"Әҙәбиәт белгестәре" кластан тыш сараһына конспект
план-конспект урока на тему
Предварительный просмотр:
10-11 класс уҡыусылары өсөн “Әҙәбиәт белгестәре” ярышына сценарий
Егет: Әҙәбиәт донъяһында
Кемдәр бик шәп йөҙә икән,
Яҙыусыларҙың ижадын
Кемдәр бик шәп белә икән?
Ҡыҙ: Башлайыҡ, дуҫтар. Бергәләп
Белем, зиһен ярышын.
Жюри ҙа ғәҙел баһалар
Сәмле ярыш барышын.
1-се ярыш: “Беҙ ҡайһы әҫәр геройҙары?”
( уҡыусыларға экранда әҫәрҙән геройҙар исеме бирелә, шул әҫәрҙең исемен, авторын, жанрын яҙырға кәрәк буласаҡ)
10 класс өсөн:
-Ҡарағол һәм Гөлбикә (Д.Юлтый “Ҡарағол” трагедияһы)
-Байғужа, Буранбай, Булат, Индрил, Новиков (Д.Юлтый “Ҡан”романынан)
-Гөлзифа һәм Юлдыбай (М.Буранғолов “Башҡорт туйы” драмаһы)
-Шәмси, Ғариф бай (Ғ.Хәйри “Боролош” романы)
-Алмаҡай (Һ.Дәүләтшина “Айбикә” повесы)
-Айбулат һәм Гөлйөҙөм(Һ.Дәүләтшина “Ырғыҙ” романы)
-Һәҙиә һәм Рәми (Н.Ғәйетбаев “Төн”трагедияһы)
-Ҡунаҡбай һылыуы-Зөләйха (З.Вәлиди “Хәтирәләр” китабы)
-Тимеркәй (Д.Юлтый “Тимеркәй фәлсәфәһе” хикәйәте)
-Ричард Галин ( М.Кәрим “Айгөл иле” драмаһы)
11 класс өсөн:
-Яҡуп, ҡатын (М.Кәрим “Ҡара һыуҙар” поэмаһы)
- Кендек, Оло инәй (М.Кәрим “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы)
-Зәйнәп һәм Сәйҙел ( Ғ.Сәләм “Бала” поэмаһы)
-Гөлгөл һәм Фәтхел (Р.Ниғмәти “Һаҡмар ҡыҙы” поэмаһы)
-Шатморат һәм Ҡарлуғас (Б.Бикбай “Ҡарлуғас” драмаһы)
-Емеш( З.Биишева “ Яҡтыға” трилогияһы)
-Мәҙинә, Фәүзиә-Барсынбикә (Т.Ғарипова “Бөйрәкәй” романы)
-Аҡйегет менән Зөбәржәт (М.Кәрим “Ай тотолған төндө”трагедияһы)
-Искәндәр, Хәҙисә Барласовна (Ә.Хәкимов “Өйөрмә” романы)
-Зевс ( М.Кәрим “Ташлама утты, Прометей!”)
2-се ярыш: “Әҙәбиәт ынйылары-халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары”
Халыҡ шағирҙары:
Мәжит Ғафури (1923й)
Рәшит Ниғмәти (1959й)
Мостай Кәрим (1963й)
Сәйфи Ҡудаш (1964й)
Рәми Ғарипов (1992й)
Назар Нәжми (1994й)
Рауил Бикбаев (1994й)
Әнғәм Атнабаев (1997й)
Тимер Йосопов (2003й)
Марат Кәримов (2003й)
Александр Филиппов (2004й)
Абдулхаҡ Игебаев (2010й)
Халыҡ яҙыусылары:
Зәйнәб Биишева (1990й)
Ноғман Мусин (2001й)
Әхиәр Хәкимов (2001й)
Нәжиб Асанбаев (2007й)
Ғайса Хөсәйенов (2008й)
Талха Ғиниәтуллин (2011й)
3-сө ярыш: “Шиғриәт минуттары...”
(уҡыусылар ятлап килгән шиғырҙарын һөйләйҙәр)
4-се ярыш: “Өҙөктәрҙе таны...”
10 класс өсөн:
Был баҙарҙа барыһынан да
Арзан әйбер: ит вә ҡан.
Көн һайын меңәр шаһит,
Меңдәр аяҡ-ҡулһыҙ, сатан (Д.Юлтый “Ҡан баҙары” шиғыры)
Әйҙә, батыр егет, алға саптыр!
Аҡтар ҡара көстәр диуарын,
Тар-мар килтер, барыһын батыр ҡанға,
Ырғыт йәһәннәмгә ни барын! (Д.Юлтый “Атлан, батыр” шиғыры)
“...Һуңғы мәлдәрҙә һалдаттар үҙҙәренең ҡулдарына үҙҙәре атыуҙың яңы ысулын уйлап таптылар-атыласаҡ урындарын ҡалын итеп еүеш сепрәк менән урайҙар...” (Д.Юлтый “Ҡан” романы)
“...Шәйхи бабай уның арҡаһынан һыйпап:
-Әйт, улым, әйт, нимә булды?-тине, ваҡиғаны тиҙерәк төшөнөргә ашыҡты.
-Бабай, беҙ аҙаштыҡ...Әсәй...әсәй...ул урманда...”(Ғ.Хәйри “Боролош” романы)
“...Ныязғол бай нисә йылдар инде ошо бай, матур ерҙәрҙә үҙе баш, үҙе түш булып маҙрап йәшәй...” (Һ.Дәүләтшина “Ырғыҙ” романы)
“Эй, шинель, минән иҫәпһеҙ
Афарин, рәхмәт һиңә.
Һаҡлайың ямғыр, һыуыҡ елдән,
Файҙаң күп миңә. ( Д.Юлтый “Шинель” шиғыры)
11 класс өсөн:
“Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн-...” (М.Кәрим “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”)
“ Алғы танк уға табан
Борола биреп уҙып китте.
Бер ер ҡорто урынына,
Ыһ,та итмәй иҙеп китте...
Ә бер аҙҙан үләндәге
Уның һуңғы эҙе кипте...” (М.Кәрим “Ҡара һыуҙар” поэмаһы)
“...-Арҡаныңды ҡасан ишеп бөтөрәһең инде?- тим, эсем боша башлағас.
-Ишәм әле, малай тыуғансы...
-Оһо! Әгәр ул тиҙ генә тыумаһа?
-Тыуыр. Ә йүкә миндә бер йөк, хыт биш көн иш,-тип яуапланы Ҡара Йомағол...” (М.Кәрим “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы)
“...Ах, шул ҡоллоҡ! Бәндә-бәндә ҡоло, ҡанун ҡоло, йола ҡоло...” ( М.Кәрим “Ай тотолған төндө” трагедияһы)
“...Ҡасан тиһең тағы! Фатирынан больницаға күсергәндәр ҙә кисә төштән һуң уҡ күмеп тә ҡуйғандарсы. Әйтмә инде, туғанҡайым, китпхана халҡын табутҡа яҡын да ебәрмәнеләр...” (Ә.Хәкимов “Өйөрмә” романы)
“Мин ризамын, әгәр һине ҡыуып
Оҙаҡ барһалар ҙа хаттарым.
Тимәк, минең егетем алға бара,
Дошман нығытмаһын аҡтарып” (Р.Ниғмәти “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмаһы)
5-се ярыш: Сәсәнлек бәйгеһе
(“Бер тигәс тә ни яман?” ҡобайырына таянып ҡобайыр яҙыу)
6-сы ярыш: “Яҡташтарым-ғорурлығым”
-Яныбай Хамматов, Сабир Шәрипов, Зөбәй Үтәғолов, Мөхөтдин Тажи, Гүзәл Ситдиҡова, Дамир Шәрәфетдинов, Әхмәҙин Әфтәх
-Арыҫлан Мөбәрәков, Гөлли Мөбәрәкова, Заһир Исмәғилев, Әхмәт Лотфуллин, Рәмил Ғәйзуллин, Ғәли Хәмзин, Роза Аҡкөсөкова, Искәндәр Ғәзизов.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сара апа - татар сандугачы
Бөек композиторыбыз Сара Садыйкованың тормыш юлы,иҗаты белән таныштыру....
Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"
Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...
Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"
Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...
Путешествие в столицу Золотой Орды Сарай-Бату.,
Старый Сарай(Сарай - Бату,Старый,Сарай-аль-Махруса-Дворец Богохранимый")-средневековый город столица Золотой Орды.Распологается прмерно в 80 км. современного города Астрахани,в районе села Селитренное...
Сара Садыкова
Сценарий внеклассного мероприятия....
Кластан тыш сара "Тик тыныс булһын илдәр"
Әҙәби-музыкаль композиция "Тик тыныс булһын илдәр"...
Ололар көнөнә арналған байрам сараһы
Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы...