Укыусыларымдың ижад емештәре

Халикова Лариса Финат ҡыҙы

Был группала укыусыларымдың ижади эштэре урынлаштырылған

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл insha_1_semya.docx244.14 КБ
Файл gail.docx12.42 КБ
Файл frantsuzdarzy_kyuzyk_bez.docx14.07 КБ

Предварительный просмотр:

Күп  уҡыһаң  –  күп белерһең...

Китап – белем шишмәһе

Халыҡ мәҡәле

   Күптән түгел ҡала паркында мин  ошондай  ваҡиғаға тап булдым. Эскамйәлә  һап- һары сәстәренә ап –аҡ күбәләктәй бантиктар таҡҡан кескәй генә ҡыҙыҡай планшетта уйнап ултыра.  Уның эргәһенә әсәһе килеп ултырҙы. Әсәнең  ҡулында бик матур биҙәлгән китап ине.

  • Ҡара, әле, ҡыҙым, ниндәй матур китап! Әкиәттәр китабы. Әйҙә, бергәләп уҡыйыҡ!
  • Юҡ, әсәй, минең китап уҡыһым килмәй. Бына планшетта бик ҡыҙыҡлы уйын. Минең  был уйынды уйнайһым килә.  Планшетта музыка тыңларға, төрлө ҡыҙыҡлы фильмдар ҡарарға була. Үҙең уҡы!

    Әсә кеше күңелһеҙләнеп эскәмйәнең икенсе яҡ ситенә барып ултырҙы һәм ҡулындағы китапҡа иғтибарын йүнәлтте. Әммә уның уйҙары китапта түгел ине...
Үҙ балаһыны өсөн генә түгел, ә бөтә йәш быуындың китап уҡырға омтолошо юҡлығына йәне көйә ине уның.

   Миңә,  ситтән ҡарап тороусы шаһит булараҡ кешегә,  ошо ваҡиға бер ҡарағанда типиҡ осраҡ кеүек, ә икенсе яҡтан аяныслы хәл булараҡ тойолдо. Хәзерге замана балалырының китап уҡырға омтолмауҙары, әҙәбиәтте ситкә тибеүҙәре – ул һәр кемгә билдәле ваҡиға..  Йәшәйешебеҙҙе  компьютерҙар, планшеттар, заманса телефондар солғап алған.  Үҙебеҙҙе интернет селтәрҙәре,  заманса технологияларҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ысынлап та, был заманса технологиялар йәшәү талабы, йәшәү рәүешенә әйләнеп баралар.

   2015  - се  йыл Рәсәй  Федерацияһы Президенты тарафынан Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Был ыңғайҙан илебеҙҙә төрлә саралар үткәрелде. Ошо сараларҙың төп маҡсаты – әҙәби китаптарҙы уҡыуға өндәү, китап уҡыуға теләк уятыу.  

  Ысынлап та, хәҙерге быуындың китап уҡырға омтолошо юк, тиһәң дә дөрөҫ тип уйлайым.  Йәштәр ҡулдарына китапты бик һирәк ала, китап уҡыу менән мауыҡмай. Бының өсөн, әлбиттә, йән көйә, илаһы килә. Элек – электән өҫтәлдәрҙә, китап кәштәләрендә әҙәби китаптар өйөлөп ятһа, хәҙерге заманда йәштәр күберәк дисктар, видеокассетеларҙы өҫтөнөрәк күрәләр. Интернет, заманса технологиялар дәүерендә китап уҡыуҙың модаһы бөттө, тип әйтергә була. Китап кәштәләре бушайғандан бушая бара. Күберәк интернет селтәрҙәрендәге мәғлүмәтте ҡулланыу, китаптарҙың электрон версияларын уҡыу беренсе урында тора. Ә бит бындай юл йәштәрҙе уйланырға, геройҙарҙың хис – тойғоларын уртаклашырға, тәэсораттар алырға ярҙам итмәй бит. Йәштәр әҫәрҙең  ҡоро йөкмәткһе менән таныша, ә эмоциональ, психологик яҡҡа урын ҡалмай.

   Хәтерләйем: мин бәләкәй саҡта   ауылға ҡайтҡас,  оҙон ҡышҡы кистәрҙә  өләсәйем менән әҙәби китаптар укый инек. Әле лә күҙ алдымда: урыҫ һәм башҡорт телендәге китаптар менән тулы ине ул китап кәштәһе.  Ундағы китаптар миңә, алты йәшлек сая ҡыҙға,  ниндәҙер сихри бер донья ине ул! Шул оҙон ҡышҡы кистәрҙе көтөп ала инем мин.  «Китап – белем шишмәһе», «Күп уҡыһаң – күп белерһең», - тип әйтә ине миңә өләсәйем. Матур – матур шиғырҙар, ҡыҙыҡлы әкиәттәр, мауыҡтырғыс хикәйәләр мине диңгеҙ аръяғына, батша һарайҙарына алып китәләр ине. Был әҫәрҙәр мине хыялланырға, уйланырға өндәнеләр.  Әкиәттәр миндә  яҡшы сифаттар тәрбиәләне, тормошноң әсеһен һәм сөсөһөн айырырға, үҙ урынымды табырға өйрәттеләр. Күңелдә әсе бурандар уйнағанда , тормошта ауыр саҡтар булғанда шул китаптар мине йыуаталар,  йәшәргә көс бирәләр ине. Мостай Кәримдең «Әлфиә әкиәттәре», Рәшит Ниғмәтиҙең «Ватан» шиғырҙары минең мәңгелек өҫтәл китаптарым булып ҡалдылар.

Ә хәҙер, беҙ йәш быуын вәкилдәре, әҙәби китаптарҙың урынын, уҡыуҙың тәмен онотоп барабыҙ, шикелле. Һәр беребеҙҙең өҫтәлендә заманса компьютерҙар, аудиояҙмалар, дисктар ята. Был предметтар, әлбиттә, беҙҙең йәшәү рәүешендә көндәлек ҡуллана торған әйберҙәр. Әммә  беҙ әҙәбиәтте, китап уҡыуҙы икенсе урынға ҡуйҙыҡ, шикелле. Шуның өсөн әрней йөрәк.

 Элек китап уҡыусылар өсөн конференциялар, ошо конференцияларҙа фекер алышыу, тәэсораттар менән уртаҡлашыу ҙур урын тотҡан. Бындай сараларҙы халыҡ көтөп алған,  унда ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Күп уҡыған, күп белгән  кешене халыҡ ихтирам иткән, хатта «аҡһаҡал»тигән исем дә биргәндәр.

Хәҙерге заманда китап уҡыуға тейешле иғтибар биреләме һуң? Хәҙерге йәш быуынды нисек китап уҡыу теләге уятытырға икән? Ошондай һорауҙар йәмғиәтте борсорға тейеш, тип уйлайым мин.

 Кемдер китап уҡыуҙы – иҫке ғәҙәт, модадан сыҡҡан эш тейеп ҡарай.  Иҫләйһегеҙме, элек – электән бер – береңә китап бүләк итеү йолаһы булған. Күптән түгел ауылда иҫке өйҙөң сарҙагында минең ҡулыма һарғайып бөткән китап килеп керҙе. Бик иҫке ине ул. Хатта бер нисә бите йыртылған, бысраҡҡа буялып бөткән ине. Беренсе битен асыу менән минең иғтибарым унда яҙылған һүҙҙәргә йүнәлде. Унда «Ҡәҙерле иптәшем Таңһылыуға класташың Әлфиәнән иҫтәлеккә китап »тип яҙылған ине. Был һүҙҙәр шул тиклем минең йөрәгемде тетрәндерҙеләр.  Хатта күҙҙәрҙән йәш бөртөктәре лә бәреп сыҡтылар. Күпме йылы хистәр, яҡшы сифаттар уята ине улар.

  Әйе, ысынлап та элек – электән килгән  «китап уҡыу » , «китап бүләк итеү» йолаларын онотоп барабыҙ тугелме һуң? Хәҙер модала ҡиммәтле бүләктәр биреү, конверрта аҡса бүләк итеү ғәҙәткә ингән. Ә электән китапты – иң ҡиммәтле бүләк итеп ҡабул иткәндәр. Ошо бүләкте ҡабул итеп алыу кеше өсөн ҙур бәхет тип һаналған.

 Әҙәбиәт, китап уҡыу беҙҙең фекерләү һәләтен үҫтерә, телмәребеҙҙе байыта,  тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға өйрәтә, ыңғай хистәр тәрбиәләй.

  Уҡығыҙ! Әҙәбиәт менән дуҫлашығыҙ! Уны  ихтирам итегеҙ! Китап һеҙҙең мәңгелек юлдашығыҙ, дуҫығыҙ булһын! Әгәр  ҙә киләсәк быуындың  аҡыллы, тәрбиәле булыуын теләйһегез икән, уҡығыҙ, алған белемдәрегеҙҙе  уларға бирегеҙ! Китап уҡыуҙы киләсәк быуынға нәсихәт итеп ҡалдырығыҙ!

 Әҙәбиәт йылы, һис шикһеҙ, китап уҡыуға, әҙәбиәттең үҫешенә  бик ҙур һәм файҙалы йүнәлеш бирер тип ышанам.

 Үҙемдең иншамды башҡорт халҡының бөйөк шағиры Шәйехзада Бабичтың шиғыр юлдары менән тамамларға теләйем:

Ап – асыҡ тор һәр ваҡытта, эй китап баҡһам һиңә,

Ысын, аҫыл, нигеҙле ерҙән күп белемдәр бир миңә!

                                 Һин йыуатҡыс, һин уятҡыс, һин миңә ысын атам,

 Булмаһаң һин, мин һине һағынып ҡына сирләп ятам.

http://www.goforwarddownsize.com/wp-content/uploads/2012/07/bigstock-Girl-and-boy-reading-the-red-b-5764658.jpg

Республика көнөнә арналған

«Тыуған республикамды йырлайым» иншалар конкурсы

«КҮП УҠЫҺАҢ  - КҮП БЕЛЕРҺЕҢ»

(2015- се йыл әҙәбиәт йылы)

 

Башҡарҙы: Надырова Нәфисә, 9а класы уҡыусыһы  

              Нефтекама ҡалаһының  16 – сы    урта   дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль бюджет  дөйөм белем биреү учреждениеһы

  Етәксеһе: Халикова Лариса Финат ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                                                 

C:\Users\Пользователь\Desktop\рисунки\21d3ff83d671.jpg                     http://school25tula.ru/media/k2/items/cache/c04d87aa8933a07fbb7fb4cbd401ad43_XL.jpg



Предварительный просмотр:

Ғаилә…Үҙ эсенә күпме наҙ һыйҙыра, күпме йылылыҡ бөркә ошо бәләкәй генә һүҙ!

Ғаилә-туғанлыҡ ептәрен нығытыусы,бер-береһе өсөн өҙөлөп тороусы, йәндәрен бирергә эҙер булған кешеләрҙе үҙ эсенә ала.Ғаиләң ныҡ булһа, һин һәр эшеңде, һәр уйыңды, һәр аҙымыңды еренә еткереп башҡарасаҡһың.

Һәр бер ғаиләнең үҙенә генә хас булған ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары бар.Хәҙерге заманда һәр ғаилә үҙенең шәжәрә ағасын төҙөү менән мауыға.Минең ата-бабаларым борон-борондан  үҙенең ғаилә шәжәрәһен яҙып барған, уны һаҡлап беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткергән.Беҙҙең ғаилә йыл һайын үҙенең туғандарын йыйып, шәжәрә менән танышыуҙы дауам итә.

«Ғаилә бәхете- ил бәхете»- тип әйтә халыҡ мәҡәле.Ысынлап та, ғаиләбеҙҙең сәләмәтлеге,ныҡлығы, татыулығы- ырыу нәҫелебеҙҙең абруйы  ул. Мин үҙемдең ғаиләм менән ғорурланам.Минең ғаиләм – минең ғорурлығым!

Татыу ғаилә ҡайҙан була ,тимә,

Татыу ғаилә -үҙе ғорурлыҡ!

Йөрәгеңдә үҫтер матур хистәр-

Татыу ғаилә булыр ғорурлыҡ!



Предварительный просмотр:

Француздарҙы ҡыуҙыҡ беҙ, үҙ иленә һөрҙөк беҙ

        Француздарҙы еңгәнгә, ер һелкетеп йөрөнөк беҙ.        

        Был бәйетте яҙған саҡта ҡәләмдәр ҡамыш ине,

        Өйгә инһәң, тышҡа сыҡһаң шатлыҡлы тауыш ине...                                        (“Урыҫ-француз һуғышы” бәйете.)

1812 йылғы Ватан һуғышы халҡыбыҙҙың күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған. Был хаҡта әле лә йырланған  “Байыҡ” , “Любизар”, “Кутузов” һәм башҡа патриотик йырҙар һөйләй. Улар араһында “Ҡаһым түрә” йыры ла бар.Ҡаһым түрә 1812 йылғы Ватан һуғышында бер башҡорт полкының командиры итеп һүрәтләнә. Ҡаһым түрәнең Парижға тиклем барып етеүе билдәле. Хәрби хеҙмәттәре өсөн майор, полковник дәрәжәләренә лайыҡ була, шулай уҡ Кутузовтан рәхмәттәр, ордендар ала. Ҡаһым түрә Ватаны өсөн  ҡаһармандарса һуғышҡан һәм шуның өсөн халыҡ күңелендә   яҡты эҙ ҡалдырған.

        Был  һуғышты иҫкә алғанда, шулай уҡ Михаил Кутузов тураһында ла әйтеп китәргә кәрәк, сөнки Михаил Кутузов та бик ҙур эш башҡарған. Уның батырлығы Бородино һуғышы менән бәйле, сөнки Кутузов төп ғәскәрен Бородино һуғышына әҙерләп өлгөрә. Кутузов исеме менән Мәскәүҙе азат итеү өсөн барған һуғыштар тураһында шул йылда сығарылған, «Любизар” исемле башҡорт йыры ла бәйле.

        Я.Хамматовтың  “Төньяҡ амурҙары”  дилогияһы ла 1812 йылдағы Ватан һуғышына арнап яҙылған. Наполеон  генералы  Марбо  уҡта  бик мәргән һәм оҫта атҡандары өсөн үҙҙәре үк «амурҙар» тип атаған башҡорт яугирҙары хаҡында яҙып ҡалдыра: «Улар беҙҙең ғәскәрҙе һәр саҡ һағалап ҡына торалар. Саҡ ҡына уңайы сығыу менән, һағыҙаҡ күсе һымаҡ ябырылалар. Ә уларҙы ҡыуып етеүе бик ҡыйын».

Рус ғәскәрҙәренең батырлығы хөрмәтенә Лейпциг эргәһендәге һуғыш булған урында һәйкәл ҡуйылған.Унда башҡорт полктарының номерҙары ла яҙылған. Был һуғышта ла күп кенә башҡорттар ордендарға лайыҡ булған.

        Ошолай итеп, 1812 йылдағы Ватан һуғышында рус, украин, белорус, Волга буйы һәм башҡа ерҙәр халыҡтарынан тыш башҡорттар ҙа ҡатнашып, дошманды еңергә ҙур өлөш индергән. Яман-яҡшы булһа ла, уртаҡ Ватаныбыҙ булып һаналған Рәсәйҙе һаҡлап  яу ҡырында ятып ҡалған һәм Париж урамдарын айҡап, Елисей яландарында ҡурай тартып, дан        -шөһрәт менән әйләнеп ҡайтҡан батырҙарыбыҙ бер ваҡытта ла халыҡ хәтеренән сыҡмаҫ.        

…Француздар танынылар

        Әрәсәйҙә үҙҙәрен,

        Урыҫ, башҡорт ҡыҫмаҡлағас,

        Таба алмайҙар эҙҙәрен,

Любезники,любизар,

Маладис,маладис!