Сөләймәнова Әлиә Ғилмитдин ҡыҙы

Сайт воспитателя детского сада

Тәрбиәсе - ябай һөнәр түгел, ул - бала күңеленең белгесе!

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар, ата-әсәләр һәм сайтҡа инеүселәр!
  Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын.Минең сайтымда һеҙ дәрес өлгөләре, байрам сценарийҙары,  пландар,
шулай уҡ фото һәм 
   видеоматериалдар таба алаһығыҙ.
 
image

О себе

Бөтә ғүмереңде йәш быуынға биреү, бағышлау - ҙур бәхет. Илгә лайыҡ улдар, ҡыҙҙар тәрбиәләү, илең - халҡың менән бергә атлау, тормош ағышынан ҡалышмау ниндәй ҡыуаныс! Тәрбиәсе өсөн бынан да оло ҡыуаныс бармы икән?!

  Мин, Сөләймәнова Әлиә Ғилметдин ҡыҙы.Педагогика менән ҡыҙыҡһыныуым күп йылдар элек барлыҡҡа килде. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башланғыс кластар факультетын тамамланым. Әммә бының менән генә туҡталып ҡалмаҫҡа булдым... 2021 йылда "Мәктәпкәсә тәрбиә һәм белем биреү" ҡайтанан һөнәри әҙерлек программаһы буйынса йомғаҡлау квалификацияһы үттем. 2021 йылда Йылайыр аулының "Аҡ сәскә" балалар баҡсаһына эшкә урынлаштым һәм әлеге көндә лә хеҙмәт юлымды дауам итәм.

 Тәрбиәсе һөнәрен һайлау миңә нимә бирҙе? Һүҙ тәмен, эш ҡәҙерен, йәшәү йәмен ошо һөнәр аша тойҙом. Һайлаған һөнәремә аҙ ғына ла үкенмәйем. Эшемдән ҙур ләззәт табып эшләйем.

Беҙҙең киләсәгебеҙ, бөгөнгө көнөбөҙҙөң иң ҙур байлығы-ул балалар. Үҙең тәрбиәләгән балаларҙың күҙҙәрендэ шатлыҡ нуры күргәс, йылы ҡараштарын тойғас, яғымлы итеп өндәшеүҙәрен ишеткәс, һайлаған һөнәреңдең ялғыш түгеллеген аңлайһың. Мин - тәрбиәсе! Тәрбиәсе булыуым менән ғорурланам!

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

   Китап - белем шишмәһе, тиҙәр. Был һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә ята. Бер тиндән һум йыйылғандай, уҡыған бөртөктәрҙән белем туплана. Улар аша беҙ тормошто өйрәнәбеҙ, әҙәби әҫәрҙәге геройҙарҙың ыңғай сифаттары беҙҙе тәрбиәләй, яҡшыны ямандан айырырға саҡыра, аҡыллы булырға өндәй. Шуға ла китаптар - донъяны танып белергә ярҙам итеүсе асҡыс, тип әйтһәк тә хата булмаҫ.

Мой взгляд на мир

Мин башҡорт тип ғорурланам,

Башҡорт ҡаны үҙемдә.

Башҡортомдо данлар өсөн

Йәшәйем ер йөҙөндә.

Мои достижения

2022 г. Диплом "Знание - сила!"

2022 г. Диплом "Новый год: обычаи и традиции".

2022 г. Сертификат участника Зауралье. ру.

2022 г. Диплом "Наша Победа!"

2023 г. Сертификат за учасие в Международной образовательной акции "Международный диктант по башкирскому языку" в 2023 году.

2023 г. Грамота на муниципальном конкурсе "Лушее дидактическое пособие по ФЭМП для детей дошкольного образования"

2023 г.  Грамота в локальном этапе"Лучшее дидактическое пособие по ФЭМП".

2023 г.  Грамота в эстафете спартакиады "Здоровье" работников образовательных организаций МР Зилаирского района РБ.

2023 г. Сертификат за участие в республиканском метадическом семинар- совещание "Актуальные проблемы дошкольного образования".

2023 г. Сертификат об окончании Курс вебинаров "Воспитатели России" по вопросам развития и воспитания дошкольников.

2023 г. Сертификат участника акции "День Земли, Воды и Леса".

2023г Диплом регионального этапа Всероссийского конкурса на лучший "Снежный городок Эколят - 2023".

2023 г. Удостоверение о повышении квалификации "Федеральная образовательная программа дошкольного образования и особенности организации программы воспитания"

 

Моё портфолио

  Балалар баҡсаһында эшләгәндә бер урында ултырыу мөмкин түгел. Педагогика йылдан - йыл үҙгәрә, яңы эш алымдары барлыҡҡа килә һәм уларҙан артта ҡалмаҫҡа тырышам. Курстар , вебинарҙар үтеү, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу - үҙ -үҙеңде камиллаштырыу төрҙәренең береһе.

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: