А.Йәғәфәрованың "Яҡшылыҡ" әкиәте буйынса ябай дәрес планы
план-конспект урока

Истамғәлин Илгиз Наил улы

Предмет. Башҡорт әҙәбиәте

Класс.

Тема.Айһылыу Йәғәфәрова. “Яҡшылыҡ” әкиәтен өйрәнеү.

Маҡсаттар:       

1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү.   

2.Предмет буйынса белем: автор тураһында белешмә биреү, әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, идея-тематик йөкмәткеһен билдәләү;   яҡшылыҡ һүҙенең асылын асыу, тексты анализларға өйрәтеү.

3.Универсаль эш төрҙәрен үҙләштереү:үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү, дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү; дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңынан ебәрмәй тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу; башҡарған эштәрҙе дөрөҫ баһалау.

Йыһазлау: проектор, ноутбук, тауыш көсәйтеү колонкалары, слайд, кәрәкле көйҙәр, ҡояш һүрәте, таратма материалдар, А.Йәғәфәрованың портреты, балалар өсөн яҙған китаптары, аңлатмалы һүҙлектәр, жетондар.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл a.ygfrovanyn_yakshylyk_yabay_plan.docx14.76 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: А. Йәғәфәрова «Яҡшылыҡ».

Маҡсат: Әкиәт йөкмәткеһен үҙләштереү. Тасуири итеп уҡырға һәм йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү. Образдарға характеристика биреү.

Йыһазландырыу: Шишмә һүрәте. Эргәһендә ҡайын үҫеп ултыра.

Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле.

Һаумыһығыҙ, балалар, хәйерле иртә!

Уҡыусылар. Сәләмләйбеҙ һауаны

Именлек булһын өсөн

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы

Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

  1. Өй эшен тикшереү. М.Кәрим «Сыйырсыҡ балаһы».

Үткән дәрестә төҙөгән план буйынса «Сыйырсыҡ балаһы» хикәйәһенең йөкмәткеһе һөйләтелә. Хикәйәләге оҡшаған күренеш буйынса эшләнгән һүрәттәр тикшерелә. Өй эшенә йомғаҡ яһала. Баһалар ҡуйыу.

  1. Төп өлөш. Инеш әңгәмә үткәрелә.

Дәрес маҡсаты әйтелә.

Таҡтаға, дәфтәрҙәргә число,көн исеме, тема яҙҙырыла.

Башта кешелеклек, яҡшылыҡ тураһында әңгәмә үткәрелә.

Шуға бәйле әкиәт уҡыясаҡтары әйтелә.

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ;

Кеше булһын затығыҙ;

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тартмағыҙ!

Уҡытыусы әкиәтте тасуири уҡып сыға.

Унан, уҡыусылар белеменә таянып, ул урыҫ телендә һөйләтелә.

Әкиәт тексты ролдәргә бүлеп уҡытыла. Ауыр һүҙҙәр билдәләнә. Һүҙлек эше үткәрелә. Текст аҙағындағы һорауҙарға яуап алына. Ял итеү. Уйындар. Шунан таблицаға яҙылған түбәндәге мәҡәлдәр уҡытыла.

  • Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай.
  • Һыуҙа ла батмай яҡшылыҡ, ерҙә лә бөтмәй яҡшылыҡ.

Мәҡәлдәрҙең мәғәнәләре асыҡлана. Уларҙың әкиәт йөкмәткеһенә ауаздаш икәне билдәләтелә.

Әкиәт өлөштәргә бүлеп уҡытыла. Шунан башҡортса уның йөкмәткеһе һөйләтелә.

  1. Дәрескә йомғаҡ яһала. Әҫәр йөкмәткеһен нығытыу өсөн, түбәндәге һорауҙарға яуаптар алына.
  • Фәрит менән Фәһим ҡайҙа киләләр?
  • Шишмә уларға ниндәй йомош менән мөрәжәғәт итә?
  • Шишмә уның ярҙамына нисек яуап бирә?

Өйгә эш: әкиәтте тасуири уҡырға, йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнергә, Фәрит менән Фәһим образдарына характеристика бирергә ҡушыла.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Фәрит Иҫәнғолов ижады буйынса тест һорауҙары, 4 класс

Туған әҙәбиәттән Фәрит Иҫәнғолов ижады буйынса тест һорауҙары, яуабы менән...

А. Карнайҙың "Урманда" әҫәре буйынса дәрес планы

Тема:А.Карнайҙың “Урманда” хикәйәһе.Маҡсат:1.Яҙыусының әҫәрен шыма, тасуири, етеҙ уҡырға;2.Үҙ фекерҙәрен дөрөҫ, асыҡ әйтергә, иҫбатларға өйрәтеү;3.Көҙгө тәбиғәт матурлығын күрә белергә,бар...

А.Йәғәфәрованың "Яҡшылыҡ" әкиәте буйынса ФДББС ярашлы дәрес планы

Предмет. Башҡорт әҙәбиәтеКласс. 5 гТема.Айһылыу Йәғәфәрова. “Яҡшылыҡ” әкиәтен өйрәнеү. Маҡсаттар:        1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:үҙ аллы эшләргә, беле...

А.Йәғәфәрованың "Кемдең күлдәге матур?" әҫәре буйынса балалар театры өсөн презентация

А.Йәғәфәрованың "Кемдең күлдәге матур?" әҫәре буйынса балалар театры өсөн презентация.Сценарий, планы кәрәк осраҡта шәхси һорау-мөрәжәғәт аша ебәрә алам....

"Әлифба"дәресенән "ФФ хәрефе һәм өнө" темаһы буйынса конспект

quot;Әлифба"дәресенән "ФФ хәрефе һәм өнө" темаһы буйынса конспект....