Фәнни-методик эшмәкәрлек

Иҫәнбаева Зөлфиә Хәлит ҡыҙы

Предварительный просмотр:

ЙӨКМӘТКЕ

ИНЕШ......................................................................................................................4

I БҮЛЕК. САКРАЛЬ ҺАНДАР ҺӘМ УЛАРҘЫ ТЕЛ ҒИЛЕМЕНДӘ ӨЙРӘНЕҮ...............................................................................................................8

1.1. Донъя тел картинаһы берәмеге булараҡ һандар...................................8

1.2. Тел ғилемендә сакраль һандарҙы өйрәнеү............................................18

II БҮЛЕК. БАШҠОРТ ҺӘМ РУС ТЕЛДӘРЕНДӘ САКРАЛЬ ҺАНДАР................................................................................................................24

2.1. Башҡорт тел картинаһында сакраль һандар........................................24             2.2. Рус тел картинаһында сакраль һандар...................................................33

2.3. Башҡорт һәм рус  тел картинаһында сакраль һандарҙың сағыштырма характеристикаһы.....................................................................38

2.4. Сакраль һандарҙы уҡыу-уҡытыу процесында ҡулланыу..................45

ЙОМҒАҠЛАУ.....................................................................................................62

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИТ.............................................................................66

ҠУШЫМТА.........................................................................................................72


ИНЕШ

Хәҙерге тел ғилемендә һандарҙың сакраль мәғәнәләрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу һуңғы йылдарҙа көсәйә бара. Шуға ҡарамаҫтан, был  үҙенсәлеккә эйә тел күренешен өйрәнеү һорауҙары асыҡланып еткән, тип әйтеп булмай. Кешенең тормошо һандар менән бәйле. Һандар иҫәп алып барыу өсөн кәрәк. Бынан тыш, һандар элек-электән “йыһан гармонияһын билдәләгән” (Платон), “бар нәмәнең башы булып торған” (Аристотель). Һандар гармонияһы музыкала, шиғриәттә, архитектура һәм сәнғәттә сағылыш таба.

Теманың актуаллеге. Көндәлек тормошта айырым һандарға серле сифаттар һәм юғары көстәрҙе лә бәйләйҙәр. Шулай уҡ кешеләр һандар кеше яҙмышына йоғонто яһай тигән фекерҙә.

Дөйөм алғанда, һандар халыҡтар мәҙәниәтендә ҙур урын алып тора. Һәр һандың йөкмәткеһе, үҙенә генә хас эстәлеге бар, был ҡиммәттәрҙе тел һаҡлай. Шуға ла һуңғы йылдарҙа һандар этнолингвистика һәм лингвокультурология кеүек йүнәлештәрҙә ентекле тикшерелә башланы. Тел һәм мәҙәниәт, тел һәм мифология, донъяның тел картинаһы, донъяның милли образы, этномәҙәни лексика кеүек проблемаларға арналған хеҙмәттәрҙә һандар аралашыу коды һәм мәҙәниәт моделе булараҡ ҡарала, халыҡ менталитеты, рухи мәҙәниәте, халыҡ ижады, мифология менән берлектә тикшерелә.

Сығарылыш квалификация эшендә башҡорт һәм рус телдәрендә сакраль һандарға дөйөм характеристика бирелде.  Хеҙмәт рус һәм башҡорт халыҡтарының мәҙәниәте, донъяға ҡараштарында сакраль һандарҙың ролен, һан компоненттары булған  фольклор-тел берәмектәрен анализлауға, милли-мәҙәни символикала һандар сағылышын барлауға арналды.

“Сакраль һандар” төшөнсәһе аҫтында фольклорҙағы һандарҙың һәм һан компоненты булған лексемаларҙың милли-мәҙәни семантикаһы күҙ уңында тотолдо. Бындай һандар мифологик һәм космологик ҡараштар, ышаныу, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәр, ауыҙ-тел ижадындағы айырым жанрҙарҙың билдәләрен белдерә. Уларҙың этномәҙәни йөкмәткене, милли үҙаңды, донъяны танып белеүҙе белдереп килгән сакраль, символик мәғәнәләре тикшереү объекты булып тора. Шулай итеп, һандар тел берәмеге булараҡ ҡына түгел, мәҙәниәт берәмеге булараҡ та анализлана.

Тикшеренеү объекты. Башҡорт һәм рус телендәге сакраль, символик мәғәнәгә эйә булған һәм халыҡтың донъяға ҡарашын, милли үҙенсәлектәрен сағылдырған этномәҙәни йөкмәткеле һандар тикшереү объекты булып тора.

Тикшеренеү предметы. Хеҙмәттә халыҡ ижадында ҡулланылған һан күрһәткесе булған лексик берәмектәр анализланды.

Ошоға бәйле сығарылыш эшенең маҡсаты – фольклорҙа һәм мифологияла сакраль һандарҙың ҡулланыу үҙенсәлеген асыҡлау, уларҙың дөйөм мәҙәни һәм донъяуи картинала тотҡан урынын билдәләү тора.

Эш барышында түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

  • һандарҙы донъя картинаһы берәмеге булараҡ анализлау;
  • һандарҙы һәм уларҙың сакраль мәғәнәләрен тикшереү;
  • дөйөм кешелектең, милли мәҙәниәттең алға барышы һөҙөмтәһендә һандар йөкмәткеһенең сакралләшеүе;
  • башҡорт һәм рус фольклорында сакраль һандар булған сығанаҡтарҙы асыҡлау, анализлау;
  • символик мәғәнәгә эйә һандарҙы ҡулланыу үҙенсәлектәрен ҡарап үтеү.

Тикшереү эшенең методологик базаһын фольклор сығанаҡтарҙан йыйылған һан компоненты булған лексик берәмектәр, шулай уҡ лингвистарҙың һәм фольклорсыларҙың хеҙмәттәрендәге сакраль һандарға бәйле материалдар тәшкил итә.

Тикшеренеү материалы. Башҡорт һәм рус халыҡ ижады өлгөләренән материал алынды.

Өйрәнелеү тарихы. Башҡорт фольклористикаһында һандар символикаһы һәм уларҙың сакраль мәғәнәләренә бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр байтаҡ. Мәҫәлән, Ғ.Б. Хөсәйенов, Ә.Н. Харисов, Ә. Кирәйев, Ә.М. Сөләймәнов кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә боронғо башҡорттар өсөн изге булған һандар һәм уларҙың фольклор әҫәрҙәрендә сағылышы тураһында телгә алына. Милли мәҙәниәттә сакраль һандар комплекслы рәүештә Р.Т. Моратованың «Символика чисел в башкирской языке» (Уфа, 2012) монографияһында ентекле тикшерелә. Л.Х Сәмситова “Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары”  хеҙмәтендә һандарҙың этномәҙәни мәғәнәһен аса, фольклор сығанаҡтарҙы өйрәнә, бындай берәмектәрҙе ҡулланыу механизмына ентекле анализ яһай.

Ғилми яңылығы. Сакраль һандар тураһындағы мәғлүмәтте бер урынға туплау һәм уларҙы уҡыу-уҡытыу процесында ҡулланыу. Башҡорт халыҡ ижадында сакраль һандарҙы табып, уларҙың мәғәнәһен дөрөҫ аңлатыу.

Теоретик һәм практик әһәмиәте. Был хеҙмәттә башҡорт һәм рус фольклорында һандарҙың сакралләшеү мәсьәләһе ҡарала. Уның һөҙөмтәләрен семинар, лекцияларға, махсус курстарға әҙерлек барышында файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусылары, методистар практик ҡулланма булараҡ ҡуллана ала.

Апробация. Хеҙмәттең темаһын асыҡлар өсөн, өс ғилми мәҡәлә баҫылып сыҡты һәм  мәктәптә “Башҡорт халыҡ ижадында ете һаны” тигән темаға дәрес үткәрелде.

Структураһы. Диплом эше инеш өлөштән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.


I БҮЛЕК. САКРАЛЬ ҺАНДАР ҺӘМ УЛАРҘЫҢ ТЕЛ ҒИЛЕМЕНДӘГЕ УРЫНЫ    

1.1. Донъя тел картинаһы берәмеге булараҡ һандар

XXI быуат лингвистикаһы һүҙҙе тел берәмеге итеп кенә түгел, ә мәҙәниәт берәмеге, концепт булараҡ ҡарай. Мәҙәниәт – күп яҡлы һәм үҙенсәлекле күренеш. Тел мәҙәниәттә булған әйберҙәрҙе атап, сағылдырып ҡына ҡалмай, ә ошо мәҙәниәт эсендә үҫә. Тимәк, тел мәҙәниәттең барлыҡҡа килеү ҡоралы, үҫеүе, һаҡланыуы һәм уның төҙөлөшө булып та тора. Ошо идея нигеҙендә яңы фән – лингвокультурология барлыҡҡа килә. Лингвокультурология, тел һәм мәҙәниәттең бәйләнешен өйрәнеп, тел шәхесе һәм донъя тел картинаһының төҙөлөшөн сағылдыра.

Тел берәмектәре, бигерәк тә лексик берәмектәр аша донъя тел картинаһы барлыҡҡа килә. Донъя тел картинаһының төп төшөнсәләренең береһе булып концепт һанала. Концепт – тел менән мәҙәниәтте бәйләп өйрәнеүсе лингвоменталь берәмек. Концепт аша кешелә туған тел образы һәм уның концептосфераһы барлыҡҡа килә.

Телде мәҙәниәт, тарих, халыҡ психологияһынан айырып өйрәнеү мөмкин түгел.

Һуңғы ваҡытта тел ғилемендә этнолингвистика һәм лингвокультурологияға иғтибар артты. Тел һәм мәҙәниәт проблемаларына арналған хеҙмәттәрҙең күп булыуы был йүнәлештең актуаль булыуы хаҡында һөйләй. Лингвокультурология буйынса хеҙмәттәр күп, ләкин был бик киң тема һәм уның өҫтөндә эшләү күп талап ителә.

Тел ғилемендә «Тел һәм мәҙәниәт» проблемаһы бәхәслеләрҙән һәм әле булһа хәл ителмәгәндәрҙән иҫәпләнә. Бәхәстең асылы «нимә ул мәҙәниәт?» тигән һорауҙан башлана. «Мәҙәни антропология» америка мәктәбе вәкилдәре кеше тормошоноң биологик булмаған барлыҡ аспекттарын мәҙәниәт төшөнсәһе менән берләштерә. Социо- һәм психолингвистика, шулай уҡ тарихи материализм мәҙәниәтте бүлеп ҡарарға, йәғни матди һәм рухи аспектта ҡарарға тәҡдим итә. «Матди мәҙәниәт – кеше хеҙмәтенең күҙгә күренеп торған өлөшө, әйбер, - тип яҙа философ П.Н. Федосеев  «Совет тел ғилеменең үҫеш мәсьәләләре» тигән мәҡәләһендә, - рухи мәҙәниәт – рухи ҡиммәттәрҙе барлыҡҡа килтереү, бүлеү һәм ҡулланыу.  Матди һәм рухи мәҙәниәт органик берлектә тора». Мәҙәниәт төшөнсәһенә күп төрлө аңлатмалар булыуы ла был феномендың ҡатмарлылығын дәлилләй: мәҙәниәт – «халыҡ тормошоноң бөтә төр сағылышында сәнғәт стиленең берлеге» [Ницше, 1971:152]; «кешеләр төркөмө, этник социумға хас ғәҙәт, ҡылыҡ, үҙ-үҙеңде тотош» [Юнг, 1994:64]; «фекерләү, тойоу, үҙ-үҙеңде тотоуҙа үҙенсәлекле алым» [Эллион 1982:33]; «беҙҙең тормошто тәүтормош кешеләре тормошонан алыҫлаштырыуға булышлыҡ иткән институттар һәм ҡаҙаныштар берлеге, улар ике маҡсатҡа хеҙмәт итә: кешене тәбиғәттән һаҡлауға һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә» [Фрейд, 1913:94]; «текстар йыйылмаһын төҙөү системаһы» [Лотман, 1964:45]; «Кеше эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләре аша берҙәм киҫелеш» [Мамардашвили 1995:165]; «йәмғиәттең рухи тормошо торошо» [Ким 1985:266]; «айырым ҡиммәттәр берләшмәһе» [Суходольский “Просвещение нации”, 1970:154]. Л.Толстой «Һуғыш һәм солох» романында ошондай икеле фекер менан сыға: «Рухи эшмәкәрлек, мәҙәниәт, идея – былар барыһы ла аныҡ булмаған, билдәһеҙ төшөнсәләр».

«Тел» һәм «мәҙәниәт» төшөнсәләренең бер-береһенә йоғонтоһо ла бәхәсле мәсьәлә. Ҡайһы бер ғалимдар тел мәҙәниәткә ҡарата бер бөтөндөң өлөшө булараҡ мөнәсәбәттә тигән фекерҙә, икенселәр – тел мәҙәниәтте сағылдырыу формаһы тип бара, өсөнсөләр иһә – тел мәҙәниәттең өлөшө лә, сағылышы ла түгел тиҙәр. Был проблема буйынса культурологияның күренекле ғалимдары, америка һәм рус этнолингвистика мәктәптәренә нигеҙ һалыусылар Э.Сепир һәм Толстой былай ти: «Мәҙәниәтте, - ти Сепир, - йәмғиәт әлеге ваҡытта нимә эшләй һәм уйлай, ә телде нисек уйлай, тип ҡарарға мөмкин». «Тел һәм мәҙәниәт араһындағы бәйләнеште бер бөтөн һәм уның өлөшө итеп ҡарар инем, - ти Л.Толстой, – тел мәҙәниәттең ҡоралы, йәки уның бер өлөшө, айырыуса был әҙәби тел йәки фольклор теленә ҡағыла. Шул уҡ вакытта тел мәҙәниәткә ҡарата автономлы күренеш, уның үҙен генә айырып, мәҙәниәткә тиң төшөнсә булараҡ та ҡарарға була.

Тел – йәмғиәт күренеше булараҡ рухи мәҙәниәткә инергә һәм уның бер өлөшө булараҡ ҡабул ителергә тейеш – тел ғилемендәге этнолингвистика һәм психолингвистика йүнәлештәренең ҡаҙаныштары ошо турала дәлилләй (шул уҡ ваҡытта тел менән туранан-тура бәйләнештә булмаған мәҙәни йүнәлештәр ҙә байтаҡ – музыка, хореография, һынлы сәнғәт). Мәҙәниәтте рухи ҡиммәт, норма, белемдәрҙе таратыу һәм ҡулланыу барышы продукты тип ҡабул иткәндә, тап тел кеше һәм йәмғиәттең рухи доньяһы барлыҡҡа килеүенә, рухи берләшеүенә булышлыҡ итә, йәмғиәткә белем тарата. Төрлө мәҙәниәттәрҙең бер-береһе менән бәйләнеше үҙләштерелгән һүҙҙәр аша сағыла. Мәҙәни бәйләнештәр интернациональ лексикала асыҡ күренә.

Башҡорт телендә халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тарихы, йолалары һәм менталитеты сағылыш тапҡан. Лингвокультурологик йүнәлеш тураһында һүҙ барғанда йолаларҙа, көндәлек тормошта, мәҙәниәттә, әҙәбиәттә, халыҡ ижадында сағылыш тапҡан туған телдең милли үҙенсәлеген иҫәпкә алырға кәрәк. Туған телде өйрәнеүселәр уның лексик һәм грамматик байлығын, образлылығын, тасуирилылығын, матурлығын үҙләштерә.

Лингвокультурологияның үҙәгендә тел һәм мәҙәниәтте өйрәнеүсе, үҙенең фонлы белеме, әҙәп-әхлаҡ нормалары менән билдәле мәҙәниәттең вәкиле булған кеше тора.

Башҡорт теленең лингвокультурологик концепцияһын байытыу йүнәлешендә тәүге эш булараҡ Л.Х.Сәмситова тарафынан “Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары” лингвокультурологик һүҙлеге төҙөлөп 2010 йылда донъя күрҙе. Был баҫманың күпселек өлөшөн проза һәм поэзия текстарына өҙөктәр тәшкил итһә, тағы бер хеҙмәт – 2013 йылда сыҡҡан “Башҡорт фольклоры концептосфераһы” китабы фольклор өлгөләре нигеҙендә төҙөлгән. Унда башҡорт халҡының мәҙәниәте, әҙәп-әхлаҡ нормалары, көнкүреше, аңы, донъяға ҡарашы лексикографик планда тасуирлана.

Тел картинаһы тип ғалимдар кешенең тирә-яҡ тураһындағы белемдәр системаһын тел саралары аша еткереүҙе атайҙар. Тел картинаһы кешенең фекерләү процессы менән бәйле. Шулай уҡ ул реаль ысынбарлыҡты сағылдыра һәм халыҡтың милли-мәҙәни үҙенсәлеген белдерә.

Тел берәмектәре (бигерәк тә лексик берәмектәр) аша донъя тел картинаһы барлыҡҡа килә.

Тимәк, тел картинаһы – халыҡтың тарихи аңында тупланған һәм телдә сағылыш тапҡан донъяуи белемдәр, тирә-йүн ысынбарлыҡты ҡабул итеү рәүеше.

Милли донъя тел картинаһының төп күҙәнәктәре булып кеше аңы һәм мәҙәни төшөнсәләр тора. Донъя моделен ваҡыт, пространство (арауыҡ), үҙгәреш, сәбәп, яҙмыш, йән һәм башҡа төшөнсәләр барлыҡҡа килтерә. Универсаль концептуаль төшөнсәләр кешелек тарихының бөтә осорҙарына ла хас, бары тик уларҙың йөкмәткеләре генә үҙгәрә бара.

Донъя картинаһының бер универсаль төшөнсәһе булып һандар билдәләнә.

Һан фәлсәфәүи категория булып тора, сөнки ул абстракт һәм индивидуаль мәғәнәле билдә. Телдәге һан һәм дөйөм һандар төшөнсәләрен айырып ҡарарға кәрәк. Телдәге һан логик яҡтан бөтөн, лексик һәм грамматик үҙенсәлектәргә эйә категория. Уны беҙ “һүҙ төркөмө” тип атайбыҙ. Тел картинаһында иһә һандар система, модель һәм тел менән мәҙәниәттең ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә тыуған төшөнсә тип ҡарала. Лингвистар иһә һандарға ҡараған тел берәмектәрен менталитет, халыҡтың донъяға ҡарашы менән тығыҙ бәйләнештә өйрәнә, уларҙың серле мәғәнәләренә, мифологияһы һәм халыҡ ижадындағы хеҙмәтенә иғтибар ителә.

Һандарҙың үҙенсәлекле символикаһы, сакраль мәғәнәгә һәм мифологик, мәҙәни төшөнсәләргә эйә. Һан моделе күплекте, йәки грамматик мәғәнәне белдереүсе берәмек тип кенә ҡаралмай. Ғалимдар һан моделенә хас түбәндәге үҙенсәлектәрҙе күрһәтә:

  • һан – грамматик категория;
  • күплек мәғәнәһен белдереүсе билдә;
  • һандарҙың телмәрҙә төрлө мәғәнәне һәм башҡа мәғәнәләрҙе белдереү һәләте;
  • һанау ысулының үҫеүе;
  • һан һәм менталлектең бәйләнеше;
  • һандарҙың сакраль (серле) мәғәнәләре, уларҙың мифологиялағы әһәмиәте.

Бынан күренеүенсә, һандарҙың тел моделе грамматика, семантика, прагматика, экстралингвистика кеүек фән тармаҡтарында ҡарала.

Һандарҙың төрлө символдар менән ҡушылыуы боронғо кешенең донъяны танып-белеү үҙенсәлеге менән аңлатыла. Тирә-йүн ысынбарлыҡтағы бар нәмәне һанау һәм үлсәү кеше аңына элек-электән хас күренеш булған, ә эзотерик дисциплиналар бик борондан мәҙәниәттә ныҡлы урын алған. Донъяны танып-белеү процесында һандарҙың киң мөмкинлектәрен кешеләр шулай, серле мәғәнәләр ярҙамында ла аңлатҡан.

Шулай итеп, һандар һәр халыҡтың тел картинаһын ғына түгел, ә дөйөм кешелек йәмғиәтенең донъя картинаһының бер нигеҙен булдырыусы универсаль категория булып тора. Әгәр тел ғилемендә һандар лексик-грамматик мәғәнәләргә эйә төшөнсә тип ҡаралһа, лингвокультурологияла һандарҙы мәҙәни йөкмәткегә эйә, символикаға бай, милләттең донъяға ҡарашын һәм менталь төшөнсәләрен үҙендә йыйған модель тип ҡарау ҡабул ителгән. Һандарҙың сакраль мәғәнәләре уларҙың мөһим үҙенсәлегенә әйләнә.

         Һандарҙың сакраль тәбиғәте. Һандар һәм уларҙың символдарын тикшереү һөҙөмтәһендә бындай берәмектәрҙең төрлө мәҙәниәттәргә оҡшашлығы күҙгә ташлана. Һуңғыһы символдарҙың бөтә кешеләргә хас бер үк хис-тойғо рәүешенән килә. Ләкин ҡайһы бер символдар белдергән мәғәнәләр һәр мәҙәниәттә айырылып торорға мөмкин, сөнки һәр халыҡтың үҙенә генә хас донъяны танып - белеү моделе бар.

Н.П. Чернева яҙыуынса, «һандар символик йәһәттән иҫәп мәғәнәһен белдереүсе төшөнсәләр генә түгел, ә ниндәйҙер идея-көс сығанағы, үҙенә генә хас характеристикаға эйә берәмектәр. Мифопоэтик системаларҙа һандар иҫәп-предмет билдәһе баһаламаһын биреүсе, үҙенсәлекле кодты тапшырыусы һәм уның ярҙамында донъя һүрәтләүсе саралар» [Чернева, 1: 166].

Билдәле булыуынса, һандар архаик семантикаға эйәләр, бындай мәғәнәләр уларға боронғо космогоник ҡараштарҙың йәшәүе, шул заман кешеһенең мифопоэтик ҡараштары йоғонтоһонда һалынған. Һан, конкрет иҫәп мәғәнәһенән башҡа, уҡыусыла архаик символикаға бәйле ниндәйҙер ассоциациялар тыуҙыра. Тимәк, архаик традицияларҙа һандар сакраль йөкмәткегә эйә төрлө ситуацияларҙа киң ҡулланылған. Иҫәп һәм һан шул осорҙа «сакраль сара» булып, улар ярҙамында кешенең ғаләмдә йәшәү ҡағиҙәләре билдәләнгән. Сакраль мәғәнә төшөнсәһе (латин теленән sacrum – “изге”) табыныу культына ҡараған бөтә нәмәне аңлата. Тимәк, һандар иҫәп, теүәллек мәғәнәләренән башҡа мәҙәниәттә “тылсымлы” мәғәнәләргә лә эйә [Чернева, 2006: 32].

Һанда реаль ысынбарлыҡ һәм мифологик донъя предметтарын һәм күренештәрен бәйләгән башланғыс ята (мәҫәлән, өс заман төшөнсәһен һәм донъяның дүрт яғын күрһәтеү). Тимәк, үҙҙәренең тәү хеҙмәтенән башҡа һандар мифтар, идеялар, образдар һәм символдарҙы  ла белдерә.

Һандар материаль донъянан килеп сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта, уларҙың үҫешендә иң ҡыҙыҡлы мәл – бындай берәмектәрҙең сакраль, тылсымлы, мистик мәғәнәләргә эйә була барыуы.

Ғалимдар фекеренсә, тылсымлы һандарҙың барлыҡҡа килеүенең нигеҙе булып боронғо иҫәп системалары тора. Элекке иң ҙур һандар – 3, 4, 5, 7, 10, 12, 40, 60, 100 һәм башҡалар тылсымлы берәмектәр булып киткән. Улар араһында элекке осорҙа бөтөнлөктәрҙе белдергән һәм ваҡыт иҫәбендә киң ҡулланылған һандар бар. Кешелек оҙайлы осор «бер, ике, күп» иҫәбе буйынса йәшәгән. Әммә яйлап «өс» һаны ҡулланыла башлай, унан, «дүрт», «биш», «алты», «ете», «һигеҙ» һандары тыуа.

Сакраль һандарҙың барлыҡҡа килеүенең икенсе нигеҙе эргә-тирәләге ысынбарлыҡта бар нәмәнең ниндәйҙер структураға эйә булыуынан, ғаләм гармонияһынан килә. Кешеләр донъяны танып-белеү процесында быға төшөнөп, ғаләмдәге объекттарҙың тәбиғи циклдарын үҙенсә, “тылсымлы” төшөнсәләр аша аңлатҡандар. Унан боронғо әҙәми заттың һандарҙың тәбиғәт күренештәренә йоғонтоһо хаҡында ышаныуҙары, теге йәки был ваҡиғаны күрәҙә итә алыу һәләтен күреүе тыуған. Һан ниндәйҙер мистик берәмек итеп ҡарала башлаған, уның һөҙөмтәһендә, ул мифтың тәүге формалары һәм ритуаль һәләттәрҙең нигеҙенә ятҡан [Моратова, 2009: 34].

Тимәк, боронғо кешенең мифологик ҡараштары һәм уға байтаҡ тәбиғәт күренештәренең асылындағы законлыҡтарҙың билдәле булмауы һандарҙың абстракт мәғәнәгә эйә була барып, символик төшөнсәләрҙе белдерә башлауына килтерә.

Сакраль һандар бөтә халыҡтарҙа ла нигеҙҙә түбәндәге өлкәләрҙә һаҡланып ҡалған:

  1. боронғо мифологик һәм дини ҡараштар;
  2. халыҡтың теле (фразеологизмдар, иҫәп мәғәнәһенә эйә лексемәләр);
  3. халыҡ ижады әҫәрҙәре;
  4. эзотерика өлкәһе.

Әйтергә кәрәк, һандарҙың боронғо сакраль мәғәнәләре ваҡыт үтеү менән көсәйә, үҙгәрә йәки бөтөнләй юғала. Әммә халыҡ мәҙәниәтендә хәҙерге көндәргә тиклем теге йәки был формала килеп еткән боронғо сакраль һандар етәрлек. Мәҫәлән, “өс” һанының сакраль мәғәнәһе мифологиянан уҡ килеп инеп дини ҡараштарға күсә.

Артабанғы дәүерҙәрҙә ритуаль мәғәнәле берәмектәр ныҡлы поэтик берәмеккә әйләнәләр һәм халыҡ ижадының төрлө жанрҙарына үтеп инә. Һандарҙың үҙенсәлекле символик мәғәнәһе, тылсымлы ритуалдарҙа тыуып, боронғо ышаныуҙарҙы үҙендә йыйып, фольклорҙа сағылыш таба, халыҡ мәҙәниәтенең был өлкәһендә тарихи, этник, мәҙәни-эстетик белемдәр бергә туплана.

Шулай итеп, һандарҙың тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә сакраль мәғәнәләргә эйә була барыуы бик ҡыҙыҡлы этап. Уның төп ике сәбәбен билдәләп була. Беренсенән, боронғо кешенең иҫәп системаһы сикләнгән була һәм элегерәк иң ҙур булып йөрөгән берәмектәргә символик мәғәнә бирелә. Икенсенән, эргә-тирәләге ысынбарлыҡтың ниндәйҙер структураға эйә булыуы, ғаләм гармонияһы кешене һандарҙың тылсымлы мөмкинлектәренә, уларҙың төрлө тәбиғәт күренештәрен тыуҙырыуына ышандырған. Һандар ярҙамында күрәҙәлек итеү һәләте бына ошонан килә. Һөҙөмтәлә, һандар абстракт мәғәнәгә эйә була барып, символик төшөнсәләрҙе белдерә башлаған. Байтаҡ сакраль йөкмәткегә эйә берәмектәр төрлө тарихи осорҙарҙа үҙгәрә йәки телдән төшөп ҡала. Әммә уларҙың ҡайһы берҙәре мифологияла тыуып, дини ҡараштарға күсеп, поэтик сара сифатында халыҡ ижадында һаҡланып ҡалған. Башҡорт фольклоры өлгөләрендә бындай күренеш бик асыҡ сағыла.


1.2. Тел ғилемендә сакраль һандарҙы өйрәнеү тарихы

ХХ быуаттың икенсе яртыһы телдең социаль яғын, милләттең тарихи әһәмиәттәрен яҡтыртыуға асыҡтан-асыҡ ҡыҙыҡһыныуҙарҙың нығыуы менән характерлана. Уларҙың һаклаусыһы булып милли телдәр, барлыҡҡа китереүсеһе булып конкрет тел шәхесе тора. Төрлө милләттең мәҙәни әһәмиәттәрен тигеҙләргә тырышыу урынына, уларҙың рухи тәжрибәләрен мораль-этик потенциалын, кешенең культуралағы феноменын тәрән өйрәнеү алыштыра.

Хәҙерге заман лингвистикаһы, ғөмүмән, антропологик булып ойоша, йәғни тел процесын тикшереү коммуникатив эшсәнлек ихтыяжының өҙлөкһөҙ бәйләнешендә барлыҡҡа килә, һәм һөйләмдең субъекты тел механизмын тасуирлағанда ҡушылған кеше факторының хисабын фаразлай.

“Донъя картинаһы" ХIХ быуат аҙағында – ХХ быуат башында физика фәнендә барлыҡҡа килгән. Бында донъяның физик картинаһы тураһында һүҙ бара. Г. Герц был терминды ғилми ҡулланыуға индергән.

Донъя тел картинаһын өйрәнеүсе В. Гумбольд, И.А. Бодуэн де Куртене, Ф. Баос, Э. Сэпир, Б. Уорф, Л.В. Щерба, И.И. Мещанинов кеүек ғалимдарҙың бик күп хеҙмәттәре бар. Улар, донъя тураһындағы белем тел категориялары, тел берәмектәренең семантик төҙөлөшөндә ятҡан кодтар аша өйрәнелә, тип билдәләй.

Хәҙерге лингвистикала донъя тел картинаһын төрлө яҡлап тикшерәләр: телдә сағылған хис-тойғоноң үҙенсәлектәре, шулай уҡ кеше образы һүрәтләнә; билдәле телдә донъя тел картинаһының типологик һыҙаттары асыҡлана; донъя барлыҡҡа килеү тураһындағы белемдең үҫеше анализлана; әҙәби әҫәрҙәрҙә донъя образы тикшерелә, диалекттың концептуаль моделе билдәләнә; донъя тел картинаһының лингвокультурологик, этнолингвистик, фразеологик аспекттары анализлана; донъя тел картинаһының айырым фрагменттары – арауыҡ, ваҡыт һ.б. асыҡлана; донъя тел картинаһының типологияһы, төрлө донъя тел картиналарының бер-береһенә мөнәсәбәте асыҡлана һ.б.

Донъя тел картинаһы – бер тел эсендә төрлө донъя тел картиналарының тупланмаһы (фольклор теле, телдең диалекты, терминологик системаның лексикаһы, фразеологик донъя картинаһы һ.б.). Кешенең донъя тел картинаһы кешенең ғүмере буйына төҙөлә. Донъя тел картинаһын төҙөүгә кешенең донъя менән мөнәсәбәте, ғаилә традициялары, йәшәү тәжрибәһе, йолалар, милләт мәҙәниәте һ.б. булышлыҡ итә. Шуның өсөн дә төрлө һөнәр кешеләренең тел картиналары бер-береһенән айырыла. Донъя тел картинаһында теге йәки был коллектив өсөн тирә-яҡ донъяны күреү һыҙаттары, материаль, социаль әүҙемлек һөҙөмтәләре, кешенең хис-тойғоһо сағыла.

Бөгөнгө көн лингвистика фәнендә телде коммуникатив сара булараҡ ҡына түгел, ә халыҡтың рухи-мәҙәни көҙгөһө, тарихи биттәре һәм киләсәге, асҡысы итеп ҡарау тенденцияһы ҙур үҫеш ала. Йәғни телгә быуындан-быуынға күсә килгән мәҙәни факт һәм мәҙәни ҡорал булараҡ ҡарау йәшәй. Н.И. Сукаленко иҫбатлауынса, “милләттең мәҙәниәте телдә вербәлләшә, тел ярҙамында йәшәп килә. Тел ярҙамында сағылдырылған донъя моделе – кешенең донъяны аңлап белеүе нигеҙендә тыуҙырылған объектив донъяның субъектив образы” [Сукаленко, 1992: 48].

Донъя тел картинаһын милләттән һәм этностан алып ниндәйҙер социаль һәм профессиональ төркөмгә йә иһә айырым шәхескә тиклемге социаль берәмектә билдәләп, һүрәтләп була. Һәр тарихи ваҡытта үҙенең донъя тел картинаһы тура килә.

Ғалимдар шартлы рәүештә ике тел картинаһын айырып йөрөтәләр. Беренсеһе – концептуаль тел картинаһы уратып алған ысынбарлыҡ тураһындағы белемдең һәм хис-тойғоноң һөҙөмтәһе. Концептуаль тел картинаһы берәмектәре булып кеше һәм концепттар тора. Донъя тел картинаһының икенсе төрө – донъя тел картинаһы. Донъя тел картинаһы – тамғалар һәм тел саралары ярҙамында сағылған объектив ысынбарлыҡ. Донъя тел картинаһын төҙөүсе булып конкрет һөйләү теленең тезаурусын барлыҡҡа килтереүсе һүҙ-концепттарҙың, һүҙҙәрҙең, һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһендә ятҡан белем һанала.

Сакраль һандар дөйөм тел картинаһының бер өлөшө, шуға ла уларҙы фәнни яҡтан өйрәнеү – донъя тел картинаһын өйрәнеүгә барып тоташа.

Һан, кеше белеме һәм тәжрибәһенең төрлө өлкәләрендәге айырылғыһыҙ төшөнсә булараҡ, тәү сиратта философтар (Пифагор, Плотин, Платон, А. Августин, А. Лосев һ.б.) һәм мәҙәниәт белгестәренең (Ю. Лотман, О. Шпенглер һ.б.) иғтибар үҙәгендә була.

Мифопоэтик системала һандың символик мәғәнәһе һәм художество функцияһы мәсьәләһенә лингвистар, фольклор белгестәре иғтибар итә. Был мәсьәлә Т.И. Вендина, С.А. Жаботинская, В.В. Иванов, В.М. Кириллин, М.М. Маковский, М.Н. Приемышева, Ю.С. Степанов, В.Н. Топоров , Д.О. Шеппинг һәм башҡа ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә күтәрелә.

Халыҡтың ауыҙ-тел ижадында һандарҙың ҡулланылышы В.Вольнер, Н.Л. Жуковская, З.П. Иванова, В.М. Кириллин, С.Ю. Неклюдов, М. Орешкова, С.П. Праведников, Г.Ц. Пюрбеев кеүек Рәсәй һәм сит ил ғалимдарының тикшереү объекты булып тора.

Лингвистика өлкәһендә төрлө халыҡтар мәҙәниәтендә һандар символикаһы темаһына ла даими мөрәжәғәт итәләр. Мәҫәлән, ҡалмыҡ халҡының милли-мәҙәни тел картинаһында һандар символикаһы [Голубева, 2006], селькуптарҙа һандар семантикаһы [Быконя, 1998], рус, француз, инглиз телдәрендә һан йөкмәткеле лексик берәмектәр [Осипова, 2008] һ.б.

Төрки тел ғилеменә килгәндә һандар функцияһы ауыҙ-тел ижадында  [Габышева 1988:152, Жураев 1987:78, Избекова 2000:65], топонимияла [Койчубаев 1969:96, Кудайбергенов 1980:236, Молчанова 1976:156, Мурзаев 1996:289, Петров 1980:42], фразеологик берәмектәрҙә [Елешева 1989, Гизатуллина 2004], мифологияла [Durbilmez 2008: 46] ентекле өйрәнелгән. Һуңғы йылдарҙа ҡаҙаҡ ғалимдары этно-мәҙәни лексиканы өйрәнеү барышында һандарға айырым иғтибар бирә [Жанпеисов 1989:196, Кайдаров 2005:232].

Башҡорт тел ғилемендә тел берәмектәрен этнографик, фольклор, мифологик материал нигеҙендә донъя тел картинаһы өлөшө булараҡ өйрәнеү башланғыс этапта. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа башҡорт телен уҡытыуҙа лингвокультурологик уҡытыу йүнәлеше киң танылыу ала бара. Телде мәҙәниәткә бәйле өйрәтеү өсөн лингвокультурологик концепция ҙур әһәмиәткә эйә. Профессор Л. Х. Сәмситова тарафынан төҙөлгән «Башҡортостан Республикаһы белем биреү учреждениеларында башҡорт теленә һәм туған телдәргә өйрәтеүҙең лингвокультурологик концепцияһы» был йүнәлештәге тос хеҙмәттәрҙең береһе. Концепт - тел менән мәҙәниәтте бәйләп өйрәнеүсе лингвоменталь берәмек. Концепт аша кешелә туған тел образы һәм уның концептосфераһы барлыҡҡа килә. Лингвокультурологик концепцияға ярашлы, һүҙ тел берәмеге генә түгел, ә мәҙәниәт концепты булараҡ та ҡарала, улар аша тел шәхесе менталитеты формалаша.

Һандарға килгәндә, һандарҙың символик мәғәнәләренә топонимдарҙы өйрәнеү барышында А. Бохарова, Р. Камалов, М. Усманова, Ф. Хисаметдинова, Р. Шәкүров, антропонимик йүнәлештә эшләгәндә Т. Күсимова, Х. Раемғужина, һүҙҙәрҙең этнолингвистик мәғәнәһен өйрәнгәндә Р. Һаҙыева кеүек ғалимдар иғтибар бирә.

Ғ.Б. Хөсәйенов, Ә.Н. Харисов, Ә Кирәйев, Ә.М. Сөләймәнов кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә боронғо башҡорттар өсөн изге булған һандар һәм уларҙың фольклор әҫәрҙәрендә сағылышы тураһында телгә алына. Милли мәҙәниәттә сакраль һандар комплекслы рәүештә Р.Т. Моратованың «Символика чисел в башкирской языке» (Уфа, 2012) монографияһында ентекле тикшерелә. Башҡорт тел ғилемендә лә ошоға иғтибар арта. Һандар символикаһы нигеҙендә эзотерика үҫешә. Шуға күрә һандар мәғәнәһенә ҡарата иғтибар ваҡыт үткән һайын арта ғына бара, – ти ғалимә.

I бүлеккә һығымта: Бөгөнгө көн лингвистика фәнендә телде коммуникатив сара булараҡ ҡына түгел, ә халыҡтың рухи-мәҙәни көҙгөһө, тарихи биттәре һәм киләсәге, асҡысы итеп ҡарау тенденцияһы ҙур үҫеш ала. Сакраль һандар дөйөм тел картинаһының бер өлөшө, шуға ла уларҙы фәнни яҡтан өйрәнеү – донъя тел картинаһын өйрәнеүгә барып тоташа. Һандар тәү сиратта философтар (Пифагор, Плотин, Платон, А. Августин, А. Лосев һ.б.) һәм мәҙәниәт белгестәренең (Ю. Лотман, О. Шпенглер һ.б.) иғтибар үҙәгендә була. Төрки тел ғилеменә килгәндә (Габышева, Жураев, Избекова, Койчубаев, Кудайбергенов) кеүек ғалимдар һандарҙың семантик йөкмәткеһен ауыҙ-тел ижадында, топонимияла ҙур иғтибар биргән. Башҡорт тел ғилемендә Р. Моратова «Башҡорт теле һәм мәҙәниәтендә һандар символикаһы» тигән хеҙмәтендә был темаға ентекле туҡтала.


II БҮЛЕК. БАШҠОРТ ҺӘМ РУС ТЕЛДӘРЕНДӘ САКРАЛЬ ҺАНДАР

2.1. Башҡорт тел картинаһында сакраль һандар

Башҡорт халҡының этник составы ҡатмарлы булған кеүек үк, уның фольклоры ла шунса ҡатмарлы, бай һәм күп ҡырлы, сағыу биҙәкле. Уның художестволы ижад традициялары ла үҙенең байлығы, үҙенсәлеге менән айырылып тора. Башҡорт халыҡ этносына кергән һәр бер ырыу, ҡәбиләнең дөйөм милли рухи культураның бер өлөшөн тәшкил иткән башҡорт фольклорының ҙур фәнни ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Башҡорт халыҡ эпостары репрезентатив фольклор жанрҙарының береһе булып тора. Фольклор текстары тел һәм концептуаль донъя картинаһын өйрәнгәндә ҙур роль уйнай. Сөнки улар халыҡ тураһындағы информацияны һаҡлай, уның ярҙамында халыҡтың быуаттар буйына тупланған аҡылы, тормош тәжрибәһе асыҡ күренә. Башҡорт эпостары һәм легендаларын, классик халыҡ йырҙарын, мәҡәл, ҡобайыр һәм башҡа жанрҙарҙы халыҡ фәҡәт күңел асыу, тарихи ваҡиғаларҙы тасуирлау, шуның менән рухи ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү, ҡыҙыҡһындырыу өсөн генә һөйләнелмәгән һәм йырланмаған. Улар эсендә башҡорт халҡының бөтә рухи байлығы, тормош-көнкүреш философияһы, тарихи һәм өгөт-нәсихәт маҡсатын күҙәткән практик педагогикаһы тупланған. Фольклор халыҡтың яҙылмаған тормош китабы функцияһын башҡарған. Һуңынан яҙма әҙәбиәт һәм сәнғәт үҫешендә ижади шишмә сығанағы хеҙмәтен дә үтәгән.

Халыҡ ижадының афористик жанрҙары – быуаттар буйына халыҡтың аң-фәһемен, донъяуи тәжрибәһен үҙендә туплаған сағыу ижад емештәре. Идиоматик берәмектәрҙә халыҡтың менталь ҡараштары беленә, уның донъяны танып-белеү рәүеше сағыла. Сакраль һандар ҙа борондан бындай берәмектәргә поэтик сара булып күсеп, образлы мәғәнәгә эйә булалар һәм ниндәйҙер фәһемде  символик рәүештә белдереп киләләр. Халыҡ ижадының афористик өлгөләрендә уларҙың сакраль йөкмәткеһе беленмәһә лә, уларҙың поэтик хеҙмәте үҙенсәлекле.

Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, фразеологик берәмектәр милли тел картиналарын булдырыуҙа мөһим роль уйнайҙар. Уларҙың семантик һәм структур үҙенсәлектәрен өйрәнеү этник психология һәм этнокультурология күрһәткестәре булған был берәмектәрҙе файҙаланыу, телде лингвомәҙәни йәһәттән күрһәтеү планында актуаль.

Ғалимә Р.Т. Моратова яҙыуынса, “башҡорт телендә теге йәки был кимәлдә 1, 2, 3, 4, 5, 7, 9, 12, 40, 100, 1000 һандары сакраль мәғәнәләргә эйә” [Моратова 23: 78]. Улар араһында ете һанының хеҙмәте халыҡ ижадының афористик жанрҙарында ғына түгел, ә башҡа фольклор өлгөләрендә лә үҙенсәлекле.

Башҡорттары етелә етегәнгә табынғандар, етегән шишмәне маҡтағандар. Ете быуын ата-бабаны белеү фарыз һанала.

Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә әкиәт батырҙары ете юл сатында ете башлы аждаһаны еңгәндәр.

Халыҡ эпостарында ете төн ртаһында шашынған ен-пәрейҙәрҙе ҡыйратҡандар.

Сер булһа уны ете йоҙаҡ менән бикләгәндәр.

Хазинаны ете ҡат һандыҡ эсендә һаҡлағандар.

Иң ҡаты яза итеп ете ҡат тиреһен тунағандар.

Зирәктәр ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишеткәндәр.

Батырҙар ете диңгеҙ, ете тау гиҙгәндәр.

Бәхетлеләр ете йәннәт ишеген асып ингәндәр.

Мөхәббәтлеләр төнөнә ете уянғандар, шанлыларҙың даны ете илгә еткән.

Еңелгәнде етегә бөкләп һалғандар [Башҡорт халыҡ ижады, 2000: 392].

Ете һүҙенең башҡорт телендә мәғәнә биҙәктәре, күплек төшөнсәһен белдереүе менән бергә символика, арбау төшөнсәләрен аңлатыуы үҙенсәлекле. Ә иң мөһиме, халыҡ ижадының мәҡәл  һәм әйтемдәр жанрында был һан киң сағылыш таба.

Халҡыбыҙҙың донъяға ҡараштарын сағылдырған халыҡ аҡылы ынйылары – мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ете – ғәжәйеп хикмәтле һан.

Ете” һанының мәғәнә биҙәктәре халыҡ ижадында мәҡәл һәм әйтемдәрҙә киң ҡулланыла һәм күмәк булыу, ныҡлыҡ, ойошҡанлыҡ, берҙәмлек кеүек семантик билдәләр ҡабул ителә. Ете – мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ҙур семантик тәьҫир итеү көсөнә эйә һан.

Ете һаны – мәҡәл һәм әйтемдәрҙең сығанағы булған боронғо замандарҙан иң күп тигәнде аңлата. Хатта боронғо башҡорт әкиәттәрендә бик алыҫ ерҙәрҙе һүрәтләргә теләһәләр, ете диңгеҙ артында, ете тау артында, тип яҙғандар. Урыҫ әкиәттәрендә лә шулай уҡ “За семью морями” тип яҙылған. Аҙнаның ете көн булыуы ла уның оҙонлоғона ишара [Моратова 50: 46]. Әкиәттәрҙән тыш сакраль һандар, мәҡәлдәрҙә лә йыш ҡулланылла.

Мәҡәлдәр синтаксик һәм семантик (мәғәнәүи) яҡтан бөтөнлөк тәшкил итеү менән бергә поэтик яҡтан да ойошҡан була һәм фонологик бөтөнлөк тәшкил итә. Төҙөлөшө яғынан мәҡәлдәр шиғри әҫәрҙең юлдарын хәтерләтә. Версификация (шиғыр төҙөлөшө) күҙлегенән ҡарағанда, мәҡәлдәрҙең үлсәүе, аҙаҡҡы рифмалары булыуы менән бергә, уларҙың эске һәм алғы рифмалары бар. Был хәл үҙ сиратында башҡорт мәҡәлдәренең ҡасандыр бер ваҡыт күләмле шиғри әҫәр булып, шул шиғри әҫәрҙең (әйтәйек ҡобайырҙың) бөтә йәһәттән бөтөнлөк тәшкил иткән юлдары тора-бара әкренләп үҙ алдына йәшәй башлаған, тип фараз итергә юл ҡалдыра.

Ете һаны мәҡәл һәм әйтемдәрҙең семантик һәм структур төҙөлөшөндә билдәле бер роль уйнай. Әйтәйек, “Аҡман-тоҡман ете көн, етеһе лә ҡаты көн” мәҡәлендә ете һаны ҡушма һөйләмде төҙөү структураһында семантик бәйләнеште булдырып килә [БХИ, 1988: 447].

Ете һаны ҡулланылған мәҡәл һәм әйтемдәрҙән башҡа ла, идиоматик берәмектәрҙең ритмик яҡтан төҙөклөгөн шиғри фольклорҙан асыҡ күрергә мөмкин. Был йәһәттән башҡорт фольклорының әйтемдәр (сказ, сказы) тип йөрөтөлгән жанры иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Әйтемдәрҙең юлдары асылда мәҡәлдәрҙән (тапҡыр һүҙҙәрҙән) тора, тип ҡарарға мөмкин. Мәҫәлән:

Яҡшы әҙәм үткәндә,

Боҙ өҫтөндә ут яныр.

Яман әҙәм килгәндә,

Ҡоро өйҙән һыу тамыр.

Яҡшы атаның балаһы

Донъя әйҙәп аш табыр,

Яман әҙәм балаһы,

Ғәйбәт һөйләп буш ҡалыр.

Был донъяла кем ҡалыр:

Малы барҙан мал ҡалыр,

Улы барҙан улы ҡалыр,

Сәсәндәрҙән тел ҡалыр,

Яҡшыларҙан зат ҡалыр.

Килтерелгән өҙөктөң ҡайһы бер юлдары халыҡ телендә әле лә мәҡәл булып йөрөй. Улар стилистик яҡтан бер аҙ үҙгәртелгән булырға мөмкин. Ләкин мәғәнәләре яғынан бер ниндәй ҙә үҙгәреш кисермәгән, мәҫәлән, яҡшы әҙәм балаһы, әҙ һөйләр, күп тыңлар һәм башҡалар.

Теге йәки был телдәге теләһә ниндәй һүҙ реаль ысынбарлыҡтағы бик күп предметтарҙың, күренештәрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың һәм төшөнсәләрҙең атамаһы – исеме булып йөрөй. Ете һаны ла реаль ысынбарлыҡта һан һүҙ төркөмөнә ҡараған конкрет объектив мәғәнәгә эйә лексик берәмек булып тора.

Шулай ҙа мәҡәл һәм әйтемдәрҙә һүҙҙәр семантик яҡтан бөтөнләй икенсе төҫ ала. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙең стиле башҡорт телендә күп осраҡта һүҙҙең мәғәнәһен абстракт образға күсереү рәүешендә тыуа. Мәҫәлән, “Ир кешенең ете быуыны һайын ҡатын-ҡыҙ” мәҡәлендә ете һаны объектив мәғәнәгә эйә түгел һәм образлы төшөнсәне белдереп килә.

Һүҙ семантикаһына хас был үҙенсәлектәр мәҡәл һәм әйтемдәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәрендә һәр саҡ тиерлек сағылыш таба. Абстаркт  характерҙағы идиоматик берәмектәр кеше аңында барлыҡҡа килһә лә, уларҙың нығынған берәмек булараҡ формалашыуы ниндәйҙер бер конкрет ваҡиғаға бәйле булған, әлбиттә. Мәҫәлән, “Ете бажаның береһен бүре ашаған” әйтеменең конкрет тарихи ерлеге барлығы хаҡлы, әммә ваҡыт үтеү менән ул абстракт мәғәнәле образ төшөнсәһен алған.

Мәҡәл һәм әйтемдәр теге йәки был һүҙҙәрҙәге мәғәнә үҙенсәлектәре ярҙамында тыуҙырылған образдың нығынған формаһы булып тора ул. Ул быуаттар буйына халыҡ телендә йәшәп, семантик яҡтан бер үҙгәрешһеҙ килергә мөмкин.

Шуның менән бергә бик күп кенә һүҙ берәмектәренең образ яғы ҡайһы бер телдәрҙә бер төрлө була. Элегерәк ҡайһы бер кешеләр әйтемдәрҙең нигеҙенә һалынған образ йәки айырым һүҙ мәғәнәһе менән, уның атамаһы араһында туранан-тура бәйләнештең булыуын танығандар. Әммә был ҡараш дөрөҫ түгел. Дөрөҫ, предметтың исемен әйтеү менән, ул предмет күҙ алдына баҫа, шулай ҙа был факт атама менән предмет араһындағы бәйләнештең ғәҙәттән тыш шартлы булыуы тураһында һөйләй.

Әммә шул уҡ ваҡытта телдәр араһындағы бәйләнеш мәҡәл һәм әйтемдәрҙә нығынған образдың, һүҙҙәрҙең быуаттар буйына үҙгәрешһеҙ ҡалыуына ла килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, “ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” башҡорт мәҡәленең эквиваленты урыҫ телендә лә бар - “семь раз отмерь, один раз отрежь”. Ете һаны был осраҡта ике телдә лә бер төшөнсәне белдереп килә.

Ете һанының башҡорт халыҡ ижадында киң таралыуы уның сакраль йөкмәткеһенән килә. Был һан ярҙамында башҡорттарҙың мифологик пространстволағы ориентирҙары билдәләнә. Халҡыбыҙҙа борондан донъя ете ҡаттан тора, тип һаналған. Күктәр ете ҡаттан тороп, уларҙың һуңғы ҡатында фәрештәләр һәм юғары көстәр йәшәй, тип ышанғандар. Ете ҡат ер аҫты берәмегендә иһә беҙ шул уҡ донъя моделенең ергә лә ҡағылыуын аңлайбыҙ. Фразеологизмдарҙа был асыҡ беленә: ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен белеү, ете ҡата тире сығыу, ете диңгеҙ аръяғында. Кешенең юғалыуы йәки бәләгә осрауы шулай уҡ ете ҡатлы донъя сигендә тороуы менән аңлатыла, башҡорт халыҡ ижадында беҙ ете юл сатындағы геройҙарҙың ҡара көстәргә эләгеүен яҡшы беләбеҙ.

Эйе, ете – башҡорт халҡы өсөн күпселек осраҡта изге һан. Был һанды башҡорттар бик күп өлкәләрҙә ҡуллана. Мәҫәлән, башҡорттарҙың ете ырыуы бар; һәр башҡортҡа үҙенең ете быуынын белеү зарур; “Ете ҡыҙ” башҡорт халыҡ бейеүе бар; Башҡортостан Республикаһының символикаһында ла ете тажлы ҡурай һүрәтләнә һәм башҡалар. Мәҫәлән, ете һаны менән мәҡәл һәм әйтемдәр.

Ете атаһын белмәгән – мөртәт.

Ете атаһын белмәгән – етемлектең билгеһе.

Ете ауылда ете ҡәрҙәшең булһын.

Ете ул өйләндергән – бай булған, ете ҡыҙ биргән – бөлгән.

Етеҙ бала етегә еткәнсе тешәй.

Етем бала – ете ауыҙ.

Етемдең атаһы ете.

Ҡатын-ҡыҙҙың аҡылы ел өргәнсе ете төрлөгә әйләнә, ти.

Етеһендә ни булһа, етмешендә шул булыр.

Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.

Етмештәге лә сабый, етеләге лә сабый.

Етешкән – ете елән кейгән.

Дуҫынан айырылған ете йыл илар, иленән айырылған илленән айырылған.

Етем ҡорһағы ете ҡат – нимә тапһаң, шуны ҡап.

Алты ҡабып ат туйһын, ете ҡабып ир туйһын.

Аш ҡәҙере ете сәғәт, ашыҡҡанда, ярты сәғәт.

Кемдең кемлеген ете көнлөк юлға сыҡҡас белерһең.

Ҡыш көнө ете ҡат елән кейгәнсе, бер ҡат тун кей.

Мәҫәлән, ете һаны йомаҡтарҙа

Ҙур тирәк,

Ун ике ботаҡ,

Ботаҡ һайын дүрт тармаҡ,

Тармаҡ һайын ете япраҡ,

Япраҡтың бер яғы ҡара,

Бер яғы аҡ,

Уйлап тап та

Менеп ят.

(Йыл хисабы)

Ете туған юлға сыҡты,

Етеһе лә бер йәштә,

Исемдәре башҡа.

(Аҙна көндәре)

Ер аҫтында ерән ат,

Уның тиреһе ете ҡат,

Һуйырһың, тунарһың,

Тунағанда иларһың.

(Һуған)

Башҡорт халыҡ ижадының афористик жанрында башҡа сакраль һандар ҙа бар. Мәҫәлән, дүрт һанының ҡулланыуы ҡыҙыҡлы. Дүрт һаны башҡорт халҡының мифологик системаһында донъяның төп йүнәлештәрен, йыл миҙгелдәрен белдереп, ете һаны менән берлектә пространстволағы ориентир билдәһе хеҙмәтен үтәй. Дүрт һанының тылсымлы йөкмәткегә эйә була барыуы төрлө йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙә дүрткел предметтарға, шундай иҫәпкә урын бирелә барылыуында күренә (мәҫәлән, йорт эйәһе күренеп, борсоп йөрөмәһен өсөн, йорттоң дүрт мөйөшөнә йомортҡа һалыу йолаһы).

Дүрт миҙгел ориентиры башҡорт халыҡ йомаҡтарында сағылыш тапҡан: дүрт ҡоҙағый йүгерәләр, береһен-береһе уҙа алмайҙар (яуабы: йыл миҙгелдәре).

Һығымта: халыҡ ижадының афористик жанрҙарында сакраль һандар киң сағылыш тапҡан. Улар араһында башҡорт фольклорында ифрат киң ҡулланылған ете һанының хеҙмәте үҙенсәле. Ете һаны сакраль планда башҡорттарҙың донъя моделен сағылдырып, тылсымлы көскә эйә символ тип ҡарала. Әммә халыҡ мәҡәлдәрендә ул күберәк поэтик фигура сифатында һаҡланған. Бары тик фразеологизмдарҙа ғына мифологик ышаныстарҙың эҙҙәрен һәм сакраль мәғәнәләрҙе күрәбеҙ. Тағы ла афористик жанрҙарҙа ҡулланылыусы сакраль дүрт һанын билдәләргә мөмкин. Ул башҡорттарҙың дүрт донъя тарафы ориентир итеп алыуына, йыл миҙгелдәрен һанауҙарына тығыҙ бәйләнеп, афористик жанрҙарҙа шулай уҡ, күпселек осраҡта, поэтик алым булып хеҙмәт итә.

2.2. Рус һәм башҡорт тел картинаһында сакраль һандар

Башҡорт һәм рус телдәрендә сакраль һандарҙы өйрәнеү шуны күрһәтә – ике мәҙәниәттә лә һандар символикаһында оҡшаш яҡтар байтаҡ. Символдар башлыса кешеләрҙең хис-тойғоларына һәм эмоцияларына бәйле, мәҙәни оҡшашлыҡты ошоноң менән дә аңлатырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта айырмалыҡтар ҙа бар, сөнки тел картинаһы айырым бер мөхиттә, аралашыу барышында барлыҡҡа килә.

Тәү сиратта, фразелогик берәмектәрҙә сағылыш тапҡан һандар тураһында әйтеп үтергә мөмкин. Йыш ҡына сакраль һандар уларҙа дөйөм иҫәп мәғәнәһендә йөрөй, мәҫәлән, “күп”, “аҙ”, “күберәк”, “аҙыраҡ” тигән мәғәнәне еткерә. Рус телендә бындай күренеште түбәндәге миҫалдарҙа күрергә була: русская звезда первой величины; гнать в три шеи, на все четыре стороны; седьмая вода на киселе; один к одному; опять двадцать пять [Лосев, 1994: 222].

Башҡорт телендә лә “аҙ”, “күп” мәғәнәләре айырым һандар ярҙамында еткерелә. Мәҫәлән: биш мəртəбə («пять раз»); бер ауыҙ һүҙ əйтмəү («ни (одного) слова не вымолвить»).

Ике телдә лә һандар теге йәки был предмет, күренешкә, кешегә характеристика биреү өсөн ҡулланылырға мөмкин. Мәҫәлән: бер сыбыҡтанҡыуылған «одного поля ягоды». Башҡорт телендәге фразеологизмдарҙа һандарҙың сакраль мәғәнәләре нигеҙ итеп алына: дүрт яғың ҡибла «ступай на все четыре стороны»; ете ҡат ер аҫтында йылан көйшəгəнен белеү «знать как под семью слоями земли жует змея».

Шулай уҡ сакраль һандарҙы рус телендә үҙ аллы ҡулланылырға ла мөмкин. Был осраҡта һандың тура мәғәнәһенә өҫтөнлөк бирелә: один на один – с кем-либо наедине; с пятого на десятое – бессвязно, непоследовательно, пропуская подробности; ни два ни полтора – неизвестно как – ни плохо, ни хорошо.

Һандар, ике телдә лә, конкрет исем менән тығыҙ бәйләнеп килеп, дөйөм тел картинаһының бер фрагменты булыуын фразеологик берәмектәр нигеҙендә лә дәлилләй: одна нога здесь другая там – бер аяғың бында, икенсеһе тегендә; заблудиться в трех соснах – өс ҡайын араһында аҙашыу; убить двух зайцев – бер атҡанда ике ҡуян.

Милли мәҙәниәт телендә һандарға абстракт, иҫәпләү мәғәнәһенән тыш символ һәм баһалау объекты булараҡ өҫтәлмә төҫтәр бирелә. Улар иҫәп мәғәнәһе менән генә сикләнеп ҡалмай, айырым идея, көстө белдерә. Донъяны һүрәтләүҙә билдәле бер код төшөнсәһенә эйә булалар. Халыҡтың күп кенә ырым-ышаныуы һандарға бәйле. Һандар символикаһы нигеҙендә эзотерика (серле мәғәнә) үҫешә. Шуға күрә һандар мәғәнәһенә ҡарата иғтибар ваҡыт үткән һайын арта ғына бара. Рус фольклорында әкиәттәрҙә, батырҙар тураһындағы эпик йырҙарҙа, дини әҫәрҙәрҙә ҡабатланып тороусы һандар теҙмәһе символик мәғәнә ала [Моратова, 2012: 256]. Мәҫәлән, өс һаны -  башланғысты белдерә. Европа мәҙәниәтендәге кеүек үк өс – тулылыҡты, тамамланғанлыҡты аңлата. Был һан христиандарҙың Троица төшөнсәһе менән тығыҙ бәйләнгән. Бынан тыш өс һаны тура мәғәнәлә килергә лә мөмкин. Мәҫәлән: У мужика в августе три заботы: и косить, и пахать, и сеять. 

Мәҫәлән өс һаны «аҙ» мәғәнәһендә: заблудиться в трёх соснах; от горшка три вершка;

«күп» мәғәнәһендә: обещанного три года ждут; наврал с три короба; плакать в три ручья; согнуться в три погибели [Ибраһимов, 2005: 52]

Һуңғы мәғәнәләр бер үк мәҡәл, берәмек эсендә килеп, антитеза принцибында формалашыуы ла мөмкин: Не узнавай друга в три дня – узнавай в три года.

Рус фольклорында өс һаны башҡа һандарға ҡарағанда йышыраҡ осрай тигәндә лә хата булмаҫ. Мәҫәлән, шул уҡ әкиәттәрҙә төп герой өс төрлө батырлыҡ яһай. Кейәүҙәргә өс һынау ҡуйыла. Ғаиләлә ғәҙәттә өс ҡыҙ йәки өс ул үҫә. Батыр өс юл сатында һайлау алдында ҡала. Мөғжизәләр өс донъяла бар - «за тридевять земель, в тридесятом царстве-государстве». Башҡорт мәҙәниәтендә лә өс һаны бик йыш ҡулланылыусы һан тип һанала. Ул йыһанды, ерҙәге донъяны, ер аҫты донъяһын берләштерә йәки эштең өс тапҡыр башҡарылыуын күрһәтә. Шулай уҡ үткән, бөгөнгө, киләсәк төшөнсәләре лә өс һаны менән бәйле. Туй йолаһында өсөнсө көн айырыуса ҙур мәғәнәгә эйә. Өс көн туй йолаһында: килен төшкәндең өсөнсө көнөнә килен сәйе йәки мир ашы йыйғандар. Кеше фани донъянан баҡыйлыҡҡа күскәндә лә өс һаны үҙенсәлекле мәғәнәгә эйә.

Рус мәҙәниәтендә биш һанының әүҙем ҡулланылышта булыуы шулай уҡ христиан дине менән бәйле. Был һан Инжил (Христиандарҙың дини китабы) йыш осрай - пять хлебов насытили пять тысяч человек, получивший пять талантов умножил их на другие пять, пять мудрых и пять неразумных дев стали символом готовности встречи с божественным [Ибраһимов, 2004: 72] Биш христиан архитектураһына ла үтеп ингән. Көнкүрештә һәм лексикала биш һаны ошондай һүҙҙәр менән бәйле «пятак», «пятница», «пятерня». Башҡорт телендә биш һаны фразеологик берәмектәрҙә йыш осрай. Мәҫәлән: үҙ бише биш («твердеть одно и то же», досл. «свои пять – пять»); биш бармағы кеүек белеү («знать как свои пять пальцев»).

Биш һаны “бик күп”, “арттырыу” мәғәнәһен дә бирергә мөмкин: берҙе биш итеү (преувеличивать,досл. «одно превращать в пять»); бишкə төрлəнеү («быстро меняться», досл. «меняться в пять обликов»); биш артыҡ (намного лучше, досл. «в пять раз лучше»); биш былтыр (давным-давно, досл. «пять прошлых лет»); бер алдына биш артына төшөү (подхалимничать, заискивать, досл. «вставать то (один раз) спереди, то (пять раз) сзади кого-либо»).

Рус мәҙәниәтендә лә иң йыш осраған һандарҙың береһе – ете һаны. Ул - уңыш сығанағы, тип иҫәпләнгән. Мифологияла боронғо рус пантеонының ете аллаһы, ете ҡат күк йөҙө тураһында йыш телгә алына. Бынан тыш ете һанының сакраль мәғәнәләре дин менән тығыҙ бәйләнгән: аҙнаның етенсе көнө – изге (йәкшәмбе), Апокалипсистағы “Тормош китабының” ете баҫмаһы, христиандарҙың ете изгеһе – ғәҙеллек, ышаныс, аҡыл, сама белеү, күндәмлек, өмөт, муллыҡ, православ ҡорамдарҙың ғәҙәттә, ете көмбәҙе була, был ете мөғжизәне аңлата.

Рус телендәге фразеологик берәмектәрҙә ете һаны ғәҙәттә “нимәнеңдер, кемдеңдер күп” булыуын аңлата. Мәҫәлән: семь раз отмерь, один раз отрежь; семеро одного не ждут; семь пятниц на неделе; тайна за семью печатями; семеро с ложкой, а один с сошкой; семь бед - один ответ; у семи нянек дитя без глазу; семеро - не один, в обиду не дадим; лук от семи недуг; семь ворот, да все в огород; семь пядей во лбу; за семь вёрст киселя хлебать; семь вёрст до небес и всё лесом; семь топоров вместе лежат, а две прялки врозь; семь вёрст до небес и все лесом;

Күренеүенсә, был берәмектәр антитеза, йәғни ҡапма-ҡаршы ҡуйыу принцибы буйынса төҙөлгән.

Башҡорт фразеологизмдарында ете һаны шулай уҡ донъяның ете ҡатына бәйләнгән: ете ҡат ер аҫтында йылан көйшəгəнен белеү («знать как под семью слоями земли жует змея»); күктең етенсе ҡатында булыу («быть на седьмом небе», о состоянии наивысшего душевного подъема).

Шулай уҡ “бик алыҫ” мәғәнәһе өсөн башҡорттар ҙа, рустар ҙа ошо һанға мөрәжәғәт иткәндәр: ете диңгеҙ аръяғында (за семью морями);

ете тау артында (за семью горами);

Ике телдә лә, ваҡыт төшөнсәһе лә ете һаны менән бәйле булған миҫалдар байтаҡ: ете төн уртаһында (глубокой ночью, досл. «в середине семи ночей»).

Шулай итеп, лингвокогнитив факторҙар рус һәм башҡорт телдәрендә һандарҙың сакраль мәғәнәләрен формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай. Һандар аша халыҡ сама төшөнсәһен, “аҙ” һәм “күп” тигәнде аңлатырға ынтыла, һуңыраҡ был мәғәнәләр метафорик күренешкә әйләнеп, “яҡшы” һәм “насар” төшөнсәләрен белдерә башлай. Һандар, үҙҙәренең төп мәғәнәләренән тыш, этно-мәҙәни мәғәнәгә эйә, халыҡтың рухи мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

2.3. Башҡорт һәм рус тел картинаһында сакраль һандарҙың сағыштырма характеристикаһы

Халыҡ ижадының милләттең донъяға ҡарашы, уның мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнешен юғарыла билдәләп үткәйнек инде. Һәр милли әҙәбиәт ауыҙ-тел ижады традицияларына, унда тупланған бай тәжрибәгә нигеҙләнә. Халыҡ ижады һүҙ сәнғәтенең бишеге булып тора. Милли мәҙәниәттең формалашыу юлдарын күҙәтер, уның сығанағын билдәләү өсөн эпостың генезисын асыҡлау әһәмиәтле.

Шулай ҙа эпик әҫәрҙәр барлыҡҡа килеү осоро, сағылдырған дәүерҙәре, күләмдәре һәм формалары йәһәтенән бер-береһенән бик ныҡ айырылалар. Бер әҫәр тотошлайы менән үҙ батырының сит батырҙар, уларҙың ғәскәрҙәре менән һуғышыуын, ҡылған батырлыҡтарын тасуирлауға арналһа, башҡа бер эпик ҡомартҡы тулыһынса мифик заттар, фантастик күренештәргә бай [Нәҙершина, 2010: 360].

Эпостың генезисы һәм һәр әҫәрҙең ниндәй жанрға ҡарауы мәсьәләһен хәл итер өсөн тарихи-типологик сағыштырыу методикаһын ҡулланыу отошло. В. М. Жирмунский, В. Я. Пропп, Е. М. Мелетинский кеүек күренекле тикшеренеүселәр билдәләүенсә, эпостың генезисы проблемаһын хәл итеүҙә был алым иң ҡулай һәм берҙән-бер тиерлек тикшереү ҡоралы булып тора.

Эпос текстарында когнитив модель әҫәрҙең жанры һәм милләттең донъяға ҡарашы йоғонтоһонда үҙенә генә хас сифаттарға эйә. Эпос материалында башҡорт халҡының мифопоэтик аң эшмәкәрлеге сағылыш таба. Улар араһында тел картинаһының үҙенсәлекле категорияһы булған сакраль һандарҙың әһәмиәте ҙур [Нәҙершина, 2007: 6-22 ].

Донъялағы предмет-объекттарҙы һәм төрлө күренештәрҙе аңлатыуҙа эпос телендәге когнитив моделдәр дуалистик принципҡа ҡорола, тимәк, ыңғай йәки кире семантикаға эйә. Героик эпоста улар  мифологик образдарға характеристика биргәндә сағылалар һәм уларҙың ыңғай һәм кире характерын асыуҙа мөһим хеҙмәт үтәйҙәр. Мәҫәлән, шул уҡ “Урал батыр” эпосында ҡатил батшаны йәнле һәм йәнһеҙ донъя объекттары менән сағыштырыу ярҙамында уның тышҡы  ҡиәфәте һәм кешелек асылы һүрәтләнә.

Бындай дуалистик принциптарҙы белдереүҙә сакраль ике һанының хеҙмәте үҙенсәлекле. Ул изгелек һәм яуызлыҡ көрәше принцибынан үҫеп сығып ике ҡапма-ҡаршы йүнәлеште белдереп килә. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосында геройҙарға иң баштан ике юл араһынан һайларға тура килә:

Ике юлды күрһәтеп,

Былай тип әйткән, ти:

“Бына һеҙгә ике юл:

Һулға китһәң, юл булыр -

Уйын-көлкө көн буйы...

Уңға китһәң, юл буйы -

Илау-һыҡтау йыл буйы.”

(“Урал батыр”)

Бында ике һанына дуалистик ҡапма-ҡаршылыҡ мәғәнәһе һалына.

Ә рус былинаһы “Соловей Будимирович”та ике һанын ҡабат-ҡабат әйтеү байлыҡ, муллыҡ мәғәнәһен бирә. Мәҫәлән:

Один корабль получше всех:

Вместо уса было воткнуто

Два острыя ножика булатныя;

Вместо ушей было воткнуто

Два востра копья мурзамецкия,

И два горносталя повешены,

И два горносталя, два зимния.

У тово было сокола у карабля

Вместо гривы прибивано

Две лисицы бурнастыя;

Вместо хвоста повешено

На том было соколе-корабле

Два медведя белыя заморския.

(“Соловей Будимирович”)

Әгәр ике һаны, эпостарҙа изгелек һәм яуызлыҡ көрәше мәғәнәләрен алып, символик мәғәнәләрҙе белдерһә, бер һаны, мифологик планда, нимәнеңдер тыуыуы, йәшәүе һәм үлеме төшөнсәһен белдерә. Мәҫәлән, “Урал батыр”ҙа был һан абсолют мәғәнәлә донъя простанствоһын кәүҙәләндерә:

Бер йылғаның ситендә

Бер ҙур ағас төбөндә,

Ҙур таяғы ҡулында,

Аҡ һаҡаллы бер ҡартҡа

Былар ярып еткәндәр.

(“Урал батыр”)

Рус халыҡ ижадынан да ошондай миҫалды килтерергә мөмкин:

Они бьют челом на все четыре стороны,

А князю с княгиней на особинку:

«Ты здравствуй, Владимир стольнокиевской!

Ты здравствуй, княгина мать Апраксия!» 

(“Алёша Попович“)

Донъя простарнствоһын күҙҙаллағандан тыш, шул уҡ ваҡытта простанствоның сикләнгәнлеген дә белдерә ала:

Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан

Булған, ти, бер урын.

(“Урал батыр”)

Тимәк, эпоста бер һаны мифологик йөкмәткеге эйә һәм тере донъяны кәүҙәләндерә тигән һығымтаға килергә мөмкин.

Рус халыҡ ижадында өс, дүрт һандары йыш ҡына донъя, тирә-яҡ киңлеген аңлата. “Илья Муромец и Соловей–Разбойник” былинаһына күҙ һалғанда түбәндәге юлдарға иғтибар итергә мөмкин. Мәҫәлән:

А и тут старыя казак да Илья Муромец

Становил коня да посередь двора,

Сам идет он во палаты белокаменны,

Проходил он во столовую во горенку,

На пяту он дверьту поразмахивал,

Крестот клал он пописаному,

Вел поклоны поученому,

На всё на три, на четыре на сторонки

низко кланялся,

Самому князю Владимиру в особину,

Еще всем его князьям он подколенныим.

Биш һаны сакраль мәғәнәләрендә өс һәм ете һандары менән берлектә башҡорт халҡында йыш ҡына ваҡыт төшөнсәләрен символлаштыра. Мифологик ваҡыт 3, 5, 7 һандары менән иҫәпләнә. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосында:

Урал ятһа йоҡларға,

Биш көн тоташ йоҡлаған,

Шүлгәндән ҡыҙ шикләнгәс,

Ҡыҙҙар ҡуйған һаҡларға.

(“Урал батыр”).

Тимәк, биш һанының сакраль мәғәнәһе таҡ һан сифатында мифологик ваҡыт төшөнсәһен белдергәндә күренә.

Өс, биш, ете һандарын эпостың башҡа йүнәлештәрендә лә осратырға мөмкин:

Етмеш батман ауырлыҡ

Күтәреп күккә сөймәгән,

Өс бармағы осонда

Төшөрмәйсә тотмаған

Кеше – батыр ир булмаҫ.

(“Урал батыр”).

Рус былиналарында батырҙар өс юл сатында ҡала һәм һайлау алдында тора:

И увидел добрый молодец да Латырь-камешек,

И от камешка лежит три росстани,

И на камешке было подписано:

«В первую дороженьку ехати – убиту быть,

Во другую дороженьку ехати – женату быть,

Третюю дороженьку ехати – богату быть».

(“Три поездки Ильи Муромца”)

“Аҡбуҙат” эпосы башҡорт халҡының бик боронғо мифтарына нигеҙләнгән. Унда иң боронғо мифтарҙағыса донъяны өс ҡатҡа бүлеп ҡарау бар: Өҫкө күк донъяны Ҡояш, Ай йәшәгән донъя, Ер өҫтө донъяһы (кешеләр, хайуандар йәшәгән донъя); Ер аҫты донъяһы (төрлө дейеү, аждаһалар, үлектәр донъяһы), эпоста ул - Шүлгән күле.

Серле ете һаны “Ҡуңыр буға” эпосында ла ҡулланыла: ҡуңыр һыйыр йыл һайын төрлө-төрлө төҫтә быҙауҙар килтереп тора, һыйыр малына төҫ бирә. Шунан ете тапҡыр быҙаулай ҙа үлеп китә. Унан ҡала етенсе тана ла ете быҙаулап үлә. Һуңғы етенсе быҙауы төҫө, ҡылығы, бар булмышы менән ҡуңыр һыйырға оҡшаш була.(“Ҡуңыр буға).

Һандарҙан ер-һыу атамалары, кеше, йәнлектәр исемдәре барлыҡҡа килеүе билдәле. Башҡорт шәжәрәләрендә мең һаҙаҡлы Ураҙас бей тураһында әйтелә. Бәлки, Мең ырыуының атамаһы ошонан килеп сыҡҡандыр, тигән фараз бар. Элек баланың нисәнсе булып тыуыуына ҡарап, Тәүлебай, Өскилде, Бишем, Алтыбай, Етебай, Туғыҙбикә тип ҡушҡандар. Иллебай, Етмешбай, Һикһәнбай кеүек исемдәр бала ата-әсәһенең йәшен белдергән.

II бүлеккә һығымта: башҡорт халыҡ эпостарында, рус халҡының батырҙарына арналған эпик йырҙарында халыҡтың донъя картинаһы сағылыш тапҡан. Фольклор текстар теге йәки был халыҡтың тел һәм концептуаль картинаһын өйрәнеүҙә мөһим урын алып тора. Эпос, легенда, әкиәт, мәҡәл-әйтемдәрҙең лексик берәмектәрен анализлау аша халыҡтың донъяны танып белеүен, мәҙәниәтен һәм йәшәйешен күҙалларға мөмкин. Донъя халыҡтарының этник составы ҡатмарлы булған кеүек үк, уның фольклоры ла шунса ҡатмарлы, бай һәм күп ҡырлы, сағыу биҙәкле. Фольклор текстары тел һәм концептуаль донъя картинаһын өйрәнгәндә ҙур роль уйнай. Сөнки улар халыҡ тураһындағы информацияны һаҡлай, уның ярҙамында халыҡтың быуаттар буйына тупланған аҡылы, тормош тәжрибәһе асыҡ күренә. Уның бер сағылышы булған сакраль һандар эпостар телендә үҙенсәлекле йөкмәтке йөрөтә. Бер ҡараһаң, архаик эпостарҙа 1, 2, 3, 5, 7 һәм башҡа һандарҙың мифологик төшөнсәләрҙе белдереүе һәм милләттең донъя ҡоролошона, пространстволағы ориентирҙарға, ваҡытты иҫәпләүенә ҡараштарын күрһәтеүе асыҡланды.

2.4. Сакраль һандарҙы уҡыу-уҡытыу процесында ҡулланыу

        Башҡорт теле хәҙерге көндә ҙур ҡаҙаныштарға эйә булған, ныҡ үҫешкән, көндән-көн алға китеүсе мәҙәниәт тармаҡтарынан һанала: һуңғы йылдарҙа башҡорт ғилеме, башҡорт халҡының этнографияһы, тарихи әҙәбиәт ғилеме, тарих яңы йөкмәткелә үҫеш ала башлай. Халҡыбыҙҙа, ғалимдарҙа, сәнғәт һәм сәйәсәт өлкәһендә эшләүселәрҙә заманға яңыса төрлө ҡараш нығына башлай. Бөгөнгө үҙгәрештәр мәктәп алдына ҡуйылған талаптарға ла йоғонто яһай. Баларға белем һәм тәрбиә биреү, уларҙы уятыу һәм тергеҙеү, хеҙмәткә өйрәтеү һәм тергеҙеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора.  Туған телде өйрәнеү ул уҡыусының үҙ аллы фекер йөрөтөү һәләтен, һөйләү һәм яҙыу телмәрен байытыуҙа һәм камиллаштырыуҙа, уның шәхесен һәр яҡлап үҫтереүҙә һәм формалаштырыуҙа берҙән-бер ҡорал булып һанала. Мәктәптә туған тел махсус предмет рәүешендә өйрәнелә. Ул тормоштоң төрлө яҡтарын танып белеү сығанағы, башҡа фәндәрҙе өйрәнеү сараһы булып хеҙмәт итә [Аҙнағолов, 2011: 3-4].

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусылар телдең бөтә кимәлдәре буйынса ла ( фонетика, морфология, синтаксис, лексика, орфография, орфоэпия, пунктуация, стилистика) мәктәп программаһында ҡаралған күләмдә белем алалар, телдең бөтә төр һүрәтләү сараларын һөйләү һәм яҙма телмәрендә ҡулланырға өйрәнәләр.

Башҡорт телен предмет булараҡ мәктәптә уҡытыуҙың торошон бөгөнгө көндә, был өлкәлә ярайһы ҡаҙаныштар, уңыштар булыуға ҡарамаҫтан, тулыһынса ҡәнәғәтләнерлек, тип әйтә алмайбыҙ, сөнки йәшәп килгән уҡыу программалары, дәреслектәр буйынса белем алыусы уҡыусылар, мәктәпте тамамлап сыҡҡанда, телдең асылы, уның социаль тәбиғәте, функцияһы тураһында элементар төшенсәгә генә эйә булалар. Уҡыусыларҙа мәктәптә телгә ҡарата һаҡсыл ҡараш, ихтирам һәм талапсанлык тәрбиәләнмәй; уларҙа телдең халҡыбыҙҙың рухи һәм мәҙәни хазинаһы икәнен аңлау һәм уны танып белеүҙең мөһимлегенә ихтыяж булмай тип әйтерлек. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, мәктәптә уҡығанда уҡыусыларға телдең системалы ижтимағи һәм социаль күренеш булыуы тураһында төплө белем бирелмәй, мәктәпте тамамлаусыларҙың күбеһенең грамоталы яҙыу күнекмәләре етерлек кимәлдә булмай, йәғни уларҙың телмәр мәҙәниәте үҫешмәгән була. Әлбиттә, бының объектив һәм субьектив сәбәптәре бар: илебеҙҙә Һуңғы йылдарҙа дөйөм культураның «емерелеүе», телевидениеның тиҫкәре йоғонтоһо, белем алыуға һәм китап уҡыуға ынтылыштың кәмеүе, шул уҡ ваҡытта телдәргә ҡарата булған рәсми сәйәсәттең йоғонтоһо һәм башҡорт телен уҡытыу методикаһының, психология, педагогика һәм лингвистика фәндәренең һуңғы ҡаҙаныштарына таянып эшләнмәүенән дә килә торғандыр. Шуға күрә лә хәҙерге көндә, башҡорт телен уҡытыуҙың традицион системаһы нигеҙендә тупланған алдынғы тәжрибәне һәм фәнни ҡараштарҙы күҙ уңында тотоп, психология, педагогика, лингвистика, культура һәм лингводидактиканың һуңғы ҡаҙаныштарына таянып, рус мәктәптәрендә телде уҡытыу һәм телмәр үҫтереүҙең яңы йүнәлешен, концепцияһын булдырыу, уны эшләү, йәғни был өлкәлә лингвокультурология ҡаҙаныштарына нигеҙләнеп эш итеү үтә мөһим һәм көнүҙәк проблема булып иҫәпләнә.

Тел – һәр халыҡтың милли мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө, ул алдағы быуындарға рухи ҡомартҡы ғына түгел, ә милли мәҙәниәттең артабанғы үҫешенә йоғонто яһаусы фактор ҙа. Башҡорт теле лә, башҡа телдәр кеүек үк, төрлө фәндәр буйынса тупланған ғилемдәрҙе һыйҙырыусы күренеш булараҡ, үҙенең һүҙлек байлығында, фразеологияһында башҡорт халҡының тарихи тәжрибәһен нығыта, уның эске донъяһын сағылдыра, менталитетының үҙенсәлеген күрһәтә, мәҙәни традицияларҙың берлеген, уның күсәгилешлеген тәьмин итә. Тимәк, телде халыҡтың тарихы, мәҙәниәте менән дә тығыҙ бәйләнештә өйрәнергә кәрәклек асыҡлана.

Тел тығыҙ рәүештә мәҙәниәт менән бәйләнгән: ул уға үтеп инә, үҫә һәм уны сағылдыра. Лингвокультурология шуның нигеҙендә барлыҡҡа килгән яңы фән. Уны лингвистиканың бер йүнәлеше тип һанарға мөмкин. Ә «лингвокультурология» тигән термин һуңғы ун йыллыҡта барлыҡҡа килә. Культурология кешенең тәбиғәткә, йәмғиәткә, тарихҡа, сәнғәткә һәм йәмғиәттең башҡа өлкәләренә ҡағылышлы аң-белемен тикшерә; тел белеме – телдең төрлө моделдәрендә сағылыусы донъя һүрәтен, донъяға ҡарашты ҡарай, ә лингвокультурологияның төп предметы – үҙ-ара диалогта булған тел һәм мәҙәниәт. Тимәк, лингвокультурология халыҡтың телдә сағылған һәм телдә нығынып ҡалған мәҙәниәтен өйрәнә [Степанова, 1995: 36 – 37].

XXI быуат лингвистикаһы һүҙҙе тел берәмеге итеп кенә түгел, ә мәҙәниәт берәмеге, концепт булараҡ ҡарай. Шуға күрә лә башҡорт телен уҡытыуҙың яңы концепцияһы нигеҙендә тел һәм мәҙәниәт бәйләнеше урын алырға тейеш. Мәҙәниәт – күп яҡлы, үҙенсәлекле күренеш. Тел мәҙәниәттә булған әйберҙәрҙе атап, сағылдырып ҡына ҡалмай, ә ошо мәҙәниәт эсендә үҫә. Тимәк, тел мәҙәниәттең барлыҡҡа килеү ҡоралы, үҫеүе, һаҡланыуы һәм уның төҙөлөшө булып та тора. Ошо идея нигеҙендә яңы фән – лингвокультурология барлыҡҡа килә. Лингвокультурология, тел һәм мәҙәниәттең бәйләнешен өйрәнеп, тел шәхесе һәм донъя тел картинаһының төҙөлөшөн сағылдыра.

Хәҙерге тел ғилеме донъя телдәрен яңы методология нигеҙендә төрлө принциптарҙан сығып тикшерә. Тел – ҡатмарлы күренеш, ул кешелек йәмғиәтендә бик күп функциялар башҡара. Халыҡтың милли мәҙәнилеген формалаштырыуҙа һәм үҫтереүҙә туған телдең роле баһалап бөткөһөҙ. Уны төрлө аспекттарҙа өйрәнеү менән хәҙерге тел белемендә бик күп яңы йүнәлештәр шөғөлләнә. Айырыуса функциональ лингвистика, этник лингвистика, социаль лингвистика, когнитив лингвистика, лингвофилософия, лингвофольклористика [Сәмситова, 2010: 48].

Был йүнәлештәр араһында айырыуса когнитив лингвистика һәм лингвокультурология йүнәлештәре хәҙерге тел теорияһында телдәрҙе өйрәнеү практикаһында актуаль проблемаларҙы  (милли телдәрҙең объектив ысынбарлыҡты танып белеүҙә һәм уны сағылдырыуҙағы үҙенсәлектәре телдәрҙең милли мәҙәниәтте формалаштырыуҙағы роле, милли телдәрҙе үҫтереүҙә айырым ижади шәхестәрҙең тотҡан урыны, милли телдәрҙә концепттар системаһы, милли телдәрҙә донъя картинаһы) хәл итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Рус тел ғилемендә лингвокультурология тармағы киң үҫешкән. Үткән быуат урталарынан алып тел һәм мәҙәниәтте лингвистика мәсьәләләренә бәйләп өйрәнеү һәм фәндә антропоцентрик парадигманың көсәйеүе менән бергә лингвокультурология тармағының төп терминологияһы формалашты, үҙәк проблемалары билдәләнде.

Милли мәҙәниәтте тикшергәндә телсе ғалимдар «концептосфера» термины менән эш итә. «Концептосфера – айырым кешенең, шулай уҡ айырым бер телдең һүҙлек запасында һаҡланған саралар» [Лихачев, 1997: 53].

Башҡорт теле лә башҡорт мәктәптәрендә уҡытыу теле булараҡ дөйөм лингвокультурологик аспектта ҡаралырға тейеш, сөнки ул гуманитар белем биреүҙең иң мөһим һәм айырылғыһыҙ өлөшө, уҡытыуҙы гуманлаштырыуҙың иң юғары сағылышы булып иҫәпләнә, йәғни тел сараль һандар менән бәйле. Һан айырым кешенең һәм тотош йәмғиәттең йәшәүенең һәм эшмәкәрлегенең төп шарты булып тора. Шуға күрә лә башҡорт теленең морфология курсының йөкмәткеһе һан төшөнсәһенең дөйөм мәғәнәһенә нигеҙләнә һәм ул лингвистика фәненең һуңғы ҡаҙаныштарына ярашлы төҙөлә.

Хәҙерге лингводидактикала һәм лингвокультурологияла сакраль һандарға мәҙәниәттең, йәғни мәҙәни-тарихи мөхиттең дауамы итеп ҡарау идеяһы көслө, шул арҡала һандрҙың теоретик нигеҙен юғарыраҡ кимәлдә өйрәнеү тенденцияһы нығый, был алым телде практик һиҙемләүсе, уны тойоусы шәхес тәрбиәләүгә һәм башҡорт телен өйрәтеүҙәге консервативлыҡтан ҡотолоуға булышлыҡ итәсәк.

Терминология буйынса буталыштар булһа ла, сакраль һандар культуралогик мәғәнәгә эйә һүҙҙәрҙең нигеҙендә ятыусы мәҙәни төшөнсәләр, образ-ассоциатив, коннотатив бәйләнештәр телмәр үҫтереү барышында уҡытыусының иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, һәр мөғәллимдең бурысы: ошо сакраль һандар аша рус телле балаларҙы башҡорт мәҙәниәтенең төп нигеҙҙәренә төшөндөрөү. Шуныһы мөһим, сакраль һандарҙы рус һәм башҡорт телдәре дәрестәрендә сағыштырмаса планда ҡарарға мөмкин. Сакраль һандарға таянып тарихи-мәҙәни яҡтан ҡиммәтле мәғлүмәт тупларға һәм уларҙы дәрестә файҙаланырға мөмкин. Башҡорт теле дәрестәрендә сакраль һандарҙы табып, тикшереүгә ҡаралған күнегеүҙәр өҫтөндә эш уҡытыусыға балаларҙың телмәрен үҫтерергә генә түгел, ә рус телле уҡыусыларға башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү һәм рухи тәрбиә бирергә лә ярҙам итәсәк.

Сакраль һандар өҫтөндә эш уҡытыусыға балаларҙы шәхес булараҡ үҫтерергә генә түгел, уҡыусыларға башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү һәм рухи тәрбиә бирергә лә ярҙам итәсәк.

Һандарҙың сакраллеген башҡорт халыҡ ижадында эҙләү, башҡорт теле дәрестәрендә өйрәнеү уҡыусыларға халыҡтың ҡарашы аша юғары әхлаҡи ҡиммәттәргә төшөнөргә, халыҡтың донъяға ҡарашын аңларға ярҙам итә. Һандарҙың сакраллеген башҡорт халыҡ ижадына бәйләп аңлатыу барышында уҡытыусы балаларҙы әхлаҡи-тәрбиә биреү бурыстарына өлгәшә ала.

Халыҡ ижадынан алған текстарҙы (мәҡәлдәрҙе, ҡобайырҙарҙы, эпостарҙы)  башҡорт теле һәм рус теле дәрестәрендә сакраль һандар нигеҙендә сағыштырмаса планда өйрәнгәндә, уларҙың сакралләшеү мөмкинселектәрен балаларға аңлатыуҙа төп теоретик һорауҙарҙың береһе булып тора.

Был маҡсатта сакраль һандар пространствоһын өйрәнер алдынан балаларға “Нимә ул сакраль һандар?” тигән темаға аңлатмалы дәрес үткәреү айырыуса мөһим.

Тәүге дәрестең төп маҡсаты – балаларҙа сакраль һандарҙы анализлау нигеҙендә мәҙәни төшөнсәләрҙе аңлау һәләтен үҫтереү. Сакраль һандарҙың тел картинаһындағы урыны һәм культурологик йөкмәткеһе тураһында дөйөм мәғлүмәт бирелә.

Дәрестең төп маҡсаттары: 1) танып-белеү һәләтен үҫтереү (хәҙерге тел ғилеменең антропоцентрик парадигмаһының төп төшөнсәһе – концепт тураһында, концепт менән бәйле сакраль һандар тураһында белем биреү, уны өйрәнеү алымдарын аңлатыу); 2) балаларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү (лингвистик һәләттәрен камиллаштырыу); 3) тәрбиәүи (башҡорт халыҡ ижадында һалынған әхлаҡи идеалдарҙы уҡыусыларға төшөндөрөү, халыҡ ижадында сакраль һандарға ҡарата булған ҡараштарҙы аңлатыу).

Дәресте йыһазландырыу өсөн халыҡ ижадынан алынған текстар; “Ете ҡыҙ бейеүе” видеояҙмаһы; “Башҡорт теленең һүҙлеге”, 

Л.Х. Сәмситованың “Башҡорт фольклорының концептосфераһы”, “Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары” лингвокультурлогик һүҙлектәре алына.

Дәрестең инеш өлөшөндә уҡытыусы сакраль һандар тураһында дөйөм төшөнсәне балаларға аңлата. Хәҙерге тел ғилемендә концепт термины аҫтында культурологик йөкмәткегә эйә һандар, сакраллек төшөнсәһен аңланыуын, уларҙың башҡорт халыҡ ижадында (мәҫәлән, эпостарҙа, мәҡәлдәрҙә) бирелеүенә төшөндөрөү зарур. Таҡтала эленгән плакатта түбәндәге яҙыу тора:

“Һауаларҙа ете йондоҙ – ете ҡыҙ,

Ерҙә шатлыҡ бейей – ете ҡыҙ,

Етегәндең ете ҡуҙынан

Беҙ, башҡорттар, тыуған ырыуҙан”.

(Р. Шәкүр).

        Балаларҙың һандарҙың сакраль мәғәнәһен тәүге тапҡыр аңламауы ихтимал, был осраҡта уҡытыусы ябай ғына эш тәҡдим итә. Ул “ете” һанына бәйле балаларға төрлө һүҙҙәр табырға ҡуша (“Етегән йондоҙ”, “Ете ҡыҙ” бейеүе, ете ырыу). Унан уҡыусылар башҡорт һәм рус халыҡ ижадтарында борон-борондан ете һанына бәйле мәҡәлдәр килтереп ҡарай, мәҡәлдәрҙең ниндәй мәғәнәгә эйә булыуын асыҡлайҙар, миҫалдар килтерә (мәҫәлән, башҡорт телендә: “Етәү берәүҙе көтмәй”, рус телендә: “Семеро одного не ждут” һ.б.). Шулай уҡ, мәҡәлдәрҙә алты, һигеҙ, ун, мең һандары ла күренә. Мең ул күплек билдәһе.

        Бына бер нисә мәҡәл:

​ Алты кѳн утын киҫмәһәң, алты ай туҡылдарһын.

 Күргәнең һигеҙ - күрмәгәнең туғыҙ.

 Ялҡау кеше – ярты кеше, уңған кеше – ун кеше.

 Йѳҙ – ул күплек билдәһе, берҙәмлек билдәһе итеп ҡабул ителгән:

  Ике егет бер булһа, илле егет йѳҙ була.

  Йѳҙ һум аҡсаң булғансы, йѳҙ дүҫың булһын.

 Шул уҡ эште башҡа һандарға ла бәйләп үткәрергә мөмкин. Был эштең аҙағында уҡытыусы тап мәҡәлдәр нигеҙендә һандарҙың сакраль төшөнсәһенә эйә икәнен аңлатып, һандарҙың матур, төҙөк, гармониялы система барлыҡҡа килтереүен асыҡлап китә.

Тәүге этапта уҡытыусы сакраль һандарҙың репрезентацияһын тыуҙырыусы һандарға анализ үткәрә. Уҡыусыларға сакраль һандарҙы уларҙың нисек аңлауҙары тураһында һорау бирелә. Унан башҡорт теленән һәм рус теленән сағыштырмаса планда сакраль һандар эҙләнелә, ҡайһы һандың йыш осрауын асыҡлайҙар, һандарҙың аңлатҡан мәғәнәләре, этимологияһы ҡарала. Сакраль һандарҙың мәғәнәһен асыҡлағандан һуң, һандар менән бәйле ял минуты уткәрелә. “Етегән йондоҙҙо ете ҡат һанаһаң, сауап алаһың” тигән тиҙәйткесте өс тапҡыр уҡыу. Был тиҙәйткес борондан балаларҙың телен шымартыу, зирәклеген арттырыу өсөн өйрәткәндәр һәм кис һайын ҡабатлатҡандар.

Башҡорт теле дәрестәрендә сакраль һандарҙың мәғәнәһен асыҡлар өсөн “Хаттар” күнегеүен ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, ете хат килеп төшә, уны асып уҡыр өсөн, тышында яҙылған һорауға яуап бирелә. Һорау-яуап алымы ҡулланыла: “Ете ырыу атамаларын һанап сыҡ? Ете һаны менән бәйле әкиәт персонаждарын һанап сыҡ? һ.б.

Эш барышында уҡыусылар ете һаны менән бәйле һүҙҙәрҙе табыу (синквейн) күнегеүен эшләргә тейештәр. Балалар “Ете ҡыҙ” бейеүенең легендаһын һөйләйҙәр, бейеүҙең исеме менән сакраль ете һанының бәйләнешен асыҡлайҙар. Эш барышында башҡа һандарға, сакраль һандар менән төшөнсәләргә семантик анализ үткәрелә.

Сакраль һандарына тулыраҡ характеристика биреү маҡсатында класс мәҡәлдәргә, әйтемдәргә, йомаҡтарға, әкиәттәргә, йырҙарға, эпостарға мөрәжәғәт  итә. Анализ маҡсатында “Ете  ҡыҙ” бейеүенең легендаһы алынырға мөмкин.

Тәү сиратта, уҡыусылар легенданың бер-нисә вариантын уҡып сыға, уның йөкмәткеһен өйрәнә. Уҡытыусы түбәндәге һорауҙар бирә: “Легенда нимә тураһында? Был легенданың нисә варианты бар? уның төп идеяһы? Бейеүҙең исеме ни өсөн шулай атала?”

 Уҡытыусы балаларға “Урал батыр” эпосынан сакраллекте белдереүсе һандарҙы табыу эшен йөкмәтә. Балалар табылған һандарҙың семантикаһын һәм этимологияһын аңлата, уларҙың сакраллек төшөнсәһе менән бәйләнешен тикшерә. Уҡытыусы мәҫәлән, башҡорт халҡының боронғолоғон дәлилләүсе эпостарға күҙ һалайыҡ. Башҡорт халҡының ҡомартҡыһы « Урал батыр» эпосын да ниндәй һандар ҡулланылған һуң? Уҡыусылар текстан һандарҙың репрезентацияһын булдырыусы төп предикатив берәмектәрҙе табырға тейеш.

 Миҫал: беренсе сиратта, донъя ѳс ҡатлы булып күҙ алдына баҫа. 1- се ҡат- йыһан, 2- се ҡатта- ер, 3- сѳ ҡатта- ер(һыу) аҫты. Беренсе ҡатта Самрау хакимлыҡ итә. Икенсе ҡатта тәү кешеләр Йәнбикә менән Йәнбирҙе йәшәй. Өсѳнсѳ ҡатта аждаһалар хѳкѳм һѳрә. Ҡатилдың яуызлығы ла ѳс тапҡыр һѳйләнелә, ул ѳс төрлө ҡорбан килтерә. Уралдың улдары ла ѳсәү. Эпос ѳс ѳлѳшкә бүленә һәм ѳс быуын кешеләре тормошон сағылдыра: Йәнбирҙе менән Йәнбикә, уларҙын улдары- Урал менән Шүлгән, Уралдың вариҫтары- Яйыҡ, Иҙел, Нѳгѳш, Һаҡмар. Өс мәғәнәне кѳсәйтеү ѳсѳн ҡулланылған. Шулай уҡ эпоста дүрт һаны ҙур әһәмиәткә эйә.

Беренсенән, ерҙе дүрт яҡтан диңгеҙ уратып алған.

Ул тирәлә ҡоро ер

Барлығын һис кем белмәгән.

Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан

Булған, ти бер урын.

        Ҡатил батша илендә уның тауҙай кәүҙәле үгеҙен еңгәндән һуң, Урал батыр батшаның дүрт батырына ҡаршы кѳрәшә. Был һан уға ҡаршы сыҡҡан кѳстѳң донъяның дүрт тарафын һелкетерлек ғәйрәтле булыуына ишара яһай. Урал батырға ла ярҙамға ул еңгән дүрт батыр һәм дүрт егет( Яйыҡ, Иҙел, Нѳгѳш, Һаҡмар) килә:

Дүрт йәш батыр килгән, ти,

Улар артынса дүртәү

Ҡалышмайса эйәргән, ти,

Килеп сәләм биргән, ти.

        Тимәк, дүрт һаны донъяның ныҡлығын, ышаныслығын күрһәтә.

        Эпоста йыш осрай торған һандарҙың береһе - ике. Эпостың башында үлемде эҙләп юлға сыҡҡан Урал менән Шүлгән ике юл сатына сығалар:

        Бына һеҙгә ике юл:

Һулға китһәң юл буйы-

Уйын кѳлкѳ тѳн буйы.

Уңға китһәң, юл буйы-

Илау- һыҡтау йыл буйы.

        Ике һаны икеләнеүҙе, алдағы билдәһеҙлекте белдерә, кѳтѳлмәгән ҡаршылыҡтарға ишаралай, донъяны ике яртыға: яуызлыҡ һәм яҡшылыҡҡа бүленгәнлеген күрһәтә.

        Эпостарҙа шулай уҡ ете һаны ҡулланыла. Аҡбуҙатты тотоу ѳсѳн, Әзрәҡә батша йыһанға үҙенең ете дейеүен ебәргән, имеш. Күпме генә баҫтырһалар ҙа, Аҡбуҙатты тота алмағандар, ти:

Дейеүҙәрем ғәрлектән

Кире илемә инмәне,

Күктә ҡалды хур булып,

«Етегән» тигән исемдә

Мәңге ҡалды ут булып.

        Уҡыусылар ете һанын эпоста ғына түгел, башҡа фольклор жанрҙарында ла эҙләй. Беренсенән, ҡобайыр ете үлсәме менән яҙылыуын аңлатып китеү мөһим. Рийәүәт һәм легендаларҙа ла, ете һаны йыш күренә. Миҫал итеп: «Етегән йондоҙ» легендаһын, «Ете ҡыҙ» йырын миҫал итеп килтерергә була.

         Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә һандар йыш ҡына телгә алына. Был бигерәк тә батырҙар тураһында әкиәттәрҙә ҡулланыла. Беренсенән, батырҙар ғәҙәттә ѳсәү була. Кѳнкүреш әкиәттәрендә лә, ғәҙәттә, ѳс туған була. Әкиәттәрҙә ыңғай геройҙар ғәҙеллек, хәҡиҡәт өсөн кѳрәшә һәм, ғәҙәттә, ѳс тѳрлѳ һынау үтеп маҡсаттарына ирешә. Батыр ѳс башлы дейеү менән ѳс кѳн, ѳс тѳн алыша һәм еңә. Бының ѳсөн өс кѳн алдан ѳс ҡаҙан ит ашай, ѳс самауыр сәй эсә. Мәҫәлән: «Аҡъял батыр» әкиәтендә батырҙың ѳс дуҫы бар. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән»дә лә туғандар өсәү. Шулай уҡ әкиәттәрҙә ике һаны ҡулланыла: ике юл саты, ике батыр.Әкиәттәрҙә ике туған, ике батыр күберәк телгә алына. Өс батыр булған ваҡытта, уларҙың икеһе ҡурҡаҡ була. Шуға ла, башланғыс кластарҙа әкиәттәрҙе үткән саҡта, һандар ярҙамында анализлау мөһим.

        Мәҫәлән, “Аҡъял батырҙа” Урман батыр менән Тау батыр. Шулай уҡ тормош- кѳнкүреш әкиәттәрендә ѳс геройҙың икеһе иҫәр, йә ялҡау. “ Ҡамыр батыр” әкиәтендә инде уның дуҫтары дүртәү: Йүгерек батыр, Ертыңлар батыр, Күлуртлар батыр, Уғатар батыр. Был батырҙар дуҫтарына тоғро, сѳнки дүрт ул ныҡлыҡ билдәһе.

Төрлө миләттәрҙең фольклорының оҡшаш яҡтары күп. Мәҫәлән, рус әкиәттәрендә лә, башҡорт әкиәттәрендә лә батырҙар ғәҙәттә ѳсәү. Шул уҡ ваҡытта, рус әкиәттәрендә геройҙар ѳс тапҡыр туғыҙ диңгеҙ, туғыҙ ер, туғыҙ дәүләт аша үтһә, башҡорт әкиәттәрендә ете диңгеҙ, ете дәүләт үтәләр.Шулай уҡ рус әкиәттәрендә юл ѳскә китһә, ә башҡорттарҙа икегә айырыла. Башҡорт әкиәттәрендә дүрт бар, ә рус әкиәттәрендә дүрт юҡ кимәлендә. Тимәк, һәр милләттең ижадында халыҡтың аңының, ҡарашының сағылышы күренә. Башҡорт халҡына ете яҡын булһа, ә рустарға туғыҙ. Ысынлап та туғыҙ ул уникаль һан. Туғыҙ - нумерологияның тѳп һаны, ул юғары ҡаҙанышты аңлата һәм, ниндәй һанға ҡабатлаһаң да, үҙен килтереп сығара:

9*2=18 1+8=9

9*3=27 2+7=9

9*4=36 3+6=9

        Юғарыла күрһәтелгән тигеҙләмәне сағыштырмаса планда математика дәресендә лә ҡулланырға мөмкин. Уҡыусылырҙың киң белем даирәһен арттырыу өсөн бик ҡулайлы күнегеү.

          Халыҡ ижадында афористик жанрҙары системаһында йомаҡ тѳп урындарҙың береһен биләүсе, һәр халыҡтың ижадында осрай торған үҙенсәлекте һәм бик боронғо жанр. Әлбиттә, йомаҡтарҙа ла һандар бар. Шуға, һандар менән ҡойолған йомаҡтарҙың яуабын тап тибындағы күнегеүҙәр үткәрергә мөмкин.  

Мәҫәлән:

1.​ Бер ояла ете йомортҡа (аҙна, кѳн)

2.​ Ул ике туған,

Теҙелешеп торған (ун ике ай)

3.​ Ялт – йолт итә,

Ете саҡрым ер кисә (йәшен)

4.​ Һыр – һыр ҡыры бар,

Ете тѳрлѳ нуры бар,

Ете ат күккә нуры бар (йәйғор)

Йомаҡтарҙа һандар фекерләүҙе үҫтереү ѳсѳн файҙалыныла, был жанрҙа йышыраҡ бер, ун ике, ете, ҡырҡ һандары ҡулланыла. Әлбиттә, башҡа һандарҙың да булыуы мѳмкин.

Башҡорт халыҡ йырҙарында ла, әлбиттә, һандар ҡуллана. Был йырҙарҙа 1,2,7,5 һандары йыш ҡулланыла. Ә хәҙерге йырҙарҙа күберәк 1,2 һәм 7 һандары ғына осрай.

Сакраль һандарға артабан ассоциатив анализ үткәрелә. Балалар бүтән текстар миҫалында һандарҙың сакраллек төшөнсәһенең культурологик йөкмәткеһен асыҡларға, уларҙың репрезентацияһында мөһим роль уйнаусы лексемаларҙы билдәләргә тейеш. Был күнегеү аҙағында уҡытыусы класс менән башҡорт халыҡ ижадында этик ҡараштарының сағылышы тураһында әңгәмә үткәрә һәм шул нигеҙҙә сакраллек төшөнсәһе һәм уны белдерелеү саралары тураһында һығымта яһай.

Башҡорт һәм рус телдәрендә сакраль һандар төшөнсәһе буйынса уҡытыу-тәрбиә эше уңышлы үткәрелә ала. Уның өлгөһө ҡушымтала тәҡдим ителә.

Шулай итеп, башҡорт теле һәм рус теле дәрестәрендә сакраль һандар өйрәнеү балаларҙы әхлаҡи йәһәттән тәрбиәләү, уларҙың лингвокультурологик аңын үҫтереү йүнәлешендә уңышлы. Һандарҙың сакраллек төшөнсәһенә бәйле төрлө ассоциацияларҙы өйрәнеп, баланың лингвомәҙәни аңы тәрәнәйә бара. Башҡорт халыҡ ижады дәрестәрҙә сакраль һандарҙың мәғәнәһенә, ижтимағи йөкмәткеһенә төшөндөрөргә ярҙам итә. Ғөмүмән, сакраль һандарҙы өйрәнеү балаларға һәр һандың тел өсөн ни тиклем ҡиммәтле һәм үҙенсәлекле күренеш булыуын күрһәтә. Хеҙмәттең был параграфында башҡорт теле һәм рус теле дәрестәрен лингвокультурологик нигеҙҙә алып барыу нигеҙҙәре һәм башҡорт халыҡ ижадында һандарға сакраллек төшөнсәһенә таянып уҡытыу юлдары өйрәнелә.

Лингвокультурология фәне башҡорт телен уҡытыуҙы тағы ла тәрәнәйтеп, уҡыусы шәхесенә тәрбиәләү һәм белем биреү процесын тел һәм мәҙәниәт берлегендә комплекслы алып барырға ярҙам итә. Баланың телде үҙләштереүен халыҡ мәҙәниәтенә төшөнөүенән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Башҡорт телен һәм рус телен уҡытыу процесы ла лингвомәҙәни планда һәм ярашлы төҙөлгән концепцияларға нигеҙләнеп алып барылырға тейеш. Л.Х. Сәмситова тарафынан төҙөлгән “Башҡортостан Республикаһы белем биреү учреждениеларында башҡорт теленә һәм туған телдәргә өйрәтеүҙең лингвокультурологик концепцияһы” нигеҙендә тел һәм культура берҙәмлеге, уларҙың үҙ-ара бәйләнеше, тел – халыҡтың рухи байлығы, телде тарихи-культура күренеше итеп өйрәтеү принциптары ята. Тәҡдим ителгән хеҙмәттә телде уҡытыу милли-мәҙәни аспекттағы лексика (фонлы, коннотатив, эквивалент), телмәр этикеты, реалиялар, фольклор өлгөләре, тел шәхесе, концепт, һандарҙың сакраллек төшөнсәһе, донъя тел картинаһы, мәҡәл һәм әйтемдәр, фразеологик берәмектәрҙе һәм башҡа мәсьәләләрҙе алырға тейеш тигән фекер үткәрелә. Ысынлап та, бала шәхесенең төп компетенцияларын үҫтереүҙә халыҡтың тел картинаһының этномәҙәни асылы ла, уның байлығы ла уңышлы алым. Уның үҙәгендә тел шәхесе һәм донъя картинаһы тигән төшөнсәләр торорға тейеш.

Лингвокультурологияға таянып башҡорт һәм рус теле дәрестәрендә һандарҙың сакраллек төшөнсәһен аңлатыу һәм уның нигеҙендә лингвомәҙәни компетецияларҙы формалаштырыу ҙур әһәмиәткә эйә. Бындай бурысты үтәүҙә башҡорт халыҡ ижады ярҙамға килә. Халыҡ ижадында сакраль мәғәнәләрҙе асыҡлап, һандың семантик һәм образлы йөкмәткеһен асыҡлап балаларға тел берәмеге белдергән мәҙәни пространство нигеҙендә фекерләү кимәлен киңәйтергә, халыҡ мәҙәниәтенең бөр өлөшөн үҙләштереүгә өлгәшеп була.


ЙОМҒАҠЛАУ

Халыҡтың тел байлығы төрлө юлдар менән байытыла. Шуларҙың береһе халыҡ ижадындағы лексик берәмектәр. Диплом эшендә башҡорт һәм рус телдәрендәге сакраль һандар анализланды. Унан күренеүенсә, тел картинаһында иһә һандар система, модель һәм тел менән мәҙәниәттең ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә тыуған төшөнсә, тип ҡарала. Лингвистар иһә һандарға ҡараған тел берәмектәрен менталитет, халыҡтың донъяға ҡарашы менән тығыҙ бәйләнештә өйрәнә, уларҙың серле мәғәнәләренә, мифологияһы һәм халыҡ ижадындағы хеҙмәтенә иғтибар ителә.

Һандар үҙенсәлекле символикаһы, сакраль мәғәнәгә һәм мифологик, мәҙәни төшөнсәләргә эйә. Һан моделе күплекте, йәки грамматик мәғәнәне белдереүсе берәмек тип кенә ҡаралмай. Ғалимдар һан моделенә хас түбәндәге үҙенсәлектәрҙе күрһәтә:

  • һан – грамматик категория;
  • күплек мәғәнәһен белдереүсе билдә;
  • һандарҙың телмәрҙә төрлө мәғәнәне һәм башҡа мәғәнәләрҙе белдереү һәләте;
  • һанау ысулының үҫеүе;
  • һан һәм менталлектең бәйләнеше;
  • һандарҙың сакраль (серле) мәғәнәләре, уларҙың мифологиялағы әһәмиәте.

         Билдәле булыуынса, һандар архаик семантикаға эйәләр,  бындай мәғәнәләр уларға боронғо космогоник ҡараштарҙың йәшәүе шул заман кешеһенең мифопоэтик ҡараштары йоғонтоһонда һалынған. Һан, конкрет иҫәп мәғәнәһенән башҡа, уҡыусыла архаик символикаға бәйле ниндәйҙер ассоциациялар тыуҙыра. Тимәк, архаик традицияларҙа һандар сакраль йөкмәткегә эйә төрлө ситуацияларҙа киң ҡулланылған. Иҫәп һәм һан шул осорҙа “сакраль сара” булып, улар ярҙамында кешенең ғаләмдә йәшәү ҡағиҙәләре билдәләнгән. Сакраль мәғәнә төшөнсәһе (латин теленән sacrum – “изге”) табыныу культына ҡараған бөтә нәмәне аңлата. Тимәк, һандар иҫәп, теүәллек мәғәнәләренән башҡа мәҙәниәттә “тылсымлы” мәғәнәләргә лә эйә.

Эпостарҙың лексик берәмектәрен анализлау аша халыҡтың донъяны танып белеүен, мәҙәниәтен һәм йәшәйешен күҙалларға мөмкин.

Шулай итеп, фольклорҙа ҡулланылған һандар халыҡ мәҙәниәте менән тел араһындағы бәйләнеште күҙалларға ярҙам итә, был бәйләнеш әҙәби телгә әленән-әле һут биреп, уны тулыландырып тороусы тамыр ҙа ул.

Эйе, һуңғы йылдарҙа телде ғалимдар аралашыу ҡоралы булараҡ ҡына, уның грамматик ҡағиҙәләрен генә өйрәнеп ҡалмай. Йылдан-йыл тел халыҡтың мәҙәниәте, рухи донъяһы күҙлегенән сығып өйрәнелә. Башҡорттарҙа 7, 9, 12, 40, 100, 1000 һандары тылсымлы мәғәнәгә эйә. Рус халыҡ ижадында 3, 7, 9 һандары йыш осрай. Кеше һанарға яйлап өйрәнгән. Әйтәйек, тәүҙә өскә тиклем һанағандар, һуңынан ете, ҡырҡ һәм башҡа һандар сик һандары булып киткән. Улар магик төҫ алған да инде. Һандарҙы кеше тәбиғәт күренештәренә тап килтереп тә ҡараған. Мәҫәлән, йәйғорҙоң ете төҫө булыуына иғтибар иткәндәр. Аңлата алмаҫлыҡ күренеш ниндәйҙер һанға тап килеп, бәйле булып торһа, шул һан тылсымлы көскә эйә була башлаған.

Һанды белдергән һүҙҙәрҙең килеп сығышы ла символик мәғәнәне асыҡларға ярҙам итә. Эпостарҙа бер һүҙе һанды түгел, ә нимәнеңдер бар булыуын белдерә: бер йылғаның ситендә, бер ҙур ағас төбөндә ҙур таяғы ҡулында аҡ һаҡаллы бер ҡартҡа былар барып еткән, ти, тип әйтелә «Урал батыр» эпосында.

Өс һаны «ос» (нимәнеңдер аҙағы, осо) тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан, тип фаразлана. Башҡорттарҙа ул ҙур мәғәнәгә эйә: арауыҡты (күк өҫтө, ер өҫтө, ер аҫты), ваҡытты (үткән, бөгөнгө, киләсәк) белдерә. Ете һанының символик мәғәнәһен дә аңлатырға булалыр: ете йондоҙ, ете ҡат ер аҫты, шәжәрәне ете быуынға тиклем белергә кәрәк, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер.

Халыҡ ижадында сакраль һандар төшөнсәһен лингвистик күҙлектән, сағыштырыу юлы менән өйрәнеү күп кенә уртаҡ яҡтарҙы асырға ярҙам итте. Сөнки афористик жанр өлгөләре, эпостарҙағы һүҙҙәр ярҙамында реаль һәм ирреаль донъя моделләшә, тел картинаһы формалаша, һүҙҙәр милли мәҙәниәт символдары булып сығыш яһай, шулай уҡ халыҡтың хис-тойғоһон, фекерен, әхлаҡи нормаларын һүрәтләй. Һүҙҙәрҙең семантикаһын, килеп сығышын, текста ҡулланылышын тикшереү, йәки тексты лингвистик яҡтан өйрәнеү – халыҡтың донъяны танып белеүгә булышлыҡ итә. Геройҙарҙың күңел торошо, эске донъяһы, шулай уҡ тышҡы ҡиәфәттәре билдәле бер символика, хатта һандар аша бирелә.

Сығарылыш эше ике бүлектән тора. Беренсе бүлектә лингвокультурология, этнолингвистика, донъя тел картинаһында сакраль һандар проблемаларының өйрәнелеү мәсьәләләре тикшерелде. Ошо төшөнсәләр тураһында сит ил, рус, татар, башҡорт ғалимдарының фекерҙәре яҡтыртылды.

Икенсе бүлектә мәҡәл-әйтемдәрҙә, фразеологик берәмектәрҙә, йомаҡтарҙа, “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Илья Муромец”, “Алеша Попович” эпостары лингвистик күҙлектән тикшерелде. Уларҙағы теге йәки был һандар ул үҙмаҡсат, телде биҙәү өсөн генә ҡулланылған һүҙҙәр түгеллеген, ә әҫәрҙең идея-йөкмәткеһен тәрәнерәк һәм нығыраҡ асыуҙа, артабанғы ваҡиғаларҙы үҫтереүҙә ярҙам итеүсе алым кеүек ҡабул ителә. Шул иҫәптән, һандар ҙа – күктең етенсе ҡаты, юл сатындағы өс йүнәлеш, батыр алдындағы өс һынау, өс башлы дейеү  һәм башҡалар – улар барыһы ла кешелек өсөн үтә мөһим проблемалар, йәғни донъяның барлыҡҡа килеүе, тауҙар теҙмәһенең яратылыуы, йылғаларҙың, урмандарҙың, ундағы ағастарҙың үҫеү рәүеше, хайуандарҙың нисек кешегә буйһоноп, ҡулға эйәләшеп китеүен образлы кәүҙәләндерергә ярҙам итә.

Шулай итеп, башҡорт халҡының тарихын, рухи мәҙәниәтен, сәнғәтен өйрәнеүҙә халыҡ ижады әҫәрҙәренең әһәмиәте ҙур. Башҡорт һәм рус телдәрендә сакраль һандарҙы өйрәнеү шуны күрһәтә – ике мәҙәниәттә лә һандар символикаһында оҡшаш яҡтар байтаҡ. Символдар башлыса кешеләрҙең хис-тойғоларына һәм эмоцияларына бәйле, мәҙәни оҡшашлыҡты ошоноң менән дә аңлатырға мөмкин.


 ӘҘӘБИӘТ

I. Монографиялар, дәреслектәр

1. Аминев З.Г. Пространственно-временные представления в    традиционной культуре башкир. - Уфа: Гилем, 2008. – 242 с.

2. Антропоцентрическая парадигма современной лингвистики и проблемы лингвокультурологии. Всероссийская научная конференция с международным участием. – Стерлитамак: СГА, 2006. – 422 с.

  1. Багаутдинова М.И. Этнографическая лексика башкирского языка. - Уфа: Китап, 2002. – 274 с.
  2. Баймурзина Р. Т. Отражение модели мира в эпосе “Урал-батыр” // Эпос “Урал-батыр” и мифология: Материалы Всероссийской научной конференции. – Уфа: Гилем, 2003. – С. 65-67 (на баш.яз.).
  3. Башҡорт фольклоры өлгөләрен өйрәнеү: йәдкәр. / Төҙ. Хөббитдинова-Сөләймәнова Н.Ә. /  –  Өфө: Китап, 2013. –  168 б.
  4. Башҡорт халыҡ ижады. Бишенсе том. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр – Өфө: Китап, 2000. – 392 б.
  5. Башҡорт халыҡ ижады. Дүртенсе том. Эпос – Өфө: Китап, 1999. – 400 б.
  6.  Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәл һәм әйтемдәр. – Өфө: Китап, 1988 – 447 б.
  7.  Башҡорт халыҡ ижады. Туғыҙынсы том. Йомаҡтар – Өфө: Китап, 2007. –  416 б.

  1. Воробьев В.В. Лингвокультурология. Теория и методы. –  М. : Изд- во РУДН, 1997.  –  772 с.  
  2.  Галин С.А. Тарих һәм халыҡ поэзияһы. –  Өфө: Китап, 1996. – 288 б.
  3.  Галин С.А. Тел асҡысы халыҡта. Башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. –   Өфө: Китап, 1999. – 328 б.
  4.  Гаспаров Б.М. Язык, память, образ. Лингвистика языкового существования. – М.: Новое литературное обозрение, 2996. –  752 с.
  5.  Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте. – Өфө, 2003. –   575 бит.
  6.  Егоров Б.Ф. Жизнь и творчество Ю.М. Лотмана. – М.: Новое литературное обозрение, 1999. – 384 с.
  7.  Зайнуллин, М.В. Общие проблемы лингвокультурологии / М.В. Зайнуллин. – Уфа: БашГУ, 2008.  – 742 с.
  8.  Зәкиев М.З. Татар грамматикасы. Синтаксис. - М. «Инсан», Казан: «Фикер». – 1999. – 512 б.
  9.  Иҙелбаев М.Х. Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте. – Өфө: БДУ, 2000. –  187 б.
  10.  Ишбаев К.Ғ. Башҡорт телендә һүҙ төркөмдәренең һүҙъяһалыш парадигматикаһы. – Өфө: Ғилем. Башҡ. энцикл., 2013 – 156 б.
  11.  Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. М.: Наука, 1986. – 151 с.
  12.  Ишбулатов Н. Х., Әхтәмов М. Х. Хәҙерге башҡорт теле. – Өфө: Китап, 2002. – 324 б.
  13.  Ишбулатова Х.Д. Башҡорт теленең тормош-көнкүреш лексикаһы. — Өфө: БДУ, 2002. — 156 б.
  14.  Кейекбаев Ж.Ғ. Ғилми хеҙмәттәр һәм һайланма әҫәрҙәр йыйынтығы. II том. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. – Өфө: Китап, 2014. – 260 б.
  15.  Кобозева И.М. Лингвистическая семантика. — Едиториал УРСС, 2004. – 752 с.
  16.  Лосев А.Ф. Миф. Число. Сущность. М.: Наука, 1994. – 222 с.
  17.  Маслова В.А. Лингвокультурология. – М.: Наука, 2007. – 57 с.
  18.  Мамардашвили М. О психоанализе. – Лекция, 1980. – 150 с.
  19.  Нәҙершина Ф.М.Риүәйәттәрҙә һәм легендаларҙа халыҡ тарихы. - Өфө: Китап, 2011. – 360 б.
  20.  Ницше Ф. Несвоевременные размышления. М.: Наука, 1879. – 360 с.
  21.  Нурғәлин З.Ә. Башҡорт теле: дәүләт теленән әҙәби телгә. - Өфө, БР ФА: Ғилем, 2013. –  184 б.
  22.  Нурғәлин З.Ә. Башҡорт теленең өс тағаны. – Өфө; БР ФА Ғилем, 2015. – 148 б.
  23.  Панфилов В.З. Гносеологические аспекты философских проблем языкознания. – М.: Наука, 1982. – 357 с.
  24.  Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. – Өфө: Китап, 1984. – 256 с.
  25.  Раемгужина З.М. Языковая картина мира в башкирской фразеологии (в сопост. с нем.яз). - Уфа: Китап, 2999. – 225 с.
  26.  Саньяров Ф.Б. «Урал батыр»: лингвистик тикшеренеү тәжрибәһе: монография. – Өфө : БДУ, 2006. – 275 б.
  27.  Сәмситова Л.Х. Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары. – Өфө: Китап, 2010, 287 б.
  28.  Сөлəймəнов Ə. М. Художестволы берəмек булараҡ əкиəтте өйрəнеү: Филология факультеты студенттары өсөн ҡулланма. – Өфө: 1984. – 36 б.
  29.  Толстая С.М. Счет и число в народной традиции: семантика, оценка, магия // Семиотика и информатика. – М., 2002. – Вып. 37. – С. 43 – 58.
  30.  Топоров В.Н. О числовых моделях в архаичных текстах // Структура текста. – М., 1980. – С. 3–58.
  31.  Топоров В.Н. Числа // Мифы народов мира. – М., 1982. – Т. 2. – С. 629 - 630.
  32.  Федосеев П.Н. Философия и научное познание. – М., 1981. – 500 с.
  33.  Фрейд З. Десять теорий о природе человека. М., 1974. – 600 с.
  34.  Тумашева Д.Г. Хәзерге татар әдәби теле морфологиясе. – Ҡазан, 1964.
  35.  Хайруллина Р.Х. Фразеологическая картина мира: от мировидения к миропониманию. – Уфа: Изд-во БГПУ, 2008. – 300 с.
  36.  Хисамитдинова Ф.Г. Башкирская ойконимия ХҮ1 - XIX вв. – Уфа: Башкнигоиздат, 1991. – 304 с.
  37.  Шакуров Р. По следам географических названий: Топонимия бассейна реки Дема. – Уфа: Башкнигоиздат, 1986. – 181 с.
  38.  Юнг К.Г. Советская энциклопедия. – М.: Наука, 1969. – 239-256 с.
  39.  Язык и наука конца ХХ века/ Под ред. Ю.С. Степанова. – М.: Наука, 1995. – 254 с.
  40.  Языки и литературы народов Башкортостана в Евразийском диалоге культур. Материалы региональной научно-теоретической конференции. – Уфа: БДУ, 1997. – 259 с.
  41.  Языковая картина мира: Лингвистический и культурологические аспекты. Т.2. – Бийск, 1998. – 257 с.

II. Һүҙлектәр

43. Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. V /Ф.Г. Хисаметдинова редакцияһында/ – Өфө: Китап, 2013. –   888 б.

44. Башҡорт фольклоры концептосфераһы. Лингвокультурологик һүҙлек. /Л.Х. Сәмситова, Г.Р. Ижбаева, Г.С. Әхмәтшина, Г.М. Байназарова, Ә.Н. Килмәкова, Р.М. Ташбулатова/. –  Өфө: Китап, 2013. –  492 б.

48. Народы Башкортостана: энциклопедия /гл. ред. Ф.Г. Хисамитдинова/ — Уфа: Башк. Энцикл., 2014. – 528 с.

III. Фәнни мәҡәләләр

49. Ибраһимов И. Д. Башҡорттарҙа ете һаны// Актуальные проблемы башкирской, русской и тюркской филологии. Матер. науч.практ.конф. – Уфа: БДУ, 2004. – С.72-72.

50. Ибраһимов И.Д. Әкиәт, легендаларҙа һандарҙың ҡулланылыу үҙенсәлектәре// Языковая политика и языковое строительство в Республике Башкортостан: Материалы межрегиональной научно-практической конференции. – Уфа: БДУ, 2005. – С.52-57.

51. Надршина Ф.А. Башкирский народный эпос “Урал-батыр” // Эпос “Урал-батыр” и мифология. – Уфа: Китап, 2007. – С.6-22.

52. Султангареева Р.А. Миф и обряд // Эпос “Урал-батыр” и мифология. – Уфа: Китап, 2007. – С. 79-87.

VI. Диссертациялар

51. Бухарова Г.Х. Башкирский народный эпос “Урал батыр”: когнитивно-дискурсивный анализ. Автореф. канд. диссер. – Уфа: БДУ, 2009. – 50 с.

52. Муратова Р.Т. Символика чисел в языке и культуре башкирского народа. Автореф. канд. диссер.  – Уфа, 2012. – 24 с.

VI. Интернет ресурстары

54. [электронный ресурс]: Башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн махсус сайт. Ҡулланыу режимы http://tel.bashqort.com/

55. [электронный ресурс]: Википедия на башкирском языке (элекктронный ресурс) - http://ba.wikipedia.org/wiki

56. [электронный ресурс]: Туған тел – башҡорт теле буйынса белешмә һәм мәғлүмәт порталы (электрон ресурс) http://blang.ru/textbooks.php

ҠУШЫМТА

Класс: 7

Тема: Башҡорт халыҡ ижады. Мөғжизәле 7 һаны.

Дәрестең маҡсаттары:

Йөкмәткегә ҡарата: сакраль һандар менән таныштырыу, ете һанының мәғәнәһен, билдәһен, символын аңлатыу.

Эшмәкәрлеккә ҡарата: телмәрҙе, фекерҙе үҫтереү; халыҡ ижадына һөйөү, ихтирам уятыу.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр.

Предмет буйынса: тексҡа анализ яһай, текстың идеяһын, проблематикаһын асыҡлай алыу.

Предмет – ара бәйләнеш: әҙәбиәт, башҡорт теле, математика, һынлы сәнғәт, рус теле.

Предмет –  ара универсаль уҡыу эшмәкәрлеге.

Шәхескә йүнәлтелгән: белем алыуға, танып белеү эшмәкәрлегенә ыңғай ҡарай, яңы белем-күнекмәләрен алыуға, булғандарынкамиллаштырыуға теләге бар.

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә, кәрәкле уҡыу ғәмәлдәрен, төрлө операцияларҙы планлаштыра (уҡытыусы һәм иптәштәре менән бергә йәки үҙ аллы), план буйынса эш итә.

Танып-белеү: схема һәм модель формаһындағы информацияны аңлай.

Коммуникатив: ҙур булмаған монологик телмәр төҙөй, аныҡ бурыстарҙы күҙ уңында тотоп, парлап уртаҡ эш башҡара.

Йыһаҙландырыу: мультимедия  проекторы, видео-яҙма, презентация, карточкалар.

Дәрес барышы

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Ойоштороу моменты. Психологик әҙерлек.

-        Уҡыусылар, бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән, улар менән иҫәнләшеп йылмайыу бүләк итәйек. Ултырығыҙ. Бөгөнгө дәресте башлайбыҙ.

Донъяла ғәжәп нәмәләр һәм төшөнсәләр бик күп.  Шулар араһында һан, иҫәп-хисап төшөнсәһе әйтеп бөткөһөҙ мөһим урын тота. Өҫтәүенә һандар  иҫ киткес матур,төҙөк , гармониялы системаны барлыҡҡа килтерә. Был система үҙенең камиллығы менән ысын мәғәнәһендәге юғары сәнғәткә яҡын тора.

-        Бер ҙә, Ике лә ғәжәп  һандар иҫәбендә. Сөнки бөтә нәмә ерҙә берҙәмлектән башлана. Беҙ иң элек берҙең ҡәҙерен белергә тейешбеҙ. Бер-ул һин дә, мин дә, ул да;  бер- Ҡояш, Ер, Илебеҙ. Атай,Әсәй.

Эпиграф

Һауаларҙа ете йондоҙ – ете ҡыҙ,

Ерҙә шатлыҡ бейей- ете ҡыҙ,

Етегәндең ете ҡуҙынан

Беҙ, башҡорттар, тыуған ырыуҙан.

Р.Шәкүр

- Өҙөк нимә тураһында? - Иғтибар итегеҙ, өҙөктә ниндәй һан йыш ҡабатланып килә?

Уҡыйҙар,яуап бирәләр.  

Был шиғырҙа ете ҡыҙ легендаһы, ете ырыу тураһында һүҙ бара.

Ете һаны йыш ҡабатланып килә.

Дәрестең темаһын билдәләп, маҡсатын асыҡлау.

Дәрестең темаһын билдәләргә беҙгә ошо ребус ярҙам итер (е/ләк,

слайд те/рпе - ете).

  • Уҡыусылар ете һаны ул башҡорттарҙа ниндәй һан ул?
  • Ете һаны башҡорт халыҡ ижадында йыш осраймы? Ҡайҙа йыш ҡулланыла?

  • Тимәк беҙҙең бөгөнгө дәрестең темаһы?

Ребусты сисәләр. Теманы асалар

Тылсымлы, мөғжизәле, сакраль.

Йыш, әкиәттәрҙә, легендаларҙа, мәҡәлдәрҙә, әйтемдәрҙә осрай.

Башҡорт халыҡ ижадында ете һаны.

Һүҙлек эше

  • Яңы теманы башлар алдынан, һүҙлек эше яҙып алайыҡ.

Һүҙлек эше

Ҡуҙ- утлы күмер; горячие угли

Ҡаҙыҡ-бағана;кол

Нәҙер-ниәт;обещание, намерение

Көйәнтә-коромысло

Сауап- изгелек; добро

  • Был һүҙҙәр һеҙгә дәрес дауамында кәрәк булыр.
  • Бөгөнгө датаны,теманы,эпиграфты, һүҙлекте дәфтәрҙәрегеҙгә күсереп алығыҙ.

Датаны,теманы,эпиграфты, һүҙлекте дәфтәрҙәренә күсереп алалар.

Төп өлөш. Яңы теманы аңлатыу

-        7 һаны халыҡ ижадында шулай киң ҡулланыла һәм берҙәмлек, ойошҡанлыҡ билдәһен аңлата. Шуға ла “Берҙәмлектә - көс” тигән халыҡ мәҡәле дәресебеҙҙең девизы булып торор. Яҙып ҡуйығыҙ.

-        Ә хәҙер, әйҙәгеҙ ете һаны менән мәҡәл, әйтем, йомаҡ, әкиәт, йыр, йәғни ете һаны менән бәйле нәмәлрәҙе иҫкә төшөрөп синквейн төҙөйөк.

-        Ә хәҙер слайдҡа ҡарайбыҙ.Унда нимә күрәһегеҙ?

- Ни өсөн бейеү шулай атала?

- Кем легенданы һөйләр?

- Эйе, был легенданың бер варианты.(слайд 5)

- Хәҙер ошо легенданың икенсе вариантын ҡарап үтәйек. (Видео)

- Уҡыған легенда менән видео-яҙмалағы легенда бер-береһенән айырылалармы?Нимә менән айырылалар?

- Ысынында, бәлки шулай булғандыр. Әммә халыҡ ете ҡыҙҙың тоғролоғон, батырлығын Етегән йондоҙ итеп күргеһе килә һәм мәңгеләштерә.

Девизды яҙып алалар, синквейн төҙөйҙәр.

Ете ҡыҙ бейеүенең һүрәте.

Ете ырыу берҙәм-легенданы һүрәтләй.Бер -нисә уҡыусы яуап бирә.

Әҙерләнеп килгән уҡыусы легенданың бер вариантын һөйләй.

Элек берәүҙең ете ҡыҙы булған. Етеһе лә матур, етеһе лә батыр икән. Ҡырға сыҡһалар, гел бергә йөрөйҙәр икән. Һоҡланмаған әҙәм заты ҡалмай, ти, быларға, ҡыҙыҡмаған йән эйәһе ҡалмай, ти.

Бер саҡ ҡыҙҙар тауға сыҡҡандар. Дейеү батшаһы быларҙы күреп ҡалған да арттарынан төшкән. Былар етәкләшеп тау башына менеп киткәндәр. Дейеү баҫтырып улар артынан килгән. Инде тотам, инде эләктерәм тигәндә, ҡыҙҙар берәм-берәм һикереп күккә ашҡандар.

Етеһе ете урынға боҫҡандар. Айырылмаҫ өсөн бер-беренә яҡын торорға тырышҡандар. Шул ете ҡыҙ ете йондоҙ булып ялтырай башлаған. Аҙаҡ уларҙы Етегән йондоҙ тип атағандар.

Видео-яҙма ҡарайҙар.

Бер-ике уҡыусы яуап бирә.

Ял минуты

Слайд 6.

 - Батырға ла ял кәрәк, булмаһа ял итеп алайыҡ.

“Етегән йондоҙҙо ете ҡат һанаһаң, сауап алаһың” тигән тиҙәйткесте өс тапҡыр уҡыу.

  • Был тиҙәйткесте элек балаларҙың телен шымартыу, зирәклеген арттырыу өсөн өйрәткәндәр һәм кис һайын ҡабатлатҡандар.

Тиҙәйткесте ҡат-ҡат уҡыйҙар.

Теманы нығытыу

Өс төркөмгә бүленәләр.

  • Ә хәҙер һеҙҙең алдығыҙҙа һүҙҙәр ята, шул һүҙҙәрҙе ҡулланып мәҡәл төҙөгөҙ. Кемдәр төҙөп бөтә, шул мәҡәлгә таянып бәләкәй генә хикәйә төҙөгөҙ.

- Уҡыусылар, беҙҙең дәрескә ете хат килде. Хатты уҡыу өсөн тәүҙә һорауҙарға яуап биреү кәрәк.( Ете конверт. Конверт тышында-һорау, эсендә теләк).

Мәҡәл йыялар, хикәйә төҙөйҙәр. Яҙған хикәйәләрен һәр төркәм уҡый.

Яуап бирәләр.  

1) Башҡорт ниндәй төп эштәрҙе башҡарырға тейеш? Яуап:үҙ телен ихтирам итергә , шәжәрәһен онотмаҫҡа, йолаларҙы тоторға һәм тыуған илен һаҡларға. Теләк: башҡорт рухлы булып үҫ!

2) Ете ырыу атамаларын әйт? Яуап: Юрматы,Үҫәргән,Бөрйән,Табын,Мең,Тамъян,Түңгәүер. Теләк: Башҡорт илен,телен, милләтен үҫтер!

3) Нимә ул бәхет? Яуап: Бәхет – ул үҙ тыуған ереңдә йәшәү. Теләк: Бәхет үҙ ҡулыңда!

4) Егәрленең ҡулы етәү мәҡәлен нисек аңлайһығыҙ?Яуып:бөтә эшкә лә өлгөр. Теләк: Кешегә изгелек ҡыл, бәхетле бул!

5)Ете һаны осраған әкиәттәрҙе һанап үт?Теләк: Кеше үҙ бәхетен үҙе ҡоя!

6)Ете ҙаны менән бәйле ниндәй персонаждар беләҙең? Яуап: Һәр кем үҙ халҡының тарихын,йолаларын, үҙ ырыуын белергә тейеш.Теләк: Илебеҙҙә халыҡ татыу, дуҫ йәшәһен, берҙәм йәшәһен!

7) Ете ҡат үлсә,бер ҡат киҫ мәҡәлен нисек аңлайһығыҙ?Ете һаны булған мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөп үт? Яуап: Әйтер һүҙеңде уйлап әйтер кәрәк. Теләк: Ете һаны юлығыҙҙа осрап торһон, бәхет килтерһен!

- Афарин! Дәрестә алған теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашыуын теләйем!

Йомғаҡлау

  • Уҡыусылар, бөгөнгө дәре һеҙгә оҡшанмы?Нимәһе менән оҡшаны?
  • Үҙеңә ниндәй яңылыҡтар алдың?
  • Шулай итеп, донъя күренештәрендә ете һанының урыны, уға бәйләнгән төрлө күренеш-картиналар тураһында байҡау яһаныҡ. Ысынлап та, “Берҙәмлектә - көс” икәненә яңынан бер инандыҡ, сөнки бөтә бирелгән эштәрҙе берҙәм ҡатнашып атҡарып сығарҙыҡ.

Яуап бирәләр. Дәресте йомғаҡлайҙар.

Өй эше биреү

1. Бында һүрәтләнгәндәрҙән тыш беҙҙең яҡта ҡулланылған ете һаны ҡатыш әйтемдәр, теләктәрҙе яҙып килтерегеҙ.

2. Ете һаны буйынса кроссворд төҙөргә. (Халыҡ ижадын ҡулланып.)

3.7 һанына реклама уйлап килегеҙ.

Өйгә эште яҙып алалар.

Баһалау

Баһалау таблицаларын тултырыу. Уҡыусылар үҙҙәренә баһа ҡуялар.

-        Дәресте йомғаҡлап шуны әйткем килә. Сәләмәт, уңған, аҡыллы булығыҙ, һәйбәт уҡығыҙ, туған телде яратығыҙ, туған телдә һөйләшегеҙ, ата-әсәйегеҙҙе тыңлағыҙ, ололарҙы иғтирам итегеҙ, дуҫ, берҙәм булығыҙ, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ.

-        Һаубулығыҙ!

Таблица тултырала. Тапшыралар.

Баһалау

ФИО................................................................................................................

Бөгөнгө дәрестә һүҙ нимә тураһында барҙы?

7 һаны менән бәйле нимәләрҙе белдегеҙ?

7 һанын хикмәтле тип әйтеп буламы? Ни өсөн?

Дәрес өсөн үҙеңә ниндәй билдә ҡуйыр инең?

Синквейн

Етегән йондоҙ                    ете ырыу

 

           

 Йәйғорҙың ете төҫө              Ете юл саты

Ете тау артында                           Ете ҡыҙ

Ете

Егәрленең ҡулы етәү      Ете теш араһынан хәбәр

                         

                                    Етәү берәүҙе көтмәй

Ете һанын күрһәң теләгең тормошҡа ашыр



Предварительный просмотр:

ЙӨКМӘТКЕҺЕ:

ИНЕШ......................................................................................................................3 

I БҮЛЕК. БАШҠОРТ ТЕЛЕН УҠЫТЫУҘА ДИДАКТИК УЙЫНДАРҘЫҢ ӘҺӘМИӘТЕ...........................................................................................................6

1.1. Фәнни әҙәбиәткә күҙәтеү................................................................................6 
1.2. Дидактик уйын төрҙәре.................................................................................11

II БҮЛЕК. БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ДИДАКТИК УЙЫНДАРҘЫ ФАЙҘАЛАНЫУ ЮЛДАРЫ................................................................................14 
2.1.Тел белемен үҙләштереү барышында дидактик уйындар ҡулланыу........14

2.2.Дидактик уйындар ярҙамында телмәр үҫтереү...........................................20 

ЙОМҒАҠЛАУ......................................................................................................25

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ.............................................................................27



Предварительный просмотр:

Тема: Ҡышлаусы ҡоштар (Зимующие птицы)

Эҙләнеү методы элементтары индерелгән интеграциялы дәрес

( Интегрированный урок с элементами метода исследования)

Цель:формировать умения использовать активный словарь в тексте на основе расширения и уточнения представлений воспитанников о зимующих птицах.

Задачи:

1.Коррекционно-образовательные: расширить представления о зимующих птицах на примере снегиря и синицы, обучать практическому исследованию предметов природы (учить выделять существенные признаки природных объектов, сформировать умение самостоятельно описывать, сравнивать предмет).

2.Коррекционно развивающие: увеличить активный словарь, развивать кругозор, корригировать психические процессы (внимание, логическое мышление (учить анализировать), зрительное и слуховое восприятие)

3. Коррекционно – воспитывающая: воспитывать доброе отношение к зимующим птицам, к окружающей природе, чувство удовлетворения от возможности применения знаний в практической деятельности (составление таблицы).

  • Здоровьесберегающие задачи:

1. Создать благоприятные условия для сохранения здоровья обучающихся: организовать двигательную активность.

2. Развивать тактильные ощущения.

3. Массировать рефлекторные зоны стоп с помощью массажной дорожки с целью общего воздействия на организм детей, улучшения кровообращения.

  • Прогнозируемый результат:

Обучающиеся должны:

  1. Научиться использовать элементы исследования при получении новых знаний.
  2. Учиться анализу,сравнению,обобщению.
  3. Расширить знания о зимующих птицах.

Оборудование: мультимедийный проектор (слайды с изображениями летнего,зимнего леса,птиц), аудиозапись с голосами птиц, готовые таблицы, массажная дорожка, сигнальные карточки.

I. Организационный момент.Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Чтобы хорошо все знать.

Мы с вами будем рассуждать.

Мы научимся читать,

Будем ум свой развивать.

Слайд 1 . Лес летом,пение птиц.

Ребята,мы с вами отправимся на прогулку по лесной тропинке.

Развитие тактильных ощущений. Массаж рефлекторных зон (стопы)

(Дети проходят по массажной дорожке под звуки леса (голоса птиц) (Аудизапись).

  • Ребята,каким стало ваше настроение? Какие чувства вы испытали?
  • Природа сама лечит нас, когда летом пойдете на речку,старайтесь босиком ходить по камням, это очень полезно для здоровья.
  • А чьи голоса мы услышали в лесу?
  • Сейчас какое время года?
  • Зима. (Слайд - Зимний лес).
  • А в зимнем лесу птицы поют?
  • Какие птицы остались зимовать у нас?
  • Как их называем?

Слайд 2: Показ рисунков зимующих птиц.

- Как живется им в лесу?

- Чем питаются?

Гипотеза: Проблема, которую мы будем решать на уроке - как помочь птицам зимой?

Давайте мы поможем нашим птицам.

II. Фонетическое упражнение: повторение произношения и правописания звука и буквы Ҡ

Ҡа-ҡа-ҡа, түҙә алмай һыуыҡҡа,

Ҡа-ҡа-ҡа,ҡоштар осто көньяҡҡа,

Һалҡын ҡыш үтеп киткәс,

Ҡайтыр улар был яҡҡа.

- Ребята, какой звук чаще всего встречался в стихотворении? (звук Ҡ)

На доске вывешена печатная буква Ҡҡ.

-А кто хочет написать на доске строчную букву Ҡ (сначала большую,потом маленькую )

- А теперь внимательно слушайте, я назову слова, если в них услышите звук ҡ, то поднимите сигнальные карточки , а если нет, то не поднимаете.

Ҡуян, кәбеҫтә,ҡарлуғас,аҡҡош, ҡаймаҡ, кәнфит, Ҡарһылыу, каток, ҡыш,ҡарға,ҡош

III. Актуализация опорных знаний.

Повторение тем «Цвета», «Части тела», «Числа»

Какие цвета встречаются в оперении птиц? ( Слова называют на русском языке, потом на башкирском).

Ҡыҙыл,йәшел,һары,зәңгәр,ҡара,һоро,күк.

Части тела : баш, арҡа ,түш,ҡойроҡ ( по картинке)

Показ чисел,перевод на русский язык: 20,9,23,32,14

IV. Физминутка (смена динамических поз)

«Гөлләлә» (аудиозапись)

1.Килегеҙ ҙә керегеҙ,

Килегеҙ ҙә керегеҙ ҙә,

Уйнағыҙ ҙа көлөгөҙ

Гөлләлә,гөлгөнә,

Гөләллә илләләйем.

2.Матур баҫа бит әле,

Матур баҫып бейеүҙәре

Күңелде аса бит әле.

3.Иҙәндәре бөгөлһөн,

Аяҡ тибеп бейегәндә,

4.Бар донъялар һелкенһен!

Упҡындары ел икән дә,

Һикереп төшөп бейеүҙәре

Үҙе бер ғүмер икән.

V. Изучение нового материала.

Ребята,какая птица изображена на картинке?

- Снегирь.

- А это что за птица?

- Синица.

- А вы знаете их названия на башкирском языке? Каких еще птиц знаете?

- Все ли птицы остаются зимовать в Башкортостане?

- Правильно,некоторые только остаются у нас.

- Почему они остались зимовать?

- Потому что они находят себе корм: ягоды рябины, семена, почки. шишки.

- Сегодня мы познакомимся с новыми словами, попробуем и проведем небольшое исследование.

VI . Работа с текстом.

  • Подготовительная работа к восприятию текста.

Словарная работа:

ҡыҙылтүш – снегирь

ҡарабаш турғай – синица

ауырлығы – вес

туҡлана – питается

көнбағыш - подсолнух

бөрө - почка

бөжәк – насекомое

1. Чтение словаря учителем.

2. Чтение обучающимися.

  • Чтение и перевод текста обучающимися

Слайд 3

  1. Ҡыҙылтүш - ҡышлаусы ҡош.Уның ауырлығы 32 грамм. Башы,арҡаһы,ҡойроғо ҡара төҫтә,түше - ҡыҙыл.Бөрө,еләк менән

туҡлана.

Слайд 4

2.Ҡарабаш турғай – ҡышлаусы ҡош. Ауырлығы – 25 грамм.

Башы - ҡара,түше - һары,арҡаһы – йәшел, ҡойроғо, ҡанаты зәңгәр төҫтә. Икмәк валсығы, көнбағыш, менән туҡлана.

VII. Исследовательская работа:

  • Сравнительный анализ прочитанного текста с опорой на предметные картинки птиц.

Слайд 5. Снегирь (Прослушивание голоса снегиря)

Ребята, внимательно рассмотрите картинку и опишите снегиря.

  • Какого цвета голова? Спина? (перевод) Крылья? Перевод Грудка?

Слайд 6. Синица (Прослушивание голоса синицы)

Дети описывают синицу.

  • Составление сводной таблицы.

Ҡоштар

вид

төрө

вес

ауырлығы

цвет грудки

түшенең төҫө

питается

туҡлана

ҡыҙылтүш

ҡарабаш турғай

  • Выводы по заполненной таблице.

VIII. Подведение итогов.

Беседа о том, что нужно беречь птиц,кормушка. Покормите птиц зимой. Птицы радуют нас пением.

IX. Обобщение полученных знаний. Птицы- сувенир в подарок детям.

Х. Оценивание.

ХI. Домашнее задание. Повторить словарь новых слов и раскрасить птиц по данным контурам.



Предварительный просмотр:

Контрольная работа по башкирскому языку для 5 класса.

  1. Прочитайте текст,  переведите на русский язык.

Минең әсәйем бик тырыш кеше. Ул мәктәптә балалар уҡыта. Әсәйем өйҙә лә күп эшләй: ашарға бешерә, бәйләй, кер йыуа.

Әсәйем баҡсала эшләргә лә ярата. Мин уға ярҙам итәм.

  1. Составьте правильные предложения

Мин уҡыйым китап.

      яҙа дәфтәргә Гөлназ.

ҡоя  Әсәй ҡоймаҡ.

  1. Определите падеж слов, написанных жирным шрифтом.

Мәктәпкә китте, бесәйҙән ҡурҡманылар, ҡояш күренде, Ағиҙел аръяғынан, балаларҙың бүлмәһе, ашханаға барам, суртандың ҡойроғо, иҙәнгә баҫты, ултырғыстан торҙо.

  1. В тексте найдите  глаголы, переведите на русский  язык. Спишите текст.

Минең өләсәйем ауылда йәшәй. Йәй көнө мин ауылға барҙым. Ауылда кешеләр иртә тора. Мин дә иртә тороға өйрәндем. Өләсәйем малдарҙы көтөүгә ҡыуа. Мин өләсәйемә ярҙамлашам. Олатайым ат менән бесәнгә бара. Мин дә уға ултырып барам. Беҙ өйгә бесән алып ҡайтабыҙ. Малдар бесәнде яратып ашай.

  1. Переведите на башкирский язык:

15 яблок                                          

23 ученика                                      

11 классов                                      

3 этажа

17 лет

  1. Найдите пары слов:

 килә                      входит

 инә                       приходит

 һикерә           берет

 китә                 прыгает

 ала                    ученик

 уҡыусы            школа

   мәктәп            уходит



Предварительный просмотр:

Тема: Еләк-емеш, йәшелсә.2 класс

Маҡсат:

Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.

Бурыстар:

1.Тема буйынса һүҙҙәрҙе нығытып китеү.  

Еләк-емеш, йәшелсә тураһында яңы мәғлүмәт алыу.

Емеш-еләкте, йәшелсәнән айыра белергә өйрәтеү.

2.Күреү һәләттәрен үҫтереү, тема буйынса һүҙлекте байытыу.

Йыһазландырыу:

дәреслек, мультимедиа проекторы, экран, карточкалар, һүрәттәр.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле. Сәләмләү.
  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Ултырығыҙ.
  • Ә һеҙ иғтибар иттегеҙме , бөгөн көн ниндәй? ( матур , ҡояшлы.) Ҡарағыҙ әле, яҙғы ҡояш нисек яғымлы итеп йылмая. Əйҙəгеҙ беҙ ҙə бер-беребеҙгə хəйерлекөн телəп, йылмайышып алайыҡ.
  • Бик яҡшы.
  • Ә бөгөн нисәнсе число?( 17 апрель)
  • Аҙнаның ниндәй көнө?(кесаҙна)
  • Дәфтәрегеҙҙе асып, яҙып ҡуйығыҙ.

17 апрель.

Кесаҙна.

Класс эше.

  1. Артикуляцион күнегеү.

– Бик яҡшы, хәҙер башҡорт хәрефтәрен иҫкә төшөрөп, телебеҙҙе шымартыпалайыҡ. Экранға ҡарағыҙ.

  • Мин уҡығанды иғтибар менән тыңлағыҙ.

- Башҡорт хәрефтәрен(буквы) табығыҙ. (ғ, ҙ, ә, ҡ, һ)

- бергә өндәрҙе ( звуки) дөрөҫ әйтәйек.

- беренсе юлын малайҙар, икенсе юлын ҡыҙҙар ,өсөнсө-дүртенсе юлдарҙы бергәләп уҡыйыҡ.

- Был юлдар нимә тураһында? (алма, баҡса)

III. Яңы тема өҫтөндә эш.

  1. Теманы, маҡсатты асыҡлау.
  • Бик яҡшы. Эште дауам итәйек. Иғтибар менән һүрәткә ҡарағыҙ. Нимә күрәһегеҙ?(…, ….., …, …, )
  • Улар нимә тип атала ?(еләк-емеш, йәшелсә).
  • Тимәк нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?( еләк-емеш, йәшелсә) Подумайте, о чем мы сегодня будем говорить?(овощи, фрукты)
  • Дәрестең темаһы? ( еләк-емеш, йәшелсә)

Значит, какая тема урока? « Овощи и фрукты»

(таҡтаға яҙып ҡуям)

  • Теманы дәфтәргә яҙып ҡуйығыҙ.

Маҡсат ҡуйыу.

- Темаға иғтибар менә н ҡарайбыҙ, беҙ уларҙың исемдәрен беләбеҙме? (Эйе, беләбеҙ) Дәрестә тағы ла нимәгә өйрәнергә тейешбеҙ?

( Был һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөргә) Ёще раз посмотрите на тему, чего мы не знаем?Чему мы должны научиемться на уроке?

( составлять с ними предложения)

  • Ә был тема беҙгә ни өсөн кәрәк?(Һөйләгәндә ҡулланыр өсөн)

А как вы думаете, для чего нам нужно изучать эту тему?

(употреблять в речи)

  • Яҡшы.

2.Электронный учебник

Ягоды, фрукты. Емеш-еләк.

  • Ә хәҙер уларҙың исемдәрен иҫкә төшөрөп китәйек.

А сейчас вспомним названия ягод, фруктов, овощей.

  • Был нимә?(алма…)
  • Тыңлайыҡ.
  • Ҡабатлайыҡ.
  • …..

По порядку назовем на башкирском языке .(дети говорят, учитель нажимает, слушают, повторяют)

  • Хәҙер тикшерәйек.
  • Таҡтаға кем сыға? (диктор һорай, уҡыусы кәрәкле һүрәткә баҫа. Берәмләп 3 уҡыусы сыға)
  • Ә уларҙы ниндәй төркөмгә бүлергә була?(емештәр, еләктәр)
  • На какие две группы можно разделить?

(ягоды – еләк тәр, емештәр – фрукты)

  • Ни өсөн? Почему? (алма, әфлисун- емештәр)

(потому что они фрукты - емештәр, а остальные ягоды - еләктәр)

  • Улар ҡайҙа үҫә?

Как вы думаете, где они растут?

  • В саду – баҡсала.(прикрепляю на доску)

Овощи.Йәшелсәләр.

  • Эште дауам итәйек.Ә хәҙер уларҙың исемдәрен иҫкә төшөрөп китәйек.

А сейчас вспомним названия ягод, фруктов, овощей.

  • Был нимә?(ҡыяр…)
  • Тыңлайыҡ.
  • Ҡабатлайыҡ.
  • …..

По порядку назовем на башкирском языке .(дети говорят, учитель нажимает, слушают, повторяют)

  • Хәҙер тикшерәйек.
  • Таҡтаға кем сыға? (диктор һорай, уҡыусы кәрәкле һүрәткә баҫа. Берәмләп 3 уҡыусы сыға)
  • Улар нисек атала?(йәшелсәләр)
  • ҡайҙа үҫәләр? (йәшелсә баҡсаһында)

Как вы думаете, где они растут?

В огороде – йәшелсә баҡсаһында. (прикрепляю на доску)

  • Бик яҡшы.

3. «Йәшелсә , еләк-емеште тап» уйыны. Работа в группах.

Слова для групп.

(алма, әфлисун, слива, груша, ҡыяр,помидор, кәбеҫтә, кишер, ҡарағат, сейә, миләш, балан)

  • Хәҙер төркөмдәрҙә эшләйек.

А сейчас мы поиграем в группах.

  • Был еләк-емештәрҙе, йәшелсәләрҙе кәрзиндәргә тултырығыҙ.

Перед вами лежат ягоды, фрукты, овощи. Распределить их по корзинам.

  • 1-се рәт - йәшелсәләр

1-й ряд собирает в корзину - овощи

  • 2-се рәт - емештәр

2-й ряд - фрукты

  • 3-сө рәт - еләктәр

3 –й ряд – ягоды

  • Нимәләр йыйҙығыҙ?

что вы собрали?

Отвечают командиры групп:

Кәрзиндә …, …, …. бар.

(перечисляет слова на башкирском языке)

  • Дөрөҫ әйттегеҙме?
  • Нимә Башҡортостанда үҫмәй ?

Какие из них не растут в Башкортостане.(апельсин)

  • Да, но вот в Уфе есть ЛИМОНАРИЙ ( прикрепляю слово на доску), в котором выращивают лимоны. Лимоны выращивают и дома. Но кто знает, может быть в будущем начнуть выращивать апельсины.
  • Ни өсөн көн дә еләк-емеш, йәшелсә ашарға кәрәк?

Зачем нам ежедневно употреблять овощи и фрукты?

  • Овощи, фрукты, ягоды не только вкусны, но и полезны
  • Сохраняют людям здоровье, поэтому необходимо употреблять в пищу.
  • Обеспечивают витаминами организм, человек становится сильным, меньше болеет.
  • Дөрөҫ, уларҙа витаминдар бик күп.

Да, правильно. Овощи, фрукты, ягоды обеспечивают витаминами организм, человек становится сильным, меньше болеет.

На доску прикрепляю слово ВИТАМИНДАР.

  • Уларҙы ашар алдынан йыуып ашарға кәрәк.
  • Обращаем внимание на соблюдение санитарно-гигиенических требований,что надо перед употреблением помыть овощи, фрукты, ягоды.

Физ.минутка.

4.Китап буйынса эш.

105-се бит, 1-се күнегеү.

Работа в парах.

  • Ә хәҙер китапты астыҡ, 105-се бит, 1-се күнегеүҙе таптыҡ.
  • Күнегеүҙең биремен уҡығыҙ.

Прочитайте задание.

  • Хәҙер мин уҡыйым, һеҙ тыңлағыҙ.

А теперь внимательно послушайте текст.(учитель читает)

  • Ниндәй һүҙҙәр аңлашылмай?

Какие слова вам не знакомы.

(йыйҙым – собрал) – прикрепляю на доску.

  • Һүҙҙе һүҙлек дәфтәренә яҙып ҡуйығыҙ.
  • Үҙ-аллы уҡыйбыҙ.
  • ….. менән…. уҡый.
  • Парҙар менән эшләйек. Өлгөгә ҡарап һөйләмдәр яҙабыҙ. Таҡталағы һүҙҙәрҙе ҡулланабыҙ.

А сейчас работаем в парах по образцу. Составляем свои предложения, используя слова .

Слова на доску прикрепляем.

1 –й ряд - ҡыяр,

2 – ряд - сейә.

3 – ряд - алма

  • Бер-беребеҙгә боролдоҡ, һөйләмдәрҙе уҡығыҙ.

Повернулись друг другу, читаем предложения.

  • Эштәрҙе тикшерәбеҙ – смайликтар күрһәтәбеҙ.

Оцениваем работу соседа. Достали смайлики. Какой смайлик подходит ответу соседа. (красный – не правильный, зеленый – правильный)

  • Беренсе һөйләмде ….. уҡый. Ҡабатлайбыҙ. Яҙабыҙ.

1 предл. читаем. Повторяем. Пишем самостоятельно.

  • 2-се, 3-сө һөйләмде таҡтаға яҙабыҙ. Таҡтаға … сыға.

2,3 предл. Я диктую. Пишем на доску.(один пишет ) остальн. в тетрадь.

  • Вывод.

Йәшелсәләр йәшелсә баҡсаһында , еләк-емештәр баҡсала үҫә.


д/з.

1.списать предложения.

2.читать выразительно.

3. написать предложения с другими овощами, фруктами.

(каждый выбирает себе задание) – написали в дневник.

V. Рефлексия.

  • Эштәребеҙгә йомғаҡ яһайыҡ. Экранға ҡарағыҙ.

Теперь урок подходит к концу. Подводим итоги. Смотрим на экран. продолжайте предложения.

  • Мин ……….белдем. Я узнал……
  • Мин ЛИМОНАРИЙ тураһында белдем.
  • Мин еләк-емеш, йәшелсәләр тураһында күберәк белдем.
  • Иҫемдә………. ҡалды. Я запомнил……
  • Иҫемдә еләк-емештәр, йәшелсә исеме ҡалды.
  • Мин…………өйрәндем. Я научился…..
  • Мин һөйләм төҙөргә өйрәндем.
  • ……………ҡыйын булды. Я затруднялся……
  • һөйләм төҙөргә ҡыйын булды.
  • Дәрес бөттө. Һау булығыҙ.

Урок окончен.  Спасибо.



Предварительный просмотр:

1

2

3

4

5

6

7

8

9

10

11

12

  1.  МЫ
  2. МЕЛ
  3. ЗИМА
  4. СНЕГ
  5. СОЛНЦЕ
  6. ОНИ
  7. КРАСИВЫЙ
  8. ОБЛАКО
  9. УРОК
  10.  КНИГА
  11.  БЕЛЫЙ
  12.  Я



Предварительный просмотр:

Тема . Һөнәрҙәр. Һөйләм төрҙәре.

Маҡсат Дәрестә яңы һүҙҙәргә, һөйләмдәргә өйрәнеү.

Балаларҙың телмәрен үҫтереү.

Эшкә, тырышлыҡа һөйөү тәрбийәләү.

Дәрес барышы.

Ойоштороу момент. Һаумыһығыҙ балалар.

Бөгөн класта кем дежер?

Бөгөн нисәһе?

Аҙнаның ниндәй көнө?

Арт. Күнегеү. Башҡорт теленең өн-хәрефтәрен ҡабатлау. Башҡорт телендә хайуан исемдәрен ҡабатлау.(карточкалар менән эш)

Яңы теманы өйрәнеү. Бөгөн дәрестә беҙ тылсымлы әкиәт иленә барасаҡбыҙ.Ә әкиәт иленә инер өсөн яңы һүҙҙәр өйрәнергә кәрәк.

Балыҡсы – рыбалов

Йырсы – певец

Һатыусы – продавец

Китапханасы – библиотекарь

Ашнаҡсы – повар

Төҙөүсе – строитель

Бейеүсе – танцор

Һөнәр – профессия

Тегенсе – швея

Мы сегодня окозались в стране сказок . А что за избушка стоит, из какой сказки “Теремок” дөрөҫ, “Тирмәкәй” әкиәтенән.

Бер аҡланда тирмә тора ти. Тирмә янынан сысҡан бара ти.

Тирмә тирмә тирмәкәй был тирмәлә кем йәшәй? Бер кем дә яуап бирмәне.

Улай булгас мин үҙем йәшәйем тип инергә әйткән ине , ишекте асалмай икән.

Ребята надо ему помочь открыть дверь.

1 Мы должны с вами правильно проговаривать новые слова. И запомнить их. (Игра с мячем)

Тирмә яныныан баҡа үтеп бара ти, ул да һорай икән, ти,

  • Тирмә тирмә тирмәкәй был тирмәлә кем йәшәй?
  • Мин сысҡан – йырсы. Ә һин кем?
  • Мин баҡа - китапханасы. Мине үҙеңә ал йәшәргә.
  • Әйҙә ин.

Баҡа ишекте асырға тырыша икән, ә ишек асылмай. Уға булышырға кәрәк.

2 Мы должны ему помочь. 1 - күнегеү 21 битәге . Тексты тыңла. Нимә аңланың, әйтеп ҡара. Бер нисә уҡыусы тасуири уҡый. Ошо шиғырҙан һөнәрҙәрҙе табығыҙ.

Тирмә яныныан ҡуян бара икән

  • Тирмә тирмә тирмәкәй был тирмәлә кем йәшәй?
  • Мин сысҡан – йырсы. Мин баҡа - китапханасы. Ә һин кем?
  • Мин ҡуян – бейүсе. Мине үҙегеҙгә алығыҙ йәшәргә.
  • Әйҙә ин.

Ҡуян ишекте асырға тырыша икән, ә ишек асылмай. Уға булышырға кәрәк.

3 Физ. минут

Тирмә яныныан бүре бара икән

  • Тирмә тирмә тирмәкәй был тирмәлә кем йәшәй?
  • Мин сысҡан – йырсы. Мин баҡа - китапханасы. Мин ҡуян – бейүсе. Ә һин кем?
  • Мин бүре – ашнаҡсы. Мине үҙегеҙгө алығыҙ йәшәргә.
  • Әйҙә ин.

Бүре ишекте асырға тырыша икән, ә ишек асылмай. Уға булышырға кәрәк.

Уға ишек асыла шул ваҡыта , ул аш бешерергә тейеш.

4 Ошо кәстрүлгә тк ашай торған әйберҙәрҙе һалырға кәрәк.

КИТАП, КИШЕР, ДӘФТӘР, САМАУЫР, КАРТУФ, КӘБЕҪТӘ, ИТ, ӨҪТӘЛ, УЛТЫРҒЫС, ҠӘЛӘМ.

Афарин ашыбыҙ бик тәмле булды.

Тирмә яныныан төлкө бара икән

  • Тирмә тирмә тирмәкәй был тирмәлә кем йәшәй?
  • Мин сысҡан – йырсы. Мин баҡа - китапханасы.Мин ҡуян – бейүсе. Мин бүре – ашнаҡсы. Ә һин кем?
  • Мин төлкө - тегенсе. Мине үҙегеҙгө алығыҙ йәшәргә.
  • Әйҙә ин.

Төлкө ишекте асырға тырыша икән, ә ишек асылмай. Уға булышырға кәрәк.

5 Уға ишек асыла шул ваҡыта , Төлкө күлдәк тегергә тейеш, ә уға ярзам итергә кәрәк.

бер

өс

биш

ике

дүрт

туғыҙ

һигеҙ

алты

ете

Тирмә яныныан айыу бара икән

  • Тирмә тирмә тирмәкәй был тирмәлә кем йәшәй?

Мин сысҡан – йырсы. Мин баҡа - китапханасы.Мин ҡуян – бейүсе. Мин бүре – ашнаҡсы. Мин төлкө - тегенсе. Ә һин кем?

  • - Мин айыу – төҙөүсе. Мине үҙегеҙгө алығыҙ йәшәргә.
  • Әйҙә ин.

Айыу ишекте асырға тырыша икән, ә ишек асылмай. Уға булышырға кәрәк. Уға ишек асыла шул ваҡыта, беҙ һеҙҙең менән һөйләмдәр төҙөргә тейешбеҙ. Схема буйынса

6 ҺИН ҮҪКӘС КЕМ БУЛАҺЫҢ?

МИН ҮҪКӘС … БУЛАМ.

  • Был ҙур тирмәлә татыу ғына сысҡан – йырсы, баҡа - китапханасы, ҡуян – бейүсе, бүре – ашнаҡсы, төлкө - тегенсе, айыу – төҙөүсе йәшәп яталар икән.

Слайд яңы һүҙҙәрҙе ҡабатлар өсөн.

Йомғыҡлау. Дәрестә нимәләргә өйрәндегеҙ?

Нимәләр эшләнек? Һ.б һорауҙар.

Баһалау.

Өйгә эш.

Яңы һүҙҙәрҙе ятлап кил.

Тема: Кәтибә Кинйәбулатова «Дуҫтарым күп». «Ҡылым» темаһын ҡабатлау.

Маҡсат: 1) ысын дуҫ тураһында төшөнсә биреү;

2) уҡыусылар араһында яҡшы мөнәсәбәт булдырыу;

3) ҡылым буйынса белгәндәрен иҫкә төшөрөү.

Йыһазландырыу: һүрәттәр, интерактив таҡта, Башҡортостан картаһы.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты.

- Һаумыһығыҙ!

- Һаумыһығыҙ, Гөлнур Батыргәрәй ҡыҙы!

- Кәйефтәрегеҙ нисек?

- Иртәнге ҡояш кеүек.

Башҡорт теле – дәүләт теле,

Өйрәнергә тип килдек!

Артикуляцион, фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау. Һәр хәрефтең дөрөҫяҙылышын ҡабатлау. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре менән һүҙҙәр,һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр уйлау.

Берәү, икәү,өсәү, дүртәү,

Бер ҡулымда биш бармаҡ.

Күҙем икәү, танау берәү,

Ҡолаҡтарым да икәү.

Шиғырҙы тасури итеп уҡырға өйрәнеү.

  1. Төп өлөш.

Инеш әңгәмә, уҡыусыларҙы дәрес маҡсаты менән таныштырыу. Өй эшен тикшереү.

Уҡытыусы: Бөгөн беҙ дәрестә дуҫлыҡ тураһында һөйләшәсәкбеҙ.Дуҫлыҡтың ҡәҙерле булыуы тураһында беләбеҙ. Ә хәҙер таҡталағы мәҡәлдәрҙе уҡып китәйек.

Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын.

Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар.

Дуҫың булмаһа – эҙлә, тапһаң – юғалтма!

Яңғыҙ ағасты ел һындыра.

Ауыр эште күмәк ҡул еңә.

(мәҡәлдәрҙе хор менән уҡыу, мәғәнәләрен аңлатыу).

- Был мәҡәлдәр нимә тураһында?

(дуҫлыҡ тураһында).

- Хәҙер дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө число, теманы яҙып ҡуяйыҡ.

Ун беренсе февраль

Шаршамбы

К. Кинйәбулатова «Дуҫтарым күп», «Ҡылым» темаһын ҡабатлау.

III. Дәреслектең 106 – сы битен асайыҡ һәм Кәтибә Кинйәбулатова «Дуҫтарым күп» шиғыры менән танышып китер алдынан К. Кинйәбулатова тураһында иҫкә төшөрәйек? Кем ул К. Кинйәбулатова?

(К. Кинйәбулатова – балалар яҙыусыһы).

К. Кинйәбулатованың «Ду6тарым күп» шиғыры 5өҫтөндә эш:

1) Һүҙлек эше.

Яңы һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙып ҡуйыу. Ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөргә.

Алъяпҡыс быуҙым – повязала фортуг

һый – угощение

Ваҡ – мягкий

Тиреп алыу – собрать

Йөҙөп килеү – приплывут

һауа – небо

2) шиғырҙы уҡытыусы тасури уҡый.

3) уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы.

4) сылбырлы уҡыу

5) рәтләп уҡыу

6) хор менән уҡыу

7) һорауҙарға яуап биреү.

а) шағирә нимә менән ғорурлана? Уның ниндәй шиғырҙарын уҡығанығыҙбармы?

б) географик атамаларҙы картанан күрһәтеп яҙып алыу;

в) кеше исемдәрен яҙып алыу һәм мәғәнәләрен аңлатыу;

г) башҡорт халыҡ аштары, эсемлектәрен яҙып алыу. Уҡыусыларҙан тағы ниндәй аштар, эсемлектәр белеүҙәре тураһында һорашыу.

д) Алъяпҡыс, Аҡъяр мәғәнәләренең яҙылышын аңлатыу.

е) ь,ъ билдәләренең дөрөҫ яҙылышына миҫалдар килтереү (көньяҡ, Яхъя …)

IV. Грамматик тема өҫтөндә эш.

- Хәҙер, ошо шиғырҙан ҡылымдарҙы табайыҡ. (уҡыусылар шиғырҙанҡылымдарҙы табалар. Уларҙы тәржемә итәләр)

V. Дәрестең төп темаһы буйынса инеш әңгәмә.

Дуҫлыҡ турһында һөйләшеү.

- Уҡыусылар, һеҙҙең дуҫтарығыҙ бармы?

- Улар ҡайҙа йәшәйҙәр?

- Кемде ысын дуҫ итеп әйтеп була?

- Дуҫтарығыҙға һәр саҡ ярҙам итәһегеҙме?

VI. Кроссворд сисеү.

Горизонталь буйынса:

1) йыл миҙгеле;

2) өрөп, тын тултырылған уйынсыҡ.

Вертикаль буйынса:

1) часто һүҙенең тәржемәһе;

2) кеше күңеленән сыҡҡан моң.

VII. Дәресте йомғаҡлау.

шулай, итеп беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәйек?

- Дуҫтарһыҙ йәшәп буламы?

VIII. Баһалау.

Бөгөн «5» ле билдәләре…,

«4» ле билдәләре,

«3» лө билдәһе…

IX. Өй эше.

Уҡыусылар, өйҙә үҙегеҙҙең дуҫығыҙ тураһында бәләкәй генә хикәйә төҙөп яҙығыҙ! Һау булығыҙ !


Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хәкимиәтенең мәғариф идаралығы Өфө ҡалаһы ҡала округы

Дим районынының сит телде тәрән итеп өйрәнеүсе

103-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе

“Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи

инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.

В.А. Сухомлинский

« Коммуникатив компетенцияны төркөмдәрҙә эшләү методтары нигеҙендә үҫтереү».

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Иҫәнбаева Зөлфиә Хәлит ҡыҙының методик тема өҫтөндә алып

барылған эше.

Өфө - 2018

Иҫәнбаева Зөлфиә Хәлит ҡыҙы

Өфө ҡалаһы ҡала округы Дим райрнының сит телде тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 103-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Белеме: юғары, М.Аҡмулла исемендәге педагогия университеты, 2016 йыл

Эш стажы: 1 йыл

Ҡаҙаныштары:

  • Район күләмендә уҙғарылған “Йырлайым һиңә, Башҡортостан” I урын. 2018 йыл.
  • Район күләмендә үткән “Һаумы,һаумы әкиәт” конкурсында “Тамашасы һөйөүе”номинацияһы. 2017 йыл.
  • Район күләмендә уҙғарылған “Йырлайым һиңә, Башҡортостан” II урын. 2017 йыл.
  • Дим районы администрацияһы исеменән рәхмәт хаты. 2018 йыл.

Методик тема: “Коммуникатив компетенцияны төркөмдәрҙә эшләү методтары нигеҙендә үҫтереү”.

ИНЕШ.

XXI быуат –фән быуаты, иҡтисадтың һәр тармағында юғары инновация һәм технологиялар менән эшләй белеү быуаты. Ул уҡытыусылар алдына яңы бурыстар ҡуйҙы. Быға тиклем йәшәп килгән ғәҙәти дәрестәр, тәрбиә саралары менән генә сикләнеп ҡалмайынса, яңыса эш итеүҙе талап итә. Уҡыусыларға белем биреүҙе генә түгел, ә белем алырға, алған белемдәрен тормошта ҡулланырға өйрәтеүҙе төп бурыс итеп ҡуя. Был беҙҙән белем биреүҙең яңы алымдарын һәм методтарын ҡулланып эш итеүҙе, бөгөнгө көн талаптарына яуап биргән дәрестәр ойоштороуҙы талап итә.

Яңы алымдарҙың барыһы ла күпмелер дәрәҗәлә сағылыш тапҡан төркөмдә эшләү технологияһы мине үҙенә йәлеп итте, айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты.

Белем биреүҙең Федераль дәүләт стандартарында ҡабул ителгәнсә, бөгөнгө көндә уҡыусыларҙа белем, оҫталыҡ, күнекмә булдырыу урынына төрлө компетентлыҡтар формалаштырыу ҡаралған. Мәктәпте тамамлаусы йәштәрҙең киләсәге ошо компетентлыҡтарҙың үҫеше менән бәйле”. Әгәр ҙә беҙ коммуникатив компетенлыҡты үҫтерһәк, балаға бирелгән белем “буш багаж” булып ҡалмаясаҡ, ә ул төрлө аралашыу ситуацияларында кәрәкле ҡоралға әйләнә. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының нигеҙендә белем биреүҙә хеҙмәттәшлекте ойоштороу һәм уны тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән коммуникатив һәләттәрҙе үҫтереү айырыуса мөһим. Тимәк, социаль заказдың белем сифатына талабы – коммуникатив компетентлы уҡыусы әҙерләү. Ул башҡаларҙы тыңлай, аңлай белеү, улар менән диалогҡа кереү, әңгәмәсенең фекерен иҫәпкә алыу, мәғлүмәтте ҡабул итеү һәм тапшырыу, хеҙмәттәшлек итә белеү оҫталығын үҙ эсенә ала.

Дөйөм алғанда, төркөмдә эшләү методтарын ҡулланыуҙың актуаллеге шунда:

  • белем биреү процесын тиҙләтә;
  • материалды үҙләштереүҙең сифатын яҡшырта;
  • уҡыусылар араһында коммуникатив компетентлыҡ формалаштыра;
  • хеҙмәттәшлеккә һәм яуаплылыҡҡа өйрәтеү;
  • уртаҡ ҡарарҙар ҡабул итеү;
  • уҡытыусы менән уҡыусы араһында хеҙмәттәшлек булдыра;

Психолог билдәләүенсә,  уҡыусыларҙың фекерләү, танып белеү әүҙемлеген, аралашыу һәләтен, хеҙмәттәшлектеә төркөмдәрҙә эшләп  арттырырға мөмкин.

Методик теманы башҡарыу планы.

Фәнни мәғлүмәт.

Коммуникатив компетентлыҡты С.Л.Братченко, Ю.И.Емельянов, О.П.Санникова, В.Д.Ширшов һәм башҡа ғалимдар өйрәнгән. Мәҫәлән, педагогия фәндәре докторы, профессор Трофимова Галина Сергеевна, коммуникатив компетентлыҡ “шәхес-ара аралашыу тәжрибәһенә, белем, тәрбиәлелек, үҫеш кимәленә бәйле, коммуникатив эшмәкәрлектең һөҙөмтәһен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән шәхестең гуманитар сифаттарына нигеҙләнгән интеграциялы “һәләт”, тип әйтә.

Башҡорт телен уҡытыу методикаһында был өлкәлә филология фәндәре кандидаты З.М.Ғәбитова, педагогия фәндәре кандидаты М.С.Дәүләтшина эшләй.

Методик теманың маҡсаты:башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү методтарын ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу.

Методик теманың бурыстары:

 төркөмдә эшләү методтарын өйрәнеү;

 ижади, шәхси эшмәкәрлекте күрһәтеү;

 педагогик эшмәкәрлектең алымдарын һәм формаларын тапшырыу;

 күнекмәләрҙе ваҡытында проблемаларҙы хәл итеүҙең ысулдарын эшкәртеү;

 эште дөйөмләштереү, системалаштырыу һәм биҙәү.

Төп принциптар:        

  1. Уҡыусыларҙың төркөмдә белемдәрен һәм аралашыу һәләттәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.
  2. Уҡыу материалын аңлы, системалы, коммуникатив нигеҙҙә өйрәтеү.
  3. Уҡыусыларҙың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.
  4. Теорияны практика менән бәйләп уҡытыу.

Гипотеза: төркөмдә эшләү технология элементтарын  урынлы ҡулланып  аралашыу ситуацияһы булдырып уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын, аралаша белеү оҫталағын арттырырға, интеллектуаль һәм коммуникатив һәләттәрен үҫтерергә, йәмғиәткә өлгөргән шәхес әҙерләргә була.

Планлаштырылған эш формалары, төрҙәре: методик берлекмәлә сығыш яһау, оҫталыҡ дәресе, практик-семинар, түңәрәк өҫтәл.

Тәғәйенләнеше: оҫталыҡ класы башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытҡан уҡытыусылар өсөн тәғәйенләнгән.

Көтөлгән һөҙөмтәләр: профессиональ компетентлыҡты үҫтереү, тәҡдим ителгән тема менән ҡыҙыҡһындырыу, эш стилен үҙгәртергә мотивация булдырыу.

Оҫталыҡ класының практик әһәмиәте: уҡыусыларҙы дәрескә ылыҡтырыу өсөн төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, методик ярҙам күрһәтеү һәм матбуғатта баҫтырыу өсөн мәҡәлә әҙерләү.

Дәрестәр уҡытыусы һәм уҡыусы араһында, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә нигеҙләнә. Уҡыусыларҙы эшкә ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында эш күберәк төркөмдәрҙә ойошторола. Төркөмдәге һәр бала үҙенең фекерен әйтә, башҡаларҙың фекерен ишетә ала. Дәрестәрҙең уңайлы яғы шунда: дәрестә бөтә бала ла һөйләшә, төркөмдәге балаларға үҙ фекерен еткерә.Балалар бер-береһен тыңларға, бергәләп ҡарар ҡабул итергә өйрәнәләр.

Беҙҙең төп маҡсатыбыҙҙың береһе - уҡыусыны аралашырға, хеҙмәттәшлек итергә өйрәтеү. Шулай итеп, төркөмдәрҙәге эш уҡыусыларҙы һөйләргә, аралашыуға өйрәтеүҙә бер уңышлы йүнәлеш булып тора. Был балаларҙың берҙәмлегенә, бергәләп фекерләшә белергә өйрәнеүгә килтерә. Балаларҙың активлығы, ҡыҙыҡһыныусанлығы арта, уларҙың аралаша белеү күнекмәләре үҫә. Дәрес ваҡытында ялҡауыраҡ уҡыусы ла фекер туплап ҡалырға мәжбүр

була, оялып, ҡыйынһынып тороусы уҡыусылар ҙа фекерен әйтә ала. Уҡытыусыға әйтергә оялһа, янындағы иптәшенә еткерә йә яҙып бирә ала. Элек дәрестә уҡытыусы бер нисә баланың ғына яуабын тыңлап өлгөрһә, был технология барышында кластағы барлыҡ уҡыусының да белемен баһаларға мөмкинлек тыуҙыра.

Эш этаптары:

2017-2018 уҡыу йылы. Тема буйынса теоретик мәғлүмәт туплау һәм берләштереп бер папкаға йыйып барыу. Башҡорт теле дәрестәрен төркөмләп эшләү технологияһына таянып ойоштороу. Методик берекмәлә методик тема буйынса сығыш яһау.

2018-2019 уҡыу йылы. Эшләнелгән эшкә йомғаҡ яһау. Уңышлы тип табылған эш алымдарын, дәрес өлгөләрен туплап йыйынтыҡ сығарыу.

Методик тема буйынса башҡарылған эштәр.

  1. 103-сө урта белем биреү мәктәбенең туған телдәр методик йыйылышында сығыш яһалды.
  2. Ҡазан ҡалаһында төркөмләп эшләү технологияһына нигеҙләнгән  дәрестәр ҡаралды.
  3. Методик тема буйынса таратма материалдар эшләнелеп түңәрәк өҫтәл ваҡытында таратылды.

Эштең һөҙөмтәһе:

  1. Уҡыусыларҙың башҡорт теле дәрестәрендә алған белем сифатын күтәреү, телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, аралашыу һәләттәрен арттырыу.
  2. Методик темаға нигеҙләнеп күргәҙмә материалдары, таратма материалдар әҙерләү.
  3. Уңышлы тип табылған алымдарҙы ҡулланып дәрес өлгөләре әҙерләү һәм уларҙы практикала ҡулланыу.
  4. Методик тема буйынса методик берекмә йыйылышында сығыш яһау.

Төркөмдәрҙә эш итеү - аралашыу оҫталығын үҫтереүҙең эффектив сараһы.

Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәтеү бөгөнгө көндә лә иң актуаль проблемаларҙың береһе булып тора.  Шуға күрә һәр уҡытыусы, баланы башҡорт теленә өйрәткәндә, уның һөйләү телмәрен үҫтергәндә үҙенең белеменә, ижадына таянып эшләргә, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыуға күп көс һалырға тейеш. Башҡорт теле уҡытыусыларының төп маҡсаты булып балаларҙы башҡорт телендә аралашырға, аңлашып-һөйләшергә өйрәтеү тора. Шул уҡ ваҡытта туған тел дәрестәрендә балаларҙы башҡорт телендә фекерләргә, ижади эшләргә лә өйрәтергә кәрәк. Ләкин башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ, күп милләтле республикабыҙҙың бөтә милләт вәкилдәре лә өйрәнә. Күпселек балалар өсөн башҡорт теле сит тел. Билдәле булыуынса, сит телде өйрәнеүе еңелдән түгел. Өйрәнергә теләк булмаған осраҡта бигерәк тә. Шуға күрә лә тәү сиратта телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк. Нисек рус мәктәптәрендә уҡыған балаларҙа башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға?

Урыҫ телле балаларға башҡорт теле уҡытыуҙың төп маҡсаты - аралашырға өйрәтеү. Аралашыу - фекер алышыу, ниндәйҙер мәғлүмәт биреү йәки алыу тигән һүҙ. Тыңлаусы булғанда ғына һөйләүсе була. Тимәк, аралашыу – ике яҡлы процесс. Уҡытыусының төп маҡсаты - дәрестә уҡыусының белем һәм тәрбиә дәрәжәһенә ярашлы рәүештә ыңғай йоғонто яһау, төрлө саралар ярҙамында тормошҡа ашырыу, үҫтереү, уҡыусыларҙа аралашыу мотивацияһы булдырыу, ә мотивация өйрәнеү барышында уҡыусылар үҙ эшенен реаль һөҙөмтәһен күргәндә, нимә булһа ла әйтә, әйтә, яҙа, аңлата, йәғни, башҡорт телендә аралаша белгәндә тыуған.

Аралашыуҙың телдән һәм яҙма формалары бар. Туған тел булмаған башҡа бер телде өйрәтеүҙең тәүге этаптарында телдән аралашыуға өҫтөнлөк бирелә, ул һөйләү һәм ишетеп аңлау аша ғәмәлгә ашырыла. Һөйләүсе үҙ фекерен иғлан итеү өсөн лексик, грамматик, фонетик яҡтан дөрөҫ булған тел үрнәге төҙөп әйтә. Был тәбиғи процесс һөйләмгә яҡын булған тиҙ ваҡыт эсендә башҡарылырға тейеш. Шулай булмағанда һөйләү һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе ижекләп "йыйыу" һәм әйтеүгә ҡайтып ҡала. Әйтелә торған фекерҙе ишетеп ҡабул итеүсе лә мәғлүмәтте шул уҡ тиҙлектә аңларға тейеш. Аралашыу ваҡытында ишетеп аңлау һөйләүгә ҡарағанда ҡатмарлыраҡ. Һөйләүсе, теләгән фекерен иғлан итеү өсөн, үҙенең белем дәрәжәһенән һәм мөмкинлегенән сығып, һәр лексик һәм грамматик материалды үҙе һайлай. Ә тыңлаусы, телмәр ағымын лексик берәмектәргә бүлеп, уларҙың мәғәнәләрен аңлап, үҙ-ара ниндәй грамматик бәйләнештә тороуҙарын асыҡлап, информацияны аңларға тейеш, һәм быға аралашыу аша ғына ирешергә мөмкин. Аралашыу процессында уҡыусы төрлө тембрлы тауыштарҙы, төрлө тиҙлектәге һөйләмде аңларға тейеш.

Телдән аралашыу өсөн кәмендә ике кешенең ҡатнашыуы кәрәк. Уҡыусыларҙың аралашыу оҫталығын үҫтереү бары тик аралашыу ситуацияһында, дөрөҫөрәге, телмәр ситуацияһында генә тормошҡа ашырыла. Был – үҙ-ара аралашыу, телдән һәм яҙма формала ни ҙә булһа хәбәр итә белеү, тел сараларынан файҙаланып, үҙ фекереңде дәлилләй белеү; парҙарҙа һәм төркөмдәрҙә эшләгәндә башҡалар менән эшлекле мөнәсәбәттәр урынаштыра белеү, файҙалы хеҙмәттәшлек итеү һәм эшкә ыңғай йоғонто яһау.

Береһе өсөн дә яңылыҡ түгел, белемде ғәмәлдә ҡулланғанда һәм башҡаларға тапшырғанда тиҙ һәм юғары сифатлы итеп үҙләштерелә. Аралашыу ваҡытында белемдәр актуалләшә, конкретлаша һәм нығытыла. Ә урыҫ телле балаларҙың башҡорт телен ҡулланыу өлкәһе юҡ дәрәжәһендә, сөнки улар иптәштәре менән дә, ата-әсәләре менән дә рус телендә аралаша. Шуға күрә алған белемдәрҙе һәм күнекмәләрҙе дәрестәрҙә нығытыу һәм камиллаштырыу өсөн парҙарҙа һәм төркөмдәрҙә эш итеү һөҙөмтәле сараларҙың береһе булып тора.

Эште парҙарҙа һәм төркөмдәрҙә ойошторғанда бер бала ла эшһеҙ ултырмай, һәр бер бала дәрескә йәлеп ителә, дөрөҫ булмаһа ла үҙ фекерен әйтә, фекерҙәрҙең төрлөлөгө арҡаһында бәхәстәр тыуа, сиселештең төрлө варианттары тикшерелә; дискуссиялар, диалогтар ваҡытында балалар үҙ-ара татыу алышалар һәм аралашырға өйрәнәләр.

Парҙарҙа эшләүҙе 2-се синыфтан уҡ ҡулланырға мөмкин. 2-се синыфта иң мөһим бурыс булып үҙ-ара аралашыу, үҙ-ара килешә белеү күнекмәләре булдырыу тора. Иң беренсе эш итеп аралашыу ҡағиҙәләре менән танышабыҙ:

-һөйләшкәндә иптәшеңә ҡара, уға исеме менән өндәш;

-парҙарҙа әкрен генә һөйләшеү;

-иптәшеңде иғтибар менән тыңла, сөнки булған хаталарҙы төҙәтергә, яуапты тулыландырырға, баһа бирергә кәрәк буласаҡ.

Бер парҙы таҡта янына саҡырып нисек эшләргә кәрәк икәнен күрһәтәм. Миҫал, 2 - се синыфта " Аҙыҡ- түлек" темаһын ҡабатлағанда парҙарға шундай эш бирелә: үҙегеҙгә оҡшаған аҙыҡ тураһында һүҙҙәр яҙығыҙ. Эш башланыр алдынан былар иҫкәртелә:

  1. парҙарҙа аҙыҡ-түлек тураһында һүҙҙәр яҙығыҙ;
  2. парҙарҙа кәңәшләшегеҙ һәм кемдең яуап бирәсәген хәл итегеҙ.

Яуап бирергә тороп баҫҡан баланан: һеҙ иптәшең менән һин яуап бирәсәге тураһында һөйләштегеҙме? – тип һорарға кәрәк.

Шулай уҡ төрлө ситуатив күнегеүҙәр буйынса диалогтар төҙөү ҙә бик отошло. Мәҫәлән, 5 – се синыфта  "Аҙыҡ-түлек магазинында" темаһын өйрәнгәндә балалар һатыусы ролендә лә, һатып алыусы ролендә лә булалар. Төркөмдәрҙә проект эше эшләргә, йәки “Лэп-бук” алымын ҡулланыуы уңайлы. Был лексик һәм грамматик белемдәрҙе үҙләштерергә, камиллаштырырға бик ҙур ярҙам итә.

Парҙарҙа эшләгәндә балалар бер-берһен иғтибар менән тыңларға, даими яуап бирергә әҙер булырға, һөйләргә, иҫбатларға өйрәнәләр. Ҡайһы бер балалар бөтә класс алдында яуап бирергә оялалар. Ә бына ҙур булмаған төркөмдәрҙә бала үҙ фекерен әйтә башлай, сөнки ул иптәшенең уны тыңлаясағын, уның кәрәк булғанда ярҙам итәсәген белә һәм үҙ-үҙен ышаныслы тота.

Ә төркөмдәрҙә эш итеү һәр балаға нимә бирә һуң, уның өҫтөнлөктәре нимәлә?

1.Уҡыусыға эмоциональ ярҙам күрһәтә, сөнки ҡайһы бер балалар синыфтан тыш уртаҡ эшкә керешеп китә алмай.

2.Үҙ-үҙеңә ышаныс тыуҙырырға, ҙур булмаған көсөңде бәхәстәрҙә һынап ҡарарға мөмкинлек тыуҙыра.

3. Һәр уҡыусының уйлау эшсәнлеген активлаштыра.

4. Һәр баланың класташтары менән аралашыу мөмкинлеге тыуа.

Төркөмдә эш итеү ҡағиҙәләре.

  1. Татыу эшләргә: бер-береңә иғтибарлы, тыңлаусан булырға, сит эштәр менән шөғөлләнмәҫкә, бер-береңә ҡамасауламаҫҡа, ваҡытында ярҙам итергә, уҡыусының күрһәтмәләрен үтәргә.
  2. План буйынса эшләргә.
  3. Биремде ваҡытында үтәргә:ваҡытты файҙалы ҡулланырға, башлаған эште аҙағына тиклем еткерергә.
  4. Төркөмдәге һәр бала үҙ эшен һәм уртаҡ эште яҡлай белергә тейеш.
  1. Төркөмдәрҙә эшләгәндән һуң рефлексия минуттары үткәреү файҙалы: Һин төркөмдә нисек эшләнең? Бер-бер артлы яңы хәбәр белдеңме? Төркөмдә эш итеү һиңә оҡшанымы? Кем менән эш итеү оҡшаны? Нимәләр һиңә оҡшаманы, ни өсөн? Төркөмдәрҙең эшен баһалағанда төп иғтибарҙы балаларҙың үҙ-ара аралашыуҙарына йүнәлтергә кәрәк.
  2. Миҫал, 9-сы класттарҙа "Ҡыш" темаһын өйрәнгәндә төркөмдәрҙә эш "ҡыш" һүҙе менән үҙ-ара оҡшаш булған текст табыуҙан башлана. Шунан һуң һәр төркөмгә рәсемдәр, терәк текст бирелә. Эш: рәсемгә исем бирергә һәм ошо темаға бәләкәй генә хикәйә төҙөп яҙырға. Һәр төркөмдөң фекере, тәҡдимдәре тыңлана. Шунан һуң уҡыусылар хикәйәнең планын төҙөйҙәр һәм мини- хикәйә яҙалар.

                                        слайд

Төркөмдәрҙә эшләү буйынса ҡайһы бер кәңәштәр.

1. Уҡыусының теләгенә ҡаршы килеп уны мәжбүр итеп уртаҡ эшкә ҡатнаштырырға кәрәкмәй.

2. Төркөмдәрҙә эш итеү 1-4-се синыфтарҙа 15-20, 5-9-сы синыфтарҙа 25-30 минуттан артмаҫҡа тейеш.

3. Синыфта абсолют тыныслыҡ талап итергә ярамай, сөнки һуңғы һөҙөмтәне күрһәткәнсе балалар үҙ-ара фекер алышырға тейеш. Синыфта махсус сигнал булдырырға, һәм тауыш норманан артып киткәндә шуның менән хәбәр бирергә (мәҫәлән, ҡыңғырау менән, йәки ҡул күтәреү,ҡул сабыу).

Алымдар

Маҡсаттар

Эш төрҙәре

Write-Round

(Финк-Райт-Раунд Робин) «Төркөмдәрҙә эшләү, уйла– яҙ, төркөмдәрҙә фекер

алыш».

Коммуникатив

күнекмәләрҙе

формалаштыра.

Төркөмдәрҙә

эшләү. Дәрес –уйын.

Mix-Pair-Share (Микс

Пэа) «Фекер йый ».

Хеҙмәттәшлекте формалаштыра.

Төркөмдәрҙә

эшләү.

Simultaneous Round

Table (Сималтиниус

Раунд Тэйбл) «Бер

ваҡытта төркөмдәрҙә яҙма эш».

Хеҙмәттәшлекте формалаштыра.

Төркөмдәрҙә

эшләү.

Corners (Конэрс)

«Мөйәштәр».

Тәнҡиткле фекер йөрөтөү күнекмәләрен камиллаштыра.

Төркөмдәрҙә

эшләү.

Джот тотс «Фекерҙәрегезҙе яҙығыҙ», Tic-Tac-Toe (Тик-Тэк-Тоу)

«Крестик һәм нолик».

Креатив фекер йөрөтөү күнекмәләрен камиллаштыра.

Төркөмдәрҙә

эшләү.

        Үҙ тәжрибәмдән сығып: “Парҙарҙа эшләү”, “Мейе штурмы”, “Дауам ит” уйынын, “Джот тотс – Фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ”, “Фекер йыйыу”, “Крестик һәм нолик” алымдарын отошло ҡулланырға мөмкин.

Башҡорт телен өйрәтеүҙә төркөмдәрҙә отошло алымдар.

 Башҡорт телен сит тел булараҡ өйрәтеү барышында коммуникатив уйындарҙы файҙаланыу уҡыусыны белем алыуға, уҡыуға дәртләндерә, унда фән менән ҡыҙыҡһыныу уята. Сөнки балалар уйыны ысын тормышты сағылдыра. Уйында балалар үҙҙәре хыялланған, күҙ алдарына китергән хәлдәрҙе, вакиғаларҙы тыуҙыралар. Уйын һәр ваҡыт текст менән бәйләп алып барыла. Хатта бер бала яңғыҙ ғына уйнағанда ла ҡурсағы менән һөйләшеп, әллә нисә тәҡдим әйтеп бөтөрә. Ә дәрестә балаға күп ваҡыт ике - өс һүҙҙе ҡушып ҡушып әйтеү, диалог ҡороу бик ауыр була, ҡайһы берҙәрен иһә бөтөнләй һөйләштереп булмай. Ошо хәлдән сығыу юлынан коммуникатив уйындарҙы ҡулланыу отошло. Дәреслектәге күнегеүҙәр үҙҙәре коммуникатив уйындар ойоштороуға тартып тора, сөнки һәр текстты уҡығандан һуң монологик-диалогик телмәр үҫтереү өсөн күп күнегеүҙәр, телмәр өлгөләре яҙылған. Әҙер диалогтар менән эшләгәндән һуң коммуникатив уйын дәрестәре үткәреү балаларҙың белемдәрен арттырырға, һөйләмдәрен камиллаштырырға ярҙам итә. Бындай уйындар ваҡытында уҡыусының психологик үҙенсәлектәрен ҡабул итеү мөмкинлеге арта, ә икенсенән, насар билдә алыуҙан шөрләү хисе юҡҡа сыға.

Коммуникатив уйын - текстты рольдәргә бүлеп уҡыу йәки хикәйәне сәхнәләштереү тигән генә һүҙ түгел. Коммуникатив уйын - уйланылған (шартлы), проблемалы ситуациялар булдырыу һәм уларҙы сағылдырыу (хәл итеү) тигән һүҙ.

 Ситуация аралашыуға стимул була. Бындай уйындар уҡыусыла коммуникатив компетентлығын формалаштырыуға ярҙам булып тора. Хәл-хәрәкәттәр менән әйтелгән текст хәтерҙә нығыраҡ һеңеп ҡала. Хәрәкәттәр менән башҡарылған әйтелгән һүҙ, уйланылған образды (һүрәтте) йәнлерәк итеп күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. Коммуникатив уйындар – аралашыу һәләтен үҫтереү, камиллаштырыу өсөн үткәрелә.

Коммуникатив уйындарҙы төрлө формала үткәрергә мөмкин.   Төркөмдәргә бүленеп уйнау (ғаилә, ял итеүселәр), уйын – эҙләнеү (етмәгән информацияны табыу), уйын - фантазия (класс бүлмәһе офисҡа, йәки ҡунаҡхана  бүлмәһенә әйләнә).

Мәҫәлән, 3-сө синыфта С.Әлибайҙың «Өсөнсөләр» шиғырын өйрәнгәндә “Бер һүҙ менән әйт!” уйынын ҡулланырға була.

Маҡсат: аралашыу ваҡытында интонацияның мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Кәрәкле материалдар: эмоциялар төшөрөлгән карточкалар.

Төркөмдә: 4 уҡыусы.

Ваҡыт:10-15 минут.

Йөкмәтке: Уҡытыусы уҡыусыларға эмоциялар төшөрөлгән карточкалар таратып бирә. Карточкаларҙы бер-береһенә күрһәтергә ярамай.

Артабан уҡытыусы уҡыусыла булған эмоцияны ҡулланып С.Әлибайҙың «Өсөнсөләр» шиғырын уҡып ишетереүҙе һорай. Ҡалған группалағы уҡыусылар шиғырҙың ниндәй эмоция менән уҡылыуын әйтергә тейештәр.

Шулай уҡ, 7 – се синыфта «Спорт – көс,һаулыҡ һәм матурлыҡ» темаһын үткән саҡта “Боҙоҡ телефон уйынын” актив ҡулланырға була.

Маҡсат: уҡыусыларға текстты иғтибар менән тыңлау, һораҙар биреү мөһимлеген еткереү.

Ваҡыт: 15-20 минут.

Уҡыусылар һаны: 10-30

Йөкмәтке: Уҡытыусы һәр төркөмдән берәр уҡыусының коридорға сығып тороуын һорай. Һуңынан класта ҡалған уҡыусыларға «спорт» темаһына текст уҡый. Коридорҙан кергән уҡыусыларға төркөмдәге

уҡыусылар текстты һөйләп бирәләр.    

Коммуникатив уйындар балаларға ҡатнашыу өсөн реаль шарттар тыуҙыра, шулай итеп класс бүлмәһенән дөрөҫ реаль тормошҡа күпер һала.

             

Йомғаҡлау

Урыҫ телле балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың метод һәм алымдары күп төрлө. Шуларҙы ҡарап танышыу, таныштырыу, тәржемә итеү, фекер алышыу, эксперимент методтарын ҡулланыу телгә өйрәтеүҙә яҡшы һөҙөмтә бирә. Төркөмдәрҙә эшләү технологияһын уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен, уҡытыуҙың маҡсаты һәм бурыстарынан, тәҡдим ителгән материалдың эстәлегенән, укыусыларҙың белем дәрәжәһенән, тел һәм һөйләү материалын үҙләштерә алыу мөмкинлегенән сығып файҙаланыу тейешле һөҙөмтә бирәсәк.

Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. Өфө, НМЦ Педкнига, 2008 204 бит.

  1. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен

заманса уҡытыу. Өфө: Китап, 2009.-176 бит.

  1. Выготский Л. С. Педагогическая психология, Москва – 1999 – 536 с.

ПЕДАГОГИКА-ПРЕСС.

  1. Гальперин П.Я. Методы обучения и умственное развитие ребенка.  

М.: Просвещение,1985.

  1. Ғәбитова З.М., Баһаутдинова М.И. һ.б. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт

телен уҡытыу. – Өфө. БМҮИ, 2008.

  1. Дәүләтшина М.С. Дәрес: уйланырға урын бар // Башҡортостан

уҡытыусыһы. 2006 №4. 17-20 б.б.

  1. Дәүлтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле

дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се киҫәк. – Өфө: китап, 2010 – 120 бит.

  1. Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы:

башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 2-се киҫәк. – Өфө: китап, 2011 – 88 бит.

  1. Как проектировать универсальные учебные действия в начальной

школе. От действияк мысли: пособие для учителя / [А.Г. Асмолов,Г.В. Бурменская, И.А. Володарская и др.]; подред. А.Г. Асмолова.

2-е изд. – М. : Просвещение,2010.

  1. Мильруд Р.П. Настольная книга преподавателя иностранного языка:

Справочное пособие. – Мн.: просвещение, 1991 – 187 с.

  1. Сысоев П.В. Спорные вопросы коммуникативного контроля умений

учащихся воспринимать речь на слух // иностранные языки в школе. – 2008 - №1. – С. 8-14.

  1. Руденко Т.П. Привитие навыков межкультурной коммуникации на

занятиях по английскому языку. Межкультурная коммуникация. Материалы региональн. Науч.Конференции.Омский гос. Университет. Омск,1999.

  1. Тикеев Д.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Һайланма мәҡәләләр.

Өфө, «ТөркҒилем» нәшриәте,2002, 267 бит.

  1. Толомбаев Х.А. Башҡорт телен уҡытыуҙа көнүҙәк мәсьәләләре.

(“Башҡортостан уҡытыусыһы”, №5, 2005 йыл, 36-38-се биттәр).



Предварительный просмотр:

Однозначность и многозначность слова в русском и башкирском языке

Слово – целенаправленная единица языка. « Слово – писал В. В. Виноградов, - есть единица, неотступно представляющая нашему уму как нечто центральное во всем механизме языка» [1].

Слова бывают однозначными и многозначными.  Однозначными бывают слова, имеющие одно лексическое значение.

Многозначность (полисемия) слова – важнейшее средство экономии словарного состава языка [2]. Нельзя представить себе язык, в котором каждый предмет, признак, действия назывались бы отдельными словами. Овладеть таким языком и пользоваться им было бы трудно. Поэтому в языке появились многозначные слова. Люди обнаруживали сходство между окружающими их предложениями и называли новые предметы имеющими словами. Так, слово гребень – « приспособление для расчесывания волос» послужило названием для других предметов, сходных по внешнему виду; гребень петуха – «мясистый нарост на голове»; гребень волны – «верхний край волны»; гребень горы –

«верхний край горы, вершина горы»; гребень земли – «узкая гряда земли, получающаяся при пахоте плугом». У всех этих предметов имеются части, напоминающие зубья гребня для расчесывания волос, поэтому для них называния использовано одно и то же слово. В данном случае сработал закон экономии, иначе потребовались бы еще четыре слова. Язык же ограничился одним словом гребень для названия пяти разных предметов [2].

Для примера возьмем еще слово речь. Оно тоже многозначно:

  1. речь - разговор, беседа. «Умные речи приятно и слушать. Об этом речи не было (ничего не говорилось)».
  2. разновидность или стиль языка. «Устная и письменная речь».
  3. публичное выступление. «Выступить с речью».
  4.  способность говорить, говорение.  «Владеть речью».
  5. звучащий язык. «Русская речь музыкальна».

Многозначные слова в русском языке – это его лексическое богатство  [1].

Среди лексических значений многозначного слова одно по происхождению является начальным, исходным (непроизводным), а остальные – производными, появившимися позже. Между ними имеется смысловая (семантическая) связь, что объясняется сходством предметов, обозначаемых данным словом[2]. Хотя в толковых словарях эта связь не всегда отражается, однако она осмысливается языком сознания говорящих и ее можно легко восстановить.

 Многозначность слова присуща и  башкирскому языку. Например, слово баҫма, имеет несколько значений:

  1. баҫма – мостик,
  2. баҫма – в значении не наступай.

      Для обозначения наименования какого-либо предмета, признака, действия в языке имеется следующие возможности: заимствовать чужое слово; использовать диалектное или просторечное слово; образовать новое слово из имеющихся слов по правилам русской грамматики; использовать имеющееся слово, придав ему новое значение. В последнем случае у этого слова возникает новое лексическое значение в результате переноса данного наименования на другой предмет (признак, действие), для которого придумывается название.

      В толковых словарях каждое лексическое значение слова помещается под очередным номером.

Баш.яз

Рус яз.

Значение

Таш йөрәк

Ледяное сердце

О человеке без эмоций, без любви

Алтын ҡуллы

Золотые руки

Специалист, мастер, знаток своего дела

Йоморо баш

Круглая голова

В значении очень умный

Баш ватыу

Ломать голову

Думать о чем-нибудь, искать выход

Башын юғалтты

Потерять голову

Увлечься,потеряться,полюбить до безумия

Ҡул ҡаушырып ултырыу

Сидеть сложа руки

Ничего не делать

Танауы төшкән

Нос повесил

грустный

Ярһыған йөрәк

Разбитое сердце

Измученный страданиями

Әсе тел

Колючий язык

Человек,который говорит все на прямую

Үҙеңде ҡулда тотоу

Держать себя в руках

собранность

Ял итмәй эшләү

Работать не покладая рук

Работать без отдыха

Ҡул күтәрҙе

Поднял руку

В значении ударил

Аяҡ-ҡулдар бәйле

Связать по рукам и ногам

Лишить воли

Буш ҡул менән ҡалыу

Уйти с пустыми руками

Остаться без ничего

Башын әйләндереү

скружить голову

Кружить голову

Баштан сыккан

Из ума вон

забывать

Башта тотоу

Держать в голове

Не забывать

Переносные значения слова возникают из прямого на основе сходства признаков: “потерять голову – ломать голову”; “растет лес – вывозить лес – лес рук”. Иногда действия людей приписываются неживым предметам. Например: “природа спит (т.е под снегом )”.

Здесь о природе сказано, как о человеке. {3}  

      Устойчивые, неразложимые сочетания слов, имеющие единое, целостное значение, равное значению отдельного, называются фразеологизмами .

Работать спустя рукава

Лениво, без желания, күңел бирмәй

Сидеть сложа руки

Без дела,бедельничать, ҡул ҡаушырып ултырыу

 ҫ:ҙһ?№-ңү-№?һҙ:ҫҫғғҡ

Находится у черта на куличках

Далеко, ҡаф тау артында

Куры не клюют

Много, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел

И в башкирском языке используются фразеологизмы. Например, башкирские фразеологизмы и русские эквиваленты.

Икеһе лә бер ҡалыптан

Два сапага пара

Энә төртөр ер юҡ

Иголку негде воткнуть

Иҫе лә китмәй

И в ус не дует

Борсаҡ бешмәй

Кашу не сваришь

Елдәр иҫкән

Ищи ветра в поле

Йөҙгә берәү тулмаған

Не все дома

Эттән алып эткә һалыу

На чем свет стоит

Түбәһе күккә тейгән

Летать на седьмом небе

Доказательством тому, что слова многозначны,  приведу примеры из стихотворения В.Суслова «Как работает слово».

Примеру тут можно найти без труда,

Возьмем хоть короткое слово вода.

Вот я был мальчишкой, да детство прошло,

С тех пор много воды утекло.

О смелом мы вправе сказать наперед:

Такой сквозь огонь и сквозь воду пройдет!

А гуси и утки – сухие всегда.

Почти каждое из входящих в стихотворение слов многозначны . В самом деле: слово вода означает вещество, и в то же время означает время.

Развитие многозначности слова - это длительный исторический процесс. Многие слова в русском языке и в башкирском языке имеют большое количество значений: бить, жизнь, идти др. Следует отметить, что базой для образования новых значений слова может быть основное, прямое значение слова, тогда от него образуется ряд новых значений. Новое значение может быть образовано и от переносного значения слова (как результат вторичного, последовательного переноса).

     Литература:

1.Виноградов В.В.  Грамматическое учение о слове. –М., 1972, -с.90.

2.Русский язык, учебник для 6 кл. – Уфа: Китап, 2012. –С. 20-22.

3.Успенский Л.В. По истории языка. -М.: Детская литература,1980. - С. 270.