Внеклассная работа
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 1.75 МБ | |
| 60.53 КБ | |
| 56.45 КБ |
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Хәҡиҡәт-истина. Ҡөҙрәт-сила. Таяныс-опора . Һүҙлек:
О мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙа Донъя тамуғында яндырҙың, Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың.
Һәр кешенең үҙ хәҡиҡәте. Ул хәҡиҡәттең исеме-мөхәббәт. Тема:
1)М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»повесын өйрәнеү, шәхес тәрбиәләүҙә уның әһәмиәтен билдәләү 2)Әҫәр аша яҡшы сифаттар тәрбиәләү, тормошта үҙ урыныңды табыу 3)Тыуған ергә, тәбиғәткә һөйөү, милли рух тәрбиәләү, Башҡортостандың ысын патриоты булыу Маҡсаттар:
4) Проблемаларҙы асыҡлау,хәл итеү юлдарын күрһәтеү, әҫәрҙең бөгөнгө йәштәр өсөн әһәмиәтлеген билдәләү.
- Әҙәм балалары әсәйҙән яртышар ғына булып тыуа.Аяҡ-ҡулдары бөтөн, ә үҙемдең эстәрем өҙөлә: Эй,бахырҡайым ,-тим,үҙ яртыңды табырһыңмы икән? Тапһаң ғына ярар ине -, тимен. Табышмаһалар, күктән бихисап йондоҙҙар кеүек емелдәшеп, ғүмер буйы бер-береһен эҙләп йөрөр инде бисара бәндәләр.Уларҙы ҡушырға, күрәһең,Хоҙайҙың да ҡөҙрәтенән килмәйҙер.Ҡөҙрәтенән килһә, йыһан буйлап аҙашып йөрөгәндәр шул ҡәҙәр күп булмаҫ ине.Һәр кешенең үҙ хәҡиҡәте була,әммә бөтә әҙәм өсөн уртаҡ,һәр кемдең ғүмерлек таянысы булған, бөтә хәтерҙәрҙән һаҡлай торған тағы бер хәҡиҡәт бар.Ул хәҡиҡәттең исеме - МӨХӘББӘТ.
• Рефлексия: Бөгөн мин белдем; • Ҡыҙыҡ булды ; • Ҡыйын булды ; • Мин күнегеүҙәр эшләгәндә ; • Мин аңланым ; • Мин аңламаным ; • Мин өйрәндем; • Мин тырыштым ; • Минең уйлауымса ; • Мин эшләп ҡарар инем ; • Мине аптыратты; • Бөгөнгө дәрес миңә тормош өсөн ; •
Предварительный просмотр:
Ҡулында уның мәңге һүнмәҫ сырағы бар ...
Тамаша залында 7-9кл.ҡыҙҙары(башҡорт телен белгән уҡыусылар),8абв кл.егеттәре,11а,б,в,ж(ҡыҙҙар һәм егеттәр).
14.30 минутта залға ҡунаҡтар үтәләр: Яҙыусылар идараһы етәксеһе,яҙыусы,ғалим,М.Аҡмулла ис. БДПУ доценты Әлибаев З.А.,Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова.Уҡыусылар баҫып,Р.Ғариповтың “Туған тел” шиғырын һөйләп, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алалар.
Алыпбарыусылар:
1.Хәйерле көн,ҡәҙерле уҡыусылар,хөрмәтле уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр!
2.Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Яҙыусылар идараһы етәксеһе,яҙыусы,ғалим,М.Аҡмулла ис. БДПУ доценты Әлибаев Зәки Арсланович
1.Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова
1-2.Хуш килдегеҙ!
(Музыка.Экранда мультимедия: М.Кәримгә бағышланған.)
Экранда имән һүрәте.
Оло инәй сәхнә уртаһында ултыра,ҡул тирмәне менән нимәнелер ваҡлай.
(Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” әҫәренән өҙөк.)
(Мостай Кәрим :11-се класс уҡыусыһы Алмаз )
Мин теремен икән әле. Эргәмдә генә мәғрүр имән... Ошо имән тирәләй бөтә ер, бөтә күк әйләнә.
Был имән минең Оло инәйем булып сыға. Уның тирәһендә балалар ғына түгел,беҙҙең бөтә ғаиләбеҙ әйләнә.Оло инәйем - ошо әйләнеп торған донъяның үҙәге ул.Шуға күрә тыныс һәм хәүефһеҙ баҫып тора.
Асыҡ хәтерләйем: ғүмеремдә мине беренсе тапҡыр етәкләп алған ҡул- уның ҡулы булды. Ошо ҡулдың йылыһы һәм ҡөҙрәте бынан ары ла мине бөтә ғүмерем буйы һаҡлаясаҡ һәм яҡлаясаҡ.
Оло инәйем иҫән саҡта, Кесе инәйем- күкрәк һөтөн биреп үҫтергән үҙ инәйем- менән уларҙың икеһен дә тигеҙ ярата кеүек инем .Оло инәй донъя ҡуйғас, мин икегә бүленгән бер йән менән йәшәп киттем.Һәм ғүмер баҡый шулай.
(Экранда “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөк .
Ролдәрҙе башҡаралар:
Оло инәй - 11 ж класс уҡыусыһы Айгөл Сабирйәнова
Кендек -7- се класс уҡыусыһы Солтанов Рәмил
Кесе инәй – 9г класс уҡыусыһы Нәргизә Мифтахова)
(Сәхнәгә Кендек сыға.)
Оло инәй-Айгөл:
-Синнай!
Кендек- Рәмил:
- Эйе,Оло инәйем. ...Ниңә уфылдайһың?
Оло инәй:
-Хәҙер инде һин егет ҡорона инеп киләһең.Уҡыйһың да.Мин һөйләгәнде аңларһың. Тыңла... Әҙәм балалары әсәйҙән яртышар ғына булып тыуа. Аяҡ-ҡулдары бөтөн, башы-күҙе төҙөк көйө донъяға ҡабул итәм мин кешене, ә үҙемдең эстәрем өҙөлә:” Эй, бахырҡайым, - тим, үҙ яртыңды табырһыңмы икән? Тапһаң ғына ярар ине” – тимен. Табышмаһалар, күктән бихисап йондоҙҙар кеүек емелдәшеп, ғүмер буйы бер-береһен эҙләп йөрөр инде бисара бәндәләр. Уларҙы ҡушырға, күрәһең, Хоҙайҙың да ҡөҙрәтенән килмәйҙер. Ҡөҙрәтенән килһә, йыһан буйлап аҙашып йөрөгәндәр шул ҡәҙәр күп булмаҫ ине...
Ана Аҡйондоҙ менән Мәрәһим ике яртынан бер бөтөн булырға тейеш йән эйәләре лә бит...Үҙ ваҡытында табышмағас, зар-интизар булып,аҙашып йөрөйҙәр.
( Аҡйондоҙ менән Мәрәһим - сәхнәлә. Оло инәй менән Кендек һөйләшеп ултыралар.)
Экранда - Мәрәһим йыры.Йырлай Алмаз Ғәбитов.
“Яҙмыштан уҙмышты табырмын” йырын йырлай.
( Экранда яҙылған:
Ролдәрҙе башҡаралар:
Аҡйондоҙ – 11 ж класс уҡыусыһы Зөлхизә Карасурина
Мәрәһим – 11 класс уҡыусыһы Закир Йәһүҙин
-Яратаһыңмы?
-Яратмаһам,ошо бер семтем бәхет өсөн ғазап йөктәре йөкмәп йөрөр инемме ни? Барыбер үкенмәйем. Һинең менән булған бәхетемде алтын тауҙарға алыштырасағым юҡ.
-Аҡйондоҙом,һине анау балҡып янған аҡ йондоҙға алып менәйемме ?Һинең йондоҙоңа...
-Мәрәһим,һинең менән ерҙә лә бик рәхәт миңә.Ул йондоҙҙа нимә ҡалған? Һинең исемеңде лә,үҙеңде лә яратам.
-Күңелем ғүмер буйы һине эҙләне,һине көттө.
-Эҙләгән - тапҡан,ташҡа ҡаҙау ҡаҡҡан.
-Һис кенә лә бойоҡмайһың,Аҡйондоҙ.
-Һинең менән булғас,был донъяла минең өсөн һағыш та,хәсрәт тә,хәүеф тә юҡ.Уларҙың урыны башҡа ерҙә.
Мостай –Ғәбитов Алмаз:
-1941 йылдың 24 июнендә Мәрәһим һуғышҡа китте. Гвардия старшинаһы Мәрәһим Зәбиров ошо утлы өйөрмәлә батырҙарса һәләк булды тигән ҡағыҙ алды Аҡйондоҙ.
(Мәрәһим йыры.”Яҙмыштан уҙмыштар табырмын” )
Кендек- Солтанов Рәмил:
-Оло инәйем...
Оло инәй- Айгөл:
- Йә, һора. Уйлағандарынды әйт.
Кендек- Рәмил:
- Юҡсы, былай ғына.
Оло инәй-Айгөл:
- Хәйләләмә. Һин бит минең яртым тураһында һорамаҡсы инең.
Мин үҙ уйҙарымдың, үҙ хәстәрҙәремдең осона бер ваҡытта ла сыға алманым. Үҙ урманымда үҙем аҙашып йөрөнөм.. Эйе атайың һинең бик һәйбәт кеше, әммә мине ул үҙ яртыһы итеп ҡабул ҡылманы. уның ише булып сыҡманым. Мин ултырып ҡалған ҡыҙ инем. Ярлы булһаҡ та, малға алданып, атайым мине теләһә кемгә тотоп бирмәне, үҙ иркемә ҡуйҙы. Егерме дүрткә еттем шулай. Тирә-яҡта минән ҡарт ҡыҙ юҡ ине. Бер көн беҙҙең өйгә сибек кенә ҡарт менән һөлөк кеүек һылыу егет килеп инде. Ҡарты- һинең олатайың, егете-Буҙйегеттең үҙе- ун ете йәшлек һинең атайың ине. Шунда уҡ йәнемде әсир итте ул.Тиңһенә алманы ул мине.Минән былайыраҡ үҙе ғазапланды. “Күңелең шулай бер ҙә генә тартмағас, ниңә мине алдың һуң?” – тип быуылып илайым. Бик күп йылдар үткәс кенә, минең әлеге һорауыма былай тип яуап бирҙе: “Йәлләнем. Шул йәйҙе бесән сапҡанда, бер бүҙәнәнең ике аяғын да салғы менән сабып өҙгәйнем. Тәүге күреүемдә шул бүҙәнәне иҫкә төшөрҙөң һин, йәлләнем”.
(Сәхнәгә Кесе инәй сыға)
Кесе инәй - Нәргизә:
- Шул баланы гел үҙеңә эйәртеп йөрөтмәһәң булмаймы, көндәшем?
