Разработки уроков
Разработки уроков
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 58.43 КБ | |
| 98.27 КБ | |
| 141 КБ | |
| 102.5 КБ | |
| 2.46 МБ | |
| 33.33 КБ | |
| 202.69 КБ | |
| 61.94 КБ | |
| 17.57 КБ | |
| 16.65 КБ | |
| 593.5 КБ | |
| 993.46 КБ | |
| 2.03 МБ | |
| 1.06 МБ | |
| 64.41 КБ |
Предварительный просмотр:
Дәрестең темаһы: Илен,халҡын ныҡ аяған – батыр булыр,
Хастан өркөп,йән аяған – бахыр булыр.
(Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар”поэмаһы һәм
Әнғәм Атнабаевтвың “Әсә хөкөмө”драмаһы буйынса).
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: ике әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү;уҡыусыларҙың һөйләү ҡеүәһен үҫтереү, туған телебеҙҙең матурлығын аңлау,тасуири, дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен нығытыу,һүҙлек байлығын арттырыу;.тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу,уҡыусыларҙа Тыуған илгә һөйөү,батырҙарыбыҙ менән ғорурланырға өйрәтеү.
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: дәрескә ҡуйылған маҡсатты аңлау,уны тормошҡа ашырырға тырышыу,дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте табыуға өлгәшеү,үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшен тикшерә,баһалай алыу, әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү,һорауҙарға яуап биреү..
Предмет өлкәһендәге үҫеш: Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар”поэмаһы һәм Әнғәм Атнабаевтвың “Әсә хөкөмө”драмаһының йөкмәткеһе буйынса өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү. Ике әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар аша проблемаларҙы асыҡлау,анализлау.
Уҡытыу алымдары: әңгәмә,һорау-яуап,һүҙлек менән эш,тәржемә эше,тасуири уҡытыу һәм бәхәс ойоштороу.
Йыһазландырыу: дәрескә презентация, проектор,ноутбуктар,китаптар .
Дәрестең эпиграфы:
Үҙен үҙе еңгән –батыр,
Еңәлмәгән бәндә- бахыр!
Рәдиф Тимершин.
Һүҙлек эше:
Хас-кемгәлер ҡаныҡҡан,ҡонло,үсле.
Аяған- йәлләгән, ҡыҙғанған.
Дәрес барышы:
1.Психологик инеш.
-Һаумыһығыҙ,балалар! Хәйерле көн, һеҙгә!
Зиһен һәм тел асҡыстары
Теләйем һәммәгеҙгә!
Кәйефтәрегеҙ нисек,яҡшымы?
Рәхмәт! Бөгөн беҙҙә Һамар һәм Һарытау өлкәһенән, республикабыҙ төбәктәренән килгән хөрмәтле ҡунаҡтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Әйҙәгеҙ ,улар менән иҫәнләшәйек.
-Хәйерле,көн!
II. Булған белемдәрен актуалләштереү
1.Уҡыусылар,ҡулдарығыҙҙағы бармаҡтарға иғтибар итегеҙ әле.
Кемдә ниндәй фекер тыуҙы?
Нимә әйтә алаһығыҙ ?
2. Ә хәҙер ошо фекерҙәрегеҙҙе таҡталағы эпиграф менән бәйләгеҙ әле. -Бармаҡтар тигеҙ түгел.
-Ҡайһылары ҡыҫҡа,ҡайһылары оҙон.
-Бармаҡтарыбыҙ бер тигеҙ булмаған кеүек, һуғыш осоронда ла еңеүҙәр менән бер рәттән еңелеүҙәр ҙә,батырҙар булған ерҙә ҡурҡаҡтар һәм хыянатсылар ҙа
3. Рәхмәт. Шағир Рәдиф Тимершиндың шиғырынан өҙөктө эпиграф итеп һайлап булырмы? Ни өсөн?
- Эйе ,һайлап була, сөнки был юлдарҙа ла батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ хаҡында һүҙ бара.
4. Кем ул батыр? Кем ул бахыр? Аңлатмалы һүҙлектәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ..(122,124-се биттәр)
(Уҡыусыларҙың яуаптары)
-Батыр-ил тип яныр,көйөр,кәрәк икән,ғәзиз ғүмерен бирер;
Бахыр-ҡурҡаҡ-үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртыр.
5.Эйе,һеҙҙең менән килешәм. Батырҙарҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?
-Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов,Алдар Иҫәнгилдин, Ҡаһым түрә, Муса Мортазин,Шайморатов генерал,Шакирйән Мөхәмәтйәнов-(Александр Матросов).
6.Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙмаһы ғибрәтле ваҡиғалар менән тулы.
Уҡыусылар, һуғышта һәр саҡ алға барыу,атакаға ташланыуҙар ғына булдымы икән?
-Юҡ,әлбиттә.
-Сигенеүҙәр ҙә күп булған.
7.Әлбиттә, һуғышта патриотик күтәренкелек кенә булмаған,хурлыҡлы сигенеүҙәр ҙә ,биргән антҡа тоғролар ғына түгел, ҡурҡаҡтар ҙа,яңылышлыҡтар ҙа бихисап булған. Быға тиклем һуғыш тураһында ниндәй әҫәрҙәрҙе өйрәндек?
-Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһы,”Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”повесы,”Ҡара һыуҙар “поэмаһы,Әнғәм Атнабаевтың”Әсә хөкөмө”драмаһы, Рәшит Ниғмәтиҙең”Үлтер,улым,фашисты!” ,”Һинең кәләшеңдең хаттары"поэмалары һ.б.
-М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”буйынса төшөрөлгән “Һеңле” фильмы.
8.Афарин,уҡыусылар! Өй эше итеп нимә бирелгәйне?
- Мостай Кәримдең ”Ҡара һыуҙар “поэмаһы,Әнғәм Атнабаевтың”Әсә хөкөмө”драмаһын уҡып килергә, анализларға.
9. Был әҫәрҙәр ниндәй темаға бәйле?
-Батырҙар һәм ҡурҡаҡтар темаһына.
10.Дәрестең темаһын ла бергәләп уйлайыҡ.
- Мостай Кәримдең ”Ҡара һыуҙар “поэмаһы һәм Әнғәм Атнабаевтың”Әсә хөкөмө”драмаһы буйынса фекер алышыу.
11.Дөрөҫ,уҡыусылар. Дәрестең темаһын шулай билдәләйек:
Илен,халҡын ныҡ аяған – батыр булыр,
Хастан өркөп,йән аяған – бахыр булыр
12.Таҡталағы һүҙлек эшенә иғтибар:
Хастан-үсле,ҡаныҡҡан,ҡонло.
Аяған- һаҡлаған,яҡлаған.
7. Бөгөнгө дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуйырһығыҙ?
- Мостай Кәримдең ”Ҡара һыуҙар “поэмаһы һәм Әнғәм Атнабаевтың”Әсә хөкөмө”драмаһындағы проблемаларҙы асыҡлау,анализлау,хәл итеү юлдарын табыу.
8.Һеҙ билдәләгән әҫәрҙәрҙең ҡайһыларында уртаҡ образдар,оҡшаш эпизодтар бар?
-Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар”поэмаһында Яҡуп һәм Әнғәм Атнабаевтың “Әсә хөкөмө” драмаһында Хамат - уртаҡ образдар.
-Бөйөк Ватан һуғыш осорондағы ваҡиғалар.
-Сыҙамлыҡ менән Менәүәрә образдары - ҡаһарман образдар.
9.Һөйләшеүҙе башлар алдынан экрандағы һорауға иғтибарҙы йүнәлтәйек һәм уйлайыҡ ни өсөн шундай һорау бирелде икән?
Был осраҡта мин ни эшләр инем?
10.Ошо һорауға яуаптар эҙләү - бөгөнгө дәресебеҙҙең бурыстары булып торор. Әҫәрҙәрҙе уҡығанда нимәләр аңлашылманы? Нимәләрҙе асыҡларға теләр инегеҙ?
-Әҫәрҙә һалдат , яу сатында алышып, йә еңергә,йә үлергә тейеш. Башҡа юл юҡ. Ни өсөн Яҡуп ҡурҡаҡ ҡолона әйләнә? Ни өсөн Хамат һуғыштан ҡасып ҡайта?
11.Теманы,маҡсатты,бурыстарҙы билдәләнек,артабанғы эште нисек күҙҙаллайһығыҙ?
-Ике әҫәр булғас, ике төркөмгә бүленеп, һуғыш осоронда ил һаҡларға киткән һалдаттар: Яҡуп менән Хамат образдары, Сыҙамлыҡ менән Менәүәрәнең аяныслы яҙмыштары тураһында һөйләшәбеҙҙер.
12.Афарин,уҡыусылар! Бөгөнгө дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ, артабан үҙегеҙгә кәрәкле тип тапҡан мәғлүмәттәрҙе теркәп барырһығыҙ.
V.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү
Төркөмдәрҙә эштәр тәҡдим ителә.
13. Ике әҫәр өсөн дә төп проблеманы билдәләү, геройҙарҙың маҡсатын билдәләү;
-Төп проблема:сәйәсәт: һуғыш,Тыуған ил өсөн көрәш: йә еңергә,йә үлергә.
-Тылда ла –Тыуған ил өсөн көрәш.
14. Беренсе төркөм: “Ҡара һыуҙар”әҫәре- Яҡуп, икенсе төркөм – “Әсә хөкөмө”әҫәре- Хамат образы.
(Ике төркөм дә текст нигеҙендә проблемаларҙы асыҡлайҙар )
Экранда:
1.Алты атаканы тонсоҡторҙоҡ,
Етенсе ҡат баҫыу яғынан
Улар килә.
Беҙ ҙә һирәк-һаяҡ ағас төҫлө,
Күптән түгел урман инек бит!
Шул саҡ берәү ҡурҡып артҡа ҡасты:
Кеше йүгерә,шәүлә тирбәлә.
Пуля тейҙе уға.Кем пуляһы?
Кеше ауҙы.Бөттө күләгә.
2.Оло юлдан дошмандарҙың
Танкылары килә олоп.
Ике ҡулын күтәрҙе лә
Юлға баҫты ҡурҡыу ҡоло.
Бөгөлөп төштө шул саҡ,
Саңлы юлға тубыҡланды.
Алғы танк уға табан
Бер ер ҡорто урынына
Ыһ та итмәй,иҙеп китте...
-М.Кәримдең “Ҡара һыуҙар” әҫәрендә ил һаҡларға яуға киткән Яҡуп ҡурҡаҡ, хыянатсы .
-Ул тере ҡалыу өсөн иң насар юлды һайлай, шул юлының ҡорбанына әйләнә.
-Яҡуптың маҡсаты:
Етер! Етер!Ишетәһеңме,
Кеше түгел мин-күләгә,
Мин хәшәрәт был һаҙлыҡта!
Хәбәр бирмәй,ҡәбер күрмәй
Серегәнсе бында ятып,
Әсир төшөп тере ҡалыу
Йөҙ ҡат артыҡ,мең артыҡ.
Мин үҙемә кәрәк түгел,
Мин кәрәкмен һөйгәнемә.
-Һуғыш тамамланған, өйҙә Яҡупты һөйгән йәре Сыҙамлыҡ ун йыл буйы эҙләй,көтә.
Экранда:
-Беҙҙекеләр еңһә, мин был баҙҙан сыға алмаясаҡмын! Ул миңә ҡәбер буласаҡ. Ә улар(фашистар) килһә..., мин сығасаҡмын.Улар мине ғәфү итәсәк.
-Ә.Атнабаевтың “Әсә хөкөмө”драмаһындағы герой ҙа илен данламай. Хамат та ҡурҡаҡ,хыянатсы.
- Уның маҡсаты: һуғыштан, илде һаҡлауҙан ҡасып, фашистар килгәнсе,боҫоп йәшәү...
-Бер айға яҡын Волга менән Урал араһын йәйәүләп, Хамат һуғыштан ҡасып ҡайта. Тыуған йортонда баҙҙа йәшенеп ята .
-Хаматтың әсәһе өс улын:Мансур,Хамат,Сәлимде
һәм ирен һуғышҡа оҙатҡан.Оло улы Мансур менән ире яу яланында һәләк булғандар.
-Хаматтың һөйгән ҡыҙы Көнһылыу ҙа уны герой булып ҡайтыр тип көтә.
15. Шулай итеп, беҙ нимәләр белдек?
-Фекер: ике әҫәрҙә лә геройҙарҙың илгә хыянат иткән ҡурҡаҡ йәндәр икәне асыҡланды.
16.Эйе, дөрөҫ.Ә хәҙер дебат-бәхәс ойоштороп ҡарайыҡ. Класта ике төркөм: бер төркөм геройҙарҙы яҡлай, бер төркөм ,киреһенсә, ҡаршы килә,уларҙың фекерҙәрен кире ҡаға. Төркөмдәге һәр уҡыусы бер нисә фекер яҙа.
1)Мин Яҡуп менән Хаматты аңларға,яҡларға тырышам.
2)Мин уларҙы яҡламайым,улар-ҡурҡаҡ йәндәр.
1)Яҡуп ҡаты һуғышта яралана,тәүҙә һуғыш яланын ташлап ҡасмаған бит.Алты атаканы иптәштәре менән үткәрә.Уның йәшәргә,һөйгәне янына ҡайтырға , моғайын,балаларын үҫтереп,ирекле тормошта йәшәргә,бәхетле ғаиләлә ғүмер кисерергә теләгәндер ,бәлки, уны аңларға кәрәктер.
1)Улар өсөн, бәлки ,мөхәббәт беренсе урында торғандыр.
2)Әгәр мөхәббәте өсөн Яҡуп тере ҡалһа ,уны Сыҙамлыҡ ҡабул итмәҫ ине.Унда уға ҡарата нәфрәт кенә тыуыр ине.
2)Яҡуп менән Хамат икеһе лә ҡурҡаҡ ҡына түгелдәр,ауыр саҡта иптәштәрен ташлап ҡасалар,илгә хыянат итәләр, һатылалар.
-Ундайҙарҙың йәшәүгә лә,ҡәбергә лә хоҡуғы юҡ.
-Тыуған илен һатҡан кешеләр аҙаҡ мөхәббәтенә лә тоғро була алмайҙар.
17.Төркөмдәрҙә эшләгәндән һуң, дөйөм бер фекергә килтертеү. Хрестоматиянан миҫалдар уҡытыу.
(Ял минуты-күҙҙәргә гимнастика.)
18. Дәрес башында һеҙгә слайд күрһәткән инем.
Слайд:
Был осраҡта мин ни эшләр инем? (Фекер алышыуҙар)
-Хәл-ваҡиғалар эсенә үҙебеҙҙе ҡуйып ҡарар инек.
-Әҫәрҙәге геройҙар урынында булһам,мин ...
20.Эйе,дөрөҫ әйтәһегеҙ.Ике әҫәрҙә лә аяныслы яҙмыштар, ауыр тормош хәлдәре һүрәтләнгән. Ошо әҫәрҙәрҙә һеҙгә оҡшаған геройҙар булдымы?
Текст өҫтөндә эшләйбеҙ.
-Беҙгә “Ҡара һыуҙар” әҫәренән Сыҙамлыҡ менән “Әсә хөкөмө”нән-Менәүәрә образдары оҡшаны. Сыҙамлыҡ-Яҡуптың һөйгәне. Менәүәрә-Хаматтың әсәһенең әхирәте,күршеһе.
-Сыҙамлыҡ ун йыл буйына ирен эҙләй.Ҡатыны түҙемле,тоғро.Ул бәхетле булырға хаҡлы.
-Менәүәрәнең ире һуғышҡа киткән, ләкин ярты йыл була һуғышта үлеп ҡалғанына.Уның ете балаһы бар,балаларына аталары үлгәнен әлегә әйтмәгән. Ире менән ун йыл буйына өй һалырға йыйған аҡсаһын еңеү өсөн фронтҡа ярҙамға тапшыра.(Хрестоматия буйынса белемдәрен нығыталар)
21.Ветеран- һалдаттың Сыҙамлыҡҡа Яҡуп тураһындағы лөрөҫлөктө асып биреүенә , Илбикәнең Хаматты атыуына ҡарашығыҙ нисек(Илбикә улына үҙе хөкөм сығара)?Был осраҡта һеҙ ни эшләр инегеҙ?
- Минеңсә, Сыҙамлыҡҡа өмөтһөҙ ҡалыу бик ауыр булыр ине, ләкин дөрөҫлөктө белеү мең ҡат артыҡ.
- Сыҙамлыҡ ысынбарлыҡты белергә тейеш ине, шунһыҙ ул йәшәй алмаҫ ине, тип уйлайым.
- Илбикә дөрөҫ эшләгән тип уйлайым,сөнки Хаматтың атаһы Нурғәли һәм ағаһы Мансур Тыуған ил өсөн яуҙа һәләк булғандар.Ҡустыһы Сәлим үҙ теләге менән фронтҡа киткән.
-Ә ул һуғыштан ҡасып ҡайтып,фашистарҙы баҙҙа көтөп ята.
-Илен һатҡан бахыр кеше.
-Уларға бер ниндәй ҙә ярлыҡау юҡ, сирҡандыра.
23. Эйе, килешәм. Ә хәҙер эшебеҙҙе дауам итеү өсөн, уйлау, фекерләү кимәлендә «алты эшләпә» алымын ҡулланыу отошло булыр тип уйланым. Был алымда эшләпәне кейгән кеше билдәле бер образға инә, шул эшләпә аҫтындағы баш, мейе шул юҫыҡта ғына эшләй башлай. Эшләпәне кеймәҫкә лә мөмкин, ролгә инеү өсөн уйың менән уны күҙ алдына килтереү ҙә етә.
- Һәр берегеҙгә эшләпә төҫөн һайларға һәм һүҙҙәр әҙерләргә кәрәк булыр. Ҡыҙыл эшләпә – әҫәрҙең геройҙарына, ҡылығына, тәбиғәт күренешенә ҡарашын, хис- тойғоһон белдерә.
- Һары – әҫәрҙән ниндәй яҡшы нәмәне үҙең өсөн алырға мөмкинлеген эҙләй.
- Йәшел – геройға, әҫәрҙе уҡыусыға кәңәш бирә.
- Ҡара – геройҙың эшмәкәрлегендә насар һыҙаттарҙы таба, икеләнә.
- Аҡ – геройҙан, әҫәрҙән алған мәғлүмәттәрҙән нимә өйрәнергә була.
- Күк – сюжетты дауам ит.
23. Рәхмәт,уҡыусылар.Бик матур фекерҙәр. Ә хәҙер тыуған ил,ер тураһында экранда бирелгән мәҡәлдәрҙең икенсе яртыһын табығыҙ һәм әҫәргә тура килгәнен билдәләргә.
Мәҡәлдәр:
-Аҡыллы егет ил башлар,(батыр егет яу башлар)
-Батыр егет –яу күрке,(сәсән егет –дау күрке.)
-Егет булһа, батыр булһын,(ҡыҙ булһа ,матур булһын)
-Батыр ут булыр, (ҡурҡаҡ юҡ булыр.)
-Батыр үҙе үлһә лә,(даны үлмәй)
-Батыр бер үлә,(ҡурҡаҡ мең үлә)
-Үҫер илдең балаһы бер-береһенә-(“батыр” тиер.)
24.Ике әҫәр ҙә лә ниндәй идея ята?
-Тыуған ил һәр кеше өсөн иң яҡын ,ғәзиз ,ҡиммәт төшөнсә.Уны һаҡлау,яҡлау – һәр кемдең изге бурысы.Ил ҡурҡыныс алдында торғанда барыһы ла ҡулға ҡорал алып,изге яуға күтәрелергә бурыслы.
25.Уҡыусылар, әҫәрҙең йөкмәткеһенән сығып,бөгөнгө көн өсөн актуаль булған проблемалы һорау әҙерләгеҙ.(Ике төркөм эшләй)
Һорауҙарға яуаптарҙы тыңлау,фекер алышыу.
-Ни өсөн бөгөн күпселек егеттәрҙең армияға хеҙмәт итергә барырға теләктәре юҡ?
- Тыуған илгә булған һөйөүҙе ,хөрмәтте йәштәргә нимәләр ярҙамында төшөндөрөргә була?
-Тормошта ла шундай ғибрәтле хәлдәр осрауы бар. Был осраҡта эпиграф юлдарын девиз итеп алырғалыр,минеңсә.
26. Дәрес аҙағында проблемалы һорау булыр тигән инем.Тормошта төрлө мәлдәр була, әгәр һеҙҙең менән шундай хәл килеп сыҡһа, һеҙ ни эшләр инегеҙ?(Төрлө фекерҙәр )
-Тормош тураһында төплө фекер йөрөтөргә йәшмен, әлегә ул минең өсөн тик бик ҡыҙыҡлы өйрәнеү генә тип әйтергә булалыр.
-Минең өсөн дөрөҫмө ул, дөрөҫ түгелме, ғәҙелме, юҡмы, тигән һорауҙар алдыңда тора.
- Минеңсә, изге эштәр эшләп, яратып һәм ғүмерҙең һәр минутын ҡәҙерләп йәшәргә кәрәктер.
- Тыуған илгә,халҡыңа файҙа иткән кеше булып үҫергә кәрәк
27.Уҡыусылар,дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлашты.
Эпиграфҡа кире әйләнеп ҡайтайыҡ
Бөгөн дәрестә ниндәй темаға һөйләшеү алып барҙыҡ?
Рефлексия.
Эшмәкәрлек картаһы:
-Уҡыусының исеме,фамилияһы
-Үткән дәрестә нимәләр белдем?
-Бөгөнгө дәрескә маҡсатым:
-Был осраҡта ни эшләр инем?
-Сыҙамлыҡ менән Менәүәрә образдарына минең ҡарашым:
-Яҡуп менән Хамат тураһында нимә әйтә алам?
-Бөгөнгө дәрестән нимә алдым?
-Үҙемә ҡуйған маҡсатым:
28. Бармаҡтар ише фекерҙәрегеҙ ҙә төрлө-төрлө булды.Ниндәй маҡсат ҡуйғым килә һеҙҙең алдығыҙға,уҡыусылар?Һеҙҙе киләсәктә ҡатмарлы ла,ҡыҙыҡлы ла тормош көтә.Һикәлтәле юлдар ҙа үтергә ,хәл иткес һайлау алдында ла ҡалырға тура килер.Шул ваҡытта дөрөҫ ҡарарға килә алыуығыҙ,дөрөҫ аҙым яһай белеүегеҙ һеҙҙең ниндәй кеше икәнегеҙҙе күрһәтер.Бөгөнгө дәрес һеҙгә киләсәктә дөрөҫ йүнәлеш һайларға ярҙам итһен ине тигән өмөттәмен.
Предварительный просмотр:
Республиканский инженерный лицей-интернат
Методическая разработка по башкирской литературе (урок):
“Ер хәтере-тарихта”
Автор:Давлетшина Мавлиха Фаритовна,
ГБОУ Республиканский инженерный лицей-интернат,
учитель башкирского языка и литературы
Уфа- 2019 год
Аннотация
- Восстание Батырши 1755 году было вызвано усилением феодального гнёта, земельными притеснениями и насильственной христианизацией, проводимыми царской администрацией. С трудом подавив восстание, правительство поспешило воспользоваться плодами победы. Возобновилось расхищение башкирских земель и лесов. Башкирам запретили добычу соли, обязав их покупать её в казенных магазинах по высокой цене. По Указу сената от 16 марта 1754 ясак был заменен покупкой соли из казны, что привело к увеличению налога в 5-6 раз. Отмену ясака башкиры восприняли как ликвидацию их вотчинных прав на землю. Также был введено суровое правило: башкиры не имели права держать огнестрельного оружия, а если оно у кого обнаруживалось, то у владельца отбирались лошади в пользу доносчика; во всех селах были закрыты кузницы, ни один башкир не имел права выехать из своего села без специального разрешения.
Башкиры боролись не против российской государственности, а именно против произвольных нарушений своего статуса в ее системе У них были для этого возможности — быт военизированного этноса создал систему родоплеменных ополчений и дружин, исправно служившую веками, даже при отсутствии собственной государственности. Им было что терять — права и земли; они не умели «искать ниши» вне пределов своих вотчинных земель, потеря которых была почти смертельна для их этнического самосознания.
Рефлексия.
-Какую задачу решали? Что надо было сделать? Что делали? Как выполняли задание? Что не получилось и почему? Что следует делать в дальнейшем? Что может помочь в дальнейшей работе?
-Какие трудности (проблемы) возникли (испытывали)? Почему? Как они были преодолены?
-Что хотели? Чего достигли? Как этого достигли? Что нас не устраивает?
-Как назвать урок? Как вы думаете, чем мы будем заниматься на следующем уроке?
- Какие виды ошибок могут встретиться? Какую новую задачу мы определили для будущей работы? Что изменилось в условии задания по сравнению с предыдущим?
-Составьте список вопросов, на которые мы будем отвечать на следующем уроке. Зачем вы его составили?
- Зачем выполняли эту работу?
-Что понравилось ? Что было интересного (трудно, легко)? Что помогло найти ошибку (неточность)?
- Что нового для себя узнали? Что нового про себя узнали? Что нового предполагали узнать в ходе сегодняшнего занятия? Чему научиться?
-Оправдались ли ваши ожидания? (если нет, то почему?). Удалось ли вам получить ответы на свои вопросы? На какие вопросы вы хотели бы получить ответ?
-Как бы вы оценили свою работу на уроке? (работу своей группы, пары).Ваше эмоциональное состояние? (до и после урока)
- Изменились ли наши цели?
Заявка участника
Фамилия, имя, отчество | Давлетшина Мавлиха Фаритовна |
Место работы | ГБОУ Республиканский инженерный лицей-интернат |
Должность | Учитель башкирского языка и литературы |
Название материала | Разработка урока” Ер хәтере – тарихта” |
Телефон | 89279402749 |
Адрес | г.Уфа б.Славы 1 кв.17. |
Тема: Ер хәтере-тарихта.
( Ғайса Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш “романы буйынса)
Маҡсат:
- Ғайса Хөсәйеновтың тормош юлына һәм ижадына байҡау яһау,уның эшмәкәрлеген өйрәнеү;
- Әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, “Туйгилдене яндырыу” бүлеге аша ҡанлы фажиғәле 1775 йылғы ихтилалдың сәбәптәрен, Батыршаның ролен асыҡлау;
- Уҡыусыларҙың күңелен ҡуҙғытыу, тарихи хәтерен уятыу, үҙҙәренсә фекер йөрөтөү һәләтен үҫтереү, әүҙемлеген үҫтереү;
- Уҡыусыларҙа берҙәмлек, тәүәкәллек, яуаплылыҡ, ил тойғоһон тәрбиәләү
Йыһазландырыу:
Һәр уҡыусының алдында ноутбуктар.Ғ. Хөсәйеновтың тормошо һәм ижады буйынса презентация уҡыусыларҙың компьютерҙарына ебәрелгән.Ғ.Хөсәйеновтың тормошо,ижады буйынса плакат,күргәҙмә материалдары,«Ҡанлы илле биш», «Ир азаматтары», «Батырҙар ҡиссаһы» ,”Батырша”,парсалар китаптары, журналист ,продюсер Салауат Хәмиҙуллиндың Батырша ихтилалы хаҡында”Равнина надежд” видеотаҫмаһынан өҙөк
- Дәрестең эпиграфы:
Ҡулдарыма тупраҡ услап алам ,
Йылда ята усым өҫтөндә.
Күрәм унда күҙ йәш һалған эҙҙе,
Тоям унда ҡан еҫен дә.
(Р. Назаров)
Һүҙлек эше:
Тәуарих – көнсығыш халыҡтарында, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла ҡәҙимге тарих яҙмалары
Иләү – 1) бер йәмғиәт рәүешендә төркөм, ырыу; 2) волость, бәләкәй административ-территориаль берәмек
Ғарызнамә- Елизавета Петровнаға хат
Тарихнамә- яуға өндәп яҙған хат
Иман-ислам диненә булған ышаныс,ҡабул итеү;ныҡлы ҙур ышаныс(иманым камил)
Дәресте ойоштороу:
(“Урал” йыры яңғырай)
-Хәйерле иртә,уҡыусылар! Һеҙ әле ҡайһы йырҙан өҙөк тыңланығыҙ?
-Башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды.
-Нимә хаҡында был йыр?
-Тыуған ил,ер. Ил батырҙары тураһында.
-Тыуған илде һаҡлау,яҡлау.
-Үҙ еребеҙгә һөйөү тойғоһо менән дә һуғарылған.
-Дөрөҫ.Килешәм. Хәҙер уҡыу эшмәкәрлегенә күсәйек. Бөгөнгө дәрес төркөмдәрҙә, парлы төркөмдәрҙә эштәр менән аралашыр.Уҡыусылар, парталарҙа технологик карталар ята, ошонда үҙегеҙгә баһа ҡуя алаһығыҙ. Дәрес аҙағында асыҡларбыҙ. Ә хәҙер дәрестең эпиграфына күҙ һалайыҡ. Ошо эпиграф юлдарында нимә тураһында һүҙ бара? Ниндәй фекер ята?
-Шағир Рәшит Назаровтың был шиғыр юлдарында туған халҡыбыҙҙың үҙ азатлығы өсөн быуаттар дауамындағы көрәш юлы , аһ-зар ,ҡан-йәш менән һуғарылған тарих юлы ята.
- Беҙҙең ата –бабаларыбыҙ быуаттар буйы үҙ ере, иле, милләте өсөн бик күп тапҡырҙар изге көрәшкә күтәрелгән, бик күп ҡан ҡойған.Телем, илем, милләтем тип янып йәшәүҙе лә һәм шул юлда үҙ-үҙҙәрен ҡорбан итеүҙе лә оло бәхет һанаған бөйөк шәхестәребеҙ,милләттәштәребеҙ.
- Уҡыусылар, һеҙ ихтилал етәкселәре – арҙаҡлы шәхестәрҙән кемдәрҙе беләһегеҙ?
Слайдта көрәш йылдары күрһәтелә:
1704 – 1711
1735 – 1740
1755 – 1756
1773 – 1775
- Ә хәҙер яуаптарҙы тикшереп сығайыҡ.
(Уҡыусылар яуап бирә. Дөрөҫ яуаптар экранға,ноутбуктарына сыға.)
Яуаптар:
1704 – 1711 - Алдар Иҫәнгилдин
1735 – 1740 - Ҡараһаҡал ( Миңдеғол Юлаев)
1755 – 1756- Батырша (Ғабдулла Ғәлиев)
1773 – 1775- Салауат Юлаев
Экранда батырҙар һүрәттәре күрһәтелә.
-Яҙыусыларҙан кемдәр, ниндәй әҫәрҙәрендә улар тураһында яҙа? -(Миҫалдарҙы экранда бирелгән яҙыусылар портретынан да билдәләргә була) (Ғайса Хөсәйенов, Булат Рафиҡов, Рәми Ғарипов, Степан Злобин, Мираҫ Иҙелбаев).
- Шулай уҡ кемдәрҙе шундай шәхестәр рәтенә индерер инегеҙ?
- Мифтахетдин Аҡмулла, Рәми Ғарипов, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәрим, Ғайса Хөсәйенов һ.б. (Экранда портреттар).
- Эйе, уҡыусылар, хозур тәбиғәтле Башҡортостаныбыҙҙа иле, теле, милләте өсөн йәшәгән, хеҙмәт иткән ҡалҡан булырҙай бөйөк шәхестәребеҙ бик күп. Шундай шәхестәребеҙҙең ергә яҡты эҙ ҡалдырып китеүҙәре - үҙе ҙур батырлыҡ. Уларҙың йәшәлмәй ҡалған ғүмерҙәре, яҡты иҫтәлектәре, рухтары беҙгә яңынан – яңы үрҙәр яуларға этәргес көс булып тора. Ә был бөйөк шәхестәрҙе беҙҙең халыҡ тыуҙырған! Эйе, халҡыбыҙ беҙҙең бөйөк һәйкәлгә лайыҡ!
Әҙәбиәтебеҙ күгендә йондоҙ булып балҡыған, баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә булған, әҙәби мираҫ эйәһе, талантлы шундай бер шәхесебеҙҙең ижадына бағышлана бөгөнгө дәресебеҙ.Иғтибар экранға.
Экранда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғыр юлдарына күҙ һалайыҡ. Кем тураһында һүҙ бара?
Тынғы белмәй илһам арғымағың,
Ут сәсрәтеп тора дағаһы.
Илсе Ғайса мәгәр булмаһаң да,
Ил Ғайсаһы һин, ил ағаһы...
(Р. Бикбаев).
- Тимәк, һүҙ кем тураһында барасаҡ?
- Был шиғыр юлдары Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновҡа бағышланған.. (Экранда портрет).Әйҙәгеҙ, бөгөнгө дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын билдәләп китәйек.
- Бөгөнгө дәрестең темаһын “Ғайса Хөсәйеновтың тормош юлын һәм ижадын, эшмәкәрлеген өйрәнеү тип алырға була.
-Маҡсаты:
- Ғайса Хөсәйеновтың тормош юлына һәм ижадына байҡау яһау,уның ижадын ,эшмәкәрлеген өйрәнеү ;
- “Туйгилдене яндырыу” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү , ҡанлы фажиғәле 1755 йылғы ихтилалдың сәбәптәрен,Батыршаның ролен асыҡлау;
- Халҡыбыҙҙың үткән тарихына ҡыҙыҡһыныу ,ихтирам уятыу;
- Уҡыусыларҙың тарихи хәтерен уятыу, фекер йөрөтөү һәләтен үҫтереү, уҡыусыларҙа берҙәмлек,тәүәкәллек, яуаплылыҡ,илһөйәрлекте тәрбиәләү
--Бик дөрөҫ әйттегеҙ. Эйе, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә һәр саҡ тарихи хәтеребеҙҙе яңыртабыҙ, элекке батырҙарыбыҙ,аҡыл эйәләребеҙ, ил азаматтарыбыҙ хаҡында һөйләшеп,үҙебеҙҙә ғорурлыҡ сифатын үҫтерәбеҙ.
Шулай итеп,бөгөнгө дәресебеҙ әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ғайса Хөсәйеновҡа, уның ижадына арнала. Өй эшенә Ғайса Хөсәйеновтың тормош юлын һәм ижадын,эшмәкәрлеген өйрәнергә ҡушылғайны.Экранда даталар бирелгән,4 төркөмдә эшләйбеҙ, шул даталар буйынса төркөмдәрҙә Ғайса Хөсәйеновтың тормош юлына,ижадына,эшмәкәрлегенә күҙәтеү яһайыҡ.(Экранда,ноутбуктарҙа - даталар).
Биография: 1928, 1941-1944, 1944-1947, 1941 – 1951, 1951-1954, 1954й.(60йылға яҡын бер урында);1996(1-се төркөм)
Әҙәби әҫәрҙәр исемлеге: 1976, 1986, 1990, 1992, 1998, 2000, 2001(2-се төркөм)
Ғилми эшмәкәрлеге (хеҙмәттәре): 1957, 1964, 1968, 1973, 1978, 1981, 1984(3-сө төркөм)
- Йәмәғәт эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләшеп алайыҡ.(4-се төркөм үҙ эшен яҡлай)
- Яуаптарығыҙҙы тикшереү маҡсатында ,ноутбуктарығыҙға йәки экрандағы презентацияға күҙ һалығыҙ.
Биография: “Ватандаш” журналы — 1996 ТТӘИ (тарих,тел,әҙәбиәт) — 1954 Мәскәү, аспирантура — 1951-1954 БДПИ, филология Факультеты — 1947-1951 9-сы мәктәп-интернат — 1944-1947 Колхозда эш — 1941-1944 Ете йыллыҡ урта мәктәп — 1942 Ҡырмыҫҡалы, Үтәгән — 1928 | Әҙәби әҫәрҙәр: 2001 — “Яҙмышыма яҙғаны” 2000 — “Донъя”(парсалар) 1998 — “Ил азаматтары” 1992 — “Ҡанлы иллебиш” 1990 — “Тормош”(парсалар) 1986 — “Батырҙар ҡиссаһы” 1976 — “Сәйәхәт дәфтәре” | |
Ғайса .....Хөсәйенов | ||
Йәмәғәт эшмәкәрлеге: Яҙыусылар союзы, тәнҡит, поэзия секцияһы етәксеһе “Ағиҙел”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарында редколлегия ағзаһы С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы комиссияһы ағзаһы Юғары Совет янындағы терминология комиссияһы ағзаһы БДУ ғилми советы ағзаһы Мәғариф: башҡорт әҙәбиәте программалары, дәреслектәре һәм хрестоматиялары авторҙарының береһе. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,РФ- тың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Филология фәндәре докторы,профессор | Ғилми эшмәкәрлеге: 1957 — “Башҡорт совет поэзияһының ҡайһы бер мәсьәләләре” 1964 — “Заман һәм поэзия” 1968 — “Башҡорт совет поэзияһының үҫеү юлдары” (монография) 1973 — “Хәҙерге әҙәбиәт донъяһында” 1978 — “Заман.Әҙәбиәт.Әҙип” 1981 — “Шағирҙар” 1984 — “Быуаттар тауышы” – “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” на юл күрһәткән китап |
- Афарин,уҡыусылар! Ғ. Хөсәйеновтың биографияһын яҡшы үҙләштергәнһегеҙ. Киләһе дәрестәрҙә Ғайса Хөсәйеновтың тормош юлы һәм ижады буйынса зачетҡа әҙерләнеү өсөн ошо схемалар һеҙгә терәк булыр.
- Уҡыусылар, Ғ. Хөсәйеновтың ижадын өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ.7- 8 се кластарҙа ниндәй әҫәрҙәрен өйрәнгән инек?
- “Ете ырыу”, “Ҡурай”.,”Һуңғы тарпан” хикәйәттәрен өйрәндек.(Был әҫәрҙәргә ҡыҫҡаса байҡау яһала)
-Афарин!Үткән дәрестә Ғайса Хөсәйеновтың «Ил азаматтары», «Батырша» китаптарын өйрәнгән , Батырша тураһында һөйләшкән инек. Өйгә һеҙгә ”Кем ул Батырша?» тигән һорауға таблица төҙөргә ,“Ҡанлы илле биш”романынан “Туйгилдене яндырыу” бүлеген уҡырға бирелгәйне.Батырша хаҡында нимәләр белдегеҙ?(Уҡыусылар Батырша хаҡында һөйләйҙәр.Улар төҙөгән таблица ноутбуктарында күрһәтелә)
Кем ул Батырша?
Батырша | Ғабдулла Ғәлиев-Баһадиршаһ Ғәлиев(псевдоним:Ғөбәйҙулла Мәтзәлетдин) |
1709 йәки 1717й. | Хәҙерге Балтас районы Ҡарыш ауылында тыуа.Мәҙрәсәлә белем ала . |
1730-1743 1744-1749 | Тайһуйған ауылында-Ғабдрахман,Ташкисеү мәҙрәсәләрендә белем ала. Ғәйнә иләүе Илеш ауылында,Мөслим ауылында мулла,уҡытыусы булып эшләй. Мәҙрәсәлә башҡорт,татар,мишәрҙәрҙе уҡыта. |
1742-1755 1754 1755 | Тыуған ауылы Ҡарышта имам-мулла һәм мәҙрәсәһендә мөҙәрис булып эшләй. Батырша Себер юлы мосолмандарына ахун итеп тәғәйенләнә. Халыҡҡа үҙ социаль,экономик,дини хоҡуҡтарын яҡлап,яуға-ихтилалға күтәрелергә саҡырып,ҙур хат-ғарызнамә - өндәмә яҙа.Шәкерттәре өндәмәне дүрт тарафҡа тарата. |
1755 | Баш күтәреү июль башына тәғәйенләнә.Ихтилал тоҡана.Батырша 9 шәкерте,ғаиләһе менән урманға ҡасып китергә мәжбүр була. |
1756 август. | Батырша ҡулға алына. Шлиссельбург ҡәлғәһе-төрмәһендә 5 йыл ябылып ята |
1756, 24 ноябрь | Елизавета Петровнаға хат яҙа – башҡорттарҙың ауыр хәлен ҡайғырта,ихтилалға күтәрелеүҙең бөтә сәбәбтәрен аңлатып яҙа |
1762, 24 июль. | Ҡул-аяғы бығаулы килеш,төрмә эсендәге тиңһеҙ алышта, бер нисә һаҡсыны үлтерә.Батыр ҡанлы балтаһын ҡулында тотҡан хәлендә,мылтыҡ пуляһынан йән бирә. Был Батыршаның батырҙарса һуңғы алышы. Төрмә архивтарында Батыр мулланың ҡанлы балтаһы менән ҡауырый ҡәләме лә ятып ҡала |
- Уҡыусылар,беҙ һеҙҙең менән «Кем ул Батырша?» тигән һорауға яуап алдыҡ.Тимәк,Ғайса Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш”романында кем хаҡында бәйән ителә?
- Ғайса Хөсәйеновтың «Ҡанлы илле биш» романында Батырша,уның ғаиләһе,эшмәкәрлеге һәм ул башлаған ихтилал тураһында һөйләнелә.
-Дөрөҫ! Бөгөн беҙ ошо романдан «Туйгилдене яндырыу» бүлеген анализларбыҙ .Әҫәрҙә аңлашылмаған һүҙҙәр буйынса таҡталағы һүҙлеккә,алдығыҙҙа ятҡан һүҙлектәргә лә иғтибар итегеҙ.Рухыбыҙҙы байытырлыҡ күренекле роман «Ҡанлы илле биш»тең йөкмәткеһе өҫтөндә эшләү өсөн һөйләшеүебеҙҙе, һүҙебеҙҙе «Бисмиллаһи»нан башлаһаҡ хәйерлерәк булыр (компьютерҙа «Фатиха » доғаһы яңғырай).
- Дәресебеҙҙе Ҡөрьән һүҙҙәре менән башлауҙың мәғәнәһе нимәлә?
- Мин шулай уйлайым, ата- бабаларыбыҙ бер ҙур эшкә тототонорҙан алда «Бисмиллаһи» һүҙен әйткән, шуға эш-шөғөлдәре ырамлы булған, бәрәкәт ҡунған.
- Ғайса Хөсәйеновтың «Ҡанлы илле биш» романы,Ҡөрьән һәм боронғо дини китаптарҙағыса «Бисмиллаһи ир-рахман ир-рахим»тип «Бисмиллаһи» инеш һүҙе менән асыла ла аҙағы «Амин!» тип тамамланға тип уйлайым.
- Минең уйлауымса,бының үҙ хикмәте бар.Ни өсөн тигәндә, романдың төп геройы Батыршаны мулла һәм ахун дәрәжәһендәге уҡымышлы, дини вазифалы кеше тип өйрәндек.
- Минеңсә, Батыршаның фекерләүҙәре лә,донъяға ҡарашы ла ислам дине рухы менән һуғарылған. Шуға авторға ла дин ҡанундарын, ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнергә һәм яҡшы белергә тура килгән..
- Шуға күрә романда Ҡөрьән сүрәләре,аяттар, шәриғәт ҡанундары, хәҙистәр,риүәйәт кеүек үрнәктәрҙең осрауы ла осраҡлы түгел.
- Шулай уҡ романдан күренеүенсә, Батыршаның телмәрендә ғәрәп-фарсы һәм дини һүҙҙәр булыуы ла ошоларға бәйлелер тигән фекерҙәмен.
“Ҡанлы илле биш”романы нисек башлана?
-Роман “Тәуарих” тигән бүлексә менән башланып китә. Ул боронғо башҡорт тарихы хаҡында яҙмалар.Автор башҡорт тарихының үткән быуаттарын,яуҙарын һүрәтләй,1755 йылғы башҡорт ихтилалына тиклемге яу-күтәрелештәргә байҡау яһай һәм Батырша башлап ебәргән яуға илтеп ялғай.
-Әҫәр нисә бүлектән тора? Ул бүлектәрҙә нимә хаҡында һүҙ бара?
-Роман 4 бүлектән тора. (Яуаптар алына.Экранда таблица күрһәтелә,уҡыусыларға таратып бирелә)
“Тәүарих” | “Ғәйнә башҡорттарында” | “Бөрйән башҡорттарында” | “Тотҡонлоҡта” | “Ҡаҙаҡ далаларында” |
Боронғо башҡорт тарихи яҙмалары атамаһы. Шул яҙма – тәүарихтарға нигеҙләнеп, Ғайса Хөсәйенов башҡорт тарихының үткән быуаттарына , 1755 йылғы башҡорт ихтилалына тиклемге яу- күтәрелештәргә байҡау яһай, тарихи хәл – ваҡиғаларға, Батырша башлап ебәргән яуға илтеп ялғай | Батыршаның тормош юлы,һабаҡ алыуҙары,эш- шөғөлө, Башҡортостандың төньяғында Ғәйнә башҡорттары араһында ирек өсөн яуға әҙерлек башлағандары һүрәтләнә | 1755 йылғы күтәрелештең үҙәгенә әүерелгән Һаҡмар,Талҡаҫ күле буйҙарындағы хәлдәр,яуҙар,уның етәкселәре Әмин, Сураш батырҙар ,Алҡыш аҡһаҡалдар бәйән ителә | 1755 йылғы ихтилалдың аҙағын халыҡты язалауҙары, тотҡонлоҡта һөргән фажиғәләре күрһәтелә | Иле-йорто менән ҡасып киткән башҡорттарҙың ситтә ҡаҙаҡ далаларында күргән фажиғәләре,яфалары һүрәтләнә.Язалау отрядтарының йыртҡыслыҡтарынан башҡорттар ҡасып китә. |
- Ә хәҙер “Туйгилдене яндырыу” ваҡиғаһына күсәбеҙ.Әйҙәгеҙ,ошо бүлектең йөкмәткеһе өҫтөндә эшләп алайыҡ.Дәрес аҙағында “Ни өсөн хрестоматияла “Туйгилдене яндырыу” ваҡиғаһы ғына бирелгән ?”тигән һорауға яуап алырбыҙ.(Әҫәрҙең йөкмәткеһе менән танышыу.)
- Кем ул Туйгилде?Хрестоматия менән эшләйбеҙ.(121-122-се б.)
- Туйгилде -әйле башҡорто, күп балалы ярлы кеше. Ғаиләһендә-ҡатыны Аҙнабикә, оло улы Мөхәммәт, 16 йәшлек Яҡшығоло, 14 йәшлек Ҡотлобайы, 12 йәшлек Яҡшыбайы, 10 йәшлек Мәргәне, 8 йәшлек Әлкәйе бар.
( Экранда)1735 йылдың яҙында хәрби экспедицияның башлығы статский советник Кириллов Ур йылғаһы буйында оло ҡәлғә һалыу өсөн походҡа юлланды.Башҡорттар ризаһыҙлыҡ белдереп яуға күтәрелде.Болала ҡатнашҡан башҡорттарҙың ауылдарын яндырҙылар. Туйгилденең бала-саға менән тулы өйөн дә үртәп киттеләр. Үҙен ауылдаштары, яуҙа һәләк булғандар урынына, көсләп өҙәңгегә баҫтырҙы. Тәүге үк алышта аты үлемесле яраланып, үҙе бер генә уҡ та ата алмай яуҙан айырылып ҡалды. Батшаға ҡаршы яуға сыҡҡан тип, Туйгилдене хөкөмгә тарттырҙылар .
- Туйгилдене яндырыу ваҡиғаһы ҡасан булған?(127-се бит)
-Был ваҡиға 1738 йылдың 20 апрелендә була.
- “Туйгилдене яндырыу” ваҡиғаһын ишеткәндән һуң шәкерт Батыршаның эске кисерештәрен автор ниндәй һүҙҙәр менән бирә?(Экранда(китапта-41-се бит)
-Ни өсөн Туйгилдене яндыралар?Сәбәбтәрен теркәп барайыҡ.(124-127-се биттәр)
Туйгилдене яндырыу хәбәре Указ 1738 йыл, 20 апрель | Батырша – шәкерт шаңҡый, икһеҙ-сикһеҙ уйҙарға бата, күңелендә дау кисерә. Батырша – мулла һәм мөҙәрис. 1)Батыршаға ҡош телендәй генә хат килеп төшөүе. 2)Халыҡ араһында йөрөүе... 3)1755 йылдың 3 июле- ихтилал 4)Бөрйән иләүендә 1755 й. 15 майында ихтилалдың башланыуы. Тамъян, Түңгәуер, Ҡыпсаҡ ырыуҙарының берләшеүе. 5)Батырҙың бахырға әйләнеүе – Батырша урманға ҡаса? Ни өсөн? --Тәүәкәллек етмәй. 6)1756 йылдың 8 авгусында тотола (иҫке Мәскәү юлы) Өфө-Ырымбур-Һамар-Арзамас-Муром-Владимир-Мәскәү-Петербург-Шлиссельбург ҡәлғәһе 7)Ҡатыны Зөлбохарҙы,ҡыҙы Сәлиханы, христиан диненә индереп, суҡындырып,мәңгелеккә монастырға монашкалар итеп ябып ҡуялар.Бәләкәй генә улын ҡоллоҡҡа һаталар. |
Сәбәбе: 1)диненә,иманына кире ҡайтҡаны өсөн | |
2)1742 йыл – мәсеттәрҙе емертеү,кешенең иң изге тойғо, хистәрендә уйнау, рәнйетеү, суҡындырыу, рухһыҙландырыу башҡорттарҙы. | |
3)Яһаҡты күпләп түләү,тоҙға налог түләтеү(1 бот тоҙ – 35 тин). Тоҙ – Хоҙай бүләге,халыҡ байлығы. Туйгилде- башҡорт милләтенең бер вәкиле | |
4)Ваҡ халыҡтарҙы,шул иҫәптән бигерәк тә башҡорт халҡын ҡырыу сәйәсәте. | |
5)Мәсеттәрҙе емереп,башҡорттарҙы сиркәүҙәрҙә христиан диненә күсереү,суҡындырыу |
-Туйгилде,уның ғаиләһенең фажиғәһенән күңелегеҙҙә нимә тыуҙы,һеҙҙе ниндәй уйға һалды?
-Минең уйлауымса,ҡурҡыныс хәл.Туйгилдене ғаиләһенән,балаларынан,иленән,теленән,диненән айыралар.Ул сит рухҡа ла тамырлана алмаған зат.Кире үҙ диненә ҡайтҡаны өсөн уға ҡот осҡос яза бирелә.Тереләй яндыралар.
-Теленән,иленән,үҙ мөхитенән айырылғандар хәҙерге заманда ла бихисап, киләсәккә һәләкәт был,тип фекер йөрөтәм.
-Туйгилденең балаларына әйткән аманаты хаҡында ни әйтерһегеҙ? Хрестоматиянан уҡыйбыҙ.
(Экранда)Туйгилденең һүҙҙәре « Әйтәйем әле һуңғы һүҙҙәремде. Ағайыңа ла,энеңә лә еткерерһең.Көн,донъя тип иманымды алыштырҙым. Йәнәһе,ғаиләм,балаларым хаҡына.Тик йән тыныслығы таба алманым. Үҙем,күңелем хәҙер яңынан мосолман. Улым,ҡорҙан,йәмәғәттән ситтә булмағыҙ!Ни күрһәгеҙ ҙә халыҡ,ил-йорт менән бергә күрегеҙ!Минең бер оло яңылышым шунда - ил-йорттан ҡырҙараҡ булырға тырышыуҙа.Ир һөймәгәнде ил һөймәҫ,мир ҡаҡҡанды ил ҡағыр.Мине кафырҙар барыбер яндырыр. Ҡурҡмайым. Хоҙай ҡәһәренән ҡотолмаҡ сараһы юҡтыр. Һеҙгә йәшәргә яҙһын. Атайығыҙҙы ҡарғамағыҙсы. Үҙегеҙҙе ни яҙмыш көтәлер. Ярлыҡарҙармы, ҡол итерҙәрме. Көн,донъя тип иманымды алыштырҙым. Йәнәһе,ғаиләм,балаларым хаҡына.Тик йән тыныслығы таба алманым. Һеҙҙе бер-берегеҙҙән айырырҙар инде ул. Нығынып китһәгеҙ ,бер-берегеҙҙе табышырға тырышығыҙ. Әсәйегеҙҙе онотмағыҙ. Табырһығыҙ, бәлким. Улым, бүтән йүнләп һөйләшә алмаһаҡ, бәхил бул, атайыңа яман рәнйемә».(126-сы бит)
-Йәнегеҙҙе,иманығыҙҙы һатмағыҙ,тип балаларына ғына түгел,Туйгилде беҙгә лә өндәшә кеүек.Был бөгөн дә актуаль яңғырай.Хәҙерге көндә йәштәр араһында ғына түгел,хатта өлкән быуын кешеләре араһында ла иманһыҙ,динһеҙ,рухһыҙ йәшәү рәүеше алып барғандар күп.
-Шундай ҡурҡыныс заманда йәшәйбеҙ.Бөгөн илгә,телгә,дингә,милләткә ҡарата битарафлыҡ хөкөм һөрә.
-. Улым,ҡорҙан,йәмәғәттән ситтә булмағыҙ!Ни күрһәгеҙ ҙә халыҡ,ил-йорт менән бергә күрегеҙ!Туйгилденең яҙмышы иртәгәһе көнгә беҙҙең үҙебеҙгә лә килеүе бар.Туйгилденең һүҙҙәре аша беҙ шуны аңлайбыҙ:илгә,халыҡҡа берҙәм булырға, ил күтәргәнде бар кешегә лә күтәрергә .Илдән, халыҡтан айырылырға ярамай тип фекер йөрөтәм.
- Көн,донъя тип иманымды алыштырҙым. Йәнәһе,ғаиләм,балаларым хаҡына.Тик йән тыныслығы таба алманым, тип Туйгилде дөрөҫ әйтә.Иң оло гонаһ – иманыңды һатыу, ике дин араһында йәнеңдең аҙашыуы.Кеше ниндәйҙер бер халыҡҡа,бер милләткә ҡарай, уны ҡанына һеңдерә, олоғая килә, ул рух көсәйә.
-Уҡыусылар,дөрөҫ фекерҙәр йөрөтәһегеҙ.,Батырша хаҡында ла әңгәмәләшеп китәйек.Батарша мулланың көсө,ҡөҙрәте халыҡтарҙы күтәрә,батшаны,чиновниктарҙы аптырата,ҡурҡыуға һала . Ғәйнә иләүен яуға әҙерләй, күтәрә. 50 мең кешенән торған ғәскәр туплана,әммә Батырша ихтилал алдынан икеләнеп ҡала,яуҙаштарын ташлап ҡаса.Дөрөҫ эшләгәнме?Ни өсөн?
-Батырша ,әлбиттә,дөрөҫ юл һайламаған.Уны бер нисек тә аҡлап булмай.Шундай оло эш - ихтилал алдынан ҡурҡып ҡала, тәүәкәллеге етмәй.
-Баһадиршаһ мулла кеүек икеләнеп ҡалыу беҙҙең тормошта нимәгә илтә? Үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?
-Тормошта икеләнергә ярамай.Ошондай оло эште башлағанһың,тәүәкәлләгәнһең икән,уны аҙағына тиклем еткерергә кәрәк.
-Халҡыбыҙҙа шундай мәҡәл бар: егет һүҙе бер була.Ошоно оноторға ярамай.Эште башлағанһың икән ,ташлама.Был беҙҙең кеүек егеттәргә лә ҡағыла.
- Халыҡ ни күрһә,һин дә шуны күрергә бурыслы.Ил күтәргәнде үҙең дә күтәрергә тейешһең ,тип уйлайым.
-Минеңсә,тәүәкәлләгәнһең икән, беренсе булып үҙеңә барырға . Үҙең үҙгәрт, тәүәкәллегеңде юғалтма , дөрөҫлөгөңдө хупларҙар, яңылышыңды төҙәтерҙәр.
-Дөрөҫ,уҡыусылар! Тәүәккәл булырға кәрәк.Эште башлағанһың икән ,ташлама.Илдең, халыҡтың киләсәге ир-егеттәр ҡулында икәнлеген оноторға ярамай.
-Дәрестең башында асыҡ ҡалған һорауға хәҙер йомғаҡлау кәрәк. Ни өсөн хрестоматияла “Туйгилдене яндырыу “ ваҡиғаһы ғына бирелгән?Уның аша әҫәрҙең төп асылын тойорға мөмкинме?Һеҙҙең фекерегеҙ нисек?
-Ошо әҫәрҙе өйрәнеп,Рәсәй империяһының колониаль сәйәсәтен, батшаларҙың, Сенат чиновниктары , графтарҙың , Ырымбур генерал –губернаторы Неплюевтың, уның ҡанһыҙ генерал – офицерҙарының хакимлыҡ итеүҙәрен, батша ҡулы аҫтында халыҡтарҙың , башҡорттарҙың иҙелеүе, хоҡуҡһыҙлыҡтарын , ыҙа-язаларын, ере,ирке өсөн яу асыуҙарын тарихта , тормошта булғанса күрергә, күҙәтергә мөмкин булды.
- Минеңсә,бөгөнгө сәйәсәт менән бәйләһәк,әле лә халҡыбыҙ үҙ азатлығын,иркен,ерен,илен,телен яҡлау,һаҡлау яғында.Быуаттар дауамында халҡыбыҙ күпме яу,ыҙа-яфа сиккән,аҫылған,киҫелгән.яндырылған,ләкин уның рухы һынмаған,башын эймәгән.
-Илдәге хәҙерге сәйәсәт тә ул ваҡыттағы сәйәсәттән әллә ни айырылмай.Туйгилдене яндырыу ваҡиғаһы ла беҙҙе,башҡорттарҙы уяу булырға,рухыбыҙҙы нығытырға өйрәтә.
-Минеңсә ,әҫәрҙең төп идеяһы-һуңғы осорҙа милләтебеҙ башына ябырылған иң хәтәр һәм аяуһыҙ бәләләрҙең береһе-руслашыу һәм милләт-ара никахтыр...
- Мин дә ошо фекер менән килешәм. Ошо сәйәсәт арҡаһында йәштәребеҙ араһында ҡатнаш никахтар бихисап. Ҡатнаш никахта тыуған баланың йәне,рухы ике дин араһында аҙаша , тип өлкәндәр дөрөҫ иҫкәртә.Был хаҡта милләттәштәребеҙгә алдан уйланырға кәрәк.
-Әле лә Рәсәй сәйәсәте башҡорттарҙы,тағы ла беҙҙең кеүек аҙсылыҡты тәшкил иткән милләттәрҙе,рухһыҙландырыу,рухи ҡиммәттәренән мәхрүм итергә тырышыу юлында. Милли компоненттарҙы дәрес программаларынан алып ташлау,оптималләштереү юлдарын уйлап табыу - былар бөгөн бойомға ашырылыу йүнәлешендә.
-Халҡыбыҙҙы үҙ иркенән ,үҙ диненән,үҙ ғөрөф- ғәҙәттәренән,традицияларынан ,йолаларынан,теленән,йәшәү рәүешенән күпме биҙҙерергә тырышмаһындар, халҡыбыҙҙың аңы юғалмаған,бөгөн дә ул уяу.
Экранда . Мәскәү тракты күрһәтелгән. Өфө – Ырымбур - Һамар-Арзамас-Муром-Мәскәү. 2000 саҡрым араның һәр сажины тиерлек башҡорт кәүҙәләре менән түшәлгән . (Конвой менән алып кителгән кешеләрҙең исемлеге күрһәтелә.
{Бына ошо конвойҙа булған балалы әсәләрҙе //}
Бөрйән,Ҡыпсаҡ,Үҫәргән,Тамъян,Ҡатай,Юрматы башҡорттары 1775 йылдың көҙөндә шулай ҡырыла. Рәсәй тарихы – үҙе кеше мәйеттәре өҫтөндә , шул иҫәптән меңләгән башҡорт баштары өҫтөндә ҡоролған бер дәүләт. (Үлем-язаһы юҡ,үлем-ҡазаһы ғына бар Рәсәйҙә).Халҡыбыҙҙы рухһыҙландырыу,рухи ҡиммәттәренән мәхрүм итеү быуаттар төпкөлөнән килә,әммә һәр быуаттың,дәүерҙең арҙаҡлы шәхестәре халҡыма рухи көс биргән,үткәнебеҙ,рухи ҡиммәттәребеҙ менән беҙ көслөбөҙ. (“Ҡанлы илле биш” романынан).
Видеотаҫманан өҙөк ҡарау(Салауат Хәмиҙуллин фильмы “Равнина надежд”-XVIII б. булып үткән яуҙар,ихтилалдар )
-Уҡыусылар,әле һеҙ күргән фильмдән өҙөк,дәрес эпиграфы араһында ниндәй бәйләнеш ята?
-Минеңсә, эпиграф та һәм видеоөҙөк тә башҡорт халҡының азатлыҡ,тыуған ер өсөн ҡанлы көрәштәре,яуҙары хаҡында .
-Бөгөн дәресебеҙҙә нимә тураһында фекер алыштыҡ? Үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ? Һеҙ үҙегеҙгә нимәләр алдығыҙ?(Уҡыусыларҙың фекере)
-Дөрөҫ,уҡыусылар! Аһ-зар,ҡан-йәш менән һуғарылған тарих юлы тураһында бөгөн фекер алыштыҡ. Тарихыбыҙ ,тамырыбыҙ менән беҙ көслө халыҡ.Башҡорт халҡының тарихында оялырлыҡ, хурланырлыҡ бер генә нәмә лә юҡ. Беҙҙең аһ-зар, ҡан-йәш менән һуғарылған тарих юлы көмөш кеүек саф. Беҙҙең халыҡ бер ваҡытта ла башҡа халыҡтың ер-һыуына баҫып инеп, ҡан ҡоймаған, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙын ҡан илатмаған. Ул, киреһенсә, үҙе ете быуат ярым буйы ҡанһыҙ баҫҡынсыларҙың йыртҡыслығынан ҡаты ғазап сиккән, йән аямай ғәҙеллек өсөн, азатлыҡ өсөн көрәшкән.
Предварительный просмотр:
Слайд 1. Давлетшина М.Ф. Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар!
Беҙ һеҙҙе үҙебеҙҙең оҫталыҡ класына саҡырабыҙ һәм актив ҡатнашып үҙегеҙгә .файҙалы мәғлүмәт алырһығыҙ тип ышанабыҙ.
Эште башлар алдынан һеҙҙән түбәндәге һорауға яуап биреүегеҙҙе һорайым: мәктәптә әҙәбиәтте үҙләштергән, өйрәнгән уҡыусылар ниндәй метапредмет һөҙөмтәләргә ирешергә тейеш? Был һөҙөмтәләргә бөтә уҡыусылар ҙа өлгәшеп тормош дауамында һәр ваҡыт файҙаланып торорға тейештәр. Аудитория ике төркөмгә бүленеп кәңәшләшеп, алдығыҙҙа булған ватмандарға шул һөҙөмтәлрегеҙҙе яҙыуығыҙҙы һорайым. (Һуңынан һәр төркөм үҙ яҙмаларын уҡый)
Хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙең сығыштарығыҙҙы дөйөмләштереп шундай һығымталар яһайбыҙ:
Слайд 2-4. Әҙәбиәттән төп белем биреү программаларын үҙләштереү метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
1) уҡыу маҡсаттарын үҙаллы билдәләү, яңы бурыстар ҡуйыу, танып белеү эшмәкәрлегенең мотивын үҫтерә белеү;
2) маҡсатҡа үҙаллы ирешеү юлдарын планлаштыра алыу, уҡыу һәм танып белеү мәсьәләләрен эффектив сисеү ысулдарын һайлау;
3) үҙеңдең эшмәкәрлегеңде планлаштырылған һөҙөмтәләр менән сағыштырып ҡарау һәләте, ҡаҙаныштарға өлгәшеү процесында эшмәкәрлегеңде контролдә тотоу, ҡуйылған талаптар һәм тәҡдимдәр сигендә эш итеү юлдарын билдәләү, ситуация үҙгәргән хәлдә эшмәкәрлеккә төҙәтмә индереү;
4) уҡыу мәсьәләһен сисеүҙең дөрөҫлөгөн баһалай һәм уны хәл итеүҙә үҙеңдең мөмкинселектәреңде билдәләй белеү;
5) танып белеү һәм уҡыу эшмәкәрлегендә ҡарарҙар ҡабул иткәндә һәм аңлы һайлап алғанда үҙ-үҙеңде контролдә тотоу һәм баһалау нигеҙҙәренә эйә булыу;
6) аңлатмаларҙы билдәләй, йомғаҡлау яһай, аналогиялар үткәрә, классификациялай белеү һәләтен үҫтереү, классификациялау өсөн үҙаллы нигеҙ һәм критерийҙар һайлау, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен билдәләү, логик фекерләүҙе үҫтереү һәм һығымталар сығарыу;
7) уҡыу һәм танып белеү мәсьәләләрен сисеү өсөн билдә һәм символдарҙы, модель һәм схемаларҙы яһай, файҙалана үҙгәртеп ҡора белеү;
8) аңлы уҡыу;
9) уҡытыусы һәм тиңдәштәре менән берҙәм, килешелгән эшмәкәрлекте ойоштора белеү, индивидуаль һәм төркөмдәрҙә эшләү, төрлө ҡараштарҙы иҫәпкә алып, конфликтты сисеү, дөйөм ҡарар ҡабул итеү, үҙ фекереңде аныҡлау, аргументлау, яҡлау;
10) тойғоларыңды, уйҙарыңды еткереү маҡсатында коммуникация бурыстарына ярашлы телмәр сараларын аңлы файҙаланыу, яҙма һәм һөйләү телмәрен, монологик һәм контекслы телмәрҙе үҙләштереү;
11) мәғлүмәти-коммуникацион технологияларҙы файҙаланыу өлкәһендәге компетенцияларҙы формалаштырыу һәм үҫтереү.
Слайд 5. Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһендәге бөтә актуаль норматив документтарында («Мәғариф тураһында»ғы Законда, 2020 йылға тиклемге РФ-ның оҙайлы социаль-иҡтисади үҫеш Концепцияһында, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарында, «Рәсәй мәғарифы- 2020: инновацион иҡтисад өсөн мәғариф моделе» Моделендә һ.б.) хәҙерге мәғарифтың сифатын билдәләгән универсаль белем биреүҙең, йәғни үҙәк компетенцияларҙың үҫеш проблемаһы сағылдырыла.
Нимә һуң ул метакомпетенциялар?
Слайд 6. Метапредмет компетенциялар – ул регулятив, коммуникатив, танып белеү йәғни төп универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҙләштереү, төрлө уҡыу предметтарын өйрәнеү нигеҙендә формалашҡан белемде уҡыу процесы сиктәрендә лә ҡулланыу, реаль тормош ситуацияларын хәл иткәндә лә файҙаланыу.
- Хөрмәтле коллегалар, эш башында ватмандарҙа беҙ нимә эшләнек?
- Эйе, беҙ схемалар, икенсе төрлө әйткәндә кластерҙар эшләнек. Беҙ юғарыла билдәләп киткән стандарттарҙағы метапредмет һөҙөмтәләр уҡыу һәм яҙыу аша тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһының нигеҙендә ята. һәм эш башында файҙаланылған алым – кластер ҙа шул уҡ технологияның бер алымы булып тора. Ошоларҙан сығып оҫталыҡ класының темаһын билдәләйбеҙ
Оҫталыҡ класының темаһы: “Уҡыусыларҙың метакомпетенцияларын формалаштырыуҙа тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы ” (слайд 7)
Маҡсаты: коллегаларҙы әҙәби әҫәрҙәр өйрәнгәндә уҡыу һәм яҙыу аша тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы алымдарын метакомпетенцияларҙы формалаштырыуҙа файҙаланыу мөмкинлектәре менән таныштырыу (слайд 8)
Бөгөнгө мәғариф уҡытыусы алдына яңы бурыстар ҡуя. Уҡыусыларҙы, сифатлы белем биреүҙән тыш, предмет һәм предмет- ара бәйләнеш менән ҡоралландырырға кәрәк. Заманса уҡытыу технологияларын ҡулланғанда бөгөнгө көн уҡытыусыһы компетентлы булырға тейеш. Теорияға күҙ һалайыҡ. (слайд 9)
Уҡыу һәм яҙыу аша тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһына нигеҙ һалыусылар:
- Америка тикшеренеүселәре:
Ч.Темпл
Д.Стилл
Д.Огл
К.Меридит
Рәсәй ғалимдары
И.О.Загашев
С.И.Заир-Бек
И.В.Муштавинская
Е.А.Геникс
Е.А.Трифонова (слайд 10)
- Тәнҡитле фекерләүҙең маҡсаты – кәрәкле мәғлүмәтте эҙләү процесында үҙ фекереңде формалаштырыу, был мәғлүмәттең объектив, сифатлы булыуын аңлау һәләтен үҫтереү, яңы дөрөҫ мәғлүмәт барлығын асыҡлаған осраҡта үҙ ҡараштарыңды үҙгәртеү, шәхесте ҙур мәғлүмәт ағымы менән эшләргә, йәмғиәттә булған мәсьәләләрҙе аңларға һәм хәл итергә, эште планлаштырырға, проблемаларҙы хәл иткәндә тәүәккәл, булырға өйрәтеү (слайд 11)
Мәғлүмәтте тәнҡит күҙлегенән ҡабул итеү – ул нимәнелер инҡар итеү түгел, киреһенсә, үҙеңә яраҡлаштырып өйрәнеү. Уҡыусының ирекле үҫешенә булышлыҡ итеүе – был технологияның тағы бер үҙенсәлеге.
Тәнҡитле фекерләү технологияһы эҙмә-эҙлеклелек принцибына нигеҙләнгән. Яңы мәғлүмәт менән танышыр алдынан уҡыусы, нимә беләм һәм ул артабан миңә нимә өсөн кәрәк, тигән һорауҙарға яуап эҙләй. Мәғлүмәтте үҙләштергәндән һуң уҡыусы ниндәй яңылыҡ алыуы, уның нимә биреүе һәм нисек ҡулланылыуын иҫбатлай.(слайд 12)
. Тәнҡитле фекерләүгә һәләтле бала үҙенең интеллектуаль эшмәкәрлегенә баһа бирә:
– хатаһын аңлап, ваҡытында төҙәтә. Кәрәк икән, үҙ ҡарарынан баш тарта;
– эшенең ыңғай һәм кире эҙемтәләрен анализлау аша объектив һығымталар яһай;
– яңылыҡҡа ынтыла (слайд 13)
Технологик этаптар
1 этап | 2 этап | 3 этап |
Саҡырыу Өндәү (Ойоштороу) | Уйлау Фекерләү Үҙләштереү (Яңы тема) | Рефлексия (Йомғаҡлау) |
(слайд 14)
1 этап | Бурыстар | Функциялар | Алымдар |
Саҡырыу | Яңы материал үҙләштереүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларға үҙҙәренә яңы теманы билдәләргә ярҙам итеү | Дәлилләү (яңы мәғлүмәт менән эшләүгә, теманы үҙләштереүгә теләк уятыу) Мәғлүмәти (булған белемдәрҙе яңы тема үткәндә ҡулланыу) Коммуникатив (бәхәсһеҙ уй-фекерҙәр менән уртаҡлашыу | Кластер Идеялар кәрзине Юрауҙар ағасы Дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған раҫлауҙар |
(слайд 15).
Ә хәҙер һәр бер этап алымдарын асыҡлап китәйек.
- Беренсе этап – саҡырыу этабы. Был этаптың бурыстары: Яңы материал үҙләштереүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларға үҙҙәренә яңы теманы билдәләргә ярҙам итеү.
Саҡырыу этабында ҡулланыла торған – Юрауҙар ағасы алымын иҫкә төшөрәйек.
Юрауҙар ағасы алымының авторы – Америка уҡытыусыһы Дж. Белланс
Маҡсаты: сюжетты күҙалллау, уның барышын алдан күрә белеү.
Ағастың олоно – тема, ботаҡтары – ике йүнәлеш буйынса күҙаллау “мөмкин”, “ихтимал” (“ботаҡтар” һаны сикле түгел)
Ә япраҡтар уйлағандарҙың, теге йәки был күҙаллауҙарҙың дәлиле.
(слайд 16).
Давлетшина М.Ф.
Төркөмдәрҙә эшләүҙе дауам итәбеҙ. Юрауҙар ағасын төҙөп китәйек.
(слайд 17) Иғтибар менән слайдҡа ҡарағыҙ. Унда кемде күрәһегеҙ? Яуаптарығыҙҙы ағас ботаҡтарына теркәй барығыҙ. Был һүрәттәрҙән ниндәй мәғлүмәт алырға мөмкин? Ни өсөн шулай уйлайһығыҙ? Бөгөнгө дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләп ҡарағыҙ, ағастың олонона ҡыҫҡаса яҙып ҡуйығыҙ.
(Эштәрҙе яҡлау.)
Эйе. Беҙ һеҙҙең менән бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәм уның тыуған йылы тураһында фекер алышасаҡбыҙ.
Шулай итеп, был алымда ла уҡыусыларҙан дәрестең темаһын, маҡсатын бурыстарны үҙҙәренән билдәләтергә була.
Ғәлина Ғ.Ғ.
2 этап | Бурыстар | Функциялар: | Алымдар |
Үҙләштереү | Яңы белемдәрҙе булған белемдәр менән йәнәшә ҡуйып, ҡабул итеүгә ярҙамлашыу | Мәғлүмәти (тема буйынса яңы мәғлүмәттәр алыу) Сиситемалаштырылған (Алған белемдәрҙе классификациялау) Мотивацион (Дәлилләү)(Өйрәнелгән темаға ҡыҙыҡһыныу | Инсерт Туҡталыш менән уҡыу Фишбоун йәки “балыҡ һөлдәһе” + - ҡыҙыҡ Беләм, белергә теләйем, белдем “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан? Ни өсөн?” таблицаһы Һорауҙар Ҡалын һәм нәҙек һорауҙар Блум кубы |
(слайд 18).
(слайд 19) Давлетшина М.Ф. Беренсе этаптағы күҙаллауҙар дөрөҫмө икәнлеген белер өсөн нимә эшләргә кәрәк. Дөрөҫ, текст менән танышырға йәғни уҡырға кәрәк. Шулай итеп, үҙләштереү этабына күсәбеҙ. Был этаптың бурыстары: яңы белемдәрҙе булған белемдәр менән тап килтереп, ҡабул итергә ярҙамлашыу.Текст менән танышыу барышында “Плюс, минус, ҡыҙыҡ” алымын ҡулланыу эффектлы. Уның маҡсаты әҫәрҙе уҡыу барышында – ыңғай моменттарын плюс, кире моменттарын минус , ҡыҙыҡлы мәғлүмәт булған урындарын өндәү тамғаһы менән билдәләп барыу. Хәҙер төркөмдәр менән эште дауам итәбеҙ. (Тексты уҡыу). Артабан эш шулай дауам ителә. Хәҙер беренсе төркөм + ҡуйған, икенсе төркөм минус ҡуйған урындарын һөйләп китә. (Эштәрҙе яҡлау). Хәҙер тиҙ генә фал ағасындағы күҙаллауҙар менән текстың йөкмәткеһе тап килдеме-юҡмы – шуны билдәләп китәйек.
Шулай итеп, әҙәбиәт дәрестәрендә әҫәрҙе өйрәнгәндә , ғәҙәттә уҡыусы текстағы аңлашылмаған урындарҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдыра . Ә уларҙы билдәләү уҡыусының иғибарын үҫтерә, аңлы уҡыуын талап итә.
Ғәлина Ғ.Ғ.
3 этап | Бурыстар | Функциялар | Алымдар |
Рефлексия | Уҡыусыларға үтелгән теманы үҙ аллы йомғаҡларға һәм алдағы дәрескә йүнәлеш бирергә | Коммуникацион (яңы алған мәғлүмәт буйынса фекерҙәр менән уртаҡлашыу) Мәғлүмәти (яңы белем алыу) Мотивацион (киләсәктә белемдәрҙе арттырыуға теләк уятыу) Баһалау (булған һәм яңы алған мәғлүмәтте үҙ-ара бәйләргә өйрәтеү үҙ ҡарашыңды яҡлау. Эш барышын баһалау) | Эссе Рафт Диаманта Синквейн Хокку Борт журналы Алты эшләпә |
(слайд 20).
Дәүләтшина М.Ф. Ә рефлексия этабында уҡыусыларға үтелгән теманы үҙ аллы йомғаҡларға һәм алдағы дәрескә йүнәлеш бирергә тейешбеҙ. Дәрестең был өлөшөндә Эссе, Рафт, Диаманта, Синквейн, Борт журналы, Алты эшләпә алымдары менән бер рәттән Хокку төҙөтөргә лә мөмкин.
Хокку – япон лирик поэзияһы жанры,
өс рифмалашмаған строфаларҙан,
17 ижектән тора.
Беренсе строфа – биш;
икенсе строфа – ете;
өсөнсө строфа – биш ижектәрҙән тора. (слайд 21).
Салауат батыр
Иле һәм халҡы өсөн
Көрәшкә күтәрелгән
Легендар герой
Һәр халыҡ күңелендә
Мәңгегә ҡалды
Шулай итеп, өсөнсө этапта алған яңы мәғлүмәттәрҙе ҡулланып, ошо һүҙҙәргә үҙгәрештәр, өҫтәлмәләр индерергә була. Дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған фекерҙәрҙе анализлап, ҡуйылған һорауҙарға яуап бирелә. Был алымды парҙар менән йәки үҙ аллы эшләгәндә ҡулланырға мөмкин. Хокку төҙөгәндә, уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһе, ижади үҫешен күрергә мөмкин.
Шулай уҡ эш практикаһында үрҙә телгә алынмаған әммә әүҙем файҙаланылған башҡа алымдарҙы ла ҡулланыу отошло. Хәҙер шуларҙың бер нисәһен ҡарап үтәйек. “Мин - автор”, “Смайлик”, “Ирекле микрофон”, “Арҡа муҡсаһы”, “Аукцион”, “Мин-рәссам”, “Һорауҙар йомғағы”, “Реклама”, “Сүкеш”
(слайд 22-31).
Шулай итеп, метакомпетенцияларҙы формалаштырыуҙа тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһын ҡулланыу балаларҙа үҙаллылыҡ, яуаплылыҡ тәрбиәләй, диалогик һәм монологик телмәр үҫтерә, һүҙлектәр һәм өҫтәлмә әҙәбиәт менән эшләргә өйрәтә. Ә иң мөһиме – уҡыусыларҙың үҙ аллы белем алырға ынтылыуы, алған белемдәрҙе хәҙерге заманда дөрөҫ ҡулланыуы, тәнҡитле һәм ижади фекерләргә, үҙенең эшмәкәрлегенә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеүе. Һөҙөмтәлә, беҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ирекле фекерләүҙән ҡурҡмаған балалар тәрбиәләйбеҙ.
М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты менән РБЛИ 6 йыл инде тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Шуның нигеҙендә һөҙөмтәләребеҙ ҙә бихисап. Республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Мәктәп менән университет араһындағы килешеү нигеҙендә төҙөлгән планға ярашлы төрлө кимәлдәге семнинарҙар, конференциялар, конкурстар, олимпиадалар, дәрестәр үткәрелә. (слайд 22-31). Мәҫәлән:
- “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә УУЭ формалаштырыу” темаһына үткәрелгән семинарҙа
- Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһында «Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү » тигән темаға күрһәткән мастер класта
- Пятигорск лингвистик университетында “Заманса белем биреү технологиялары” темаһына белемде камиллаштырыу
- Н.Гумилев ис. Евразия милли университетында «Хәҙерге мәғарифта яңы методтар һәм алымдар” тигән түңәрәк өҫтәл
- «Мостай Кәрим ижады һәм донъя художество мәҙәниәте » халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла
- “Йәш быуынға рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреүҙә әҙәбиәттең роле” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында һ.б.
Шулай итеп, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы технологиялар ҡулланыу уҡыусылар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә бик отошло.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
Для проведения мастер класса нужны:
Ватман – 6 шт.;
Маркеры – 8 шт.;
Распечатанные тексты – 20 шт.;
Распечатанные таблицы – 20 шт.
Предварительный просмотр:
Туған тел дәрестәрендә тәнҡитле фекерләүҙе
үҫтереү технологияһы
- Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар!
Бөгөн мин һеҙгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы тураһында һөйләп үткем килә. "Ни өсөн тап ошо технология?" тиерһегеҙ бәлки.
Күренекле педагог В.А. Сухомлинский: «Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон», – тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн, уҡытыусыға һәр дәрестә заманса технологиялар, төрлө уҡытыу методтары ҡулланырға тура килә.
Хәҙерге заман талап итеүенсә, бала үҙ аллы белем алырға, алдына ҡуйылған проблемаларҙы сисергә ынтылырға тейеш. Был осраҡта башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһын ҡулланыу бик отошло. Был технология нимәһе менән үҙенсәлекле? Уҡыусы үҫешенә йоғонтоһо ниндәй? Ошо һәм башҡа һорауҙарығыҙға яуап бирергә теләйем мин.
Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһын Америка ғалимдары һәм уҡытыусылары уйлап тапҡан.Авторҙары Стил, Мередит, Темпл, Уолтер. Рәсәйҙә 1997 йылдан өйрәнелә. Тәнҡитле фекерләү Лев Семенович Выготский кеүек билдәле психологтарҙын эштәренән билдәле. Тәнҡитле фекерләү (был технологияла) – үҙ–үҙеңде баһалау, яңылыҡтар эҙләү, үҙеңдең позиияңды һайлау, тәнҡитле фекерҙе тормошта файҙалана алыу мөкинлеге.
Фекерләүҙе тәнҡит күҙлегенән үҫтереү уҡыу барышында аңлашылмаған һорауҙарҙы, проблеманы хәл итеүгә, теманы асыҡлауға булышлыҡ итә. Уҡыусыға традицион алым менән эшләгәндә күҙгә салынмаған проблемаларҙы күрергә, асыҡларға ярҙам итә. Тәү ҡарашҡа был ябай ғына тойолһа ла, уҡыусының тәнҡитле фекерләүен үҫтереү – ҡатмарлы эш төрө. Мәғлүмәтте тәнҡит күҙлегенән ҡабул итеү – ул нимәнелер инҡар итеү түгел, киреһенсә, үҙеңә яраҡлаштырып өйрәнеү. Уҡыусының ирекле үҫешенә булышлыҡ итеү – был технологияның тағы бер үҙенсәлеге.
Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы эҙмә-эҙлеклелек принцибына таяна. Яңы мәғлүмәт менән танышыр алдынан, уҡыусы «Мин нимә беләм һәм артабан ул миңә ни өсөн кәрәк?» тигән һорауға яуап эҙләй. Мәғлүмәтте үҙләштергәндән һуң, уҡыусы ниндәй яңылыҡ алыуы, был яңылыҡ уға нимә биреүе һәм нисек ҡулланыуын иҫбатлай. Һәм үҙенең интеллектуаль эшмәкәрлегенә баһа бирә:
– хатаһын аңлап, ваҡытында төҙәтә. Кәрәк икән үҙ ҡарарынан баш тарта, йә иҫбатлай;
– эшенең ыңғай һәм кире эҙемтәләре аша объектив һығымталар яһай;
– яңылыҡҡа ынтыла.
Уҡыусыларҙың тәнҡитле фекерләүен үҫтереү өс кимәлдән тора:
1-се кимәл – саҡырыу, өндәү;
2-се кимәл – уйлау, фекерләү;
3-сө кимәл – рефлексия стадияһы.
Һәр кимәлдең үҙенең методик алымдары бар.
1.Саҡырыу, өндәү кимәлендә уҡыусыларҙа алған белемдәренә таянып, яңы үтәсәк темаға ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы әүҙем эшләргә өндәү, текст өҫтөндә эш барышында тойомлау, күҙ алдына килтереү, асҡыс һүҙҙәр ярҙамында фаразлау, дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған иҫбатлауҙар, кластерҙар ҡулланыу.
Кластер (француз һүҙе, «бәйләм, тәлгәш, шәлкем» тигәнде аңлата) – ул бик күп мәғлүмәтте үҙ эсенә алып, төрлө объект һәм күренештәрҙең үҙ-ара бәйләнешен күрһәтеүсе график ысул. Был ысулды «асыҡ мейе һөжүме» тип тә атайҙар. Кластер – бер һүҙҙе, теманы, төшөнсәне асыҡлаусы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр. Таҡта уртаһына бер һүҙҙе йә һүҙбәйләнеште яҙабыҙ, ә төп һүҙ тирәләй идеяны, образды асыҡлаған һүҙҙәрҙе яҙып сығабыҙ. Уҡыу барышында килеп сыҡҡан һүҙҙәрҙе лә яҙып, тура һыҙыҡ аша төп һүҙ менән тоташтырабыҙ. Һөҙөмтәлә һүҙҙе, теманы, төшөнсәне асыҡлаусы бик күп мәғлүмәт йыйыла.
Кластерҙы төҙөгәндә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе белергә кәрәк:
- уйыңа нимә килә, шуны яҙыуҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк;
- билдәле ваҡыт һәм идеялар бөткәнсе эште дауам итергә;
- мөмкин тиклем күберәк бәйләнеш төҙөргә;
- балаға үҙ фекерен яҙырға йәки әйтергә ирек бирергә.
2.Икенсе кимәл – уйлау, фекерләү, йөкмәткене аңлау. Был кимәлдә инсерт (тәнҡитле йәки тамғалы уҡыу) алымы ҡулланыу бик отошло. Ғәҙәттә, бала уҡыу барышында аңлашылмаған урындарҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдыра. Ә уларҙы билдәләү уҡыусының иғибарын үҫтерә, аңлы уҡыуын талап итә. Бының өсөн шартлы билдәләр, тамғалар ҡулланыла.
! – мин быны беләм
? – аңламайым
V– сағыштырам
+ – ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һ.б.
Уҡыу барышында балалар текстың ҡырына тамға ҡуйып баралар. Уҡып бөткәс, һорауҙар ярҙамында әңгәмә ойоштороу кәрәк. Һәр уҡыусы алынған мәғлүмәтте категориялар буйынса таратып, текстағы маркировка тамғаларына тап килтереп таблица төҙөй. Ошо таблицаны тултырыу өсөн, уҡыусылар тексты тағы уҡып сығалар. Был әҫәрҙе ентекләп, аңлап уҡыуға килтерә. Ә тамғалар материалды үҙләштереүҙә ярҙамсы ролен үтәйҙәр.
Икенсе кимәлдә «Күҙаллауҙар ағасы» алымын ҡулланырға мөмкин. Был осраҡта ағастың олоно – тема, ботаҡтары – күҙаллау, япраҡтары – уларҙы асыҡлау. Япраҡтарға уҡыусылар тема буйынса яуап яҙалар һәм ботаҡтарға йәбештерәләр.
«Нәҙек һәм ҡалын” һорауҙар. Уҡыусылар әҫәргә һорауҙар уйлайҙар һәм яҙалар
«Нәҙек» | «Ҡалын» |
Кем? | Аңлатығыҙ, ни өсөн? |
Ҡасан? | Нисек уйлайһығыҙ? |
Ҡайҙа? | Айырма нимәлә? |
Нисек атала? | Нисек булыр, әгәр ҙә? |
Уйлау, фекерләү кимәлендә «алты эшләпә» алымын ҡулланыу отошло. Был алымды Британ психологы һәм яҙыусыһы, ижади фекерләү өлкәһендә эксперт Эдвард де Боно уйлап сығарған. Де Боно фекеренсә, эшләпәне кейгән кеше билдәле бер образға инә, шул эшләпә аҫтындағы баш, мейе шул юҫыҡта ғына эшләй башлай. Һәм кешенең башында барған фекерләү процессын ғалим алты типҡа бүлә. Методика яҡшы иҫтә ҡалһын өсөн, автор был фекерләү тибын төҫлө эшләпәләр менән бәйләй.
“Кемдеңдер эшләпәһен кейеү» тигән һүҙбәйләнеш конкрет эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тигәнде аңлата. Билдәле төҫтәге эшләпәне кейеп, уҡыусы айырым фекерләү тибын һайлай. Был эште төркөмдәрҙә, парҙарҙа айырым уҡыусылыр менән дә ролле уйын формаһында ойошторорға була. ( Эшләпәне кеймәҫкә лә мөмкин, ролгә инеү өсөн уйың менән уны күҙ алдына килтереү ҙә етә).
- Ҡыҙыл эшләпә – әҫәрҙең геройҙарына, ҡылығына, тәбиғәт күренешенә ҡарашын, хис- тойғоһон белдерә.
- Һары – әҫәрҙән ниндәй яҡшы нәмәне үҙең өсөн алырға мөмкинлеген эҙләй.
- Йәшел – геройға, әҫәрҙе уҡыусыға кәңәш бирә.
- Ҡара – геройҙың эшмәкәрлегендә насар һыҙаттарҙы таба, икеләнә.
- Аҡ – геройҙан, әҫәрҙән алған мәғлүмәттәрҙән нимә өйрәнергә була.
- Күк – сюжетты дауам ит.
Балалар үҙҙәре эшләпә төҫөн һайлайҙар һәм һүҙҙәр әҙерләйҙәр. Фекерҙәр алышҡанда уҡыусылар бер үк тексты төрлөсә ҡабул итергә мөмкин икәнлеген төшөнәләр. Йәнле фекер алышыуҙар уҡыусыларға үҙҙәренең һүҙ байлығын арттырыу мөмкинлеген бирә.
3.Өсөнсө кимәл – рефлексия (фекерҙәрҙе анализлау).
Уҡыусылар дәрес башындағы һүҙгә әйләнеп ҡайталар. Алған яңы мәғлүмәттәрҙе ҡулланып, ошо һүҙҙәргә үҙгәрештәр, өҫтәлмәләр индерә. Дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған фекерҙәрҙе анализлайҙар, ҡуйылған һорауҙарға яуап бирәләр.
- Бөгөн мин белдем;
- Ҡыҙыҡ булды ;
- Ҡыйын булды ;
- Мин күнегеүҙәр эшләгәндә ;
- Мин аңланым ;
- Мин аңламаным ;
- Мин өйрәндем;
- Мин тырыштым ;
- Минең уйлауымса ;
- Мин эшләп ҡарар инем ;
- Мине аптыратты;
- Бөгөнгө дәрес миңә тормош өсөн ;
- Минең тағы ла;
Ошо өсөнсө кимәлдә синквейн (француз һүҙе “биш юллыҡ шиғыр”) алымы ҙур роль уйнай.
Исеме ( ғәҙәттә, 1исем ).
Һүрәтләү (ғәҙәттә, 2 сифат).
Хәрәкәт (темаға ярашлы 3 һүҙ ).
Темаға мөнәсәбәт ( 4 һүҙле фраза).
Төп фекерҙең ҡабатланыуы (теманың синонимы).
Был алымды парҙар менән йәки үҙ аллы эшләгәндә ҡулланырға мөмкин. Синквейн менән эшләгәндә, уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһе, ижади үҫешен күрергә мөмкин.
Шулай итеп, тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһын ҡулланыу балаларҙа үҙаллылыҡ, яуаплылыҡ тәрбиәләй, диалогик һәм монологик телмәр үҫтерә, һүҙлектәр һәм өҫтәлмә әҙәбиәт менән эшләргә өйрәтә. Ә иң мөһиме – уҡыусыларҙың үҙ аллы белем алырға ынтылыуы, алған белемдәрҙе хәҙерге заманда дөрөҫ ҡулланыуы, тәнҡитле һәм ижади фекерләргә, үҙенең эшмәкәрлегенә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеүе. Һөҙөмтәлә, беҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ирекле фекерләүҙән ҡурҡмаған балалар тәрбиәләйбеҙ.
Әммә эшебеҙҙә ҡыйынлыҡтар ҙа осрай. Эшләмәгән кеше генә хаталанмай, тиҙәр бит. Мәктәпкә төрлө әҙерлекле балалар килеү сәбәпле, был технологияны ҡулланып бер төрлө уңышҡа, бөтә уҡыусылар менән дә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеп булмай. ниндәй генә технологи Хәҙерге заман уҡытыусыһының төп бурысы: ниндәй генә алымдар ҡулланһаң да, һәр нәмәгә лә үҙ фекере булған аңлы, уңышлы уҡыусылар тәрбиәләргә кәрәк.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Хас - кемгәлер ҡаныҡҡан,ҡонло,үсле. Аяған - йәлләгән, ҡыҙғанған. Һүҙлек эше:
Батыр-ил тип яныр,көйөр,кәрәк икән,ғәзиз ғүмерен бирер; Бахыр-ҡурҡаҡ-үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртыр.
Илен,халҡын ныҡ аяған – батыр булыр, Хастан өркөп,йән аяған – бахыр булыр. (Мостай Кәримдең «Ҡара һыуҙар»һәм Әнғәм Атнабаевтың «Әсә хөкөмө»әҫәрҙәре буйынса)
1. Мостай Кәримдең «Ҡара һыуҙар»поэмаһында – Яҡуп образы Әнғәм Атнабаевтың «Әсә хөкөмө»драмаһында – Хамат образы. 2. Сыҙамлыҡ менән Менәүәрә образдары - ҡаһарман образдар .
1. Сәйәсәт: һуғыш,Тыуған ил өсөн көрәш: йә еңергә, йә үлергә. 2. Тылда ла –Тыуған ил өсөн көрәш.
Етер! Етер! Ишетәһеңме, Кеше түгел мин-күләгә, Мин хәшәрәт был һаҙлыҡта! Хәбәр бирмәй,ҡәбер күрмәй Серегәнсе бында ятып, Әсир төшөп тере ҡалыу Йөҙ ҡат артыҡ,мең артыҡ. Мин үҙемә кәрәк түгел, Мин кәрәкмен һөйгәнемә.
- Беҙҙекеләр еңһә, мин был баҙҙан сыға алмаясаҡмын! Ул миңә ҡәбер буласаҡ.Ә улар(фашистар) килһә... мин сығасаҡмын.Улар мине ғәфү итәсәк...
һуғыштан, илде һаҡлауҙан ҡасып, фашистар килгәнсе,боҫоп йәшәү...
Был алымда эшләпәне кейгән кеше билдәле бер образға инә, шул эшләпә аҫтындағы баш, мейе шул юҫыҡта ғына эшләй башлай. ( Эшләпәне кеймәҫкә лә мөмкин, ролгә инеү өсөн уйың менән уны күҙ алдына килтереү ҙә етә .)
Әҫәрҙең геройҙарына, ҡылығына хис – тойғоһон белдерә. Әҫәрҙән ниндәй яҡшы нәмәне үҙең өсөн алырға мөмкин. Геройҙың насар һыҙаттарын таба, икеләнә. Геройға, әҫәрҙе уҡыусыға кәңәш бирә. Геройҙан, әҫәрҙән нимә өйрәнергә була . Сюжетты дауам ит.
Уҡыусының исеме,фамилияһы Үткән дәрестә нимәләр белдем? Бөгөнгө дәрескә маҡсатым: Был осраҡта ни эшләр инем ? Сыҙамлыҡ менән Менәүәрә образдарына минең ҡарашым: Яҡуп менән Хамат тураһында нимә әйтә алам? Бөгөнгө дәрестән нимә алдым? Үҙемә ҡуйған маҡсатым:
Предварительный просмотр:
Дәрестең темаһы: Тыуған йортом – изге ҡотом
Усағы һүрелмәһен!
(Р. Солтангәрәевтың “Тыуған йорт” хикәйәһе буйынса дәрес-сәйәхәт)
Дәрестең маҡсаты : Р. Солтангәрәевтың “Тыуған йорт” әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү; әҫәр аша тыуған ергә, үҙ халҡыңа, телеңә, атай-әсәйеңә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, ғаилә традицияларын һаҡлау; иғтибарҙы, хәтерҙе, телмәрҙе, фекерләүҙе, ижади һәләтте үҫтереү.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
- Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, белем процесын етди, яуаплы ҡарарға өйрәтеү, матур кешеләр менән ғорурлыҡ тойғоһо, ихтирам тәрбиәләү.
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш:
Уҡыу процесында күҙәтергә, сағыштырырға,анализларға һәм һығымта яһарға өйрәтеү.
Предмет өлкәһендәге үҫеш:
Әҫәрҙәрҙәге һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы бөгөнгө көн менән сағыштырыу юлы аша проблемаларҙы асыҡлау, анализлау.
Йыһазландырыу: дәреслек, һүҙлек, әҫәр йөкмәткеһенә ярашлы эшләнгән картина, фонояҙма, слайд.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле. Уҡыусыларҙың аралашыуы өсөн шарттар тыуҙырыу.
– Уҡыусылар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән сәйәхәткә юлланабыҙ.Сәйәхәткә өс төркөмдө алабыҙ. Алыҫ юлға сыҡҡанда боронғолар ололарҙан фатиха алып, доға ҡылып сыҡҡандар. Беҙ ҙә изге йоланан тайпылмайыҡ(экрандан яҙыу уҡыла.)
Хызыр Ильяс юлдаш булһын,
Күңелдәргә иман тулһын!
– Хәйерле сәғәттә, яҡшы кәйеф менән юлға сығайыҡ, иман нурҙарында нурланып, күңелебеҙгә рухи ҡиммәттәр йыйып ҡайтайыҡ!
II. Белем һәм оҫталыҡты актуалләштереү.
1. – Экранда нимәләр күрәһегеҙ?
-Ауыл өйҙәрен.
-Ниндәй уй-тойғолар һеҙҙе солғап алды?
-Тыуған ауылыбыҙ иҫкә төштө.
-Ата-әсәйебеҙ,туғандарыбыҙ.
-Дөрөҫ.
(Экранда –шиғыр)
-Экранда Гөлдәниә Һағынбаеваның шиғыры бирелгән,әйҙәгеҙ, уҡып китәйек.
1-се төркөм уҡый
Тыуған йорт – тыуған нигеҙ,
Минең күңелгә яҡын.
Ҡоштай ашҡынып ҡайтам
Һиңә мин, тыуған яғым.
2-се төркөм уҡый
Ҡыуанып атай-әсәйем
Урамдан ҡаршы ала.
Ғаиләм усағы нуры
Күңелемә ҡот һала.
3-сө төркөм уҡый
Әсәйем бешергән аштар,
Яңы бешкән икмәк еҫе,
Тәмле, татлы еҫтәр менән
Тулған йортомдоң эсе.
Өс төркөм бергә уҡый
Ниндәй рәхәт тыуған йортта
Күмәкләп сәй эсеүҙәре!
Шундай дуҫ, татыу ғаиләлә
Бәхетле үҫеүҙәре!
Гөрләп торған иләүемә
Ҡайғылар үрелмәһен.
Тыуған йортом – изге ҡотом
Усағы һүрелмәһен!
-Ошо шиғыр юлдарынан асҡыс һүҙҙе табығыҙ.
-Тыуған йорт.
-Килешәм.
– Тимәк, беҙ бөгөн нимә хаҡында һөйләшәсәкбеҙ.
-Тыуған йорт тураһында.
-Дөрөҫ.Өйгә эшкә нимә бирелгән ине?
-Рәшит Солтангәрәевтең “Тыуған йорт”хикәйәһен уҡып килергә ине.
-Тимәк, дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуйыр инегеҙ?
- Р.Солтангәрәевтең “Тыуған йорт”хикәйәһенең йөкмәткеһен үҙләштереү.
-Әҫәр аша тыуған ергә, үҙ халҡыңа, телеңә, атай-әсәйеңә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.
-Ғаилә традицияларын һаҡлау; иғтибарҙы, хәтерҙе, телмәрҙе, фекерләүҙе, ижади һәләтте үҫтереү.
-Ә хәҙер картаға иғтибар. “Тыуған йорт”хикәйәһенең авторы кем һәм картанан уның тыуған районын күрһәтегеҙ?
-Дөрөҫ! Бөгөн беҙҙә дәрестә М.Аҡмулла исемендәге БДПУ филология фәндәре кандидаты,доцент, хөрмәтле Гөлнур Мирза ҡыҙы Нәбиуллина - күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтең тормошо һәм ижады тураһында монография,ғилми хеҙмәттәр авторы.Һүҙебеҙҙе ҡунағыбыҙға бирәйек.
-Ә хәҙер “Тыуған йорт” хикәйәһендә йәшәгән халыҡ менән яҡындан танышайыҡ.Әйткәнемсә,бөгөн беҙ төркөмдәр менән эшләйбеҙ. (Слайдта – ауыл, уны уратып алған тәбиғәт һүрәте.)Текст буйынса эште башлайбыҙ. Һәр төркөм әңгәмәләшеп, диалогтарҙы ролдәргә бүлеп уҡый.
– Беренсе төркөмгә эш: Ни өсөн кешеләр ауылға тура инмәй, ошо бейек тау башында туҡтайҙар? (Слайдта тау күренә.)
(“Тыуған йорт” хикәйәһендә матур йола телгә алына. Ситтә йөрөп йәки йәшәп ҡайтҡандар иң тәүҙә мотлаҡ ошо тауға менеп, ауылдың күркәмлеген күҙәтә, хәтирәләргә бирелеп, һоҡланып тора.(232 -се бит)
– Икенсе төркөмгә эш: Ана бер машина килеп туҡтаны, унан төшкән кешеләрҙең береһе ниндәй йылғаға ыңғайланы, кемдәр икән улар? (Ғөбәйҙулла һәм уның ғаиләһе. (Уҡыусылар әҫәрҙән юлсыға бирелгән характеристиканы уҡый.231-се бит)
– Өсөнсө төркөм : Ғөбәйҙуллаға баҫма янындағы ағас ниндәй хәтирәне иҫенә төшөрә? (Ағас башына менеп, ҡарға күкәйен алам тип, йылғаға йығылып төшкән Ғөбәйҙулланы Шәмсетдин бабайҙың ҡотҡарыуы хаҡындағы хәтирә иҫкә төшөрөлә. 231-се бит)
1) Ауыл осонан таяҡҡа таянып килгән инәйҙең кемлеген асыҡлайыҡ. (Ауылға кем килеүен йә ҡайтыуын күрәҙәлек ҡылып күҙәтеүсе Фатима әбей ул, ауылдың оло быуыны.232.
2) Ғөбәйҙуллалар янына “Иж” мотоциклы менән кемдер килеп туҡтаны. Кем ул? Уларҙың әңгәмәһенә ҡолаҡ һалайыҡ. (Тимербай ҡорҙашы осрай. Ул – агроном, лафетсылар янына эшкә китеп барыуын әйтә232.)
– Кем ул лафетсы? (Уҡыусылар аңлатмалы һүҙлектән табып уҡый. Лафет – тағылма урғыс машина. Лафетсы – лафет менән ашлыҡ урыусы.232.)
3)Тимербай ауылдың яңырыуын нисек бәйән итә? (Слайдтағы картинала ауыл өйҙәре күрһәтелә. 234)
(Заманса төҙөлгән яңы кирбес өйҙәр: ике ҡатлы мәҙәниәт йорто, шунан һуң Искәндәрҙеке, совхоз автомеханигы, “Торна” ҡушаматлы Йәнғәлиҙеке.)
Өс төркөмгә эш:
–Ғөбәйҙулланы тыуған йорто нисек ҡаршылай? (Уҡыусылар уның тыуған йорто ҡаршыһында туҡталыу күренешен тасуири уҡый.234)
“Ғөбәйҙулла сереүҙән таралып китергә әҙер торған иҫке ҡапҡаны шығырлатып асты ла, әйберҙәрен ергә ҡуйып, туҡтап ҡалды. Ишек алдын алабута, дегәнәк, төрлө ҡырағай үлән баҫып бөткән был һалам башлы, төртһәң ауырға торған йорт ауылды сүпләп ултырған кеүек ине. Ҡасандыр һыланған балсыҡтары ҡубып төшкән, стеналары – бер яҡҡа, быялалары ҡойолған тәҙрәләре икенсе яҡҡа ҡыйшайған”.
– Әсәһе менән осрашыуҙы һүрәтләгеҙ. (236)(Өҙөк тасуири уҡыла.)
“Ҡапҡанан ҡабалана-ҡабалана сал сәсле әбей инеп килә ине. Ғөбәйҙулла өндәшмәй генә уға табан атланы. Әбей тамырҙары ташып торған, ҡалтыранған ҡулдары менән улын ҡосаҡлап алды. Икеһе лә ситкә боролоп күҙ йәштәрен һөрттөләр. Был Ғөбәйҙулланың үҙ ғүмерендә ысын күҙ йәше менән беренсе илауы ине, шикелле”.
Проблеманы хәл итеү өсөн кәрәкле белемде эҙләү.
1. Төп геройҙың сит яҡтарға юлланыу сәбәптәрен асыҡлау.
– Ә ни өсөн Ғөбәйҙулла ситкә сығып китә? (233)(Уҡыусылар үҙ фекерен әйтә һәм колхоз рәйесе Шәүәли менән аҙаҡҡы һөйләшеүҙе ролдәргә бүлеп уҡый.)
“Бәхетте еңел тапмаҡсы булаһың. Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә – бер һыйыр, ти. Тормош гел ошо көйө торор, тип беләһеңме ни? Һеҙгә, йәштәргә, ауылдың киләсәген дә уйларға кәрәк.
