Батырлығың һинең – геройҙарса,
Алтын Йондоҙ биҙәй күкрәгең.
Ғорурланып, аҡлап йәшәнең һин
Хөкүмәттең был ҙур бүләген.
Ауылдаштары һүҙенән.
Миҙалдар... Күпме тарих, күпме яҙмыш һеҙҙең һәр берегеҙҙә...
Борай районының бормаланып аҡҡан йылғаһы буйында Баҙраҡ ауылы урынлашҡан. Нәҡ ошонда районыбыҙҙың ғорурлығы, бай күңелле, тәрән фекер эйәһе Советтар Союзы Геройы Тажетдин Баһауетдин улы Ғиләжетдинов тыуа. Бынан 91 йыл элек ошо ауылда ғүмер итеүсе ябай крәҫтиән Баһауетдин ағай менән Дөрлөжинан апайҙарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған улына исем һайлағанда атай кешенең тойомлауына ниндәйҙер бөйөк көс тарафынан иҫкәртелеүенә хайран ҡалырлыҡ...
1924 йылда яҙ иртә килгән, күрәһең. Һоло сәсеп, баҫыуҙан ҡайтҡан Баһауетдин ағай кәнселәргә әле тыуған улын яҙҙырырға килә.
- Булыр, - ти атай кеше, - Баҙраҡтан да бер бөйөк кеше сыҡһын әле!
... Һәм атай кешенең һүҙҙәре хаҡ булып сыға...
Башланғыс мәктәпте тыуған ауылында уҡығандан һуң күрше Ҡалмыҡ, Салҡаҡ мәктәптәрендә белем ала. «... 1941 йылдың 21 июнь көндө сығарылыш кисәһе булды. Был мәктәптең беренсе сығарылы ине. Ә икенсе көндө һуғыш башланыуы хәбәрен ишеттек. Ауылда күптәр һуғышҡа китергә саҡырыу алдылар» - тип иҫенә төшөрөп һөйләй ине Тажетдин бабай.
Ул саҡтарҙа урта белемле кешеләрҙе мәктәпкә уҡытыусы итеп ебәреү ғәҙәте хәл булған. Тажетдин бабай ҙа заман еленән ситтә тороп ҡалмай. Ҙур Баҙраҡ мәктәбендә уҡыусыларға математика һәм тарих буйынса белем бирергә тотона. Әммә уға балалар тауышына ҡыуанып, мәктәп шау-шыуы менән үрелеп, ең һыҙғанып эшләргә тура килмәй. Был ваҡытта төп маҡсат – Тыуған илде дошмандан һаҡлап ҡалыу була.
1942 йылда Тажетдин Ғиләжетдинов армия сафына саҡырыла, Гурьев хәрби пехота училищеһын тамамлай. 4-се Украина фронтының 665-се уҡсылар батареяһы взвод командиры лейтенант Тажетдин Ғиләжетдинов, Ҡырымды азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа ҡыйыулыҡ, хәрби оҫталыҡ күрһәтеп, юғары бүләккә лайыҡ була.
1944 йылдың 7-9 апрель көндәрендә Джанкай районы Тархан ауылы өсөн һуғыштарҙа уның орудиеһы дошмандың өс пушкаһын юҡҡа сығара. 1944 йылдың 9 майында Севастополь янында Ғиләжетдинов ағай расчеты дошмандың ике танкын һәм ике орудиеһын шартлата. Орудие расчетынан ул, бер үҙе генә иҫән ҡалып, ауыр яралы килеш, йәнә бер фашист танкын яндыра.
Һуғыш яланындағы бу ваҡиғалар уның хәтерендә түбәндәгесә яңырып, ошолай һөйләй ине: «Ҡан ҡойғос һуғыштарҙан һуң беҙҙең һуғышсылар Сапун-тауҙы яулап ала. Төн. Батарея командиры пушкаларҙы Сапун-тауға алып менергә һәм дошман пехотаһының контратакаһына ҡаршы торорға тигән приказ биргән.
Пулеметтар атыуҙан туҡтамай, улап снарядтар оса, дошман ракеталары ерҙе туҡтауһыҙ тиерлек яҡтырта. Тауға менгәндә ракеталарҙың һүнгәнен көтәргә тура килә. Снарядтар шартлауҙан барлыҡҡа килгән соҡорҙар, ҙур-ҙур таштар юлды бүлә. Пушкаларҙың утын дөрөс йүнәлтеү өсөн уға уңайлы урын һайларға кәрәк. Тағы ла юғарыраҡ күтәреләләр. Ике һуғышсыны ҡалдырып, йәнә түбәнгә йүнәлә. Взвод түҙемһеҙләнеп ут асарға тейешле координаталарҙы көтә. Ул кире посына әйләнеп килергә лә өлгөрмәй, дошман һөжүмгә күтәрелә. Эйе, фашистар Сапун-тауҙың әһәмиәтен яҡшы аңлай. Автоматтарҙан ут яуҙырып, немецтар алға ырғыла. Дошман пехотаның һөжүмөн танктар менән дә көсәйтә. Тажетдин ағай, яҡындағы беренсе окопҡа төшөп, рация буйынса: «Ут асарға!» - тигән команда бирә.
