Мои публикации
Мои публикации
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 26.32 КБ | |
| 31.23 КБ | |
| 35.5 КБ | |
| 54.93 КБ | |
| 48.87 КБ |
Предварительный просмотр:
УДК 398.9
Давлетшина М.Ф.,
учитель башкирского языка и литературы
ГБОУ Республиканский инженерный лицей-интернат,г.Уфа,
заслуженный учитель РБ
РОЛЬ ЗООНИМОВ В ПОСЛОВИЦАХ И ПОГОВОРКАХ БАШКИРСКОГО И РУССКОГО ЯЗЫКОВ.
Зоонимы(слова,обозначающие животных) существуют во всех языках мира, относятся к самым древним и активно употребляемой лексике. По сравнению с другими объектами окружающего мира животные ближе человеку по формам существования и телесности. Из живых существ только животные, как и люди, обладают собственными привычками, особенностями поведения, каждому присущ свой особый нрав.
Данная работа посвящена сопоставительному изучению зоонимов в пословицах и поговорках русского и башкирского языков. Пословицы в краткой иносказательной форме образно и эмоционально обобщают цель высказывания, формулируют поучительный вывод из сказанного.
Именно в них заложены основные метафорические значения, делающие всю пословицу метафорой. Так, в пословицах Посади свинью за стол, она и ноги на сто; Дуңғыҙҙы табынға ултыртһаң, аяғын өҫтәлгә һалыр зооним свинья - дуңғыҙ имеет значение «неблагодарный человек». В пословице: Собаке - собачья смерть; Эткә-эт үлеме так же ясна эмоционально-оценочная функция зоонима собака – "подлый, низкий человек".
Этнокультурная специфика особенно проявляется в использовании зоонимов, номинирующих домашних животных. Важное место в жизни башкир занимает эт (собака) , это отразилось и в языковой картине мира. В жизни носителей башкирского языка, прежде всего, фиксируется представление о собаке как о преданном и верном, неизменном друге человека. Она является спутником человека : «Эт эйәрткән иптәшле». Человек приручил и полюбил собаку как товарища за ее исключительные качества, такие как преданность, выносливость, неприхотливость: «Эт эйәһен белер. Собака может приспосабливаться к любым условиям жизни: «Эттең тамағы ҡайҙа туйһа, башы шунда»; «Эткә һөйәк бирһәң, шыңшымаҫ». «Күршеңдә эт булһын, күршең үҙе эт булмаһын»
Несмотря на столь очевидную привязанность человека к четвероногим стражам очага, преобладают единицы с негативной коннотацией. Пословицы-поговорки: эт башына эт етә(собака собаку ест);эткә һөйәк ырғытһаң,өрөүенән туҡтар(не грози щуке морем);эт менән дуҫ булһаң,һөйәк менән туй үткәрерһең(с кем поведешься, от того и наберешься);эт ояһында көслө(в своей конуре и собака сильна);эт өрөр,бүре йөрөр(собака лает,волк гуляет);этте эт ашамай(собака собаку не съест);эт тешенә-эт теше(собачьему зубу-собачий зуб);эттең ҡойроғон киҫһәң дә эт булыр(собака и с отрезанным хвостом все равно останется собакой) һ.б.
Надо отметить, что имеется много пословиц с синонимичным значением. Их можно разделить на 2 группы:
1. когда структура остается идентичной, но заменяется сам зоо-компонент: Пуганая ворона куста боится – Бер ҡурҡҡан эт өс көн өрә. 2. когда структура меняется целиком, но смысл пословиц совпадает: Лучше синица в руке, чем журавль в неб е- Ябыҡ булһа ла, йылҡы елеге булһын.
Интересны рифмованные пословицы, например в русском – Рано пташечка запела, как бы кошечка не съела;в башкирском-Иртә ҡысҡырған кәкүктең башы яңғырай. Белая змея, черная змея — все та же змея. Йыландың ағы ла йылан, ҡараһы ла йылан . При подборе пословиц в русском и башкирском языках возникают трудности из-за различий в культуре, истории и быте народов. Вследствие этого при совпадении пословиц в данных языках можно выделить следующие группы:
1.Пословицы, полностью совпадающие в двух языках (кальки). Например: Волк линяет, но нрав не меняет. Суртандың үҙе үлһә лә, теше үлмәй.
2.Пословицы, присутствующие в двух языках, но существенно отличающиеся друг от друга по своей структуре: Вольно собаке на небо лаять.- Ҡуян тауға үпкәләгән, тауҙың иҫендә лә юҡ. Любовь зла — полюбишь и козла. - Йәне теләгән (һөйгән) йылан ите ашаған.
3. Следует выделить еще один случай, когда в одном и том же языке есть два варианта одной и той же пословицы: с зоонимом и без него, однако, в речи чаще употребляется последняя, т.е. пословица без зоонима. Например: С волками жить — по-волчьи выть. - Кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың. О волке помолвка, а волк и тут. - Ни һөйләһәң, шул алдыңа килә. Осла узнать по ушам, медведя по когтям. - Һыуҙы таяҡ менән, кешене тел менән үлсәйҙәр. Посади свинью за стол, она и ноги на стол.- Пусти курицу на грядку, гляди — исклюет весь огород. С кем поведешься, от того и наберешься. –Дуҫ-иштәрең ҡарға булһа,суҡығаның емтек булыр. Эт менән эт булһаң, һөйәк менән туй үткәрерһең (Стоит одной собаке залаять, как за ней все собаки начимнают лаять
Знание эквивалентов русских и башкирских пословиц очень важно при выполнении перевода. Кроме этого, улавливание сходства или различия смысловых оттенков, заключенных в пословичных изречениях на двух языках, оказывает существенную помощь.
К пословицам примыкают поговорки. Волка ноги кормят. -Бүрене аяғы туйҙыра. Всякая курица своим голосом.- Һәр ҡарға үҙенсә ҡарҡылдай. Кошачьи глаза дыму не боятся.- Эт күҙе төтөн белмәҫ.
Пословицы и поговорки заключают в себе накопленный жизненный опыт, помогают лучше понять национальный характер людей. Изучение этого вида устного народного творчества позволяет глубже понять специфику и взаимосвязь различных культур.
ЛИТЕРАТУРА
- Хисамитдинова Ф.Г. Словарь башкирской мифологии/ Ф.Г.Хисамитдинова // – Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН. – 2011. – С.
- Башкирское народное творчество.Предания и легенды. – Уфа, «Китап». – 1997. – T.2. – С.
- Словарь топонимов Республики Башкортостан. – Уфа: Китап. – 2002. – С. 256.Башкирское народное творчество: Сказки. – Уфа, Башкирское книжное издательство. – – T. 6. – С. 349.
