Дәрестән тыш саралар

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ

Предварительный просмотр:

Сценарий “Батырҙар бәйгеһе - 2015”

Алып барыусы. 

Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн!

Дуҫтарым, йыйылығыҙ.

Уйында ла, йыйында ла

Бер булһын уйҙарығыҙ!

Ҡәҙерле ҡунаҡтар, балалар һәм ҡыйыу бәйгеселәр!

Беҙ бөгөн “Батырҙар” бәйгеһенә йыйылдыҡ. Ул Халыҡ-ара туған тел көнөнә һәм Ватандар һаҡлаусылар көнөнә арналған.

Халҡына йәне ҡушылған,

Дошмандан илен ҡурсыған,

Эйәрләп атҡа аталанған,

Ажғырып яуға ташланған, -

Илдең батыры шул булыр,

Илдең күрке шул булыр, - тигән халыҡ батырыбыҙ Салауат. Бөгөн һеҙҙең алдығыҙҙа беҙҙең батырҙарыбыҙ аҡыл, көс һәм зирәклектәре менән көрәшәсәктәр. Шулай итеп батырҙар һеҙ әҙерһегеҙме? (Әйе).

Алып барыусы. 

Баш өҫтөндә ҡылыс ялтлаһа ла,

Ата-бабам илен һатмаған;

Урал тауҙай ҡорбан бирһә биргән,

Бөркөт булып ерен һаҡлаған.

5 “А” класс уҡыусыларын “Бөркөттәр” бейеүе менән беҙҙең конкурсыбыҙҙы асып ебәрергә саҡырабыҙ.

“Бөркөттәр” бейеүе

Алып барыусы. Рәхмәт беҙҙең бөркөттәргә! Ә хәҙер һеҙҙе жюри ағзалары менән таныштырып үтәйек:

  1. Ҡаһарманова Зөлфийә Ғәбит ҡыҙы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы мәғәриф алдынғыһы. БР атҡаҙанған уҡытыусыһы.
  2. Хәбибуллина Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
  3. Муллағолова Аида Самат ҡыҙы – өлкән вожатый.

Алып барыусы.  Көсөң барҙа көрәшеп ҡал, егәрең барҙа ярышып ҡал! - тигән халыҡ мәҡәле менән бөгөнгө бәйгебеҙҙе башлайбыҙ.

1-се конкурс: “Танышыу”. Батырҙар үҙҙәрен ҡыҫҡаса ғына 1-2 минут эсендә таныштырып үтәләр. Команданың исемен һәм девизын әйтеп ишеттерәләр.

Командаларға әҙерләнергә ваҡыт бирелә. Командалар сығыш яһай.

Алып барыусы.  Афарин! Жюри ағзалары һәр бер бәйгесегә тейешле билдә ҡуйғансы беҙ үҙебеҙҙең көйәрмәндеребеҙ менән танышып китәйек. Улар ҙа беҙҙең өс төркөмгә бүленгән. Һәм беҙ уларға ла   “Файнворд” конкурсын тәҡдим итәбеҙ. Унда улар Башҡортостандың ҡала исемдәрен табырға тейеш була. Ә  бәйгеселәрҙе икенсе һынау көтә.

2-се конкурс: 

Уҡ-һаҙаҡлы батыр ир,

Уҡталған аттан йығылып,

Аяҡ ҡулы ҡаймығып,

Яуҙан ҡалһа - шул яман.

“Батырҙар сабышы” (тоҡ кейеп, атта сабыу һәм ҡалаҡта йомортҡа ташыу).

Ярыш уҙа.

Алып барыусы. Афарин! Жюри ағзалары һәр бер комадаға тейешле билдә ҡуя.

Алып барыусы. Беҙ башлайбыҙ ҙур алыш,

Бәйгебеҙҙә ат сабыш.

Етеҙҙәр, ҡушылығыҙ,

Көслөләр өсөн ярыш.

Алып барыусы. Бөтәһенә лә был уйын таныш. Уны яратып уйнайҙар. Беҙ уны аҙ ғына үҙгәрттек. Конкурстын шарттары буйынса 1 –се  батырҙар сабышты ағас атҡа ултырып башлайҙар, 2-селәр  тоҡҡа, 3-сөләр ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерәләр. 

Уйын барышында музыка яңғырай.

Алып барыусы. Афарин!

3 –сө конкурс. Башҡорт батырҙары көс һәм батырлыҡ менән генә түгел, аҡыл һәм зирәклек менән дә айырылып тора. Хәҙер капитандар ярышы “Серле йомғаҡ”. Кем тиҙерәк йомғаҡтарҙы тағатып, киренән йомарлай һәм эсендәге алтындай халыҡ һүҙҙәрен уҡый.

* Ир- егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.

* «Халҡым» тигән ир - алтын.

* Ат тауҙа, егет яуҙа һынала.

Афарин! Жюри ағзалары тейешле билдә ҡуйғансы, беҙ көйәрмәндәргә тағы бер эш тәҡдим итәбеҙ.......

4-се конкурс. “Көлкөлө бүләктәр”. Ике һауыт: беренсеһендә бүләк исемдәре, икенсеһендә бүләктәрҙе ни эшләргә кәрәклеге яҙылған карточкалар. Беренсе конверттан һәм икенсе конверттан карточка алып, дөрөҫ яуаптар әҙерләргә. Кем беренсе тамамлай,  шул командаға беренсе һүҙ бирәбеҙ.

Бүләктәр

Улар менән ни эшләйем?

Сәтләүектәр

Ярам, ашайым

Бесәй балаһы

Ҡулыма алам, иркәләйем

Статуэтка

Шкафҡа ҡуям һәм һоҡланам

Ат

Киҫәктәргә бүлгеләп ашайым

Ҡыҙҙырылған тауыҡ

Ҡасмаһын өсөн ҡоймаға бәйләп ҡуям

Кәзә

Үтекләйем һәм кейәм

Күлдәк

Аквариумға ебәрәм

Алтын балыҡ

Мунсаға алып китәм

Һабын менән йыуғыс

Һыу һибәм, үҫтерәм

Сәскәләр

Атланам һәм еләм

Алып барыусы. Афарин. Жюри ағзаларна һүҙ бирелә!