Был һуғыш төн буйы дауам итә. Немецтар уларҙың ҡайҙалығын асыҡлаған, күрәһең. Икенсе траншеяға күсенгәндә Тажетдин ағай аяғын ниҙер яндырып алыуын тоя. Пуля итектең бер өлөшөн умыртып ырғытҡан була. Силғауының асыҡ урынындағы ҡыҙыл ҡан табы ҙурая бара. Ауыртыуынан тештәрен ҡыҫып, ул итеген һала, һәм улар шыуышыуын дауам итәләр. Бер окопта туҡталғандар. Ул элемтәсегә нисек тә штабҡа барып етеп, хәлде аңлатырға кәрәклеген әйтә. Элемтәсе яралы командирҙың яңғыҙын ғына ҡалдырып китмәй. Һуғыш яланында һалдаттарса үҙара ярҙам – иң мөһиме. Билендәге гранаталарын алып уға бирә һәм нимә булһа ла ошо окоптан сыҡмаҫҡа кәңәш итеп, элемтәсе түбәнгә шыуыша.
Батареялар саҡырыу сигналына яуап бирә. Дошман снаряды пушкаларының береһен сафтан сығарған икән. Немецтарҙың һөйләшеүе яҡында ғына һәм асыҡ ишетелгән. Уйлап торорлоҡ ваҡыт ҡалмаған. Артиллеристарға ул яңы ут нөктәһенең квадратын күрһәтә. Хәҙер инде снарядтар уны тирәләп ярыла. Кинәт, әйтерһең, ер тетрәү башлана. Башын күтәреп ҡараһа, дуғалар ҡыҙып катюша снарядтары оса. Лейтенант Ғиләжетдинов ағай һөйөнөргә лә өлгөрә алмай – аңын юғалта. Тирә-яҡ ҡараңғылыҡҡа сума... Ҡан ҡойош тағы ла кискә ҡәҙәр дауам итә. Беҙҙекеләрҙең ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәренә сыҙай алмайынса, дошман сигенергә мәжбүр була. Тажетдин ағайҙы башҡа яраланған һалдаттар менән Баҡсаһарай ҡалаһына госпитальгә алып китәләр. Уның балтыр һөйәге һыңған, хәле бик ауыр була. Табиптар бер ҡарарға киләләр: ампутация эшләргә. Бындай аяныс яңылыҡты ишеткәс, һалдаттың күҙ алдары ҡараңғыланып китә, хатта илап ебәрә. Уға бит ул саҡта 21 генә йәш булған. Һалдат аяғын киҫтерергә ризалашмай. Табиптар кәңәшкәс операция яһап ҡарарға булалар. Наркоздан айнығас, иң беренсе сиратта, Тажетдин ағай аяҡтарына ҡарай. Уның был миҙгелдә кисергән хис-тойғоларын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын...
Һуғышта алған һуңғы яраларынан айнып, 1945 йылдың һалҡын ҡышында Ҙур Баҙраҡ ауылына 22 йәшлек һалдат ҡайтып төшә. «Баһауетдиндың уртансы улы ҡайтҡан икән, улай аяҡ-ҡулдары иҫән,» - ти аранан береһе.
Ауыл халҡы үҙенең сираттағы солдатын шулай ҡаршы алған.
Миңә ошо ваҡиғалар тураһында Тажетдин бабайҙың үҙе һөйләгәндәрҙе ишетеү бәхете тейҙе. Һуғыш тураһында һөйләгәндә бер нөктәгә текәлер ине лә, берсә тыныс ҡына, берсә ярһып һөйләр ине ул...
Һуғыштан һуң Тажетдин ағай үҙенең яратҡан уҡытыусылыҡ эшенә ныҡлап тотона. Бөрө педагогия институтын, Башҡорт Дәүләт Университетын тамамлай. Туған ауылында уҡытыусы, район партия комитеты секретаре, район мәғариф бүлеге мөдире һәм 1984 йылда лайыҡлы ялға киткәнсе үҙе нигеҙ һалған Ҙур Баҙраҡ мәктәбендә директор булып эшләй. Тормош иптәше, ҙур кәңәшсеһе, ярҙамсыһы булған Рәйсә Фәйзулла ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Батырҙарын ил онотмай, тиҙәр. Был бик дөрөҫ әйтем.
Һуғыш яландарында күрһәткән батырлығы өсөн Тажетдин Баһауетдин улы Ғиләжетдиновҡа СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Советтар союзы Геройы тигән юғары исем бирелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Алтын Йондоҙ миҙалы һәм Ленин ордены уға биш йыл самаһы ваҡыт үткәс кенә тапшырыла. Шуныһы ҡыуаныслы – илдең юғары наградалары үҙ эйәһен таба.
Был хаҡта ауылдашыбыҙ, билдәле шағир, Тажетдин бабайҙың балалыҡ, йәшлек дуҫты Файыҡ Мөхәмәтйәнов «Лейтенант» тип аталған поэма – очерк яҙа. Унда Тажетдин Баһауетдин улының ҡаһарманлығы һәм аҙаҡтан уға наградаларын тапшырыу ваҡыты тасуирлана.
... Маршал үҙе, ултырғыстан тороп,
Уның менән килеп күреште,
«Ниңә әле, һалдат, юғалып, - ти, -
Боҙоп ҡуя яҙҙың һин эште?
Сапун тауы, мәшһүр Севастополь
Ауыр яраларын уңалтты,
Орден менән Алтын Йондоҙ ғына
Һине көтөп, күпме тын ятты!»...
... «Күрәм мин, - ти, - яҡшы күреп торам,
Һин еңелмәҫ батыр бер заттан!»
Бәрхәт ҡумта йәһәт асылды,
Яүғир эшен данлап,
Йөҙөндә Алтын нуры йым-йым сағылды!» (1979)
Тик, донъяла ҡара эсле, намыҫһыҙ кешеләр ҙә осрап тора шул. Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығын билдәләргә әҙерләнеп йөрөгәндә Тажетдин ағайҙарҙың өйөнә таныш булмаған ике егет килә. Улар үҙҙәрен гәзит хәбәрселәре беҙ тип таныштыралар. Киң күңелле Тажетдин ағай менән ҡатыны Рәйсә апай ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар. Тажетдин ағай яу юлдары тураһында тулҡынланып һөйләй, ә һуңында шкафтан алып, үҙенең бары байрамдарҙа ғына кейә торған, түше орден-миҙалдарға тулған костюмын иңенә һалып, бергәләшеп фотоға төшәләр. Ҡунаҡтар ашығыс ҡына китеп барғас, йорт хужаһы Тажетдин ағай «ҡунаҡтарҙың» ябай бурҙар булыуына төшөнә. Улар һуғыш ветеранының Алтын Йондоҙ миҙалын һәм Ленин орденын яһалма миҙалдарға алыштырып китәләр. Эҙләп ҡараһалар ҙа был бәғерһеҙ бәндәләр табылмай ҡала. Тик Тажетдин бабайҙың күңеле әрнеһә лә быға артыҡ иғтибар итмәҫкә тырышып йәшәгән, минеңсә.
Эйе, бынан бик күп йылдар элек Баһауетдин ағайҙың яңы тыуған улына исем һайлаған көндә әйткән һүҙҙәре хаҡ булып сыға.
Һуғыш яландарында Геройлыҡ уны үҙе эҙләп тапҡан кеүек, тыныс тормошта ла ысын мәғәнәһендә Герой булды. Ҡатынан-ҡаты тән ауыртыуҙарын да, рухын ныҡ тотоп, геройҙарса үткәрә белеп йәшәне ул.
Яҙмышына лайыҡ данлы шәхес – бәрәкәтле ғүмер кискән яҡташыбыҙ, Башҡортостандың һуңғы Геройы булып 88 йәшенә етеп, яҡты донъяны ҡалдырып китте һәм туған ауылында ерләнде.
Беҙ, йәш быуын, Борай ерен данлаусы, Советтар Союзы Геройы, Алтын Йондоҙ, беренсе дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличниғы Тажетдин Баһауетдин улын ҙур хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Ауылыбыҙ уртаһында уға бюст ҡуйылды һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылағанда мәктәбебеҙгә уның исеме бирелеүе беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс.
Эйе, уның ҡаһарманлығын беҙ бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ!
Тажетдин ағай йәмле яҙ айында донъяға килде лә, алтын көҙгә китеп тә барҙы. Бөйөктәр яҙмышы шулай булалыр, күрәһең. Тажетдин ағай тыуған иле алдында бурыслы булып ҡалманы. Ул үҙ эшен эшләп китте, үҙ һүҙен әйтеп китте, дөрөҫ йәшәргә өйрәтеп китте.
Барыһын да беҙгә ҡалдырып китте.
Вложение | Размер |
---|---|
sochin.mizald.docx | 60.24 КБ |

За чашкой чая
Волшебные звуки ноктюрна
Всему свой срок
Рукавичка
Белый лист