Халыҡ ижадынан

Иҫәнбаева Зөлфиә Хәлит ҡыҙы

image

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл duslyk_hakynda_mkldr.docx11.16 КБ
Microsoft Office document icon mkldr.doc27 КБ
Файл tizytkestr.docx12.32 КБ
Файл 1poslovitsa.docx10.4 КБ

Предварительный просмотр:

ДУҪЛЫҠ ХАҠЫНДА МӘҠӘЛДӘР

1.Дуҫ булһаң,дуҫ ҡәҙерен онотма.

2.Дуҫ дуҫ өсөн мал бирер,яу килгәндә йән бирер.

3.Дуҫ-дуҫтың көҙгөһө.

4.Дуҫ илатып өйрәтер,дошман көлдөрөп көйрәтер.

5.Дуҫ килгән көн-байрам көн.

6.Дуҫ көлгәндә беленмәй, бөлгәндә беленә.

7.Дуҫ һөйөнһөн,дошман көйөнһөн.

8.Дуҫ хаҡы өсөн йән фиҙа.

9.Дуҫ әйтһә –ҡалма,дошман әйтһә-барма.

10.Дуҫты тапҡансы эҙлә,тапһаң-һаҡла.

11.Дуҫы күпте яу алмай.

12.Дуҫһыҙ кеше-ҡанатһыҙ ҡош.

13.Дуҫың күп булһа,дошманың үҙе үлер.

14.Дуҫың ниндәй-ҡәҙерең шундай.

15.Дуҫың яныңда булмаһа,донъяның йәме юҡ.

16.Ике яҡшы дуҫ булһа,ике аранан ҡыл үтмәҫ.

17.Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын.

18.Кейемдең яңыһын маҡта,дуҫтың иҫкеһен маҡта.

19.Дуҫыңды дуҫ итә бел,эшеңде эш итә бел.

20.Дуҫың һуҡмағына үлән үҫтермә.



Предварительный просмотр:

Мәҡәлдәр

Ағасты япраҡ биҙәй,кешене хеҙмәт биҙәй.

Ашаған аш табыр,эшләгән эш табыр.

Ашыҡҡан ашҡа бешкән.

Бер көн артта ҡалһаң,биш көн йүгерерһең.

Биште эшләгәнсе,берҙе еренә еткереп эшлә.

Һөнәрле ҡул ас булмаҫ.

Тыуған илдең туҙаны ла ҡәҙерле.

Ата-инәңә ни ҡылһаң,алдыңа шул килер.

Бала бар ерҙә батша юҡ.

Егет булһа,егәрле булһын.

Батыр даны-көрәштә.

Кешегә ҡарап кейем киҫмә.

Эт менән эт булма.

Яҡшылыҡ онотола,яманлыҡ онотолмай.

Ут менән уйнама-бешерһең,

Кешегә соҡор ҡаҙма-үҙең төшөрһөң.

Аңлыға бер әйт,аңһыҙға мең әйт.

Белем ашарға һорамай,үҙе ашата.

Юғалған аҡса табыла,юғалған ваҡыт табылмай.



Предварительный просмотр:

1.Мин күктә,һеҙ ерҙә!

Мин күктә ,һеҙ ерҙә!

Бик рәхәт миңә үрҙә,

Ҡурҡыныс түгел бер ҙә!

 2.Мәктәптәр матур биҙәлгән,

мәктәптәр ишеге асыҡ.

Балалар уҡырға бара,

Шатланып,дәртле баҫып.

3. .Мейес башында биш бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы.

Биш бесәйҙең биш башына

Емерелмәһен мейес ташы.

  4.Әйтсе миңә, әйтсе миңә,

  Әйтсе серен, әсәкәй!

  Әллә һин бешергәнгәме,

  Бигерәк тәмле әпәкәй!

                        (А.Игебаев)

5.Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.

6.Бәҙриҙең бөҙрә Бәҙәре биҙәкһеҙ биҙрәһен биҙәкләткән.

7.Һары һаҡаллы Һаҙыйҙың һары Һарығолағы һары һаламда ята.

Усыма усаҡтан уҫаҡ осҡоно осто.

Турғайлы туғайҙағы талға тамға тамғалағандар.

Ҡыйын өҙҙөрттөрҙөләр,сүбен өйҙөрттөрҙөләр,саңын өрҙөрттөрҙөләр.

.Беҙҙең кәзәбеҙ мөгөҙлө,һеҙҙең кәзәгеҙ мөгөҙһөҙ..

Эй энекәш, энекәш,

  Этең этлеген итә,

  Эш эшләп этләнгәедә,

  Тота ла тешләп китә

  Эт эшенең эҙемтәһе-

  Минең йыртылҙан күлдәк.

  Эргәмдә юҡ энә, еп тә,

  Торам эт кеүегерәк.

                           (И.Морат)

 . Өләсәйем.

  Өйҙәгеләрҙе өҙлөкһөҙ

  Өйрәтә өләсәйем:

  “Өлкәндәр өгөт өләшә,

  Өгөттәр өләшәйем!

  Өлкәндәр өмөт өләшә-

  Өмөттәр өләшәйем!”-

  Өҙөлөп- өҙөлөп,

  Өҙөлөп- өҙөлөп,

  Өндәшә өләсәйем.

                                (Ә.Әхмәт-Хужа)



Предварительный просмотр:

1. Арғымаҡ менгән арымаҫ.

2. Атлы ир-дәртле ир.

3. Атты сыбыртҡы менән ҡыума, һоло менән ҡыу.

4. Аты барҙың дуҫы бар.

5. Ирҙең моңдашы ла ат,

 юлдашы ла ат.