Тема: «Фонетика» темаһын йомғаҡлау.
план-конспект урока (5 класс) по теме

Зарипова Гюзель Маулитовна

Тема: «Фонетика» темаһын йомғаҡлау.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл fonetika_yomgaklau.docx21.69 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: «Фонетика» темаһын йомғаҡлау.

Маҡсат: - уҡыусыларҙың тема буйынса алған белемдәрен

ҡыҫҡаса ҡабатлау,системаға килтереү;

-һүҙ байлығын, фекерләү ҡеүәһен арттырыу;

-туған телгә һөйөү тәрбиәләү.

Дәрестең төрө: сәйәхәт.

Йыһазландырыу: йыһан,ракета һүрәттәре,һәр планетала

үтәләсәк биремдәр менән карточкалар.

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар!

Бөгөн минең һеҙҙең өсөн бер серем бар. Мин һеҙҙе мөғжизә-

ле белем донъяһына сәйәхәткә илтмәксемен.

Беҙҙән бик алыҫта серҙәр менән уратылған,нурҙар менән яҡтыртылған «мөғжизәле белем донъяһы» бар. Унда тик белем-

ле, таһыллы, зирәк балалар ғына барып етә. Әле ракеталар,

самолеттар булмағанда ла халҡыбыҙ был йыһанды ҡәҙерләгән,

хөрмәтләгән.

(Таҡтаға йыһан һүрәтен элеү)

- Ә беҙ бөгөн йыһанға нимә менән сәйәхәткә сығырбыҙ икән?

+Ракетала.

-Дөрөҫ.

(Таҡтаға ракета һүрәтен элеү)

2. Артикуляцион күнегеү.

-Балалар, ракета беҙҙе тәүге планетаға алып килде. Уҡыйыҡ әле.

«Тел биҫтәһе» планетаһы.

-Планетала беҙҙе ниндәй эштәр көтөүен карточканан беләбеҙ.

1-се бирем. Тиҙәйткесте тиҙ һәм дөрөҫ итеп әйтергә.

Бисара бесәй бысраҡ баҫҡыс аҫтына боҫҡан.

-Биремде бик яҡшы үтәнегеҙ. Юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

3. Ҡабатлау,нығытыу өсөн күнегеүҙәр.

-Беҙ туҡталасаҡ икенсе планетаның исеме «Алфавит» тип атала.Бында һеҙгә бирелгән һорауҙарға яуап бирергә кәрәк.

а). Башҡорт алфавитында нисә хәреф? (42 хәреф)

б). Бөтә хәрефтәр ҙә өндө белдерәме? (юҡ;ъ,ь)

в). Ниндәй хәрефтәр ике өндө белдерә? (е,ё,ю,я)

г). Башҡорт алфавитында нисә тартынҡы өн бар? (27)

д). Ниндәй һуҙынҡы өндәр иренләшкән? (о,ө,у,ү)

е). Йомаҡтарҙың яуабын әйтегеҙ.

Аҡ ер, ҡара орлоҡ. (хәрефтәр)

Тауҙа бар, өйҙә юҡ,

Һыуҙа бар, ерҙә юҡ. (у хәрефе)

Атта бар, ҡолонда юҡ. (а хәрефе)

2-се бирем.

-Ниндәй өндәр аҙашҡан икән? Ҡайһығыҙ әйтә ала.

а). Минең һеңлем Нәсимә

Баҫма таҡҡан сәсенә.

б). Яр буйында малайҙар

Һыуға бармаҡ һалалар.

в). Бесәй биткәйен йыуа,

Ҡыйығын һыйпап ҡуя.

г). Әсәй эштән ҡайтҡансы

Аш бешерә һалғайным,

Тик ашыҡтым шикелле,

Боҙон артыҡ һалғанмын.

д). Таҙа күлдәген кейеп

Баҡа мәктәпкә килгән.

е). Ниндәй саф һауа

Күктән ҡаҡ яуа.

ж). Балыҡтарын майға һалып,

Ҡабала ҡыҙҙыралар.

3-сө бирем. «Яңы һүҙҙәр».

-Афарин, балалар. Тәүге хәрефтәрҙе алмаштырып шат һүҙенән ниндәй һүҙҙәр яһап була.

Шат – ҡат, һат, зат, …

-Дөрөҫ балалавр.Беҙ барып етәсәк өсөнсө планета «Уйлап тап» планетаһы. Түбәндә «йыһан» телендә һүҙҙәр яҙылған. Хәрефтәрҙең урындарын алмаштырып «ер» теленә тәржемә итегеҙ.

Т ә к м ә п (мәктәп)

М ә л ҡ ә (ҡәләм)

Р е д ә с (дәрес)

Ф ә т р д ә (дәфтәр)

Ф ы н и с (синыф)

У ы с ҡ ы у (уҡыусы)

-Беҙ туҡталасаҡ дүртенсе планета «Ребус» планетаһы. Һеҙгә балалар бирелгән ребустарҙы сисергә кәрәк.

