• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Исследовательская и творческая работа учащихся

Опубликовано Давлетшина Мавлиха Фаритовна вкл 02.03.2020 - 8:00
Давлетшина Мавлиха Фаритовна
Автор: 
Мифтахова Наргиза

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса эҙләнеү эше: "Рухты бахыр иткән ҡоллоҡ яман".

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Рухты бахыр иткән ҡоллоҡ яман.57.07 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ МИНИСТЕРСТВОҺЫ

РЕСПУБЛИКА ИНЖЕНЕР ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТЫ

РУХТЫ БАХЫР ИТКӘН ҠОЛЛОҠ ЯМАН

Эшләне: Өфө ҡалаһының Республика инженер лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы  Мифтахова Нәргизә Мидин   ҡыҙы

Ғилми етәксеһе:  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтшина Мәүлиха Фәрит ҡыҙы

Өфө -  2019

Тема: Рухты бахыр иткән ҡоллоҡ яман.

Маҡсат:

  1. Мостай Кәрим әҫәрҙәрен өйрәнеү, шәхес тәрбиәләүҙә уларҙың әһәмиәтен билдәләү;
  2.  Уның әҫәрҙәре аша яҡшы сифаттар тәрбиәләү, тормошта үҙ урыныңды табыу;
  3. Үтәкән тарихты белеү, үткәндәрҙән һабаҡ алырға өйрәнеү.

Эштең актуаллеге: М. Кәримдең әҫәрҙәрен өйрәнеп, милли ғорурлыҡ, батырлыҡ, илһөйәрлек, миһырбанлыҡ тураһында уйландырыу.

Тикшереү предметы: М. Кәримдең әҫәрҙәре: “Ай тотолған төндә”, “Салауат”трагедиялары,“Айгөл иле”  пьесаһы, “Ярлыҡау” повесы.

Тикшереү объекты: М. Кәрим әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған проблемалар.

Эш сығанаҡтары: 

  1. М. Кәримдең әҫәрҙәре: “Ай тотолған төндә”, “Салауат”трагедиялары,“Айгөл иле”  пьесаһы, “Ярлыҡау” повесы.
  2. М. Кәримдең  тормош юлы һәм ижады буйынса матбуғат материалдары.
  3. Ғ. Хөсәйенов “Мостай Кәрим”китабы
  4. Видео - материалдар

Эҙләнеү гипотезаһы.  М.Кәримдең әҫәрҙәре  нигеҙендә  бөгөнгө көндәге актуаль проблемаларҙың хәл итеү юлдарын  табырға фаразлайбыҙ.

Эш алымдары:

  1. М. Кәрим тураһындағы материалдарҙы барлау. Тикшереү нигеҙендә шәхес булараҡ формалашыу юлын иҫбатлау һәм билдәләү.
  2. М. Кәрим әҫәрҙәренең бөгөнгө йәштәр өсөн әһәмиәтлелеген билдәләү.

     

      Мин, Нәргизә  Мифтахова ,Республика инженер лицей-интернатының  10 класс уҡыусыһы. Сығышым менән Әбйәлил  районынан . Һеҙгә үҙемдең  Мостай Кәрим әҫәрҙәре   нигеҙендә  яҙылған “Рухты бахыр иткән ҡоллоҡ яман”  тигән эҙләнеү эшемде тәҡдим итәм.

    Ваҡыт ағышына күҙ ҙә эйәрерлек түгел – Башҡортостандың халыҡ шағиры,Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты,шәхесебеҙ Мостай Кәримдең тыуыуына    100 йыл тулды.

     Мостай Кәрим тотош быуатҡа  яҡын  дәүерҙе  халҡы менән бергә  ҡайнап кисергән,уның  бөтә тарихи үҫеш  юлын бергә үткән,заманының бөтә хәсрәттәре ,шатлыҡ-ҡыуаныстары үҙәгендә йөрөгән оло йөрәкле Шәхес.Үҙ иленең тоғро улы  М.Кәримдең  ғүмере -  ҡаһарманлыҡ өлгөһө  ул.

    Мин  М. Кәримдең  бик күп әҫәрҙәрен уҡыным.Бигерәк тә, “Ярлыҡау” повесын,“Айгөл иле”драмаһын, “Ай тотолған төндә”,”Салауат”трагедиялары менән ҡыҙыҡһындым. Был әҫәрҙәрҙе уҡығас, шундай  һорауҙар тыуҙы. Әҫәр геройҙарына ҡарата ҡабул ителгән яза бөгөнгө замана, тормош күҙлегенән сығып ҡарағанда ғәҙелме, уларҙы ярлыҡап алып ҡалырға мөмкин инеме икән?

        

                                     

№

 Мостай Кәрим әҫәрҙәре

Проблемалар

1

“Айгөл иле” драмаһы

Әгәр әсә менән Ватан бала өсөн судлашһа, ғәҙел суд кем яғында булыр ине?

2

“Ярлыҡау” повесы

Механик– водитель Любомир Зух – һуғыш, закон ҡорбанымы, әллә кешелеклелек, миһырбанлыҡ етмәү ҡорбанымы?

3

“Салауат” трагедияһы

Салауат һайлаған юл, маҡсат изге булһа ла, Был тиклем ҡорбандар һанына торорлоҡмо?

4

“Ай тотолған төндә”трагедияһы

Аҡйегет: “Ниңә һәр бер тере йәнде ҡанун ҡорбаны итеп ҡәбергә тығырға?” Бер-береһен өҙөлөп яратҡан ике йәш йөрәккә башҡа яза биреү мөмкин түгел инеме ни?

                                      1.“Айгөл иле” пьесаһы

Һүҙемде яҙыусының “Айгөл иле” әҫәренән башлайым. Беҙ уны 7-се класта программа буйынса өйрәндек. Әҫәр героиняһы Айгөл һәм уның әсәһе Зөлхәбирә, Айгөлдөң бабаһы Йәғәфәр Моратшин, Зөлхәбирәнең әхирәттәре менән танышабыҙ.

Бөйөк Ватан һуғышы бара. Айгөлдөң атаһы фронтта хәбәрһеҙ юғала. Әсәһе Зөлхәбирә ирен эҙләп, фронтҡа китә. Фронтта әсирлеккә эләгә һәм унан ҡасып китә. Италия кешеһе Пиккио Зөлхәбирәне табып ҡотҡара һәм дауалай. Күп йылдар үткәс, Пиккионы эйәртеп Башҡортостанға ҡайта. Пиккиоға кейәүгә сыҡҡан Зөлхәбирә ҡыҙы Айгөлдө үҙе менән Италияға алып китергә була, әммә  Зөлхәбирәнең ағаһы Йәғәфәр һәм уның әхирәттәре риза булмайҙар. Уларҙың хөкөмдәре ҡаты: хыянат кисерелмәй. Зөлхәбирәнең сит ил кешеһен – Синьор карло Пиккионы эйәртеп алып ҡайтыуы һуғышта үлгән мәрхүмдәр иҫтәлеген мыҫҡыл итеү менән бер. Зөлхәбирә Айгөлдән башҡа йәшәй алмай, мин – әсә кеше, минең яҡта әсәлек хаҡы, тип үҙен аҡларға тырыша.

Әҫәрҙән өҙөк килтерәм.

Зөлхәбирә, һөйөклө ағайым, мин әсә. Ҡанымдың әмере, аҡылымдан көслөрәк. Минең яҡта әсәм хаҡы.

Йәғәфәр. Беҙҙең яҡта ил хаҡы, ер-һыу хаҡы, анау ҡояш хаҡы.

Йәғәфәр. Әгәр әсә менән Ватан бала өсөн судлашһа, ғәҙел суд кем яғында булыр ине?

   Әйҙәгеҙ, Йәғәфәр Моратшиндың һорауына яуап биреп ҡарайыҡ. Әлбиттә, һәр кеше үҙ яҙмышын үҙе хәл итә. Тимәк, үҙ яҙмышын нисек хәл итеү Айгөлдөң ҡулында. Баланың кем яғында ҡалыу хаҡында һүҙ барғанда, әсәнең баланы тәрбиәләй алыу мөмкинлектәре лә иҫәпкә алынырға тейеш. Баланы алып китеп, икенсе берәүгә һатыу ҙа законга һыймай.

Әҫәрҙән өҙөк.

Пиккио. Ярай, ярай... Айгөл үҙенең сибәрлеге менән бөтә Милананы хайран ҡалдырасаҡ,баһалап бөтә алмаҫлыҡ хазина ул. Уның хаҡы миллион, ун миллион, йөҙ миллион!

Айгөл (атылып алға сыға). Нимә һеҙ, синьор Пиккио, мине Италияға илтеп һатырға уйлайһығыҙмы ни?

Тимәк, баланы һатыу бер ниндәй законға ла һыймай, әсәнән айырыу ҙа шулай уҡ. Халыҡтың “Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул”, тигән әйтеме был осраҡта бик тә урынлы. Айгөл яҡлылар ҙа хаҡлы, улар баланың киләсәген ҡайғырта. Был хәл аҡлана.

        Айгөл әсәһе менән Италияға китте лә ти, әммә унда йәшәй алырмы? Гөлдө тамырынан аҡтарып, икенсе тупраҡҡа ултыртыу нимә бирер, тамыр йәйә алырмы? Бында мәсьәләне, Карло Пиккио уйлағанса, байлыҡ, матди яҡ ҡына хәл итә алмай. Рухи байлыҡ бөтәһенән дә өҫтөнөрәк. Әгәр Айгөл китә икән, уға икенсе шарттарҙа яраҡлашырға, телде үҙләштерергә лә кәрәк буласаҡ. Бәхетле булырмы Айгөл? Минеңсә, юҡ. Шуға күрә  Айгөлдөң  тормоштағы ысынбарлыҡты  аңлы рәүештә ҡабул итеүе, үҙ илендә ҡалырға ҡарар итеүе - оло батырлыҡ. Әсәһен йәлләп ҡыҙғанһа ла, үҙ тыуған тупрағында ҡалыуын дөрөҫ, ти иҫәпләйем.

   Хәҙерге ваҡытта бик күп милләттәштәребеҙ сит илдә донъя көтә,бер нисә телгә эйә.Заман башҡа-заң башҡа тиҙәр.Заманалар үҙгәреп тора. Хәҙер кешеләргә сит илгә барып ҡайтыу һәм унда йәшәргә ҡалыу бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар тыуҙырмай.

                                          2.“Ярлыҡау” повесы  

Хәҙер әңгәмәбеҙҙе “Ярлыҡау”  повесына күсерәйек. Белеүебеҙсә, әҫәрҙең геройы механик-водитель тапҡырлығы менән дан тотҡан Любомир Зух Подлипкиға кәләше Мария Тереза Бережная янына барып ҡайтыуҙа, төндә бронетранспортерға ултырып, постан китеп юғалып тороуҙа – дезертирлыҡта ғәйепләнә. Ә был һуғыш осоронда  ил алдында хыянатҡа тиң. Любомир Зух үҙенең енәйәт эшләүенә инана, ҡасҡан кеше генә дезертир була, ә мин киттем дә ҡайттым, ти ул. Әммә яҡшыға ла, яманға ла закон бер. Етмәһә алдашыу. Постағы ефрейтор Ҡалтай Дүсәнбаевты алдап китеү енәйәтте арттыра ғына. Һөҙөмтәлә Любомир Зух Хәрби трибунал  ҡарары менән атырға хөкүм ителә. Любомир Зух, мин үлергә тейеш түгелмен, әле мин һуғышта ла булып өлгөрмәнем, бер фашисты ла үлтермәнем, тип аңлатып ҡарай. Хәрби трибунал ҡарарын, дәғүәләшеп, кире ҡағырға юл ҡуйылмаһа ла был тиклеме мөмкинме, бындай ҙа әжәл буламы?

