ниндәй һүрәтләү сараларын беләһегеҙ?

Башҡорт  әҙәбиәте

  1. “Урал батыр» эпосы ҡасан  һәм кем тарафынан яҙып алынған.
  2. “Иҙеүкәй  менән Мораҙым” эпосының  төп темаһын яҙығыҙ.
  3. М.Кәримдең  ниндәй  поэмаларын беләһегеҙ.
  4. Хәҙерге  поэзияла  танылған  әҙиптәрҙе  һәм әҫәрҙәрен  яҙығыҙ.
  5. Нимә ул ҡобайыр.
  6. Халыҡ ижады жанрҙарын һанап сығығыҙ.
  7. Быйылғы юбиляр яҙыусыларҙы  һанап сығығыҙ.
  8. Гипербола тип ниндәй  һүрәтләү сараһына әйтәләр.
  9. С.Юлаев ҡайҙа һәм ҡасан тыуған. Ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ.
  10. “Бәхтиәрнамә” әҫәрендә унлыҡ  принцибы  нимәлә сағыла.
  11. Һолтанбай, Булашов  образдары  ҡайһы  яҙыусының ниндәй  әҫәренән.
  12. Мәғрифәтсе  шағирҙарҙы һәм уларҙың  әҫәрҙәрен  һанағыҙ.
  13. Халыҡ ижадында, әҙәбиәттә, сәнғәттә Салауат образы.
  14. Ҡол Ғәлиҙең “Йософ ҡиссаһы”  поэмаһынан  Йософ  образына  характеристка бирегеҙ. Әҫәрҙә  ата менән ул, туғандар мөнәсәбәте  нисек сағыла.
  15. “Улар батыр” эпосының мифологик нигеҙен билдәләгеҙ.
  16. Башҡорт әҙәбиәте  әҫәрҙәре-сәхнәлә. Әҫәрҙәрҙе  һәм уларҙың  авторҙарын яҙығыҙ.
  17. С.Юлаевтың бер шиғырын яттан яҙығыҙ.
  18. Нимә ул поэтик синтаксис. Уған ниндәй  һүрәтләү саралары инә.
  19. Һандар менән сифат ни яҡтары менән бер-береһенә яҡын?
  20. Нимә ул фразеологизм? Миҫалдар килтерегеҙ.
  21. Һүҙҙәрҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Миҫалдар килтерегеҙ.
  22. Нимә ул ассимиляция?
  23. Ниндәй һүрәтләү сараларын беләһегеҙ?

10 класс

Башҡорт теле

  1. Нимә ул ижек. Асыҡ һәм ябыҡ ижектәр тураһында нимә беләһегеҙ.
  2. Башҡарылыу, ярашыу, һөйкәлеү, йәнәшәлек  юлы менән яһалған  һүҙбәйләнештәргә миҫалдар килтерегеҙ.
  3. Хәҙерге башҡорт әҙәби  теленең бүлектәрен  һанап сығығыҙ. Улар нимәне өйрәнә?
  4. Бер составлы һөйләмдәр.Миҫалдар килтерегеҙ.
  5. Артист   һүҙен  эйәлек һәм хәбәрлек заты менән үҙгәртергә.
  6. Яңы һүҙҙәр һәм диалект   һүҙҙәргә билдәләмә бирегеҙ. Миҫалдар  килтерегеҙ.
  7. Рәүеш менән сифат  һүҙ төркөмдәренең  айырмалы  яҡтарын  билдәләгеҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.
  8. Нимә ул редукция, протеза, эпентеза, элизия? Миҫалдар килтерегеҙ.
  9. Телдә һүҙьяһалыш ысулдары.
  10. Исемдәҙең эйәлек һәм хәбәрлек категорияһы.
  11. Киоск, Минск, Донбасс һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртегеҙ.
  12. Төп һәм шартлы сифаттар тураһында яҙығыҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.

Башҡорт әҙәбиәте

  1. «Буранбай”, “Ашҡаҙар”  драмаларының авторы кем.
  2. З.Вәлидиҙең “Хәтирәләр”  китабында  ниндәй  әҙиптәр  тураһында  фекерҙәр  әйтелә. Ҡыҫҡаса яҙығыҙ.
  3. Әҫәрҙәрҙең  жанрын билдәләгеҙ:

“Ҡан”-

“Шоңҡар”-

“Ҡайыш илә Йүкә”-

“Иҙеүкәй менән Мораҙым”-

  1. Д.Юлтый  ниндәй  жанрҙарҙа ижад итә.
  2. М.Өмөтбаев  үҙенең  ниндәй  мәҡәләһендә  һәр бер башҡорт  мотлаҡ  белергә  тейешле  әйберҙәрҙе  яҙа. Мәҡәләнең  исемен  һәм белергә тейешле  әйберҙәрҙе  яҙығыҙ.
  3. Ат аҡтығы  илгә бүре килтерә, тиҙәр, балам, уҫаллыҡҡа  тәһәрәт  кәрәкмәй ул” – “Ҡарағол” драмаһындағы  ҡайһы персонаждың  һүҙҙәре.
  4. Әҫәрҙәрҙең авторын  яҙығыҙ:

“Һуңғы тарпан”  хикәйәте-

“Урал йөрәге”  шиғыры-

“Айгөл иле”  драмаһы-

“Ҡурайҡайға” шиғыры-

  1. Д.Юлтый  поэмаларын  һанап сыҡ.
  2. Егерменсы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтенең  төп темаларын  атағыҙ.Был осорҙа ниндәй  йәш шағирҙар килде.Кемдәр, әҫәрҙәрен яҙығыҙ.
  3. “Йәш Башҡортостан йәштәре берлеге” (“Тулҡын”)  мәҙәни ойошмаһының  маҡсаттарын  атағыҙ.
  4. З.Биишеваның “Яҡтыға”  трилогияһына нндәй романдар  инә.
  5. М.Буранғоловҡа  “Башҡорт АССР-ының  халыҡ  сәсәне” тигән маҡтаулы исем ҡасан бирелә.
  6. Д. Юлтыйҙың бөтә донъя һығышы осорондағы шиғырҙары.
  7. Нимә ул автор һәм персонаж теле?
  8. М. Буранғолдың драматургия өлкәһендәге хеҙмәттәре хаҡында яҙығыҙ.
  9. Н. Нәжмиҙең “Урал” поэмаһында Ишмулла ҡурайсы образы хаҡында яҙығыҙ.
  10. 2019 , 2020 йылда юбилейҙарын билдәлеүсе шағир һәм яҙыусыларҙы һанап сыҡ.

                   11 класс

Башҡорт теле

  1. Нимә ул протеза. Миҫалдар килтерегеҙ.
  2. Ҡылымдың  грамматик категорияларын  һанап сығығыҙ.
  3. Уҡытыусы  һүҙенә  һүҙьяһалыш  буйынса анализ яһағыҙ.
  4. А.Һ.:”Т.т.”, - а.һ.  схемаһына  ярашлы  һөйләм  төҙөгөҙ.
  5. Фәнни стиль тураһында яҙығыҙ.
  6. Ҡушма һүҙҙәр. Миҫалдар килтерегеҙ.
  7. Исемдәрҙең  сығанаҡ  килеше менән  ҡулланылыусы  бәйләүестәр. Миҫалдар килтерегеҙ.
  8. Кешелеккә   һүҙенә морфологик анализ  яһағыҙ.
  9. “Баш”  һүҙе менән  ниндәй  фразеологик  берәмектәр  беләһегеҙ.
  10. Мин бик ҡыҙыҡлы китап  уҡыным  һөйләмендә  аҫтына һыҙылған  һүҙ ниндәй  килештә тора.
  11. Тел тураһындағы  фәндең  ниндәй бүлектәрен беләһегеҙ.
  12. Башҡорт теленең ниндәй һүҙлектәрен беләһегеҙ. Һанап китегеҙ.
  13. Нимә ул синтагма. Нимә ул калька.
  14. Һүҙьяһалыш юлдарын  һанап үтегеҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.
  15. Бирелгән һүҙҙәрҙе  төбәү килештә  үҙгәртеп яҙ: июль, фонарь, грипп, Донбасс, киоск, нефть.
  16. Алмаш төркөмсәләрен һанап сығығыҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.
  17. Үҫемлектәребеҙҙе һүҙенә морфологик анализ эшләргә.
  18. Емеш һүҙенә фонетик анализ эшләгеҙ.
  19. Эйәртеүле һүҙбәйләнеш нисә төрлө юл менән яһала, миҫалдар килтерегеҙ.
  20. Йырла әле, дуҫҡай, тағы ла онотайым уны бер аҙға. (К.Кинйәбулатова.) Һөйләм киҫәге булмаған һүҙҙең һөйләмдәге ролен аңлатығыҙ.
  21. Һалҡын ҡыш. Һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.

                 Башҡорт әҙәбиәте

  1. Ҡобайыр жанры ниндәй  жанр төрҙәрен үҙ эсенә ала.
  2. Нимә ул сюжет. Сюжет өлөштәрен һанап сыҡ.
  3. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге роман. Авторы кем.
  4. М.Кәрим драмаларын һанап сығығыҙ.
  5. Кемдәр улар:

Ишмулла Дилмөхәмәтов-

Әхмәт Лотфуллин-

Заһир Исмәғилев-

  1. «Мөхәббәт һәм нәфрәт” әҫәренең  жанрын һәм авторын яҙығыҙ.
  2. Я.Хамматов пенталогияһына ниндәй романдар инә.
  3. Р.Ғарипов тураһында яҙығыҙ. Тәүге китаптарын атағыҙ.
  4. М.Кәримдең “Ташлама утты ,Прометей!”  әҫәре ни өсөн  трагедия тип атала.
  5. БР  Яҙыусылар  союзының  рәйесе кем.
  6. Прозаға хәҙерге заман ниндәй  яңы темалар һәм проблемалар  алып килә. Бөгөнгө көн темаһына  арналған  ниндәй  әҫәрҙәрҙе  беләһегеҙ.
  7. “Мәйсәрә”, “Айһылыу”  әҫәренең авторы һәм жанры.
  8. Һ.Дәүләтшина повестарының исемдәрен яҙығыҙ, проблематикаһын күрһәтегеҙ.
  9. “Ватан”, “Йыр тураһында баллада”, “Урал” “Шағир һәм шаһ” әҫәрҙәренең  авторын яҙығыҙ.
  10. Хикмәт хажи, Ғәббәс мулла, Әсмә, Ғәйшә  - был геройҙар  ниндәй әҫәрҙән.
  11. Ниндәй тарихи романдарҙы беләһегеҙ?
  12. “Бөйрәкәй” романының авторы кем?
  13. Әҫәрҙәрҙең жанрын яҙығыҙ:

         а) Һ.Дәүләтшина “Айбикә”;

   б) М.Кәрим “Айгөл иле”;

   в) Р.Бикбаев “Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ”

   г) Ә.Хәкимов “Өйөрмә”.

  1. Хәҙерге поэзия өлкәһендә ижад ителгән күренекле әҫәрҙәрҙе һәм уларҙың авторҙарын билдәләгеҙ.
  2.  Салауат Юлаев премияһы лауреаты булған яҙыусыларҙы атағыҙ.