Ә хәҙер һеҙҙең алдығыҙға 5 “А” класс уҡыусыларының “Яулығым” бейеүе.



Предварительный просмотр:

Сценарий школьного конкурса Һылыуҡай-2016

Ведущий за кулисами:

Һин йырлаһаң, ҡоштар тынып ҡала,

Оттоңмо әллә былбыл тауышын

Шул моңһоу йыр һаман хәтерләтә

Йылғаларҙың серле ағышын

Башкирская народная песня “Ҡыйғас ҡара ҡаш ҡынам”

Көй.Ҡыҙҙарҙың исем-фамилиялары әйтелә

Ведущий1: Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар!

Ведущий2: Хәйерле көн, хөрмәтле тамашасыларыбыҙ! Һеҙҙе барығыҙҙы ла бөгөнгө матур байрам «Һылыуҡай – 2016» конкурсында ихлас тәбрикләйбеҙ.

Ведущий1: Быйылғы йыл Республикабыҙ Президенты Указы менән Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителде! 

Ведущий2: Тимәк йәшәйеш алға табан бара, халыҡ матурлыҡҡа, изгелеккә, сафлыҡҡа ынтыла, шуның өсөн быйылғы конкурс “Донъяны матурлайыҡ девизы аҫтында уҙасаҡ!” 

Ведущий1: Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре. Ошо һүҙҙәр менән байрамыҙҙы башлайыҡ!

Ведущий2: Ҡәҙерле тамашасылар, һеҙҙе хөрмәтле жюри ағзалары менән таныштырып китәбеҙ!

Председатель жюри:

1. директор школы д. Шамонино Мустафина Рәшиҙә Әҙһәм ҡыҙы

2. члены жюри -

3. члены жюри -

4. члены жюри -

I конкурс

Ведущий1: 

Яҙҙар бит ул - ҡыҙҙа кеүек,

Ҡыҙҙар бит ул - яҙҙар кеүек.

Йә көләләр нурға тулып,

Һбеләләр ләйсән булып.

Беренсе конкурс: «Һылыуҡайҙарҙың визит карточкаһы» тип атала.

Ведущий2: Был конкурста ҡыҙҙарыбыҙҙың һөйләү оҫталығы, уларҙың тапҡыр, үткер теллеге һынала.

Ведущий1:

Тамашасы зарыҡмаһын,

Минуттарығыҙ етә.

Рәхим итегеҙ, гүзәл ҡыҙҙар,

Сәхнәбеҙ һеҙҙе көтә!

Ҡыҙҙар сығыш яһай

II конкурс

Ведущий1:

Селтер-селтер таштар ярып,

Шишмәләр ярһып аға,

Тормош ҡырыҫ, тик тырыштар

Бәхет-шатлығын таба!

Артабанғы һынау «Хужабикә» конкурсы  тип атала.

Ҡыҙҙар сығыш яһай

III конкурс

Ведущий: 

Ҡыҙҙар йырлай, ҡыҙҙар бейей,

Ҡыҙҙар гүйә оса ғына.

Хискәйҙәрен ҡанат итеп,

Гүзәл йәшлек ҡосағында

Ҡыҙҙар сығыш яһай

VI конкурс

Ведущий1: Беҙҙең тамаша ҡыҙғандан ҡыҙа бара. Киләһе бәйге өйгә эш тип атала.

Ведущий2:

Матурлыҡ йөҙҙә түгел – һүҙҙә тип юҡҡа әйтәмәгәндәрҙер. Киләһе конкурс һылыукайҙарыбыҙҙың үҙҙәренең уй-фекерҙәрен асыҡлай белеүенә өмөт итәбеҙ.

Ведущий1: 

Атай, тигәндә лә һин кәрәк,

Әсәй тигәндә лә һн кәрәк.

Күңелемдең һүнмәҫ нуры һин,

Мәңге йырланасаҡ йырым һин,

Моңло-йырлы туған телем һин.

Был конкурста  ҡыҙҙарҙың һүҙгә әүәҫлеген, конкурстың шарттарына ярашлы саф башҡорт телендә һөйләшә белеү-белмәүе  һынала 

Ә хәҙер  беҙҙең ҡыҙҙарға  һорауҙар бирелә:

- Өфө уртаһында нимә бар?

- Кешегә ете йәш тулғас нимә була?

- Йыл һайын кем балаларға бүләк өләшә?

- Һыуҙа ниндәй таш булмай?

- Карлсондың иң бәләкәй дуҫы.

- Әсәйегеҙ ниндәй? (по-очереди)

- Йомролор, ҡыҙылдыр. Уға һәр кем ҡыҙығыр.

- Мәктәптәге иң насар билдә.

- Бер сәғәттә нисә минут?

- Әкиәттәге ике ҡанатлы ат. 

Ведущая1: Беҙҙең ҡыҙҙар моңло ла, дәртле лә, йырға маһир, бейеүгә оҫта, шунан башҡа бигерәк аҡыллы икән үҙҙәре!

Ведущий2: Был беҙҙең конкурсыбыҙҙың һуңғы этабы булды. Конкурсаннтарыбыҙға рәхмәт әйтеп, уларҙы сәхнә артына оҙатабыҙ.

Ведущая1: Ә әлегә жюри ағзалары конкурсыбыҙҙың һөҙөмтәләрен яһағансы һеҙҙең алдығыҙҙа “Дарман”  халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре “Лилийә сәскәһе” бейеүе менән сығыш яһай.

Ведущий: Ҡаршы алығыҙ һеҙҙең алдығыҙҙа “Яулыҡ” бейеүе  менән “Дарман”  халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре

Бүләкләү

Ведущая1: Кисәнең иң тулҡынлы мәле килеп етте!

Ведущий2: Һылыуҡайҙарыбыҙҙы сәхнә түренә саҡырабыҙ!

Ведущая1: Бына улар гүзәлдәрҙән гүзәл, һылыуҙарҙан һылыу ҡыҙҙарыбыҙ!

Ведущий2: Алҡыштар менән ҡаршылайыҡ!

Ведущая1: Номинацияларҙы иғлан итеү өсөн сәхнәгә жюри ағзаларын саҡырайыҡ.

 Ведущий2:  «Һылыукай-2016» конкурсының «Иң һомғол һылыу» номинацияһын яулаусы .................................................................................

Ведущий1:  «Иң һөйкөмлө һылыу»номинацияһын............................................

Ведущая2: «Юғары оҫталыҡ» номинацияһын яулаусы ҡыҙ…………………..

Ведущая1: “Иң алсаҡ һылыуҡай” номинацияһын яулаусы ҡыҙ………………

Ведущий2:  "Сая Һылыуҡай" номинацияһын яулаусы ҡыҙ……………………

Ведущий1: "Серле һылыуҡай" номинацияһын яулаусы ҡыҙ………………….

Ведущий2:  Ә хәҙер конкурсыбыҙҙың иң көсөргәнешле ваҡыты килеп етте.  

Ведущий1: Өсөнсө дәрәжә дипломын яулаусы....................................................

Ведущий2: Икенсе дәрәжә дипломын яулаусы................................................

Ведущий1: Беренсе дәрәжә дипломын яулаусы....................................................

Ведущая1:  Гран-при исемен әйтеү өсөн сәхнәбеҙ түренә мәктәп директорын Рәшиҙә Әҙеһәм ҡыҙы Мостафинаны саҡырабыҙ.

Гран-при дипломын яулаусы.............................................................................

Ведущая2: Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ведущая1: Афарин!

Ведущие2: Хылыукай-2016 конкурсы аҙағына яҡынлашты! Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас сифаттарға эйә булған ҡыҙҙарға киләсәк тормоштарында ла уңыштар юлдаш булһын!

Ведущая1: 

О, матурлыҡ! Башым эйәм һиңә,

Йәнем бирәм һине яҡлауға.

Ырыҫ ҡото артыр һоҡланғанға,

Йәм үрсетер йәмде һаҡлауға.

Хөрмәтле тамашасылар, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Яңы осрашыуҙарға тиклем, һау булығыҙ!


Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

1. вед. Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар!

2. вед. Хәйерле көн, хөрмәтле жюри ағзалары, ҡәҙерле ата-әсәләр, тамашасылар!

1. вед. “Ғаилә - туған тел һаҡсыһы” асыҡ республика конкурс фестиваленең район этабында ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләйбеҙ.

2. вед. Байрам тантанаһын асыу өсөн һүҙ Башҡортостан республикаһы Өфө муниципаль  районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәшиҙә Әҙһәм ҡыҙы Мостафинаға бирелә.

Р.А. Мостафина сығыш яһай

1. вед. Сәхнәлә “Дуҫлыҡ” бейеүе менән Шамонин ауылы  халыҡ бейеүҙәр ансамбле “Дарман”, етәкселәре Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин һәм Алина Хәмиҙуллина. Ҡаршы алығыҙ.

2. вед. 

Ғаилә ул – мөхәббәт, 
Ғаилә ул – шатлыҡ, 
Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек, 
Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс, 
Ғаилә – ул балалар! 
Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ! 
1. вед. Ғаилә - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ. 

2.вед.  Шуныһы ҡыуаныс, бөгөнгө көндәрҙең һикәлтәле юлдарын матур итеп бергә атлаусы, бер-береһен яратып, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәүсе ғаиләләр күп. Ошондай ғаиләләр бөгөн беҙҙең байрамыбыҙҙы биҙәй. Ә уларҙы мәртәбәле жюри ағзалары:

_____________________________________________________________________________

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

1. вед. Ныҡлы ғаилә - ил терәге. Ҡунаҡҡа килгән үрнәкле ғаиләләребеҙ менән танышып китәйек.

1. Әҙеһәмовтар ғаиләһе.

2.

3.

4.

5.

6.

2. вед.

Һәр ғаилә - үҙенә бер карап ул...

уның да яҡшы капитаны булырға тейеш! Сәхнә түренә йәрәбә алыу өсөн беҙҙең өлгөлө ғаиләләребеҙҙең башлыҡтарын саҡырабыҙ.

1. вед. Хөрмәтле тамашасылар! Кисәбеҙҙең “Халҡым теле - хаҡлыҡ теле” тип аталған беренсе өлөшөндә беҙ ошо матур ғаиләләр менән яҡындан танышып үтәйек.

2. вед. Һүҙ беренсе ғаиләгә бирелә, әйҙәгеҙ рәхим итегеҙ!

1. вед. Афарин! Беренсе ғаилә сығышын тамамланы! Һүҙ икенсе ғаиләгә бирелә.

2. Афарин! Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа...... Өсөнсө ғаиләне көтәбеҙ!

3. Афарин!  Бик матур сығыш! Дүртенсе  ғаиләне сәхнәгә саҡырабыҙ.

4. __________________________________________________________________

2. вед. 

Телең барҙа илең бар,

Илең барҙа иркең бар,

Иркең барҙа күркең бар,

Ил биҙәргә дәртең бар.

1. вед. Ғаиләләребеҙҙең икенсе сығышы “Беҙ башҡортса һөйләшәбеҙ” дивизы аҫтында үтә.

1.____________________________________________________________________________

2. ___________________________________________________________________________

3.____________________________________________________________________________

4. ___________________________________________________________________________

Сәхнәлә “Яугирҙар” бейеүе менән Шамонин ауылы  халыҡ бейеүҙәр ансамбле “Дарман”, етәкселәре Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин һәм Алина Хәмиҙуллина. Ҡаршы алығыҙ.

2. вед. Башҡорт тигән атың бар,

Батыр тигән затың бар,

Ҡобайырлы, моң ҡурайлы

Данлы аманатың бар.

1. вед. Һуңғы һынау матур ғаиләләребеҙҙең “Өләсәйем һандығы” исемле ижади сығыштарын ҡарайбыҙ. 1.____________________________________________________________________________

2. ___________________________________________________________________________

3.____________________________________________________________________________

4. ___________________________________________________________________________

1. вед

Ғаилә усағын гелән,

Һүндермәйсә тотоғоҙ

Бәхетле булыр шул саҡта

Һеҙҙең һөйөү йортоғоҙ.

2. вед. Ниһәйәт, ғаиләләр араһында булған ярыштар тамам. Жюри ағзаларының йомғаҡлауын көтәбеҙ.

1. вед. Күптән түгел беҙҙең ауылыбыҙҙың йәмен, ҡөҙрәтен арттырып оло инәйҙәребеҙ, ветерандарыбыҙ ағинәйҙәр ҡоро ойошторҙо. Уларҙың оло тәжрибәһе, өлгөһө беҙҙең киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, халыҡ ижадын өйрәтеүҙә, быуындар менән рухи бәйләнеш булдырыуҙа  әһәмиәттәре баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн улар Рәйфә Фирғәли ҡыҙы етәкселегендә беҙҙең байрамыбыҙға мәртәбә өҫтәп, йәш ғаиләләргә үҙҙәренең өгөт нәсихәттәрен еткереп китергә теләйҙәр.

Ағинәйҙәрҙең сығышы

1. вед. Рәхмәт ағинәйҙәр! Бөгөнгө бәйгене йомғаҡлау өсөн жюри ағзаларын сәхнә түренә саҡырабыҙ.

Ҡотлауҙар.

2. вед. Иҫән булһын, татыу булһын,

Атайҙар һәм әсәйҙәр,

Олатайҙар һәм өләсәйҙәр,

Ағайҙар һәм апайҙар.

Бәхетле булып үҫһендәр

Бөтә ерҙә балалар.

Татыу ғаилә илебеҙҙең -

Таянысы, терәге.

Тик ғорурлыҡ менән типһен

Һәр баланың йөрәге!

1 вед. Сәхнәлә “Гөлнәзирә” бейеүе менән Шамонин ауылы  халыҡ бейеүҙәр ансамбле “Дарман”, “Байыҡ”балалар телевизион конкурсының Гран -при яулаусылары сығыш яһай, етәкселәре Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин һәм Алина Хәмиҙуллина. Ҡаршы алығыҙ.



Предварительный просмотр:

Ҡушымта

“Хан  күтәреү”  йолаһы.

Ҡатнашалар: Сура бей, бығаса Ҡара Табын ырыуы бейе, Барын ырыуы батыры. Ҡыуаҡан ырыуы байы, Күбәләк ырыуы бейе, Тиләү ырыуы бейе, Аҡһаҡал, баҡсы-күрәҙәсе, ноҡот һалыусы, Сәсән, 1-се ҡатын, ө-се ҡатын, 3-сө ҡатын, думбырасы, ҡурайсы һ.б.

I күренеш

Ваҡиғалар XIII быуатҡа тиклем бара. Табын ырыуы йыйын үткәрә. Уртала биш бей, ситтәрәк усаҡ эргәһендә күрәҙәсе менән ноҡот һалыусы ултыра.

Ноҡот һалыусы. Әле генә Ҡара Табын Сура бейгә ноҡот һалдым. Ноҡот башы биштән төштө. Тиҙ арала ҙур үҙгәрешәтәр булыр. Уйҙарың өйҙә булһа ла, нигеҙең ситкә төштө. Уң яҡтан яңылыҡ килер. Бәҫең-атың күтәрелер. Сит тарафтарға юл тоторһоң. Ҡыҫҡа юлың оҙон тойолор. Ҡан ҡойолор.  Унан дан, мал менән ҡайтырһың. Күрәсәгең, йәшен йәшнәгәндәй, тиҙ булыр.

Күрәҙәсе-баҡсы. (бер ҡулыны - еп ҡыңғырауҙар тағылған таяҡ, икенсеһенә һарыҡтың ҡалаҡ  һөйәген тотҡан). Кисә төш күрҙем. Тауҙа йөрөгән һарыҡ көтөүенә ҡыҙыл бүреләр эйәләшкән, имеш. Шул саҡ тоғро эттәре менән көтөүсе килеп сыҡты ла, бүреләрҙең бер өлөшөн ҡырып, ҡалғандарын ҡыуып ебәрҙе.

Сура бей. Ул төштө нимәгә юрарға һуң?

Күрәҙәсе. Беҙҙең ҡарауылдар Һаҡтау эргәһендә ҡыҙылбаш-парсы шымсыларын күргән. Улар тиктәҫкә еҫкәнеп йөрөмәҫ. Яҡын арала яу килер. Беҙгә хан һайлап күтәрергә лә, тупланып, ҡыҙыл баштарҙы ҡыуырға кәрәк.

Тиләү бейе. Бик дөрөҫ. Көтөүсеһеҙ ҡуй - бүре аҙығы.

Күбәләк бей. Ер - тауһыҙ, халыҡ - ханһыҙ булмай.

Сура бей.

Күмәк көс тау аҡтарыр,

Күмәк көс яу ҡайтарыр.

Барын батыры.

Көслө ырыу хан ҡуйыр,

Үсле ырыу ҡан ҡойор.

Ҡыуаҡан байы. Арабыҙҙан иң лайыҡлыһын хан итәйек!

Тиләү бейе.

Юҡты бушҡа һуҙмайыҡ,

Иртәгә ҡор йыяйыҡ,

Ханды һайлап ҡуяйыҡ!

Күбәләк бейе. Иртәгә төшкә хан күтәрәбеҙ. Бар халыҡты оло байрамға саҡырабыҙ.

Барыһы ла сәхнәнән сығып китә.

II күренеш.

Сәхнәгә халыҡ сыға. Бейеү башҡара.

   Алып барыусы.

Башҡорт иле бөгөн йыйын йыя!

Йыйын! Йыйыл, халыҡ, йыйыл!

Йыйындарҙа һинең берлегең,

Йыйындарҙа һинең барлығың.

Хан  күтәреү байрамына килегеҙ!

Иң  лайыҡлыны  хан   итеп  күтәрәбеҙ!

Халыҡ  ҡабатлай:

Йыйын, халыҡ, йыйыл !

Хан     күтәрәбеҙ! Хан     күтәрәбеҙ!

Бейеү  дауам  итә. Бейеү туҡтағас Сура бей уртала ҡала.

Күбәләк бей. Ҡорҙаштар! Мин Ҡара табындар башлығы Сура бейҙе тәҡдим итәм. Ул һуғыштыра ла, яраштыра ла белә. Йәше лә олпат.

Тиләү бейе. Һүҙе лә үтемле. Иле лә көслө: 800 йорттан тора. Тирә-яҡ ырыу башлыҡтары ла уның менән иҫәпләшә.

Барын батыры. Арабыҙҙан тик ул ғына Төмән Тура нәҫеленән, унда ғына Тура хан ҡаны аға.

Алып барыусы.  Хан   урынына  дәғүә  итеүсе  беҙҙең  алдыбыҙҙа. Туғандар, ҡорҙаштар! Уның  менән   беҙ  һынауҙар  аша  яҡыныраҡ танышып үтәйек.

Алып барыусы.  1-се    һынау.  Уҡ атыу. Уҡҡа-уҡ, тупҡа-туп, дошмадарҙан ҡурҡыу юҡ! Буласаҡ хандың мәргәнлеген күрәйек.

Берәү сығып уҡтан атып күрһәтә, уның артынан Сура бей ата. Халыҡ хуплай, гөж килә.

Алып барыусы.  2-се    һынау. Көрәш.

Аҡылың бар, көсөң бар

Әйҙә беҙ ҙә күрәйек,

Һине һынап ҡарайыҡ.

Сура бей менән бер батыр алыша. Сура бей еңеп сыға.

Алып барыусы.  3-сө    һынау. Тапҡырлыҡ. 

Ирмен тигән егеттең,

әйтер һүҙе хаҡ булыр

Яман эштән һаҡ булыр,

халҡы өсөн бар булыр!

Бер баланы етәкләп,

Килгән ике ҡатындың,

Дауын һорап, ханыбыҙ

Хөкөм ҡылып биреүеңде,

Һинән һорап килгәндәр.

Сәхнәгә бала эйәртеп ике ҡатын килеп инә.

1 ҡатын. Алты йыллыҡ сағында

Ошо балам йәйләүҙән

Бер кис ғәйеп булғайны.

Тап ике йыл тигәндә,

Ошо ҡатын бала мән

Миңә килеп осраны.

Ул бала бит минеке,

Ҡот ҡойғанда май сәсрәп,

Бешеп ҡалған миңе бар.

2 ҡатын. Бала минең үҙемдеке,

Ирем үлгән сағында,

Буйҙа тороп ҡалғайны.

Үҙ бауырым балама

Бынау яуыз бер ҡатын

Юлда килеп уҡталды.

Хан: Юғаллтым, тип әйтеүсе,

Төҫө, башын баланың

Бөтә билдәһен белә.

Бала минеке тигәне

Бала төҫөн үҙенә

Оҡшатыу мән тағы ла

Уныҡы һымаҡ күренә.

Шуға күрә баланы

Икегеҙгә уртаҡлап,

Бүлеп бирмәксе булам.

Сура бей баланы уртаға бүлергә уйлап, ҡылысын өҫкә күтәрә.

1 ҡатын. Ай, балам! - тип әйтә лә һушынан яҙып, йығыла..

Хан. Аҙаматтар, был бала

Тапҡан ҡатынға тейә:

Күрҙегеҙ бит барығыҙ ҙа,

Үҙ бауыры булғанға,

Алда үлем күргәнгә

Йөрәге һыҙлап, түҙәлмәй,

Һығылып төштө иҙәнгә.

Халыҡ. Ай афарин ханыбыҙ!

Дөрөҫ хөкөм бирҙең бит!

Баланы үҙ әсәһенә,

Кире ҡайтарып бирҙең бит.

Ханыбыҙ ғәҙел икән!

Сура бей хан булһын!

Барын батыры.

Башлыҡ булһаң - башлы бул,

Йыйырылмаҫ ҡашлы бул!

Хандың даны иленән,

Халҡы менән еренән!

Хандың башына таж кейҙерә.

Ҡыуаҡан байы. Киң кейем туҙмаҫ, кәңәшле ил аҙмаҫ.

Ханға яңы елән кейҙерә.

Күбәләк бейе.  Ҡылыс ҡында килешә. Ҡылысыңды дошман килгәндә генә ҡындан сығар!

Ханға ҡылыс бүләк итә.

Тиләү бейе. Көтөү аҙашмай, көтөүсе аҙаштыра. Көтөү көтөргә тоғро эттәрең, ныҡлы сыбыртҡың булһын. Көтөүеңде яҡшы көт! Малың көр, теүәл булһын.

Ханға сыбыртҡы бүләк итә. Дүрт бей ханды аҡ кейеҙҙә күтәреп, биш тапҡыр (нисә ырыу) “хан” тип ҡысҡыралар һәм һамаҡлай-һамаҡлай тәхетте биш тапҡыр урап сығалар.

Бергә.

Ер баҫтырығы - тау,

Тау баҫтырығы - таш,

Ил баҫтырығы  - баш,

Халҡыңа һин баш бул.

Түк ҡара тиреңде,

Йүгерт ал ҡаныңды -

Беҙҙең халыҡ өсөн,

Табын иле өсөн!

Ханды ергә төшөрәләр. Хан тәхетенә ултыра. Аҡһаҡал арттан уның муйынын ебәк яулыҡ менән кинәт һығып ебәрә.

Аҡһаҡал. Нисә йыл хан булырһың?

Хан. Егерме йыл.

Күрәҙәсе.

Исемең шәп булһын,

Ырыуыңа тап килһен.

Ырыуыңа тап килмәһә,

Ораныңа тап килһен.

Исемең Сура Белге хан булһын.

Белемле, арҙаҡлы, дан хан бул!

Бейҙәр. Ханлы булдыҡ! Башлы булдыҡ!

Халыҡ. Ханлы булдыҡ! Башлы булдыҡ!

1-се ҡатын.

Тәңрем аҡтан айырмаһын.

Эс, ханым, ҡымыҙымды.

Ханға туҫтаҡ менән ҡымыҙ бирә.

2-се ҡатын.

Түрә булһаң, түҙем бул,

Телгә татлы йөҙөм бул.

Ханға туҫтаҡ менән йөҙөм бирә.

3-сө ҡатын.

Донъя киң тип таралма:

Таралған тарыны тауыҡ сүпләй.

Ханға туҫтаҡ менән тары бирә.

Аҡһаҡал.  

Әйткән һүҙ-атҡан уҡ.

Атҡан уҡ кире ҡайтмаҫ. 

Йәйә менән биш уҡ бирә.

Сура Белге хан.

Яйыҡ башында беҙҙең йорт.

Мейәс, Уй, Иртышҡаса

Йәйрәп ята еребеҙ.

Табын тигән илем бар:

Биш ырыуҙан торабыҙ,

Ҡошобоҙ - ҡарағош,

Ағасыбыҙ - ҡарағас,

Ораныбыҙ - Салауат,

Уны белә һәр ир-ат.

Тамғабыҙ - сүмес,

Ал да, һыу эс.

Биш уҡ - баш ырыуыбыҙ.

Йәйә миндә, уҡтар - бейҙәрҙә.

Уҡтарҙы бейҙәргә бирә. Берәүһен үҙенә ҡалдыра.

Халыҡ. Ханға дан! Дан ханға! Йәшәһен хан!

Аҡһаҡал. Ә хәҙер Тәңребеҙгә, Ер-һыуға, Урманға, Тауға, Көн менән Төнгә һәм дүрт тарафҡа ҡорбан салайыҡ. Туй яһайыҡ. Бәйге ойошторайыҡ.

Сәсән.

Ярты төндә уянып,

Йоҡлай алмай уйланып,

Уйлап ятҡан уйҙарҙы -

Таралышҡан ҡуйҙарҙы -

Ҡалай итеп йыяйым,

Ҡалай итеп тыяйым.

Йөрәгемдең һағышы -

Етмеш ете яу күргән,

Етмеш ете дау күргән

Халҡым ғына шул минең,

Ялҡын ғына шул минең!

Ай Уралым, Уралым -

Ил һаҡлаған ҡоралым!

Ятып ҡалған төнөң бар,

Балҡып янған көнөң бар.

Мең йыл йәйгән түлең бар,

Түл йәйҙергән телең бар,

Телде һаҡлар халҡың бар,

Илде туплар ханың бар!

Бейеү дауам итә.

Хан. Афарин халҡым, афарин! Ышаныстарығыҙҙы аҡларға тырышырмын.

Халыҡ ҡабатлай: 

Илде  туплар  ханыбыҙ  бар,

Телде  һаҡлар  даныбыҙ  бар!

Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Фәнүр Шаһиев, Учалы районының Ҡорама мәктәбе уҡытыусыһы. Хан күтәреү// Башҡортостан уҡытыусыһы. -  2007-  № 11- 26-27-се биттәр.

2. Иҙеүкәй менән Мораҙым. Тарихи ҡобайыр. - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. - 93-94-се биттәр.

3. Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм ә        йтемдәр һүҙлеге/Төҙ. И.М. Ғарипов. - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. - 168 бит.

.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

« Хан күтәреү» йолаһы Өфө районы Шамонин урта мәктәбе


Предварительный просмотр:

Сәхнә тәбиғәт күренештәре менән биҙәлгән. Ҡурайҙа “Урал” яңғырай.

Аудио яҙма:

Борон-борон борондан...

БЕРЕНСЕ КҮРЕНЕШ

Шүлгән менән Урал уйнап йөрөйҙәр. Йәнбирҙе ҡарт һунарға әҙерләнә.

Йәнбирҙе ҡарт (уландарына).

Уландарым килегеҙ әле яныма!

Икегеҙ ҙә – баламһыҙ,

Күҙебеҙҙең ҡарамһыҙ

Мин ни бирһәм ашағыҙ,

Мин ҡушҡанды эшләгеҙ,

Һыуһаһағыҙ уйында,

Ана, аҡ һыу эсегеҙ.

(ҡабырсаҡтан ҡан эсеп ала ла)

Ҡабырсаҡҡа тултырған

Ҡандан ауыҙ тартығыҙ!

Ишеттегеҙме?

Уландары. Ишеттек, атай, ишеттек!

Ошо мәлде Яуызлыҡ – Юха ситтән генә күҙәтә. Йәнбирҙе һунарга китә, ә малайҙар берен-бере алдаштырып уйнайҙар. Яуыз улараға ҡушыла, тик улар ҡурҡып ҡала.

Яуыз: Ҡурҡмағыҙ! Мин һеҙгә теймәйем! Әйҙәгеҙ ҡабрсаҡтан ҡанды тәмләп ҡарайыҡ!

Яуыз уларҙы алдаштырып, яғылбайҙы сөйөп уйнатып, малайҙарҙы арытып, ҡан эсермәксе була. Тик улар баш тарта.

Урал. Юҡ, атайыбыҙ беҙгә ул ҡанды эсмәҫкә ҡушты.

Яуыз. Ҡушһасы, атай кеше әйтер инде ул!

Шүлгән:  Урал, ысынлап та, әйҙә ҡанды тәмләп ҡарайыҡ!

Урал.

Атам һүҙен тотамын –

Мин ул ҡанды йотмамын.

Яуыз: Улайһа  әйҙегеҙ уйнап алайыҡ. Тотоғоҙ мин сөйгән ҡошто! (Урал торған яҡҡа ҡошто ырғыта) Мә, Урал, тот!

Уралға алдаштырып ҡош сөйә, ул йүгергән арала Шүлгәнгә ҡан эсереп өлгөрә. Урал ҡапыл күреп аптырай, ағаһының ҡиәфәте үҙгәреп ситкә китә, Яуыз йәмһеҙ итеп көлөп сәхнәнән юғала.Тәфтиләү көйө.Урал уйлана.

Урал.

Ниңә эстең һин ул ҡанды,

Атам һүҙен йыҡтың һин.

Сәхнә артында тауыш ишетелә. Атаһы һунарҙан ҡайта. Шүлгән һикереп тора ла Уралға инәлә.

Шүлгән. Атайым ҡайтты! Уға әйтә күрмә!

Урал әҙерәк уйланып торғас.

Урал. Ярай, ағай.

Урал атаһының яурынындағы йәнлекте күреп ҡала.

Йәнбирҙе ҡарт. Шунан уландарым нисек торҙоғоҙ?

Уландары һәйбәт торҙоҡ тип ҡыйыуһыҙ ғына яуап бирәләр.

Урал.

Атай, бына был йәнде

Һис ҡотҡармай тотҡанһың,

Беҙҙе шулай берәй йән

Килеп эҙләп тапмаҫмы?

Йәнбирҙе.

Көнө бөтөр һәр йәнгә

Беҙ үлеме булабыҙ.

Шүлгән яйлап ҡына улар янына яҡынлаша.

Урал.

Атай, үлемде эҙләһәң,

Уны табып буламы?

Йәнбирҙе ҡарт.

Үлем тигән яуыҙ ул

Күҙгә һис тә күренмәй,

Әйтәләр, бер шишмә бар,

Шунан һыу эсһә кеше,

Һис тә үлмәй йәшәй, ти.

Йәнбирҙе ҡабырсаҡты алып ҡан эсергә уйлай, кәмегәнен күрә. Ике улының ҡолағынан тотоп һорай, өндәшмәйҙәр, атаһы һуйыл таяҡ алып һыҙыра башлағас.

Шүлгән. Мин эстем, атай! Ғәфү ит!

Йәнбирҙе улын әрләй-әрләй сәхнәнән сығып китәләр. Уларҙың артынан Урал да йүгерә.

Урал. Атай, туҡта! Беҙгә Үлем килеүе кәрәкмәй!

Сәхнә артынан тауыш ишетелә.

Яуыз. Мин теләгәнсә булды. Ах-ха-ха....

ИКЕНСЕ КҮРЕНЕШ

Йәнбирҙе улдары менән һунарҙан аҡ ҡош тотоп ҡайта. Шүлгән ҡошто тотоп алған.

Шүлгән. Ашарға кәрәк ул ҡошто, ашарға! Бер һүҙенә ҡарамай ашарға!

Урал.

Ашамайбыҙ был ҡошто,

Йәншишмәнең һыу юлын,

Унан һорап беләбеҙ. 

Шүлгән: Ә мин әйттем - ашайбыҙ!

Урал ҡошто тартып ала ла, сәхнә ситенә алып бара.

Урал. Ҡайғырма, хәҙер тамаҡланам да, үҙеңде ата-әсәңә илтеп тапшырам!

Шунан бөтәһе бергә ашарға ултыралар. Тылсымлы музыка ишетелә.  Аҡ ҡош тәүҙә бер ҡанантын ҡаға, һуңынан икенсеһен. Ҡанаттарын аҡһай-аҡһай сәхнәнән осоп сығып китә.

Бөтәһе һикереп тора һәм күккә ҡарай.

Шүлгән.  Ҡасты ҡош, ҡасты!

Йәнбирҙе. Эх, Йәншишмәнең юлын һораша алмай ҡалдыҡ.

Шүлгән. Әйттем мин һеҙгә, һуйып ашарға кәрәк ине уны!

Урал. Туҡта, Йәншишмә тимәк шул яҡта!

Йәнбирҙе. Уландарым, барығыҙ Йәншишмәнән һыу алып ҡайтығыҙ. Үлем осраһа - башын өҙөҙгөҙ.

Улдарын оҙата ла, үҙе икенсе яҡҡа китә.

ӨСӨНСӨ КҮРЕНЕШ

Урал, Шүлгән уң яҡтан килеп сығалар. Ағас төбөндә ҡарт ултыра. Улар уға сәләм бирә, ҡарт та ҡаршы баҫа ти.

Урал. Һаумыһығыҙ Аҡһаҡал! 

Шүлгән. Һаумыһығыҙ олатай!

Урал. Көн-төнөн, ай-йыл һанап,

Шүлгән. Бында килеп еттек беҙ.

Урал.  Был юлдар ҡайҙа бара?

Ҡарт уйланып тора ла, һаҡалын һыпырып былай тип әйтә.

Ҡарт. Һул яҡта - Һамрауҙың бәхет иле, уң яҡта - яуыз Ҡатил, үлем.

Урал, Шүлгән икәүләп шыбаға тотоша. Урал өҫкә сыға.

Шүлгән. Мин һул яҡҡа китәм, ә һин, Урал, уңға бар!

Урал. Ярай, ағай.

Ағалар ҡосаҡлашалар ҙа, Шүлгән уңға китә, Урал һулға китә.

ДҮРТЕНСЕ  КҮРЕНЕШ

Урал.

Мин күренмәҫ үлемде

Юҡ итергә сыҡҡанмын:

Йәншишмәнән һыу алып,

Үлгәндәрҙе терелтеү

Өсөн тыуған батырмын.

Музыка ишетелә. Сәхнәлә үгеҙ күренә.

Үгеҙ.

Егет, ергә атмамын,

Сереп, туҙан булғансы,

Мөгөҙөмдә һаҡлармын!

Урал.

Мин дә әрәм итергә,

Үгеҙ һине тырышмам.

Үгеҙ шундуҡ Уралға ынтыла. Сайҡашалар. Урал уны мөгөҙөнән тотоп сәхнәнән алып ташлай.

Икенсе музыка. Cәхнәгә йылан батшаһы Ҡәһҡәһә сыға. Урал менән алыша.

Ҡәһҡәһә.

Был кем бында инеүсе,

Таяғымды алыусы?

Урал.

Кеше юйыр Үлемде

Эҙләп сыҡҡан батырмын;

Бөтә йылан-яуызды, -

Барын тар-мар итермен!

Ҡәһҡәһәне сәхнәнән алып ташлай. Шүлгән килеп сыға сәхнәгә.

Шүлгән:  Урал, мин дә дейеүҙәргә ҡаршы һуғышам, миңә лә биреп тор тылсымлы таяғыңды! (ҡулынан таяҡты ала)Ха-ха-ха! Мин хуж хәҙер был таяҡҡа (Уралға ташлана).

Урал ҡаршы тора һәм Шүлгәнде сәхнәнән алып ташлай. Урал сүкәйеп ултыра.

Урал. Эх, Шүлгән, Шүлгән!

Шишмә тауышы ишетелә (Ҡурай моңо уйнай).

Йәншишимә (аудио яҙма)

Мин – Йәншишмә, мин – Йәншишмә,

Мәңге тере, саф шишмә!

Урал шишмә эргәһенә барып эйелә, уның эргәһенә ҡарт килә.

Ҡарт.

Әйтә торған һүҙем бар.

Илгә йола булырҙай,

Һынап белгән заңым бар.

Йәншишмәнән һыу эсмәгеҙ,

Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ!

Яуыз һәм Шүлгән икеһе ике яҡтан күҙәтә.

Урал (һамаҡлай).

Тау-урмандар йәшәрһен,

Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,

Дошман күҙен ҡыҙҙырып,

Балҡып торған ер булһын!

Урал тирә яҡҡа һыу бөркә.

Яуыз: Бөгөн яҡшылыҡ еңде. Тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡ йәнәш йөрөүен онотмағыҙ! Яҡшылыҡ йәшәй икән, мин дә йәшәйем! Ха-ха-ха.

Сәхнәгә бөтә ҡатнашыусылар сыға.

Урал.

Уландарым, тыңлаң, һеҙгә әйтәм:

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ,

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тартмағыҙ!

Бөтәһе бергә.

Беҙ батырҙар, матурҙар!

Уралымдың улдары,

Уралым тоҡомдары!



Предварительный просмотр:

Вед. Хәйерле көн! Хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, уҡыусылар! Беҙ һеҙҙең менән бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған һәм 2016 йылдан алып билдәләнгән башҡорт теле көнө байрамында ихлас тәбрикләйбеҙ.

Наҙгөл: Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, илем бар.

Ислам: Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын

Ҡайһы быуаттарға яҙмаған.

Әминә Г.: Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған,

Руслан: Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған,

Лилиана: Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған,

Динислам: Тик моңонан, теленән яҙмаған.

Рушана: Башҡорт илен тотош утҡа солғап,

Тәфтиләүҙәр ниҙәр ҡылмаған.

Данил: Тик батшалар телен киҫкәндә лә,

Башҡортом бит телһеҙ булмаған...

Әминә М.: Донъяла һәр саҡ халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер булмышы бар. Ул - тел.

Данил: Тел - халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше.

Дияз: “Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар”,  - тигән сәсәндәр.

Регина: “Татлы  телдең төбө шәрбәт, мөләйем,

Тирбәһен шул шәрбәт телем һәр даим.

Бирҙең, тәңрем, телде шуға әйҙәйем!”

  • тип яҙған беҙҙең мәшһүр мәғрифәтсебеҙ Аҡмулла.

Бөтәһе бергә: Эй туған башҡорт телебеҙ! Ниндәй ҡәҙерлеһең    һин! Гүзәлһең, байһың, мәргәнһең.

Вед.: Ә хәҙер һүҙ Шамонин ауылы урта мәктәбенең директоры Мостафина Рәшиҙә Әҙһәм ҡыҙына бирелә.

Вед.: Рәхмәт Рәшиҙә Әҙһәм ҡыҙы.

Аҡ ҡарсыға менән күк ҡарсыға

Дим буйында оса ҡыялап.

Аҡмулланың тыуған көнөн ҡотлап,

Байрам итә башҡорт йыйылып.

Һеҙҙең алдығыҙҙа 1 Б класс уҡыусылары “Илгенәм” йыры менән сығыш яһай.

Вед.: Һүҙ хөрмәтле ҡунағыбыҙ, башҡорт яҙыусыһы, журналист, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙына бирелә.

Вед.: Рәхмәт Мәрйәм апай.

Булмайыҡ дүрт аяҡлы мал шикелле,

Ҡыуарған япраҡлы тал шикелле,

Баҡсалай, егет әҙәм күркәмләнә,

Ғилем менән һүҙ һөйләһә бал шикелле.

5 А класс уҡыусыһы Мазитов Вильдан Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры.

Вед.: Сәхнә түрендә тағы бер ҡунағыбыҙҙы тәбрикләйбеҙ, Шамонин ауылы “Ағинәйҙәр” ҡороноң етәксеһе Вәлиева Рәйфә Фирғәли ҡыҙын саҡырабыҙ.

Сың-сыңла һин ҡумыҙым,-

Бейеһен егет, ҡыҙың

Бер дәртләнеп алһындар,

Етеҙ, оҫта баҫһындар.

Сәхнәлә “Дуҫлыҡ” бейеүе менән Шамонин ауылы  халыҡ бейеүҙәр ансамбле “Дарман”, етәкселәре Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин һәм Алина Хәмиҙуллина. Ҡаршы алығыҙ.

Вед.: Ҡумыҙ яңғыратып уйнаһа,

Йылмая өнһөҙ дала

Моңдо тыңлап, хатта ҡоштар

Һайрауҙан туҡтап ҡала.

Һеҙҙең алдығыҙҙа 5 А класс уҡыусылар__________________________

_____________________ сығыш яһай.

Вед.: Әсәм телен әгәр ҡыйырһытһам,

Әйтер һүҙем иңрәп тотлоғор.

Ул бит сабый саҡтан ҡанға һеңгән

Сәңгелдәктә отҡан моңло йыр.

Сәхнәгә 8 А класс ________________________________уҡыусыларын саҡрабыҙ.

Вед.:Тыуған илдән, туған телдән

Нимә бар һуң ҡәҙерле?!

Илһеҙ, телһеҙ ҡалмаҫ өсөн,

Күпме ирҙәр йән бирҙе.

Сәхнәлә “Яугирҙар” бейеүе менән Шамонин ауылы халыҡ бейеүҙәр ансамбле “Дарман”, етәкселәре Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин һәм Алина Хәмиҙуллина. Ҡаршы алығыҙ.

Вед.: Телем, моңом - әсәм биргән иман,

Яраттырҙы улар халҡымды.

Мин аманат итеп ҡалдырырмын,

Ошо иман, ошо ялҡынды.

4 Б класс башҡарыуында “Иманлы ил” йыры.

Вед.: Әсәң бәпләп уятҡан,

Атаң һөйләп йыуатҡан,

Балаңды әҙәм итер,

Күп ҡашында бер итер -

Һаҡлағыҙ башҡорт телен,

Башҡорт телен - йыр телен,

Батыр телен, бата телен,

Сәсән телен - көс телен,

Күңел телен, йән телен -

Башҡорт телен.

«Ерем, илем, телем» йырын башҡарыу

1.Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минең йәшәү тамырҙарым

Башҡорт ерендә.

2.Туған телем, һин халҡымдың

Былбыл тауышы.

Быуаттарҙан быуаттарға

Ҡанат ҡағышы.

3.Киң Уралым йырлап аға

Һинең һыуҙарың.

Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар

Һинең моңдарың.


Предварительный просмотр: