Һүҙ төркөмдәре. Исем. Исемдәрҙең яһалышы.
план-конспект урока (5 класс)

Истамғәлин Илгиз Наил улы

Тема:  Исемдәрҙең яһалышы.

Маҡсат: 1. Исемдәр тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү, нығытыу, үткәндәрҙе ҡабатлау.

                2. Уҡыусыларғың телмәрен исемдәр менән байытыу.

                 3. Темаға ыңғай мөнәсәбәт тыуҙырыу, исемдәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыуға ирешеү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon isemdrzen_yahalyshy.doc46 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:  Исемдәрҙең яһалышы.

Маҡсат: 1. Исемдәр тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү, нығытыу, үткәндәрҙе ҡабатлау.

             2. Уҡыусыларғың телмәрен исемдәр менән байытыу.

             3. Темаға ыңғай мөнәсәбәт тыуҙырыу, исемдәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыуға ирешеү.

                        Дәрес барышы.

1.Ориентир – мотивацион этап.

1).Артикуляцион күнегеү.

Таҡтаға яҙылған мәҡәлдәрҙе уҡыу.

        ТЫРЫШҠАН ТАБАР, ТАШҠА КАҘАҠ ҠАҒЫР – был беҙҙең дәрестең эпиграфы.

2).Өй эшен тикшереү.

3)Башватҡысты сисеү, ниндәй һүҙҙәр килеп сыға?

Л ә м у ы ҡ у

ә к ы с т ы к

ҡ и т ө ҫ т е

ы ә с к ө т а

р ы а п л ә п

с ғ ә т а т ҡ

 

1.Яҙыу ҡоралы

1.Белем ала торған сығанаҡ.

2.Класс әйбере.

3. ҘВаҡыт батшаһыҘ

4. Ҙ Икелеләр ҙә бишлеләр ҙәҘ яҙыла торған дәфтәр.

5. Мәктәптә эш урыны.

6.класс әйбере.

- Ниндәй һүҙҙәр килеп сыҡты? Улар ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

-Ошо һүҙҙәр менән хикәйә төҙөү    

     

      3). Белемдәрҙе тигеҙләү

        А: Исем ниндәй мәғәнәне белдерә?

-предметтың атамаһын белдерә

-предметтың билдәһен белдерә

-предметтың иҫәбен белдерә

        Б: Исемдәрҙең нимә менән үҙгәреүен билдәләгеҙ:

-һан                                                 - килеш

-дәрәжә                                        -заман

        В: Килештәрҙең һорауҙарын дөрөҫ урынлаштыр:

Төп к.                                Кемгә? Нимәгә?

Эйәлек к.                         Кемдә? Нимәлә?

Төбәү к.                        Кемдең? Нимәнең?

 Төшөм.к.                        Кемдән? Нимәнән?

Урын-ваҡыт                        Кем? Нимә?

Сығанаҡ.к.                        Кмде? Нимәне?

Г: Исемдәрҙе күплек һанда ҡуйып яҙырға : китаптан ғһө-се  күнегеү.

- Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

2. Операциональ – башҡарыу этабы.

1) Проблемалы ситуация тыуҙырыу.        

   - Таҡталағы һүҙҙәр ни өсөн айырым бағаналарға яҙылған?

Юл                юлдаш                Айгөл                ата-әсә

Йыр                йырсы                        төньяҡ        йорт-ҡура

Таш                ташлыҡ                ойоҡбаш        ҡош-ҡорт

- Исемдәрҙең яһалышына ҡарап, урынлаштыр.

-Тамыр көйөнсә лә тулы мәғәнә аңлатып килгән исемдәр.

-Яһаусы ялғауҙар менән яһалған исемдәр.

- Ике йәки унан да күберәк тамыр һүҙҙәр ҡушылыуынан яһалған исемдәр.

-Һүҙҙәрҙе парлау юлы менән яһалған исемдәр.

-Һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы менән яһалған исемдәр.

А. ҡушма исемдәр

Б. ҡыҫҡартылған исемдәр

В.тамыр исемдәр

Г.парлы исемдәр

Д.яһалма исемдәр.

 

2).Табылған нәтижәләрҙе тикшереү, эҙләнеүҙәргә йомғаҡ яһау.

        - Исемдәрҙе үҙ урынына ҡуй.

Тамыр                                а. аҡҡош, Яҡтыкүл, Аҡбуҙат

ҡушма                                    б. ҡаҙ, ат, Юл

Парлы                                в. һауынсы, ауылдаш, нефтсе

Яһалма                        г.ҡурай еләге, һуҡтыр,кесерткән, ҡара ҡарға

ҡыҫҡартылған                д. кейем-һалым, йорт- ҡура, нәҫел- нәҫәп

һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән

 

        -Бирелгән һүҙҙәрҙе яһалышы буйынса ниндәй төрҙәргә ҡарауын билдәләргә.

Беренсе рәт – парлы һүҙҙәрҙе

Икенсе рәт – ҡушма һүҙҙәрҙе

Өсөнсө рәт – яһалма һүҙҙәрҙе

Дүртенсе рәт – тамыр һүҙҙәрҙе

 

Уйын уйнау.

 -Уҡыусыларға һүҙҙәр, ялғауҙар яҙылған морфемалар яҙылған карточкалар таратып, һүҙҙәр яһарға ҡушыла.

        Эш

        Эш-се

        Эш-көш

3.Рефлексив – баһалау этабы.

 –Беҙ  бөгөн нимә тураһында һөйләштек?

Өй эше биреү.

 - Һәр төргә тамыр, ҡушма, яһалмаға өсәр миҫал килтерергә, берәр һөйләм төҙөргә.

Бирелгән һүҙҙәрҙе группаларға бүлеп яҙырға.

 

Алма, ауылдаш, йәштәш, килеш –килбәт, алмасыуар, дарыу, ваҡ-төйәк, ҡарауылсы, Айһылыу, парта, буй -һын, башватҡыс, төҙөүсө, ҡара диңгеҙ.

 Һүҙҙәр менән хикәйә төҙөргә.

Һүҙҙәр менән шиғыр яҙырға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Г.Тукай. "Исемдә калганнар" автобиографик әсәре

5 нче сыйныфлар өчен Габдулла Тукайның "Исемдә калганнар" автобиографик әсәрен өйрәнгәндә куллану өчен төзелде....

5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яһылышы"

5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең  дөрөҫ яһылышы"...

5-се класта башҡорт теленән дәрес темаһы: "Исемдәрҙең яһалышы".

5-се класта башҡорт теленән дәрес темаһы: "Исемдәрҙең яһалышы"....

"Исемдәр донъяһында" (тикшеренеү эш)

Башланғыс кластарҙа фәнни-ғәмәли конференцияларға әҙерлек...

Рәүеш. Рәүештәрҙең яһалышы.

Рәүеш. Рәүештәрҙең яһалышы....

Рәүеш. Рәүештәрҙең яһалышы. Презентация

Рәүеш. Рәүештәрҙең яһалышы. Презентация....

Сифаттарҙың яһалышы

Сифат тураһында белемдәрҙе ҡабатлап, уларҙың яһалышын өйрәнеү, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, фекерләү һәләтен арттырыу, спортҡа һөйөү тәрбиәләү...