– Был хәйерсе ерҙә йәшәп булмаҫ инде!
– Мырҙам, улай оло һөйләмә. Ергә төкөрмә, кире яларға тура килмәһен. Бер кәрәкмәһә, бер кәрәгер. Ә бына һин уға кәрәгерһеңме икән?!
Оло кешенең хәтере ҡалды. Справканы йырта яҙып мисәтен һуҡты ла:
– Дүрт яғың ҡибла! Ундай кешеләрҙең беҙгә кәрәге юҡ! – тип ҡыуып уҡ сығарып ебәрҙе”.
Дебат ойоштороу:
1)Һеҙ Ғөбәйҙулла урынында булһағыҙ, колхоз рәйесенең һүҙенә ҡолаҡ һалыр инегеҙме? (Уҡыусылар үҙ-ара бәхәсләшә.)
2)Уҡыусылар, Ғөбәйҙулланың тыуған яғын ташлап китеүен һәм кире ҡайтыуын сағыштырған өҙөктө текстан табығыҙ.
-- “Көндәр матурайғас ҡына килеп оя ҡора ла, һауа боҙолғас та йылы яҡтарға ҡасып китә торған ҡоштар кеүек, һәр ауылдың шундай күсеп йөрөргә ярата торған кешеләре була. Ә һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ташкент, Урта Азия тип сығып китеү – бер ғәҙәт ине. Шул ҡоштарҙың береһе – Ғөбәйҙулла”.
--“Ил тарта ул. Ана, Миңнемырҙа ла шулайтып ҡайтып килгәйне бит. Аһ-аһ, әйҙәгеҙ, ни эшләп тораһығыҙ! Юлдан йонсоп килгәнһегеҙҙер. Ишеткәс тә шаҡмаҡ менән самауырымды ҡуйып киткәйнем”. (Был юлдар халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы, ихласлығы, кешелеклеге хаҡында һөйләй.)
3)Ғөбәйҙулла кеүек кещеләр бармы? Нисек уйлайһығыҙ?
4) Ғөбәйҙулла дөрөҫ эшләгәнме, нимәлә уның хатаһы? Ҡайһы әҫәрҙәрҙә Ғөбәйҙулла образына ауаздаш образдар бар?( Р.Солтангәрәевтең “Ҡиәмәтлек кейәү”- Хәсән образы,Талха Ғиниәтуллиндың”Әсә һәм бала”-Сафия апайҙың улы һ.б.)
5)Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
6)Ошо әҫәрҙә халҡыбыҙҙың йолалары ла сағылыш тапҡан.Әйҙәгеҙ әле,табайыҡ!
а)Кумертау – Себер – Үзбәкстан яҡтарында 15 йыл ситтә йөрөп ҡайтҡан Ғөбәйҙулла йәш ауылдаштары менән нисек күрешә? Ауылдың ағинәйе Фатима әбейҙең һүҙҙәрен табып уҡығыҙ, унда халҡыбыҙҙың ниндәй сифаты тураһында һүҙ бара? (Ташкент күстәнәсе тип Ғөбәйҙулла малай-шалайға өрөк, сәтләүек тарата.) .
б )Аһ-аһ, әйҙәгеҙ, ни эшләп тораһығыҙ! Юлдан йонсоп килгәнһегеҙҙер. Ишеткәс тә шаҡмаҡ менән самауырымды ҡуйып киткәйнем”. (Был юлдар халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы, ихласлығы, кешелеклеге хаҡында һөйләй.)
Төркөмдәр эше.
(Слайдта Ғөбәйҙулланың тыуған йорто төшөрөлгән һүрәт күрһәтелә.)
– Уҡыусылар, Ғөбәйҙулла тыуған йортона ҡайтҡан, өй ташландыҡ хәлдә. Әйҙәгеҙ, беҙ уға яңы нигеҙ һалырға ярҙам итәйек. Һеҙгә мәҡәлдәр һүҙлеге ярҙамға килер. (Төркөмдәргә эштәр бүленә.)
1-се төркөм – “Ҡот”.
– Өй нигеҙенең дүрт мөйөшөнә дүрт теләк яҙығыҙ һәм ни өсөн теләк теләнеүен аңлатығыҙ. (Борон-борондан өйҙөң нигеҙе ҡотло булһын өсөн дүрт мөйөшөнә ырымлап тәңкә һалғандар. Был йола бөгөн дә дауам итә. “Тарихымды онотмам, тамырымдан айырылмам”, “Ныҡлы ғаилә – ил терәге”, “Торған ер – яҡын, тыуған ил – алтын”, “Мал – ашаған еренә, ир тыуған иленә ҡайтыр” тигән мәҡәлдәр уҡыла һәм аңлатма бирелә.)
2-се төркөм – “Өс таған”.
– Өйҙөң ҡыйығы өсмөйөш формаһында. Ошо өсмөйөшкә ҡайһы образдарҙы ҡуйыр инегеҙ, ни өсөн? (Фекерҙәр тыңлана, дөйөм һығымта яһала. Өсмөйөштә оло быуын вәкиле Фатима әбей, Ғөбәйҙулла, уның әсәһе ҡуйыла. Улар – быуындар сылбырын нығытыусы өс таған.
“Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул”, “Өс таған таймаҫ, тайһа ла аумаҫ” тигән мәҡәлдәр ошо осраҡҡа тап килә.)
3-сө төркөм – “Илһам”.
(Рәссамдәр әҫәр буйынса һүрәт төшөрә. Ижадсылар тыуған йорт, ғаилә темаһына шиғыр йә фекернамә яҙа һәм уҡый.)
Р. Солтангәрәевтың “Тыуған йорт” әҫәренең әһәмиәте менән бәйләнә. Өй эше тураһында мәғлүмәт, уны үтәү буйынса күрһәтмә бирелә.
1. “Татыу ғаилә – ил күрке” темаһына инша, шиғыр йә ҡобайыр яҙырға.
2. Быуындар сылбырын, ғаиләне сағылдырған презентация эшләргә.)
V. Рефлексия.
-Автор нимә әйтергә теләгән? Һеҙ үҙегеҙ нисек уйлайһығыҙ?
-Бөгөн мин белдем; -Ҡыҙыҡ булды ;
-Ҡыйын булды ; -Мин текст менән эшләгәндә ;
-Мин аңланым ; -Мин аңламаным ;
-Мин өйрәндем; -Мин тырыштым ;
-Минең уйлауымса ; -Мин эшләп ҡарар инем ;
-Мине аптыратты; -Бөгөнгө дәрес миңә тормош өсөн ;
– Дәрес башында ҡуйған “Хызыр Ильяс юлдаш булһын, күңелдәргә иман тулһын” тигән маҡсатыбыҙға ирештекме? (Иман нурҙары – тыуған ерҙә, ғаиләлә, тәбиғәтебеҙҙә, йолаларыбыҙҙа, бер-беребеҙҙең, атай-әсәйҙең, туғандарҙың ҡәҙерен белеүҙә, ололарҙы ихтирам итеүҙә.)
VI. Йомғаҡлау.
– Ҡәҙерле уҡыусыларым, бөгөнгө дәрес-сәйәхәтте мин һеҙгә иҫтәлек итеп үткәрҙем. Ап-аҡ таҫмалар таҡҡан, аҡ алъяпҡыс, күк күлдәктәр кейгән йондоҙҙай балҡыусы ҡыҙҙарым, тиҙҙән һеҙ ғилем йыһанын иңләргә осорһоғоҙ. Ҡанаттарығыҙ ныҡ булһын, һынмаһын, талмаһын. Бер татыу ғаилә булып йәшәгән тыуған йортоғоҙ – интернатығыҙҙы онотмағыҙ. Файҙалы һөнәрҙәргә эйә булып, киләсәктә матур ғаиләләр ҡороғоҙ һәм уны ҡәҙерләгеҙ!
Предварительный просмотр:
Тема:Ҡушылған дәрес.Һүрәтләү саралары.
“Ныҡлы ғаилә-ил терәге.”
(Ғ. Сәләмдең тормош юлы һәм ижады.«Бала» поэмаһы буйынса).
Уҡыу-методик комплект: Башҡорт теле.9-скласс.В.Ш.Псәнчин.
Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте. Хрестоматия.Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн; Ғ.Хөсәйенов. Ғ.Сәләм”Бала”поэмаһы.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға өйрәтеү; тел һәм әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныу,илһөйәрлек,арҙаҡлы шәхестәр менән ғорурланыу тойғоһо,уларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү.
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: уҡыу процесында күҙәтергә,сағыштырырға,анализларға һәм һығымта яһарға өйрәтеү.
Предмет өлкәһендәге үҫеш: Ғ.Сәләмдең тормошона,ижад юлына күҙәтеү яһау,”Бала” поэмаһының йөкмәткеһен үҙләштереү, һүрәтләнгән ваҡиғалар аша проблемаларҙы асыҡлау,анализлау.Һүрәтләү сараларын ҡабатлау,”Бала”поэмаһында һүрәтләү сараларын тикшереү.
Йыһазландырыу: экран,слайдтар,китаптар күргәҙмәһе,ноутбуктар,эпиграф.
Дәрес барышы
Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге | ||
I.Психологик комфорт булдырыу | |||
1.Дәресте Г.Салә көйөнә, Р.Аҡъярова һүҙҙәренә яҙылған “Әссәләмәғәләйкүм! “ йырын тыңлау,ҡушылып йырлау менән башлау: Таң ата ла ҡояш сыға, Ҡояшты сәләмләй көн. Һаумы, ҡояш !Һүнмәҫ усаҡ! Әссәләмәғәләйкүм! Тел асҡысы. иман биргән Һөйөклө туған телем. Үҙ телемдә һеҙгә сәләм Әссәләмәғәләйкүм! 2.Хәйерле иртә,уҡыусылар! Бөгөн беҙҙә Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтар.Әйҙәгеҙ ,улар менән иҫәнләшәйек! 3.Шулай уҡ һәр берегеҙ күршегеҙгә уңыштар теләп,күтәренке кәйефтә дәресебеҙҙе башлайыҡ! | Экрандағы йыр һүҙҙәренә таянып йырлау.
-Хәйерле иртә! Уҡыусылар парта артындағы күршеһенең усына һуғып, уңыш теләй ала. | ||
II.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу | |||
1.Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу өсөн ситуация тыуҙырыу: Уҡыусылар,һеҙҙең фекерегеҙсә,дәрестә уңышлы эшмәкәрлек алып барыу өсөн нимәләр кәрәк? Һеҙҙең кеүек уҡыусыларҙа ҡыйыулыҡ та,тырышлыҡ та етерлек! Ә бына дәрестең темаһын бергәләп уйларға кәрәк буласаҡ.
- Балдан татлы бала әсәгә, -Гөлдән наҙлы бала әсәгә, -Ауыҙ һыуҡайы ла бал икән- -Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән. Кемдәрҙе ,нимәләрҙе күрәһегеҙ? -Ошо шиғыр юлдарынан асҡыс һүҙҙе табығыҙ. -Асҡыс һүҙ менән бәйле ниндәй уртаҡлыҡ бар? -Афарин.Ошо шиғыр юлдарында автор баланы нисек ҡылыҡһырлаған? -Бала һүҙенә ниндәй һүҙҙәр ярҙамында ҡылыҡһырлама бирелә? -Әйҙәгеҙ,һүрәтләү сараларын билдәләп үтәйек. -Дөрөҫ. Тимәк, бөгөнгө дәрестең темаһы нимә менән бәйле буласаҡ? -Эпиграф итеп нимәне алырға була? -Нисек атала ошо әҫәр? -Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырһығыҙ?( Һүрәтләү сараларын ҡабатлау,текста тикшереү,уларҙың әһәмиәтен билдәләү. “Бала” поэмаһының идея-тематик йөкмәткеһен асыу, поэманың ыңғай һәм кире геройҙарҙың идея-тематик , поэманың йөкмәкеһен анализлауҙа уҡыусыларға ярҙам күрһәтеү,бәйләнешле телмәр үҫтереү, ижади, логик һәм образлы фекерләү ҡәүәһен үҫтереү; бөгөнгө көндә лә актуаль яңғыраған проблемаларҙы асыҡлау нигеҙендә ғаилә ҡороуға, бала бағыуға дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү, ғаилә йылыһына ынтылыш тәрбиәләү.) -Уҡыусылар,алдағы дәрестәрҙә беҙ ниндәй әҫәрҙәр өйрәнгән инек?
-Һеҙ хәтергә төшөргән әҫәрҙәрҙең ҡайһыларында уртаҡ образдар,оҡшаш эпизодтар бар? -Афарин.Уларҙы уҡығанда нимәләр аңлашылманы? Нимәләрҙе асыҡларға теләр инегеҙ?Ошо һорауҙарға яуаптар эҙләү - бөгөнгө дәресебеҙҙең бурыстары булып торор. -Теманы,маҡсатты,бурыстарҙы билдәләнек,артабанғы эште нисек күҙаллайһығыҙ? -Афарин,уҡыусылар! Ноутбуктарығыҙҙа һүрәтләү сараларын презентациялар нигеҙендә эшләргә бирелгән ине. Нимә ул һүрәтләү саралары? Уларҙың функцияһы. Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып,бөгөнгө дәрестең темаһын,артабанғы эш барышында үҙегеҙгә кәрәкле тип тапҡан мәғлүмәттәрҙе дәфтәрҙәрегеҙгә теркәп барырһығыҙ. Һүҙлек эше таҡтала,аңлашылмаған һүҙҙәр булһа,интернетты ла ҡулланырға ла була.. Һүҙлек эше: Дуғаҙаҡ ҡаҙ- түлһеҙ(балаһыҙ)ҡаҙ. Мещан – үҙ файҙаһын ғына күреп,үҙе өсөн генә йәшәп,тар маҡсат менән йәшәгән кеше. | Ихтыяр көсө туплау,иғтибарҙы эшкә йүнәлтеү. -Девиз,эпиграф... -- ----- -Ҡыйыулыҡ,берҙәмлек кеүек сифаттар... Йырҙы тыңлау,шиғырҙы уҡыу,слайдты ҡарау,уҡыу мәсьәләһен формалаштырып әйтеү. -Вилдан Фәйзуллин башҡарыуында”Ҡолон”йырын тыңланыҡ.Әсә һәм бала слайды. -Бала һүҙе. -Асҡыс һүҙ менән бәйле Ғ.Сәләмдең”Бала”поэмаһы бар.Өйгә беҙгә уны хрестоматиянан уҡып килергә ҡушылғайны. -Балдан татлы,гөлдән наҙлы,... -Һүрәтләү саралары ярҙамында.
-Балдан татлы бала-сағыштырыу, Гөлдән наҙлы-сағ. Ауыҙ һыуҡайы ла бал икән-сағ. Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән-йәнләнд. -Һүрәтләү саралары менән,минеңсә. -Ғ.Сәләмдең”Бала”поэмаһы буйынсалыр,моғайын. -Рәми Ғариповтың ошо шиғыр юлдарын. -Р.Ғариповтың “Бал-бала”шиғыры. 1. Һүрәтләү сараларын ҡабатлау,улар менән текста эш итеү, телмәрҙә ҡулланыу. 2.Ғ.Сәләмдең”Бала”поэмаһының йөкмәткеһен өйрәнеү. 3.Һөйләү телмәрен үҫтереү.
-Д.Юлтыйҙың”Ҡан” романын,Ғ.Хәйриҙең”Боролош”романын,М.Буранғол ижадын,Б.Бикбайҙың “Аҡсәскә”повесын.
-Б.Бикбайҙың”Аҡсәскә”повесында Әхмүш Ямаев образы Ғ.Сәләмдең”Бала”поэмаһында Әршитобразы оҡшаш,Нәғимә һәм Нәзирә,Зәйнәп образдарын сағыштырырға була.
-Өй эшен тикшерергә кәрәктер ти уйлайым,сөнки һүрәтләү саралары буйынса презентация эшләргә һәм Бала”поэмаһын уҡып килергә ҡушылған ине.”
(Теманы яҙып алыу. ) . - | ||
V.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү | |||
-Поэмала ниндәй проблемалар күтәрелгән?
1-се төркөмдәге парҙар:
Беренсе төркөм: 1.Магнит тартҡан кеүек ҡайнар ирендәр – сағыштырыу Поездар ҙа, яҙ шикелле – сағыштырыу Бер сәскә лә, Зәйнәп кеүек матур түгел – сағыштырыу 2. Юғалттылар әйтер һүҙҙәрен – йәнләндереү Электрҙар ниңә ҡарайҙар – йәнләндереү Һауа теленде – йәнләндереү. 3.Уҡыу-белем-синоним Икәү-Сәйҙел менән Зәйнәп-синон. Һөйөү-мөхәббәт,һөйөү яҙы-син. Ҡыҙыу-эҫе-син. 4.Һөйөү яҙы-эпитет 5.Ҡайнар ирендәр- метафора Ҡанлы яҙ-метафора.???? 6.Ҡан йөрөшө бер бушатты,ҡыҫты –(антитеза)һулышты.Яҙ тулыша-бушатты-антитеза.Табылған һүҙҙәр төшөп ҡала-антитеза.Йылдар килер—эҙе юғалыр-антитеза. -Кемдәрҙең мөхәббәте данлана һуң?(Сәйҙел менән Зәйнәптең). Улар ниндәй йәштәр булып күҙ алдына баҫа?Характеристика биреп китәйек.Текст буйынса эш.(Хрест.192-се бит)Һүрәтләү саралары 2-се төркөмдәге парҙар: Ни өсөн Сәйҙел менән Зәйнәп араһында ҡаршылыҡ килеп тыуа,хатта уларҙың ғаиләһе тарҡалыуға тиклем барып етә?Хрест. буйынса эш.(193-сө бит) Зәйнәп менән Сәйҙел ниндәй ҡурҡыныс аҙым яһанылар?Кемдең йоғонтоһо нигеҙендә ошо аҙымға баралар?( 196-сы бит) Икенсе төркөм Ап-аҡ шәлен ябынып – йәнләндереү Май йәшәрә - йәнләндереү Баҡса йәшәрә - йәнләндереү Ишеп аҡҡан һыуҙай – сағыштырыу.мин Бальзак кеүек-яңғыҙ ҡартайыуы-сағышт. Етеҙ күҙҙәр – эпитет Йәшлек яҙы – эпитет Тоноҡ Иҙел – метафора?????? Айҙың нуры үткер – метафора. Тулған ай-мет.Тар семьялар,ныҡлы семья.???Донъя тәме-эпитет. 3-сө төркөмдәге парҙар: Сәйҙел менән Зәйнәпкә Әршиттең ысын йөҙөн асырға ниндәй ваҡиға ярҙам итә?(200-сө бит)(Әршиттән тыуған балаһын яңғыҙы тәрбиәләүсе Нәзирә менән осрашыу) Балаларын һибеп йөрөйҙәр – метафора Һалҡын процент – метафора Әсәһе – блондинка, улы – брюнет – сағыштырыу Айырылырға риза булдым, әммә аборт өсөн риза булманым – антитеза Етем ҡалған икән – ләкин ул етем булманы – антитеза Тормош ҡатмарлыраҡ романдарҙан – сағыштырыу Миңә тиклем дә өйләнеп, ташлап киткән ике ҡатынын – антитеза Донъяны аҙ күргән ҡыҙ – сағыштырыу Дуғаҙаҡ ҡаҙ – сағыштырыу Ҙур ғәйеп – метафора Оло хөрмәт-эш хаҡым ҙур-син. Уйнай-көлә-син.Йылы хис-эпитет. -Афарин,егеттәр!Шулай итеп,беҙ поэманың йөкмәткеһен үҙләштерҙек,һүрәтләү сараларын билдәләнек.Хәҙер ял итеп алайыҡ.Күҙҙәргә гимнастика. Сәйҙел менән Зәйнәп ҙур хата яһанылар,ғаиләләре тарҡалыуға килеп етте. -Әйҙәгеҙ,хәҙер өс төркөм дебат нигеҙендә образдар менән эште дауам итә. Һәр төркөм үҙ геройҙарын яҡларға,икенсе төркөмдәргә бирелгән геройҙарҙың хаталарын,кире сифаттарын,яңылыш аҙымдарын ғәйепләргә,тәнҡитләргә тейеш. 1а)Сәйҙелде ғәйепләп буламы?
1б)Зәйнәпте ғәйепләп буламы?Бөгөнгө көндә был проблема бармы? 2)Кем ул Әршит?Әршиттәр бөгөн бармы? 3)Вәлишин менән Нәзирә образдарының йөгө ниҙә?Нәзирә менән Зәйнәпте сағыштырырға,ҡайһы образ көслөрәк,һеҙҙеңсә,ни өсөн? - Ә хәҙер алты эшләпә алымы ярҙамында эш. Әҫәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?Автор нимә әйтергә теләгән? Әҫәрҙән үҙеңә нимә алыр инең? Уҡыусылар,дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Эпиграфҡа кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Бөгөн дәрестә ниндәй темаға һөйләшеү алып барҙыҡ? Дәрескә ҡуйылған проблемаларҙы асыҡлай алдыҡмы?Үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?Дәрестә алған белемем киләсәктә кәрәк буласаҡмы?
|
-Зәйнәп, Сәйҙел, Нәзирә, Вәлишин, Әршит.
-Минеңсә, поэма йәшлек, йәштәр араһындағы мөхәббәт тойғоларының сафлығы, матурлығын данлаусы юлдар менән башланып китә. (Йәшлектең, йәштәр араһындағы мөхәббәт тойғоларының сафлығын, матурлығын, данлаусы юлдар менән башланып китә.)(хрест.191-се бит) “Быйыл май үҫтергән бер сәскә лә Зәйнәп кеүек матур түгел дә, Зәйнәп – Тәүге һөйөү яҙының Гөлө булып шытты күңелдә.” - “Зәйнәп врач булыр кеше, Медтехникум бөтә бер йылдан, Улар беҙгә илде һәм үҙҙәрен Төҙөүселәр булып сығырҙар. Сәйҙел уҡыу бөтә, төҙөлөштәргә Яңы белгес булып китер ул, Һәм уҡыуын дауам иттерер...”
- (Улар тормошта янып йәшәүсе йәштәр. Сәйҙел төҙөлөш техникум әле генә тамамлаған, диплом алған,намыҫлы эшләй башлаған. Зәйнәп тә бер йылдан медицина техникумын тамамларға тейеш. Улар икеһе лә белемле, тейешле тәрбиә алған, эшһөйәр кешеләр. Йәш ғаилә төҙөгәндәр.) “Шулай ҙа – мин Семьялар ҡороуға ҡаршымын, Бальзак кеүек, яңғыҙ ҡартайыуы Минеңсә ?Иң яҡшыһы.” -Мещан Әршиттең зарарлы фәлсәфәһен тыңлап,ата-әсә булыу бәхетенән мәхрүм булалар. арҡаһында Сәйҙел яратҡан кәләше Зәйнәптән аборт яһаттыра,үҙ балаһын юҡ иттерә) 1а)Төрлө яуаптар:а)Сәйҙел төҙөүсе,изге намыҫлы хеҙмәт итеүсе,тейешле белем алған,эшһөйәр ир.Бәхетле һөйөү нигеҙендә матур ғаилә ҡора.Сәйҙелде яҡлайым.Һуң булһа ла ғәйебен таный,хатаһын төҙәтә.Баланыңғаилә нигеҙе икәнен аңлай.
1б)Сәйҙел Әршитлеккә бирелә,тәүҙә Зәйнәптән аборт яһаттыра,бала булмауына һылтанып,ҡатынын ташлап китә.Сәйҙел көсһөҙ ир тип уйлайым,аҙым һайын икеләнә,үҙ фекерендә ныҡлы түгел(а.Зәйнәп аборт яһатырға тейеш түгел ине,оло хата яһаны,балаһыҙ тормош булмай.Кеше һүҙенә ҡарап бәхетһеҙлеккә осраны,балаһы юҡ,сөнки аборт яһатты.Аборттан һуң күпселек ҡатын-ҡыҙҙарҡабат бала таба алмай.Автор уны туғаҙаҡ ҡаҙ менән сағыштыра.Ире өгөтләһә лә ,үҙенең фекере,аҡылы булырға тейеш ине. б.Зәйнәп тә үҙ хатаһын аңланы.Тормошта төрлө хәлдәр була.Кеше хаталар аша йәшәргә өйрәнә.) 2)а)Иң ғәйепле кеше Әршит.Шуға ла уны хөкөмгә тарттырғандар.Сит ғаиләләргә үҙенең яңылыш фекере менән йоғонто яһай,ҙур гонаһ алды,кешеләргә күп ғазап,бәхетһеҙлек килтерҙе. б)Минеңсә,бында Әршиттең бер ғәйебе лә юҡ.Сәйҙел менән Зәйнәп бындай йоғонтоға бирелергә тейеш түгел ине.Уларға был һынау булды.Минең уйлауымса,уларҙың мөхәббәте ныҡлы булмаған. в)Әршит-мөхәббәттәре тотороҡһоҙ парҙарҙы һынаусы ,уларҙы юҡ итеүсе.Бәхетһеҙ парҙар йәмғиәткә файҙа килтерә алмай. г) Әршит- мещан ҡарашлы кеше,йәмғиәттә үҙ урынын таба алмаған зарарлы бәндә.Һәр ерҙә ғаилә ҡора ,балаларын ташлай,төрлө ерҙә ялған фекер,ҡотҡо тарата. д)Үкенескә ҡаршы,беҙҙең тормошта Әршиттәр күпселекте тәшкил итә.Ғаилә тормошона етди ҡарамаусылар,намыҫ,кешелеклелек сифаттарын юғалтҡандар. е)Бала ата-әсәле ғаиләлә үҫергә тейеш.Хәҙерге көндә ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа тормоштоң кире күренештәре күҙгә ташлана: етемдәр һанының артыуы,үҫмерҙәр араһында суицид осраҡтары,наркомания,эскелек,төрлө ауырыуҙарҙың күбәйеүе,секталарға юлығыу,йәштәр араһында бәйһеҙлек,иҫерткес ароматтар ҡулланыу. 3)а)Сәйҙел менән Зәйнәп үҙҙәренең хаталанғандарын аңлайҙар,үҙ хаталарын төҙәтеү өсөн Вәлишин менән Нәзирәнән этәргес көс алалар. б)Вәлишин,Нәзирә образында ғаилә мәшәҡәттәре менән хәлһеҙләнгән,бала ҡарап йонсоған кешеләрҙе күрәбеҙ. в)Юҡ,был яңылыш ҡараш.Улар үҙ балаларын тәрбиәләүгә бик яуаплы ҡарайҙар.Ваҡыт үтеү менән,Вәлишин,Нәзирә тәрбиәләгән балалар тыуған илдең лайыҡлы кешеләре булып үҫеп етерҙәр.Ныҡлы ғаилә- ил терәге. г)Бала тәрбиәләп тә,эштә лә өлгөргән намыҫлы кешеләр улар. д)Мин дә шулай уйлайым:бала тәрбиәләмәгән,бала тыуҙырмаған ғаиләләр яңғыҙлыҡҡа,бәхетһеҙ ҡартлыҡҡа дусар булалар.
(Уҡыусыларҙың яуаптары)
Бер уҡыусы эпиграфты уҡый. (Уҡыусыларҙың яуаптары)
| ||
| |||
| |||
VIII.Рефлексив анализ. | |||
Ғаилә һүҙен ҡулланып,бергәләп синквейн төҙөйөк.. Уҡыусылар,алдығыҙҙа ятҡан төҫлө карточкалар ярҙамында ғаилә тормошон сағылдырығыҙ һәм аңлатығыҙ: “Бала”поэмаһында Бөгөнгө көндә... Киләсәктә... Рефлексия: 1.Нимә белә инем... 2.Ниндәй яңылыҡ белдем... 3.Нимә белергә теләйем... 4 | Синквейн: Ғаилә Татыу,ныҡлы Һоҡландыра,йәшәтә,ғорурландыра Маяҡ(Терәк) | ||
IX.Өйгә эш биреү | |||
- Өйгә эшкә ғаилә темаһына проект эшләргә. 1.Үҙ хаталарын аңлай алыуҙары.Бер-береһен ғәфү итә алыуҙары.Хеҙмәттең йәштәргә роле.Балаға булған мөхәббәт.Башҡа ғаиләләрҙең йоғонтоһо.) 2. (Мәктәп,ғаиләләрҙә тәрбиә кимәлен күтәреү.Балаларҙың ялын файҙалы итеп ойоштороу.Йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү.Балаларҙың һаулығын ҡайғыртыу.Дәүләт кимәлендә закондар ҡабул итеү) 3. )(Ғаилә тәрбиәһе.Йәмғиәттең йоғонтоһо.Рух көсө.Йәшәү мәғәнәһен дөрөҫ аңлау.Тормошта үҙ урыныңды табыу.Яҡты киләсәккә ынтылыу,ышаныу.Ихтыяр көсөң булыу.Йәштәргә матди ярҙам күрһәтеү.)
| 1-се төркөм:”Бала” поэмаһында йәш ғаилә проблемаларының хәл ителеше.(
2-се төркөм:Бөгөнгө йәш ғаилә проблемаларының хәл ителеше. 3-сө төркөм:Бөгөнгө йәш ғаиләне һаҡлау(милли проект Уҡытыусының аңлатҡанын иғтибар менән тыңлау,яҙып алыу. | ||
X.Дәрестәге эшмәкәрлекте баһалау | |||
Баланы үҙ эшен баһалауҙы ойоштороу. Уҡытыусы дәрестә ҡатнашҡан һәр уҡыусыға баһаны ни өсөн ҡуйғанын аңлата. | Эш дәфтәренә шкала,диаграмма.смайлдар һ. б. ҡулланып, эшеңә баһа ҡуйыуҙы ойоштороп була. | ||
XI.Йомғаҡлау | |||
-Афарин,егеттәр!Фекерҙәрегеҙ менән килешәм.Тормош бик ҡатмарлы,ул кешеләр алдына төрлө һынауҙар ҡуя.Бөтә кешеләр ҙә был һынауҙарҙы еңеп сыға алмауҙары бар.Һеҙ фәһемле,аҡыллы фекерҙәр әйттегеҙ.Киләсәктә бындай проблемалар һеҙҙең өсөн ят булмаясаҡ,һеҙ улар менән осрашасаҡһығыҙ.Барығыҙға ла мәктәпте уңышлы тамамлап,юғары уҡыу йорттарында тейешле белем алып,яҡшы һөнәрҙәргә эйә булығыҙ.Терәк булырҙай ныҡлы ғаиләләр ҡороп,аҡыллы балалар үҫтерергә насип булһын.Ныҡлы ғаилә-ил терәге. |
| ||
Предварительный просмотр:
(Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар”поэмаһы һәм Әнғәм Атнабаевтвың “Әсә хөкөмө”драмаһы буйынса).
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: ике әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү;уҡыусыларҙың һөйләү ҡеүәһен үҫтереү, туған телебеҙҙең матурлығын аңлау,тасуири, дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен нығытыу,һүҙлек байлығын арттырыу;.тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу,уҡыусыларҙа Тыуған илгә һөйөү,батырҙарыбыҙ менән ғорурланырға өйрәтеү.
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: дәрескә ҡуйылған маҡсатты аңлау,уны тормошҡа ашырырға тырышыу,дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте табыуға өлгәшеү,үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшен тикшерә,баһалай алыу, әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү,һорауҙарға яуап биреү..
Предмет өлкәһендәге үҫеш: Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар”поэмаһы һәм Әнғәм Атнабаевтвың “Әсә хөкөмө”драмаһының йөкмәткеһе буйынса өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү. Ике әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар аша проблемаларҙы асыҡлау,анализлау.
Уҡытыу алымдары: әңгәмә,һорау-яуап,һүҙлек менән эш,тәржемә эше,тасуири уҡытыу һәм бәхәс ойоштороу.
Йыһазландырыу: дәрескә презентация, проектор,ноутбуктар,китаптар .
Дәрестең эпиграфы:
Илен,халҡын ныҡ аяған – батыр булыр,
Хастан өркөп,йән аяған – бахыр булыр.
Мәхмүт Һибәт.
Дәрес барышы:
Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге |
I.Психологик инеш. | |
1. - Һаумыһығыҙ,балалар! Хәйерле көн, һеҙгә! Зиһен һәм тел асҡыстары Теләйем һәммәгеҙгә! Кәйефтәрегеҙ нисек,яҡшымы? Рәхмәт! Бөгөн беҙҙә Һамар өлкәһенән килгән ҡунаҡтар.Әйҙәгеҙ ,улар менән иҫәнләшәйек! | -Хәйерле,көн! -Яҡшы!
|
II. Булған белемдәрен актуалләштереү | |
1.Уҡыусылар,ҡулдарығыҙҙағы бармаҡтарға иғтибар итегеҙ әле. Кемдә ниндәй фекер тыуҙы? Нимә `әйтә алаһығыҙ ? 2. Ә хәҙер ошо фекерҙәрегеҙҙе таҡталағы эпиграф менән бәйләгеҙ әле. 3. Рәхмәт. Эпиграфтағы юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? Таҡтала һүҙлек эше:аяған- һаҡлаған , хастан- . Кем ул батыр? Кем ул бахыр? Аңлатмалы һүҙлектәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин. 4.Эйе,һеҙҙең менән килешәм.Батырҙарҙан кемдәрҙе беләһегеҙ? 4.Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙмаһы ғибрәтле ваҡиғалар менән тулы. Уҡыусылар, һуғышта һәр саҡ алға барыу,атакаға ташланыуҙар ғына булдымы икән? 5.Әлбиттә, һуғышта патриотик күтәренкелек кенә булмаған,хурлыҡлы сигенеүҙәр ҙә ,биргән антҡа тоғролар ғына түгел, ҡурҡаҡтар ҙа,яңылышлыҡтар ҙа бихисап булған. 4.Һуғыш тураһында ниндәй әҫәрҙәрҙе беләһегеҙ? 5.Афарин,уҡыусылар! Алдағы дәрестәрҙә батырҙар һәм ҡурҡаҡтар темаһына бәйле ниндәй әҫәрҙәр өйрәнгән инек? 6.Дәрестең темаһын билдәләп булырмы? 7.Дөрөҫ. Дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуйырһығыҙ? 8.Һеҙ билдәләгән әҫәрҙәрҙең ҡайһыларында уртаҡ образдар,оҡшаш эпизодтар бар? 9.Һөйләшеүҙе башлар алдынан экрандағы һорауҙарға иғтибарҙы йүнәлтәйек һәм уйлайыҡ ни өсөн шундай һорау бирелде икән? 10.Ошо һорауҙарға яуаптар эҙләү - бөгөнгө дәресебеҙҙең бурыстары булып торор. 11. Уларҙы уҡығанда нимәләр аңлашылманы? Нимәләрҙе асыҡларға теләр инегеҙ? 12.Теманы,маҡсатты,бурыстарҙы билдәләнек,артабанғы эште нисек күҙҙаллайһығыҙ? 13.Афарин,уҡыусылар! Бөгөнгө дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ, артабан үҙегеҙгә кәрәкле тип тапҡан мәғлүмәттәрҙе эшмәкәрлек дәфтәрҙәрегеҙгә теркәп барырһығыҙ. | -Бармаҡтар тигеҙ түгел. -Ҡайһылары ҡыҫҡа,ҡайһылары оҙон. -Бармаҡтарыбыҙ бер тигеҙ булмаған кеүек, һуғыш осоронда ла еңеүҙәр менән бер рәттән еңелеүҙәр ҙә,батырҙар булған ерҙә ҡурҡаҡтар һәм хыянатсылар ҙа булған. -Батыр-ил тип яныр,көйөр,кәрәк икән,ғәзиз ғүмерен бирер; Бахыр-ҡурҡаҡ-үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртыр. -Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов,Алдар Иҫәнгилдин, Ҡаһым түрә, Муса Мортазин,Шайморатов генерал,Шакирйән Мөхәмәтйәнов-(Александр Матросов). -Юҡ,әлбиттә. Сигенеүҙәр ҙә күп булған. -Һуғыш тураһында фильмдәрҙә лә,әҫәрҙәрҙә лә ошондай хәлдәр һөйләнелә. -Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһы,”Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”повесы,”Ҡара һыуҙар “поэмаһы,Әнғәм Атнабаевтың”Әсә хөкөмө”драмаһы, Рәшит Ниғмәтиҙең”Үлтер,улым,фашисты!”,”Һинең кәләшеңдең хаттары"поэмалары һ.б. -М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”буйынса төшөрөлгән “Һеңле” фильмы. - Мостай Кәримдең ”Ҡара һыуҙар “поэмаһы,Әнғәм Атнабаевтың”Әсә хөкөмө”драмаһы -Эйе. Мостай Кәримдең ”Ҡара һыуҙар “поэмаһы һәм Әнғәм Атнабаевтың”Әсә хөкөмө”драмаһы буйынса фекер алышыу. - Мостай Кәримдең ”Ҡара һыуҙар “поэмаһы һәм Әнғәм Атнабаевтың”Әсә хөкөмө”драмаһындағы проблемаларҙы асыҡлау,анализлау,хәл итеү юлдарын табыу. -Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар”поэмаһында Яҡуп һәм Әнғәм Атнабаевтың “Әсә хөкөмө” драмаһында Хамат - уртаҡ образдар. -Бөйөк Ватан һуғыш осорондағы ваҡиғалар. -Сыҙамлыҡ менән Менәүәрә образдары - ҡаһарман образдар. Слайд: Был осраҡта мин ни эшләр инем? (Хәл-ваҡиғалар эсенә үҙебеҙҙе ҡуйып ҡарарбыҙ.Әҫәрҙәге геройҙар урынында булһам,мин ни эшләр инем?) -Әҫәрҙә һалдат , яу сатында алышып,йә еңергә,йә үлергә тейеш.Башҡа юл юҡ. Ни өсөн Яҡуп ҡурҡаҡ ҡолона әйләнә? -Ни өсөн Хамат һуғыштан ҡасып ҡайта? -Ике әҫәр булғас, ике төркөмгә бүленеп, һуғыш осоронда ил һаҡларға киткән һалдаттар: Яҡуп менән Хамат образдары, Сыҙамлыҡ менән Менәүәрәнең аяныслы яҙмыштары тураһында һөйләшәбеҙҙер. -
. - |
V.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү | |
Төркөмдәрҙә эштәр тәҡдим ителә. 14. Ике әҫәр өсөн дә төп проблеманы билдәләү; - геройҙарҙың маҡсатын билдәләү; 15. Беренсе төркөм: “Ҡара һыуҙар”әҫәре- Яҡуп, икенсе төркөм – “Әсә хөкөмө”әҫәре- Хамат образы.. (Ике төркөм дә текст нигеҙендә проблемаларҙы асыҡлайҙар )
Экранда: 1.Алты атаканы тонсоҡторҙоҡ, Етенсе ҡат баҫыу яғынан Улар килә. Беҙ ҙә һирәк-һаяҡ ағас төҫлө, Күптән түгел урман инек бит! Шул саҡ берәү ҡурҡып артҡа ҡасты: Кеше йүгерә,шәүлә тирбәлә. Пуля тейҙе уға.Кем пуляһы? Кеше ауҙы.Бөттө күләгә. 2.Оло юлдан дошмандарҙың Танкылары килә олоп. Ике ҡулын күтәрҙе лә Юлға баҫты ҡурҡыу ҡоло. Бөгөлөп төштө шул саҡ, Саңлы юлға тубыҡланды. Алғы танк уға табан Бер ер ҡорто урынына Ыһ та итмәй,иҙеп китте... Экранда: -Беҙҙекеләр еңһә, мин был баҙҙан сыға алмаясаҡмын! Ул миңә ҡәбер буласаҡ.Ә улар(фашистар) килһә... мин сығасаҡмын.Улар мине ғәфү итәсәк. 16.Шулай итеп, беҙ нимә белдек? 17.Эйе, дөрөҫ.Ә хәҙер дебат-бәхәс ойоштороп ҡарайыҡ. Класта ике төркөм: бер төркөм геройҙарҙы яҡлай, бер төркөм ,киреһенсә, ҡаршы килә,уларҙың фекерҙәрен кире ҡаға. Төркөмдәге һәр уҡыусы бер нисә фекер яҙа. 18.Төркөмдәрҙә эшләгәндән һуң, дөйөм бер фекергә килтертеү. Хрестоматиянан миҫалдар уҡытыу. (Ял минуты-күҙҙәргә гимнастика.) 19. Дәрес башында һеҙгә слайд күрһәткән инем. Слайд: Был осраҡта мин ни эшләр инем? 20.Эйе,дөрөҫ әйтәһегеҙ.Ике әҫәрҙә лә аяныслы яҙмыштар, ауыр тормош хәлдәре һүрәтләнгән. Ошо әҫәрҙәрҙә һеҙгә оҡшаған геройҙар булдымы? Текст өҫтөндә эшләйбеҙ. 21.Ветеран- һалдаттың Сыҙамлыҡҡа Яҡуп тураһындағы лөрөҫлөктө асып биреүенә , Илбикә улына үҙе хөкөм сығара-Хаматты атыуына ҡарашығыҙ нисек?Был осраҡта һеҙ ни эшләр инегеҙ? 22.Ике әҫәр ҙә лә ниндәй идея ята? 22.Уҡыусылар, әҫәрҙең йөкмәткеһенән сығып,бөгөнгө көн өсөн актуаль булған проблемалы һорау әҙерләгеҙ.(Ике төркөм эшләй) Һорауҙарға яуаптарҙы тыңлау,фекер алышыу. 23.Тыуған ил,ер тураһында ике төркөм бер-береһенә мәҡәлдәрҙең яртыһын әйтәләр,яуаптарын табалар. 24. Рефлексия. Уҡыусылар,дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Эпиграфҡа кире әйләнеп ҡайтайыҡ Бөгөн дәрестә ниндәй темаға һөйләшеү алып барҙыҡ? Эшмәкәрлек картағыҙға Бармаҡтар ише фекерҙәрегеҙ ҙә төрлө-төрлө булды.Ниндәй маҡсат ҡуйғым килә һеҙҙең алдығыҙға,уҡыусылар?Һеҙҙе киләсәктә ҡатмарлы ла,ҡыҙыҡлы ла тормош көтә.Һикәлтәле юлдар ҙа үтергә ,хәл иткес һайлау алдында ла ҡалырға тура килер.Шул ваҡытта дөрөҫ ҡарарға килә алыуығыҙ,дөрөҫ аҙым яһай белеүегеҙ һеҙҙең ниндәй кеше икәнегеҙҙе күрһәтер.Бөгөнгө дәрес һеҙгә киләсәктә дөрөҫ йүнәлеш һайларға ярҙам итһен ине тигән өмөттәмен. | 1.Төп проблема:сәйәсәт: һуғыш,Тыуған ил өсөн көрәш: йә еңергә,йә үлергә. 2.Тылда ла –Тыуған ил өсөн көрәш.
-М.Кәримдең “Ҡара һыуҙар” әҫәрендә ил һаҡларға яуға киткән Яҡуп ҡурҡаҡ, хыянатсы . -Ул тере ҡалыу өсөн иң насар юлды һайлай, шул юлының ҡорбанына әйләнә.
-Яҡуптың маҡсаты: Етер! Етер!Ишетәһеңме, Кеше түгел мин-күләгә, Мин хәшәрәт был һаҙлыҡта! Хәбәр бирмәй,ҡәбер күрмәй Серегәнсе бында ятып, Әсир төшөп тере ҡалыу Йөҙ ҡат артыҡ,мең артыҡ. Мин үҙемә кәрәк түгел, Мин кәрәкмен һөйгәнемә. -Һуғыш тамамланған, өйҙә Яҡупты һөйгән йәре Сыҙамлыҡ ун йыл буйы эҙләй,көтә. 2. -Ә.Атнабаевтың “Әсә хөкөмө”драмаһындағы герой ҙа илен данламай. Хамат та ҡурҡаҡ,хыянатсы. - Уның маҡсаты: һуғыштан, илде һаҡлауҙан ҡасып, фашистар килгәнсе,боҫоп йәшәү...
-Бер айға яҡын Волга менән Урал араһын йәйәүләп, Хамат һуғыштан ҡасып ҡайта. Тыуған йортонда баҙҙа йәшенеп ята . -Хаматтың әсәһе өс улын:Мансур,Хамат,Сәлимде һәм ирен һуғышҡа оҙатҡан.Оло улы Мансур менән ире яу яланында һәләк булғандар. -Хаматтың һөйгән ҡыҙы Көнһылыу ҙа уны герой булып ҡайтыр тип көтә. 1.Фекер: ике әҫәрҙә лә геройҙарҙың илгә хыянат иткән ҡурҡаҡ йәндәр икәне асыҡланды. 1)Мин Яҡуп менән Хаматты аңларға,яҡларға тырышам. 2)-Мин уларҙы яҡламайым,улар-ҡурҡаҡ йәндәр. 1)-Яҡуп ҡаты һуғышта яралана,тәүҙә һуғыш яланын ташлап ҡасмаған бит. Алты атаканы иптәштәре менән үткәрә.Уның йәшәргә,һөйгәне янына ҡайтырға , моғайын,балаларын үҫтереп,ирекле тормошта йәшәргә,бәхетле ғаиләлә ғүмер кисерергә теләгәндер ,бәлки, уны аңларға кәрәктер. 1.Улар өсөн, бәлки ,мөхәббәт беренсе урында торғандыр. 2.Әгәр мөхәббәте өсөн Яҡуп тере ҡалһа ,уны Сыҙамлыҡ ҡабул итмәҫ ине.Унда уға ҡарата нәфрәт кенә тыуыр ине. 2)Яҡуп менән Хамат икеһе лә ҡурҡаҡ ҡына түгелдәр,ауыр саҡта иптәштәрен ташлап ҡасалар,илгә хыянат итәләр, һатылалар.Ундайҙарҙың йәшәүгә лә,ҡәбергә лә хоҡуғы юҡ.Тыуған илен һатҡан кешеләр аҙаҡ мөхәббәтенә лә тоғро була алмайҙар,минеңсә. -Хәл-ваҡиғалар эсенә үҙебеҙҙе ҡуйып ҡарар инек. -Әҫәрҙәге геройҙар урынында булһам,мин ни эшләр инем? -Беҙгә “Ҡара һыуҙар” әҫәренән Сыҙамлыҡ менән “Әсә хөкөмө”нән-Менәүәрә образдары оҡшаны.Сыҙамлыҡ-Яҡуптың һөйгәне.Менәүәрә-Хаматтың әсәһенең әхирәте,күршеһе. -Сыҙамлыҡ ун йыл буйына ирен эҙләй.Ҡатыны түҙемле,тоғро.Ул бәхетле булырға хаҡлы. -Менәүәрәнең иренә ярты йыл һуғышта үлеп ҡалғанына.Уның ете балаһы бар,балаларына аталары үлгәнен әлегә әйтмәгән.Өй һалырға тигән аҡсаны еңеү өсөн фронтҡа ярҙамға тапшыра.(Хрестоматия буйынса белемдәрен нығыталар) -Сыҙамлыҡҡа өмөтһөҙ ҡалыу бик ауыр булыр ине, ләкин дөрөҫлөктө белеү мең ҡат артыҡ. - Илбикә дөрөҫ эшләгән тип уйлайым,сөнки атаһы Нурғәли һәм Мансур ағаһы Тыуған ил өсөн яуҙа һәләк булғандар.Ҡустыһы үҙ теләге менән фронтҡа киткән.Ә ул һуғыштан ҡасып ҡайтып,фашистарҙы баҙҙа көтөп ята. Илен һатҡан бахыр кеше. -Тыуған ил һәр кеше өсөн иң яҡын ,ғәзиз ,ҡиммәт төшөнсә.Уны һаҡлау,яҡлау – һәр кемдең изге бурысы.Ил ҡурҡыныс алдында торғанда барыһы ла ҡулға ҡорал алып,изге яуға күтәрелергә бурыслы. -Ни өсөн бөгөн күпселек егеттәрҙең армияға хеҙмәт итергә барырға теләктәре юҡ? - Тыуған илгә булған һөйөүҙе ,хөрмәтте йәштәргә нимәләр ярҙамында төшөндөрөргә була? Мәҡәлдәр Уҡыусының исеме,фамилияһы Үткән дәрестә нимәләр белдем? Бөгөнгө дәрескә маҡсатым: Был осраҡта ни эшләр инем? Сыҙамлыҡ менән Менәүәрә образдарына минең ҡарашым: Яҡуп менән Хамат тураһында нимә әйтә алам? Бөгөнгө дәрестән нимә алдым? Үҙемә ҡуйған маҡсатым: |
| |
Предварительный просмотр:
Асыҡ дәрес 25.01.17
Тема: Ғ. Сәдәмдең тормош юлы һәм ижады (1911 – 1939)
«Бала» поэмаһы
Маҡсат: Ғ. Сәләмдең тормошон , ижадын өйрәнеү. «Бала» поэмаһын идея тематик йөкмәткеһен асыуҙа, поэманың ыңғай һәм кире геройҙарҙың идея-тематик йөгөн билдәләүҙә, поэманың йөкмәкеһен анализлауға уҡыусыларға ярҙам күрһәтеү; ,бәйләнәшле телмәр үҫтереү, ижади, логик һәм образлы фекерләү ҡәүәһен үҫтереү; бөгөнгө көндә лә актуаль яңғырған проблемаларҙы асыҡлау нигеҙендә ғаилә ҡороуға, бала бағыуға дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү, ғаилә йылыһына ынтылыш тәрбиәләү.
Йыһаз: проектор,экран, ноутбук, портрет, плакат, хрестоматия, китаптар, дәреслек.
Дәрес барышы:
- Ойоштороу
- «Сәләм» йыры
-Һаумыһығыҙ уҡыусылар!
Хәйерле көн уҡыусылар!
Бөгөн беҙгә ҡунаҡта М. Аҡмулла исемдәге БГПУ ьашҡорт филология факультетының хөрмәтле абруйлы уҡытыусылары: Ғ.Г. һәм дә 4 курс студенттары. Әйҙәгеҙ уларҙы сәләмләйек!
- Хәйерле кән!
- Рәхмәт! Ултырығыҙ!
- Иғтибар экранға. (бер уҡыусы уҡый) Ким Әхмәтйәновтың һүҙҙәре.
«Метеор!» Үҙ есеменең һуңғы атомына тиклем тирә-йүнгә яҡтылыҡ итеп сәсеүгә биргән метеор менән Сәләмдең иртә өҙөдгән ялҡынлы ижад ғүмере араһында, ысынлап та, ҙур оҡшашлыҡ бар. Шағир ҙа уҙенең бөтә йөрәк йылыһын һәм бөтә көсөн халҡыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгәхеҙмәт бирҙе. «Быуаттарҙың һәр бер иртәһен йырға ҡушып йырлау» өсөн, кешеләргә күберәк поэтик нур өләшеп ҡалыу өсөн ул ащығып йәшәне. Үҙенең йөрәк түрендәге «ун ғүмергә бөтмәҫ
Йәшәү дәртен» башҡорт халҡына мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланып ҡалырға тырышты».
- Был ююлдарҙың авторы һеҙгә танышмы(китаптарын күрһәтергә)?
- Ким Әхмәтйәнов. Ғ. Сәләмдең тормош юлын, ижадын өйрәнгән ғалим, тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе.
- Дөрөҫ. Тимәк кем тураһында фекер йөрөтөлә?
- Шағир Ғәлимов Сәләм хаҡында.
- Афарин!Үткән дәрестә һеҙгә өйгә эшенә Ғ. Сәләмдең тормош юлы һәм ижады буйынса кластер схема йәки презинтация эшләргә ҡушылғайны.
Әйҙәгеҙ өйгә эште тикшереп китәйек(уҡыусылар презентацияларҙы уҡыйҙар, яҡлайҙар)
-Ә хәҙер ихтибар экранға(экранда Р. Ғәрипов шиғыр юлдары.Әсә һәм бала слайды)
- Балдан татлы бала әсәгә,
Гәлдән наҙлы бала әсәгә
Ауыҙ һыуҡайыла бал икән-
Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән.
- Ошо шиғыр юлдарына асҡыс һүҙҙе табығыҙ.
- Бала һүҙе.
- Ғ. Сәләмдең ошо асҡыс һүҙ менән ниндәй уртаклыҡ бар?
- Бала поәмаһы бар.
- Тимәк бөгөнгө дәрестең темаһын нисек билдәләр инегеҙ?
- Ғ. Сәләмдең “Бала” поэмаһын өйрәнеү.
- Маҡсаттарын нисек билдәрәп инегеҙ?
- Ғ. Сәләмдең тормошон , ижадын өйрәнеү. «Бала» поэмаһын идея тематик йөкмәткеһен асыуҙа, поэманың ыңғай һәм кире геройҙарҙың идея-тематик йөгөн билдәләүҙә, поэманың йөкмәкеһен анализлауға уҡыусыларға ярҙам күрһәтеү; ,бәйләнәшле телмәр үҫтереү, ижади, логик һәм образлы фекерләү ҡәүәһен үҫтереү; бөгөнгө көндә лә актуаль яңғырған проблемаларҙы асыҡлау нигеҙендә ғаилә ҡороуға, бала бағыуға дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү, ғаилә йылыһына ынтылыш тәрбиәләү.
- Афарин, уҡыусылар! Бик дөрөҫ төҙөгәнгеһеҙ, әҙәбиәт дәресе – ул хис- тойғолар дәресе. Шағир Ғ. Сәләмдең ижадын ҡоро факттарға ғына таянып йомғаҡлаһаҡ, дөрөҫ булмаҫ, әйҙәгеҙ, хистәр донъяһына иғтибар йүнәлтәйек.
- Шағир һүҙенә синквейн(француз һүҙе – фекерҙәрҙе анализлау, рефлексия)
Предварительный просмотр:
Дәрес-конспект
Тема: башҡорт теленең диалектары
Маҡсат: башҡорт теле диалектары буйынса белем биреү; һөйләү телмәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
Йыһазландырыу: презентация, слайдттар
Дәрес барышы.
- Ойоштороу.
- Һаумыһығыҙ уҡыусылар! Ултырығыҙ. Кем бөгөн дежурный? Кем дәрестә юҡ?
2. Төп өлөш
Дәресте башлап китер алдынан, әйҙәгеҙ слайдтта бирелгән тексты ҡарап китәйек. Был текст бер-береһенән нимә менән айырыла.
- Эйе, дөрөҫ бында диалект һүҙҙәр бирелгән.
Һәр беребеҙ ниндәйҙер икенсе бер ауылға, районға барһаҡ, яңы урында ниндәй ҙә булһа берәй үҙенсәлекле һүҙ йәки һүҙҙең формаһын(ялғауын) осратабыҙ. Ул һүҙ хәҙерге башҡорт әҙәби телендәге һүҙҙән айырылып та тора. Ундай һүҙ әҙәби телдә теге йәки был предметтың шул ауылда, районда икенсе төрлө атамаһы ла булырға мөмкин. Мәҫәлән, әле генә һеҙ уҡыған күнегеүҙең тәүге тексындағы шанан – әҙәби телдә шунан; күрше – ҡолан – күрше – күлән.
Башҡорт әҙәби теле дөйөм халыҡ телен барлыҡҡа килтергән өс ҙур диалектҡа нигеҙләнеп формалашҡан: көнсығыш диалект, көньяҡ диалект һәм көнбайыш диалект. Был өс территориаль диалект хәҙерге башҡорт әҙәби теленең терәк диалекттары иҫәпләнә .
-Хәҙер теманы аңлағанығыҙҙы иҫбатлар өсөн күнегеү эшләп китәйек. Слайдта бирелгән тексты уҡығыҙ, ниндәй диалектҡа ҡарағанын билдәләгеҙ, әҙәби телгә тап килмәгән тел күренештәрен табығыҙ, уларҙағы әҙәби телдәге вариантын, формаһын әйтегеҙ.
Чолоҡ чабыу. Ағачнын эчен соҡой да балауыз ҡойа. Ҡорт ҡуна шуңа. Айыу менмәсен өчөн чалғы кисәкләрен ҡағып ҡуя. Айыу киселә дә ачыуланып ҡатыраҡ бәрә, оторо киселә. Мынантын бәйләп мендерәләр күнәкне. Йүкә чөчөкләнә әййүлдә, печин уахытта ҡабыҡны ҡуптарып суға салалар. Көзгә чак йата суда...
Мин берҙе генә алманым инте ул. Ун йетене алтым үҙ ғөмөрөмтә. Кешеләр көҙәтеп кенә тора, ҡайҙа барһаң, эҙ йуллатып ҡына баралар ҙа тоталар. Ысправка булманы башта, рөхсәт йуғ ине, шунан ахутаға йөрөгәнтә инте алар мине йуллаталмай бит...
Берәй ауылға ҡоҙа килә. Ҡоҙаға шуның ҡыҙы һәйбәт тип маҡтайҙар. Атма, тайма, һарыҡма мал һөйҙәшәләр. Ҡыҙҙың әйбере күп булһа, малды ла күбәйтәләр. Йарҙыраҡ булһа, быҙауҡай һөйҙәшәләр. Шунан мал алыусы туйы була. Ике ҡоҙа һөйҙәшенгәнмә, өсәүмә улар хатыны мән гиләләр ҡоҙа-ҡоҙағыйлар ман...
Беренсе текст төньяҡ-көнбайыш диалектына ҡарай, сөнки бында с урынына ч килә һәм шулай уҡ нт диссимилятив өн ҡушылмалары ҡулланылған.
Икенсе текст көньяҡ диалекттын егән һөйләшенә ҡарай. Бында шулай уҡ ҡариҙел һөйләшендәге кеүек үк нт ассимилятив өн ҡушылмалары ҡулланылған.
Өсөнсө текст көнсығыш диалектына ҡарай, сөнки бында ы урынына а ялғауы килә, л урынына ҙ.
Бирелгән тексты әҙәби телдә яҙығыҙ. Ниндәй диалектҡа тап килә.
Ҡыҫты күсерәбеҫ инде. Ҡыҫты күсергәнтә яуҙыҡ ябындыралар, тупәһенә куб итеп суҡ баҙалар. Һамаҡлайҙар, сеңләйҙәр, ҡыҙ йылан инде. Кейәүҙе баҫтыралар, таҫтамалын апҡалалар.Шаны «ҡат апҡалыу” тийҙар.
2. Ҡайһы һүҙҙәр ниндәй диалектҡа ҡарай.
Көнсығыш диалект | Көньяҡ диалект | Төньяҡ-көнбайыш |
Йәйҙәү, үңәч, ҡыҙлар
Шулай итеп уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән бөгөн башҡорт теленең диалекттары тураһында һөйләшеп үттек. Диалекттарҙы өйрәнеү дәреслектәрҙә юҡҡа ғына бирелмәгән, сөнки беҙ икенсе райондарға, ауылдарға барһаҡ, уңайһыҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн беҙ уларҙың тел үҙенсәлектәрен, күҙ уңында тоторға тейешбеҙ.
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Туй йолаһы Димсе димләй . Шунан йәрәшә. Мәһәр һала, мәһер шул хаҡ була инде. Күрше-күлән бара. Дүрт дуға ҡоҙалар ҡалым һала. Туйға килгәс, мулланы саҡырып никах уҡыталар. Иртәгеһенә туйға мал һуйалар: һарыҡмы, башмаҡмы. Хәҙер юҡ ул. Беҙ ҙә әҙгенәһен күреп ҡалдыҡ. Бер- берһен яратышһындар ғына. Мәжлес бөтә.(Һөйләгәнемде яҙып сығар. Беҙҙең тел бигерәк ябай инде ул. Төп башҡортса.). Тағын нәмә һөйләйем?Ҡыҙ күсеп киткәндә сеңләү әйтәләр. Һаплы ла төймә ҡәҙерле , Һапһыҙ ҙа төймә ҡәҙерһеҙ, Аталы ла бала бик ҡәҙерле , Атаһыҙ ҙа бала ҡәҙерһеҙ Ултырҙым да сана төбөнә Дилбегәкәйҙәрҙе тик тотоп, Минән генә ҡалған бер әсәкәйем Ултырыр ғына микән ут йотоп.
Башҡорт теленең диалекттары
Бер төбәк кешеләренә генә хас һөйләш диалект тип атала Мәҫәлән: баҡырыу, аңғарыу, шартый...
Көнсығыш диалект Башҡортостандың Балаҡатай, Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы, Салауат, Учалы, Әбйәлил райондары, Баймаҡ районының төньяғы, Бөрйән районының төньяғы, Белорет районының төньяҡ-көсығышында йәшәгән башҡорттарҙың һөйләштәре ҡарай. Силәбе, Ҡурған өлкәләренең ҡайһы бер төбәктәрендә ҡулланыла.
Фонетик үҙенсәлектәре Ялғауҙар п, т, с , ҫ, ш, к, ҡ, х өндәренә бөткән һүҙҙәрҙән һуң – т өнөнән башланалар: йәштек-йәшлек, аҡтау-аҡлау. Л, м, н, ң, з, ж өндәренә бөткән һүҙҙәрҙән һуң – д өнөнән башланалар: йәндек – йәнлек, меңдәгән – меңләгән. Р, й, ҙ, у өндәренә бөткән һүҙҙәрҙән һуң – ҙ өнөнән башланалар: йәйҙәү – йәйләү, йөҙҙәгән- йөҙләгән.
Морфологик үҙенсәлектәре Атаҡас – тас атаһы, сипекәй – себеш, Йыуыштым – йыуындым,Туйынығыҙ – ашанығыҙ. Лексик үҙенсәлектәре Инәй – әсәй, ҡарттай – олатай, ҡартнәй –өләсәй.
Көньяҡ диалект Көньяҡ диалектҡа Эйек-һаҡмар һөйләше (Ейәнсура, Мәләүез, Баймаҡ районының көньяғы, Күгәрсен, Йылайыр, Хәйбулла, Көйөргәҙе райондарында йәшәгән үҫәргән, ҡыпсаҡ, түңгәүер, тамъян ырыуы башҡорттары инә), бөрйән һөйләше (бөрйән ырыуы башҡорттары – Бөрйән районы). Урта һөйләш (Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Белорет, Ишембай, Ғафури, Нуриман райондарына ҡараған табын, ҡатай, юрматы, тәлтем ырыуы башҡорттары инә). Дим һөйләше (Ауырғазы, Миәкә ,Әлшәй, Бишбүләк, Нуриман райондарының көнбайышы, Федоровка, Стәрлебаш, Шишмә, Иглин райондарының меңле, илкәй меңе, субы меңе, ҡыркөйө меңе һ.б. ы рыу башҡорттары инә). Был диалектҡа Башҡортостандан ситтә Ырымбур өлкәһендә Александр, Гай, Красногвардейский райондарында йәшәгән башҡорттар һөйләше инә.
Фонетик үҙенсәлектәре: маллар – малдар, атлар – аттар, ҡаҙлар – ҡаҙҙар. Морфологик үҙенсәлектәре : Әсән – әсәйең, атаң – атайың. Лексик үҙенсәлектәре: блант – ишек алды, баҡырса – сәйнүк.
Төньяҡ – көнбайыш диалект Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында Ҡариҙелдең урта ағымында Төй, Сөн, Ҡармасан, Сәрмәсән, Ағиҙелдең түбәнге ағымында, Танып йылғалары буйында урынлашҡан Ҡариҙел, Асҡын, Балтас, Тәтешле, Борай, Яңауыл, Краснокама, Дүртөйлө, Илеш, Баҡалы, Туймазы, Татарстандың Аҙнаҡай, Аҡтаныш, ӘГРЕЗ, миңзәлә, Мөслим, Пермь өлкәһенең Ҡуйыҙа, Уса, Пермь, Чернушкин һәм Барҙым райондарында йәшәгән башҡорттарҙың теле инә. Диалекттың төп билдәләре: с тартынҡыһы урынында ч, һ урынына ҡулланыла. Мәҫәлән: чирәм – сиҙәм; сөйнәксеҙ – һөйкөмһөҙ, сүлек - һөлөк
Фонетик үҙенсәлектәре: Чирәм –сирәм, үңәч – үңәс, сүлек – һөлөк. Морфологик үҙенсәлектәре: Тәмне – тәмле, ҡалаҙа – ҡалала, сыйырлар – һыйырҙар. Лексик үҙенсәлектәре: Мөгөш, почмаҡ – мөйөш, йәнәгә – ҡәйнеш, дөңгәж – иңкеш.
Чолоҡ чабыу. Ағачнын эчен соҡой да балауыз ҡойа. Ҡорт ҡуна шуңа. Айыу менмәсен ҡчөн чалғы кисәкләрен ҡағып ҡуя. Айыу киселә дә ачыуланып ҡатыраҡ бәрә, оторо киселә. Мынантын бәйләп мендерәләр күнәкне. Йүкә чөчөкләнә әййүлдә, печин уахытта ҡабыҡны ҡуптарып суға салалар. Көзгә чак йата суда... Мин берҙе генә алманым инте ул. Ун йетене алтым үҙ ғөмөрөмтә. Кешеләр көҙәтеп кенә тора, ҡайҙа барһаң, эҙ йуллатып ҡына баралар ҙа тоталар. Ысправка булманы башта, рөхсәт йуғ ине, шунан ахутаға йөрөгәнтә инте алар мине йуллаталмай бит... Берәй ауылға ҡоҙа килә. Ҡоҙаға шуның ҡыҙы һәйбәт тип маҡтайҙар. Атма, тайма, һарыҡма мал һөйҙәшәләр. Ҡыҙҙың әйбере күп булһа, малды ла күбәйтәләр. Йарҙыраҡ булһа, быҙауҡай һөйҙәшәләр. Шунан мал алыусы туйы була. Ике ҡоҙа һөйҙәшенгәнмә, өсәүмә улар хатыны мән гиләләр ҡоҙа-ҡоҙағыйлар ман
Ҡыҫты күсерәбеҫ инде . Ҡыҫты күсергәнтә яуҙыҡ ябындыралар , тупәһенә куб итеп суҡ баҙалар . Һамаҡлайҙар , сеңләйҙәр , ҡыҙ йыланы инде . Кейәүҙе баҫтыралар , таҫтамалын апҡалалар.Шаны « ҡат апҡалыу ” тийҙар .
Нимә ул диалект? Әҙәби тел тип нимәгә әйтәләр? Әҙәби тел менән диалект араһындағы айырма нимәлә? Башҡорт телендә нисә диалект бар һәм уларҙың төп билдәләре?
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Республика инженер лицей - интернаты М.Кәримдең “Айгөл иле” драмаһынан өҙөк . Айгөл ролендә – 8-се класс уҡыусыһы Дилә Йәһүҙина .
М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһынан өҙөк . Ролдәрҙе башҡаралар: Тәңкәбикә – 11-се класс уҡыусыһы Нургөл Маликова Аҡйегет – 11-се класс уҡыусыһы Динислам Хәжиәхмәтов Зөбәржәт – 11-се класс уҡыусыһы Гөлназ Мәхмүтова Шәфәҡ – 11-се класс уҡыусыһы Лилиана Мырҙағәлина.
М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесынан өҙөк Ролдәрҙе башҡаралар : Оло инәй – 11-се класс уҡыусыһы Айгөл Сабирйәнова Кесе инәй – 9 – сы класс уҡыусыһы Нәзирә Мифтахова Кендек – 8-се класс уҡыусыһы Рәмил Солтанов Әсғәт – 8-се класс уҡыусыһы Рамазан Ғәлиәкбәров. Республика инженер лицей- интернаты
М.Кәримдең “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ” повесынан өҙөк Ролдәрҙе башҡаралар : Аҡйондоҙ – 11-се класс уҡыусыһы Зөлхизә Ҡотлосурина Мәрәһим – 11-се класс уҡыусыһы Закир Йәһүҙин Мәрәһим йырын башҡара – 11-се класс уҡыусыһы Алмаз Ғәбитов. Республика инженер лицей -интернаты
М . Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһынан өҙөк . 11-се класс уҡыусыһы Алмаз Ғәбитов һөйләй. Республика инженер лицей- интернаты
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Автономия – үҙ аллылыҡ. Автономиялы республика – үҙ аллы республика.
Шәйехзада Бабич
Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тормош юлы
Әхмәтзәки Вәлиди Туған бөтә донъяға билдәле тарихсы , ҙур ғалим. Ул күренекле йәмғиәт һәм дәүләт эшмәкәре лә. 1917 йылда иғлан ителгән Башҡорт хөкүмәте башлығы , башҡорт ғәсҡәренең баш командующийы .
Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар волосына ҡараған ( хәҙер Башҡортостандың Ишембай районы) Көҙән ауылында мулла ғаиләһендә тыуған . Ул атаһы асҡан һәм уҡытҡан мәҙрәсәлә һабаҡ алған, аҙаҡ күршеҮтәк ауылы мәҙрәсәһендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы үҙләштергән , үҙ алдына уҡып , рус телен өйрәнгән . Шәкерттәр араһында уҡырға зирәклеге менән айырылып торған.
1898—1902 йылдарҙа әхмәтзәки вәлиди К өҙән ауылы мәҙрәсәһендә башланғыс синыфтарҙа атаһы Әхмәтшаһ Ә хмәтйән улы вәлидовтан һабаҡ ала, ә әсәһе Өммөлхаяттан фарсы телен өйрәнә . 1902—1908 йылдарҙа Үтәк ауылында бабаһы ( әсәһенең ағаһы ) хәбибназар мөхәммәткафи улы һатлыҡов (1862—1921) мәҙрәсәһендә белем алыуын дауам итә . Башҡортостан атономияһының дәүләт флагы 1908—1909 йылдарҙаҠазанда « ҡасимиә » мәҙрәсәһендә уҡый . 1909—1911 йылдарҙа — шул уҡ мәҙрәсәлә төрөк тарихы һәм ғәрәп әҙәбиәте тарихын уҡыта . Шул уҡ ваҡытта 1910 йылдан алып ҡазан университетында в. А. Богородский һ ə м н. Ф. Катановтың тарих һ ə м лингвистика буйынса лекцияларын тыңлай .
1912 йылда Ҡазандағы « Милләт » типографияһында уның « Төрк вә татар тарихы » исемле тәүге ҙур хеҙмәте баҫылып сыға . Тәүҙә автор уны « Төрк тарихы » тип атай , әммә Ғ. Ғ. Ибраһимов һәм баҫып сығарыусылар икенсе исем тәҡдим итәләр: «Татар тарихы », « Төрк-татарҙар тарихы ». Ләкин Вәлиди уларҙы үҙ итмәй һәм һөҙөмтәлә компромисс вариантҡа киләләр — « Төрк һәм татар тарихы ». Структураһы менән Морат Рәмзинең «Тәлфик әл-әхбәр...» тулыһынса тиерлек тап килә [13] .
1913 йылда Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең ағзаһы итеп һайлана һәм шул уҡ йылды профессор Н. Ф. Катанов тәҡдиме буйынса Төркөстандың Фирғәнә өлкәһенә ғилми командировкаға ебәрелә . Ә 1914 йылда академик В. В. Бартольд тәҡдиме буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы тарафынан шундай уҡ маҡсат менән Бохара ханлығына командировкаға бара һәм шул уҡ йылды Санкт-Петербургта Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй императоры археология һәм тарих йәмғиәтендә Төркөстанға ғилми сәйәхәттәре тураһында доклад менән сығыш яһай .
1914—1915 йылдарҙа Өфөлә « Ғосмания » мәҙрәсәһендә төрөк тарихын һәм әҙәбиәтен уҡыта . 1915 йылда Рәсәй империяһының Дәүләт Думаһының мосолмандар фракцияһына Өфө губернаһы мосолмандарынан вәкил итеп һайланып , Петроградҡа бара һәм унда ул консультант эшен башҡара . 1916 йылда мосолман фракцияһы эрг ə һенд ə с ə й ə си эшм ə к ə рлеген башлай .
1915 йылда ул Башҡортостанға ҡайтып , революцион хәрәкәткә ҡушылып киткән . 1917 йылдың Февраль революцияһынан һуң Башҡорт хөкүмәтен төҙөү эшендә ҡатнашҡан , хөкүмәт башлығы итеп һайланған , башҡорт ғәсҡәрен ойошторошҡан , уның баш командующийы итеп тәғәйенләнгән . Әхмәтзәки Вәлиди Башҡорт АССР- ын төҙөшөүселәрҙең береһе.
1920 йылда ул сит илгә сығып китә , Төркиәлә йәшәй . Стамбул университетының профессоры була , тарихтан лекциялар уҡый , Тарих кафедраһы менән етәкселек итә . Көнбайыш Европа, Яҡын Көнсығыш илдәренә сығып, Вена, Берлин, Париж, Тегеран һ .б. ҙур университеттарҙа лекциялар уҡый. Тарих , этнография буйынса ҙур ғилми хеҙмәттәре , китаптары менән бөтә донъяға танылған атаҡлы ғалимға әйләнә . Уның Башҡортостан тарихы , этнографияһы буйынса ла байтаҡ хеҙмәттәре бар. “Хәтирәләр”тигән китабында үҙенең Башҡортостанда үткән йәш сағы, мәҙрәсәләрҙә уҡыуы, йәмғиәт һәм дәүләт эшмәкәрлектәре тураһында яҙа.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған 80 йәшендә 1970 йылда Стамбул ҡалаһында вафат була . 1990 йылда Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына йөҙ йыл тулыу көнө Төркиәлә лә , шулай уҡ тыуған яғы Башҡортостанда ла киң билдәләп үтелде . Төркиәнән һәм Америка Ҡушма Штаттарынан Иҫәнбикә исемле ҡыҙы һәм Сүбеҙәй исемле улы ошо байрам көндәрендә Башҡортостанға килделәр , атаһы тыуып үҫкән ерҙәрҙе , туғандарын күрҙеләр . Улы һәм ҡыҙы икеһе лә профессор, университетта уҡыталар.
Исемен мәңгеләштереү 1992 йылда Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһына һәм 2-се Башҡорт гимназия-интернатына Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирел ə. Шул уҡ йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында В ə лиди уҡыуҙары үтк ə рел ə.
1993 йылда Көҙ ə н ауылында Әхмәтзәки Вәлиди музейы асыла . Төрлө райондарҙың урамдары уның исемен йөрөтә. Әхмәтзәки Вәлидигә Баймаҡта, С.‑Петербургта , Сибайҙа, Көҙ ə нд ə һ ə м Тем ə ст ə һ ə йк ə лд ə р ; Өфөл ə ( Милли китапхана корпустарының береһенд ə һ ə м элекке « Ғосмания » м ə ҙр ə с ə һе бинаһында ) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. 2008 йылда Санкт-Петербург д ə үл ə т университетының ш ə реҡ факультетында «Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Төрки халыҡтарҙы өйр ə неү үҙ ə ге » асыла
Тыуыуына 120-йыл тулыу айҡанлы ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы менән 2010 йыл Әхмәтзәки Вәлиди йылы тип иғлан ителгән
Предварительный просмотр:
Тема : Теҙмә ҡушма һөйләмдәр. “ Тыуған ил өсөн яуҙа һәләк
булыусыларға мәңгелек дан!” (Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл)
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: у) теҙмә ҡушма һөйләмдәр темаһы буйынса алған белемдәрҙе хәтергә төшөрөү, нығытыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән Александр Матросов тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү, уҡыусыларҙың һөйләү ҡеүәһен үҫтереү, туған телебеҙҙең матурлығын аңлау,тасуири, дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен нығытыу,һүҙлек байлығын арттырыу;.тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу,уҡыусыларҙа Тыуған илгә һөйөү,батырҙарыбыҙ менән ғорурланырға өйрәтеү.
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: дәрескә ҡуйылған маҡсатты аңлау,уны тормошҡа ашырырға тырышыу,дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте табыуға өлгәшеү,үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшен тикшерә,баһалай алыу, әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү,һорауҙарға яуап биреү..
Предмет өлкәһендәге үҫеш: дәрестең йөкмәткеһе буйынса өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү, һүрәтләнгән ваҡиғалар аша проблемаларҙы асыҡлау,анализлау.
Уҡытыу алымдары: әңгәмә,һорау-яуап,һүҙлек менән эш,тәржемә эше,тасуири уҡытыу һәм бәхәс ойоштороу.
Йыһазландырыу: дәрескә презентация, проектор,ноутбуктар,китаптар .
Һүҙлек эше:
Кимәл – уровень.
Эҙәрмән – следопыт.
Аяған – һаҡлаған.
Ҡаһарманлыҡ – подвиг.
Дәрес барышы:
-Хәйерле көн, уҡыусылар!
-Хәйерле көн!
-Һәр берегеҙ күршегеҙгә уңыштар теләп, күтәренке кәйефтә дәресебеҙҙе башлайыҡ! (Уҡыусылар бер-береһенә ҡарап йылмайыша һәм уңыш теләй ала).
I. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу
Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу өсөн ситуация тыуҙырыу:
-Уҡыусылар,һеҙҙең фекерегеҙсә, дәрестә уңышлы эшмәкәрлек алып барыу өсөн нимәләр кәрәк?
-Ихтыяр көсө туплау
-Иғтибарҙы эшкә йүнәлтеү.
-Ҡыйыулыҡ,берҙәмлек кеүек сифаттар...
-Яҡшы, килешәм. Ә бына дәрестең темаһын бергә уйларға кәрәк буласаҡ.Таҡтаға - иғтибар.
Ҡайтырбыҙ тип киткәйнегеҙ ҙә бит,
Ҡайтманығыҙ тыуған илдәргә.
Яу ҡырҙары күптән тынды инде,
Шул ҡырҙарҙа мәңге ҡалдығыҙ.
Һеҙ үлемһеҙ, үлемегеҙ менән
Еңеү булып балҡый данығыҙ!
(Ғ.Рамазанов)
(Хор менән уҡыйҙар)
- Ҡайһы осор ? Кемдәр тураһында һүҙ бара? Ниндәй ваҡиға менән бәйле?
- Бөйөк Ватан һуғышы осоро.
-Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ өсөн баштарын һалған батырҙарыбыҙ хаҡында.
- Быйылғы йылда Бөйөк Еңеүгә -75 йыл!
-Дөрөҫ.Уҡыусылар ошо шиғыр юлдарында ниндәй һөйләмдәр ҡулланылған?
-Ҡушма һөйләмдәр, минеңсә.
-Эйе.Ҡушма һөйләмдәрҙең ҡайһы төрө тип уйлайһығыҙ?
-Теҙмә ҡушма һөйләмдәр, тип уйлайым.
-Экранға иғтибар! (Александр Матросов тураһында “Шакирйән Мөхәмәтйәнов батырлығы”документаль фильмынан өҙөк тәҡдим итеү).
-Был фильм кем тураһында, ниндәй осор менән бәйле?
-Был фильмдә Александр Матросовтың батырлығы тураһында һөйләнелә.
(Шиғыр юлдарын уҡыу, фильмдан өҙөк ҡарау, уҡыу мәсьәләһен формалаштырып әйтеү.)
- Шиғыр юлдары менән таныштыҡ, фильмдән өҙөк ҡараныҡ, тимәк, бөгөнгө дәрестең темаһы нимә менән бәйле буласаҡ?
-Бөйөк Ватан һуғышы, Александр Матросовтың батырлығы
-Ҡушма һөйләм һәм уның төрҙәре ;
- Дөрөҫ билдәләнегеҙ, укыусылар! Дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуйырһығыҙ?
- Теҙмә ҡушма һөйләм һәм уның төрҙәрен өйрәнеүҙе дауам итеү;
-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың батырлығы тураһында һөйләшеү ;
-Һөйләү телмәрен үҫтереү.
-Афарин,уҡыусылар. Дәрестең эпиграфы итеп, шағир Ғилемдар Рамазановтың шиғыр юлдарын ҡалдырһаҡ ризаһығыҙмы?
-Эйе.
-Өй эшенә нимә бирелгән ине?
-Ҡушма һөйләм темаһын ҡабатларға. Рәүеф Насировтың “Үлһәм,Матросов тип эҙләрһең” повесынан өҙөктө уҡып килергә ине.
2.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.
-Уҡыусылар, дәресебеҙҙә өс төркөм эшләйәсәк. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн үҙ аллы, микротөркөмдәрҙә, төркөмдәрҙә эштәр тәҡдим ителә.Эшебеҙҙе эҙәрмәндәр клубы ултырышы формаһында ойошторайыҡ. Һүҙлек - таҡтала. Аңлашылмаған һүҙҙәр осраһа, алдығыҙҙа һүҙлектәр ята, мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шулай уҡ иғтибар итегеҙ баһалама таблицаларына , дәрестең һәр этабында үҙегеҙгә баһалар ҡуйып барыуығыҙ һорала, һуңынан бер нисә уҡыусы үҙенең баһаларының һөҙөмтәһен билдәләп китер. (Эш дәфтәренә шкала,диаграмма.смайлдар һ. б. ҡулланып, эшеңә баһа ҡуйыуҙы ойоштороп була.)
Эҙәрмәндәр клубының рәйесе итеп Нәргизә Мифтахованы, уның сәркәтибе итеп Айым Мәғәфүрованы һайлайыҡ. Клубтың ултырышында ниндәй мәсьәләләр ҡаралыуы хаҡында рәйескә һүҙ.
Эҙәрмәндәр клубы ултырышы мәсьәләләре:
1.Ҡушма һөйләмдәр темаһын хәтергә төшөрөү;
2.Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең төрҙәрен һөйләмдәр ярҙамында билдәләү;
3.Александр Матросов –Шакирйән Мөхәмәтйәнов тураһында әңгәмә ҡороу;
4.Рәүеф Насировтың “Үлһәм,Матросов тип эҙләрһең”әҫәре буйынса фекер алышыу.
4. Эҙәрмәндәр клубы ултырышының ҡарарын ҡабул итеү.
Дәфтәрегеҙҙе асып, бөгөнгө датаны, теманы һәм эпиграфты теркәп ҡуйығыҙ. Тема экранда : Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең төрҙәрен өйрәнеү. “ Тыуған ил өсөн яуҙа һәләк булыусыларға - мәңгелек дан!” (Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл)
Үткән дәрестә ҡушма һөйләм темаһын ҡабатлау өҫтөндә эш башлағайныҡ. Хәҙер таҡтаға өс уҡыусы сыға.Ҡайһы эҙәрмәндәр өҫтәле таҡталағы шиғыр юлдарындағы ҡушма һөйләмдәрҙең төрөн шәберәк билдәләр икән?
1.Ҡайтырбыҙ тип киткәйнегеҙ, тик
Ҡайтманығыҙ тыуған илдәргә.
2.Яу ҡырҙары күптән тынды инде,
Һәм ят ерҙәрҙә мәңге ҡалдығыҙ.
3. Һеҙ үлемһеҙ, үлемегеҙ менән
Еңеү булып балҡый данығыҙ!( Теҙмә ҡушма һөйләмдәр)
(Уҡыусылар баһалама таблицаларына баһалар ҡуйып бара)
-Эҙәрмәндәр клубы ултырышын дауам итәбеҙ. Артабанғы эшебеҙ - ҡушма һөйләм темаһын нығытыу. Ниндәй һөйләм ҡушма һөйләм тип атала? Ҡушма һөйләм төрҙәре.
-Ике йәки бер нисә ябай һөйләмдән төҙөлгән, уларҙы мәғәнә һәм интонация уртаҡлығы берләштергән һөйләмдәр.
-Ҡушма һөйләмдең төрҙәре: теҙмә ҡушма һөйләм һәм эйәртеүле ҡушма һөйләм.
-Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙәге ябай һөйләмдәр үҙ-ара теҙеү юлы менән бәйләнә,үҙ-ара тиң һөйләмдәр.
-Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙәге ябай һөйләмдәр бер-береһенә буйһоноп киләләр,баш һәм эйәрсән һөйләмдәрҙән тора,береһенән икенсеһенә һорау ҡуйып була.
-Дөрөҫ. Таҡталағы һөйләмдәрҙе ҡарап китәйек.
-Беренсе һөйләм. Ике ябай һөйләмдән төҙөлгән теҙмә ҡушма һөйләм.
-Нимә ярҙамында ябай һөйләмдәр төҙөлгән?
-Ҡаршы ҡуйыу теркәүесе ярҙамында төҙөлгән.
-Икенсе һөйләм. Ике ябай һөйләмдән йыйыу теркәүесе ярҙамында төҙөлгән теҙмә ҡушма һөйләм.
-Өсөнсө һөйләм. Ике ябай һөйләмдән интонация ярҙамында төҙөлгән теҙмә ҡушма һөйләм.
-Килешәм. Ошо һөйләмдәр нигеҙендә теҙмә ҡушма һөйләмдең төрҙәрен асыҡлап булырмы?
-Эйе. Теркәүестәр ярҙамында төҙөлгәне –теркәүесле т.ҡ.һ., интонация ярҙамында төҙөлгәне – теркәүесһеҙ т.ҡ.һ.
-Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙәге ябай һөйләмдәр ниндәй теркәүестәр ярҙамында бәйләнә?
-Йыйыу, ҡаршы ҡуйыу ,бүлеү һәм аныҡлау теркәүестәре нигеҙендә.Алдығыҙҙа таблицаға таянып эшләргә мөмкин.
(Уҡыусылар баһалама таблицаларына баһалар ҡуйып бара)
Ҡушма һөйләмдәр
Үҙ аллы булған ике йәки бер нисә һөйләмдән төҙөлгән ҡушма һөйләм – теҙмә ҡушма һөйләм | |
Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм | Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм |
Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр төрлө күренештәрҙе һәм хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлағанда ,уларҙы эҙмә-эҙ һөйләп биргәндә ҡулланыла | Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр бер үк ваҡытты бер-бер артлы башҡарылған эш-хәрәкәт, күренеш һәм хәл-ваҡиғаларҙы ,ҡапма-ҡаршылыҡты , эш-хәрәкәттәрҙең ҡабатланыуын белдерә |
Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең
төрҙәрен билдәләү:
№ | Мәғәнә яғынан | Миҫалдар |
1 | Эҙмә-эҙ, бер-бер артлы башҡарылған эш- хәрәкәт, күренеш һәм хәл-ваҡиғаларҙы аңлатыусы | Поезд килеп туҡтаны, вагон ишектәре асылды, пассажирҙар төшә башланы. |
2 | Бер үк ваҡытты башҡарылған эш- хәрәкәт, күренеш һәм хәл-ваҡиғаларҙы белдереүсе теҙмә ҡушма һөйләмдәр | Тиҙҙән ҡомалаҡтар үрмәләр, ҡара бөрлөгәндәр бешер, муйылдар шау сәскәгә күмелер, һандуғастар һайрар, кәкүктәр саҡырыр. |
3 | Киләсәк заманда буласаҡ эш-хәрәкәт, күренеш һәм хәл-ваҡиғаларҙы белдереүсе теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр | Эш табып,өй һалырһың, мал-тыуар алырһың, балаларыңды уҡытырһың, беҙ һиңә килербеҙ, ҡыуанырбыҙ. |
4 | Үткән заманда булған эш-хәрәкәт,күренеш һәм хәл-ваҡиғаларҙы аңлатыусы теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм | Эш өҫтөндә ҡайнап үтте йылдарым, Йырҙар булып түгелеп барҙы йылдарым. |
5 | Билдәле ваҡытҡа туранан –тура мөнәсәбәте булмаған эш-хәрәкәт,күренеш,хәл-ваҡиғаларҙы аңлатыусы теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм | Көнөң яҡты, юлың тигеҙ, күңелең таҙа – матур кеше һин. |
6 | Ҡапма – ҡаршылыҡты белдереүсе һөйләмдәрҙән торған теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм | Ярһып-ярһып ҡысҡырҙы - яуап биреүсе булманы. |
7 | Бер-береһен асыҡлаусы һөйләмдәрҙән төҙөлгән теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм | Юлдағыларға юл булһын, аҙашҡандар ҡауышһындар,эҙләгәндәр табышһындар. |
8 | Бер-береһен дөйөмләштереүсе һөйләмдәрҙән торған теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм | Кешенең аҡылы булһын, бер эштән дә ҡурҡмаһын - шул саҡта ғына донъяла йәшәй ала. |
9 | Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдә уртаҡ эйәрсән киҫәк | Донъяла беҙҙең өсөн дуҫ бар, дошман бар,Ватан бар,сит донъя бар,иҫтәлектәр бар. |
10П | Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм аиама һөйләмдәрҙән яһала | Унда йыуа,һулда ҡаҡы,артыңда ҡымыҙлыҡ,алдыңда ҡуҙғалаҡ. |
Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә
теркәүестәр ҡулланыла
1 | Йыйыу | да-дә,ҙа-ҙә,ла-лә,та-тә,һәм,йәнә,тағы,етмәһә | Инде генә ҡояш сыҡҡайны,тағы болоттар ҡабарып сыҡты. |
2 | Ҡаршы ҡуйыу | ә,ләкин,тик,әммә,шулай ҙа,бәлки,юғиһә | Ул егет тураһында төрлө хәбәрҙәр йөрөй,ләкин беҙ уға ышанмайбыҙ. |
3 | Бүлеү-ҡабатлау | йә,йәки,әле,әллә,берсә,ни-ни | Берсә эҫе ҡояш ҡыҙҙыра,берсә һалҡын ел йүгерә. |
4 | Һығымта яһаусы | теркәүес һәм хатта,тимәк,шулай итеп,ғөмүмән,әйтерһең дә,шулай итеп | Юл ҡыҫҡараҡ та, тигеҙ ҙә , тимәк, машинаға әйбер тейәп буласаҡ. |
5 | Аныҡлау | Йәғни | Беҙҙең ауылда яңы йола барлыҡҡа килде, йәғни бесән сапҡан кешеләр бер-береһенә ярҙам итәләр. |
III. Ял минуты
Уҡыусыларҙың күҙҙәре өсөн гимнастика эшләтергә мөмкин.
-Афарин, уҡыусылар! Ә хәҙер дәреслектән Рәүеф Насировтың “Үлһәм,Матросов тип эҙләрһең”әҫәре нигеҙендә эҙәрмәндәр клубы ултырышын дауам итәбеҙ. Әҫәргә таянып, өс төркөмгә лә Александр Матросовтың кем булыуын асыҡларға кәрәк булыр.
1.Кем ул Шакирйән Мөхәмәтйәнов? (1943 йылдың 27 февралендә Псков өлкәһе Чернушки ауылы өсөн ҡаты һуғышта кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплай һәм үҙенең батальонының уңышлы һөжүмен тәьмин итә. Был батырлығы өсөн ҡыҙылармеец Матросовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә)
2.Уның тураһында нимәләр беләһегеҙ? (Шакирйән Мөхәмәтйәнов 1923 йылдың 5 февралендә Ҡунаҡбай ауылында Башҡортостандың Учалы районы тыуған. Милләте башҡорт. Бәләкәйҙән үк әсәйһеҙ ҡала. Ульяновск өлкәһе Иваново балалар йортонда, 1940-42 йылдарҙа Өфөләге НКВД ҡарамағында булған хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. Балалар йортонда Александр Матросов тигән яңы исем һәм фамилия ала. 1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Ырымбур янындағы Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына уҡырға алына. 1943 йылдың ғинуарында Калинин фронтына 91-се айырым уҡсылар бригадаһына хеҙмәткә ебәрелә)
2.Александр Матросов образын тыуҙырыуға арналған ниндәй әҫәрҙәрҙе, фильмдәрҙе беләһегеҙ? (Рәүеф Насировтың “Үлһәм, Матросов тип эҙләрһең”повесы,Әнүәр Бикчәнтәев “Бөркөт һауала үлә”повесы, Яныбай Хамматов”Тыуған көн” романы, Павел Журба”Герой Советского Союза Александр Матросов”, книга И.Легостаева “Үлемһеҙлеккә ташланыу”(“Бросок в бессмертие”), “Александр Матросовтың үлемһеҙ батырлығы”( ”Бессмертный подвиг Александра Матросова”). Фильмдәр: “Александр Матросов. Провда о подвиге”, “Рядовой Александр Матросов”, ”Бессмертный подвиг Александра Матросова”, 1990 йылда Политик әҙәбиәт нәшриәтендә (Издательство политической литературы )”Мәңгелеккә теркәлгән”(“Занесены навечно”) тигән ике томлыҡ биографик белешмәләркитабы)
3.Уның исемен мәңгеләштереү буйынса нимәләр беләһегеҙ? (1943 йылдың 8 сентябрендә герой хеҙмәт иткән 254-се гвардия уҡсылар полкына Александр Матросов исеме бирелә. Өфөлә Александр Матросовҡа һәйкәл ҡуйылған. Салауат ҡалаһында Матросов бульварында Матросовҡа бюст ҡуйылған. 2015 йылда Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында Александр Матросовтың ҡаһарманлығына арналған тәүге хәрби-тарихи реконструкция үтә)
4. Үткән дәрестәрҙә бөйөк Еңеүгә арналған ҡайһы әҫәрҙәрҙе өйрәнгән инек? (М.Кәрим “Ҡара һыуҙар” ,”Үлмәҫбай” поэмалары, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”повесы, Ә.Атнабаев”Әсә хөкөмө”драмаһы, Р.Сафиндың” Ҡыр ҡаҙҙары”шиғыры һ.б.
5. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан батырҙарҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?
(Шайморатов генерал,Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Таһир Кусимов һ.б.)
(Уҡыусылар баһалама таблицаларына баһалар ҡуйып бара)
Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн үҙ аллы ,микротөркөмдәрҙә, төркөмдәрҙә эштәр тәҡдим ителә.
1.Фишбоун: Шакирйән Мөхәмәтйәнов һәм Александр Матросовтың оҡшашлыҡтары
-әҫәрҙәге төп проблеманы асыҡлау;
-төп геройҙарҙың биографияһындағы уртаҡ һыҙаттарҙы билдәләү;
- маҡсатҡа ирешеү өсөн нимәләр эшләгәнен асыҡлау;
1. Төп проблема:ялғанлыҡты фашлап, оло хәҡиҡәтте кире аяҡҡа баҫтырырға ынтылыу. Александр Матросовтың ысын исеме: Шакирйән Мөхәмәтйәнов - башҡорт милләтенән, Учалы районы Ҡунаҡбай ауылы егете,башҡорт Геройы.
2.Уларҙың биографияһындағы уртаҡ һыҙаттар: күгәрсен үҫтерергә яратҡан; һыуҙа батып барған балаларҙы ҡотҡарған; үҙенән кескәйҙәргә яҡлашҡан;,гитарала уйнаған; “һуғыш” уйындарын ойоштороп йөрөгән, икеһе лә бер үк “матрос” бейеүен башҡарған; һәр ваҡыт матрос тельняшкаһы кейеп йөрөгән; фотоһүрәттәренең оҡшашлығы
3. Атаҡлы журналист, эҙәрмән Рәүеф Насиров “Үлһәм,Матросов тип эҙләрһең” повесын ижад итә. Матросовтың башҡортлоғон бик күп документаль материалдар һәм мәғлүмәттәр нигеҙендә иҫбатлай.
Перекрестная дискуссия (бәхәс):
-һәр уҡыусы геройҙарҙы яҡлап, аргументтар яҙа;
-аргументтар микрогруппаларҙа берләштерелә. Һәр микрогруппа (һайлап алып)ике геройға ла ҡарата бер нисә аргументтан торған исемлек тәҡдим итә;
-аргументтарҙың дөйөм исемлеге төҙөлә;
Рәсми биографияһында: | Документтар юҡ |
1.Днепропетровск ҡалаһында тыуған | Унда тыуғанын кире ҡағалар: Киев өлкәһе тәртип һаҡлау идаралығы №17/5-474.1965 |
2.Тыуған йылы - 1924 | Бер ниндәй ҙә документ юҡ |
3.Атаһы –Матвей,эшсе,кулактар ҡулынан үлгән | Раҫлаған документтар юҡ |
4.А.Матросовтың йәшәгән урындары: Днепропетровск ҡалаһы, Ульяновск өлкәһенең Ивановка ауылы, Өфө балалар хеҙмәт колонияһы, фронт | Документтар юҡ |
Китаптағы асыштар,өҫтәлмә мәғлүмәттәр | |
1.Учалы районы Ҡунаҡбай ауылы. Ысын исеме – Шакирйән Мөхәмәтйәнов | Үҙҙәренең ҡултамғалары менән раҫлайҙар: 1.Г.Черников – Ирғәлин Ғәзнәүи – ул да Ҡунаҡбай ауылы кешеһе, бергә Шакирйән менән ил гиҙәргә сығып киткән. 2.Уның ҡустыһы З.Ирғәлин-Силәбе өлкәһе 3.Учалы районы халҡы 4.Ҡунаҡбай ауылы халҡы |
2. Матросов фамилияһы уйлап табылған | Бер үк балалар йортонда булғандар: Р.Сәйфетдинов,В.Калмыков,П.Халтурин, Х.Баҡыев |
3.Милләте-башҡорт, башҡортҡа оҡшағайны | Р.Сәйфетдинов,В.Калмыков,П.Халтурин, Х.Баҡыев, М.Сәйфетдинов, Ғ.Халиков, Н.Шестакова |
4. Башҡортса һөйләшә ине | Бергә йөрөгән Р.Сәйфетдинов,В.Калмыков,П.Халтурин, Х.Баҡыев |
5. Тыуған йылы- 1924 | Бер ниндәй документ та юҡ: Е.Сатышева – Димитровград ҡалаһы, Н.Шестакова-Өфө ҡалаһы, П.Огурцов – Саратов өлкәһе Балаково ҡ. |
Шакирйәндең тыуған йылы - 1923 | Учалы ҡала Советы биргән справка(ф.34.оп.2. 3-сө китап, 9-сы бит. |
6.Матросовтың йәшәгән урындары | Учалы районы Ҡунаҡбай ауылы - 1934 йылға тиклем,1936-1941й.Ҡунаҡбайға өс тапҡыр ҡайтып китә. Ил буйлап сәйәхәт итә: Димитровград ҡалаһы –(1936 й.)-Ульяновск өлкәһенең Ивановка ауылы – (1939 й.)- Куйбышев - Саратов ҡалаһы – Өфө балалар хеҙмәт колонияһы(1941-1942й.)-Краснохолмск пехота училищеһы – фронт |
(Уҡыусылар баһалама таблицаларына баһалар ҡуйып бара)
- Рәүеф Насировтың “Үлһәм, Матросов тип эҙләрһең” әҫәренә анализ өсөн уйлау, фекерләү кимәлендә «алты эшләпә» алымын ҡулланыу отошло булыр тип уйланым.
-Ҡыҙыл эшләпә – әҫәрҙең геройҙарына, ҡылығына, тәбиғәт күренешенә ҡарашын, хис- тойғоһон белдерә.
-Һары – әҫәрҙән ниндәй яҡшы нәмәне үҙең өсөн алырға мөмкинлеген эҙләй.
-Йәшел – геройға, әҫәрҙе уҡыусыға кәңәш бирә.
-Ҡара – геройҙың эшмәкәрлегендә насар һыҙаттарҙы таба, икеләнә.
-Аҡ – геройҙан, әҫәрҙән алған мәғлүмәттәрҙән нимә өйрәнергә була.
-Күк – сюжетты дауам ит.
( Уҡыусыларҙың сығыштары)
(Уҡыусылар баһалама таблицаларына баһалар ҡуйып бара)
-Артабан өс төркөмгә лә повестан теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе табырға:
1. Көн ҡыҙыу, хатта һыуҙан сыҡҡы килмәй.( Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм)
2.Тимәк, батырлыҡ Шакирйәндең шәхси сифаты булған, быға нигеҙ бәләкәйҙән ,Ҡунаҡбай ауылында уҡ һалынған. (Теркәүесһеҙ т.ҡ.һ.)
3.Ул геройҙарҙың социаль сығышы ла бер төрлө булмаған: батшалар ҙа, полководецтар ҙа, халыҡ араһынан сыҡҡандары ла булған. (Теркәүесһеҙ т.ҡ.һ.)
(Уҡыусылар баһалама таблицаларына баһалар ҡуйып бара)
- Афарин,уҡыусылар! Артабан алған белемебеҙҙе нығытыу маҡсатында экранда мәҡәлдәрҙең яртыһы бирелгән,ҡалған яртыһын һеҙгә табырға, һөйләмдәрең төрөн билдәләргә.
-Батыр бер үлер, (ҡурҡаҡ мең үлер)
-Батырҙың ҡылған эше яҡшылыҡ булыр,(ҡурҡаҡтың эше хыянат булыр)
-Изгелек ит,( халыҡ белер)
-Батырлыҡ - мәңгелек, (ҡурҡаҡлыҡ – хурлыҡ)
- Илен, халҡын ныҡ аяған – батыр булыр,
Йән аяған – бахыр булыр.
(Уҡыусылар баһалама таблицаларына баһалар ҡуйып бара)
4. Рефлексив анализ.
-Рәхмәт, уҡыусылар.Ултырыш аҙағына етте. Бөгөн ултырышта ҡуҙғатылған мәсьәләләр хәл ителдеме? Әйҙәгеҙ,тикшерәйек.
(Эҙәрмәндәр клубы ултырышы мәсьәләләре:
1.Ҡушма һөйләмдәр темаһын хәтергә төшөрөү;
2.Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең төрҙәрен һөйләмдәр ярҙамында билдәләү;
3.Александр Матросов –Шакирйән Мөхәмәтйәнов тураһында әңгәмә ҡороу;
4.Рәүеф Насировтың “Үлһәм,Матросов тип эҙләрһең”әҫәре буйынса фекер алышыу.
4. Эҙәрмәндәр клубы ултырышының ҡарарын ҡабул итеү)
Эҙәрмәндәр клубы рәйесенә – һүҙ:
- Бөгөнгө ултырышта беҙ ҡушма һөйләмдәр темаһын хәтергә төшөрҙөк, теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең төрҙәрен һөйләмдәр ярҙамында билдәләнек, Александр Матросов –Шакирйән Мөхәмәтйәнов тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ, Рәүеф Насировтың “Үлһәм,Матросов тип эҙләрһең”әҫәре буйынса фекер алыштыҡ. Эҙәрмәндәр клубы ултырышының ҡарарын ҡабул итеү генә ҡалды.
Сәркәтип Айымға – һүҙ:
Эҙәрмәндәр клубы ултырышының ҡарары:
-Ҡушма һөйләм темаһын ҡабатлауҙы, нығытыуҙы дауам итергә;
- Нығытыуҙы текстар ярҙамында эшләү;
-Шакирйән Мөхәмәтйәнов тураһында күберәк мәғлүмәттәр туплау;
- Рәүеф Насировтың “Үлһәм, Матросов тип эҙләрһең” повесын тулыһынса уҡып бөтөрөү;
Рәйес:-Әйҙәгеҙ, тауыш бирәйек. Кем ошо ҡарарҙы ҡабул итәбеҙ тиҙәр,тауыш бирә. Ҡарарға ҡаршылар, риза түгелдәр бармы? Рәхмәт. Ҡарар ҡабул ителде.
-Рәхмәт,уҡыусылар. Уҡыусылар,дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Эпиграфҡа кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Бөгөн дәрестә ниндәй темаға һөйләшеү алып барҙыҡ?
- Рефлексия(экранда)
- Бөгөн мин белдем;
- Ҡыҙыҡ булды ;
- Ҡыйын булды ;
- Мин күнегеүҙәр эшләгәндә ;
- Мин аңланым ;
- Мин аңламаным ;
- Мин өйрәндем;
- Мин тырыштым ;
- Минең уйлауымса ;
- Мин эшләп ҡарар инем ;
V. Дәрестәге эшмәкәрлекте баһалау. Баланы үҙ эшен баһалауҙы ойоштороу. Һәр уҡыусы баһаны ни өсөн ҡуйғанын аңлата.
(Уҡыусылар үҙҙәренә баһа ҡуялар. Баһалар буйынса уҡыусыларҙың фекерҙәре)
VI. Өй эше.
1. “Бөйөк Ватан һуғышының Советтар Союзы Геройы - Шакирйән Мөхәмәтйәнов” темаһына ҡушма һөйләмдәр нигеҙендә проект төҙөү.
2. Инша яҙыу. Тыуған ил өсөн яуҙа һәләк булыусыларға - мәңгелек дан!
3. Ижади эш: повесть буйынса сценарий төҙөргә.
VII. Йомғаҡлау
-Бөгөн беҙ дәресте маҡсатлы алып барҙыҡ. Ҡушма һөйәм темаһын да яҡшы үҙләштергәнһегеҙ, артабан да эште был йүнәлештә дауам итербеҙ.Батырҙар тураһында әңгәмә лә ҡорҙоҡ.Утта янмаҫ батыр ирҙәр – халыҡ күңелендә, улар мәңге онотолмаясаҡ! Тыуған ил өсөн яуҙа һәләк булыусыларға - мәңгелек дан! Тормош дауам итә.Ә һеҙ - беҙҙең киләсәк.Тыныс тормошта илебеҙгә, ата- әсәйҙәргә, ғаиләгеҙгә хеҙмәт итергә яҙһын ! Һуғыштар булмаһын, тыныс торһон Ер шары.Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән илебеҙҙең абруйын күтәрергә насип булһын!
