Зарипова Гюзель Маулитовна

сайт учителя башкирского языка и литературы

Бер аҙым алға баҫам да әйләнәм мин артыма. Ҡайҙа баҫҡандар икән тип, күҙ һаламын халҡыма...

Профессия: Учитель

Профессиональные интересы: Применение ИКТ на уроках башкирского языка и литературы.

Увлечения: Читать книги, готовить, ухаживать за цветами

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: с.Юлдашево, Учалинский район

Место работы: МБОУ СОШ с.Кунакбаево

Звание, ученая степень: нет

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/zaripova-gyuzel-maulitovna
Мин халҡымдың сәскә күңеленән, бал ҡортондай ынйы йыямын, йыямын да-йәнле ынйыларҙан хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Рәми Ғарипов

Вы находитесь на персональном сайте учителя башкирского языка и литературы Зариповой Гюзель Маулитовны. Добро пожаловать! Рәхим итегеҙ!

О себе

Белемем-юғары, БДПИ,1999 й., филилогия факультеты. Эш стажы-28 йыл. Квалификация категорияһы- юғары.

Мин, Зарипова Гүзәл Мәүлит ҡыҙы, 1971 йылдың 8 октябрендә Башҡортостандың иң гүзәл райондарының береһендә-Учалы районының Илтабан ауылында күп балалы ғаиләлә тыуғанмын. 1988 йылда Ҡунаҡбай урта мәктәбен уңышлы тамамлап, Өфө ҡалаһына юлландым. 1-се һанлы педагогик училищены тамамлағас, тыуған яғыма ҡайтып, дүрт йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләнем.

1993 йылда тормошҡа сыҡтым һәм 1994 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға индем. Ошо йылдан башлап хеҙмәт юлымды балаларға белем биреү менән бәйләнем.

1999 йылдан алып 2007 йылға тиклем Юлдаш урта мәктәбендә директорҙың тәрбиә биреү буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым. Оҙаҡ йылдар рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булдым.

2012 йылдан тыуған мәктәбем-Ҡунаҡбай урта мәктәбендә эшләү бәхетенә ирештем.

Бөгөнгө көндә ике балаға әсәймен. Уларҙы мин сикһеҙ яратам, ғорурланам.

Уҡытыусы һөнәрен яратып башҡарам, һәр уҡыусыма ышаныслы ҡараш менән ҡарайым. Коллективымда ярҙамсыл,дуҫ,тырыш-тырыш уҡытыусылар эшләй. Уларҙың эштәрендә ижади уңыштар, ғаилә бәхете, һаулыҡ һәм бәхеттәр теләйем.

Уҡыусыларым республика, район, мәктәп күләмендә үткәрелгән сараларҙа, олимпиадаларҙа актив ҡатнашып, призлы урындар яулап торалар.

2016 йылда Мәғариф бүлеге планына ярашлы Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған регион-ара семинар үткәрҙем. Күркәм сараға республикабыҙҙың иң дәрәжәле яҡташтарыбыҙ ғалим-ғалимәләребеҙ килде. Улар үҙҙәренең бай тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар.

Туған телем гүзәллеге бер мөғжизә,

Һулытмайыҡ уны, берүк, һыу һибәйек.

Бар милләттә берҙәм оло ғаилә булып

Тыныслыҡта һәм хөрлөктә көн күрәйек!

2018 йылда үткәрелгән "Йыл уҡытыусыһы" конкурсының "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" номинацияһында ҡатнаштым. Конкурс бик көсөргәнешле барҙы, төрлө этаптар аша үттек. Һәр ҡатнашыусы үҙ көсөн һынаны, заман талаптарына ярашлы дәрестәр күрһәтте. Миңә номинацияла Еңеүсе булыу бәхете татыны. Көтөлмәгән ҡыуаныс кисерҙем .Мин шуны әйтәһем килә: был конкурста еңеүемдә минең бергә эшләгән коллегаларымдың да ҙур өлөшө бар. Конкурстың башынан алып аҙағына тиклем улар миңә ышандылар, ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Мин уларға ҙур рәхмәт әйтәм!

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Мостай Кәрим "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ"

Зәйнәб Биишева "Яҡтыға" трилогияһы.

Мой взгляд на мир

Кеше исеменә тап төшөрмә!

Мои достижения

Грамота главы администрации Учалинского района и г.Учалы за добросовестный труд в деле  обучения и воспитания детей и в связи с 90-летием Юлдашевской средней школы.

Благодарственное письмо за формирование патриотических качеств детей и молодежи, сохранение культурных традиций и популяризацию башкирского народного эпоса "Урал батыр".

Сертификат за участие в конкурсном отборе педагогических работников образовательных организаций общего, среднего профессионального и дополнительного образования "Авторские уроки будущего" (Всероссийский конкурс "Авторские уроки будущего")

Диплом участника муниципального профессионального конкурса педагогического мастерства и общественного признания "Педагог года-2018".

Диплом победителя в номинации муниципального конкурса педагогического мастерства и общественного признания "Учитель башкирского языка и литературы-2018".

Моё портфолио

Үҙемдең портфолиомда дәрес өлгөләре, эш программалары, класс сәғәттәре, презентациялар тәҡдим итәм. Коллегаларым файҙалы мәғлүмәт алыр тип ышанам.

Мои публикации:
Классное руководство
Родной язык и литература
Сценарии праздников
Экология
Публикации моих учеников:
Литературное творчество
Другое
Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: