Фәйзуллина Әлмира Барый ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты

"Ал да нур сәс халҡыңа!"

Профессия: Уҡытыусы

Профессиональные интересы: Үҙ предметым буйынса төрлө профессиональ конкурстарҙа ҡатнашыу

Увлечения: Нәфис әҙәбиәт уҡыу, бәйләм бәйләү,ғаиләм менән тәбиғәт ҡосағында ял итеү

Регион: Республика Башкортостан

Место работы: Башҡортостан республикаһы Бәләбәй ҡалаһы муниципаль районы 15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы

Звание, ученая степень: Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/fayzullina-almira-barievna
Әсәң бәпләп уятҡан, атаң һөйләп йыуатҡан, балаңды әҙәм итер, күп ҡашында бар итер - һаҡлағыҙ башҡорт телен, башҡорт телен - йыр телен, батыр телен, бата телен, сәсән телен - көс телен, күңел телен, йән телен - Башҡорт телен!
Розалия Солтангәрәева

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм сайт ҡунаҡтары!

Һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә бик шатмын! Коллегаларымды педагогик эшмәкәрлек, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырам. Сайтта үҙегеҙгә кәрәкле файҙалы мәғлүмәт табырһығыҙ, тип ышанғы килә. Тәҡдимдәр көтөп ҡалам.

 

Счетчик посещений Counter.CO.KZ - бесплатный счетчик на любой вкус!

О себе

Үҙем тураһында 

78 - Йылҡы йылының

Игеҙәк йондоҙлоғонда,

Барый менән Миңлегөлдөң

Дүртенсе ҡыҙы булып,

Йәмле майҙың бер көнөндә

Тирә - яҡҡа ауаз һалып,

Шатландырып һәр кемде

Донъяға килгәнмен мин.

 

Әлмира булһын исемең –

Наҙлы, матур булып үҫ,

Йортоңа ла бүләк бул,

Илеңә лә терәк бул! –

Тиеп , бәхет юрғанына

Биләгән мине әсәйем.

 

 Бер ғаиләлә биш ҡыҙ үҫтек,

Өлөшкә төшкән көмөш!

Тыуған ауылым мәктәбендә

Ун бер йыл белем алдым.

Яҙмышымды бәйләнем

Уҡытыусы һөнәре менән.

Бәләбәйҙең педколледжын

“алтын”ға тамамланым.

 

Үҫеп еттем, буй еткерҙем,

Егерме бер йәшем тулды!

Рөстәм атлы егеткә,

Ғашиҡ булдым һуштан яҙҙып.

Һәм бына нисә йылдар,

Иңгә-иңде терәшеп,

Бик татыу ғүмер итәбеҙ

Күгәрсендәй гөрләшеп.

Мөхәббәт емеше булып,

Улыбыҙ, Рәнис тыуҙы.

Ул бик аҡыллы, зирәк малай

Ун биш йәше тулып уҙҙы.

 

Белем алыу, иң мөһиме -

Маҡсатыма ирештем :

Ситтән тороп  БДПУ-ның

Башфагын да бөтөрҙөм.

                                                          

Хәҙер инде ҙур мәктәптә

Балалар уҡытамын,

Уҡыусылар – уңғандарым,

Минең уң ҡанаттарым.

Кәрәк икән улар менән

Кисәләр үткәрәбеҙ,

Йылы һүҙ, яҡты йөҙ менән

Күңелде күтәрәбеҙ.

 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Бәләкәйҙән китаптар уҡырға яраттым һәм әле лә был ҡыҙыҡһыныу мине ташламай

 

Яратҡан әҫәрҙәрем:

Башҡорт халыҡ ижады томлыҡтары, бигерәк тә әкиәттәр,

Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романы, "Айбикә" повесы,

Зәйнәб Биишева трилогиялары,

Мостай Кәримдең "Оҙон - оҙаҡ бала саҡ", " Өс таған"  повестары, 

Гөлнур Яҡупованың "Ҡатындар" романы,

Ноғман Мусин романдары һәм повестары,

Ғайнан Хәйриҙең "Боролош" романы,

Таңсулпан Ғарипованың "Бөйрәкәй" романы,

Әмир Әминев әҫәрҙәре,

Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәре,

Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!", "Әкиәтһеҙ бала саҡ" повестары һ.б.

Мой взгляд на мир

Халыҡсан. Тормоштағы реаль ваҡиғалар тураһында. Кешенең эске халәтен тотошлайы менән үҙгәртергә мөмкиндәр. Аҡты - ҡаранан, яҡшыны  ямандан айырырға өйрәтә...

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: