Асыҡ дәрестәр һәм кластан тыш саралар

Фәйзуллина Әлмира Барый ҡыҙы

Предварительный просмотр:

Маҡсат:    1) Уҡыусыларҙы шағир Ф. Туғыҙбаева һәм уның «Яңы күлдәк» хикәйәһе менән

                      таныштырыу. Йөкмәткеһен үҙләштереү.

                      2) Һүҙлек запасын байытыу. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Дөрөҫ, аңлы,тасуири

                      уҡырға, орфографик матур яҙырға өйрәтеү.

                      3) Кейем- һалымға ҡарата һаҡлыҡ, бөхтәлек төшөнсәләрен тәрбиәләү.

Йыһаз-у:  интерактив таҡта, проектор, милли кейемдәге ҡурсаҡтар, портрет, китаптар

                      күргәҙмәһе, расскладушка

                                                        Дәрес барышы.

I.Ойоштороу моменты.

- Һаумыһығыҙ, балалар!

- Һаумыһығыҙ.  Ултырығыҙ.

                  Дөрөҫ итеп ултырабыҙ

                  Дәрес башлана хәҙер.

                  Уҡытыусыны тыңларға

                  Уҡыусы һәр саҡ әҙер.

- Ә һеҙ тыңларға әҙерһеҙме?   - Эйе.

- Һеҙҙең маҡсат тыңлап ҡына ултырырға түгел, ә һәйбәт итеп дәрестә ҡатнашырға, дөрөҫ итеп һөйләшергә, уҡырға тейешһеҙ. Шуның өсөн бөтә иғтибарығыҙҙы миңә йүнәлтеп, актив ҡатнашып ултырыуығыҙ һорала.

     1) Ыңғай атмосфера тыуҙырыу.

    Тағы ла бер иҫ киткес гүзәл көн тыуҙы. Тәҙрәнән тышҡа ҡарайыҡ әле, бар донъя ап- аҡ тун кейгән.

- Ә ни өсөн беҙ донъяны аҡ тун кейгән тейбеҙ?

- Сөнки, бөтә тирә- яҡ ап- аҡ ҡар менән ҡапланған.

- Тышта һауа нисек?

- Тышта һыуыҡ, саф һауа.

- Ә аҡ төҫ нимәне аңлата?

- Аҡ төҫ – таҙалыҡты, сафлыҡты аңлата.

- Эйе, аҡ төҫ сафлыҡты, таҙалыҡты, паклыҡты аңлата. Әйҙәгеҙ, сафлыҡтан үҙебеҙгә көс, дәрт, илһам алып ошо шиғырҙы уҡып китәйек.

II.Артикуляцион күнегеү.

               Ыжғыр бурандар уйнатҡан,

               Ап- аҡ тунлы ҡыш мәле.

               Урмандар ҙа, ағастар ҙа

               Аҡ шәлдәргә бөркәнде.

(Шиғырҙы үҙ- аллы, сылбырлап уҡыу, уның мәғәнәһен аңлатып китеү. Артабан шиғырҙан бер- нисә һүҙҙе алып ташлап уҡыу).

- Уҡыусылар, ниндәй һүҙҙәр  алып ташланған? (Тун, шәл).

- Был һүҙҙәрҙе беҙ икенсе төрлө нисек атайбыҙ?

- Тун, шәл- улар икенсе төрлө кейем- һалым тип атала.

- Ә тағы һеҙ ниндәй кейем- һалымдарҙы беләһегеҙ икән? Әйҙәгеҙ әле, тикшереп үтәйек.

( Слайдта кейем һүрәттәре күрһәтелә, уҡыусылар уларҙы әйтәләр).

III.Өйгә эште тикшереү.

   (Уҡыусыларҙан «Сәскәле күлдәк» шиғырын яттан һөләтеү. Баһалау).

- Бына беҙ һеҙҙең менән Г. Юнысываның “Сәскәле күлдәк”шиғырын тыңлап үттек. Артабан да һеҙҙең менән кейем- һалым темаһын үтеүҙе дауам итәбеҙ һәм Ф. Туғыҙбаеваның “Яңы күлдәк” хикәйәһе менән танышып үтәйек.

IV.Яңы тема өҫтөндә эш.

  1. Ф. Туғыҙбаеваның «Яңы күлдәк» хикәйәһе.

(Китаптың 56- сы битен асып хикәйәне ҡысҡырып уҡыу. Тәржемә итеү).

- Хикәйәлә һүҙ кем тураһында һүҙ бара?

- Был текста һүҙ Гөлниса тураһында бара.

- Әсәһе менән ул ҡайҙа барҙы?

- Әсәһе менән Гөлниса магазинға барҙы.

- Унда улар нимә алды?

- Улар аҡ сәскәле ҡыҙыл күлдәк алдылар.

- Ә ҡыҙыҡайға күлдәк оҡшанымы?

- Эйе оҡшаны.

- Һатыусы Гөлнисаға нимә әйтте?

- Исемең дә матур, күлдәгең дә килешә тине.

(Хикәйәне үҙ- аллы, сиратлап уҡыу).

IV.Ял итеү минуты.

                                 Ҡоштар оса киңлеккә

                                 Ем эҙләргә кис- иртә.

                                 Балыҡтарҙа торҙолар,

                                 Боҙ аҫтына сумдылар.

                                 Ә беҙ урамға сығабыҙ

                                  Тауҙан саңғы шыуабыҙ.

2). – Ә хәҙер уҡыусылар, һеҙгә ошондай эш. Беҙҙең дә класта матур ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡый. Әйҙәгеҙ әле әйтеп китәйек, улар ниндәй милләт вәкилдәре икән?

(Һәр уҡыусынан исемдәре һәм уның ниндәй милләттән икәне һорала).

- Һәр бер милләт кешеһе таҡта янына сыға һәм үҙенең милләтенә ҡағылышлы ҡурсаҡтарҙы ала. Улар ошо ҡурсаҡтарҙың кейемдәрен әйтеп китә.

( Башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш милли кейемдәрен әйтеп уҙыу).

V. Башҡорт милли кейеме тураһында видио- яҙма ҡарау.

- Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән тик матур кейемдәр тураһында ғына һөйләшәбеҙ ҙә һөйләшәбеҙ, йәгеҙ әле, кейем матур булһын өсөн уны нимә эшләтергә кәрәк һуң?

- Кейемде таҙа тоторға кәрәк.

- Һәр саҡ йыуып, үтекләп торорға кәрәк.

- Аяҡ кейемдәрен таҙартып кейергә кәрәк.

- Бына был, һеҙ әйткәндәрҙең бөтәһе лә тиерлек, беҙҙең китапта яҙылған, уҡып китәйек әле?

(Китаптың 57- се битендәге 2- се күнегеүҙе уҡыу).

VI. Дәфтәр менән эш.

- Әйҙәгеҙ әле, беҙ был ҡағиҙәләрҙе дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ.

- Бөгөн нисәнсе число,ниндәй көн?

(Бөгөнгө числоны яҙыу, 2- се күнегеүҙе яҙыу).

4). “Кемдең кем” уйынын уйнау.

     Уҡытыусы уҡыусының кейгән кейемен әйтеп үтә, ә ул кеше үҙен танып таҡта алдына сыға. Танымаһа, иптәштәре ярҙам итә.

   - Китаптан 5-се күнегеүҙе телдән. Ниндәй һүҙ артыҡ?

VII. Карточка менән эш.

( Һәр рәткә карточкалар таратып бирелә. Ике тема буйынса эште үҙ- аллы эшләп, таҡтаға сығып диологты һөйләргә. 1-се рәткә «Осрашыу». 2- се рәткә «Кейем- һалым магазинында»).

VIII.Йомғаҡлау. Баһалау.

- Уҡыусылар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек? Эшләгән эшебеҙгә байҡау яһап үтәйек әле?

- Эйе, тыштың ап- аҡ сафлығы һәм матурлығы менән үҙебеҙҙең дә эске һәм тышҡы матурлыҡты күрһәтеп киттек. Афариндар!

IX.Өй эше.

57- се бит, 3-сө күнегеү ( Һүрәткә ҡарап, өлгө буйынса һөйләмдәр төҙөп яҙырға).

 



Предварительный просмотр:

Тема:   Ҡышҡы тәбиғәт. Ҡар бөртөктәре.

Маҡсат:   1) Уҡыусыларҙы ҡышҡы тәбиғәттең матурлығы, хозурлығы менән һәм А.Ф. Зиянчковскийҙың «Ҡышҡы тәбиғәт» хикәйәһе менән таныштырыу,  үҙләштереү.

                           2) Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Һүҙҙлек запасын арттырыу. Дөрөҫ һөйләргә, тасуири уҡырға, орфографик дөрөҫ яҙырға өйрәтеү.

                           3) ҡышҡы тәбиғәткә, телгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһаз- у:   дәреслек, проектор, интерактив таҡта, һүрәттәр, плакат

                                                              Дәрес барышы.                                                                                                    

I. Ойоштороу моменты.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырығыҙ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, бөгөн беҙгә бик күп ҡунаҡтар килгән. Беҙ уларға, үҙебеҙҙе һынатмайынса, булған белемдәребеҙҙе күрһәтеп, улар ниндәйҙер ҡыуаныс алып ҡайтырға тейеш.

( Ишек шаҡыу, класҡа ике уҡыусы килеп керә)

- Беҙҙә һеҙгә ҡунаҡҡа килгәйнек. Аҙ ғына һуңлап киттек шикелле.

- Юҡ та ҡунаҡ кеше бер ваҡытта ла һуңламай ул, әйҙәгеҙ үтегеҙ.