- Башкирское народное творчество: Пословицы и поговорки. – Уфа, Башкирское книжное издательство. – 1980. – T. 14. – С. 349.
- Ахтямов М.Х. БаБашҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге.Уфа-2008.
- Надршина Ф.А. Русско-башкирский словарь полсловиц-эквивалентов.Уфа-2008.стр.122-123.
- С.И. Ожегов. Толковый словарь русского языка. Москва-2009.
Предварительный просмотр:
М.Ф.Давлетшина
учитель башкирского языка и литературы ГБОУ Республиканский инженерный лицей-интернат
Башкортостан г.Уфа Орджоникидзевский район
Назар Нәжми шиғриәте - башҡорт шиғриәтенең көслө бер тулҡыны, ҡабатланмаҫ моңо
Илдең, милләттең рухи көсөн, ҡеүәтен, кешелек донъяһында тотҡан урынын иң элек уның шәхестәре, оло аҡыл эйәләре, илем, халҡым тип йәшәгән ҡаһарман рухлы заттары билдәләй. Шундай бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев һәм Рәсәйҙең М. Горький исемендәге премиялары лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Назар Нәжмиҙең ижади мираҫы бик бай, күп төрлө һәм үҙенсәлекле.
Автор һүҙ сәнғәтенең күп төрҙәрендә эшләп, шиғриәт һәм драматургияла милли әҙәбиәттең юғары баҫҡысына күтәрелә. Поэзияла, драматургияла, публицистикала булһын – һәр тарафта һүҙҙең ҡәҙерен, һәләттең дәрәжәһен белеү һәм тойоу яғынан Назар Нәжми иң һиҙгер һәм үтә талапсан таланттарҙың береһе.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Н.Нәжмиҙең 100 йыллығын беҙҙең илебеҙ киң билдәләп үтте. К. Әхмәтйәновтың “Н. Нәжми — һүҙ оҫтаһы”, Ә. Хәбировтың “Билдәлелек һәм өлгөргәнлеккә юл” хеҙмәттәре, шулай уҡ Ғ. Хөсәйенов, М. Кәрим, М. Максимов, В. Баранов, И. Певшиндың бай йөкмәткеле әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре Н.Нәжми ижадының әҙәбиәттә оло урын алып тороуы хаҡында һөйләй.Н. Нәжмиҙең бер нисә поэмаһына яңыса ҡараш билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуяйыҡ. Уның “Ҡайындар”“Ҡапҡалар”, “Шағир һәм шах”, “Күлдәк”, “Иблес”, “Ағым”, “Бер туғандар”, “Ғүмерлек йыр”, “Урал”,”Йыр тураһында баллада”, «Йоҡлаған бала янында, «Дуҫ тураһында ун бер йыр» поэмалары киң билдәле. Ҡапҡалар», «Йыр тураһында баллада», «Йоҡлаған бала янында, «Дуҫ тураһында ун бер йыр» поэмаларында һүрәтләнгән ваҡиғалар халыҡ тормошоноң иң көсөргәнешле осорона – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына ҡарайҙар.
«Ҡайындар» поэмаһында һуғыш фажиғәһенә бәйле кеше аңындағы ҡаршылыҡлы ҡараштарҙың киҫкен бәрелешен сағылдыра. Бының тәрәнлеген нығыраҡ тойоу өсөн шағир тәүҙә тәбиғәт гүзәллеге менән кеше бөйөклөгөнөң гармонияһын күрһәтә. Өй артындағы ике ҡайындың һылыулығына «ҡоштар түҙә алмай килеп ҡуна». Бында ҡоштар менән кеше араһында үҙенсәлекле күпер һуҙыла. Лирик геройҙың ошо ике ҡайын һәм Ҡәйүм менән «дүрт дуҫ булып үҫтек» тиеүе һис тә ғәжәп түгел.
Ләкин һуғыш көтмәгәндә Ҡәйүмде үҙ өйөрмәһенә алып инеп китә, «ҡайынға ҡош ҡунған кеүек», өйөнә ҡайғы ҡуна.
Ҡәйүмдең үлеү хәбәрен алыу ата-әсәнең ҡырҡыу кисерешен ҡотолғоһоҙ итә, поэманың конфликты ла көсөргәнешле мәлгә килеп инә. «Әсә йыуһа бар ҡайғыны күҙ йәше менән», «ата һүҙһеҙ, тик сикәһе бер-бер артлы тертләп ҡуя. Был минутта хәсрәтен дә, асыуын һәм нәфрәтен дә – бөтәһен бергә тоя». Берҙән-бер ғәзиз балаһынан яҙған атаның трагик кисерешен шағир тетрәндергес көс аша күҙ алдына баҫтыра – ул төҫһөҙ һәм йәнһеҙ ай менән сағыштырыла : «Ай ҙа төҫһөҙ – ата кеүек, ай ҙа күккә элеп ҡуйған һалҡын тимер балта кеүек, ерҙәге бар яуызлыҡта, яманлыҡта юҡ бер эше».
Әҫәр тормоштоң алға барышын раҫлау менән тамамлана. «Ҡыш артынан яҙ етә, өй артында үрсей ҡайын, тимәк, ғүмер дауам итә», - ти шағир.
«Ҡайындар» поэмаһы кешенең тыуған иленә, тыуған тупрағына тоғролоғо хаҡындағы идеяны раҫлай.
«Йыр тураһында баллада», бағышлауҙан аңлашылыуынса, М. Харис кеүек һуғыш ҡырында ятып ҡалған ир-егеттәр иҫтәлеген мәңгеләштереүсе әҫәр.
Һабантуй, ундағы бәйге, бәйгелә ҡатнашыусы һыбайлы егеттең ҡулындағы ҡамсы – тыныс тормоштоң бер символы ул. Әммә шағир ошо образ-символдарыҙы үҙ-ара мөнәсәбәт-бәйләнешкә индереү менән генә сикләнмәйенсә, бәйгесе егетте үҙ хыялы менән дә уҙыштырғандай итә – финишҡа ул беренсе булып килә, ләкин унда бер кем юҡ. Ярһыуын баҫмаҡ булып атын һуғам тиһә,
Тик ҡулында... – Ул ни күрһен!
Ҡамсы түгел, ҡылыс ине.
Ә ҡылыс иһә – һуғыш символы. Ҡамсының ҡылысҡа әйләнеүе кеүек поэтик алымды ҡулланыу шағирға оҙон-оҙаҡ хикәйәләүҙән ҡотолорға мөмкинлек биргән, әҫәрҙе драматизм менән һуғарған. Ә инде һуғыштың һабантуй, бәйгеләр үткәрелгән ваҡытта башланауы был символдарҙың тормошсанлығын дәлилләп тора.
Бында ла ул икеләтә йәшәй:
Һалдат булып, шағир булып та, -
тигән юлдар төп персонаж булған һыбайлы егеттең прототибы итеп М. Харистың алыныуын күрһәтә.
Өсөнсө бүлектәге күренештәр һуғышты трагедиялар өйөрмәһе рәүешендә аса. Ул көрәш, ти автор, ерҙә йәшәүҙең дауам итеүе өсөн алып барыла.
Дүртенсе бүлек – «баллада эсендәге баллада». Фронтовик-шағир М.Харис, «яуҙан ваҡыт урлай-урлай», һабантуйҙан туп-тура һуғышҡа барып инергә мәжбүр ителгән егет тураһында поэма яҙып йөрөгәндә, үҙен атакаға күтәреүсе приказ-оран ала. Яуҙа шағирға үҙ персонажының батырлығын үҙенсәрәк ҡабатларға тура килә. /1.с.79/
Илебеҙ тарафынан билдәләнгән “Ғаилә йылы”нда Назар Нәжми әҫәрҙәре бик актуаль яңғырай. Милләт-ара татыулыҡ, башҡа кешеләргә хөрмәт менән бағыу -ул ғаиләнең йәшәү рәүеше. Тормоштоң күп яҡлылығын,ғаилә проблемаларын, кеше күңеленең төрлөлөгөн, үҙ-ара мөнәсәбәттең күп ҡырлылығын,ил-тел мәсьәләләрен фәлсәфи нигеҙҙә асыҡлау - Н. Нәжми поэзияһының төп йүнәлеше.
Н.Нәжмиҙең «Ҡапҡалар» поэмаһының үҙәгендә ҡапҡа образы тора. «Ҡапҡа» ҡат-ҡат һүрәтләнә, һүрәтләнгән һайын яңы йөкмәтке ала. Шул ҡапҡалар алдында шағир үткәндәрен иҫкә төшөрә, бөгөнгөһөн байҡай. « Һуғыштың һуңғы сәғәттәрендә Плецензее концлагеры ҡапҡаһынан әсирҙәрҙе сығарыуҙа ҡатнашыу, Берлиндағы Браденбург ҡапҡаһы тора-бара Н. Нәжми өсөн ике донъя, ике заман символына әүерелә. Ике донъя, ике заман, ике ҡапҡаны үҙеңдең, быуыныңдың тормош баҫҡыстары, күңелең ҡапҡалары менән бәйләнештә ҡарау- «Ҡапҡалар» поэмаһының художестволы концепцияһы.
Беренсе тапҡыр иҫкә алынған ҡапҡа – йорт менән урам араһында. Ҡапҡа аҫтынан, «ҡаҙ бәпкәһе кеүек», сығып йөрөгән сабыйҙың донъяны аңлауы ла шул саҡлы ғына. Ә йылдар үткәс, шағир алдында «баҫыу ҡапҡаһы» асыла. Быныһы инде ауылды киң донъя менән тоташтырып тора.Йорт ҡапҡаһы менән баҫыу ҡапҡаһы күргәҙмәле, улар – бала саҡтың символдары.
«Тау артында ла донъяның барлығын» төшөнөп алған үҫмер хәҙер инде «ҡала ҡапҡаларын» аса. Был «ҡапҡаның» мәғәнә-йөкмәткеһе күпкә киңерәк. Ул инде шәхес булып формалашыусы геройҙарҙың аңының үҫеүен аңғарта.
Йорт, баҫыу, ҡала ҡапҡалары – маңлай күҙе күргән ҡапҡалар. Ә бына ҡапҡаларҙың дүртенсеһе – «белем ҡапҡаһы».«Белем ҡапҡаһы» лирик геройҙың егет ҡорона инеүен аңғарта. Егетлекте аша атлап, ир ҡорона ингән быуын, «ут-һыуҙарҙы ярып, Берлинғаса етеп», асты «тарих итеп Бранденбург тигән ҡапҡаны». Тимәк, ҡапҡалар – тарихи ваҡиға ла, символ да. Ул поэманың реаль ерлеген кире ҡаҡҡыһыҙ итә, кешелектең азатлыҡ өсөн көрәшендә оло бер этап.
Әҫәр яҙылған йылдарҙа шағир Бранденбург ҡапҡаһын дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек яғына ҡарап асырға тырыша. Ул бында тыныслыҡты нығытыусыларҙың береһе булараҡ сығыш яһай.
Кеше күңеленең ҡапҡаларын
Ғүмерем буйы ҡағам, ҡағам мин, - ти.
Шулай итеп, «Ҡапҡалар» поэмаһында хикәйәләүҙә ике планлылыҡ тыуа : шағирҙың үҙ биографияһы ғына түгел, ә тотош бер осор, бер быуындың яҙмышы күҙҙән үткәрелә. Быға кеше күңеленең ҡапҡаларын ҡағыу.
«Йоҡлаған бала янында» поэмаһында ла һуғыш эпизодтары шаҡтай урын ала, ләкин улар үҙ аллы һүрәтләнмәй. Шағир уларҙы бөгөнгө көн,ғаилә проблемалары,ғаиләнең киләсәге, киләсәк алдындағы яуаплылығы, намыҫ бурыстары хаҡында уйланыуҙар рәүешендә ойоштора. Һәм был – поэманы хәҙерге заман реаллегенә яҡынайта.
Назар Нәжмиҙең “Иблес” лиро-эпик поэмаһы ижадының аҫыл өлгөһөн тәшкил итә. Шәйехзада Бабичтың “Ғазазил” поэмаһы менән уртаҡлыҡтары байтаҡ. XX быуат башында ижад ителгән поэманың нигеҙендә мифик сюжеттар өҫтөнлөк итә. Шағир лирик геройҙың тәрән кисерештәрен хис-тойғо аша һүрәтләй.
Ожмахта йәшәгән Ғазазил тәңре алдында баш эймәгәс, ергә шайтандарға баш итеп ебәрелә. Ш. Бабич поэмаһы шулай башлана. Ә Назар Нәжми бөтөнләй ҡапма-ҡаршы тарафтан башлай. Хажға барыусылар ҡорбан сала торған Минә тауында Әхмәт менән Иблис бәхәсе уҡыусының уйын ялмап ала. Ике поэмала ла ваҡыт арауығы сикләнмәгән.
Иртәгәләр бөгөн тыуа икән,
Шул иртәгәм бармы бөгөндә? – тип лирик герой инештә үк был һорауҙы ҡабатлай.
