Башҡорт әҙәбиәте

Шарафутдинова Дамира Миннисламовна

Презентациялар:

Тема: "Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһында  экология проблемаһы..-https://docs.wixstatic.com/ugd/7e4da7_81b5cd432f6d46fc8d63093c5a29212e.ppt?dn=

Тема: Яҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙының тормошо һәм ижады.https://docs.wixstatic.com/ugd/7e4da7_6c90c76935884939a923cc8baff461c8.pptx?dn=%D

Тема: Ғ.Хәйри "Ауылыма ҡайтһам ине..."https://docs.wixstatic.com/ugd/7e4da7_1eac63981d904fdc8aec120dcc802b44.ppt?dn=%

Тема: Яҡташ яҙыусылар.https://docs.wixstatic.com/ugd/7e4da7_18bee854774741d7a6d4784d67debeec.pptx?dn=%

Скачать:

Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

Тема: Ғайса Хөсәйенов. “Һуңғы тарпан” хикәйәте.

Маҡсат: ғалим, әҙип Ғ. Хөсәйеновтың тормош юлы, ғилми һәм  ижади

               эшмәкәрлеге менән таныштырыу; кейек – хайуандарға, аттарға      

               рәхимле булырға, уларҙы һаҡларға өндәү; әйләнмә композицион    

               сара тураһында  төшөнсә  биреү; уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен      

               һәм фекерләүен  үҫтереү.                              

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең эш төрҙәре: Автор тураһында Интернеттан һәм башҡа сығанаҡтарҙан өҫтәмә материал туплау һәм уларҙы дөйөмләштереү. Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау. Әҫәрҙә күтәрелгән проблемаларҙы билдәләү. Ҡоролошона, композицияның үҙенсәлекле булыуына иғтибар итеү. Һорауҙарға яуап биреү.

Дәрес төрө: Эҙләнү-тикшеренеү.

Йыһазландырыу: китаптар күргәҙмәһе, фонояҙма, мультимимедиа проектры, карточкалар.

Эпиграф.

             Был заманда атҡа  

                                         мохтажлыҡ юҡ,

               Һирәк уны хөрмәт итеүсе.

               Ҡайҙа булды

               Ат ҡәҙерен белгән

               Полководец һәм көтөүсе…

                                     Мөхәммәт Илбаев.

Дәрес барышы

  1. О.м.
  2. Өйгә бирелгән эште тикшереү, баһалау.
  1. Уҡыусыларға карточкалар таратып бирелә. Унда әҙиптең томошонан

даталар йәки ваҡиғалар төшөрөп ҡалдырылған, тулыландырып яҙырға.

Һәм бер-береһе менән эштәрен алмашып, медиа проектрҙа тикшереп, билдә

ҡуялар (уҡытыусы йыйып ала).

  1. Инеш әңгәмә. Тема, маҡсат менән таныштырыу (тема,эпиграф

мультимедиа проекторҙа күрһәтелә).

  • Ғайса Хөсәйенов – халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәт донъяһындағы мәғрур

ҡаяларҙың береһе, хәҙерге әҙәбиәтебеҙҙең, милли-мәҙәни үҫешебеҙҙең иң оло ҡаҙаныштары уның хеҙмәттәре менән бәйле. Уның ижады, әҙәбиәт күгендәге ҡаҙаныштары тотош милләтебеҙ ғорурлығына әйләнде. Ғ. Хөсәйенов һәр саҡ фәнни һәм әҙәби эшмәкәрлекте бергә алып барҙы.  Уҡыусылар,  мин һеҙгә Ғ. Хөсәйеновтың фәнни һәм әҙәби эштәре тураһында сығыштар әҙерләп килергә ҡушҡайным. Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ.

1-се уҡыусы. Ғ. Хөсәйенов үҙенең ижадында ғалимлыҡ һәм әҙиплек, әҙәби белгес һәм яҙыусылыҡ һәләттәрен бергә алып бара. 1976 йылда әҙиптең “Сәйәхәт дәфтәре” китабы баҫылып сыға. Ул – ғилми-популяр стилдәге парсалар йыйынтығы. 1990 йылда әҙиптең тағы ла “Тормош” исемле парсалар йыйынтығы баҫыла, уны “Донъя” (2000 й.) исемлеһе дауам итә. Был китаптарҙа тормош, йәшәйеш, донъя, тәбиғәт, тарих, әҙәп-әхләҡ, белем, фән, дин, фәлсәфә, сәнғәт, ғөмүмән, донъяның бөтә барлығы, кешенең рухи донъяһы хаҡында уйланыуҙарҙан ғибәрәт. Парсалар кескәй һәм ҡыҫҡа булһалар ҙа, әҙәм ғүмере кеүек үк, хикмәтле һәм тәрән мәғәнәлеләр. Уйлыларға уйланыр, фәһем алыр өсөн был китаптар.

  • Эйе, Ғайса Хөсәйенов парсалар  оҫтаһы булараҡ танылған әҙип. Парса

жанр булараҡ хикмәтле йөкмәткеһе, ыҡсымлығы, тапҡыр һүҙлелеге менән айырылып тора.

2-се уҡыусы. 1986 йылда “Батырҙар ҡиссаһы” исемле тарихи-документаль повестар йыйынтығы донъя күрә. Был китапта халҡыбыҙҙың күренекле улдары Алдар Иҫәкәев, 1755 йылғы ихтилал башлығы Батырша – Абдулла Әлиев, башҡорт сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов, Пугачев  полководец -тарының береһе Бәҙәрғол Юнаев яҙмыштары асыҡлана. “Ил азаматтары” исемле китабы шулай уҡ халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре яҙмышын асыҡлауға арналған.

  • Исмағил Тасимов Петербургта беренселәрҙән булып тау сәнғәте

училищеһы аса. Ә Батырша тураһында ғалим бик ентекле өйрәнә һәм тағы ла ниндәй китаптар ижад итә. Ошо турала ла һөйләп үтәйек.

3-сө уҡыусы. “Ҡанлы илле биш” тарихи романында 1755 йылда Батырша башлап йөрөгән башҡорт ихтилалы хаҡында, документаль сығанаҡтарға таянып, бәйән ителә. Был  ихтилалға 250 йыл тулыуға арналған 2005 йылда “Батырша” исемле тарихи-биографик китабы донъя күрә. Бында Батыршаның тормош юлы, эшмәкәрлеге, башҡорт халҡының XVIII быуат уртаһындағы азатлыҡ көрәше, шул замандағы көнкүреше, социаль хәле һәм Башҡортостан тарихы бай фактик, тарихи-документаль материалдар нигеҙендә йәнле итеп тасуирлап бирелә.

  • Бик күп яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ үҙенең автобиографияһын

яҙҙылыр. Ғайса Хөсәйенов та үҙ тормош юлын һүрәтләгән китабын яҙҙымы икән?

4-се уҡыусы. Эйе яҙған, уның “Яҙмышыма яҙғаны” исеме автобиографик яҙмалары донъя күрә. 2008 йылда “Автобиографиям” исемле икенсе китабында күренекле ғалим һәм әҙип үҙ тормош һәм ижад юлын, ғилми эшмәкәрлеген әҙип булараҡ шәхестең рухи үҫеш автобиографияһы рәүешендә йәнле һәм фәһемле тасуирлай.

  • Ғайса Хөсәйенов яҙыусы ғына түгел, ә ғалим да тип әйтеп үткәйнек.

Ул үҙенең ғилми хеҙмәттәрендә ниндәй темаларға мөрәжәғәт итә?

5-се уҡыусы. Ғайса Хөсәйенов бигерәк тә башҡорт поэзияһын фәнни өйрәнеүгә төп иғтибарын туплай. Уның өсөн уға архивтарҙа ултырырға, революцияға тиклемге ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптарҙы өйрәнергә тура килә. Ул республикала археология һәм фәнни текстология тигән тармаҡтарға нигеҙ һала. “Быуаттар тауышы” (1984) китабында  Ғ. Хөсәйенов башҡорт әҙәбиәтен Орхон-Йәнәсәй таш яҙмаларынан алып башҡорт совет әҙәбиәте осоронаса бүлеп тикшерә һәм өйрәнә. Шулай уҡ ул әҙәбиәт белгесе генә түгел, ә тәнҡитсе лә.

  • Тимәк, Ғ. Хөсәйенов ғалим, тарихсы, тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе,

йәмәғәт эшмәкәре, әҙип һәм шәхес (м.п. схема күрһәтелә).

  • Бөгөн беҙ дәрестә халҡыбыҙҙың иң уҙаман, иң эшһөйәр улдарының

береһе, күренекле ғалим һәм әҙиптең тормош юлы, ижады тураһында һөйләштек. Уҡыусылар, хәҙер “Һуңғы тарпан” әҫәре тураһында ла әңгәмәләшеп алайыҡ.

1.“Ерән ҡашҡа” көйөн тыңлау.

2. Бер нисә уҡыусы ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләп бирә.

3. Әҫәр буйынса һорауҙарға яуаптар.

  • Был әҫәр нимә тураһында?
  • Әҫәр һеҙҙә ниндәй тәьҫир ҡалдырҙы?
  • Ни өсөн “Һуңғы тарпан” тип атала?
  • Был әҫәрҙә ҡайһы осор сағылдырыла?
  • Әҫәрҙең асылы нимәлә?
  • Һеҙҙеңсә яҙыусы беҙгә нимә әйтергә теләгән?
  • Ни өсөн тарпандар бөтөүгө дусар ителгән?
  • Бөгөнгө көндә тарпандар бармы?
  • Кешенең тарпандар тоҡомон тергеҙергә тырышыуынан  ниндәй

һөҙөмтә яһарға мөмкин?

  • Бөгөнгө көндә аттарҙың да юҡҡа сығыуы мөмкинме?
  • Ни өсөн аттарҙың ҡәҙере китә?(м.п Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ат

тоҡомо күрһәтелә).

  • Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан ниндәй кейектәр, хайуандар беләһегеҙ?
  • Уларҙы ниндәй китапҡа индереп йөрөтәләр?
  • Ә хәҙер, уҡыусылар, әҫәрҙең композицион ҡоролошона иғтибар
  • итәйек.
  • Әҫәр ниндәй хәл-ваҡиға менән башланған? Тамамланған?
  • Эйе, автор башта һабан һөрөп йөрөгән аттарҙы һөйләй. Шунан
  • хикәйәткә күсеп китә, аҙаҡ тағы һабан атын иҫкә төшөрә. Ни өсөн был

алымды ҡулланған тип уйлайһығыҙ? Әйләнмә композицион сара тураһында төшөнсә биреү. Миҫалдар менән нығытыу. Китаптағы белешмәне уҡытыу.

  • Автор ни өсөн әҫәрҙе хикәйәт-хәҡиҡәт тип атай? (хикәйәт тураһында

иҫкә төшөрөү).

1 уҡыусы Ҡара китап тураһында һөйләй.  

2-се уҡыусы Ҡыҙыл китап тураһында әйтә.

  • Һирәгәйеп, ер йөҙөнән юғалыр сиккә еткән йәнлек, үҫемлек, ҡош-ҡорт

исемлеге ингән китап – ҡыҙыл китап була.

 “Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы” – кеше эшмәкәрлеге арҡаһында юҡҡа сығыу сигенә килтереп еткерелгән хайуандар тураһында һөйләй, уларҙы һаҡлау юлдарын өйрәтә. Һуңғы йылдарҙа, һәр баҫма һайын унда индерелеүсе төрҙәр һаны артҡандан-арта бара. Тәбиғәтте һаҡлаусылар һәм, ғөмүмән, барлыҡ кешеләр өсөн оло иҫкәртеү булып яңғырай был.

 (м.п ҡыҙыл китапҡа ингән йәнлектәр һ.б. күрһәтелә).

IV. Рефлексив анализ.

  • Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр, йәнлектәр, ҡош-ҡорттар үлеп

бөтмәһендәр өсөн нимәләр эшләп була?

  • Эйе, уларҙы һаҡлау, үрсетеү сараһын күрергә тейешбеҙ. Йәшел

тәбиғәтебеҙҙең “Йәшел китабы” ғына йәшәһен ине! Тәбиғәт ялбарып беҙҙең күҙгә төбәлгән. Тәбиғәт булһа ғына, беҙҙә бар. Әйҙәгеҙ тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡыйырһытмайыҡ!

  • Һеҙ үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?

 V. Йомғаҡлау.

  • Тәбиғәттә булған йәнлектәрҙе һаҡларға, юҡҡа сығармаҫҡа кәрәк.  Бер

ер йөҙөнән юғалғанды кире барлыҡҡа килтереп булмай. Йылҡысылыҡты тергеҙергә, йылҡы малы бөтөүгә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Был әҫәр кейек-хайуандарға рәхимлерәк ҡарарға, уларҙы һаҡларға, ҡыйырһытмаҫҡа өндәй. Авторҙың үҙе ҡасандыр һабан һөргән атты иҫкә алыуы ла хәҙерге йылҡы малына шәфҡәтлерәк булыу, ҡәҙерләп үрсетеү, һаҡлау кәрәклеген иҫкәртә.

Автор әйтмешләй, тәбиғиен һаҡлауға, тәбиғилеккә ни етә.

VI.  Өйгә эш биреү. Тиҫтерҙәрегеҙгә тәбиғәтте һаҡлайыҡ тигән мөрәжәғәт, шиғыр йәки хат  яҙырға.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Тема: Ғайса Хөсәйенов. “Һуңғы тарпан” хикәйәте. Эпиграф. Был заманда атҡа мохтажлыҡ юҡ, Һирәк уны хөрмәт итеүсе. Ҡайҙа булды Ат ҡәҙерен белгән Полководец һәм көтөүсе… Мөхәммәт Илбаев.

Слайд 2

;айса Батырг2р2й улы Х0с2йенов 1928 йылды8 10 апреленд2 Баш7ортостан Республика3ыны8 ?ырмы97алы районы !т2г2н ауылында кр29ти2н 4аил23енд2 тыу4ан. !662рене8 ауылында ете йыллы7 м2кт2пте тамамла4ас, Б0й0к Ватан 3у4ышы йылдарында колхозда эшл2й. Бер йыл Е6ем-7аран м2кт2бенд2 у7ып ал4ас, )ф0г2 китеп,интернатлы 9 -сы урта м2кт2пте тамамлай. Унан 1947-1951 йылдар6а Баш7орт д21л2т педагогия институтыны8филология факультетында у7ый. 1951-1954 – М2ск2162 СССР Ф2нд2р академия3ыны8 Б0т2 донъя 262би2те институты аспиранты. Ошонда 262би2т буйынса дессертация я6а 32м филология ф2нд2ре кандидаты тиг2н 4илми д2р2ж2 ала. ;айса Х0с2йенов 1954 йылдан алып 2леге к0нг2с2 )ф0л2ге Тарих, тел 32м 262би2т институтында 4илми хе6м2тк2р булып эшл2й. Институтта 262би2т булеге м0дире вазифа3ын баш7ара. Бер 1к ва7ытта « Ватандаш » журналыны8 баш м0х2ррире л2 булып, я8ы ба9ма4а ниге6 3алды.

Слайд 9

Ғалим Тарихсы Тәнҡитсе Шәхес Әҙәбиәт белгесе Әҙип Йәмәғәт эшмәкәр леге Ғайса Хөсәйенов

Слайд 15

Тәбиғәт – тере китап. Уның хәрефтәре – кейек-ҡоштар, биттәре – урмандар, йылға-күлдәр. Хәҙер тәбиғәт китабының биттәре төшөп, тәләфләнеп, йоҡара бара. Был бик хәүефле хәл. Ғалимдар яҡын арала Ер шарында 1000 төр хайуан, 25 000 үҫемлек төрө юғалыуын фаразлай. Урмандар минутына 20 гектарға кәмей бара. Һуңғы 100 йыл эсендә 36 төр һөтимәр хайуан, 94 ҡош төрө юҡҡа сыҡҡан.

Слайд 18

“ Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы” – кеше эшмәкәрлеге арҡаһында юҡҡа сығыу сигенә килтереп еткерелгән хайуандар тураһында һөйләй, уларҙы һаҡлау юлдарын өйрәтә. Һуңғы йылдарҙа, һәр баҫма һайын унда индерелеүсе төрҙәр һаны артҡандан-арта бара. Тәбиғәтте һаҡлаусылар һәм, ғөмүмән, барлыҡ кешеләр өсөн оло иҫкәртеү булып яңғырай был.

Слайд 21

Башҡорт аты


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Рәми Ғарипов Тыуған ваҡыты : 12 февраль 1932 Тыуған урыны : БАССР -ҙың Салауат районы Арҡауыл ауылында Вафат ваҡыты : 20 февраль 1977 Вафат урыны : Өфө ҡалаһы Атаһы : Йәғәфәр Ҡатыны : Надежда Васильевна Ғарипова Балалары: Салауат , Азамат , Гөлнара

Слайд 2

1955 йыл - А.М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай ; 1955 – 1959 йылдар – республика гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр ; 1959 – 1964 йылдар – Салауат районында « Йүрүҙән » колхозы, « Һарғамыш » совхозы комсомол ойошмаһы сәркәтибе , район гәзитендә бүлек мөдире ; 1964 – 1966 йылдар – «Совет Башҡортостаны » гәзитендә ( Өфө ҡалаһы ) әҙәби хеҙмәткәр ; 1968 – 1972 йылдар – « Башҡортостан ҡыҙы » журналында « Башҡортостан ҡыҙы » журналында яуаплы сәркәтип .

Слайд 3

Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992, үлгәндән һуң ). Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң ).

Слайд 4

Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай, Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай… Һабансылар күңелен нурлай-нурлай, Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай! Рәми Ғарипов

Слайд 6

Ҡоштарға ярҙам