• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум

Вход на сайт

  • Регистрация
  • Забыли пароль?
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

«Башҡорт халыҡ йолалары”

Опубликовано Курмангулова Гульгуна Хызыровна вкл 24.01.2018 - 21:23
Курмангулова Гульгуна Хызыровна
Автор: 
Вахитова Алина
Тикшеренеү эшемдең актуаллеге Актуаллеге хәҙерге ваҡытта йола байрамдарға иғтибар арта. Байрамдар ашаәйләнә – тирәгә һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләнә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Office presentation icon презентация2.14 МБ
Microsoft Office document icon исследовательская работа63 КБ
Предварительный просмотр:
Чтобы пользоваться предварительным просмотром презентаций создайте себе аккаунт (учетную запись) Google и войдите в него: https://accounts.google.com

Подписи к слайдам:

Слайд 1

Баш ҡ орт халҡының милли йолалары. Боҙ оҙатыу йолаһы. Ҡарға бутҡаһы. Ҡаҙ өмәһе.

Слайд 2

Э ҙләнеү эшене ң сы ғ ана ҡ тары Тикшерене ү эшен баш ҡ арыу ө с ө н йолаларға ҡ а ғ ылышлы ф ә нни тикшерене үҙә р, а ң латмалы, диалектик һүҙлектә р, теоретик ҡ улланмалар, йолаларҙы т ө рл ө я ҡ лап өйрәнеүгә бәйле мәҡәләләр , йыйынты ҡ тар фай ҙ аланды. Шулай у ҡ ауыл а ҡһ а ҡ алдары мен ә н фекер алышыу ойошторолдо. Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте Йыйылған материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, йолаларҙы өйрәнеүҙә,мәктәп музейында файҙаланыла ала. Структураһы – тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора .

Слайд 3

Э ҙ л ә не ү эшене ң ма ҡ саты Йолаларҙы өйрәнеү Иптәштәремдә йолаларҙы ө йр ә не ү г ә ҡ ы ҙ ы ҡһ ыныу уятыу. Э ҙ л ә не ү эшене ң гипотеза һ ы Йолаларҙың тарихын ө йр ә не ү ; Тикшерене ү объекты Тема ғ а ярашлы әҙәбиәт ,а ҡһаҡалдар мен ә н әңгәмә .

Слайд 4

Йола һ үҙе нимәне аңлата? Йола - халыҡтың йәшәйешенә борондан кереп урынлашҡан тормош – көнкүреш тәртиптәрен йәки дини ҡанундарҙы үтәүгә бәйләнешле эш – хәл, ғөрөф – гәҙәт.

Слайд 5

Әбейем менән һөйләшеп ултырырға яратам .

Слайд 6

Ҡаҙ өмәһе көз аҙағы, ҡыш башында уҙғарыла. Ҡаҙ йолҡорға ҡыҙҙар саҡырыла. Йолҡонған ҡаҙҙарҙы һыу буйына йыуырға төшәләр. Ҡаҙ майы менән ҡоймаҡ бешереләр. Ҡаҙ өмәһе киске уйын менән тамамлана. Ҡаҙ өмәһе.

Слайд 7

« Ҡарға бутҡаһы » бешереүҙәре тураһында әбейем бик яратып һөйләй.

Слайд 8

Яҙ көнө ҡара ҡарғалар килгәс уҙғарыла. Балалар йорт буйлап таҡмак әйтеп ашамлыҡтар йыялар. Болонда был ашамлыҡтарҙан бутҡа бешерәләр. Бутҡанан барлыҡ ауыл халҡы ауыҙ итә. Усаҡ янында бейеп-йырлап күңел асалар. Ҡалған бутҡаны ҡарғаларға һибәләр. Ҡарға бутҡаһы.

Слайд 9

1. Яҙ башында боҙҙар киткәндә уҙғарыла. 2.Барлыҡ ауыл халҡы йылға буйына төшә. 3.Һыу буйында егет- ҡыҙҙар күңел асҡандар. Боҙ оҙатыу.

Слайд 10

Уртак билдәләр. 1. Һәр йола ла күмәк уҙғарыла. 2. Һәр йола ла тәбиғәт менән бәйле. 3. Бер генә йола ла бейеү, йыр, уйындарһыҙ уҙмай.

Слайд 11

Йомғаҡлау. Хәтерләүҙән ҡурҡма һин! Үткәнеңде онотма һин! Бел һин йыраҡ бабаларҙың Нисек итеп көн иткәнен, Ниндәй уйҙар, ниндәй моңдар Беҙгә ҡалдырып киткәнен.