Оло инәй -Айгөл:
- Юҡ, Вазифа, шул сабый яҡын тирәмдә булһа, еңелерәк миңә .
Кесе инәй - Нәргизә:
- Инде... шул тиклем дә сихырлар икән берәүҙе берәү.
Оло инәй:
- Ирем киҫәге – итем киҫәге. Бар сихыры шунда.
Кесе инәй:
- Ихтыярыңда. Ни ҡылһаң да- һин хаҡлы.
Оло инәй:
- Һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ хәҡиҡәте. Хаҡлы булһам да, мин үҙем өсөн генә хаҡлымын.
Синнай, быҙау ҡайтмаған, тау артына барып ҡарап ҡайт әле...
(Оло инәй менән Кесе инәй сәхнә алдына барып ултыралар).
Мостай - Алмаз:
-Ә кешеләр?Күпме әҙәмдең йылыһын,яҡтыһын,кәрен йөрөтәм икән мин үҙемдә! Мин ғүмер баҡый улар менән аралашып, уҡмашып йәшәнем.
(Пауза)
Үҙ тиңдәремдән миңә үҙ йылыһын бүлеп биргән беренсе кеше Әсғәт булды. Әсғәт ғүмерҙең башында тороп ҡалды.
Ил өҫтөнә өйөрмә ябырылды. Бәхетһеҙлек иленән килгәйне был ғәрәсәт.Бик күптәребеҙҙе утлы өйөрмә кире әйләнеп ҡайтмаҫ ерҙәргә алып китте.Әсғәт тә хәбәрһеҙ ғәйеп юғалды.
(Экранда яҙылған: Кендек -7- се класс уҡыусыһы Солтанов Рәмил
Әсғәт - 8-се класс уҡыусыһы Ғәлиәкбәров Рамазан)
(Әсғәт сәхнәгә сыға)
Әсғәт-Рамазан.
- Эй, малай, ыңғайла былай!
Кендек - Рәмил:
- Үҙең кил, мин быҙау эҙләргә барам.
Әсғәт: (килеп еткәс тә усын йәйеп Кедектең танау аҫтына килтереп терәй)
- Нимә еҫе килә?
Кендек аптырап :
-Эт еҫе килә.
-Нимә еҫе килә?
- Бер еҫ тә килмәй.
Әсғәт:
-Һин яҡшылабыраҡ еҫкә. Их, һин, шуны ла белмәйһен. Күмәс еҫе, әле генә күмәс ашап сыҡтым.
Кендек:
- Ашаһаң ни, мин быҙау эҙләргә барам.
Әсғәт:
-Мин дә һиңә быҙау эҙләшәйемме? Эй, туҡта әле, һинең ыштан кеҫәндә нимә ҡабарып тора ул?
Кендек:
- Икмәк ҡатыһы. Быҙау алдатырға.
Әсғәт:
- Быҙауы ни, уны былай ғына, алдатмай ғына, ҡыуып ҡына алып ҡайтырбыҙ. Әйҙә, икмәкте ултырып ашайбыҙ.
Кендек:
- Үҙең әле генә күмәс ашаным тинең дә. Мә, аша.
(Кендек баш сайҡай)
Әсғәт:
- Икмәкте баҫып ашарға ярамай. Бер валсығы ергә төшһә, яҙыҡ була. Яҙыҡ булғас, тамуҡта яндыралар үлгәс.
Күмәс тураһында мин фәстерҙем.Аслыҡты аҙаштырыр өсөн генә әйтелгән алдаҡ һүҙ ул.Икенсе аҙна инде көнөнә бер тапҡыр ыумас ыуып ҡына торабыҙ. Ибрай менән беҙҙең тәндә хәҙер бер тамсы ла май ҡалманы.(Эсен асып күрһәтә)
Беләһеңме,минең ҡушаматым “һары серекәй”. Телем өсөн дә, төҫөм өсөн дә ҡушылған.
Кендек ҡыйынһынып:
- Минең дә ҡушамат бар ҙа ул.
Әсғәт:
- Һинең ҡушамат бер тигән- Кендек! Донъяла иң кәрәкле әйбер – Кендек ул. Арт арбаны ла ал арба менән нимә тоташтыра? Кендек! Иң көслө ир уҙаманына нимә тиҙәр? Донъя кендеге тиҙәр. Һинең ҡушамат миңә эләкһә, мин маҡтаныр ғына инем. Әйҙә, быҙауыңды алып ҡайтайыҡ.
(Сәхнә алдына барып ултыралар)
Мостай -Алмаз :
-Юлдағылар юлда булһындар, әйҙә. Аҙашҡандар ҡауышһындар,
эҙләгәндәр табышһындар.
( Экранда “Айгөл иле”әҫәренән өҙөк.
Ролдәрҙе башҡаралар:
Айгөл- 8 г класс уҡыусыһы Йәһүҙина Дилә)
)
(Тамаша залынан Айғөл – Дилә йүгереп сәхнәгә менә.)
Айгөл- Дилә: Кем һин? Мин Айгөл, ишетәһегеҙме? Мин – Айгөл, Айгөл! Тауҙар, урмандар, ишетәһегеҙме: мин – Айгөл! Мәңге торор таш ҡаялар! Уҙып ҡына барыусы мамыҡ болоттар! Ишетәһегеҙме – мин яратам!
Сит кеше- Аида Минулловна: Кемде? Кемде яратаһың?
Айгөл-Дилә: Белмәйем. Ә, беләм. Ерҙе, күкте, ҡояшты, һыуҙы... йәнә кешене! Егет кешене! Мин уны бер тапҡыр ҙа күргәнем юҡ әле. Ләкин ул бында – минең күкрәгемдә.
Мостай - Алмаз: Кешенең мөхәббәткә бөрөләнгән кескәй йөрәге ана нисек талпына. Уның әле был мөхәббәтте һауаларҙан, хыял ғына осоп етерлек бейеклектәрҙән осоп етерлек бейеклектәрҙән эҙләр сағы. И әҙәм балаһының көндөҙ күрә торған дөм һуҡыр заманы!..
Айгөл- Алмаз: Оялмайынса нимә һөйләйем мин тағы!? Әсәйем тыңлап торһа, ни әйтер ине? Был ҡыҙ әллә аҡылдан яҙҡанмы, тип аптырар ине. Әсәй, әсәйем! Әсәкәйем! Ун өс йыл саҡырам бит инде мин һине, ниңә яуап ҡайтармайһың? Ниңә? Һин миңә бик кәрәкһең, хәҙер бигерәк тә кәрәкһең , әсәйем! Миңә бит ун алты йәш! Ун алты! Оһо-һо!!!
Мостай -Айгөл:
-Ә кешеләр гел юлда...,гел эҙләйҙәр.
Бәхеттәрен ,мөхәббәттәрен ,хәсрәттәрен ,хатта әжәлдәрен
эҙләйҙәр.Барыһынан да былай үҙҙәрен эҙләйҙәр.
Йә табалар ,йә таба алмайҙар, йә табып юғалталар....
(Экранда яҙылған:“Ай тотолған төндә”трагедияһынан өҙөк.
Ролдәрҙе башҡаралар:
Аҡйегет -11-се класс уҡыусыһы Азамат Ишемгужин
Зөбәржәт-11ж класс уҡыусыһы Гөлназ Мәхмүтова
Тәңкәбикә- 11ж класс уҡыусыһы Маликова Нургөл
Шәфәҡ-Нәргизә Мифтахова)
(Аҡйегет Зөбәржәтте етәкләп тирмә ишегенә килә,икеһе лә теҙләнәләр. )
Аҡйегет-Азамат:Беҙҙе ҡауыштырып ,мәңгелек сауап алдың,әсәй,атайымдың васыятына тоғро булдың.Алдарыңа теҙләнеп ,мең рәхмәттәр уҡыйбыҙ.
Тәнкәбикә-Нургөл. Васыят ,йола,ҡанун- беҙҙең өсөн изге. Һеҙ ҙә йолаларға ҡарата хыянатта булмағыҙ.( Зөбәржәттең башына уң ҡулын һала.) Күкрәк һөтөм биреп үҫтермәһәм дә һине, Зөбәржәт ,күкрәгемә ҡыҫып,фатихамды бирәм. Минең ояма киләһең,балам булырһың . Амин.
Тәнкәбикә -Нургөл. Шәфәҡ килен,ике ҡытай сынаяғына ҡойоп ҡымыҙ сығар.
Шәфәҡ-Нәргизә. Ярар,ҡәйнәм.
Тәнкәбикә.Һеҙ ул саҡта әле икегеҙ ҙә имсәк балаһы инегеҙ. Ошондай бик матур көндө атайың мәрхүм ҙур бәйге уҙғарҙы. Оло ҡорҙа ил уҙамандары шығырым тулы ине. Шул ҡорҙа Ырыҫҡол бей менән Илмырҙа бей ,һеҙҙе йәрәштереп,туҫтаҡ эсте.
Тәнкәбикә. Бына ошо сынаяҡтарҙан эстеләр улар.Инде ун ете йәшегеҙ тулды, хәҙер үҙ ырыҫығыҙ өсөн үҙегеҙ эсегеҙ. Ошо пар сынаяҡ төҫлө ,бәхетегеҙ тулы булһын!
Мостай -Алмаз:
Ҡолдар булыу яман түгел,ҡоллоҡ яман.
Ҡолдар бөтөр.Рухыбыҙға батша булып,
Йән түрендә тәхет табыр ҡоллоҡ һаман.
Рухтарҙы шул бахыр иткән ҡоллоҡ яман.
(Экранда “Ҡара һыуҙар” поэмаһынан өҙөк.
Ролдәрҙе башҡаралар:
Ҡатын- Сыҙамлыҡ- башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Абдуллина Аида Миннула ҡыҙы
Сыҙамлыҡ:
Мин тол кәләш.
Ҡатын булмай етем ҡалғанмын,
Ун йыл буйы шуға ышанманым,
Ышанманым.Булмаҫ!...Ялғандыр!
Мин бит һөйәм уны.Кис ҡайтмаһа,
Ҡайтыр,тинем,таңдар атҡанда;
Аш ултыртһам,ике ҡашыҡ ҡуйҙым,
Ике мендәр һалдым ятҡанда.
Һәм һаман да шулай...Ун йыл буйы
Бөтә илде ҡыҙырып атланым,
Тереләр араһында осратманым,
Зыяраттарҙан ҡәберен тапманым.
Хатта дошмандарҙың ҡәбере бар,
Өңөлһә лә,әрем баҫһа ла,
Кеше энә түгел юғалырға...
Эҙе ҡала ,тамсы тамһа ла.
Автор.Кем ул?
Сыҙамлыҡ.
Яҡуп атлы егет ине.
Белә ,тиҙәр,уны һеҙ генә,
Йыуатырлыҡ йәки илатырлыҡ
Һүҙ әйтегеҙ,бары һүҙ генә...
Автор.
Яҡуп атлы егет...
Иҫке йәрәхәткә теймәгеҙ.
Ҡайғығыҙҙың бары баштан ашҡан.
Сыҙамлыҡ.
Мин сыҙармын.Зинһар һөйләгеҙ!
Автор.
Дөрөҫ.
Ҡәберлеләр ятҡан ерҙә уның ҡәбере юҡ.
...Алты атаканы тонсоҡторҙоҡ,
Етенсе ҡат баҫыу яғынан
Улар килә,Бесән сапҡан кеүекЭ
Ни саҡлыһын ҡырған инек бит!
Беҙ ҙә һирәк-һаяҡ ағас төҫлө,
Күптән түгел урман инек бит.
Шул саҡ берәү ҡурҡып артҡа ҡасты:
Кеше йүгерә.Шәүлә тирбәлә.
Пуля тейҙе уға.Кем пуляһы,
Кеше ауҙы.Бөттө күләгә.
Ун беренсе кис тигәндә
Оло лға яҡынлаштыҡ.
Юлдаш кеше беренсе ҡат
Телгә килде ошо мәлдә:
“Етер!Етер!Ишетәһеңме,
Кеше түгел мин-күләгә,
Мин хәшәрәт был һаҙлыҡта!
Әсир төшөп тере ҡалыу
Йөҙ ҡат артыҡ,мең ҡат артыҡ,
Мин кәрәкмен һөйгәнемә.
Мин үҙемә кәрәк түгелмен”
Ике ҡулын күтәрҙе лә
Юлға баҫты ҡурҡыу ҡоло.
Тимер дейеү яҡыная,
Бөгөлөп төштө ,
Саңлы юлға тубыҡланды.
Тубыҡланды.Егерме йыл
Ерҙә атлап йөрөгән ,имеш.
Алғы танк уға табан
Борола биреп уҙып китте,
Бер ер ҡорто урынына
...Иҙеп китте...
...Уның һуңғы эҙе кипте...
...Урынынан торҙо ҡатын,
Ләкин һис ни өндәшмәне.
Иңбашынан аҡрын ғына
Шыуып төштө ҡара шәле.
Ҡунаҡ ҡапыл боролдо ла
Сығыр яҡҡа атлап китте,
Ҡара шәлен тапап китте.
(Экранда –мультимедия(Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады буйынса).Уҡыусылар башҡарыуында шағирҙың шиғырҙары яңғырай.”Уңдым”,”Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”,”Мин фронтҡа китәм,иптәштәр!”,”Ҡайын япрағы тураһында”,”Үлмәҫбай”поэмаһынан өҙөк,”Күкрәгемдән ҡоштар осорам”һ.б.
(Экранда –Мостай менән ҡатыны Рауза.
Һөйә лә белдең,һөйҙөрә лә белдең...)
(Сәхнәлә Мостай Кәрим- Алмаз Ғәбитов)
Мостай -Алмаз:
Минән бәхетлерәк кеше юҡтыр.
Ергә Ут килтерҙем.
Кем ҡулында ут бар,тик шуларҙа
Бөтә һөнәрҙәрҙең сер асҡысы.
Шул ут ҡына был йыһанды
Һоҡланырлыҡ төҙөк итеп,
Өр-яңынан ҡойоп ҡуясаҡ.
Мин ҡайтырмын һеҙгә, кешеләр!
Утыҙ мең йыл үтеп китер, йыһан имен,
Йыһан бөтөн булһа...
Мин ҡайтырмын һеҙгә, кешеләр!
(Мостай Кәрим әҫәрҙәренән сәхнәләштерелгән ролдәрҙе башҡарыусылар скульптор Андрей Ковальчук эшләгән һәйкәл шикелле монумент төҙөйҙәр. Аҡ ыштан,аҡ күлдәк кейгән ялан аяҡлы малай (Кендек) ҡулына шәм тотоп,әҫәрҙәге геройҙар ҡулындағы шәмдәргә ут тоҡандырып сыға,тамаша залын урап сыға һәм урынына баҫа.Залда ултырыусылар телефондарындағы фонарҙарын яҡтырталар)
“Айгөл иле”драмаһындағы Сит кеше-Аида Минулловна:
-Ҡулында уның мәңге һүнмәҫ сырағы бар. Шул сырағы менән егет йыһандағы һүнгән йондоҙҙарҙы берәм-берәм яңынан тотҡандырып ,һүнә барғандарына ут өҫтәп йөрөй . Тимәк,шағир үҙенең төп эшенә тотонған.
Алып барыусылар:
1.Ролдәрҙе башҡарҙылар:”Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән
Оло инәй - 11 ж класс уҡыусыһы Айгөл Сабирйәнова
Кендек -7- се класс уҡыусыһы Солтанов Рәмил
Кесе инәй – 9г класс уҡыусыһы Нәргизә Мифтахова)
2. Кендек -7- се класс уҡыусыһы Солтанов Рәмил
Әсғәт - 8-се класс уҡыусыһы Ғәлиәкбәров Рамазан
Аҡйондоҙ – 11 ж класс уҡыусыһы Зөлхизә Карасурина
Мәрәһим – 11 класс уҡыусыһы Закир Йәһүҙин
1. “Айгөл иле”әҫәренән өҙөк.