Назар Нәжми шиғриәтендә ул үлсәм берәмеге түгел, сиктәрен күпкә киңәйтә. Эске азатлыҡ, тойғолар юғарылығы ваҡыттан ашып китә.
Мин дә шулай ғүмер буйына,
Яна-яна, төҙөп ҡуйҙым кеүек
Шиғырҙарҙан торған бер бина.
Ул бинамды һаман төҙөйөм мин
Иртәгә һәм бөгөн өсөн дә, – тип ҡараштарын нығытып ҡуя әҫәрҙең инешендә.
Н. Нәжмиҙең “Иблес” поэмаһында геройҙар Башҡортостанда, Кавказда, Ғәрәп илдәрендә хәрәкәт итә. Күп төрлө сюжет һыҙыҡтары бер идеяны тәрәнәйтә бара. Гуниб тауҙарында Шамилды әсир итеп, Калугаға оҙатылыу картинаһы ла идеяны көсәйтә. Уларҙы бәйләгән образ – Әхмәт. Ваҡиғалар ике ваҡыт арауығын берләштерә: хәҙерге заман менән хәтирәләр ебен үреп алып бара автор.Драматик ваҡиғалар айырым шәхес яҙмышын ғына түгел, ә йәмғиәтте лә! һүрәтләй. XX быуат башында илдә түңкәрелеш булғас, ауыл муллаһы Әхмәт ҙур ғаиләһе менән тыуған ерен ташлап китергә мәжбүр. Ауыр һәм ҡатмарлы сәфәр ғаиләнән күптәрҙе ҡорбан итә.
Улар етәү ине – ете йөрәк,
Ә һигеҙенсеһе – ҡарында.
Юл буйында дүрт гүр – ҡәбер ҡалды.
Бишенсе ҡәбер – ҡыҙ бала үлгәндә Бибикамалды тулғаҡ тота башлай. “Ниңә тыуа икән был бала?!” – тип яҡты донъяға ҡаршы алалар сабыйҙы. Тап ошо мәл Иблес пәйҙә була. Рухани Әхмәт үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай. Иблес һүҙҙәре:
Әкиәт мин. Кеше, көсһөҙлөгөн
Аҡлар өсөн, мине тыуҙырҙы.
Әхмәт менән Иблес диалогы ябай бәхәс түгел, ә характер һыҙаттарын асҡан ысул да. Автор төп герой ғәмәлдәрен яҡларға тырышһа ла, хәҡиҡәт алдында баҙап ҡала. Ҡыҙыҡ, үҙен ғүмер буйы хаҡ, Аллаһ юлында тип уйлаған Әхмәткә Иблес күҙен аса. /2,с.173/
Азатлыҡ һәм ҡорбан. Был ике ярҙың ҡайһы яғында тирбәлә кеше? Мәңгелек көрәштең осо-ҡырыйы бармы? Әлбиттә, автор был мәсьәләгә тәрәнерәк баға, рухи ҡиммәттәрҙең киңлеген байҡай. “Иблес” поэмаһының ҡиммәте лә шунда.
“Иблес” поэмаһының тәүге бүлегендә күберәк тарихҡа күҙәтеү яһаған кеүекбеҙ, ваҡиғаларҙы күңел аша үткәрәбеҙ. Шағир проблеманы икенсе ерлеккә күсерә. Сәфәрҙә тыуған сабый Мәхмүт буй еткерә. Уның булмышына туған моң килеп һарыла. Әсәһе Бибикамалдың һағышлы моңо:
Әсә йырлай… Мәхмүт йөрәгенә
Ағыла йыр әллә ҡайҙарҙан.
Алыҫтарҙан сыңлап килә төҫлө
Ата-баба тыуған ярҙарҙан.
Мәхмүттең оҫта тимерсе булып танылыуы менән Әхмәт ғорурлана, тик:
Тик улының йырын тыңлап, Әхмәт
Тертләп ҡуйҙы: “Был ни ғәләмәт?!”
Тап ошо юҫыҡтағы бәхәс үҫкәндән-үҫә, трагедияға барып етә. Әхмәттең:
Ул бит беҙҙең йорт теле генә,
Бар һөйләшеп ҡара, аралаш…
Бында һиңә бер тел – бөйөк тел бар, – тигән һүҙҙәренең нигеҙе ҡатлаулы һәм ҡатмарлы.
Ә Мәхмүт: “Тел үҙе лә иман”, – тип өндәшә.
Республикабыҙҙың аҫаба халҡы булған,республикаға исем биргән милләт теленең яҙмышы инде нисәнсе тапҡыр ҡатмарлы һынауҙарға дусар булғанда,быйылғы уҡыу йылында мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу буйынса ҙур һәм уйланылып бөтмәгән үҙгәрештәр:ғаризалар нигеҙендә туған телеңде өйрәнеү индерелгәндә,туған телебеҙгә һәр яҡлап хәүеф янағанда халыҡ шағирының һүҙҙәре бик көнүҙәк яңғырай. Әсәһе Бибикамалдың:
Ер менән йыр – бер үк ҡарындан,
Ә, етмәһә, йырҙы шағир яҙған.
Мәхмүтте төштәренә кергән, ә ғүмерҙә бер тапҡыр ҙа күрмәгән ата-бабалар төйәге тарта. Ә атаһының:
Һин бит үҙ-үҙеңде
Ожмахыңдан ҡыуған ғазазил!..
Ҡайҙан хасил һиндә бындай уйҙар? —тип ярһып, һуңғы нөктәне ҡуя.
Әхмәт улы Мәхмүтте, Иблес тип, сәнсеп үлтерә.
Ялтырап китте бысаҡ… Ауҙы Мәхмүт…
Һүнде хыял – һүнде ҡайтыр юл.
Һуңғы һулыш ҡына әйтә алды:
“Миндә түгел… Иблес… Һиндә ул…”
Поэмалағы ваҡиғалар тағы ла икенсе ерлеккә күсә.
Яуызлыҡтың ғәме – яҡшылыҡты
Ҡол итергә бары мәңгегә.
Тик бынан ҡотолоу юлдары бармы? Бар! Нур булып күктән төшкән ҡыҙ телгә килә:
Мин – Мөхәббәт! Ошо ерҙең күрке,
Ошо ерҙең көсө, йән-һыны.
Илаһи образ тыуған еребеҙгә бәрәкәт һәм тыныслыҡ, һөйөү һәм мәңгелек илтә.
Кешенең рухи азатлығын Иблес кенә еңә алмай. Ул азатлыҡ эскән һыу, һулаған һауа, тыуған ер йылыһы һәм моң менән туған тел аша кешегә һеңә. Кешене шәхес кимәленә күтәрә, иңенә яуаплылыҡ та һала. Поэманың нигеҙендә ошондай фекерҙәр бик үҙенсәлекле итеп бирелә.
1976 йылда ижад ителгән “Урал” поэмаһының темаһы ла тыуған ер, Ватан.ил,тел төшөнсәләре беҙҙең халыҡта изгеләрҙән-изге һанала. Әҫәрҙең сюжет һыҙығы ла ошо хәҡиҡәтте матур алымдар, хәтерҙә ҡалырҙай поэтик образдар аша аса. Лирик герой ҡурайсы, өзләүсе Ишмөхәмәт улы Ишбулла менән осраша. Маҡтауға һаран лирик герой һоҡланыуын йәшерә алмай:
Уйнай икән, тимәк, үҙәк өҙгөс,
Йырлай икән – дала киңлеге.
Бейей икән – ут сәсрәтеп тора –
Башҡорт шундай тигән шикелле.
Берсә уйнап, йырлап, берсә бейеп,
Ишмөхәмәт улы Ишбулла.
Тымыҡ океан ярында ҡунаҡханала Ишбулла янына ят кеше осраша. Шағир диалогтар аша икәүҙең әңгәмәһен бирә. Ул мауыҡтырғыс һәм бәхәсле. Автор төрлө яҡ ҡараштарын һүрәтләй.
Башҡортлоҡ- ул милләт кенә түгел,
Ҡурай кеүек ябай, ҡатмарлы.
Ерҙә әле рух бар – халыҡ рухы,
Ҡабул итмәй ул рух юҡ-барҙы.
Халыҡ рухы халыҡ ҡанынан ул,
Ул — бөйөк һәм изге төшөнсә, – ти Ишбулланың прототибы – мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов.
Назар Нәжмиҙең “Ағым” поэмаһында сюжет ептәренең береһе лирик герой хәрәкәтенә бәйле; икенсеһе – ағымдай урғылған хис-тойғоларҙың үҫеше.Шағир ғаләмде урап сыға. Иҙел башынан, Уралдан, Заһир Исмәғилев менән Зөлфәр Хисмәтуллиндан башланған сәфәр сыға Йомағол. Был ябай ғына сәйәхәт түгел, ә ғүмерлек һәм бик кәрәкле сәйәхәт. Поэмала тәбиғәт йәнле Ноғман Мусин, Шәйехзада Бабич, Шәриф Бикҡол шәхестәре лә телгә алына. Поэманың сюжеты шулай: һал ағыҙыусы йәш егет Йомағол Иҙел башынан һал менән түбәнгә аға.
Ағып килгән саҡта тын ғына,
Яр ситендә бер ҡыҙ йырлай ине
(йырлай-йырлай ул кер сайҡай ине),
Тауышында сихри моң ғына.
Бер күреүҙән ғашиҡ булған Йомағол менән Шәмсиҡәмәр мәңгегә ҡауыша. Уларҙың яҙмышын ил яҙмышы менән үлсәргә мөмкин. Ярты быуат йәшәп, алтын туйҙарын үткәргәндәр. Ике ул һәм өс ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Йомағол — Бөйөк Ватан һуғышы юлдарын үтеп, иҫән ҡайтҡан яугир. Днепрҙы кискәндә лә һал менән күпме ватандашын ҡотҡара. Үткән ғүмер юлын хәтирәләргә һалып, алтын туй мәжлесендә иҫләп, барлыҡ туғандар ҙа Йомағол ғаиләһенә рәхмәт уҡый. Милләт-ара татыулыҡ, башҡа кешеләргә хөрмәт менән бағыу -ул ғаиләнең йәшәү рәүеше . Лирик герой Йомағол кеүек кешеләргә дан йырлай һәм үҙе хаҡында:
Бөтәбеҙ ҙә төҙөүсе беҙ… Мин дә
Һеҙгә яҡташ ауыл малайы.
Ғүмер буйы төҙөйөм һәм һалам
Кешеләргә күңел һарайы.
Автор милли характерҙы дөрөҫ тасуирлай:
Күҙ алдына һин килтереп ҡара
Болон һәм йәйләүһеҙ башҡортто.
Н. Нәжмиҙең “Бер туғандар” поэмаһы 1983 йылда яҙылған. Автор эпиграфта уҡ бер туған ағайҙары Ғәҙелкарам менән Ғиләжетдинде хәтергә ала. Поэманың нигеҙендә автобиография ята.“Беҙ өс туған – беҙ өс таған инек”, – тигән юлдар әҫәрҙең нигеҙе. Аталары йәшләй үлеп киткән,ағалары барлыҡ яуаплылыҡты ала.
Булғанбыҙ беҙ әсәй өсөн Иман,
Өмөт, Һөйөү тигән өс таған.
XX быуат афәте был өс егетте лә аямай, улар ил һағына баҫа. Ҡанлы һәм данлы һуғыш юлында ҡорбан ҙур була. Ржев янында Ғиләж һәләк була, Курск дуғаһы пулеметсы Карамды ҡулһыҙ итә. “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ була оло ағаһы.
Шағирҙың “Дуҫ тураһында ун бер йыр” поэмаһы 1960 йылдар аҙағында ижад ителгән.Һәр йырҙың үҙ атамаһы бар. Поэманың инеше “Шишмәләр” тип аталып, төп герой – шишмә телен белгән Ғилуан менән таныштыра.Ғилуан мари ҡыҙы Сәликәгә өйләнергә йөрөгәндә һуғыш сығып, ул яуға китә. Һуғыш уны ҡулһыҙ һәм һөйгән йәрһеҙ ҡалдыра. Йәш егет Мәликәгә өйләнеп, гөрләтеп донъя көтәләр, ун балаға ғүмер бирәләр. Туғыҙ улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биргән Ғилуанға лирик герой һоҡланып, мөхәббәткә дан йырлай. “Йырҙарымдың әле һуңы юҡ…” тигән өлөш эпиграф кеүек бирелгән. Ул йырынан матур ғаиләгә һәйкәл ҡоя.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең ижадында төрлө жанрҙар бихисап. Шиғриәттең юғарылығын белдергән поэмаға шағир әҙерлекле, ныҡлы уйланып, тормош тәжрибәһе туплағас тотона. Шуға ла был мираҫ уның ижадында өр-яңынан асыла. Назар Нәжми шиғриәте - башҡорт шиғриәтенең көслө бер тулҡыны, ҡабатланмаҫ моңо.
Әҙәбиәт
1.Ғ.Хөсәйенов.Н.Нәжми.”Ағиҙел”журналы2002й.№11.
2.З.Әлибаев.Н.Нәжми.”Башҡортостан”гәзите
3.Н.Нәжми .Әҫәрҙәр.2том.Поэмалар.Өфө,1978
4.Тарафтар.Шиғырҙар һәм поэмалар.Өфө,1980
Предварительный просмотр:
Сопоставление башкирских и русских фразеологизмов
М.Ф. Давлетшина
г.Уфа, ГБОУ Республиканский инженерный лицей-интернат
Цель работы:
- Изучение фразеологических оборотов.
- Сопоставление фразеологических оборотов русского и башкирского языков.
- Изучение смыслов часто применяющихся фразеологических оборотов.
Ключевые слова: фразеологические обороты, лексико-фразеологическая система, на
циональные традиции, национальное самосознание.
Строительный материал каждого языка состоит из слов и фразеологических оборотов. Внутри языка они образуют целостную лексико-фразеологическу систему. Эта система у каждого народа складывается и действует по-разному, но нет такого языка, лексико-фразеологическая система которого содержала бы только своё, исконно( для русского- только русское,для башкирского-только башкирское).
Фразеологические обороты русского и башкирского языков имеют степень сходства и различия. Многие фразеологизмы и в русском, и в башкирском языках носят абсолютно универсальный характер. В фразеологических оборотах,кроме универсальных, закрепляются национально- своеобразные образы. Это,прежде всего,связано с принадлежностью к разным культурам(восточнославянская и тюркская), укладом жизни,с нравами,национальными традициями и национальным самосознанием.
Спецефически национальные черты русского народа связано с его психологией, для которой характерна большая амплитуда оценки интенсивности действий и качеств. Уже самой природой заложено в русского человека безудержность, лихая смелость, всё делать с размахом.
Башкирский национальный характер получает выражения материальной и духовной культуры, а также в фразеологии,единицы которой запечатлили многовековой опыт народа в освоении им мира.
В фразеологическом фонде башкирского языка также имеются фразеологические единицы с качественно-количественной характеристикой, т.е. интенсификацией в различной степени.
И в русском, и в башкирском языках имеются фпазеологические обороты, в семантике которых закреплена сама “интенсивность”.
Например, русск: делать из мухи слона-“сильно преувеличивать что-либо, придавать чему-либо незначительному большое значение”, башк.:сүпте сүмәлә итеү(буквенное-“соринку превращать в копну”)
Все эти фразеологизмы представляют грамматический вид фразеологических единиц, равных по структуре словосочетания или предикативным сочетаниям незамкнутой конструкции. Фразеолгические обороты разного структурного построения соотносимы с определенными лексико-грамматическими категориями. По этому признаку их можно объединить в три группы: глагольные фразеологические единицы, адъективные фразеологические единицы, компаративные фразеологические единицы.
Самой продуктивной и многочисленной группой фразеологических оборотов и в русском, и в башкирском языках являются глагольные модели. Стержневым компонентом в таких фразеологических единицах выступают глаголы в самых различных формах. Глаголы бывают простыми и сложными. Большое количество сложных глаголов образуются от существительных, прилагательных, наречий, числительных, модальных слов, междометий. Глагольный компонент, указывающий на интенсивность действия, часто характеризуется переносным и образным значением, причем в некоторых случаях изобразительность носит ярко выраженный гиперболический характер, чем соотносительный глагол. В большинстве случаев в составе глагольных фразеологических оборотов употреблены – семантические группы глаголов со значениями активного физического действия, движения, расположения в пространстве, речевой и мысленной деятельности ощущения и восприятия эмоционального состояния с различной степенью интенсивности действия: нажимать педаль, рвать на себе волосы, тащить за уши, перевертывать вверх ногами, доводить до крайности, таскать каштаны из огня, лететь стрелой, петь дефирамбы, разрушить до основания, делать большие глаза; арт һабағын уҡытыу- «бик ҡаты әрләү»(«очень сильно ругать»); тамаҡ ярыу-“ныҡ итеп ҡысҡырып һөйләү” (“очень громко говорить, кричать”); йөрәк атылып сығарҙай булыу- “бик ныҡ ярһыу, тулҡынланыу”(“очень сильно волноваться”); ваҡ иләктән иләү(үткәреү)- «бик ныҡ тикшереү, соҡоу» («очень тщательно проверять, копаться»).
Более распространенным средством интенсификацией высказывания, наряду с другими лексическими средствами, занимают определенное место компаративные фразеологические единицы, в основе которых- сравнение с компонентом «как» в русском языке и с компонентом “кеүек” (“как ”словно” будто” подобно”)в башкирском языке : как свинья в апельсинах , как от козла молоко , как мышь ; ҡурсаҡ кеүек -”бик матур , ҡупшы ҡатын – ҡыҙға ҡарата һоҡланып әйтелә”;букв. -”как кукла ”- “очень красивая , изысканная женщина”, один в поле не воин , как свои пять пальцев , как крыса с корабля , как по маслу, как миленький , как в море корабли , как мышь по кругу , как церковная крыса, как две капли , как картина, как назло, как никогда , как нитка за иголкой , как огурчик , как в воду опущенный , как оставленный ,как у христа за пазухой, как корова языком слизнула .
Литература
- Ураксин З.Г. Башкирско-русский словарь. Москва, 1983
- Ураксин З.Г. Фразеологический словарь башкирского языка. Уфа: Издательство “Китап”, 1994. с. 11-13
- Надршина Ф.А. Русско-башкирский словарь пословиц-эквивалентов. Уфа: Издательство “Китап”, 2008. с. 3-7
- Багаутдинова М.И. Башкирско-русский словарь этнокультуроведческой лексики. Уфа: Издательство “Китап”, 2012. с. 7-9
Предварительный просмотр:
+
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу
Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының төп үҙенсәлеге - эшмәкәрлеккә ҡоролған белем биреү һәм уҡыусы шәхесен үҫтереүгә йүнәлтелгән булыуы. Хәҙерге заман белем биреү системаһы реаль эшмәкәрлек төрҙәрен формалаштырыуҙы күҙ уңында тота.
Һәр мәктәптә уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу проблемаһы беренсе урында тора. Ижад – ул кеше мейеһенең тәбиғи эшмәкәрлеге,шуға күрә һәр бала тыумыштан үҙенсә һәләтле. Уны тик үҫтерә белергә генә кәрәк.
Һәләтле балалар ,ғәҙәттә,бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшә,кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша,үҙҙәрен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарай. Һәләтле балаларҙың үҫешен тотҡарламаҫ өсөн улар менән даими рәүештә эш алып барып,буласаҡ һөнәрен һайларға ярҙам итергә һәм шул йүнәлештә маҡсатлы эшләргә кәрәк.
Һәләтле балаларҙы ошондай үҙенсәлектәре буйынса асыҡларға мөмкин:
-телмәре,фекерләүе үҫешкән,хәтере яҡшы;
-күҙәтеүсән,үҙ аллы;
-иғтибарын йүнәлтә белә;
-һәр нәмәгә үҙ фекере,ҡарашы бар:
-ниндәйҙер фән менән ныҡлап ҡыҙыҡһына;
-уҡытыусы менән бәхәскә керә ,күп һорауҙар бирә;
-класташтары , иптәштәре менән тиҙ уртаҡ тел таба;
-үҙенә һәм башҡаларға юғары талаптар ҡуя;
-ғәҙел,тырыш,ҡыйыу,сәмле, уңышҡа ынтыла;
-уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра торған төрлө сараларҙа ҡатнаша;
Һәләтлелекте үҫтереү юлдары бихисап:
-уҡыусыны уйландыра торған проблемалы һорауҙар ҡуйыу;
-төрлө кимәлдәге эш төрҙәре;
-үҙ-үҙенә һәм башҡаларға һорау ҡуйырға өйрәтеү;
-үтелгән теманы яңы тема менән бәйләү;
-һәләтле балаларҙың иптәштәренә ярҙам итеүен хуплау;
-үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләү;
-әҙәплелек,сабырлыҡ сифаттарын үҫтереү;
-еңеүҙәр өсөн маҡтау,ләкин артыҡ осондороп ебәреүгә юл ҡуймау.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, ижади һәләтте үҫтереү – оҙаҡ йылдар дауамында тупланған системалы һәм тынғыһыҙ хеҙмәте емеше ул. Һәләтле балалар менән эште дөрөҫ ойошторғанда,тыумыштан килгән зирәклек һәләткә әйләнә, ул үҙен төрлө яҡлап аса.Һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлап, ошо йүнәлештә маҡсат ҡуйып, балаға уңыштарға ирешеү өсөн үҙ өҫтөндә ныҡышмалы рәүештә эшләргә өйрәтергә , шул ваҡытта баһаларға ла оноторға ярамай. Уҡыусы мәктәпте тамамлағас та артабан уҡыуын ошо йүнәлештә дауам итә икән,был ,әлбиттә,уҡытыусының хеҙмәт һөҙөмтәһе.
Беҙҙең лицей коллективы “Һәләтле балалар”республика программаһын тормошҡа ашырыу буйынса күп йылдар дауамында ифрат ҙур уңыштарға ирешә.Был йүнәлештә эш махсус программаға нигеҙләнеп алып барыла. Район,ҡала,республика,төбәк-ара,Халыҡ-ара,Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа,конкурстарҙа,фестивалдәрҙә,ғилми- ғәмәли конференцияларҙа,төрлө проект эштәрендә уҡыусыларыбыҙ бихисап еңеүҙәргә,призлы урындарға лайыҡ булалар.
Был йәһәттән беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы ла маҡсатлы эш алып бара, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.Беҙҙең төп бурысыбыҙ: балаларҙың ижади һәләттәрен асыҡлап,күңелдәрендә ижади осҡон ҡабыҙыу,артабан да мөмкин тиклем үҫтереү. Бөгөнгө мәктәптә белем эстәүсе бала кәрәкле материалды эҙләп табыу һәм ҡуллана белеү һәләтенә лә эйә булырға тейеш.
Дәрестәрҙә балаларға жанрҙар тураһында мәғлүмәт биреү, иншалар яҙырға өйрәтеү,шиғыр өлгөләре менән таныштырыу,тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу һүҙ сәнғәтенә мөхәббәт тәрбиәләй,унда һалынған фекер менән тойғоларҙы төшөнә,тоя белергә өйрәтә. Шулай уҡ дәрес-бәхәстәрҙә,семинар-дәрестәрҙә балаларға үҙ ҡараштарын, фекерҙәрен яҡларға мөмкинселек биреү , бер әҫәрҙе йә образды ентекле өйрәнгәндән һуң,өйҙә тикшереү һәм яҙма эш башҡарыу өсөн дәреслектә анализы булмаған әҫәрҙе биреү ҙә отошло алым.
Мәғәнәле итеп йәшәргә,тормоштағы матурлыҡты күрә,тоя белергә өйрәтеү маҡсатында төрлө саралар: бәйгеләр, осрашыуҙар,кисәләр,түңәрәк өҫтәлдәр,әңгәмәләр,экскурсиялар,әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү,төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу ҙур әһәмиәткә эйә.
Икенсе йыл рәттән уҡыусыларыбыҙ “Аҫылташ” республика дебат уйындарында ҡатнаша, уңыштарға өлгәшә.Лицейҙың “Йөрәк һүҙе” проектында ла балалар әүҙем ҡатнашалар. Ике йыл инде мәктәбебеҙҙә театр түңәрәге эшләп килә.Юбиляр яҙыусыларҙың әҫәрҙәре,фольклор материалдары нигеҙендә сценарийҙар яҙып сәхнәләштерәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған төрлө конкурстарҙа,фестивалдәрҙә ҡатнашып,еңеүҙәргә ирештеләр. Халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал батыр” эпосын төрлө телдәрҙә яттан һөйләү Халыҡ-ара конкурсында һәм республика бәйгеләрендә уҡыусыларыбыҙҙың ҡатнашыуы йылдың-йылы ҙур еңеүҙәргә алып килә.Республика кимәлендә уҙғарылған ”Вәлиди уҡыуҙары”,”Кейекбаев уҡыуҙары” ,”Рәми Ғарипов уҡыуҙары“ һ.б. ғилми-ғәмәли конференцияларҙа уңышлы сығыш яһайҙар.Быйылғы уҡыу йылынан лицейыбыҙҙа “Сәсән мәктәбе”эшләй башланы. Ошондай сараларҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашыу һәләтле балаларҙы дәртләндерә,үҙ көстәренә ышанысты арттыра.
Ижади һәләтте үҫтереү,ижади шәхес тәрбиәләү,уҡыусының күңел донъяһын тейешле йүнәлештә үҙгәртеү өсөн уҡытыусы үҙе лә ижади шәхес , яңылыҡтар хаҡында хәбәрҙар,киләсәкте алдан күрә белеүсе лә булырға тейештер.Һәр уҡытыусы бала менән бергә көндәлек үҫештә,эҙләнеү юлында булғанда ғына,ҙур уңыштарға юл асыла.
Республика инженер лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтшина М.Ф.
Предварительный просмотр:
М.Ф.Давлетшина,
учитель башкирского языка и литературы ГБОУ Республиканского инженерного лицея-интерната ,Республика Башкортостан, Уфа
Халыҡ ижады әҫәрҙәрен өйрәнеү - шәхестең милли үҙаңын тәрбиәләү.
Халыҡ ижады-халҡыбыҙ традициялары , милли мәҙәниәтебеҙҙең үтә бер өлөшө булыуы менән бергә халыҡтың йәш быуынға тәрбиә биреүҙәге билдәле ҡағиҙәләр йыйылмаһы.
Халҡыбыҙ элек-электән киләсәк быуынды тыуған иленә һөйөү рухында тәрбиәләп килгән ,уларҙа ғәҙеллек , намыҫлык , тыйнаҡлыҡ , ярҙамсыллыҡ сифаттары булдырырға тырышҡан.
«Халыҡ ижады әҫәрҙәре боронғо замандарҙан уҡ, бөгөнгө яҙма әҙәбиәт тыуғанға тиклем, йәнле һөйләү телендә йәшәп ,туған халҡыбыҙҙың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә хеҙмәт иткән. Ул күмәк ижад емеше булып, художестволы әҙәбиәт ролен дә,йәш быуынға өгөт-нәсихәт ,тәрбиә биреү сығанағы бурысын да башҡарған. Ҡобайырҙар ,йырҙар, әкиәттәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар һ.б. жанрҙарҙағы әҫәрҙәр боронғо замандарҙа ижад ителеп, быуындан-быуынға ,ырыуҙан-ырыуға күсә килеп, уларҙың теле тағы ла шымара төшкән ,камиллашҡан ,күркәмләнгән ,ундағы һүҙҙәр тәрән философик фекерҙе сағылдыра алғандар, һүрәтләнгән картиналарҙы йәнле итеп күҙ алдына баҫтырырлыҡ дәрәжәлә булғандар “,- тип яҙа телсе-ғалим Вәли Псәнчин.
Тимәк ,милли уҙанды ,халыҡ рухын формалаштырыуҙа фольклорҙың йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ. Был бигерәк тә эпостарҙа бер бөтөн булып кәүҙәләнә. Әхлаҡ һәм милли тәрбиә сығанағын халҡыбыҙҙың ҡомартҡыларының береһе “Урал батыр “ эпосында осратабыҙ.
Йомаҡтарҙың төп тәғәйенлеше - балаларға аҡыл тәрбиәһе биреү. Һәр йомаҡ яуапһыҙ ҡалмай , ә яуапты табыр өсөн уҡыусыға уйланырға кәрәк. Бындай эш төрө уҡыусыларҙы тәрбиәләп кенә ҡалмай , уларҙың уйлау , фекер йөрөтөү ҡеүәһен уҫтерә.
Мәҡәлдәр – халҡыбыҙҙың быуаттан-быуатҡа күсеп килгән хазинаһы . Тулы бер фекерҙе , йыйнаҡ, тапҡыр итеп әйтеп биргән мәҡәлдәрҙә халыҡ үҙенең быуаттар буйына һуҙылған тормош тәжрибәһен ,яҡшы идеалға булған ынтылышын сағылдыра. Мәҡәлдәр халҡыбыҙҙың зирәклеген, тапҡырлығын күрһәтә ,уларҙа ятҡан мәғәнә тәрән тәрбиәүи көскә әйә. Дәрестәрҙә ҡулланылған мәҡәлдәр уҡыусыларҙа тыуған илгә ,хеҙмәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләй ,дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәтә ,телде һаҡлап һәм яҡлап ҡалыу кәрәклеген аңлата.
Минең һәм башҡа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылырының бурысы :телгә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт телендә матур һәм дөрөҫ итеп һөйләргә ,фекер йөрөтөргә өйрәтеү.
Һәр халыҡтың иң матур йолаларының береһе - бала тәрбиәләү йолаһын һаҡлап алып ҡалып,уны киләсәк быуындарға тапшыра алабыҙ икән, беҙ, уҡытыусылар ,үҙ профессиональ бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ,тигән һуҙ. Шуға күрә лә, мәктәптәрҙә халыҡ ижадының баланы үҫтереүҙә һәм тәрбиәләүҙә тотҡан урынын тейешенсә баһалап,уны уҡыу-уҡытыу барышында даими ҡулланарға кәрәк, тип һанайым.
Һәр уҡыусы үҙ характерында милли һыҙаттар йөрөтә. Беренсенән ,холоҡ-фиғелдең милли үҙенсәлектәре ата –әсәнән балаға күсә. Икенсенән ,бала йәмғиәттә кеше менән аралашыу тәртибен һәм рухи байлығын көндәлек тормошта үҙләштерә. Дәрестә бер генә тапҡыр булһа ла халҡыбыҙҙың зирәклеген һынар йомаҡтар әйтелмәһә ,уның бай тормош тәжрибәһе тупланған ,фекер мәргәнлеген күрһәткән мәҡәлдәр ҡулланылмаһа, балаларҙың күҙҙәрендә осҡондар сәсрәтеп,уларҙы ял иттереүсе халыҡ уйындар булмаһа, ул дәрестән балаларыбыҙҙың ҡәнәғәт булыуы икеле. Сөнки халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше, боронғо тарихы ,фәлсәфәһе,рухиәте халыҡ ижады нигеҙендә ята.
Халыҡ ижады әҫәрҙәрен дәрестәрҙә өйрәнеүгә тыуған яҡ әҙәбиәте , мәҙәниәте ,тәбиғәте ҙур мөмкинлектәр бирә. Дәресте йәнләндереү һәм уҡыусыларҙа тыуған яҡҡа ,халыҡ ижадына һөйөү уятыу маҡсатында ололарҙан әйтем-мәҡәлдәр ,йыр-таҡмаҡтар, уйындар яҙып алдырабыҙ.
Үткән замандарҙан килгән ыңғай күренештәрҙе һаҡлап ҡалыу, уларҙы кешенең уй-ниәттәрендә ишәйтеү, йәш быуында ана шул традицияларға таянып эш итеү күнекмәләре булдырыу –быларҙың барыһы ла шәхестең милли үҙаңын тәрбиәләүҙә бик ҙур әһәмиәткә эйә.
Литература
- Башҡорт халыҡ ижады . I том .-Өфө : Китап ,1995.
- Башкиры. Этническая история и традиционная культура.-Уфа,2002
- Бураҡаев И.Д ., Бураҡаева М.С ., Юлмөхәмәтов М.Б . Тормош һабаҡтары –Өфө:Китап ,1995