Предварительный просмотр:

                     

«Кейекбаев уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференция

Эҙләнеү эшенең темаһы:

«Башҡорт халыҡ йолалары”

                                                                     

                                                          Әҙерләне:Башҡортостан республикаһы Ғафури районы Аҡкүл   ауылының    урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһы 11-се класс уҡыусыһы

                                                                    Вәхитова Алина

                                                            Етәксеһе: башҡорт теле һәм

                                                                              әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                               Ҡорманғолова Гөлгөнә

                                                            Хызыр   ҡыҙы

2015 й.

Йөкмәткеһе

1.Инеш

2. Төп өлөш

3.Йомғаҡлау

4. Ҡулланылған әҙәбиәт

5. Ҡушымта

                                                                                     

Тикшеренеү эшемдең актуаллеге

Актуаллеге хәҙерге ваҡытта йола байрамдарға иғтибар арта. Байрамдар ашаәйләнә – тирәгә һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләнә.

Эҙләнеү эшенең  маҡсаты

  • Йолаларҙы өйрәнеү
  • Иптәштәремдә йолаларҙы өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы

  • Йолаларҙың тарихын өйрәнеү;

Тикшеренеү объекты

Темаға ярашлы әҙәбиәт ,аҡһаҡалдар  менән әңгәмә.

Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары

Тикшеренеү эшен башҡарыу өсөн йолаларға ҡағылышлы фәнни тикшеренеүҙәр, аңлатмалы, диалектик   һүҙлектәр, теоретик ҡулланмалар, йолаларҙы төрлө яҡлап өйрәнеүгә бәйле мәҡәләләр, йыйынтыҡтар файҙаланды. Шулай уҡ ауыл аҡһаҡалдары менән фекер алышыу ойошторолдо.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте

 Йыйылған материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, йолаларҙы өйрәнеүҙә,мәктәп музейында файҙаланыла ала.

Структураһы – тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт  исемлегенән тора.

Инеш

     Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән алып уның менән бергә йәшәйеш тәртибен, һәр ырыуҙың тупланып, ойошҡан дәүләт төҙөүен тәьмин иткән механизм хасил була. Төрлө халыҡтың үҙ тарихи йәше менән бер ҡатар үҫешә. Тау халыҡтарында ул мәктәп адат, ҡаҙаҡтарҙа — салт, сыуаштарҙа — йала-ерке, алтайҙарҙа ялаһ тип атала. Кеше һәм кеше — ырыу, кеше — тәбиғәт, кеше — йәмғиәт араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйлау, ырыу көсөн арттырыу, сәләмәтлекте һаҡлау һәм ижади ҡеүәтте байытыу, тормош-көнкүреш талаптарын дөрөҫ камиллыҡта үтәп еткереү моделе иһә башҡортта йола тип атала һәм алда әйтелгән атамалар менән ауаздаш. 
Борон-борондан башҡорт иле үҙенең төп законына — йолаға — нигеҙләнеп йәшәгән, үҫешкән. Оло хаҡы, кесе хаҡы, ҡатын хаҡы, ир хаҡы, бала йәки баба хаҡы, йәғни Кеше хаҡын фәҡәт йола ғына теүәл һаҡлаған. Олоно оло итеү, туған менән туған, кеше менән кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙең тейешле ыңғай барышы, йәғни гармонияһы, берҙән-бер хоҡуҡи сара — йолаға — буйһонған. Оло кеше (атай, ағай) өҫтәл янына ултырмайынса, ризыҡҡа тейеү тыйылған, баланы ҡаты рәнйеткән оло кеше мантымай, тигәндәр; махсус исем ҡушыу йолаһы үтәлмәйенсә, бала ырыу ағзаһы тип һаналмаған; ҡалым түләү, сеңләү, ҡыҙ илатыу йолаһы башҡарылмайынса, туйҙа йыуаса һибеү, һандыҡ асыу булмайынса, һ.б. йолалар үтәлмәйенсә, килен икенсе ырыуҙың яңы ағзаһы, ир ҡатыны хоҡуғына ысын мәғәнәһендә эйә булмаған. Йола теге йәки был ваҡиғаны "оҙатып" бармай (ғәҙәттә, шулай фекер йөрөтәләр) йәки уның биҙәүесе лә, тулыландырыусыһы ла түгел.   Йола үтәлмәһә, донъя боҙола, яманлыҡ алға сыға. "Урал батыр" эпосында, мәҫәлән, атаһы ҡушҡан йоланы боҙған өсөн Шүлгән яман кешегә әүерелә. 