Ролдәрҙе башҡаралар:
Айгөл- 8 г класс уҡыусыһы Йәһүҙина Дилә
2. :“Ай тотолған төндә”трагедияһынан өҙөк.
Ролдәрҙе башҡаралар:
Аҡйегет -11-се класс уҡыусыһы Азамат Ишемгужин
Зөбәржәт-11ж класс уҡыусыһы Гөлназ Мәхмүтова
Тәңкәбикә- 11ж класс уҡыусыһы Маликова Нургөл
Шәфәҡ-Нәргизә Мифтахова
1.“Ҡара һыуҙар” поэмаһынан өҙөк.
Ролдәрҙе башҡара:
Ҡатын- Сыҙамлыҡ- башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Абдуллина Аида Миннула ҡыҙы
2.Шиғырҙарҙы уҡынылар:
7в кл.уҡыусылары: Фазылйәнова Айһылыу,Ҡадырова Амалия,Ҡайыҡбирҙина Вәсилә,Сырлыбаев Байморат,Шахморатов Таһир
1.Был егет-ҡыҙҙарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
2. Хәҙер һүҙ ҡунаҡтарға: Яҙыусылар идараһы етәксеһе,яҙыусы,ғалим,М.Аҡмулла ис. БДПУ доценты Әлибаев Зәки Арслан улына
1.Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Ғарипова Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы
Һорауҙар:
1.Зәки Арслан улы, Мостай Кәрим тураһында иҫтәлектәр менән уртаҡлашмаҫһығыҙмы?
2.М.Кәрим кеүек көслө драматург та,шағир ҙа,прозаик та булырлыҡ йәш ижадсылар күҙәтеләме?
3.Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы, һеҙҙең ижадҡа килеүегеҙҙә М.Кәримдең йоғонтоһо булдымы?
4.Ниндәй әҫәрҙәр өҫтөндә эшләйһегеҙ?
2.Ә хәҙер сарабыҙҙы йомғаҡлау өсөн һүҙҙе лицейыбыҙ директоры хөрмәтле Флүр Әмир улына бирәбеҙ.(Сәскәләр биреү ҡунаҡтарға)
1.Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған сарабыҙ аҙағына етте
Предварительный просмотр:
Данлы,шанлы йылдар ауазы
(Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған әҙәби-музыкаль сара)
Маҡсат:
- Уҡыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы белемдәрен киңәйтеү;
- һуғыш осоро кешеләренең еңеүгә булған ышанысын, батырлығын, рухи ныҡлығын аңлатыу,
- тыуған илебеҙгә ҡарата тоғролоҡ, ғорурлыҡ тойғоһо һәм һуғыш ветерандарына ҡарата хөрмәт һәм ихтирам тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: мультимедия, йыр яҙмалары, слайдтар, китаптар күргәҙмәһе, сәхнәләштереү өсөн кейемдәр, һалдат кейеме һ.б.
Ойоштороусы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы һәм уҡыусылар.
Сара барышы.
Ауылда. Яҡын ҡыуаҡлыҡтарҙа һандуғас һайрай. Алыҫтараҡ кәкүк саҡыра. Клуб эргәһендәге майҙанда музыка яңғырай, сығарылыш уҡыусылары байрамға әҙерләнәләр, репитиция бара.
Бер мәл радионан бөйөк диктор Левитандың тауышы яңғырай (бөтә кеше радио тауышына йыйыла) :
Внимание! Внимание! Говорит Москва! Передаем важное правительственное сообщение. Граждане и гражданки Советского Союза! Сегодня 22 июня в 4 часа утра без объявления войны Германские вооруженные силы атаковали границы Советского Союза,напали на нашу страну, подвергли бомбардировке города Житомир, Севастополь и др.Началась Великая Отечественная война советского народа против немецко-фашистких захватчиков.Наше дело правое.Враг будет разбит.Победа будет за нами.
Уҡыусылар(Вәсилә Ҡайыҡбирҙина һәм ) башҡарыуында “Батырҙар”йыр ы яңғырай. Экранда һуғыш күренештәре. Егеттәр хәрби кейемдә , ҡулдарында автоматтар . Ҡыҙҙар менән хәрби бейеү хәрәкәттәрен башҡаралар. Йырҙың аҙағында аттарҙа яуға китеү , ҡыҙҙар хушлашыу хәрәкәттәре яһайҙар.
”Батырҙар” йыры.
Н. Нәжми һүҙҙәре, 3.Исмәғилев музыкаһы
1.Эйәрле ат беҙ менгәндәр,
Һay булығыҙ, йән һөйгәндәр,
Ил саҡыра изге яуға,
Ҡылыс — билдәрҙә.
Бәйге түгел яу ҡырҙары,
Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары бетәбеҙгэ,.
Бәлки, кире тыуған илдәргә,
Бәйге түгел яу ҡырҙары,
Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары бөтәбсҙгә,.
Бәлки, кире тыуған илдәргә.
2.Алдыҡ яра, йо үлдек беҙ,
Үлем бар тип белмәнек беҙ,
Үттек илдәр, үттек юлдар
Изге яуҙарҙа.
Булманы башҡорт ҡайҙарҙа,
Ат эсерҙек яҙғы айҙа'
Висла, Одер, Дунай тигән
Алыҫ ярҙарҙа!
3.Һаумы, тыуып үҫкән ерҙәр!
Бар икән дә күрер көндәр.
Шатлыҡтары ҡанат йәйә
Беҙҙең йырҙарҙың.
Һағындырған тыуған яҡтар,
Тып-тып баҫып килә аттар,
Дан бөркөлә, саң бөркөлҙ
Беҙҙең юлдарҙан!
Һай, юлдарҙан!
“Священная война” йыры яңғырай.
Сәхнәгә хәрби кейемдә егеттәр һәм ҡыҙҙар сыға:(мультимедия)
1.11-се класс уҡыусыһы - Мостай Кәримдең “Үлтер,улым, фашисты!” шиғыры.
2.11-се класс уҡыусыһы Таһир Шахморатов башҡарыуында Рәми Ғариповтың “Дуҫтың үлеме” шиғыры.
3..10-сы класс уҡыусыһы Мифтахова Нәргизә – Рәми Ғарипов “Яндырылған хаттар” шиғыры.
Алып барыусылар: Шәймөхәмәтова Ынйы һәм Шакиров Салауат(11-се кл.уҡыусылары)
1): Тарихта тиңе булмаған Бөйөк Ватан һуғышы бына ошолай башланып китте. Был 1941 йылдың июнь иртәһе ине. 1418 көнгә һуҙыласаҡ дәһшәтле һуғыштың ни тиклем дауам ителеүен дә, миллиондарҙың яу ҡырынан әйләнеп ҡайтмаясағын да әле бер кем белмәй ине…
2): Һуғыш… Ниндәй ауыр, ҡәһәрле, шомло һүҙ был! Ул нисә миллион кешенең ғүмерен өҙгән, күпме баланы етем иткән, ҡатындарҙы тол ҡалдырған…
Һуғыш! Меңләгән ҡалалар емерелгән, ер йөҙөнән гөрләп торған ауылдар юҡҡа сыҡҡан…
1):Ҡот осҡос һуғыш 1418 көн дауам итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 34 477 000 кеше һалдат шинелен кейҙе. Башҡортостан егет һәм ҡыҙҙары ла яуҙа һынатманы. Республикабыҙҙан 704 448 кеше һуғышҡа киткән.
2)Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ 27 миллиондан артыҡ улын һәм ҡыҙын юғалтты. СССР территорияһында 1710 ҡала, 70 меңдән артыҡ ауыл яндырылды.
1)Башҡортостандан барлығы 730 мең кеше һуғышҡа алына. Шуларҙың 370 меңе яу яланында ятып ҡала.
2)Ҡәҙерле туғандар! Әйҙәгеҙ бер минутҡа тын ҡалайыҡ! Һуғышта яу яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙарыбыҙҙы...Һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып, яу яраларынан,ауырыуҙарҙан бѳгѳнгѳ шатлыҡлы кѳндәргә килеп етә алмай үлеп ҡалған һуғыш ветерандарын хатергә алып тын ҡалайыҡ!
Барыһы ла баҫа. Бер минутлыҡ тынлыҡ, тик сәғәт һуғыуы ғына ишетелә.
1) Рәхмәт.
2) 277 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Бѳтәһе 2456 һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була. Шуларҙың 38-е - Башҡортостандан.
1)Тылда хеҙмәт иткән 161 мең кеше «1941-1945 йылдарҙағы Бѳйѳк Ватан һуғышында курһәткән хеҙмәттәре ѳсѳн» миҙалы менән бүләкләнә.
2) 1941 йылдың 18 ноябрендә ВКП(б) Өлкә комитеты һәм БАССР Халыҡ комиссарҙары Советы Башҡорт атлылар дивизиялары төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Бары тик доброволецтарҙан, патриот ир-егеттәрҙән генә торған 112-се һәм 113-сө Башҡорт кавалерия дивизиялары төҙөлә. Генерал Шайморатов етәкселек иткән Башҡорт кавалерияһы яугирҙарының аяуһыҙ көрәше күптәргә билдәле.
1) Һуғыш йылдарында яҙған “Шағир-патриот” тигән мәҡәләһендә фронтовик яҙыусы Кирәй Мәргән бер эпизодтың шаһиты була : Башҡорт атлы дивизияһының бер полкы оҙаҡҡа һуҙылмаған ял ваҡытында Өфөнән килгән артистар бригадаһының концертын ҡарай.
2)Бына бер саҡ драмтеатр артисткаһы Зәйтүнә Бикбулатова боецтар алдына сығып , Рәшит Ниғмәтиҙең “Үлтер,улым,фашисты!” тигән поэмаһынан өҙөк уҡый. Поэманы артистка айырыуса дәрт менән уҡый. (Экранда-СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Зәйтүнә Бикбулатова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти)
Рәшит Ниғмәтиҙең “Үлтер,улым, фашисты!” поэмаһынан өҙөктәр:
Уралың һиңә шулай ти,
Халҡың һиңә шулай ти:
Үлтер, улым, фашисты!
Үлтер, улым, фашисты!
Дошман алһа ереңде,
Пыр туҙҙырһа илеңде,
Илем, илем! – тигәнең,
Айбарлауың ни торор?
Алтмыштағы атаңа:
Ҡыуанысым! – тигәнең;
Иллеләге инәңә:
Йыуанысым! – тигәнең;
Көләс йөҙлө кәләшеңә:
Һандуғасым! – тигәнең;
Бишектәге балаңа;
Ҡолонсағым! – тигәнең –
Һуҡыр бер тин: шул торор!
Ереңде дошман алмаһын,
Илеңде дошман алмаһын, -
Үлтер, улым, фашисты!
