Укыусылар өсөн

Халикова Лариса Финат ҡыҙы

Бынла укыусыларым осон остэлмэ материалдар, тестар тупланган

Скачать:


Предварительный просмотр:

Тиҙәйткестәр

Алланған алма аша,

Балдары тама-тама.

Аша алһыу алманы,

Балына мана-мана.

***

Абағаға баға-баға,

Башым бәрҙем бағанаға.

Бүрәнә баҫты бүҙәнә,

Бүҙәнәне баҫты бүрәнә.

Ғәйеп бүрәнәлә лә бар,

Бүҙәнәлә лә бар.

                     ***

  Барый балаһы башын бағанаға бәргән дә больницаға барған. Больницала Барый балаһының башына бинт бәйләгәндәр.

***

  Батыргәрәй балалары Баныу, Батыр баҡса буйынан боҫа-бо- ҫа балтырғанға барғандар. Быуа баҫмаһына баҫҡанда Батыргәрәй балаһы Баныу баҫманан яҙа баҫып, быуаға барып төшкән. Ҡулдарын бутай-бутай бата яҙған Батыр батыусы Баныуға бер аҙ аптырап баҫып торған. Батырҙан бәләкәс Булат Баныу артынан быуаға ырғый, Булат батырланып Баныуҙы батырмай быуанан алып сыға.

***

   Булдыҡһыҙ Баныу баҫмаға баҫҡайны, баҫма Баныуҙың баҫыуынан бәүелеп батты.

***

  Бәширә әбей бөгөн байрамға балаларға баллы-баланлы бәлеш бешергән, балалар баллы-баланлы бәлеште бешеп сыҡҡас та бик яратып, бешә-бешә, берәм-берәм ашай башланылар.

***

Бәләкәй балалар бәпкәләй баҫып бөгөн балалар баҡсаһына баралар.

***

Башта балта, таш баҫҡыс башына баҫ. Баҫҡыс башына башыңды бәрмә.

***

Быҙау, быҙау, быҙауҡай,

Быҙау буйлы быҙауҡай,

Быҙаулаған быҙауҡай,

Быҙауҡайҙай быҙауҡай.

***

  Баныу баҡ-баҡ тип баҡылдаған баҡаны быуаға батырҙы.

Батыр баҡырып-баҡырып, буҫығып илап, бирешмәйем тип, бахыр, башын бутап-бутап, баҡырсаға бәрҙе.

***

  Батырҙың эше лә батыр, һүҙе лә батыр, үҙе лә батыр, йөҙө лә матур.

Башта башлап таш баҫҡыс баҫҡысына баҫтым .

***

Беҙҙең баҡсаны билсән биләп алғайны. Былтыр Баймаҡтан белемле булып ҡайтҡан Барый билсәнде бер көндә бөтөрәм тип батырайып, бөҙрә сәсле башынан бүркен ташлап маҡтанған. Билсәнде бөтөрәм тип, бөҙрә башлы бүрекһеҙ Барый Баймаҡҡа барып, арый-арый билсән бөтөрә торған дарыу эҙләгән. Билсән бөтөрәторған дарыу Баймаҡта бөткән булған. Бөҙрә баш Барый Баймаҡ- тан ҡайтҡас, билсәнде бөтөрәм тип, баҡсаһына барған. Бөгөлөп- һығылып, бар белемен биреп, билсәнде ботарлай башлаған, бер бөгөлөп, бер эйелеп йөрөй торғас, бахыр Барый билен бөтөргән, билсәнде бөтөрөргә булыш тип, Баныуҙы саҡырған. Барый менән Баныу бөтөрөлөп-бөтөрөлөп билсән утағандар. Билсәнде бөтөрөрлөк булмаған. Бөҙрә баш Барый, бахыр Баныу был тиклем бөтөрөлгәнсе тип, бил яҙлыҡтырырға булған. Барыйҙың да, Баныу- ҙың да билдәре ҡатҡан, билһеҙ булып былар бөкрәйеп бер сәғәт ятҡан.

***

Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа,

Беҙҙең Зөһрә бөҙрә.

***

Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке. Кеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме?

***

Килгән Ғата, кейгән ҡата,

Урам буйлап ләстит һата,

Инде хәҙер көтөү ҡайта.

***

Ҡарға әйтә: ҡар-ҡар-ҡар,

Бында еләк бар-бар-бар,

Тик яланы тар-тар-тар,

Еләк өҫтө ҡар-ҡар-ҡар.

***

Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға,

Ҡарға йыйылған ҡарға.

Аттым ҡарға, төштө ҡарға,

Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға.

Шул ҡарғаны ҡарар өсөн

Ҡарға йыйылған ҡарға.

   Ҡарамалылағы ҡара ҡашлы Ҡарағол ҡарттың ҡап-ҡара ҡаҙы ҡайҙалыр ҡасҡан .

***

   Ҡарға, ҡарға, осоп кил, беҙгә яҙҙы алып кил. Бергәләшеп йөрөрбөҙ, тәмле бутҡа бирербеҙ. Уртаһына төшөп кенә май булып та ирербеҙ.

***

   Ҡарамалы ауылы ҡара Ҡарағолға сана ҡарамалатырға биргәйнем. Ҡарамаланымы икән, ҡарамаламаны микән. Ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамаламауына, ҡарамалауына ҡарамайынса ҡарап ҡына алып ҡайт әле.

***

  Ҡара ҡарға ҡороған ҡарағайға ҡунды, ҡара ҡарғаның, ҡарға ҡарағас, ҡапыл ҡобараһы осоп, ҡороған ҡарағастың ҡап-ҡара ботағынан ап-аҡ ҡарға ҡап-ҡара ҡарға ҡоланы.

***

Мейес башында биш бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы,

Биш бесәйҙең биш башына,

Емерелмәһен мейес башы.

***

   Ҡап-ҡара ҡарағат ҡаптым, ҡап-ҡара ҡуңыҙҙан ҡотом ҡойолоп, ҡап-ҡара ҡарағат ҡыуағы аҫтына ҡастым, ҡарағат ҡыуаҡтары артынан ҡояшҡа ҡарап ҡаттым.

***

Ҡара ағай ҡарағай ҡырҡа,

Ҡырталаша ҡарағай.

Ҡырҡма, ҡара, йөҙөң ҡара

Ҡайт ҡалаңа, ҡара ағай .

*****

Ҡаҙҙар ҡаңғылдашып

Ҡанат ҡағынды.

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға

Ҡайтты тағы ла.

***

Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡар-р-р!

Ниндәй ҡайғы бар? Бар?

***

Күпер башында күк күркә,

Күк күркәгә кәрәк күп көрпә.

***

   Күрше күркә Ҡәйүм күҙҙәрен ҡыҫа-ҡыҫа, ҡулын ҡаҡ маңлайына ҡуйып, күккә ҡарай-ҡарай ҡояштың ҡыҙарып күтәрелеүен, ҡып-ҡыҙыл нурға күмелеп ҡырҙарға ҡалҡыуын күҙ ҡабағы аҫтынан күҙәтте.

***

Ҡарға ҡарғағанға ҡарап, ҡар яумай тормаҫ.

***

Ҡапҡан таптым, ҡапҡанға ҡаптым.

***

Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ!

Ҡапҡа ҡаҡма, тотҡа ҡаҡ!

***

Ҡара ҡарға ҡарға ҡарағанда ҡара, ҡарға ҡарағанда ҡара ҡарға ҡара.

***

Ҡараңғыла ҡара ҡарғаға ҡараным,

Ҡара ҡарға ҡараңғыла ҡараһаң да,

Ҡарамаһаң да ҡара ҡарғаға ҡарағанда

Ҡара ҡарасҡыға оҡшап тора.

***

   Килгеләштергеләштергеләп йөрөгөлә, ултырғылаштырғылаш- тырғылап торорбоҙ.

***

   Ҡарамалылағы бер ҡартҡа ҡараманан сана ҡарамаларға биргәйнем. Ҡарамаланы микән, ҡарамаламаны микән? Ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамалағанына, ҡарамаламағанына ҡарамайынса үҙең барып алып ҡайт. Ул ҡарамаламаһа, үҙем ҡарамалармын. Ҡараманан сана ҡарамалау — борондан килгән һөнәр.

***

Ары ла лап-лап, бире лә лап-лап, һөңгө һаплап, кейеҙ ҡаплап, лап-лап-лап.

***

Мышлаған-мышлаған,

Мейес башында ҡышлаған.

Тирләмәгән, бешмәгән,

Белмәһә лә үҫмәгән.

***

   Мәкәримов Мирсаяф Мирғәли малайы машина майы менән маңлайын майлаған да мендәренә менеп мендәрҙе майлаған.

***

Әйттем таҡмаҡ таҡмаҡлап,

Һин дә миңә тап таҡмаҡ.

***

Мин бейермен — тап таҡмаҡ,

Таҡмаҡ тапмаған — ахмаҡ.

   Төлкө, өтөлөп-өтөлөп, өйрәк өйрәһен, өрпөлдәтеп-өрпөлдәтеп һемерҙе. Көндә өтөлөп-өтөлөп өйрәк өйрәһен өрпөлдәткән төлкө, әйтергә көлкө, өскил булып, өйрәктән һимерҙе.

***

Соҡалының соҡорон сыҡҡан саҡта Сәмәрәнең силәге сатнаған.

***

   Һиҙиәт һыйырға, һарыҡҡа һалам һалғанда һәнәген һындырып, һәнәгенең һабын Һәҙиәгә һикһән һигеҙ һумға һатҡан.

***

Өйгә ингән сыпсыҡ,

Осоп йөрөй сыпсыҡ,

Сып-сыҡ, сып-сыҡ,

Сыҡ, сыпсыҡ,

Осоп сыҡ, сыпсыҡ, сыҡ, ҡошсоҡ,

Сыҡ, сыҡ, ҡошсоҡ, осоп сыҡ!

***

һәҙиә һыйырына һуҡыранып, һәнәгенең һабын һындырғансы һуҡты.

***

Серәкәй себенде себендәк, ти,

Себен серәкәйҙе серелдәк, ти.

***

Һары Сабираға һары сандали,

Һары сандалиға һары Сабира.

***

Һары Сабираны һары сандали,

Һап-һоп итеп сейәгә апара.

***

Һыуыҡ һыу һалҡын була,

Һыуыҡ килһә, һыу туңа.

***

   Һонтор Нәзиә һалам эшләпәһен һалпылдатып, һалмаҡ баҫып һыуһынға һыуға килә.

***

   Һонтор һәҙиә һалам эшләпәһен һапылдатып, һалмаҡ баҫып һыуһынға һыуға килә.

 ***

   Һарыҡ, һап-һап баҫып, һыйырға һыйланырға килгән, һыйыр, һәмгелдәп йөрөй-йөрөй, һармаҡ һарыҡты һап-һары һалам менән һыйлаған.

***

   Сибәр, Сәймә һәм Сәлимә Сәй әсәләр өсәүләп.

Сулпан ситтә сәсәй-сәсәй Сәй көтә был өсәүҙән.

Һалмауыр Һаҙыев Һәҙи һауын һыйырҙарға, һарыҡтарға һалбыр һалам һалғанда һалмаҡ һәнәк һабын һындырған.

Һәҙи! Һыйырҙарға, һарыҡтарға һоло һаламы һал!

***

   Оҙон епте һаплама ла, ыҫмалалама ла, үҙем һабын һаплап, үҙем ыҫмалаһын ыҫмалалармын.

***

   Шакирҙың шары шарт-шорт шартланы, Шакир шуға шаңҡып, шып-шым ғына шаҡ ҡатты.

***

Шыуа-шыуа шыуғалаҡ,

Шып-шыма ялтыр ҡалаҡ.

***

   Әсмәнең әсәһенең әсәһе Әсмәнең сәсенә сәскә сәнсте. Сите сәскәле сынаяҡҡа сәк-сәк сәсте. Әсмә сынаяҡтағы сәк-сәкте, сәнскегә сәнсеп, сәйнәй-сәйнәй сәпелдәй.

***

   Шыпыр-шыпыр, шыптыр-шыптыр, ҡыптыр-Ҡыптыр, мейес артында, мейес аҫтында, шыптырлағыс шыптырлай.

***

    Хәсрәттең тоҡсайының ҡапсығының ауыҙын бәйләгән бауының ебенең һүрендеһенең осо.

***

Дарыу менән өс шешә,

Шешә бауын теш сисә,

Шешә сисһәм, теш шешә.

***

   Үрмәксе, үрмәксенән күрмәксе, үргә үрелеп-үрелеп үтеп-һү- теүселәрҙе үҙенең үрмәле-үрмәле үрҙә үрелгән үрмәһенә үткәреп, үтеп, эләгеп үрһәләнеүселәрҙе үсәп-үсәп, үҙҙәре үлгәнсә көтөп, үтен эсте.

***

   Эт башындай эшемде этләнеп-этләнеп эш итә алмағас, эштә күргән этлектәрҙән этләнеп эткә әйләнә яҙҙым.

***

Ыңғыр-ыңғыр ыңғырсаҡ,

Ҡайҙа минең бала саҡ?

Үтеп китте уйнар саҡ,

Килеп етте һыңғырсаҡ.

***

   Әхәт әтәсләнеп Әнисәне әрләне. Әхәткә Әнисә сәрелдәй-сәрел- дәй ә-ә-ә тип әрләште.

Ыңғыр-ңыңғыр ыңғырсаҡ,

Эңгер-мөңгөр ҡыңғыр саҡ.

Беҙҙең хәҙер йырлар саҡ,

Ғыр-ғыр гармун уйнар саҡ.

* * *

Әрһеҙ кеше — ғәрһеҙ кеше,

Һәр бер ғәрһеҙ ғәмәлһеҙ,

Ғәмәлһеҙ кеше әмәлһеҙ.

* * *

Килгән Ғата, кейгән ҡата,

Уң аяҡта һул ҡата.

Ҡатала түгел хата,

Ҡата кейелгән хата.



Предварительный просмотр:

Ҡаһарманлыҡ тураһында афоризмдар

Үҙең өсөн генә йәшәү — хурлыҡ.

Н. А. Островский

* * *

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаусы һәм хаҡлыҡ менән йәшәүсе һәр кеше үҙ Ватанының абруйын күтәрә.

Р. Роллан

* * *

Ысын батырлыҡ бәлә килгәндә асыла.

Ф. Вольтер

* * *

Ҡаһарманлыҡ башҡа төр яҡшы сифаттар үҫеше өсөн кәрәк. Тәүәккәл булмайынса хаҡлыҡты табыу ҙа, мөхәббәтте һаҡлау ҙа мөмкин түгел.

М. Ганди

* * *

Әйбер юғалтһаң — эҙҙе юғалтырһың, намыҫыңды юғалтһаң — күпте юғалтырһың, тәүәккәллегеңде юғалтһаң — бөтәһен дә юғалтырһың.

И. Гете

* * *

Ватанга мөхәббәт — абстракт төшөнсә түгел, ойоштороуҙы, үҫтереүҙе, мәҙәниәтлелекте талап иткән реаль рух көсө.

А. Н. Толстой

* * *

Патриот — Ватанға хеҙмәт итеүсе, ә Ватан — иң әүәл халыҡ ул.

Н. Г. Чернышевский

* * *

Үҙ-үҙен хөкөм итергә өйрәнмәгән кеше башҡаларҙы ғәйепләй алмай.

И. Гете

* * *

Үҙен кеше булараҡ өйрәнмәүсе бүтәндәрҙе бер ваҡытта ла яҡшы белә алмаясаҡ.

Н. Г. Чернышевский

* * *

Идеал — юл күрһәтеүсе йондоҙ. Унһыҙ аныҡ юнәлеш юҡ, юнәлешһеҙ тормош юҡ.

Л. Н.Толстой

***

Һәр кем — үҙ бәхетен тыуҙырыусы.

Р. Стил

* * *

Бәхет башҡалар менән бүлешкәндә арта ғына.

Ж. Ламери

* * *

Башҡалар бәхетенән тыш шәхси бәхеттең булыуы мөмкин түгел.

Н.Г.Чернышевский

* * *

Иң гүзәл һәм иң бәхетле кешеләр — ғүмер буйына башҡалар бәхетен хәстәрләүселәр.

В. А. Сухомлинский

Хеҙмәт тураһында афоризмдар

http://img1.liveinternet.ru/images/foto/b/1/473/3723473/f_19347119.jpg

Кешенең сиктән тыш бәхете — һәр ваҡыт яратҡан эшендә булыуы.

В. И. Немирович  -Данченко

* * *

Мәҙәниәте юғары булған һайын хеҙмәт юғары баһалана.

В. Рошер

* * *

Яратып эшләгән кеше һәр төрлө хеҙмәтте лә шиғриәтле итә.

Н. Г. Чернышевский

***

Кеше хеҙмәт ярҙамында камиллаша.

В. Г. Белинский

* * *

Хеҙмәт кешелә ижади көс уята.

А. Н. Толстой

***

Үҙ эшеңде үҙең хәстәрлә: эшең һине мәжбүр итмәһен.

Б. Франклин

***

Кешенең бөтә нәмәһе лә: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйҙары ла матур булырга тейеш.

А. П. Чехов

*  *  *

Кешенең холҡо — уның күңел көҙгөһө.

И. Гете

***

Уйланмаган эшкә тәүәккәл булма, уйланғандан һуң тәүәккәл бул.

Л. Н. Толстой

* * *

Кеше ҡылығын тикшергәндә тәүҙә үҙеңдекен баһала.

Л. Н. Толстой

***

Башҡаларҙа нимәне хупламайһың, шуларҙың үҙеңдә булыуынан һаҡлан.

Катон  Старший

Ғәҙеллек тураһында афоризмдар

http://www.kollega.se/sites/default/files/vag.jpg

Мәғәнәһеҙлеккә, буш һүҙлелеккә нәфрәт менән ҡара. Бөтә уйлағаның һәм эшләгәнең изгелек, ғәҙеллек тантанаһы өсөн булһын.

В. А. Сухомлинский

***

Уйҙағы хаталар һүҙҙәрҙәге хатаны, һүҙҙәрҙәге хаталар эштәге хаталарҙы барлыҡҡа килтерә.

Д. И. Писарев

***

Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә инә.

Низами

***

Нимәне булһа ла, башҡаларға әйткәнсе, тәүҙә үҙеңә әйтеп ҡара.

Сенека

***

Ҡыҫҡа телмәр һәр саҡ йөкмәткеле була һәм көслө тәьҫир ҡалдыра.

М. Горький

* * *

Аҡыллының теле — йөрәгендә, аҡылһыҙҙың йөрәге — телендә.

П. В. Шелгунов

* * *

Бары өҫтән-мөҫтән булған белем һәм ышанысһыҙ уйланыуҙар ғына самаһыҙ лығырҙауҙарға килтерә.

Б. Гальдос

* * *

Дөрөҫлөктөң теле ябай.

Сенека

***

Ғәҙел эш — дөрөҫ башҡарылғанға күрә ҡаҡшамаҫлыҡ.

Плутарх

***

Дөрөҫлөктө әсе булһа ла тыңла.

Кабус

***

Дөрөҫлөк — йәшәү өсөн икмәк кеүек үк иң ҡәҙерле нәмә.

Л. Берне

***

Дөрөҫлөк — кешелә намыҫтың еңеүе ул.

М. М. Пришвин

***

Ғәҙеллек — йәшәү һулышы, һәр төрлө булдыҡлылык нигеҙе.        .

Т. Драйзер

* * *

Тормошто яратыу — дөрөҫлөктө яратыу.

Ф. Кент

* * *

Дөрөҫлөк — йәшәү һулышы, кешелек сифаттары нигеҙе.

Т. Драйзер

***

Йоҡоң килһә лә, үткән көндәге ҡылыҡтарыңа баһа биреп бөтмәйенсә, күҙеңде йомма.

Пифагор

* * *

Үҙеңә ышаныу — бөйөк башланшстарҙың иң тәүге мотлаҡ шарты.

С. Джонсон

* * *

Талант — үҙеңә, үҙ көсөңә ышаныу ул.

 М. Горький

* * *

Тормошта иң файҙалыһы — үҙ тәжрибәң.

* * *

Аң ихтыярға юл яҡтырта, ә ихтыяр эшкә ҡуша.

Я. Коменский

* * *

Аң — тойғоно яҡшырта.

Р. Роллан

* * *

Үҙеңә-үҙең хужа булыу — иң юғары хакимлыҡ, үҙ нәфсеңдең ҡоло булыу — иң һәләкәтле ҡоллоҡ.

Сенека

***

Тормошта иң беренсеһе һәм иң мөһиме — үҙеңә баш булырға тырышыу.

В. Гумбольдт

* * *

Үҙенә баш була белгән кеше генә ирекле.

Ф. Ш иллер

* * *

Үҙ-үҙен еңеүсенән дә көслө кеше юҡ.

П. Бигер

* * *

Ҡаһарманлыҡ ҡул көсөндә йәки ҡылыс менән эш итә белеүҙә генә түгел, ә бәлки, үҙ-үҙеңә идара итә һәм ғәҙел була белеүҙә лә.

Саади

Белем тураһында афоризмдар

http://www.sofia-sfo.ru/sites/default/files/b2379_0.jpg?1292391836

Һәр саҡ уҡырға, бөтәһен дә белергә! Күп белгән һайын көслөрәк була бараһың.

М. Горький

***

Уҡыу һәм фекерләү аң үҫеше сығанаҡтарының иң мөһиме.

В. А. Сухомлинский

***

Уҡыуҙан туҡталған кешеләрҙә фекерләү үҫеше лә туҡтай.

А . Дидро

* * *

Барыһын да уҡыу бөтөнләй кәрәкмәй, тик үҙеңдең күңелеңдәге һорауҙарға яуап биргәнде генә уҡырға кәрәк.

Л. Н. Толстой

* * *

Китапты һайлап ала белеү менән бергә, ундағы аңыңды үҫтерерҙәй нәмәләрҙе генә һайлап уҡырға ла өйрәнергә кәрәк.

С. И. Танеев

* * *

УҠыу — уҡығаныңды тормошта файҙаланырға тейешһең тигән һүҙ ул.

А. Дистервег

***

     Белем алғанда үҙегеҙҙе билдәле бер эҙмә-эҙлеклелеккә өйрәтегеҙ. Бер ваҡытта ла, «инде бөтәһен дә беләм» тип уйламағыҙ, киреһенсә, һәр ваҡыт «мин наҙанмын» тип әйтерлек ҡөҙрәт табығыҙ. Үҙегеҙҙе тәкәбберлек яулауына ирек бирмәгеҙ, ул һеҙҙе килешәһе урында киреләндерәсәк, Ул һеҙҙе файҙалы кәңәштән һәм дуҫтарса ярҙамдан баш тарттырасаҡ, ул һеҙҙең объектив була белеү үлсәүен юғалтасаҡ.

И. П. Павлов

* * *

Йәшәү — ул  хеҙмәт, хеҙмәт — көрәш, көрәшһеҙ бер нәмә лә яуланмай, ә яулағаның булмаһа — һиңә ихтирам да юҡ.

В. Белинский

***

Бөгөнгө йәшәү — иртәгәһе еңеүгә хеҙмәт итеү ул.

Н. Островский

***

Көслө рухлылар гына еңә ала.

Н. Островский

* * *

Ниндәй ҙә булһа эште башҡарыу өсөн, тәүҙә был эштең хаҡлығына һәм кәрәклегенә ышанған булырға тейешһең.

Л. Толстой

***

Китап һәм ғилем  тураһында афоризмдар

http://lapsepaevapere.onepagefree.com/files/raamat.jpg

Китаптар күңелде яҡтырта, кешене үҫтерә һәм нығыта, унда иң яҡшы теләктәрҙе уята, аңын зирәкләндерә, йөрәген һиҙгерләндерә.

У. Т еккерей

* * *

Китаптар хыялдарҙы уята, уларҙы тормошҡа ашырыуга юл күрһәтә, уйланырға мәжбүр итә, үҙеңә кәрәкте үҙаллы хәл итеү һәләте тәрбиәләй.

С. Г. Струмилин

* * *

Китапһыҙ булыу — аң ярлылығының югары күрһәткесе. Үҙегеҙҙе ундай хәлгә төшөрмәгеҙ.

Д. Рескин

* * *

Китапһыҙ өй — йәнһеҙ кеше.

Цицерон

***

Күберәк уҡыған һайын, китаптар мине донъя менән нығыраҡ туғанлаштырҙы, йәшәү миңә тағы ла әһәмиәтлерәк була барҙы.

М. Горький

* * *

Китап уҡымаған ғаилә — рухи яҡтан зәғиф ғаилә.

П. А. Павленко

* * *

Әхлаҡи мәҙәниәткә эйә булған аңлы хеҙмәт кешеләре китапҡа оло ихтирам булған ғаиләләрҙә үҫә.

В. А. Сухомлинский

***

Ҡайҙа ҡояш яҡтыһы — шунда күләгә лә асыҡ күренә.

Гете

***

Тәртип булмайынса тынысланырлыҡ ышаныс та, өмөт тә, сәләмәтлекте һаҡларҙай һәләт тә, һәләкәттең юлын ҡыйыу ҙа юҡ.

Герцен

***

Хыялһыҙ кеше — ҡанатһыҙ ҡош.

М. Горький

* * *

Тик тороуҙа бәхет юҡ.

Ф. М. Достоевский

* * *

Хеҙмәте булмаған кеше алга бара алмай, бер урында ла тора алмай, ул артҡа китергә тейеш.

К. Ф. У шинский

* * *

Ялҡау кеше, әшәке хәшәрәттәр тыуҙырып, хәрәкәтһеҙ һаҫып ятҡан һаҙ һыуы кеүек, файҙалы бер нәмә лә бирмәй.

М. В. Ломоносов

Ялҡаулыҡ аңға ла, тәнгә лә тутыҡ ул.

Б. Франклин

* * *

Ял — эш төрөн алмаштырыу ул.

И. П. Павлов

***

Эшһеҙлек — ул ял түгел.

Ф. Купер

***

Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт тураһында афоризмдар

http://previews.123rf.com/images/antoshkaforever/antoshkaforever1107/antoshkaforever110700016/9929386-A-sign-of-friendship-unity-support-and-assistance--Stock-Vector-community.jpg

Йәшлек хыялланмаһа, бөйөк идеяларҙың орлоғо йәшлек хыялдары йәйғоронда барлыҡҡа килмәһә, кеше тормошо бер нөктәлә ҡатып ҡалыр ине.

К. Д. Ушинский

* * *

Йәшлек — кешенең яҙ миҙгеле, унда ғүмер дауамындағы йылдар өсөн орлоҡ сәселә.

Я. Б. Княжнин

* * *

Кирелгән ҡанаттар менән йәшәргә кәрәк. Был рәссамдарға, шағирҙарға  ғына түгел, бөтә йәш хеҙмәт кешеләренә лә ҡағыла.

С. Т. Коненков

* * *

Тыумыштан ҡанатлы булыу — иң ҡиммәтле байлыҡҡа  булыу.

Аристофан

* * *

Дуҫтарҙы күреүҙән дә ҙур шатлыҡ юҡ, дуҫтарыңдан  айырылыуҙан да ҙур ҡайғы юҡ.

Рудаки

***

Дуҫтарҙы ашыҡмай һайла, табылғандарын юғалтма.

Солон

***

Яңы дуҫтар тапҡанда, иҫкеләрен онотма.

Эразм Роттердамский

***

Бер-береңде ихтирам итеүҙән башҡа дуҫлыҡтың булыуы мөмкин түгел.

А.С. Макаренко

***

Әҙәпһеҙ дуҫтан да ҡурҡыныс нәмә юҡ.

Ж. Лафонтен

***

Аҡыл менән нығытылмаған дуҫлыҡты алйотлоҡ тиҙ емерә.

В.        Шекспир

***

Дуҫлыҡ нигеҙе — ихтыярҙың, теләктәрҙең, ҡараштарҙың тура килеүендә.

Цицерон

***

Тиңлек бөткәндә, дуҫлыҡ та бөтә.

Д. Обер

* * *

Мин тәбиғәттәге, кешеләрҙәге, уларҙың ижадындағы матурлыҡты күрергә, улар менән һоҡланырға, улар аша үҙ-үҙемде камиллаштырырға  шул тиклем теләйем, сөнки матурлыҡ менән мәрхәмәтлелек игеҙәк һеңлеләр. Үҙ өлөшөмә төшкән аскетизм — минең дошманым. Мин атай булырға, бәләкәсемдең күңеленә донъялағы бөтә яҡшылыҡты һеңдерергә, минең уға булған һөйөүем нурҙары аҫтында кеше күңеленең сәскәгә төрөнөүен күрергә теләйем.

Ф.Э.Дзержинский

***

Кеше тормошондағы иң һәйбәт нәмә — уның кешеләр менән булған дуҫлығы.

А. Линкольн

***

Дуҫлыҡ — йәшәү өсөн иң кәрәклеһе. Бер кем дә, башҡа бөтә байлыҡҡа эйә булғанда ла, дуҫтарһыҙ йәшәргә  теләмәй.

Аристотель

* * *

Һәйбәт дуҫ — баһаһыҙ байлыҡ.

Кабус

***

Ысын дуҫлыҡ — үҙ-ара таяныстан тора: дуҫым минең теләктәремде хуплай, мин уныҡын хуплайым. Теләктәребеҙ  төрлө булғанда ла, беҙ бергә алға барабыҙ.

И. Гете

* * *

Бер генә лә ысын дуҫы булмаған кешегә йәшәүҙең кәрәге юҡ.

Демокрит

* * *

Дуҫыңды үҙеңдең рухи идеалың көҙгөһө, үҙеңде тулыландырыусы итеп һаҡла.

Р. Эмерсон

***

Һинең һауығыуыңды байрам көткән кеүек көтөүселәр булғанда, ауырыуы ла рәхәт.

А. П. Чехов

***

Мөхәббәт — бөтә һәйбәт нәмәләрҙе, бөйөклөктө, көслөлөктө, йылы хистәр һәм гүзәллекте тыуҙырыусы.

Ф. Э. Дзержинский

***

Мөхәббәт булдыҡлылыҡҡа, көрәшкә саҡыра.

Ф. Э. Дзержинский

***

Ысын мөхәббәт үлсәүҙе, сиктәрҙе белмәй.

Проперций

***

Саф мөхәббәт кешене сафландыра, ҡанатландыра, бөтөнләй үҙгәртә.

Н. Г. Чернышевский

***

Ысын дуҫлыҡ көнләшеүҙе белмәй.

Ф.Ларошфуко

***

Ышаныс-дуҫлыҡтың тәүге шарты.

Ж.Лабрюйер

* * *

Ышаныс   юғалған урында дуҫлыҡ та юғала.

Сенека

***

Ысын дуҫ ҡына үҙ дуҫының йомшаҡлыҡтарын кисерә ала.

В. Шекспир

***

Кем бер ниндәй етешһеҙлекһеҙ дуҫ табырга теләй, ул бөтөнләй дуҫһыҙ ҡала.

Биас

* * *

Ысын дуҫ бәхетһеҙлектә һынала.

Эзоп

* * *

Дуҫлыҡ — иң тәүҙә ихласлыҡ, иптәшеңдең хаталарын күрһәтә белеү ул. Иптәше үҙ хатаһын төҙәтә алһын өсөн, тәүҙә дуҫтары аяуһыҙ тәнҡитләргә тейеш.

Н. А. Островский

* * *

Мөхәббәттә һәм дуҫлыҡта иң изгеһе— тиңлек.

И. А. Крылов

* * *

Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт — ике бөйөк нәмә, кешене бөтөнләй яңырта.

Ж а н Поль

* * *

Һөйгәнеңдән һөйөлөү — ниндәй ҙур бәхет.

А. П. Чехов

* * *

Мөхәббәттең сикһеҙ көсө һөйгәндәрҙе ҡаһарманлыҡҡа, көтөлмәгән сиктән тыш ҡурҡыныстарҙы еңел үткәрә белеүгә  һәләтле итә.

Д. Бокаччо

* * *

Ерҙәге бөтә гүзәллек ҡатын-ҡыҙға булған мөхәббәттән барлыҡҡа килгән.

М. Горький

* * *

Күңелеңде тартҡан ҡыҙҙы ихтирам ит, уның сафлығын, намыҫын, кешелек ғорурлығын һаҡла. Һин яратҡан ҡыҙ — буласаҡ ҡатының, буласаҡ балаларыңдың әсәһе. Ул — һинең үлемһеҙлегең нигеҙе. Ул балаларыңда һине ҡабатлаясаҡ.

В А Сухомлинский

***

Иң яҡын кешеңде бары уның менән айырылышҡанда гына ныҡлы аңларға мөмкин.

И. Тургенев

http://www.paroisse-notre-dame-de-la-paix.org/rubriques/haut/actualites/une-invitation-fete-de-la-fidelite/image

***

Ысын мөхәббәт килмәһә, тормоштоң асылын аңлап булмай.

М. Горький

* * *

Мөхәббәт кешелә ҡаһарманлыҡ  яһау һәләтен уята.

М. Горький

* * *

Мөхәббәт яуаплылыҡ өҫтәй. Унһыҙ тормош юҡ.

И. Гончаров

* * *

Ғашиҡтар һәр ваҡыт талантлы һәм сағыу булалар.

М. Горький

* * *

Мөхәббәт — матурлыҡ сығанағы.

М. Горький

* * *

Күп күргән һайын күберәк яратаһың.

М. Горький

* * *

... Ҡайҙа мөхәббәт бар, унда ышаныс та булырға тейеш.

Ф. Дзержинский

* * *

Көнләшеү — һөйгән кешеңдең иркен сикләргә тырышыу ул.

Н. Островский

***

Кеше — ер тәбиғәтенең иң бөйөк емеше. Әммә кеше шул тәбиғәттең хазиналары менән кинәнһен өсөн сәләмәт, көслө, аҡыллы булырға тейеш.

И. П. Павлов

* * *

Беҙҙең  бәхеттең ундан туғыҙ өлөшө сәләмәтлеккә бәйле.

Л. Шопенгауер

* * *

Бәхет — иң тәүҙә сәләмәтлектән башлана.

Г. Куртис

* * *

Хәрәкәттә — йәшәү. Хәрәкәтсәнлектең кәмеүе — йәшәү процесының һүлпәнәйеүе ул.

В. В. Гориневский

* * *

Йәйәү йөрөү һәм хәрәкәт мейенең йылдамлығына, фекерҙең эшсәнлегенә булышлыҡ итә.

Ж.-Ж. Руссо

* * *

Кешеләге матурлыҡты һәм гүзәллекте уның организмының гармоник үҫешенән, сәләмәтлегенән башҡа күҙ алдына килтереп булмай.

Н. Г. Чернышевский

* * *

Мәҙәниәт  тураһында афоризмдар

Китап кеше хаҡында кешелә күрмәгәндәреңде һәм уның хаҡында белмәгәндәреңде иҫбатлау һәләтенә эйә.

М. Горький

* * *

Китаптар төбөнән ҡиммәтле гәрәбәләр алып сыға торған диңгеҙ тәрәнлегенә оҡшаш.

Н. М. Карамзин

* * *

Ниндәй китаптар уҡығанлығыңды әйтһәң, мин һинең кемлегеңде әйтермен.

Н.М. Карамзин

* * *

Яҡшы китаптарҙы уҡыу —үткән дәүерҙәрҙәге иң һәйбәт кешеләр менән кәңәшләшеү менән бер. Улар һиңә үҙҙәренең иң һәйбәт уй-кисерештәрен еткерәләр.

Рехарт

* * *

Донъяла намыҫлы кешенән дә матурыраҡ бер нәмә лә юҡ.

Р. Роллан

***

Ф. Шиллер

Иң ҙур суд — намыҫ суды.

В. Гюго

***

Саф намыҫ — иң мөһим матурлыҡ.

Цицерон

***

Тоғро намыҫ — кешеләр тормошоноң етәксеһе.

Л. Н. Толстой

***

Ысын намыҫлылыҡ — теләһә ниндәй шарттарҙа ла күпселек кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә ҡарар итеү.

Б. Франклин

***

Ояла белеү сифаты кеше үҙенсәлектәренең иң мөһиме һәм иң кешелеклеһе.

Ч. Дарвин

***

Ғүмер буйы бәхетле булырға теләһәң, намыҫлы бул.

Т. Фуллер

***

Тупаҫлыҡ — рухи көсһөҙлөк.

М. Эбнер - Эшенбах

* * *

Яһиллыҡ  күңел ярлылығынан, көсһөҙлөктән килә.

Сенека

* * *

Уҫаллыҡ — ваҡ йәнлелек ул.

А. П. Чехов

* * *

Үс алыу — ваҡ һәм түбән йәнленең ләззәтләнеүе.

Ювенал

***

Асыу — яһиллыҡ сығанагы.

Чарль  де  Костер

* * *

Ҡомһоҙлоҡ — бөтә яуызлыҡтың тамыры.

Д. Чосер

***

Ҡурҡаҡлыҡ — ҡанһыҙлыҡтың әсәһе.

М. Монтень

***

Тәкәбберлек етерлек уйланмауҙарҙан, үҙ-үҙеңде йүнле белмәүҙән килә.

Д. Адиссон

* * *

Эскеселек — ирекле рәүештә аҡылдан яҙыу.

Сенека

** *

Вино эскәндә, кешеләр тупаҫлана, миңрәүләнә һәм яуызлана бара.

Л. Н. Толстой

* **

Үҙеңдең көнкүрешең тураһында гына уйлау — хайуан булыу ул.

В. А. Сухомлинский

***

Ябайлыҡ — әхлаҡи матурлыҡтың төп шарты.

Л. Н. Толстой

***

Иғтибарлылыҡтың бәләкәй генә дозаһы ла тормошто йәмләндерә, ҙуры инде уны бигерәк тә биҙәй.

К. Боуби

* * *

Иғтибарлылыҡ иғтибар тыуҙыра.

Эразм Роттердамский

***

Ата-әсәгә булған һөйөү һәм ихтирам — иң изге тойғо.

В. Г. Белинский

* * *

Ата-әсәгә булған һөйөү — мәрхәмәтлелектең нигеҙе.

Цицерон

* * *

Атаһы яулаған уңыштар улыныҡы булмай.

М. Сервантес

***

Аңығыҙ дөрөҫ эшләһен өсөн, үҙ тәнегеҙҙе тәрбиәләгеҙ.

Р.Декарт

***

Әхлаҡи сәләмәт булыу өсөн, үҙеңде физик эш менән һелккеләп торорға кәрәк.

Л. Н. Толстой

* * *

Рухи ныҡлығыңды һаҡлау өсөн, тән ныҡлығын һаҡларға кәрәк.

В. Гюго

***

Спорт оптимизм мәҙәниәтен, дәртлелек мәҙәниәтен формалаштыра.

А.В. Луначарский

***

Гимнастика — кешенең йәшлеген оҙайта.

Д. Локк

***

Иң һәйбәт дарыуҙар: саф һауа, һалҡын һыу, бысҡы һәм балта.

В. Д. Поленов

***

Ихласлыҡҡа ирешеү ауыр ҙа, нескә лә, ул аҡыллылыҡ һәм ҙур рухи тотанаҡлылыҡ талап итә.

В.В. Вересаев

* * *

Йомшаҡ характерлы кешеләр ихлас була  алмайҙар.

Д. Ларошфуко

***

Көнсөллөк байрагы аҫтында күрә алмаусанлыҡ, һатлыҡ йәнлелек һәм интригалар тантана итә.

К. Гельбиций

***

Намыҫлы кеше бер кемдән дә көнләшмәй.

М. Горький

***

Көнләшеүселәр ни өсөн һәр саҡ кәйефһеҙ була, сөнки уларга үҙҙәренең уңышһыҙлығы гына түгел, башҡаларҙың уңышы ла тынгы бирмәй.

Абдуль Фарадж.

***

Һөйөү телескоп аша, көнсөллөк микроскоп аша ҡарай.

Б. Шоу

***

Көнсөллөк бәхетлеләрҙең дошманы.

Эпиктет

* * *

Ялғанлыҡ һәм аҫтыртынлыҡ — наҙандар һәм ҡурҡаҡтар ышыгы.

Ф. Честерфилд

***

Алдашыу йәнгә һәм тәнгә бөтмәҫ ғазаптар килтерә.

Ш. Руставели

***

Кем алдаша — уның кеше булырға хаҡы юҡ.

Фенелон

http://skiniya-pro.net/avatar/64/uchitel-prorok.jpg



Предварительный просмотр:

  • Горизонталь буйынса: 1. Күп йыллыҡ баҡса гөлө. 3. Алҡышлап ҡул сабыу. 7. Ҙур ҡумта рәүешендәге баҫмалы музыка ҡоралы. 8. Өфөләге мәсеткә исем биргән сәскә. 12. Башҡорт халыҡ йыры. 14. Сатириктың көлкөлө коллегаһы. 15. Шотланд овчаркаһы. 16. Мөһабәт ҡиәфәт. 19. Тәмәкеләге наркотик матдә. 21. Спорт аяҡ кейеме. 22. Боландар ғаиләһенә ҡараған хайуан. 25. Белем кимәлен билдәләү өсөн үткәрелгән һынау. 26. Тропик «тайга». 27. Кеше торлағында йәшәгән бөжәк.
  • Вертикаль буйынса: 1. Итек майы. 2. Һынған ҡулды ҡатырып бәйләгән эзбизлы ҡоршау. 4. Ҡытай телендә «иң матур сәскә». 5. Ҡыяр, сөгөлдөр, помидор. 6. Самолёт «гараж»ы. 9. Һаҡауҙар табибы. 10. Ихтиандр кем ул? 11. Салауат Юлаев һөргөндә ҡайҙа булған? 13. Йырсы. 17. Какаоға шәкәр ҡушып яһалған масса. 18. Хайуандар батшаһы. 20. Сүллектәге йәшеллекле урын. 23. Бокс майҙаны. 24. Гранат (синоним).



Предварительный просмотр:

  • Горизонталь буйынса: 1. Күп йыллыҡ баҡса гөлө. 3. Алҡышлап ҡул сабыу. 7. Ҙур ҡумта рәүешендәге баҫмалы музыка ҡоралы. 8. Өфөләге мәсеткә исем биргән сәскә. 12. Башҡорт халыҡ йыры. 14. Сатириктың көлкөлө коллегаһы. 15. Шотланд овчаркаһы. 16. Мөһабәт ҡиәфәт. 19. Тәмәкеләге наркотик матдә. 21. Спорт аяҡ кейеме. 22. Боландар ғаиләһенә ҡараған хайуан. 25. Белем кимәлен билдәләү өсөн үткәрелгән һынау. 26. Тропик «тайга». 27. Кеше торлағында йәшәгән бөжәк.
  • Вертикаль буйынса: 1. Итек майы. 2. Һынған ҡулды ҡатырып бәйләгән эзбизлы ҡоршау. 4. Ҡытай телендә «иң матур сәскә». 5. Ҡыяр, сөгөлдөр, помидор. 6. Самолёт «гараж»ы. 9. Һаҡауҙар табибы. 10. Ихтиандр кем ул? 11. Салауат Юлаев һөргөндә ҡайҙа булған? 13. Йырсы. 17. Какаоға шәкәр ҡушып яһалған масса. 18. Хайуандар батшаһы. 20. Сүллектәге йәшеллекле урын. 23. Бокс майҙаны. 24. Гранат (синоним).



Предварительный просмотр:

Һүҙ төркөмдәренә морфологик анализ өлгөләре.

Сифаттарҙы грамматик тикшереү өлгөһө:

Тикшереү тәртибе.

  1. Сифаттың башланғыс формаһы (төп, шартлы; яһалышы яғынан: тамыр, яһалма, ҡушма).
  2. Сифаттың дәрәжәһе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу).
  3. Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килеүе.

Өлгө.

Ҡыҙыҡ инде, өҫтөңә яңы, матур кейем кейгәс, нисектер, күңелең дә бөтәйеп, йәмләнеп киткәндәй була.

Матур-(кейем)-сифат, башланыс формаһы -матур, төп сифат, төп дәрәжәлә, яһалышы яғынан тамыр сифат, һөйләмдә аныҡлаусы булып килгән.

Һандарҙы грамматик тикшереү өлгөһө:

Тикшереү тәртибе.

  1. Башланғыс формаһы (төп һан).
  2. Төҙөлөшө (ябай, ҡушма).
  3. Төркөмсәһе (төп, бүлем, сама, йыйыу, кәсер, үлсәү).
  4. Исем урынында килгән һандарҙың эйәлек заты, хәбәрлек заты, килеш, күплек ялғауҙары.
  5.  Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килеүе.

Өлгө.

Улар өс өсөнсө рәттә ултыра ине.

Өсөнсө-һан, башланғыс формаһы-өс, ябай һан, рәт һаны, һөйләмдә аныҡлаусы булып килгән.

Исемдәрҙе грамматик тикшереү өлгөһө:

Тикшереү тәртибе.

  1. Башланғыс формаһы (төп килеш, берлектә).

2.   Яңғыҙлыҡ йәки уртаҡлыҡ исем.

3.   Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма).

  1. Һаны, заты, килеше, хәбәрлек ялғауы.
  2.  Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгән?

Өлгө.

Йондоҙҙар ялтырай. Йондоҙҙар-исем, башланғыс формаһы-йондоҙ тамыр, уртаҡлыҡ исем, күплектә, төп килештә, һөйләмдә эйә булып килгән.

Балаларымды бик яратам. Балаларымды-исем, башланғыс формаһы- бала, тамыр, уртаҡлыҡ исем, күплектә, 1 -се затта, төшөм килештә, һөйләмдә тултырыусы булып килгән.

Ҡылымдарҙы грамматик тикшереү өлгөһө:

Тикшереү тәртибе.

1. Ҡылымдың башланғыс формаһы (бойороҡ һөйкәлешендәге тамыр, нигеҙ).

  1.  Һөйкәлеше (бойороҡ, хәбәр, шарт, теләк).
  2. Төркөмсәһе (исем ҡылым, сифат ҡылым, уртаҡ ҡылым, хәл ҡылым).
  3. .3аман формаһы (үткән, хәҙерге, киләсәк).
  4. Үҙгәреше (заты, һаны (барлыҡ йәки юҡлығы), йүнәлеше, күләме, рәүешлеге).
  5. Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгән?

Өлгө.

Эштән һуң киске эңер ваҡытында, күрше-күлән нигеҙ буйында әңгәмәләшеп ултырғанда, япон батшаһын әрләй-әрләй, сайҡалып был килеп сыҡты.

Килеп сыҡты-ҡылым, башланғыс формаһы-килеп сыҡ; ҡушма ҡылым, хәбәр һөйкәлеше, хәҙерге заман, 3-сө затта, берлектә, барлыҡта, һөйләмдә хәбәр булып килгән.

Алмаштарҙы грамматик тикшереү өлгөһө:

Тикшереү тәртибе.

1 .  Башланғыс формаһы.

2.   Ниндәй һүҙҙе алмаштырған? Ул һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

  1. Алмаш төркөмсәһе (зат, күрһәтеү, һорау, билдәләү, билдәһеҙлек,  

      юҡлыҡ, эйәлек).

  1. Алмаштың заты, һаны, килеше.
  2. Алмаш һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгән?

Өлгө.

Бик күп йылдар үткәс, алыҫ Көнсыгыш илдәренең береһендә мин бороню цирк тамашаһы ҡараным.

Мин -алмаш, зат алмашы, 1-се затта, берлек һанда, төп килештә, һөйләмдә эйә булып килгән.

Рәүештәрҙе грамматик тикшереү өлгөһө:

Тикшереү тәртибе.

  1. .Башлангыс формаһы.

2.  Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма).

  1. Рәүеш төркөмсәһе (төп, ваҡыт, урын, оҡшатыу, күләм-дәрәжә,  

     сәбәп маҡсат).

  1. Дәрәжәһе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ).
  2.  Һөйләмдең ниндәй киҫәге?

Өлгө.

Элек әсәһе эшләй торған эштәрҙе хәҙер инде ул үҙе шәп башҡара.

(X. Мохтар.)

Элек -рәүеш, ваҡыт рәүеше, төп дәрәжә, тамыр рәүеш, һөйләмдә хәл булып килгән.