Төп өлөш

      Халыҡ байрамдары – шул халыҡты милләт итеп берләштерә торған сараларҙың береһе. Һәр милләттең үҙенә генә хас байрамдары була. Улар халыҡтың милли ғорурлыҡ, милли хистәр культураһын тәрбиәләргә ярҙам итеп кенә ҡалмайҙар, ә шул кешеләрҙә рухи ҡәнәғәтләнеү ҙә тыуҙыралар. Әгәр халыҡ байрамдары юғала икән, был инде уның рухи байлығы һайыға барыуын сағылдыра.  Халыҡ байрамдары һәр кешенең йөрәк түрендә һаҡлана, сөнки йыр, бейеү, яңы көйҙәр башҡарыу, осрашыу – танышыуҙар ошо байрамдарҙа була. Улар уны ҡайҙа ғына булһа ла – үҙ ауылына, төбәгенә тартып тора.

        Мин йыш ҡына ап-аҡ сәсле , аҡ яулыҡлы 89 йәшлек әбейем менән һөйләшеп ултырырға яратам. Улар йәш саҡта үткәрелгән байрамдар, йолалар тураһында һөйләгәндә әбейемдең йөҙө тағы ла йәнләнә, күҙҙәре яна башлай, тауышы көрәйә.

 Эйе, күңелле итеп йәшәгән бит беҙҙең ата- бабайҙарыбыҙ. Тырыш хеҙмәттән һуң рәхәтләнеп ял итә белгән. Уйын- көлкө, йыр- бейеү менән шаулап гөрләп торған Һабантуй, аулаҡ өйҙәр, ҡаҙ өмәләре үҙеңде башҡалар алдында һынатмау, кешеләрҙә кире хистәр тыуҙырмау, матурлыҡта, етеҙлектә, дуҫлыҡта һынатмау өсөн көрәш майҙанына әҙерләгән.

        Минең уйлауымса, хәҙерге ваҡытта күптән килгән байрам, йолаларын һаҡлау һәм ҡабат тергеҙеү эшендә эҙмә- эҙлелек етмәй һәм был боронғо йолаларыбыҙҙы насар белеүебеҙҙән дә килә. Иң аяныслыһы халыҡтың ғөрөф- ғәҙәт, йола һәм байрамдар мираҫын быуындан- быуынға тапшырыу механизмы юғалыуҙа, йәмғиәттә үҙ- үҙеңде тоторға һәм, ғөмүмән, йәшәргә өйрәтә торған, быуаттар буйына һыналған үрнәктәрҙең юғалыуында, боҙолоуында. Ошо уйҙар миңә, өлкән быуын хәтерендә һаҡланып ҡалған ҡайһы бер йолаларҙы яҙып алырға этәргес  яһаны. Мин үҙ эшемдә беҙҙең төбәктә ҡайһы бер йола һәм байрамдарҙың нисек уҙғарылыуын күрһәтергә теләнем. Әгәр минең эшем төбәгебеҙҙәге йола- байрамдарҙы тергеҙеү һәм яңыртыу эшенә өлөш керетһә, мин бик шат булыр инем.      

Ҡаҙ өмәһе

Ҡаҙ өмәһе - башҡорттарҙың борондан һаҡланып килгән изге йолаһы. Был йорт ҡошоноң ите ҡарға тәпәй баҫыу менән татлана, тип иҫәпләнә. Шуға күрә ҡар төшкәнен әле лә көтөп алалар. Ҡаҙ өмәһе ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, ул - матур итеп аралашыу, күңел асыу, үзеңде күрһәтеү. Ҡаҙ мамығынан мендәр, түшәк, яҫтыҡ яһайҙар, итенән төрлө аш-һыу әҙерләйҙәр.

    Был сараны айырыуса йәш-елкенсәк яратҡан. Ҡыҙҙар өмәнән ситтә ҡалмаҫ өсөн, бәпкәләре күп булған апайҙар менән йәйҙән үк һүҙ ҡуйышҡан. Ҡаҙҙы йә һыуҙа бешекләп, йә быуҙа тотоп, ҡайһылары эҫеләмәй генә йолҡҡан. Таҙа ҡаҙҙарҙы көйәнтәгә аҫып ҡыҙҙар шишмәгә, һыу буйына мәкегә алып төшкән, матурлап йыуған. Уларға эйәреп ҡурай тартҡан егеттәр ҙә һыуға барған. Йәштәр ҡайтҡансы, йорт хужабикәһе ҡаҙ майында ҡоймаҡ, табикмәк бешереп, сәй әҙерләп көтөп торған.

    Киске мәжлес тамамланғас, йәштәр уйыны ойошторолған.

Ҡарға бутҡаһы

Яҙғы һабан осоро алдынан кешеләрҙе уҙ-ара яҡынайта, хеҙмәткә дәрт, берҙәмлек уята торған тылсымлы йолалар бар минең халҡымда. Шуларҙың береһе – һабанға сығыр алдынан тау башында усаҡ яғып «ҡарға бутҡаһы» бешереүҙәре тураһында әбейем бик яратып һөйләй.

 Бала- саға билдәләнгән бер көндө өйҙән- өйгә йөрөп ярма, һөт, йомортҡа, май йыйп йөрөгәндәр. Аҙыҡ- түлек йыйып йөрөгәндә таҡмаҡ әйткәндәр:

Ҡарға әйтә: ҡар, ҡар

Туйым етте: бар, бар

Ярма, күкәй алып бар

Һый, майыңды һалып бар

Шулай йыйылған ризыҡтарҙан тауҙа ҙур ҡаҙанда бутҡа бешергәндәр. Олоһо, кесеһе бутҡа менән һыйланған. Һуңынан төрлө уйындар уйнағандар, ҡалған бутҡаны ҡарғаларға бирәләр.

Һыуға бәйле ғөрөф-ғәҙәт 

Йола, тыйыуҙарға бәйле халыҡ ырым-ышаныуҙары — реаль күрһәтмә, ҡурҡытыу түгел, ә философия. Уларҙы ла бирәбеҙ — тәрәнерәк аңлар өсөн. 
“Һыу — ҡатын сығанағы”, ти халыҡ. Тыуҙыра, туйҙыра, таҙарындыра, дауалай ул. Һин һыуға ҡараған мәлдә унда тулы сағылаһың. Ул һине һәр саҡ күрә. Һине белә ул. Ул тере, тере булғанға һиңә йыуынғанда ла, эскәндә лә, уйланғанда ла ләззәт килтерә. Әҙәмдең ише — һыу. Ҡәҙер итһәң генә ул һине тыңлай, шифайәт ебәрә, донъяңды гөл итә. Ҡәҙер итмәһәң... 
Ҡатын сығанағы — һыу. Шуға ул барыһын да ыңғайлата ала. Һыуҙы ала бел, тота, уға бурыс ҡайтара ла бел. 
***
Ҡояш ҡалҡмайынса һыу алырға ярамай. Им-том итергә генә, дауаға алыу мөмкин. Ҡояш нуры төшмәгән һыу уянмаған була. Һыу алғанда “бисмилла” әйтеп, ипләп кенә, тыныс күңел менән алырға кәрәк. Уның күңеле, аҡылы бар. 
Ҡояш байығас, һыуға барырға, крандан ағыҙып алырға ла ярамай — һыу пәрҙәләнгән була, йоҡлай. Әгәр шулай тура килһә, һыуҙан рөхсәт алырға кәрәк. Әйтә торған һүҙе бар: 
Эй, Һыу инәһе! 
Әссәләмәғәләйкүм!
Аҡбуҙатлы ҡунаҡ килгән, 
Самауырға һыу кәрәк! 
Һыу бир, “өлөшөм”, — тиермен! 
Йәки: 
Һыу инәһе! Һыу бир, 
Көндөҙ килеп булманы! 
Ҡояш байығанда һыу алһаң, артыңды ҡамсылау кәрәк, ти ололар. Үҙенең мәғәнәһе бар. “Әгәр һыу алғанда рөхсәт алмаһаң йәки һыуға өлөшөн һалмаһаң, Һыу инәһе артыңдан эйәрә. Шуға үҙебеҙҙе үҙебеҙ “ҡамсылай” инек. Ҡайтыр юлда һыйыҡ сыбыҡ алабыҙ ҙа ҡамсылайбыҙ. Ҡояш байығас, һыу алып ҡайтһаҡ, атай:
— Ана, ҡайтты һеҙҙең менән, һөйләшә хатта, — тиер ине. 
— Кем? 
— Һыу эйәһе! 
— Беҙ бит ишетмәйбеҙ! 
— Һеҙҙеңсә һөйләшмәй ул! — ти. — Ана, хәҙер өйгә инеп ултыра.
Ул йәмһеҙ ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә кеше булып өйгә инеп ултыра икән. “Һеҙҙең һыуығыҙ тәмһеҙ!” — тип илай, ти. Тауышы ишетелһә, шунда уҡ мылтыҡтан атҡандар. Ҡоро дары менән. Шаулап сығып китер булған. 

Боҙ оҙатыу йолаһы 

Боҙ киткәнен ҡарап ҡалырға кәрәк. “Боҙ китә! Боҙ китә! Һыу буйына барығыҙ!” — тип балалар ҡысҡырып йөрөй. Шаулап-гөрләп, ярға боҙ ташлай-ташлай китә ул һыу. Бер генә көн шулай була. Һыуға ҡаршы баҫып изге теләк әйтергә, һаулыҡ һорарға кәрәк.

Йомғаҡлау

        Милләтебеҙҙең йолаларға бай булыуы бик күп сығанаҡтар аша билдәле. Хәҙерге көндә лә ошо байрамдарҙың, уйындарҙың юғалып ҡалмауы мөһим. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте һис шикһеҙ.Әйләнә- тирәне, ололарҙы, кеселәрҙе, ҡош- ҡортто, үҫемлектәрҙе һаҡлау, ихтирам итеү кеүек сифаттар ошо байрамдар, уйындар аша тәрбиәләнгән дә инде.Тәбиғәтте башҡорттар үҙ йорто тип һанаған. Сүп ташламаған, быяла ватыҡтарын теләһә ҡайҙа ырғытмаған, шишмәләрҙе, йылғаларҙы, ҡоҙоҡтарҙы таҙа тотҡан. Уларға йәшәү сығанағы тип ҡараған. Халыҡ ижады, йолалары менән һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө, илебеҙҙең ышаныслы киләсәге  булып үҫә. Мин үҙемдең ғилми- эҙләнеү эшемдә халыҡ йолаларының нисек үткәрелеүе, ундағы уйналаған уйындарҙың нисек уйналыуын өйрәнеүгә бағышланым. Мин үҙем өсөн бик күп асыштар эшләнем. Ошо асыштарым тураһында башҡаларға ла еткергем килә.

        Өлкән быуын кешеләре үҙҙәренең йолаларын, уйындарын, һөнәрен киләсәк быуынға ҡалдырырға тырышҡан. Беҙҙә уларҙан ошо йолаларҙы, уйындарҙы өйрәнеп ҡалһаҡ нисек һәйбәт булыр ине. Балалар ошо йолаларҙа уйналған уйындар аша зиһенле, сәләмәт,етеҙ, тырыш, тәртипле, берҙәм булып, илебеҙгә лайыҡлы алмаш булып үҫерҙәр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Әҙәбиәт исемлеге.

 

  1. Бураҡаев И.Д.,Бураҡаева М.С.,Юлмухаметов М.Б Тормош һабаҡтары: 5- се синыф өсөн дәреслек.-Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996.-144 бит. 
  2. Ғәләүтдинов И. Ғ. Балалар фольклоры. 1-се китап. Бала - саҡ–уйнап-көлөпүҫерсаҡ. Өфө: "Китап” -  1994 й.
  3. Ғәләүтдинов И.Ғ.Башҡортхалыҡбалаларуйындары. Өфө:"Китап”– 2006й.
  4. Нагаева Л.  Башкирская народная хореография. Уфа: "Китап”  -  1994 й.
  5. Сөләймәнов Ә. М., Солтанғәрәева Р. Ә. Йыйындар (Башҡортхалҡыныңйолабайрамдары). Өфө - 1995
  6. Сөләймәнов Ә. М. Бала–сағының уйын фольклоры. Өфө: "Китап” -  2007 й.
  7. Башҡорт халыҡ ижады. I том:  Йола фольклоры/ Төҙөүселәре Ә.Сөләймәнов, Р.Солтангәрәева. - Өфө: Китап, 1995.- 560 бит.
  8. Ураксина Р.    Тәмле –тәмле тәмлекәс. Уйын - йола күренештәре. Өфө: "Китап” -  1996 й.


Поделиться:

Машенька - ветреные косы

Украшаем стену пушистыми кисточками и помпончиками

Гном Гномыч и Изюмка. Агнеш Балинт

«Яндекс» открыл доступ к нейросети "Балабоба" для всех пользователей

Любили тебя без особых причин...