- Беҙ һеҙгә буш килмәнек, күстәнәскә йомаҡ алып килдек.

- Ярай һуң, ниндәй төркөм йомаҡты сисә, шул төркөмдөң ҡунағы булаһығыҙ

(Йомаҡ сиселә)  

1. Шиғыр уҡыу.     Һаумыһығыҙ! Һаумы әле!

                                 Ниндәй йылы һүҙ икән.

                                 Һәр күңелде иретерлек,

                                 Һәр кемгә лә үҙ икән.

                                 Берәү әйтә танышына:

                                 «Туған, хәйерле иртә!»

                                 Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ

                                 Көнө буйына етә.

- Ошондай йылы һүҙҙәр менән шатлыҡ өләшеп дәресте башлап ебәрәйек. Шатлыҡ – ҡыуаныс беҙгә иҫәнләшеүҙән генә түгел, дөрөҫ, матур итеп һөйләшеүҙән дә килә. Тимәк, бер хатаһыҙ һөйләшер өсөн беҙгә ошо телшымартҡысты уҡып китергә кәрәк.

II. Артикуляцион күнегеү.

           а) Елбер – елбер елберләп                           Ынйы кеүек ҡарҙар яуа,

               Бөркөлгәндәй елбәҙәк,                              Ғәжәп матур көн бөгөн.

               Сәбәләнеп, туҙынып,                                  Ҡулға тотоп алғы килә,

               Ҡар һибелә йылҡылдап.                             Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн

(Шиғырҙы ҡысҡырып уҡыу, тәржемә итеү, төрлө алымдар ҡулланып уҡыу).

    - Шиғырҙа һүҙ нимә тураһында бара?   (Бөгөн матур көн)  

- Автор нимә эшләргә теләгән? ( Ынйы кеүек ҡарҙар яуа)

-Хәҙер беҙ һеҙҙең менән бер компазиция ҡарап китәбеҙ. Иғтибар менән ҡарап, аҙаҡ һәр бер төркөм һөйләмдәр төҙөй һәм ҡысҡырып уҡый.

Һалҡын ҡыш етте.          Ынйы кеүек ҡарҙар яуа.           Ағастар ап-аҡ ҡар менән ҡапланған.

Урман тыныс йоҡоға талған.       Ҡоштарҙы, хайуандарҙы һирәк күрерһең.   Ерҙә ҡар бөртөктәре йемелдәй.

III. Дәфтәр менән эш

(Бөгөнгө чилоны, теманы һәм ошо һөйләмдәрҙе дәфтәрҙәргә яҙып ҡуяйыҡ әле)

-Был һөйләмдәрҙе уҡып бер һүҙ менән нисек әйтеп була

IV. Китап менән эш.

- Хәҙер бөтәбеҙҙә китаптың 56 – сы битен асабыҙ. Ҡышҡы тәбиғәт хикәйәһен табайыҡ. Хәҙер төркөмдәргә шундай эш.1-се төркөм 1,2 – се абзацты, ә 2-се төркөм 3-сө абзацты уҡып тәржемә итә. Эште башланыҡ.

(Беренсе бүлекте уҡыйҙар, тәржемә ителә).

Уҡыт. – Бында һүҙ нимә тураһында бара?

1-се төрк. – Ҡыш – матур, ләкин ауыр осор.

                   - Сатлама һыуыҡтар ҡоштар, йәнлектәргә бик ауыр осор.

                   - Ағастар яланғаслана, шулай итеп улар дымды һаҡлап алып ҡалҡ..

Уҡыт. – Ә икенсе төркөм нимә тип әйтер?

2-се төрк. – Был бүлектә ҡышын йәнлектәргә ауыр осор.

                   - Ҡайһы берҙәре ҡышҡы йоҡоға тала.   Йөндәрен алмаштыра

                  - Ҡоштарҙың күбеһе йылы яҡтарға осоп китәләр.

                   -Уларға тағараҡтар яһап элергә кәрәк

IV. Физминутка.

Уҡыт. – Афариндар. Йә, тағында беҙҙә ниндәй ҡоштар ҡышларға ҡала? Һанап үтәйек әле?

( Ҡоштарҙың исемдәре әйтелә, слайдта күрһәтелеп хор менән уҡыла).

Уҡыт. – Бына беҙҙә ҡоштарҙан башҡа тағы кемдәр ҡышын йоҡламай үткәрә?

Уҡыус. – Ҡайһы бер хайуандар йоҡламай үткәрәләр.

( Бүре, ҡуян, төлкө, тейен, һеләүһен, болан, мышы һ.б.).

Уҡыт. – Ә уларҙы нисек белеп була?

Уҡыс. – Уларҙы урманда күреп була.

            - Ҡар өҫтөндәге эҙҙәрҙән танып була.

Уҡыт. – Хәҙер мин һеҙгә эҙҙәр күрһәтәсәкмен, һеҙ кемдең эҙе икәнен әйтерһегеҙ.

( Слайдтан эҙҙәр күһәтелә, уны танығас һүрәте күрһәтелә).

Уҡыт. – Минең өҫтәлемдә лә ҡар бөртөктәре ята. Уларҙың һәр береһендә һынамыштар бирелгән, ләкин улар тулыһынса түгел. Һеҙ уларҙы уҡып, дауам итергә тейешһеҙ.

 Дәфтәргә бер – икеһен яҙып ҡуйыу.

V. «Ҡар бөртөктәре» шиғырын уҡыу.

( Уҡытыусы шиғырҙы уҡый, тәржемә ителә)

VI. Ижади эш.

- Уҡыусылар, хәҙер мин һеҙҙең ижади һәләттәрегеҙҙе тикшереп үтмәксемен. Һәр төркөм ошо шиғырҙың йөкмәткеһенә ҡарата һүрәт төшөрә. Башланыҡ.

VII.Йомғаҡлау.

      - Тимәк, беҙҙең фильмыбыҙҙың исеме нисек аталды инде?

- Беҙҙең фильм Ҡыш тип аталды.

      - Унда нимәләр төшөрөлдө?

- Ҡышлаусы ҡоштар, тәбиғәт, хайуандар әйтелеп үтте.

      - Ә һеҙгә фильмды сәхнәләштерең оҡшанымы?

VIII. Өйгә эш.  69-сы биттеәге шиғырҙы ятларға.



Предварительный просмотр:

Тема:   Ҡыш. Ҡылым . Бойороҡ һөйкәлеше.

Маҡсат:   1) Уҡыусыларҙы ҡышҡы тәбиғәттең хозурлығы һәм ҡылымдың бойороҡ              һөйкәлеше менән таныштырыу. Яңы теманы үҙләштереү.

                           2) Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Һүҙҙлек запасын арттырыу. Дөрөҫ һөйләргә, тасуири уҡырға, орфографик дөрөҫ яҙырға өйрәтеү.

                           3) ҡышҡы тәбиғәткә, телгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһаз- у:   дәреслек, проектор, интерактив таҡта, һүрәттәр, плакат

                                                              Дәрес барышы.                                                                                                    

I. Ойоштороу моменты.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

1. Шиғыр уҡыу.     Һаумыһығыҙ! Һаумы әле!

                                 Ниндәй йылы һүҙ икән.

                                 Һәр күңелде иретерлек,

                                 Һәр кемгә лә үҙ икән.

                                 Берәү әйтә танышына:

                                 «Туған, хәйерле иртә!»

                                 Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ

                                 Көнө буйына етә.

- Ошондай йылы һүҙҙәр менән шатлыҡ өләшеп дәресте башлап ебәрәйек. Шатлыҡ – ҡыуаныс беҙгә иҫәнләшеүҙән генә түгел, дөрөҫ, матур итеп һөйләшеүҙән дә килә. Тимәк, бер хатаһыҙ һөйләшер өсөн беҙгә ошо телшымартҡысты уҡып китергә кәрәк.

II. Артикуляцион күнегеү.

           а) Елбер – елбер елберләп

               Бөркөлгәндәй елбәҙәк,

               Сәбәләнеп, туҙынып,

               Ҡар һибелә йылҡылдап.

(Шиғырҙы ҡысҡырып уҡыу, тәржемә итеү, төрлө алымдар ҡулланып уҡыу).

           б) Фонетик – орфоэпик кенегеүҙәр.

        - һуҙынҡы өндәр өҫтәп уҡырға:ҡ-л, ҡ-р, ҡ-п, ҡ-ш, к-ҙ,т-ҙ.

        - тартынҡы өндәр өҫтәргә: ө-ө, о-о, у-ы, а-а, ә-ә, и-ә, я-а.

        - уҡырға: 1 – гә, 1 – ҙәм, к – 3, 6 – н, 7 –ҙ, 100.

- Бына беҙ һеҙҙең менән башҡорт өндәрен ҡабатлап, телдәрҙе шымартып алдыҡ, артабан эшебеҙҙе дауам итәйек. Беҙгә эште башлар алдынан төркөмдәргә бүленергә кәрәк буласаҡ. Сөнки дәрестә беҙ фильм төшөрәсәкбеҙ. Бына бер төркөм булһын. Уны беҙ – «Ижади төркөм» тип атаясаҡбыҙ. Улар уҡып, тәржемә итеүселәр. Ә быныһы – икенсе төркөм. Уларҙы беҙ - «Режиссер- ҡыйыусылар» тип атайбыҙ. Был төркөм фильм төшөрөү өсөн кадрҙар уйлай, бүлектәргә исемдәр бирә. Ә бына  был беҙҙең сәхнә, режиссерҙар төшөргән кадрҙарҙы сәхнәлә ҡуя бара.

III. Китап менән эш.

- Хәҙер бөтәбеҙҙә китаптың 68 – се битен асабыҙ. 179-сы күнегеүҙе табайыҡ. Хәҙер төркөмдәргә шундай эш, 1-се ижади төркөм ошо тексты уҡый, тәржемә итә. Ә режиссерҙар текстҡа исем бирә, кадр төшөрә. Эште башланыҡ.

(Беренсе бүлекте уҡыйҙар, тәржемә ителә).

Уҡыт. – Бында һүҙ нимә тураһында бара?

1-се төрк. – Ҡыш ап- аҡ ҡарҙары, бурандары менән килеп етте.

                   - Быны  ҡоштар, йәнлектәр бик тиҙ һиҙҙе.

                   - Урманда уларҙың тауыштары ишетелмәй.

Уҡыт. – Ә режиссерҙар был бүлеккә ҡарата ниндәй кадр төшөрөр?

2-се тҡрк. – Был бүлекте беҙ»Буранлы ҡыш» йәки «Һалҡын ҡыш» тип атар инек.

                   - Мин быны «Сатлама һыуыҡтар» тип атап ошондай сюжет тәҡдим итер инем.

( Төшөрөлгән һүрәтте таҡтаға элә).

Уҡыт. – Артабан икенсе бүлекте уҡыйыҡ. Бөтәбеҙҙә иғтибар менән тыңлайбыҙ.

( Икенсе бүлек уҡыла, тәржемә ителә).

1-се төрк. – Бында яңы йылдың беренсе айы – ғинуар.

                   - Ғинуар – иң  һыуыҡ ай.

                   - Ыжғыр бурандар ҡотора.

2-се төрк. – Был бүлекте «Ғинуар» тип кенә атар инек һәм ошо күренеште төшөрҙөк.

Артабанғы бүлекте уҡыу, тәржемә итеү.

1-се төрк. – Бында һүҙ селдәр, ҡорҙар, һуйырҙар ҡышын йоҡоға талыуы тураһында бара.

                   - Улар сатлама һыуыҡтар үткәнен көтәләр.

2-се төрк. – Был кадрҙы беҙ «Ҡышҡы йоҡо» тип атарға булдыҡ.

                   - Был геройҙарыбыҙҙы икенсе сюжет янына ҡуйырға булдыҡ, сөнки улар ҡар аҫтында йоҡлайҙар.

(Ҡош һүрәттәре эленә, аҙаҡы бүлек уҡыла).

IV. Физминутка.

Уҡыт. – беҙ фильмдың аһаҡы бүлегенә лә килеп еттек. Әйҙәгеҙ, ҡысҡырып уҡыйыҡ әле.

1-се төрк. – Бында турғай, һайыҫҡандар аҙыҡ эҙләйҙәр.

                  - Улар кеше йәшәгән ергә яҡынлашалар.

                  - Өкө сысҡандың өңөнән сыҡҡанын көтә.

2-се төрк. – Беҙ бына ошондай сюжет төшөрҙөк. ( Һүрәт күрһәтелә).

                   - Һәм уны «Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар» тип атаныҡ.

Уҡыт. – Афариндар. Йә, тағында беҙҙә ниндәй ҡоштар ҡышларға ҡала? Һанап үтәйек әле?

( Ҡоштарҙың исемдәре әйтелә, слайдта күрһәтелеп хор менән уҡыла).

Уҡыт. – Бына беҙҙә ҡоштарҙан башҡа тағы кемдәр ҡышын йоҡламай үткәрә?

Уҡыус. – Ҡайһы бер хайуандар йоҡламай үткәрәләр.

( Бүре, ҡуян, төлкө, тейен, һеләүһен, болан, мышы һ.б.).

Уҡыт. – Ә уларҙы нисек белеп була?

Уҡыс. – Уларҙы урманда күреп була.

            - Ҡар өҫтөндәге эҙҙәрҙән танып була.

Уҡыт. – Хәҙер мин һеҙгә эҙҙәр күрһәтәсәкмен, һеҙ кемдең эҙе икәнен әйтерһегеҙ.

( Слайдтан эҙҙәр күһәтелә, уны танығас һүрәте күрһәтелә).

Уҡыт. – Арып киткәнһеҙҙер инде. Хәҙер мин һеҙгә синквейн уйынын тәҡдим итәм. Алдан аңлатып китәйек әле. Нимә ул – Синквейн?

Уҡыус. – Ул француз һүҙе “синг” һүҙе биш юл тигәнде аңлата.

- Эйе, биш юлдан торған лирик әҫәр.

(Миҫал итеп «Мәктәп» һүҙен слайдтан күрһәтеү. «Ҡыш», «ҡар», «Ҡыш бабай» һүҙҙәренә синквейн төҙөлә).

Уҡыт. – Хәҙер ошо уйында булған ҡылымдарҙы тағын бер әйтеп үтәйек әле.

           - Шул һүҙгә һорау бирегеҙ, заманын, һөйкәлешен әйтеп китегеҙ.

Уҡыус. – Нимә эшләй? Хәҙерге заман, хәбәр һөйкәлеше.

Уҡыт. – Афарин. Хәҙер уны бойороҡ һөйкәлешенә ҡуйығыҙ әле?

( Уҡыусылар үҙгәртәләр һуңынан һығымта яһала).

V. Дәфтәр менән эш.

Бөгөнгө числоны, көндө яҙыу. Экранда ҡылымдар бирелә, шул һүҙҙәрҙе бойороҡ һөкәлешенә ҡуйып яҙырға һәм ҡысҡырып уҡып сығырға.

VI. Ижади эш.

- Уҡыусылар, хәҙер мин һеҙҙең ижади һәләттәрегеҙҙе тикшереп үтмәксемен. Һәр төркөм ошо ҡыш сценарияһына дүрт юллыҡ шиғырҙар яҙа. Бөгөнгө темабыҙ – ҡыш.

(Шиғырҙар яҙалар, ҡысҡырып уҡыйҙар).

- Ә хәҙер китаптан мин дә бер шиғыр уҡып китмәксемен.

(Уҡытыусы шиғырҙы тасуири уҡый, тәржемә ителә, һорауҙарға яуап бирелә).

VII.Йомғаҡлау.

      - Тимәк, беҙҙең фильмыбыҙҙың исеме нисек аталды инде?

- Беҙҙең фильм Ҡыш тип аталды.

      - Унда нимәләр төшөрөлдө?

- Ҡышлаусы ҡоштар, тәбиғәт, хайуандар әйтелеп үтте.

      - Ә һеҙгә фильмды сәхнәләштерең оҡшанымы?

VIII. Өйгә эш.

69-сы биттеәге шиғырҙы ятларға.

 



Предварительный просмотр:

Сәхнәлә музыка уйнай. Аҙаҡ ведио ҡуйыла.

 

1 а.б.  А земные пути и трудней, и опаснее млечных…

Он шагает по ним, спотыкаясь о радость и грусть-

И уходят стихи в хрестоматии, в души и вечность

И сам бог. Говорят, заучил их давно наизусть.

Вот шагает Поэт,

И добро сквозь следы прорастает.

И настой его дум растворяет земные грехи,

И неверия лед в чистом пламени слов его тает,

И поет что-то в нас:

Может, сердце, а может, стихи

2 а.б. Мин ғүмерем буйы дуҫлыҡ өсөн

          Һәм туғанлыҡ өсөн көрәшәм.

         Шуға ла бит ихлас күңел менән,

         Эй, кешеләр, һеҙгә өндәшәм!

         Һаумыһығыҙ! Һаумыһығыҙ!

   Мостай… Мостай Кәрим… был исемде күптән инде яратып, үҙ итеп әйтергә өйрәнгәнбеҙ. Халҡыбыҙҙың, еребеҙҙең лайыҡлы улы- Мостай… Хәҙер инде әҫәрҙәре сит илдәрҙә лә юғары баһа алған атаҡлы әҙип.

Һеҙҙең алдығыҙҙа төрлө конкурстар лауреаты Анжела Аубакирова М.Кәрим һүҙенә яҙылған  “Уҡытыусыма” йырын  менән сығыш яһай. Алҡыштар менән ҡаршы алайыҡ.

1 а.б.  Мустай Карим. Это имя известно далеко за пределами Башкортостана. О нем говорят, пишут и еще будет сказано за пределами Башкортостана. Мустай Карим – это тот прекрасный, чистый родник, из которого берет начало полноводная река современной башкирской поэзии. В 2019 году участнику Великой Отечественной войны, заслуженному деятелю искусств, народному поэту Башкортостан Мустаю Кариму исполнилось бы 100 лет!

2 а.б.  Һауаларҙа, бейектәрҙә

           Кейек ҡаҙ тауыштары.

           Шатлыҡ менән тулды бөгөн

           Күңелем һауыттары.

Малкова Анна башҡарыуында йыр «Сыңрау торна», аккомпониаторы Аубакирова Зөлфирә Хәбиб ҡыҙы

1 а.б. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) бер мең туғыҙ йөҙ ун туғыҙынсы йылдың егерменсе октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле  ғаиләһендә тыуған. Мостафа бигерәк тә әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе, ҡойған йомаҡтарҙы тыңларға ярата. Иҫ киткес әкиәттәр уның хыялын байытырға ярҙам итәләр.

2 а.б. В тридцати километрах от Уфы, неподалеку от воспетой С.Т.Аксаковым речки Демы, на привольном склоне Девичьей горы, расположен аул Кляш. При въезде на главную улицу стоит колодец: деревянный сруб, вал  с цепью и ручкой, маленькая крыша, а на крыше – металлический флажок, на котором вырезаны такие слова: “здесь источник поэзии Мустая Карима, не испив его – не проходите мимо!” колодец был испокон века, но надпись на нем появилась в день шестидесятилетия Карима. Кляшевцы таким образом выразили уважение к знаменитому земляку, и надо сказать их призыв никого не оставил  равнодушным. Именно здесь  20 октября 1919 года в деревне Кляшево родился Мустай Карим.

Башҡорт бейеүе

1 а.б. Мостай Кәрим бик ишле ғаиләлә эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә. Ғаиләлә ун ике бала булған. Ғаиләнең хужаһы – Мөхәммәт Сафа Саҙыҡ улы була. Ошо күп балалы ғаиләлә беренсе булып, уның оло ағаһы Мортаза уҡымышлы булһа, ә икесеһе Мостай була. Ә быға тиклем, Кәримовтар ырыуында, башҡа Келәшлеләр кеүек, уҡып-яҙа белмәгән булалар. «Быға тиклем имза урынына әллә һәнәккә оҡшаған, әллә тауыҡ тәпәйенә оҡшаған тамға ҡуялар ине. Был беҙҙең ғаилә гербы ла ине» - тип аҙаҡ иҫләй ине Мостай ағай. 

 2 а.б. Щедрым, чистым родником была родительская семья. В ней многодетной (в семье было 12 детей), трудолюбивой, сохранившей родовые устои, царило высокое понятие о нравственности. Главой семьи был отец – Мухамат Сафа Садыкович, слывшей в ауле человеком оснавательным и разумным.  Душой семьи была Старшая мать – первая жена отца, сыгравшая в судьбе Мустая Карима немаловажную роль.

“Балаларыма” йырын Бергалина Амира башҡара

1 а.б. Мостай Кәрим бер мең туғыҙ йөҙ утыҙ бишенсе йылда үҙ ауылдарындағы ете  йыллыҡ мәктәпте  тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. Бер мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе-ҡырҡ беренсе  йылдарҙа ул — Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты. Аҙаҡ уға яҙмыш бер-бер артлы һынауҙар ҡуя башлай ҙа инде.

   2 а.б. Первым была Великая Отечественная война, долгое и мучительное  ожидание. Великая Отечественная война круто изменила судьбу поэта. Карим ушел  на фронт юношей, был направлен на учебу в Муромское училище  связи, где пробыл до весны 1941 года. В должности начальника  связи, противотанкового артилерийского дивизиона Мустай попал в самое  пекло войны. В августе 1942  года  под городом Мценском был ранен осколком вражеской мины, пробивший косомольский и писательские билеты, спасшие ему жизнь. Более  шести месяцев находился на излечении в разных госпиталях. И снова – фронт.. На груди поэта появились первые нагрды – орден Красной Звезды, орден Отечественной войны 2 степени. . Вот и закончилась война

Вернувшись с войны, Мустай Карим начал  творить. В 1951- 1962 года работает       Предсадателем  правления  Союза  писателей БАССР,  1962 год избран      Секретарем Союза писателей РСФСР, 1963 год присвоено звание народного поэта Башкортостана.

Шамсутдинова Дарья башҡарыуында “Пташка” йыры

1 а.б. Мостай Кәрим шиғырҙарының яҙмышы бәхетле. Уның әҫәрҙәре кешеләргә байрамда ла, ҡәҙимге көндәрҙә лә килә. Мостай шиғырҙары әсә менән бергә сабый сәңгелдегенә эйелә, һалдат менән ил сиктәрен еңеләйтә, беҙҙең бөтәбеҙҙе лә Тыуған илде яратып йәшәргә өйрәтә.

1 уҡыусы:   Ер шарының картаһына

            Ҡараһаң яҡшы ғына, -

            Башҡортостан шул  картала

            Бер япраҡ саҡлы ғына.

           Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың

            Бер япрағы ни бары.

            Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –

            Шундай йәшел, юғары.

        Ғорур япраҡ өҙөлмәгән

            Ғорур ҡайын – әсәнән,

            Әсәһенең һуты менән,

            Көсө менән йәшәгән.

2 уҡыусы   Взгляни на глобус:

   Вот он -  шар земной,

    На нем Башкирия

  С березовый листок величиной.

   Всего лишь навсего

   Не больше

   Обыкновенного листка,

   Береза  же – великая Россия –

   так зелена, так высока!

Думбырала көйҙәр теҙәһе

 1 а.б. Башҡортостан!  Һинең гүзәлеккә

          Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән?

           Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй

          Ҡайһы илдә генә бар икән?

-Эйе, быйыл беҙҙең гүзәл,данлыҡлы Башҡортостаныбыҙ үҙенең 100 йыллыҡ ғүмер дәүерен  байрам итә.

2 а.б Самый родной на земле и любимый

         Башкортостан- край ты неповторимый.

        Нет на земле ничего нам дороже,

        Ближе, милее, щедрее, пригоже.

        Все мы твоею любовью хранимы,

        И от тебя мы неотделимы.

       Любим тебя и гордимся тобой,

       Башкортостан- ты дом наш родной!

Ғизетдинова Неля “Байрам бөгөн” йырын башҡара

1 а.б. Наша республика расположена на южном Урале, на границе двух частей света – Европы и Азии. Занимает территорию более 143 тысяч кв.км. Население более 4 млн. чел. Проживает около 100 национальностей. В годы Октябрьской революции народ Башкортостана боролся за создание самостоятельной республики. Такая республика была создана в 1917 году. А в марте 1919 года на основе соглашения с российским правительством была образована Башкирская Автономная Советская Социалистическая Республика. 11 октября – мы отмечаем день Республики. В этот день в 1990 году она была провозглашена суверенной республикой и стала называться Республикой Башкортостан.

2 а.б. Тормош үҙенең  тәбиғи закондары менән алға бара. Башҡортостан үҙ аллы  булыуын, халыҡтарҙың бәхетле, ирекле бай йәшәүен беҙ үҙ аҡылыбыҙ, көсөбөҙ менән генә тәьмин итә алабыҙ. Рухыбыҙ, телебеҙ, һәм милләтебеҙҙе һаҡлар алып ҡалыр өсөн беҙ янмаһаҡ, бүтән бер кем дә янмаҫ. Ер йөҙөндә башҡорттоң бөйөк рухы, көс-ҡеүәте, нәҫел ырыуы мәңге йәшәр.

Зайдуллина Элина башҡарыуында йыр “И туган тел”

2 а.б. . Народ свое душевное  богатство

          Через века и в новый век несет

          Во имя дружбы и во имя богатство

         Другим народам руку подает.

Песня на чувашском. Исполняет Кирилова Алиса

1 а.б. Башҡортостан!  Һинең гүзәлеккә

          Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән?

           Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй

          Ҡайһы илдә генә бар икән?

2 а.б.   Башкортостан – чудесная земля

           Кругом сады, зеленые поля.

           На зорьке тихо солнце  встает.

           Как белый лебедь, Ак-Идель плывет.

          Башкортостан – родная сторона,

           Она добром и солнцем полна. 

 

5-се класс уҡыусылары башҡарыуында «Ҡармаҡсы» йыр-спектакле

2 а.б. Башкортотан, я снова в далеке

             От звезд твоих, но неразлучен с ними.

              Где б не был, у меня на языке

   Всегда твое единственное имя.

   

1 а.б.    Шаулап үҫә мәғрүр урмандарың,

   Туҡ башаҡлы иркен ҡырҙарың,

   Данлы илем, гүзәл республикам,

   Бүләк булһын һиңә йырҙарым.

Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡыҙҙар дуеты «Ай. былбылым»

2 а.б. Башкортостан, отчизна дорогая,

          Ты для нас священная земля.

          С Урала солнце всходит, озаряя

          Наши горы, реки и поля.

          Башкортостан, ты наша честь и слава,

          Доброй волей, дружбой ты силён.

          И стяг твой реет гордо, величаво-

         Он свободой, братством окрылён.

         Славься, наш Башкортостан!

1 а.б.   Һиңә арнап йыр сығарҙым

            Башҡортостан – бишегем.

            Мәңге йәшә, мәңге йәш бул,

             Ғәзиз ерем – баш илем.

Һеҙҙең алдығыҙҙа «Әпипә» йыры менән Ғәзиева Азалия

1 а.б. Тормош үҙенең тәбиғи закондары менән алға бара. Башҡортостан үҙ аллы булыуын, халыҡтарҙың бәхетле, ирекле, бай йәшәүен беҙ үҙ аҡылыбыҙ, көсөбөҙ менән генә тьәмин итә алабыҙ. Рухыбыҙ, телебеҙ һәм милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыр өсөн беҙ янмаһаҡ, бүтән бер кем дә янмаҫ. Ер йөҙөндә башҡорттоң бөйөк рухы, көс-ҡеүәте, нәҫел-ырыуы мәңге йәшәһен.

2 а.б.Сегодня мы говорили о нашем родном Башкортостане, о его бескрайных просторах, о бесчисленных богатствах, которые нам с вами беречь и преумножать. А самое большое богатство Башкортостана это его люди. Один из них был Мустай Карим А он, выпустивший из своей груди птиц в благословенье тех, кто выбрал  житие, по его словам, на солнечной стороне шара земного, теперь обрел покой на небесах. И пусть на твоей земле, Башкортостан, всегда процветает мир и дружба, пусть хватит места для всех народов, населяющих этот удивительный край!

«Яратығыҙ» йырын башҡарып концертыбыҙҙы тамамлайбыҙ!!!