• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Йәшә һәр саҡ – Тыуған илем!!!

Опубликовано Мустафина Гульсина Газизьяновна вкл 22.11.2018 - 22:35
Автор: 
Нигаматуллина Айсылыу

Айсылыу написала очень красивое и содержательное сочинение о родном крае.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ysh_hr_sak.docx16.78 КБ

Предварительный просмотр:

Йәшә һәр саҡ – Тыуған илем!!!

                                                                               Башҡортостан – баш илем

                                                                      Йыһандағы бишегем

                                                                             Ҙур донъяға алып сығыр

                                                                        Яҙмышымдың ишеге.

(Р. Ураҡсина)

     Эйе… Тәү ҡарашҡа еңел генә күренһә  лә был шиғырға күп, ҙур мәғәнә һалынған. Унда үҙ иленең патриоты, танылған оҫта шағирә Рәсимә Ураҡсина тыуған иленә булған һөйөүен шиғыр юлдары аша беҙгә еткерергә тырышҡан.

     Уҡытыусым, Гөлсинә Гәзизйән ҡыҙы, тап ошо тыуған ил темаһына инша яҙырға ҡушҡас, ҡапыл уйга ҡалдым.

     Тәүҙә үзем тураһында яҙып, таныштырып үтәйем. Минең исемем Айһылыу Нигаматуллина. Әлеге мәлдә Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейының 3-сө синыфында белем алам. Уҡыу яғынан да тик «бишле» билдәләргә өлгәшергә тырышам, шулай уҡ төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға тырышам. Уҡыуҙан һуң әсәйемә ярҙам итәм, өй эштәрендә булышам. Ғаиләмде бик яратам. Атай- әсәйем, апай-ағайым – улар минең иң яҡын кешеләрем. Минең бар тырышлыҡтарымда ла ғаиләмдең өлөшө ҙур. Улар миңә төрлө яҡлап та иғтибарын, һөйөүен, наҙын бүләләр. Шуга ла, минең уйымса, тыуган илгә ҡарата булган ҡәҙер – хөрмәт, һөйөу балаға бәләкәй саҡтан ук, ғаиләнән башлап һалына.

      «Тыуған ил» һәм «ғәилә» төшөнсәләре лә үҙ-ара бәйле. Улар икеһе лә кеше өсөн ныҡ ҡәҙерле һәм бер нәмәгә лә алыштырғыһыҙ. Кеше уйының беренсе планында булалыр ул.

      Тыуған ил… әйленеп йән-яғыма ҡарайым. Ошо мине йән-яҡлап уратып алған хозур тәбиғәт: ҡалҡандай ҡалкып торган Урал тауҙарым, урман-йылғаларым, ялан-ҡырҙарым,  хатта ошо янымдан осоп барған ҡошсоҡ та минең тыуған илемдең бер матур биҙәге бит ул.

     «Башҡортостан» - был исемде ишетеу менән күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек, йылылыҡ һәм илһам алаһың. Үҙ илеңә ҡарата булган һөйөүҙе, минеңсә, бер инша менән генә еткереп тә булмай кеүек. Әллә күпме танылған яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ илде данлап байтаҡ әҫәрҙәр ижад иттеләр һәм итәсәктәр ҙә. Сөнки ошо беҙҙе уратып алған бар матурлыҡ шул тиклем ҡәҙерле, күп яҙырга була ул турала. Шулай уҡ, яҙыусы – шағирҙарҙан тыш, тыуған илемдә башҡа һөнәр эйәләре, танылған шәхестәре лә бик күп. Һәр кем үҙ эше менән мәшгүл, һәр береһенең үҙенә күрә хөрмәте, таланты бар.

     Игенселәре көнө буйы ҡырҙа булһа, йырсылары матур-матур патриотик йырҙар йырлап төрлө ил сәхнәләрендә һөйөү яулай.

     Халҡым шул тыуған илдә, тыуған ерҙә күп продукция етештерә, уларҙы башҡа илдәр беҙҙең милли ризыҡтар аша белә: ҡымыҙ, башҡорт балы, айран һәм башҡалар. Шөғөлдәрҙән малсылыҡ, умартасылыҡ, нефть эшкәртеп файҙалы ҡаҙылмалар табыу киң таралган. Халҡым минең уңган, егәрле. Бөтә яҡлап та республика өсөн бөта көсөн һала.

     Халыҡ тигендәй, быйылғы 2018 йыл «Волонтерҙар йылы» тип билдәләнде. Унда һәр кем үҙ теләге менән бар яҡлап республика тормошонда ярҙам күрһәтте. Кемдәрҙер тәбиғәтте сүп-сарҙан таҙартһа, икенселәре юғалған кешеләрҙе табышырға, ауыр хәлдә тороп ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙырга әҙер.

     Мин дә ҙурайып үҙ илемдең хөрмәтле кешеһе булғым килә. Яратҡан республикама  үҙ өлөшөмде индерермен тип уйлайым. Ә әлегә иншамды тамамлар алдынан һәр ғаиләгә именлек, татыулыҡ теләр инем. Илебеҙ тыныс, күгебеҙ һәр саҡ аяҙ булһын! Республикабыҙ һәр саҡ йәшәһен һәм күкрәп сәскә атһын!


Поделиться:

Северное сияние

Интересные факты о мультфильме "Холодное сердце"

Нечаянная победа. Айзек Азимов

Как нарисовать черёмуху

Астрономы наблюдают за появлением планеты-младенца