(Ребустарҙы күрһәтеү)

-Бик яҡшы, балалар.Беҙҙең алда «Һүҙ табыу» планетаһы. Логорифтарҙы сисегеҙ.

а). «Ш» менән төрлө төҫтә еңел ҡыуыҡ,

«Ҡ» менән мамыҡ кеүек, үҙе һыуыҡ. (шар – ҡар)

б). «Д» менән мин көслө ел,

«Д» һыҙ ҡалһам, торған ер. (дауыл – ауыл)

в). Минең менән һәр нәмәнең

Буйын үлсәй алаһың.

«Ө» өҫтәһәң, ер аҫтынан

Поезд менән бараһың. (метр – метро)

г). «Ҡ» менән ул һыуҙа йөҙә,ҡойона

«Ҡ» һыҙ ҡалһа, етмәҫ һымаҡ тойола. (ҡаҙ – аҙ)

д). Йәгеҙ әле «күңелһеҙ» ҙең

Антонимы нисек булла?

Бер хәрефен алһаң әгәр,

Уны тотоп егеп була. (шат – ат)

-Афарин, балалар. Ә хәҙер ял итеп алабыҙ. Беҙҙең алда «Ял минуты» планетаһы.

Һыу буйында баҡалар

Баталар ҙа ҡалҡалар.

Ҡояш сыҡҡас барыһы ла

Һикерешеп алалар.

Ҡулдарын алға һуҙып

Сәпәкәйләп алалар.

Уңға һулға боролошоп

Тыпырҙап та ҡуялар.

-Инде ял да итеп алдыҡ. Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ. Беҙҙең алда «Кроссворд» планетаһы.

1). Хәрефтәрҙең айырым бер тәртиптә бирелеүе. (алфавит)

2). Ишетеү ағзаһы. (ҡолаҡ)

3). Һүҙҙәрҙәге иң бәләкәй берәмек. (өн)

4). Өндәрҙең тамғаһы. (хәреф)

5). Өндәрҙең бер төрө.(тартынҡы)

6). Бер һуҙынҡы булған һүҙ өлөшө. (ижек)

7). Һулыш алыу ағзаһы. (үпкә)

8). Һуҙынҡыларҙың айырым көс менән әйтелеүе. (баҫым)

а

л

ф

а

в

и

т

ҡ

о

л

а

ҡ

ө

н

х

ә

р

е

ф

т

а

р

т

ы

н

ҡ

ы

и

ж

е

к

ү

п

к

ә

б

а

ҫ

ы

м

-Ә хәҙер,балалар, ҡалын һыҙылған вертикаль шаҡмаҡтарҙа яҙылған телмәр өндәренең үҙгәреүен өйрәнеүсе фәнде атағыҙ.

+ Фонетика.

-Дөрөҫ, балалар. «Фонетика иле» - икһеҙ-сикһеҙ. Бер генә сәйәхәттә лә уны тулыһынса өйрәнеп булмай. Иңләп-буйлап сығыу өсөн беҙ ғүмер буйы һүҙҙәр донъяһында сәйәхәттәбеҙ.

Дәресебеҙҙе,сәйәхәтебеҙҙе К.Бакировтың һүҙҙәре менән тамамлайһым килә.

Һөйләшегеҙ туған телдә,

Туйғансы һөйләшегеҙ!

Тел тыуҙырған шатлыҡтарҙы

Кешегә өләшегеҙ!

Ғ.Туҡайҙың «Туған тел» йырын бергәләп йырлау.

4. Дәресте йомғаҡлау. Баһалар ҡуйыу.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Контрольный диктант по теме "Глагол"-5кл,К.Р.для 5кл. по теме "Прилагательное".К.Р.для 5кл. по теме"Существительное"К.Р.для 5кл. по теме"Фонетика"К.Р. для 7 кл. за 1 и 2 полугодие.

Контрольный диктант по русскому языку 7 класс по теме "Глагол" помогает проверить качество усвоения основных орфограмм по теме, разработан в соответствии стандарта ФГОСДанная конторльная работа по рус...

Фонетика как учение о звуковой стороне речи Разработка конспекта урока русского языка «открытия» нового знания по теме «Фонетика как учение о звуковой стороне речи. Гласные и согласные звуки. Их классификация»

Урок по теме: "Фонетика как учение о звуковой стороне речи. Гласные и согласные" способствует  расширению и углублению знания студентов по теме: “Фонетика, графика, орфоэпия, орфография”...

Урок русского языка в 5 классе по теме "Обобщение и систематизация знаний по теме "Фонетика"

Конспект урока русского языка Тема: Обобщение и систематизация знаний по теме «Фонетика»Тип урока: урок повторения и обобщения изученного (практикум).Цели урока: организовать деятельность учащихс...

Урок русского языка в 9 классе по теме «Фонетика. Графика. Орфография. Тема и основная мысль текста»

Урок полностью соответствует всем требованиям современного урока и программе общеобразовательных учреждений за курс 9 класса. Данный урок разработан с использованием ИКТ, а тексты, предложенные для ан...

Тема: «Фонетика» темаһын йомғаҡлау.

Тема: «Фонетика» темаһын йомғаҡлау....