Ата-әсәләргә кәңәштәр

Иҫәнбаева Зөлфиә Хәлит ҡыҙы

Ата-әсәләргә  кәңәштәр

 

1. Ғаиләлә яҡын, ихлас һәм дуҫтарса мөнәсәбәт булдырығыҙ.

2. Бала менән һөйләшкәндә уның күҙҙәренә ҡарағыҙ.

3.Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡосаҡлап арҡаһынан һөйөргә онотмағыҙ.

4. Холҡондағы ыңғай үҙгәрештәрҙе ваҡытында күрә белегеҙ һәм хуплағыҙ.

5. Балаға ҡарата дуҫтарса мөнәсәбәттә булығыҙ, шәхес булараҡ хөрмәт итегеҙ.

6. Балалар  алдында  бүтәндәрҙе тәнҡитләмәгеҙ.

7. Намыҫлы, тоғролоҡло, ғәҙел һәм уның өсөн авторитет булығыҙ, ышанысын аҡлағыҙ.

8. Бала менән өлкәндәрсә һөйләшегеҙ, фекере менән иҫәпләшегеҙ.

9. Баланан ғәфү итеүен һорай, үҙегеҙ ҙә  кисерә белегеҙ.

10. Бала  һеҙҙең үҙ-үҙегеҙгә ышанғанығыҙҙы белһен, бер ҡасан да дәрәжәгеҙҙе төшөрмәгеҙ. 

 

 

Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ...

 

  1. Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.

  2. Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.

  3. Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булырығыҙ.

  4. Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.

  5. Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.

  6. Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.

  7. Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.

  8. Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.

  9. Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.

  10. Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.

  11. Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.

  12. Баланы кәмһетмәгеҙ.

  13. Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.

  14. Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.

  15. Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.

  16. Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.

  17. Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.