Любомир Зух-һуғыш, закон ҡорбанымы, әллә кешелеклелек, миһырбанлыҡ етмәү ҡорбанымы?

   Әйҙәгеҙ, яуап биреп ҡарайыҡ.

   Әҫәрҙә һуғыш ваҡытында булған мөнәсәбәттәр һүрәтләнә. Любомир Зух та, капитан Варлегас Сергеевич Казарян да, мейес сығарыусы Ефимий Лукич Буренкин да – һуғыш ҡорбандары. Әгәр В. Казарян бурысын үтәмәһә, үҙенә закон ҡарары булыр ине. Бындай енәйәтте йәшереп ҡалдырыу мөмкин түгел, ул хәбәр итергә тейеш. Язаны Хәрби трибунал бирә, ул сығарған ҡарар башҡа органдарға тикшерергә бирелмәгән. Әгәр ентекләп тикшергәндә Любомир Зух иҫән дә ҡалыр ине. Хөкөм иткәндән һуң кешегә закон буйынса тикшерер өсөн ете көн ваҡыт бирелә. Ярлыҡарға теләүселәрҙең теләктәре, ғәйепләнеүсенең кешелек сифаттары, хәл-ваҡиғалар ҙа ошо арала иҫәпкә алынырға тейеш булған. Ә һуғыш ваҡытында, ҡан ҡойолғанда, әлбиттә, бындай мөмкинлек булмаған. Минеңсә, уға Закон күҙлегенән ҡарағанда язаның бик ҡатыһы бирелгән. Ә бит мәсьәләне икенсе юл менән дә хәл итеп булған: ғәйепле Любомирҙы холоҡ төҙәтеү батальонына ебәрергә лә була ине. Әммә бөгөнгө күҙлектән сығып, һуғыш ваҡытындағы законга тикшереү үткәреп булмай. Ысынлап та, ауыр хәл, ауыр яҙмыш. Минең фекерләүемсә, шундай ҡаты яза бирелмәһә, бәлки, Бөйөк Еңеү ҙә булмаҫ ине, моғайын.

                                       3. “Салауат” трагедияһы

Әйҙәгеҙ, хәҙер “Салауат” трагедияһына күҙ һалайыҡ. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат та ихлас күңелдән халҡын һөйә. Уның азатлығы, киләсәге өсөн яуға күтәрелә, әммә яу баҫтырыла. Илгә күпме ҡайғы, фажиғә  килә. Шул ҡайғыларҙы, ҡазаларҙы күреп,  Салауаттың йөрәге әрней. Ул да халыҡтан ғәҙел хөкөм – үҙен кисереүҙәрен һорай, язаһын да үҙе күтәрергә теләй. Язалаусы әмәл барҙа уға ғүмер бүләк итә, әммә батырға намыҫ һатып алған йән кәрәкмәй. Шуға ла ул ғәзиз ғүмерҙән баш тарта. Әҫәрҙе уҡығас, миндә шундай һорау тыуҙы. “Ул һайлаған юл, маҡсат изге булһа ла,  был тиклем ҡорбандар хаҡына торорлоҡмо?” Ә бит ғүмер ҡәҙерле, хатта тотҡонға ла.

Мине Салауаттың тәүәккәл аҙымы, үҙе булып ҡалыуы аптырата. Ҡорбан килтергәндән һуң үҙ маҡсатынан баш тартыуы дөрөҫ булмаҫ, ул тарихта онотолор ине.

Азатлыҡ өсөн көрәш борон-борондан килгән. Баш күтәреүсене тәнҡитләү үҙен аҡламаҫ. Әлеге көндә берәү  ҙә ҡол булып йәшәргә теләмәй, сөнки  рухты бахыр иткән ҡоллоҡ яман. Еңелеүҙең сәбәптәре күп. Әммә батырыбыҙ Салауат - мәңге халыҡ күңелендә, ул тарихта. “Салауат” трагедияһын уҡығандан һуң, шундай фекергә килдем: азатлыҡ өсөн көрәшергә кәрәк. Бөгөнгө көндә  беҙгә, башҡорттарарға, үҙ ерендә,үҙ илендә башҡорт булып йәшәүе еңел түгел. Рәсәй хакимдары  башҡорттарға  үҙ илдәренә  хужа  булып йәшәргә ирек бирмәйҙәр. Телгә лә, илгә лә, милләткә лә йәшәүгә ҡаршылыҡтар әленән-әле күбәйә.

“Салауат” трагедияһындағы ҡорбандарға килгәндә, шулай тиер инем мин: халыҡ изге яуға күтәрелә башлағас, яуҙы  туҡтатыу, туҡталыу дөрөҫ булмаҫ ине, сөнки уны әйҙәүсе лә кеше кәрәк. Ул кеше – беҙҙең легендар батырыбыҙ  Салауат. Ә бит был яуҙың һөҙөмтәләре лә булған: батша хөкүмәте башҡорттарға  ҡарата үҙенең ҡарашын үҙгәртә. Мин бәхәсләшмәйем, әлбиттә, азатлыҡ демократик юл менән яулана. Ҡорал менән, кешене ҡоллоҡа төшөрөү юлы менән азатлыҡ яуланмай.

Бөгөнгө көндә  Украина һәм башҡа илдәр менән дә мөнәсәбәттәр  яҡшы түгел, был ауыр мәсьәлә. Һуғыш усаҡтары Ер шарының төрлө мөйөшөндә  лә һаман тынмай. Ҡораллы конфликт ваҡытында ҡорбандар ғына өҫтәлә, ә зыян күпселек ябай халыҡҡа төшә. Минеңсә, бында уйлап, аҡыл менән эш итергә кәрәк.

                                      4. “Ай тотолған төндә” трагедияһы

Инде һүҙҙе кешенең рухи ҡимәттәре, мөхәббәткә, йәшәүгә хоҡуғы хаҡында алып барайыҡ. Был тема яҙыусы, драматург һәм шағирҙың “Ай тотолған төндә” трагедияһында асып бирелә.

Трагедияның геройҙары ун ете йәшлек Аҡйегет һәм Зөбәржәт бер-береһен өҙөлөп яраталар. Егеттең әсәһе Тәңкәбикә уларҙы өйләндерергә вәғәҙәһен дә биргән. Ләкин яуҙа ятып ҡалған Юлмырҙы ағаһының үле хәбәре килгәс, Аҡйегет йола буйынса, тол ҡалған Шәфәҡ еңгәһенә өйләнергә тейеш. Йола шулай ҡуша. Бына ошо ҡырағай йолаға ҡаршы, үҙенең мөхәббәт хаҡына ҡаршы Аҡйегет дау күтәрә. Хөр рухлы егет хөрлөктө яҡлап ҡоллоҡҡа ҡаршы сыға. Беҙ ҡол булып түгел, хөр булып йәшәргә килгәнбеҙ. Атайым бит үҙе: хөрлөк – бәхет, ти торғайны. – ти ул.

Тәңкәбикә – байбисә лә , тәңре лә, йола ҡоло ла. Аҡһаҡалдар ҡабул иткән ҡарарға - язаға ҡаршы тора алмай. “Йолаларҙы һанға һуҡмаған берәүҙең  дә  һәләкәттән  ҡотолғаны  юҡ”, - тип ғәзиз балаларының ғүмерен үҙ ҡулдары менән ҡыйыуға юл ҡуя.

Бында ла Аҡйегеттең һорауы урынлы.

“ Ах шул ҡоллоҡ! Бәндә – ҡанун ҡоло, йола ҡоло. Үҙҙәренә ҡанун яһайҙар ҙа, шул ҡанундың ҡоло булалар. Беҙ бит мәйет түгел, әсәй, тере кешеләр. Ниңә һәр бер тере йәнде ҡанун ҡорбаны итеп ҡәберғә тығырға?”

Минең фекеремсә, бер – береһен өҙөлөп яратҡан ике йәш йөрәккә башҡа яза биреү мөмкин түгел инеме ни?

Башта мин был әҫәр буйынса видеонан спектакль ҡараным. Зөбәржәт менән Аҡйегетте, ҡулдарын бәйләп, далаға ебәргәс, ниңә ҡулдарын сисеп ҡасмайҙар икән, тип уйлағайным. Әммә тормош аяуһыҙ икән. Аҙаҡтан әҫәрҙе уҡып сыҡҡас, шундай фекергә килдем: бында кеше, шәхес тормошона яһалма кәртә булдырыуы төп урынды биләй икән. Аҡһаҡалдар сығарған язаны туҡтатып булмай, сөнки ул тәбиғәт законына ҡаршы килә. Улар үҙ мәнфәғәттәренән сығып эш итә. Шул ваҡыттағы ғөрөф – ғәҙәттәр, йолалар буйынса һәр кеше буйһоноп йәшәргә тейеш булған, бит ҡолдар менән идара итеүе еңел. Ә беҙҙең Конституцияла бөгөнгө көндә кеше мәнфәғәттәре яҡлана.

Тәңкәбикәнең  йола ҡоло булыуы да бик аяныс һүрәтләнгән. Ул – әсә кеше, балаларына ғүмер биргән. Кеше үҙенең ғүмеренән мәхрүм ителергә тейеш түгел, сөнки ғүмер – ул ҙур байлыҡ, кешегә бер тапҡыр ғына бирелә. Тимәк, ике ғашиҡ Аҡйегет менән Зөбәржәт тә бер ниндәй язаға ла тарттырылырға тейеш түгел. Быға урын юҡ.

                         5. М. Кәрим әҫәрҙәренең бөгөнгө көндә әһәмиәте

Мостай Кәрим әҫәрҙәрендә ҡасандыр ҡылған енәйәте өсөн үҙенә урын таба алмай, ярлыҡау, ғәфү үтенеү һорап, күңел тыныслығы эҙләп йөрөүсе геройҙар ҙа бар. Айгөл һүҙҙәре менән әйткәндә шулай яңғырай.  “Үткәндәрҙән ғәфү һорар өсөн кире әйләнеп ҡайтмаһаҡ ине... Кире әйләнеп ҡайтмаҫлыҡ итеп йәшәп буламы?”

Минеңсә, йәшәп була. Ундай кешеләр арабыҙҙа булмаһын өсөн, йәмғиәтебеҙҙә  ғәҙеллек хөкөм һөрөргә, закондар кешелекле булырға тейеш. Яуызлыҡ-яуызлыҡ, яҡшылыҡ-яҡшылыҡ тыуҙыра. Тәртипһеҙлек беҙҙең тормошта тулып ята. Ана шул тормошобоҙҙағы ҡара таптар, тәртипһеҙлектәр, йәштәр араһындағы эскелек, бәйһеҙлек, наркомания булмаһын өсөн, тәрбиәне бала бишектә үк алырға тейеш. Әсә кеше шәхес тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Яңылыш аҙымды баҫыуға юл ҡуйылырға тейеш түгел. Бының өсөн ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәктәптә, юғары уҡыу йорттарында, хеҙмәт коллективында тәрбиәнең дөрөҫ ҡуйылыуы мотлаҡ. Кеше йәмғиәттәге ҡағиҙәләргә таянып йәшәй. Үҙенең маҡсатына ирешеү өсөн төрлө юл һайлай.

                                                 Йомғаҡлау.

        М. Кәримдең ошо әҫәрҙәренән сығып, шуны билдәләр инем. Тормошто ул нисек бар, шулай объектив рәүештә һүрәтләгән. Әҫәрҙәрҙән шул осорҙағы закон, мораль ҡанундары көҙгөләгеләй сағыла. Ул осорҙоң үҙ законы – әҫәрҙә  лә шул һүрәтләнә. Әлбиттә, беҙҙең бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, был закондар бик ҡаты. Әҫәрҙе уҡығандан һуң, мин кешенең йәшәү мәғәнәһе, тормошта кешенең тотҡан урыны тураһында уйландым. Геройҙарҙың яҙмышын сағыштырҙым һәм ул осорҙа йәшәмәгәнемә ҡыуанып та ҡуйҙым.

        Һәр беребеҙгә тарихты белергә кәрәк, сөнки ул үткәндәрҙән һабаҡ алырға, элек эшләгән хаталарҙы ҡабатламаҫҡа, үҙ яҙмышыңа үҙең ғәйепле булмаҫҡа иҫкәртә.

                                     

                                      Һығымта

М. Кәримдең тормош юлы һәм ижады буйынса уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм 7-11 класс уҡыусылары араһында опрос уҙғарҙым. Тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәләренән сығып, түбәндәге һығымталарға киленде:

1. Математика, физика, информатика, химия, биология уҡытыусылары араһынан 14 кеше ҡатнашты:

  • М. Кәримдең тормош юлы һәм ижадын яҡшы беләләр – 12;
  • Аҙ ғына беләләр – 2;

2. 20 тәрбиәсе апайҙар һәм ағайҙар араһынан:

  • М. Кәримдең тормош юлы һәм ижадын яҡшы беләләр – 16:
  • Белмәйҙәр – 4;

  1. .7-11 класс уҡыусылары араһынан 120 уҡыусы ҡатнашты:

  • М. Кәримдең тормош юлы һәм ижадын яҡшы беләләр – 104;
  • Аҙ ғына белеүселәр – 8;

  1. М. Кәримдең әҫәрҙәрен программа буйынса 7-се класс – “Айгөл иле” драмаһын, 8-се класс – шиғырҙарын, “Үлмәҫбай” поэмаһын, 11-се класс шиғырҙарын, “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ” повесын, “Ай тотолған төндә” һәм “Салауат” трагедияларын, кластан тыш уҡыу әҫәре “Ярлыҡау” повесын өйрәнәләр:

  • “Айгөл иле” драмаһының йөкмәткеһен 120 уҡыусы араһынан 98 уҡыусы яҡшы белә;
  • Шиғырҙарын бөтәһе лә белә;
  • 11-се класта 60 уҡыусы араһанынан йөкмәткеһен яҡшы беләләр:

  1. “Ай тотолған төндә” трагедияһын – 56
  2. “Салауат” трагедияһын – 50
  3. “ Оҙон – оҙаҡ бала саҡ” повесын – 60
  4. “Ҡара һыуҙар” поэмаһын – 60
  5. “Ярлыҡау” повесын – 29.

Шундай һөҙөмтәләрҙән сығып, түбәндәге һығымталарға киленде:

  1. Һәр беребеҙгә тарихты белергә кәрәк, сөнки ул үткәндәрҙән һабаҡ алырға, элек эшләгән хаталарҙы ҡабатламаҫҡа, үҙ яҙмышыңа үҙең ғәйепле булмаҫҡа иҫкәртә.
  2. Үҙ яҙмышыбыҙ тураһында үҙебеҙ ҡайғыртмаһаҡ, уны бер кем дә беҙҙең өсөн ҡайғыртмаясаҡ.
  3. М. Кәрим әҫәрҙәре беҙҙе кешелеклелеккә, миһырбанлыҡҡа, изгелеккә өйрәтә. Илебеҙ, телебеҙ өсөн көрәште дауам итеүебеҙҙең изге бурыс  икәнен оноторға ярамай,

           

                                         Ҡулланылған әҙәбиәт:

 1.        М. Кәримдең әҫәрҙәре: “Ай тотолған төндә”, “Салауат” трагедиялары,“Айгөл иле”  пьесаһы, “Ярлыҡау” повесы.

2.        М. Кәримдең  тормош юлы һәм ижады буйынса матбуғат материалдары.

3.        Ғ. Хөсәйенов “Мостай Кәрим”китабы

4.        Видео – материалдар.


Поделиться:

Сорняки

Карты планет и спутников Солнечной системы

Яблоко

Ёжикина Радость

Лепесток и цветок