Истамғәлин Илгиз Наил улы

Башланғыс кластар һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының сайты

Тыуған илеңде, ереңде һаҡла! Уны һатма! Үҙ телеңдә һөйләш, башҡа телдәрҙе лә өйрән.

Профессия: Учитель начальных классов, башкирского языка и литературы

Профессиональные интересы: Развитие устной и письменной речи на уроках башкирского языка и литературы. Развитие творческих способностей учащихся

Увлечения: Әҙәби китаптар уҡыу, милли матбуғатты күҙәтеү, ижад итеү

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: с.Аскарово, Абзелиловский район

Место работы: МБОУ "Гимназия им. Т.Кусимова" с.Аскарово МР Абзелиловский район Республики Башкортостан

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/istamgalin-ilgiz-nailovich
Гүзәл республикам – Башҡортостаным! Олатайҙар биргән мираҫҡа. Һаҡларбыҙ, яҡларбыҙ даныңды, ғәзиз ер, Беҙ ниндәй хеҙмәттә булһаҡ та.
Ә. Әсәҙуллина

Ҡәҙерле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр!!!
Туған телде, әҙәбиәтте һәм йыр-моңдо яратыусы, яҡлаусы һәм һаҡлаусы милләттәштәр!!!
Минең яңы булдырған сайтыма РӘХИМ ИТЕГЕҘ!!!
Үҙемдең эш тәжрибәм, уҡыу-уҡытыу материалдарым, дәрес өлгөләрем, яңы технологияларым, план-хыялдарым, хатта яҙған мәҡәләләрем, шиғыр-хикәйәләрем менән уртаҡлашырға теләйем!!!
 

Мине нисек табырға?

О себе

Мин, Истамғәлин Илгиз Наил улы, Әбйәлил районының Буранғол ауылында, 1986 йылдың 8 мартында тыуғанмын. Ошо ауылда беренсе класҡа уҡырға барҙым.Ә бына урта мәктәпте Баймаҡ районының Кәрешкә урта мәктәбендә алдым. Мәктәп йылдарында иң яратҡан дәрестәрем башҡорт теле һәм әҙәбиәте булды. Инша, изложение яҙыу, ижади эш, әҫәрҙе анализлау, яҙыусылар менән танышыу, уларҙың китаптарын уҡыу, пьесалар сәхнәләштереү бик ҡыҙыҡлы була торғайны. Шул сәбәптән һәм бала сағымдан өләсәй һәм олатай "мәктәбен" яҡшы үткәнгәлер, тип уйлайым, үҙ туған телемде балаларға өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйғанмын.

2004 йылда Сибай институтының Педагогика факультетына уҡырға индем. Баштан уҡ группаның старостаһы итеп тәғәйенләнеләр. Шулай уҡ факультеттың талиптар ойошмаһының ағзаһы булдым, үҙемдең КВН командам булды.

2009 йылда БДУ-ның Сибай институтын тамалап, Асҡар ауылының Таһир Күсемов исемендәге гимназияһында уҡытыу эше башланым. Әлеге көндә 9 йыллыҡ педагогик стажым бар. 2011 - 2014 йылдарҙа директорлыҡ вазифаһын башҡарҙым.

Ғаиләлемен, тормош иптәшем Эльвира менән Ирхан исемле батыр ул һәм Наҙгөл исемле һылыу ҡыҙ үҫтерәбеҙ.

 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

 
Яныбай Хамматов "Ҡара яу". Башҡорт халҡының тулы тарихы, еңеүҙәре һәм кисергән ҡайғылары тулы көйөнсә уҡыусының күҙ алдына баҫа. Үткән юлыбыҙға ихтирам тәрбиәләй һәм ғорурлыҡ тойғолары уята.
Ноғман Мусин "Һайлап алған яҙмыш". Һуғыш. Күпме ғазап һәм ҡайғы. Мөхәббәт. Тоғролоҡ һәм сабырлыҡ. Башҡорт егетен үҙ иткән немец ҡыҙы, һуғыш арҡаһында, олоғайған көнөндә яратҡан ирен, ир улдарын юғалтып яңғыҙ ҡала. 
Мостай Кәрим "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ". Ауыл тәрбиәһе. Ололар тәрбиәһе. Кешенең характерын һәм бар киләсәген хәл итер сығанаҡтар.
Ғайнан Хәйри "Боролош". Илдәге барған боролошло ваҡиғалар кешенең эске тормошонда ла эҙһеҙ ҡалмай, бар хыялдарҙы йә селпәрәмә килтерә, йә яңы өмөттәр бирә.
Наил Ғәйетбай "Ҡара ҡумта". Балалыҡ хыялы, үҙ еребеҙҙә барған мажаралы ваҡиғалар, өмөт, табыш, юғалтыуҙар менән һуғарылған әҫәр. Сит планета ҡыҙы менән башҡорт малайының мажаралы тормошо.
Флүр Ғәлимов "Яңы башҡорт". Заман менән тиң атлаусы шәхестәргә арналған әҫәр. Башҡорт бизнесының, бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешенең проблемалары асыҡ сағыла. Автор яңы йүнәлештәге әҫәр булдырған. 

Мой взгляд на мир

 
Тормош - ул көрәш. Сәмле һәм дөрөҫ көрәш. Йәшәүҙең тәме лә, ҡәҙере лә шунда.

Туған тел (мәҙәниәте, йыры, йолалары) һәм тыуған ер (тәбиғәте, урманы, хатта һәр үҫемлеге, бөжәгенә тиклем), әсә, һауа, ҡояш, һыу кеүек үк, кеше өсөн ҡәҙерле булырға тейеш. Был ер һине булдырған, был тел һине тәрбиәләгән.

Йәш быуындың тормошҡа үҙ ҡарашы булырға тейеш. Оло быуын өсөн совет осоро, пионерлыҡ йылдары маҡсатлы ҡараш булһа, йәш быуын өсөн һығылмалылыҡ (гибкость), тиҙ яраҡлашыу, көслө рух, алға ынтылыш бик мөһим.  

Мои достижения


Минең һөнәрем буйынса һәм ижади конкурстарҙа ҡатнышыуыма байҡау:
1). 2011 йыл - Әбйәлил районы йәш уҡытыусылары араһында уҙғарылған "Өмөт-2011" конкурсында ГРАН-ПРИ;

2). 2011 йыл - Әбйәлил районы башҡорт теле уҡытыусылары араһында ФДББС ярашлы БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН АСЫҠ ДӘРЕС конкурсының ЕҢЕҮСЕҺЕ;

3). 2012 йыл - Әбйәлил районы йәш уҡытыусылары фестивалендә асыҡ дәрес күрһәтеп (иң яҡшы 10 дәрес) "Йөрәгемде балаларға бирәм" ("Сердце отдаю детям") номинацияһы ЕҢЕҮСЕҺЕ;

4). 2017 йыл - Район "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсында ЕҢЕҮСЕ.

Моё портфолио


Минең портфолио - минең уҡытыусылыҡ йылдарымдағы еңеүҙәрем һәм үрҙәрем!
Минең белемде алырға риза булған изге күңелле балаларҙың хеҙмәте. 

Ҡайһы бер материалдарҙы АЛЬБОМ эсендә күрергә мөмкин (ПОРТФОЛИОҒА ИНГӘН ГРАМОТА, ДИПЛОМ, МАҠТАУ ҠАҒЫҘҘАРЫ, ПУБЛИКАЦИЯЛАРҘЫ АЙЫРЫМ АЛЬБОМДАР ИТЕП ТӘ (тема, кимәл буйынса бүлеп) ҺАҠЛАНЫМ)

МЕТОДИК ПОРТФОЛИО СТРУКТУРАҺЫ:

  • Тәрбиә эше
  • Балалар баҡсалары, башланғыс мәктәптәр өсөн
  • Тыуған илде өйрәнеү
  • Уҡытыу эше һөҙөмтәләре, аттестация өсөн материалдар
  • Региональ (төбәк) компонент
  • Туған тел һәм әҙәбиәт
  • Байрамдар өсөн сценарийҙар 
  • Уҡыусыларымдың ижади эштәре, мәҡәләләре 

Мои публикации:
Воспитательная работа
Для комплексов "Детский сад-начальная школа"
Краеведение
Материалы к аттестации
Материалы методических объединений
Региональный компонент
Родной язык и литература
Сценарии праздников
Публикации моих учеников:
Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: