Башҡорт теле
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Тема: Тура телмәр. Диалог . Цитата. Маҡсат : тура телмәрле һөйләмдәр , диалог, цитата тураһында үтелгәндәрҙе нығытыу , системаға һалыу ; уларҙа тыныш билдәләре ҡуйылышы үҙенсәлектәре менән танышыу ; уларҙы телмәрҙә ҡулланырға һәм дөрөҫ яҙырға өйрәнеү
Уҡытыусы: – Дүрт аяҡлы хайуандарҙы кем әйтә ? Фәтих һанап китә: – Бесәй, эт , һыйыр, ат ... Артта ултырған бер уҡыусы: – Ике тауыҡ , – тип өҫтәй .
Күренекле тел ғалимы һәм яҙыусы , профессор Ж. Ғ. Кейекбаев үҙенең бер китабында : “ Мәҡәл һүҙе башҡорт теленә килеп ингәнгә тиклем , боронғо башҡорт телендә уның мәғәнәһен биргән төрлө һүҙҙәр ( терминдар ) ҡулланылған : мәҫәлән , бабайҙар һүҙе , боронғолар һүҙе , тапҡыр һүҙҙәр һәм , ахыр сиктә, әйтемдәр”, – тип яҙҙы . А. М. Горькиҙың раҫлауынса, “һүҙ сәнғәте боронғо замандарҙа хеҙмәт процесында тыуған...”
График диктант яҙығыҙ. 1.“Ҡурҡма, ҡоҙағый, ҡурҡма. Мин бит көтөүҙән ҡайтҡан кеше булып киләм. Бында бер кем дә минең тегендә икәнде белмәй”, - тине Ҡотлояр. 2.Юлиә: “Ә беҙҙең Айбулат ҡайҙа һуң, күптән бирле хат алғаным юҡ мин унан?” – тип һораны. 3.Шәмсиә: “Ул өйҙә юҡ. Аръяҡҡа әптиккә дарыу алырға сығып китте, - тип яуап бирҙе. – Көтөп ултырығыҙ, тиҙ ҡ айтыр ул”, - тип өҫтәне. 4. “Истебай ағай үҙе бер герой инде ул! – тине Тимербулат. – Юҡ, мин ҡысҡырманым да, тыныс булдым, ҡыҙыҡ бит әле, бер юлы илағы ла, көлгө лә, ҡысҡырып ебәрге лә килә....” (Һ, Дәүләтшина.)
Түбәндәге тура телмәрле һөйләмдәрҙе ситләтелгән телмәргә әйләндерегеҙ . 1. « Бик күп һөйләй башланың, туҡтап тор булмаһа , Бәҙәр ”, – тине Сәйфуллин . ( С,Агиш .) 2. “ Бына ниндәй көслө ихтыярлы кеше ул !” – тине Көнһылыу , үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ . (З, Биишева .) 3. Емеш : “ Эйе-эйе , донъяла ғәҙеллек, кешелелелек барлығына тамам ышандым ”, – тип һүҙен тамаланы . 4. Уҡытыусы: “Хикәйәне өйҙә уҡып бөтөрөгөҙ һәм йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнегеҙ”, – тине.
Предварительный просмотр:
Тема: Тура телмәр.
Маҡсат: тура телмәрле һөйләмдәр, диалог, цитата тураһында үтелгәндәрҙе
нығытыу, системаға һалыу; уларҙа тыныш билдәләре ҡуйылышы
үҙенсәлектәре менән таныштырыу; уларҙы телмәрҙә ҡулланырға һәм
дөрөҫ яҙырға өйрәтеү;күнегеү текстары буйынса тәрбиәүи әңгәмә
үткәреү;
Йыһазландырыу: медиопроектор аша слайдтар, карточкалар.
Дәрес барышы
- Ойоштороу моменты.
- Хәйерле көн, уҡыусылар! Ултырығыҙ.
- Өй эшен тикшереү, уҡыусыларҙың белемен нығытыу һәм
уларға ишеттереү.
- Беҙ үткән дәрестә нимә тураһында һөйләштек? Дәрестең темаһы
ниндәй ине?
- Теҙемдәр тураһында өйрәндек. (Яҙып килгән теҙемдәрҙе уҡып
күрһәтәләр).
- Теҙемдәр ҡушма һөйләмдәрҙең ҡайһы төрөнә ҡарай?
- Ҡушма һөйләмдәр тағы ла ниндәй төрҙәргә бүленә? (Ҡушма
һөйләмдәрҙең төрҙәре тураһында һөйләтеү).
III. Дәрестең маҡсаты һәм бурыстары. Уҡыусыларҙың уҡыу
эшмәкәрлегенә мотивация. Ситуация тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.
- Уҡыусылар, ә хәҙер таҡтаға күҙ һалайыҡ. Унда бер текст ике төрлө
бирелгән, уларҙың бер-береһенә оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын әйтегеҙ.
- Беренсе текст тура телмәр, икенсеһе ситләтелгән телмәр.
- Эйе, дөрөҫ, беҙ бөгөнгө дәрестә тура телмәрҙәр, уның төрҙәре: диалог,
монолог, цитата тураһында үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөп, уларҙа тыныш билдәләре ҡуйылышын асыҡлап үтәсәкбеҙ. Тағы ла таҡтаға күҙ һалйыҡ. Унда тура телмәрҙең ниндәй төрҙәре бирелгән? (Уҡыусылар текстарҙы уҡыйҙар, төрөн асыҡлайҙар һәм тыныш билдәләре ҡуйылышын аңлаталар).
- Беренсе тапҡыр белемде үҙләштереү.
362-се күнегеү. Көләмәсте уҡып, ундағы тура телмәрҙе, диалогтарҙы билдәлләргә, сиктәрен күрһәтергә, тыныш билдәләре ҡуйылышын аңлатырға.
- Уҡыусыларҙың аңлауын беренсе тапҡыр тикшереү.
1 се эш. Бирелгән һөйләмдәргә график диктант яҙырға. Таҡтала эшләү.
2-се эш. Тура телмәрле һөйләмдәрҙе ситләтелгән телмәрҙәргә әйләндереп яҙырға.
- Белемде ижади ҡулланыу һәм яңы ситуацияла белемде алыу
(проблемалы эш). Һәр балаға карточка таратып , үҙ аллы эш бирелә.
Өс эш бирелә, 1-се эштә 5 тест һорауына яуап бирергә, 2-се эштә схема төҙөргә, 3-сө эштә автор һүҙҙәрен һәм тура телмәрҙәрҙе табырға һәм тыныш билдәләре ҡуйырға.(Эштәр йыйып алына).
- Рефлексия. (Дәрескә һығымта эшләү).
- Беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында белемебеҙҙе нығыттыҡ?
- Ниндәй тыныш билдәләре ҡуйҙыҡ?
- Цитаталар ҡулланыу ни өсөн кәрәк?
- Өй эше буйынса мәғлүмәт, уны эшләү буйынса инструктаж.
364-се күнегеү.
- Баһалар ҡуйыу.
1- се эш: тест.
1. Тура телмәр янында тыныш билдәләре дөрөҫ ҡуйылмаған һөйләмде билдәләгеҙ:
1. “Ерҙе файҙалана белмәйбеҙ, - тип башланы рәис. – Ҡәҙерләмәйбеҙ”.
2. “Ҡайтмай ҡайҙа барһын улар? – тине Яманһаров. – Ҡайтмай ҡалмаҫтар”.
3. “Хәйерле юл! – тип ҡысҡырҙым мин. – Оҙаҡламай күрешергә яҙһын!”
4. Әхмәт эсенән генә “был пакетты тиҙерәк тапшырырға кәрәк” тип уйлай ине.
2. Ҡайһы һөйләмдә тура телмәр автор һүҙҙәренең уртаһында килгән?
1. Тау бөркөтө һандуғастың тауышына хайран ҡала: “Ниндәй нәфис моңло тауыш! Был моңдо ул ҡайҙан ала?”.
2. – Һаумыһығыҙ, – тип Моратов менән алыҫтан ҡына иҫәнләште Рәмилә.
3. Халыҡ араһынан кемдер берәү: “Урмандарыбыҙға ҡот килә, ағай-эне!” – тип әйтеп һалды.
4. – Бына! – Фәриҙә ялан аяғын күтәрҙе. – Итегем әллә ҡайҙа төшөп ҡалған.
3.Тура телмәрле һөйләмде күрһәтегеҙ:
1. – Рәхмәт, апай. – Заһит ишектән ары үтте. Ләкин ултырырға ашыҡманы. – Ҡунаҡ булырға килмәнек, ағай.
2. – Эй, малайҙар, тәүҙә бәләкәй балалар йыйған башаҡты йыйығыҙ, – тип ҡысҡырҙы Миңлеғәли.
3. – Эш ташлап ҡасыу килешмәй, кире боролайыҡ, – тине Миңлеғәли.
4. Бөтәһе лә тура телмәрле һөйләм.
4.Ситләтелгән телмәр булған юлды билдәләгеҙ:
1. Бөтәһе лә тарихҡа, аңға, һаулыҡҡа бәйле (З.Ханова). |
2. “Ата-бабалар элек һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Һунар итерлек тәбиғәт ҡайҙа хәҙер?” – тине баш врач Нәғим Ҡәйүмов (Н.Мусин). |
3. Сабыр ғына көтә йәйҙе Аҡ кәртәлә күк дүнән (Аҫылғужа). |
4. Ислам динен, башҡорт телен һәм башҡорт ерен яҡлап, һаҡлап алып ҡалыу, бер кемдең дә беҙҙе еңә алмаҫы тураһында һөйләне Дамир Вәлиев (З.Ханова). |
5. Тыныш билдәләре дөрөҫ ҡуйылған һөйләмде күрһәтегеҙ:
1. Тырышҡанда, ваҡытыңды йәлләмәй йөрөгәндә, ата-бабалар яулап алған хоҡуҡтарыңды яҡларға хәҡиҡәтте юлларға була ул улым. |
2. “Һөйләгәнең елгә осмай - ҡағыҙға теркәлә бара. Һүҙең бәлки, тарихта ҡалыр,” – тине көлөп Бәҙерғол (Ғ.Хөсәйенов). |
3. “Үткәнде белмәй тороп, киләсәккә хыял ҡороп булмай”, - ти беҙҙең тарих уҡытыусыһы. |
4. – Ултыр Тимофей, ҡунаҡ бул! – тине хужа (Ғ.Хөсәйенов). |
_______________________________________________________________________
2-се эш: Тура телмәрҙәрҙең схемаларын төҙө.
2. “Йәнлектәрҙе ҡасыраһығыҙ”, - тип үҙенән башҡа берәүгә лә аяҡ баҫырға рөхсәт итмәгән. (И.Насыри).
3. Ул әҙерләнеп бөткәс, Рәхимә: “Сәйҙе һин яһа, Мәғфүрә килен, һинең ҡулыңдан сәй тәмле була”, - тине. (Һ.Дәүләтшина).
4. Асатай: “Айбулат ағай, мин ырҙын башында булырмын. Килһәң, ҡола атты уйпатҡа тышаулап ҡалдырҙым!” – тип ҡысҡырҙы. (Һ. Дәүләтшина).
5. “Рәхмәт, апай. – Заһит ишектән ары үтте. Ләкин ултырырға ашыҡманы. – Ҡунаҡ булырға килмәнек, ағай”.
_______________________________________________________________________
3 – сө эш:Автор һүҙҙәрен һәм тура телмәрҙе табығыҙ. Тыныш билдәләрен ҡуйып сығығыҙ.
Бына был беҙҙең йылға тине Әминә, Ғәлиәхмәттең уйҙарын һиҙмәйенсә, уҡыусылар шулай ҡәҙерләгән була уны. Һы, хәтәр икән “йылға” тигәне тип Ғәлиәхмәт көлөп ҡуйҙы. Сыбыртҡы буйы бөтә үҙәне! Ҡыҙ күҙҙәрендәге шатлыҡлы осҡондар ҡапыл һүнә ҡуйҙы. Эш уның оҙонлоғондамы ни тине ул ғәжәпләнеп. Матурлығын, теремеклеген ҡара һин уның! Бынау инештәр булмаһа, анау даръя ҡайҙан йыйылыр тиһең? (Р. Байымов.)
Предварительный просмотр:
ТЕМА: «ҠУШМА ҺҮҘҘӘР»
(5-се класс өсөн дәрес өлгөһө)
Маҡсат: 1) терәк конспекты ярҙамында ҡушма һүҙҙәр тураһындағы белемде тулыландырыу, уларҙың төрлө юлдар менән яһалышын үҙләштереү; билдәләмә яһау, һығымтаны блок-моделдә күрһәтеү һәм практик эш ваҡытында таянып эш итеү; 2) уҡыусыларҙың телмәрен байытыу, ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү; 3) ҡоштарға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: медиопроектор аша слайдтар: һабантурғай һүрәте,
ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары тураһындағы блок-моделе; һабантурғай тауышы.
Дәрес барышы
- Психологик инеш.
- Белемде актуалләштереү.
- Беҙ үткән дәрестә нимә тураһында һөйләштек? (Уҡыусыларҙың
яуабынан һуң һүҙҙәрҙең яһалышы тураһындағы схема күрһәтелә.)
Өйгә бирелгән күнегеү тикшерелә.
- Һүҙьяһалыш юлдарын иҫкә төшөрөп үтәйек. Нимәләр ярҙамында яңы
һүҙ яһарға өйрәндек?
- Уларҙы ниндәй ялғауҙар тип атаныҡ?
- Ялғауҙар ярҙамында яһалған һүҙҙәрҙе ниндәй һүҙҙәр тип атаныҡ?
- Дәрестең маҡсаты һәм бурыстары. Уҡыусыларҙың уҡыу
эшмәкәрлегенә мотивация. Ситуация тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.
- Уҡыусылар, ә хәҙер Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми
Ғариповтың шиғырынан алынған өҙөккә иғтибар итәйек. ( Р.Ғарипов тураһында белешмә биреү.)
Һабантурғай моңо аҫтында Рәми Ғариповтың шиғырын уҡыу.
Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай,
Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай…
Һабансылар күңелен нурлай-нурлай,
Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай!
Рәми Ғарипов
- Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? (Дәрестең лексик темаһын
билдәләү.)
- Эйе, беҙ бөгөнгө дәрестә ҡоштар тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
- Ә хәҙер аҫтына һыҙылған һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ. Был һүҙҙәр үткән
дәрестә өйрәнгән һүҙҙәрҙән ни яғы менән айырыла?
- Ундай һүҙҙәрҙе ниндәй һүҙҙәр тип атаясаҡбыҙ?
- Тағы ла ике һүҙҙән торған ниндәй ҡош исемдәре беләһегеҙ?
- Аҡҡош, ҡарағош, ҡыҙылтүш, ҡарабаш, ҡыр ҡаҙы, ҡыр өйрәге, ҡара
ҡарға, ала ҡарға (был ваҡытта медиапроекторҙа ҡоштарҙың һүрәттәре күрһәтелә).
- Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән һүҙҙәрҙең яһалышын өйрәнеүҙе дауам
итәбеҙ. Бөгөнгө дәрестең темаһы: “Ҡушма һүҙҙәр” тип дәфтәрҙәребеҙгә яҙып ҡуяйыҡ.
- Белемде үҙләштереү маҡсатында инеш күнегеү эшләнә.
Хикәйәне иғтибар менән уҡығас, йылы яҡҡа китеүсе, ҡышҡылыҡҡа Башҡортостанда ҡалыусы ҡоштарға ярҙам күрһәтеү тураһында әңгәмәләшеү (йорт һәм ҡыр ҡоштарының һүрәттәре күрһәтелә).
- Ни өсөн йәй көндәрендә күл буйында күңелле, ә көҙөн күл йәнлелеген
юғалата?
- Ниндәй ҡоштар йылы яҡҡа китә, ниндәйҙәре ҡышты бында үткәрә?
- Әлеге ваҡытта, ҡыш аҙағы, яҙ башланырға торғанда, беҙ ҡоштарға
нисек ярҙам итә алабыҙ?
- Эйе, ҡышлаусы ҡоштарға ҡыш көнө бик ауырға тура килә. Беҙ уларға
тағараҡтар яһап ҡуйып, ем һалып торһаҡ, уларға еңелерәк булыр ине.
- Тағы ла йылы яҡҡа китеүсе ҡоштарҙы ҡаршыларға әҙерләнергә лә
кәрәк.
- Дөрөҫ, сыйырсыҡ умарталары эшләй башларға кәрәк. Ә сыйырсыҡтар
беҙҙең баҡсаны ҡорттарҙан һаҡлаясаҡ.
- Хәҙер хикәйәнән ҡушма һүҙҙәрҙе табып, яҙылыштары буйынса айырып,
интерактив таҡталағы таблицаны тултырырайыҡ (уҡыусылар үҙҙәре тапҡан ҡушма һүҙҙәрҙе интерактив таҡтала яҙа һәм яһалыу юлдарын асыҡлай).
- Ҡушма һүҙҙәр был күнегеүҙә нисә төрлө юл менән яһалды?
- Тағы ла бишенсе төр юл ҡыҫҡатыу юлы менән яһалыусы һүҙҙәр бар.
Ошо таблицанан сығып, ҡушма һүҙҙәрҙең яһалышы тураһында ҡағиҙә сығарайыҡ.
Ҡағиҙә сығарыу: 1.бер төшөнсәне белдереү өсөн, ике һүҙҙән ҡушылып
яһалған һүҙҙәр ҡушма һүҙ тип атала; 2.ҡушма һүҙҙәр биш төрлө юл менән яһала: ҡушыу, парлау, ҡабатлау, бәйләү, ҡыҫҡартыу юлдары ( блок-модель ярҙамында күрһәтеү).
- Тимәк, башҡорт телендә һүҙҙәрҙе яһалышы яғынан өс төргә
бүләбеҙ: тамыр һүҙҙәр, яһалма һүҙҙәр, ҡушма һүҙҙәр.
- Ә хәҙер дәреслектә бирелгән ҡағиҙә менән танышайыҡ.
Ял минуты.
Ҡоштар осто, осто, осто теҙелеп
Остолар ҙа төштөләр.
Ултырҙылар, ял иттеләр
Һәм тағы ла остолар,
Парта артына боҫтолар.
- Уҡыусыларҙың аңлауын тикшереү.
210 – сы күнегеү. Һөйләмдәрҙән ҡушма һүҙҙәрҙе табығыҙ, яһалыу юлдарын аңлатып, төркөмләп яҙығыҙ, нисек яҙылғанын төшөндөрөгөҙ, ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышына һығымта сығарығыҙ.
- Нығытыу. Төркөмдәр менән эшләү.
211-се күнегеү. 4 төркөмгә бүлеү. 1-се төркөм – исем, 2-се төркөм – сифат, 3-сө төркөм – ҡылым, 4-се төркөм – рәүештәрҙе яҙып ала һәм ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыштары буйынса һығымта сығара.
- Белемде ижади ҡулланыу һәм яңы ситуацияла белемде алыу .
(проблемалы эш). Һәр балаға карточка таратып, үҙ аллы эш бирелә.
Бирелгән һүҙҙәрҙе ҡушма һүҙҙәргә әйләндерегеҙ, дөрөҫ яҙылышын аңлатығыҙ. Үҙегеҙгә оҡшаған бер-нисә һүҙгә һөйләмдәр төҙөгөҙ.
Аҡ ҡош, Аҡ иҙел, ҡара ҡош, ҡыҙыл ҡанат, бал ҡалағы, Яңы ауыл, алма ағасы, көн яғы, ҡул яулығы, гөл емеше, абына һөрөнә, ел дауыл, илай илай, ҡурай еләге, тимер юл.
Таҡтала бирелгән дөрөҫ яҙылған һүҙҙәр ярҙамында тикшерегеҙ ҙә эштәрегеҙҙе баһалағыҙ.
- Рефлексия. Баһалар ҡуйыу.
- Һеҙ бөгөн дәрестә нимәләр белдегеҙ?
- Һеҙгә дәрестә ниндәй эштәр оҡшаны?
- Һеҙ үҙегеҙҙең эшегеҙ менән ҡәнәғәтме?
- Дерес алдында ҡуйылған маҡсатҡа ирештекме?
- Өйгә эш буйынса мәғлүмәт, уны эшләү буйынса инструктаж.
212-се күнегеү.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Яһалма һүҙҙәр Ялғауҙар ҡушыу юлы менән яһала -сы –се –лы -ле Балыҡ сы Тел се Тәртип ле -даш, -дәш Ауыл даш Йәш тәш -лыҡ, -лек Утын лыҡ Бесән лек
Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай, Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай… Һабансылар күңелен нурлай-нурлай, Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай! Рәми Ғарипов
Тема : Ҡушма һүҙҙәр. Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай, Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай… Һабансылар күңелен нурлай-нурлай, Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай! Рәми Ғарипов
һ абан турғай – жаворонок аҡҡош – лебедь ҡыр ҡаҙы – дикий гусь ҡарабаш – синица ҡыҙылтүш – снегирь а ла ҡарға – ворона ҡара ҡарға – грач
Ҡоштарға ярҙам
Ҡушма һүҙҙәрҙе яҙылыш т ары буйынса айырып яҙығыҙ
Ҡушма һүҙҙәрҙе яҙылыштары буйынса айырып яҙығыҙ ҡушыу парлау ҡабат- лау бәйләү ҡыҫҡар- тыу Аҡкүл тирә-яҡ тош-тош ҡыр өйрәге көньяҡ ҡош-ҡорт туп-туп ҡыр ҡаҙы
Ҡушма һүҙҙәр Аҡҡош Бала-саға БДУ Урал тауы Көлә-көлә
Ҡушма һүҙҙәр ҡушыу парлау ҡыҫҡартыу бәйләү ҡабатлау
Бирелгән һүҙҙәрҙе ҡушма һүҙҙәргә әйләндерегеҙ, дөрөҫ яҙылышын аңлатығыҙ. Аҡ ҡош , Аҡ иҙел, ҡара ҡош, ҡыҙыл ҡанат, бал ҡалағы, Яңы ауыл, алма ағасы, көн яғы, ҡул яулығы, гөл емеше, абына һөрөнә, ел дауыл, илай илай, ҡурай еләк, тимер юл.
Бирелгән һүҙҙәрҙе ҡушма һүҙҙәргә әйләндерегеҙ, дөрөҫ яҙылышын аңлатығыҙ. А ҡҡ ош , А ғ иҙел , ҡара ғ ош , ҡыҙыл ғ анат , бал ғ ала ҡ , Яң а уыл , алм а ғас, көн ь я ҡ , ҡул ъ яулы ҡ , гөл йе меш, абына-һөрөнә , ел-дауыл , илай-илай , ҡурай елә ге , тимер юл.