Үлтер, улым, фашисты!
2)”Мин Ҡужаҡов тигән бер боец янында ултыра инем,-тип яҙа Кирәй Мәргән. Ул Көйөргәҙе районы егете. Бер-ике көн алда унан боевой эштәре, орден алыуы хаҡында яҙып алғайным.Ошо поэманы тыңлағанда Кужаков үҙенә урын таба алмай ултырҙы, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Ул , башҡалар кеүек үк, тыныс тыңлай алманы. Хәҙер уның күҙҙәренә йәш килеп тығылғайны.
1)Ошо ваҡиғанан һуң мин Ҡужаковты башҡа күрмәнем. Тик гәзит аша ҙур шатлыҡлы хәбәр ишеттем: концерттан һуң үткәрелгән операцияларҙа батырлыҡ күрһәткәне өсөн уға,Ҡужаҡовҡа, Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән”.
2)Бөгөн беҙҙең байрамда ошо боец , 112-се Башҡорт атлы дивизияһының 16-сы кавалерия отделениеһы командиры, гвардия өлкән сержанты, Советтар Союзы Геройы Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улының ейәне -Бердин Радик Рәшит улы.
1)Ҡәҙерле ,дуҫтар! Радик Рәшит улы тураһында аҙыраҡ белешмә биреп китәбеҙ.Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙ булһа,һуңынан уға бирергә була.
2)Бердин Радик Рашитович Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫкән .Ғаиләләрендә дүрт бала тәрбиәләнгән,дүртеһе лә врачтар(табиптар)
1)Ағаһы Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы – фән докторы,күҙ ауырыуҙары институты профессоры,академик.
2)Ҡустыһы Радикты Өфөгә мединститутҡа табип һөнәрен үҙләштерергә килтерә. Мотлаҡ уның күҙ врачы-офтальмолог булыуын күҙ уңында тота.
1)Ғөмүмән,Радик ағай фән юлы менән китеп,ғалим булырға тейеш кеше булған.Әммә ул күҙ табибы һөнәрен һайламай ,невролог булып китә.
2) Афған һуғышының ветераны, хәрби врач, бик күп йылдар һаулыҡ һаҡлау министрлығында хеҙмәт юлын дауам иткән Бердин Радик Рәшит улы, һеҙҙе сәхнәбеҙ түренә саҡырабыҙ. Әйҙәгеҙ ,дуҫтар, алҡышлайыҡ!
Бөтә уҡыусылар башҡарыуында “Шайморатов-генерал” йыры яңғырай.
1)Радик Рәшит улы , Советтар Союзы Геройы Ҡужаҡов Морат олатайҙың үҙе,уның батырлыҡтары тураһында һөйләп китһәгеҙ ине.
2)Радик Рәшит улы,һеҙ нисек хәрби врач булып киттегеҙ?Афғанстанға үҙ теләгегеҙ менән юлландығыҙмы?
1)Радик ағай,Афғанстанда һеҙгә бик күп операциялар эшләргә,ауыр һынауҙар үтергә яҙған.Хатта ҡаты яраланған һалдаттарҙың аяҡ-ҡулдарына ампутациялар , ауыр шарттарҙа ҡорамалһыҙ,стериль әйберҙәрһеҙ эшләргә лә тура килгән.
2)Шул һалдаттар,ғөмүмән,афған яуҙаштарығыҙ менән хәбәрләшәгеҙме?
1) Беҙгә билдәле булыуынса ,һеҙ 1989 йылда Оло-Теләктәге фажиғәнең дә шаһиты.Пассажир поездары шартлай,һеҙ тағы ла поста..
2)Шулай уҡ Нагорный Ҡарабахта ер тетрәү фажиғәһендә лә бик ҙур ярҙам күрһәткәнһегеҙ.Шул турала ла һөйләһәгеҙ ине.
1)Осетия илендәге һуғышта ла ҡатнашҡанығыҙ беҙгә мәғлүм.
Залдан һорау:
-Һеҙҙең ҡарт ҡартатайығыҙ 1812 йылғы Ватан һығышында ҡатнаша,уның батырлыҡтары тураһында һөйләһәгеҙ ине.
2)Радик ағай,һеҙгә оло рәхмәт!Һеҙ ғаләгеҙҙә өлгөлө атай ҙа.Белеүебеҙсә,улығыҙ Айҙар Бердин беҙҙең лийейҙы тамамлап,нефть университетын уңышлы тамамлай, хәҙерге көндә ҡайһы тарафтарҙа эшләй(Мәскәүҙә инженер). Ҡыҙығыҙ ҙа һеҙҙең юлды дауам итә,врач икәнен беләбеҙ( перинаталь үҙәктә врач-гинеколог).
1)Лицейыбыҙ директоры хөрмәтле Ямғыршин Азамат Шамил улына һүҙ бирелә. Рәхим итегеҙ!
2)Рәхмәт ! Хөрмәтле Радик Рәшит улы, һеҙҙе Еңеү байрамы менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Үҙегеҙгә һәм ғаилә ағзаларығыҙға ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.
1)Еңеүҙең 75-се яҙы һеҙгә тик яҡшы кәйеф һәм шатлыҡ алып килһен. Бәхет, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.Донъяға йәм биреп йәшәүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!!!
2)Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын!
Музыка аҫтында ветеранға сәскәләр һәм бүләктәр тапшыралар.
9-сы класс уҡыусыһы Рауил башҡарыуында “День Победы” йыры.
