Главные вкладки
Давлетшина Мавлиха Фаритовна
Сайт учителя башкирского языка и литературы
Профессия: учитель башкирского языка и литературы
Профессиональные интересы: Изучение лингвокультурологии,исследовательская работа учащихся
Увлечения: путешествие,книги,рукоделие
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: Уфа
Место работы: ГБОУ Республиканский инженерный лицей-интернат
Звание, ученая степень: Заслуженный учитель Республики Башкортостан
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/mavlihaЫрыҫ,дәүләт шишмәһен асам тиһәң. Ғилем-һөнәр берҙән бер әмәл булыр
"Белем кәрәк,туғандарым.Белем менән тоторға кәрәк донъяны. Тик белем сыраҡтай яҡтыртыр һеҙҙең юлдарығыҙҙы.Белемле булһағыҙ,ҡояштай ялтырап торор тыуған илдәр.Белемгә таянып тереклек иткән халыҡтың юлы яҡты, киң,тормошо ныҡ. Һәр кемгә белем кәрәк. Һәр ҡайһығыҙ шуға тырышығыҙ.Белем арҡылы етешерһегеҙ,белем арҡылы хәлле булырһығыҙ. Белемде көсәйтегеҙ!
...Әсә теле,инә теле булып, башҡорт белемдәренә ныҡ, бөтмәҫ ҡаҙна булып ятасаҡ.Белемде ныҡ урынлаштыра торған тел - әсә теле,ана теле,әсәнең өндәшеүе. Башҡорттарға белем алыр өсөн үҙ теле кәрәк- әсә теле" (М.Ҡулаев )

О себе
Сығышым менән мин Ҡыйғы районы Аҫылғужа ауылынан. Минең тыуған ауылым йәмле Әй буйҙарында урынлашҡан.Әй йылғаһы буйлап, йәм-йәшел күкрәктәрен киреп,Ташморон,Мөңгәзәй ҡая ташлы тауҙар ҡалҡып тора. Ауылымды тирә-яҡлап аҡ ҡайындар уратҡан, төньяҡ-көнсығышҡа табан Әй туғайлыҡтары һуҙылған, өс-дүрт саҡрым арыраҡ оҙон буйлы мәғрүр ҡарағайҙар,шыршылар араһынан бейек- бейек тауҙар артыла.
Ана шул сем-ҡара тупраҡлы туғайҙар,яландар,баҫыулыҡтар,Әй буйы йәме,һыуҙар тәме,табандар аша йылыһын тойған тыуған ер, минең күңелем аша уҙып,аҙаҡ үҙҙәре бер илһам шишмәһенә әйләнгән туған бишек ул.Тыуған ер һәр кешегә йәшәүгә көс, һут бирә. Тыуған ер,тыуған йорт- изге төшөнсәләр.Тыуған йортта хеҙмәткә өйрәнеп, мәктәптә тейешле белемдәр алып,күп-күп китаптар уҡып, кеше яҡты киләсәгенә беренсе аҙымдар яһай. Үҙ эшеңә яуаплы ҡарау, иғтибарлы, ихтирамлы булыу- ошо сифаттар кешене кеше итә. Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт төрлө китаптар, ваҡытлы матбуғат баҫмалары бик күп булды. Бәләкәйҙән китапҡа оло һөйөү тәрбиәләнде. Китап уҡыу минең өсөн оло бер ҡаҙаныш ине. Уҡылған китаптарҙан, тормоштан фәһем алып,үҙемдең киләсәгемә юл һалдым. Ошо юл йәшәүгә көс, дәрт һалды. Ошо юлды һайлағаныма әсәйемә мең-мең рәхмәтлемен. Һәр башланғысыма үҙ фатихаһы менән күңелдәремдә ҡанат үҫтерҙе.
Тормош һәм хеҙмәт юлым бик ябай. Мәктәпте тамамлағас,1980 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға индем.1985 йылда хеҙмәт юлымды ауыл мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы булып эш башланым. 1987 -1996 йылдарҙа Өфөлә ятаҡта өлкән тәрбиәсе булып эшләнем.1996 йылдан бирле Республика инженер лицей – интернатында юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Мостай Кәрим "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ",Л.Н Толстой "Война и Мир",Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре,Рәми Ғариповтың шиғриәте

Мой взгляд на мир
Хәҙерге заман кешеһе ҡайҙа ғына йәшәп,ҡайҙа ғына эшләмәһен,кешелек тарихының бөтә үҫеш юлында тәрән эҙ ҡалдырған фекер эйәләре,ғалимдар,әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре хаҡында хәбарҙар.Әммә шул уҡ ваҡытта кешеләргә оло белемдәр биргән,асыштар яһаған,кешегә кеше булып,шәхес булып үҫергә ярҙам иткән һөнәр эйәләре лә бар.Уҡытыусы һөнәре. Төп шөғөлөм буйынса, мин- уҡытыусы. Был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы, үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс икәнен йылдар үткән һайын аңлай барам һәм яратам. Донъяла йәшәү ҙә файҙалы эш менән шөғөлләнеүҙе аңлата.Минең өсөн уҡытыусы хеҙмәте- ул эшләү,көс еткеһеҙ ауырлыҡтарҙы йырып сығыу, яныу-көйөү,ҡыуаныу,яҡтыға, яҡшыға ынтылыу, ярҙам итеү. Бөгөнгө көндә бала күңеленә юл һалыу,шул юлдан рухи булмышын асыу ,уйландырыу аша рухи һәләтен булдырыу айырыуса мөһим.Балаға һабаҡ булырлыҡ мәғәнә,асыл биреү кәрәк.Был фекерҙе ғалим Д.Н.Овсяно-Куликовский әйтеп ҡалдырған.Ана шул рухи һәләт баланың шәхес булып формалашыуында төп урынды биләй. Минең уҡытыусы булараҡ ошо эшем дә туған халҡымдың ижады,әҙәбиәте,уның зыялы шәхестәре,сәсәндәре,яҙыусылары ижади тәжрибәһе нигеҙендә үҫеп сыҡҡан,ошо хазиналарға мөрәжәғәт ителгән.Шулар менән аҙыҡланғанмын, йәшәү рәүешемә йүнәлеш алғанмын.Үҙ тырышлыҡтарым,китаптар,тормош тәжрибәһе,эҙләнеүҙәр аша уҡыусыларымда донъяға дөрөҫ ҡараш, тирә-йүнгә һөйөү тәрбиәләү ,үҙ фекерҙәрен белдереп, дөрөҫ һығымта яһай белһәләр,тимәк,мин әйтергә теләгән һүҙҙәр уларҙың күңелдәренә барып еткән.

Мои достижения
1997 йылдан Республика инженер лицей -интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем.Дөйөм педагогик стажым 35 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ 26 йыл. Юғары категориялы уҡытыусымын.
Наградаларым:1.Башҡортостан республикаһы Мәғариф министрлығының маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары,Өфө ҡала округының грамоталары,рәхмәт хаттары.(2001-2019й.)
2.2003 йылда - Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы билдәһе,
3.2006 йылда- "Йыл уҡытыусыһы-2006" конкурсы лауреаты,
4.2006 йылда "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы"исеме,
5."Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" Рәсәй гранты,
6.2009,2013 йылдарҙа "Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы "төбәк-ара гранттары,
7.2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы ордены ,
8.2019.Почет грамотаһы-респ.конкурсы"Мостай Кәрим-изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы"
9. Благодарственнное письмо за активное участие в подготовке и проведении 5-го Всемирного курултая башкир.
Матбуғат биттәрендә:
1. "Башҡортостан уҡытыусыһы"журналы 2019 №12,2018 №3,2017 №9,2014 №4,2016 №3- дәрес эшкәртмәләре; 2019йыл"Минең Мостайым" республика конкурсында -1-се дәрәжә дипломы- методик эшкәртмә өсөн;
2. Бөтә Рәсәй НМК "Хәҙерге белем биреү системаһы һәм башҡорт телен уҡытыу"18.03.2016.(мәҡәлә йыйынтыҡта);
3. 3-сө Халыҡ-ара НМК"Современные проблемы изучения башк.и родн.яз."(мәҡәләйыйынтыҡта)15.02.2018
4.Халыҡ-ара НПК "Актуальные проблемы нац.культур России"12.04.2018(мәҡәлә);
5.Халыҡ-ара НПК"Башҡорт эпосы"Урал батыр"(профессор,филолог.фәндәре докторы,ғалим Ә.Сөләймәновтың 80 йыллығы) йыйынтыҡ-мәҡәлә,2019;
Сығарылған методик ҡулланма:
1.Дәрес -эшкәртмәләр-йыйынтыҡтарҙа:
Авторлыҡ программаһы
11 - се кластар өсөн “Крайҙы өйрәнеү буйынса” электив курстар программаһы.
Уҡыусыларҙың уңыштары:2001-2019 уҡыу йылдары
1.2001 йыл.Төбәк-ара олимпиадала 9-сы класс уҡыусыһы Ғәзизов Милләт-еңеүсе,
2.2002йыл- Республика кимәлендә (МАН)ғилми-ғәмәли конференцияла 10-сы класс уҡыусыһы Ҡарағолов Алмаз-еңеүсе,
3.2003йыл - 9-сы класс -Ғәзизов Милләт-төбәк-ара олимпиадала-2-се урын,
4.2004 йыл-10-сы класс-Кәримов Илдар- төбәк-ара олимпиадала-2-се урын,
5.2005 йыл-"Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса республика конкурсында :команда-1-се урын, Ғилметдинов Артур-3-сө урын,
6.2006 йыл-10-сы класс уҡыусыһы Дәүләтбаев Айнур-төбәк-ара олимпадала-3-сө урын,
7.2001 йыл-2009-ҡала буйынса олимпиадала-9 уҡыусы-еңеүсе,11уҡыусы-2-се урындар,
8.2009 йыл- 9-сы класс уҡыусыһы Заһиҙуллин Илнур-Башҡортостан мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы-призер,
9.2010 йыл- 10-сы класс уҡыусылары Ямалетдинов Данил һәм Байрамғалин Азамат Башҡортостан мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы- призерҙар,
10.2011 йыл- 9-сы класс уҡыусыһы Боҫҡонов Динислам -Башҡортостан мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы- призер,
11.2012 йыл- 8-се класс уҡыусыһы Йәһүҙин Әсғәт Башҡортостан мәҙәниәте олимпиадаһы -призер,
12.2013 йыл- 9-сы класс уҡыусыһы Йәһүҙин Әсғәт Башҡортостан мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы -призер,
13.2014 йыл- 10-сы класс уҡыусыһы Мәҡсүтов Зиннәт башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала -призер,
14.2015 йыл- 8-се класс уҡыусыһы Ишбаев Иҙел Башҡортостан мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы -призер,
15.2016 йыл-9-сы класс уҡыусыһы Ишбаев Иҙел башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала -призер,
16.2017йыл -10-сы класс уҡыусыһы Ишбаев Иҙел башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала -призер,
17.2018 йыл-11-се класс уҡыусыһы Юлдашбаева Илзида төбәк -ара олимпиада-призер; республика олимпиадаһы: 7-се класс- Зөфәрова Дилүзә,
18.2019 йыл- башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеүсе Йәһүҙина Дилә(8-се кл.),призерҙар:Байраҡаева Айнагөл(10-сы кл.),Мифтахова Нәргизә(10-сы кл.); республика олимпиадаһы "Гагарин кубогы"-Йәһүҙина Дилә-призер
19.2019 йыл Республика олимпиадаһы ИКБ-Сәлмәнова Әлфиә(11кл.)-призер

Моё портфолио
2001-2020 уҡыу йылдарында уҡыусыларҙың уңыштары:
(олимпиада)

19.2019 йыл Республика олимпиадаһы- ИКБ-Сәлмәнова Әлфиә(11кл.)-призер
20. 2020 йыл.Төбәк-ара олимпиадала: еңеүсе-Мифтахова Нәргизә(10-сы кл.),призерҙар-Йәһүҙина Дилә(9-сы кл.),Мәғәфүрова Айым(10-сы кл.)
Ғилми-тикшеренеү эштәре,конкурстар:
1.2011 йыл.Республика кимәлендә (МАН)-тикшеренеү эше -1-се урын Ғәбитов Шәфҡәт(9-сы кл.)
2.2012 йыл.Республика кимәлендә "Вәлиди уҡыуҙары"-тикшеренеү эше -2-се урын Йәһүҙин Әсғәт(9-сы кл.)
3.2012йыл.Республика кимәлендә " Мой край "-тикшеренеү эше -1-се урын Ғәбитов Шәфҡәт(10-сы кл.)
4.2013 йыл.Республика "Ғарипов уҡыуҙары"-Мәҡсүтов Зиннәт-1-се урын (11-се кл.)
5.2014 йыл Республика " Вәлиди уҡыуҙары"- Ишбаев Иҙел)-1-се урын(7-се кл.)
6.2015 йыл Республика "Вәлиди уҡыуҙары"- Зарипов Сыңғыҙ-1-се урын(8-се кл.)
7.2017 йыл Республика ( МАН)- Ишбаев Иҙел-2-се урын(10-сы кл.)
8. 2018 йыл Республика чемпион дебаты Йәһүҙин Дилә, Ҡотлосурин Зөлхизә,Байраҡаева Айнагөл-2-се урын
9. 2018 йыл Республика иншалар конкурсы-Байраҡаева Айнагөл( 10-сы кл.)-3-сө урын
10. 2018 йылЖәлил Кейекбаев ис. Халыҡ-ара туған телдәр фестимвале:Котлосурина З.,Йәһүҙина Д.,Мифтахова Н.,Маликова Н.,-дипломдар
11.2018 йыл "Урал батыр" һабаҡтары Республика конкурсы-Мифтахова Нәргизә - 3-сө урын
12.2018 йыл "Кейекбаев уҡыуҙары" Республика нпк-Байраҡаева А.-2-се ,Йәһүҙина Д.,-3-сө ,Мифтахова Н.-3-сө урындар
13.2018 йыл Халыҡ-ара "Нефть эшкәртеүҙә экологик проблемалар"-Мырҙағалина Л.,Маликова Н.-3-сө дәрәжәле дипломдар
14. 2019-2020 уҡыу йылы:
- "Ғарипов уҡыуҙары"- 1-се урын- Мифтахова Нәргизә,3-сө урын- Йәһүҙина Дилә,
- Республика форумы -1-се урын- Мифтахова Нәргизә,3-сө урын- Зөфәрова Дилүзә, 2-се урын-Йәһүҙина Дилә,
-"Вәлиди уҡыуҙары" - 2-се урын -Зөфәрова Дилүзә,
-Халыҡ-ара НПК (УГНТУ) - 2-се урын Зөфәрова Дилүзә.
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты