Кластан тыш сара
методическая разработка (6 класс)

Зарипова Гюзель Маулитовна

"Әсәйҙәр көнө"нә арналған байрам сценарийы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл den_materi.docx17.6 КБ

Предварительный просмотр:

                                       Әсәйҙәр көнө

-Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.

Күрешеү бит шулай башлана

Һеҙҙең менән осрашҡанға, әсәйҙәр,

Күңелебеҙ шундай шатлана.

Тантана бөгөн ерҙә,

Һәр кешенең йөҙөндә.

Шатлыҡ урғый йөрәктән,

Нур һибелә күҙҙәрҙән.

Бөгөн һоҡланғыс байрам-

Әсәйҙәребеҙ көнө.

1-се алып барыусы:

-Әсәй!Күпме наҙ бар был һүҙҙә.”Әсәй” тиеп телебеҙ асыла.Беренсе аҙымдарыбыҙҙы күреп ғәзиз әсәйҙәребеҙ һөйөнә.Беҙҙең иң якын кәңәшсебез,серҙәшсебеҙ ул!

-Аллаһы Тәғәлә ҡатын-кыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле,һүҙсән,нәфис,хиссән итеп яралтҡан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы,сетерекле вазифаны - бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.Ҡатын-ҡыҙ- иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы ул.

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!                

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Конкурс «Театр» Алып барыусы тексты уҡый, әсәйҙәр һүҙһеҙ генә ым-ишара менән уйнай . Алып барыусы 2. Таң атты. Сәғәттәге кәкүк 7 тапҡыр кәкүк тип ҡысҡырҙы. Әсә йоҡоһоҙ төндән һуң һис тә уяна алмай. Шул ваҡыт будильник шылтыраны, һәм әсәй урынынан һикереп килеп торҙо. Кухняға йүгерә, плитаны тоҡандыра. Унда бутҡалы кәстрүлде ултырта. Сәғәт тыҡылдай, инде һигеҙенсе яртыны күрһәтә. Әсә баланы уята башлай. Бала тормаҫҡа тырыша, хәленән килгәнсә ҡаршылаша. Әсә ни эшләргә белмәй: ҡулдарынан, аяғынан тартҡылай. Шул саҡ кәстрүлдәге бутҡа түгелә башлай һәм плитала бышылдаған тауыш ишетелә. Етмәһә кәкүкле сәғәт ватыла һәм кәкүге хыялый кеүек бер туҡтамай ҡысҡыра ла ҡысҡыра. Һәм ниһайәт әсә балаһын уятып кейендерә. Балаһын мәктәпкә оҙатҡан ыңғайы плитанан кәстрүлен ала, плитаны һөртә һәм ашыға-ашыға үҙе эшкә йүгерә. Алып барыусы 1. Жюри еңел булмаған бурыс ҡуйылғайны– әсәйҙәрҙең ижади һәләтен билдәләү. Жюри, һеҙгә һүҙ бирелә

“МӘКТӘПКӘ ӘҘЕРЛӘ”

Бала мәктәпкә һуңлай. Ниндәй генә әсә балаһына ярҙамға килмәһен. Балалар ултырғыстарында йоҡонан уяна алмай ултыраю әсәй тиҙ генә расписание буйынса портфель йыйырға тейеш. Баланы кейендереп жюриға алып бара.

Конкурс "Что я знаю о маме”. Приглашаются по 2 ученика.
Вопросы задаются по очереди: 
1– мамины любимые цветы
2 – когда у мамы день рождения; 
3 – какого цвета глаза у мамы; 
4 – сколько маме лет; 
6 – мамино любимое блюдо; 
7 – любимые мамины телепередачи; 
8– на что больше всего сердится мама; 
9 – мамино увлечение;


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"

Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Кластан тыш сара "Тик тыныс булһын илдәр"

Әҙәби-музыкаль композиция "Тик тыныс булһын илдәр"...

Кластан тыш сара "Яугир шағирҙар"

Шиғриәт көнөнә,  Әҙәбиәт йылына һәм Еңеүҙең 70 йыллығына арналған   шиғыр һөйләү конкурсы...