Дәрҽс өлгөләрҽ
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 75.5 КБ | |
| 69.5 КБ | |
| 151.5 КБ | |
| 319.5 КБ | |
| 333 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Зәйнәб Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырын өйрәнеү
Маҡсат: 1) З.Биишеваның тормошон, ижадын өйрәнеү
шиғырҙың идея- тематик йөкмәткеһен асыу;
2) туған телгә, илгә һөйөү тәрбиәләү;
3) уҡыусыларҙың үҙаллы фекерләү, тасуири уҡыу
күнекмәләрен, ижади һәләтен үҫтереү.
Йыһазландырыу: яҙыусының портреты,китаптарынан күргәҙмә,
мультимедиа проекторы.
Дәрес барышы:
1.Ойоштороу ваҡыты.
Шиғыр менән башлау.
Бик күңелле ял иттек,
Дәрес башлана хәҙер.
Беҙ инде матур итеп.
Яуап бирергә әҙер.
2.Шиғриәт минуты.
Уҡыусылар башҡорт теле,тыуған яҡ тураһында тасуири итеп шиғыр һөйләйҙәр.
Уҡытыусы: Шиғырҙарҙа һүҙ нимә тураһында бара?
Яуап: Шиғырҙар туған тел,туған яҡ,уның матурлығы,байлығы
тураһында.
Уҡытыусы: Эйе, беҙҙең күренекле шәхестәребеҙ Зәйнәб
Биишева,Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Рауил
Бикбаев, Рәми Ғарипов, Рәшит Ниғмәти башҡорт
теленең гүзәллеген, матурлығын данлап шиғырҙар
яҙғандар.
Донъяла иң-иң матур ил -
Ул минеңТыуған илем.
Донъяла иң-иң матур тел –
Ул минең туған телем.
Беҙҙең тыуған илебеҙ Башҡортостан – гүзәл, бай республика, ә телебеҙ моңло, уларҙы яратмау мөмкин түгел. Яҡташыбыҙ Рәми Ғарипов һүҙҙәре менән әйткәндә: “Кәм күрер уны тик кәм күңел”.
Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән туған телебеҙ – башҡорт теле тураһында һөйләшербеҙ, Зәйнәб Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырының идея- тематик йөкмәткеһен асырбыҙ.
3. Зәйнәб Биишеваның тормош юлын блок-схема төҙөп, дүрт йүнәлештә өйрәнәсәкбеҙ: тыуған урыны, белем баҫҡыстары, ҡаһарманлыҡҡа юл, әҙәби мираҫы.
Мультимедиа аша күрһәтеү. Слайд 1-4
Уҡытыусы: Зәйнәб Биишева әҙәби ижад өлкәһендәге һәм йәмәғәт эштәрендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн өс тапҡыр “ Почет билдәһе” ордены, миҙалдар, РСФСР, БАССР Верховный Советы Президиумдарының Почет грамоталары менән наградлана. 1968 йылда уға “ Яҡтыға” трилогияһы өсөн С.Юлаев исемендәге премия, 1990 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелде.Уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында, Күгәрсен районында урамға, мәктәпкә исеме бирелде, музей, стелла асылды, Башҡортостан китап нәшриәте уның исемен йөрөтә.
4. Слайд 5
Зәйнәб Биишева тураһында уның ҡәләмдәштәре яҙған һүҙҙәрҙе уҡыу.
“ Зәйнәб Биишева тыуҙырған йөҙҙәрсә образ һәр береһе үҙенең холоҡ-фиғеле, уй- маҡсаты, ынтылыш-ниәттәре менән иҫтә ҡала, сөнки улар бер- береһен ҡабатламай, нәҡ тормоштағыса, үҙҙәренсә йәшәй, көрәшә, хаталана,төҙәлә”. М.Бураҡаева, яҙыусы.
Слайд 6
“ Мәңгелек күҙлегенән ҡарағанда, Б.Бикбай менән Ғ.Сәләмдәр, Һ.Дәүләтшина менән З.Биишевалар быуынының һәр бер һулышы боронғо тарихтың бер йылы бәрәбәрендә булғандыр”.
Ким Әхмәтйәнов.
Слайд 7.
“З. Биишеваның әҫәрҙәре үҙ аллылығы, үҙенсәлекле поэтикаһы, халыҡсан рухы, хеҙмәт кешеһенә ихтирамлы ҡарашы менән милли культураға, күп милләтле совет әҙәбиәтенә ҡабатланмаҫ биҙәктәр индерә. Роберт Байымов.
5. Электрон дәреслектән З.Биишеваның үҙенең ижады тураһында һөйләүен мультимедиа аша ҡарау.
6. “ Башҡорт теле” шығырының йөкмәткеһе өҫтөндә эшләү.
1) Уҡытыусы “ Башҡорт теле” шиғырын тасуири уҡып күрһәтә.
Уҡыу барышында фонояҙманан әкрен генә “Урал” йырының көйө ишетелә.
2) Һүҙлек эше үткәреү (слайд 8)
һығылма (бил) – гибкий (стан)
нәфис – изящный, нежный
йор – остроумный
хикмәтле – причудливый
зирәк – смекалистый
олпат – солидный
моңло – мелодичный, певучий
бөйөк – великий
Уҡыусылар хор менән, берәмләп уҡыйҙар, яңы һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәренә күсереп яҙалар. Һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөйҙәр.
3) Уҡыусылар үҙаллы уҡып сығалар;
4) 4-5 уҡыусы тасуири итеп уҡый.
5) Тема һәм проблемаһын билдәләү, һорауҙарға яуап алыу.
-Әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ бара?
-Ул ни өсөн шулай тип атала?
6) Шиғырҙың идеяһы.
- Шиғырҙың төп фекере ниндәй?
- Автор шиғыр аша нимә әйтергә теләгән?
7) Шиғырҙың композицияһы.
- Шиғырҙы нисә өлөшкә бүлергә була? Ни өсөн?
- Һәр бүлектә нимә һүрәтләнә?
8) Шиғырҙы строфаларға бүлеп тикшереү. Строфаларҙы уҡыу, аңлатма биреү.
Уҡытыусы: Шиғыр биш строфанан тора. Һәр бер бүлекте айырым
тикшерәйек. Зәйнәб Биишева шиғырында ниндәй
һүрәтләү саралары ҡулланған?
Яуаптар: Эпитеттар, сағыштырыуҙар.
Тәүге строфаны уҡығандан һуң, уҡыусыларға һорауҙар ҡуйыла:
- Автор ниндәй һүҙҙәр- эпитеттар менән башҡорт телен данлаған?
Яуаптар: I куплетта автор башҡорт телен моңло, нәфис, наҙлы тип атаған.
-Ни өсөн шулай тип атаған?
Яуаптар: Сөнки ул телдә беҙ бишек йырҙарын ишетеп үҫәбеҙ.
Икенсе строфаны уҡыу. Эпитеттарҙы табыу.
Яуаптар: Башҡорт теле бай, йомарт,олпат, ҡарт, зирәк, йор.
- Ни өсөн?
Яуаптар: Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ борон – борондан сәсән телле, бай рухлы атай – олатайҙарыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле, бай тарихлы төбәк. Уның дүрт мең йыллыҡ тарихы бар, шул тел аша беҙ башҡорт халҡының бай ауыҙ – тел ижады менән танышабыҙ.
Өсөнсө строфаны уҡыу.
Яуаптар: Был юлдарҙа З.Биишева башҡорт телен “тәрән”, “бөйөк”, “гүзәл” тип маҡтай, сөнки халыҡ теле, яҡташыбыҙ Рәми Ғарипов әйткәнсә, хаҡлыҡ теле, шул телдә китаптар, гәзит- журналдар сығарыла, спектаклдәр ҡуйыла.
Дүртенсе строфаны уҡыу.
Яуаптар: Автор был строфала телебеҙ менән “азат”, “шат” тип ғорурлана. Суверенлы республикаға исем биргән халҡыбыҙ теле дәүләт теле статусын алды.
Бишенсе строфаның йөкмәткеһен асыҡлау, тасуири итеп уҡыу.
Яуаптар: Автор “ Дуҫлыҡ юлын күрһәттең”, ти . Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 455 йыл тулды.Республикабыҙҙа бөгөн тиҫтәләгән милләт вәкилдәре татыу ғаилә булып йәшәй.
Дуҫлыҡ – туғанлыҡ ептәре беҙҙең республиканы тыуған илебеҙҙең төрлө яҡтары менән тығыҙ бәйләй.
-Зәйнәб Биишева шиғырында тағы ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланған?
Яуаптар: Сағыштырыуҙар.
- Башҡорт телен нимә менән сағыштыра? Ни өсөн? Тел һәм Урал тауҙары, һандуғас, сәскә араһында ниндәй уртаҡлыҡтар бар?
Яуаптар: Автор телдең байлығын, күркәмлеген, бөйөклөгөн образлы итеп күрһәтә. Беҙҙең телебеҙ һандуғас кеүек моңло, Урал кеүек бай, олпат, сәскә кеүек наҙлы,тал кеүек нәфис.
-Телебеҙҙе һаҡлау, ҡәҙерләү кәрәклеге тураһында ҡайһы юлдарҙа уҡырға була? Зәйнәб Биишева шиғырында башҡорт телен яратам, уның менән ғорурланам, уны һаҡларға кәрәк тип оран һаламы?
Яуаптар: Юҡ, яғымлы, итәғәтле генә итеп өндәшә.
- Ә һеҙ, уҡыусылар, туған телегеҙҙе яҡшы беләһегеҙме? Туған телдә иркен һөйләшә алабыҙмы? Әгәр беҙ туған телебеҙҙә һөйләшмәһәк, уны онотһаҡ, нимә булыр ине?
Яуаптар: Үҙ телебеҙҙә һөйләшмәһәк, уны онотһаҡ, халыҡ та бөтөр ине.
7. Тыуған илгә, телгә һөйөү мәҡәлдәрҙә лә сағыла. Ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? (Слайд 9).
Теле барҙың иле бар, иле барҙың көнө бар.
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.
Тел – белем асҡысы, ул – аҡыл баҫҡысы.
Туған телем үҙем өсөн, башҡа тел көнөм өсөн.
Иле барҙың теле бар, теле барҙың көнө бар.
8. Ижади эш (Слайд 10) Төркөмләп эшләү.
1 –се рәт: Мини – инша “ Теле барҙың иле бар”
2-се рәт : Шиғыр яҙыу.
Рифмалар: гөлөм – илем
телем- белем.
3 – сө рәт: Открыткаға яҙылған мәҡәлдәге һүҙҙәр киҫелгән, уларҙы дөрөҫ итеп уҡырға, мәғәнәһен аңлатырға.
- Ә һеҙ, уҡыусылар, туған телебеҙ йәшәһен ,Тыуған илебеҙ шаулап, гөрләп үҫһен, сәскә атһын өсөн ни эшләргә тейешһегеҙ?
Яуаптар: Яҡшы уҡырға, мәктәпте тамамлағас, яратҡан һөнәр һайлап, Тыуған илгә, халыҡҡа хеҙмәт итергә тейешбеҙ.
Һығымта яһау.
Шулай итеп, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тағы бер шиғыры менән таныштығыҙ. Был шиғырында шағирә үҙ иленең ҡыҙы булараҡ, башҡорт теленең бөйөклөгөн, байлығын кәүҙәләндергән, шул телдә һөйләшеүе менән ул үҙен бәхетле кеше итеп һанай.
Слайд 11.
9. Зәйнәб Биишева шиғырындағы эпитеттарҙы ҡулланып, кроссворд тултырыу.
з | и | р | ә | к | |||||
м | ә | р | х | ә | м | ә | т | л | е |
й | о | р | |||||||
н | а | ҙ | л | ы | |||||
т | ә | р | ә | н | |||||
б | а | й | |||||||
Б | ө | й | ө | к | ||||||
и | л | һ | а | м | л | ы | ||||
х | и | к | м | ә | т | л | е | |||
ш | а | т | ||||||||
ҡ | ә | ҙ | е | р | л | е | ||||
в | ||||||||||
а | з | а | т | |||||||
10. Дәресте йомғаҡлау.
- Мин – дәрестә нисек эшләнем? Хаталарым булманымы?
- Беҙ- класташтарым, уҡытыусы миңә ярҙам иттеме? Ә мин үҙем?
- Теманы аңланыммы?
- Нимә белдем?
- Нимәгә кәрәк?
- Был эштәр һөҙөмтәһендә мин нимәгә өйрәндем?
11.Баһалау.
12. Өйгә эш биреү. Шиғырҙы ятларға.
Дәрес “ Башҡорт телендә һөйләшәм” (Р.Шәкүр һүҙ., М.Сәлимов муз.)
йыры менән тамамлана.
Предварительный просмотр:
“ Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә
хеҙмәт темаһы
( Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 185 йыл тулыу айҡанлы)
Башҡарҙы: 1-се һанлы Малаяҙ
урта мәктәбенең башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Байрамғолова Гөлнур Рәүеф ҡыҙы
Малаяҙ-2017
Дәрес темаһы: “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә хеҙмәт темаһы
Маҡсат:1. Яҙыусы Зәйнәп Биишева тураһында белемдәрен киңәйтеү;хикәйәттең
идея- тематик йөкмәткеһен асыу;
2.Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү;
3.уҡыусыларҙың фекрләүен, аңын, телмәрен үҫтереү.
Йыһазландырыу: портреты, китаптар күргәҙмәһе, ноутбук, проектор.
Дәрес барышы:
1.Ойоштороу мәле. Психологик инеш
Эй шатлыҡлы бөгөн иртәләр,
Ҡояш нурын һибә көлтәләп.
Һаумы, ҡояш! Һаумы, яҡты көн!
Үрмә гөлдәр-наҙлы иркәләр!
2. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу
Йәшәү бәхете-күңел сафлыҡта,
Йәшәү бәхете- дуҫлыҡ, хаҡлыҡта.
Йәшәү бәхете- илен, халҡың өсөн
Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта.
Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? Кем авторы? (яуаптар)Тимәк, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
-Бөгөн дәрескә ошо шиғырҙы девиз итеп алайыҡ.
3. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү
Әйтегеҙ әле, кешегә был донъяла бәхетле, бай йәшәр өсөн нимә кәрәк?
(Эше, һөнәре)
-Һөнәрҙе нисек һайларға кәрәк?(яуаптар)
-Йәшәү бәхете тигән төшөнсәне һеҙ нисек аңлайһығыҙ?
Тимәк, тормош юлын үтер өсөн беҙгә, кешеләргә, ниндәй ҙә булһа һөнәргә эйә булырға кәрәк. Ул һөнәр һинең күңелеңә хуш килергә, ниндәйҙер файҙа килтерергә тейештер.
4. Яңы тема өҫтөндә эш.
1.Зәйнәб Биишеваның тормош юлына, ижадына ҡағылышлы тест һорауҙарҙарына яуап биреү.
1) Зәйнәб Абдулла ҡыҙы ҡайҙа тыуған?
а) Салауат районы Арҡауыл ауылы;
б)Күгәрсен районы Туйембәт ауылы;
в) Шишмә районы Келәш ауылы;
2) Тәүге китабының исеме?
а) “Партизан малай”
б) “Уйҙар, уйҙар…”
в) “Дуҫ булайыҡ”
3) Ниндәй маҡтаулы исемгә лайыҡ булған?
а) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы;
б) Салауат Юлаев премияһы лауреаты;
в) Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
4. “Ай-яй-яй! Йә, эштең самай ҡыҙған ғына сағында…Нимә эшләп ҡуйған бит,ә? Дәрүиш булып йәшәне, дәрүиш булып үлде бит, байғош…” Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән алынған?
а) “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”
б) “Емеш”
в) “Дуҫ булайыҡ”
Эштәрҙе тикшереү.Тест һорауҙарының асҡысы экранда күрһәтелә.
2. Дәфтәргә дата, тема яҙыла.
1)Һүҙлек эше.
ҡая- скала
туҙбаш- уж
өйрәнсек- ученик
һөнәрсе-умелец
2) Һүҙҙәрҙе уҡытыусы уҡый;
3) Яңы һүҙҙәрҙе ҡулланып һүҙбәйләнеш, һөйләмдәр төҙөү.
4)Һандыҡ күрһәтелә.
-Был нимә?
-Унда нимәләр һаҡлайҙар?
-Ҡомартҡылар.
-Нимә ул ҡомартҡы?
-Ҡомартҡы-ата- бабаларыбыҙҙан ҡалған иҫтәлекле мираҫ.
-Нисек уйлайһығыҙ беҙҙең һандыҡта ниндәй ҡомартҡылар бар икән?
-Беҙҙең һандыҡта Хасбулат олатайҙың ҡомартҡылары һалынғандыр…
Ҡомартҡыларҙы алабыҙ, нимә аңлатҡанын әйтәбеҙ.
Ағас ижау-оҫталыҡ, ағас эшкәртеү.
Мөгөҙ борғо- яуға саҡырған, берҙәмлекте аңлата.
Ҡылыс- Тыуған илде һаҡлау.
Йүгән-ат, тоғро иптәш.
Көршәк менән “Һөнәрсе”һүҙен алабыҙ. Был әйберҙәр нимә аңлатҡанын белер өсөн хикәйәттең йөкмәткеһенә күҙ һалайыҡ.
5. Хикәйәттең йөкмәткеһе өҫтөндә эш.
--Хикәйәттә кемдәр тураһында һүҙ бара? (Һөнәрсе, Өйрәнсек)
-Улар ниндәй эш башҡара?
-Көршәк яһаусы оҫталарҙың исемдәре кем булған?
-Уларҙың көршәктәре ниндәй булған? Нисек эшләгәндәр?
Өйрәнсек | Һөнәрсе |
нәфис | ауыр булған |
еңел | һыу тиҙ боҙолған |
йоҡа | тиҙ ватылған |
-Һөнәрсе нимәгә борсолған? (Күршеһе тупаҫ, йәмһеҙ көршәк эшләгәне өсөн)
--Һөнәрсе Өйрәнсеккә ниндәй тәҡдим яһай? Шул урынды табып ролдәргә бүлеп уҡыу.
-Өйрәнсек риза буламы?(Юҡ) Ни өсөн риза булмай? (Сөнки ул байырға теләй, һауыттар ватылһа, яңы көршәк һата
-Һөнәрсе көршәктәрен нисек эшләй?(Һөнәрсе көршәктәр матур, халыҡ өсөн уңайлы булһын өсөн, таш вата, ҡом эҙләй,арый, йонсоп бөтә)
-Бер үк шарттарҙа йәшәп тә, ни өсөн Һөнәрсе менән Өйрәнсек ҡапма-ҡаршы характерлы кешеләр?
-Өйрәнсектең шул ҡәҙәр моңһоҙ булғанына Һөнәрсе иғтибарһыҙ ҡаламы? Ул нимә эшләй?
-Һөнәрсе үлгәс, Өйрәнсек ниндәй юлға баҫа? Ни өсөн? (ялған, байлыҡ)
-Шул юл менән китеп, ул халыҡ күңелендә ҡаламы? Автор быны ниндәй мәҡәл менән оҫта итеп әйтеп бирә? “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә”
-Эйе,Һөнәрсе- үҙ эшенең оҫтаһы, халыҡ рәхмәтен ала. Өйрәнсек эшкә өйрәнә алмай, Таҙғара тигән исем, халыҡ ҡарғышын ала.
6. Төркөмдәрҙә эш.Синквейн яҙыу.
Беренсе төркөм-Һөнәрсе образына
Икенсе төркөм-Өйрәнсек образына.
Һөнәрсе.
Тырыш, саф күңелле.
Тырыша, эҙләй, таба.
Яратҡан эшенә тоҡро ҡала.
Намыҫлылыҡ.
Өйрәнсек.
Ике йөҙлө, мәкерле.
Алдай, күңел аса, тырышмай.
Выжданһыҙлыҡ.
8. Ижади эш.
Слайдта бирелгән мәҡәлдәрҙең ҡайһыһы Өйрәнсеккә, ҡайһыһы Һөнәрсегә тап килә? Таблицаны тултырабыҙ.
Һөнәрсе | Өйрәнсек |
Хеҙмәт төбө-хөрмәт. | Кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң |
Ир аҫылы эштә беленә. | Хеҙмәте юҡтың- хөрмәте юҡ. |
Оҫта үлһә, ҡулы ҡалыр. | Көн яманаты китер, әҙәм яманаты китмәҫ. |
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте. | Бурлыҡ төбө- хурлыҡ. |
7.Әҫәрҙәң темаһын, идеяһын асыҡлау.
-Әҫәрҙә төп тема- намыҫлы хеҙмәт.
-Идеяһы: эшләгән эшеңде намыҫ менән башҡарырға, кешеләргә ҡарата ғәҙел, изгелекле булырға саҡыра.
_Бөгөнгө көндә әҫәрҙең актуаллеге нимәлә? Өйрәнсектәр күбәймәһен өсөн, беҙ нимәләр эшләргә тейешбеҙ?
8. Рефлексия
-Был дәрестә мин нимәләр белдем?
-Нимәгә шатландым,нимә мине уйландырҙы?
-Ниндәй асыш яһаным?
9. Йомғаҡлау.
-Эйе, һандыҡтың төбө лә, сере лә тәрән. Бөгөн генә беҙ уның төбөнә төшөп етә алмаҫбыҙ. Унда һеҙ йәшәйһе тормош,һеҙҙең балаларығыҙҙың сере лә ята. Бөгөнгө баһаны мин ҡуйһам, төп баһаны һеҙгә тормош ҡуясаҡ.
10. Өйгә эш. “Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?” темаһына инша яҙырға.
Предварительный просмотр:
Дәрес темаһы:
«Ҡәләм менән дә, штык менән дә»
Мостай Кәрим «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!»
Дәрес маҡсаты: 1. Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү,
художество үҙенсәлектәрен билдәләү.
2. Тыуған илгә һөйөү, уны һаҡлау, патриотик, героик
хистәр тәрбиәләү;
3. Уҡыусыларҙың телмәрҙәрен, образлы
фекерләүҙәрен үҫтереү.
Йыһазландырыу: Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир-
һалдаттарҙың портреттары, китаптарҙан күргәҙмә.
Дәрес барышы: 1.Ойоштороу ваҡыты.
2.Төп өлөш.
Уҡытыусы:
1. Дәресебеҙҙең темаһын белер өсөн слайдҡа иғтибарыбыҙҙы йүнәлтәбеҙ.
Слайд 1
Бирелгән хәрефтәрҙән һүҙ барлыҡҡа килтерергә. Ниндәй һүҙ?
б,ҙ,ә,и,ә, т,ә
Уҡыусы: әҙәбиәт һүҙе.
Уҡытыусы: Дөрөҫ, әҙәбиәт һүҙе барлыҡҡа килде.
-Тимәк, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ һәм ни өсөн?
Уҡыусылар: 2015 йыл Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһындағы кеүек, әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Әҙәбиәт тураһында һөйләшербеҙ, тип уйлайым.
Уҡытыусы: Эйе, тейешле Указға республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Ҡабул ителгән ҡарарҙың төп маҡсаты – йәмғиәттең иғтибарын әҙәбиәткә һәм уҡыуға йәлеп итеү.
2. Әҙәбиәт һүҙен әйткәс, һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимәләр килә?
(яуаптар)
Слайд 2. Әҙәбиәт һүҙенә кластер төҙөү.
3. Һеҙ әҙәбиәттең ниндәй жанрҙарын беләһегеҙ? (яуаптар)
-Ниндәй әҫәрҙәр уҡырға яратаһығыҙ?( яуаптар)
-Яратҡан яҙыусыларығыҙ кем?
4. Слайд 3. Әҙәбиәт- үҙе бер ил. Ул илдә изгелек һәм тоғролоҡ, хаҡлыҡ һәм иманлыҡ, мөхәббәт һәм именлек , юғары һүҙ һәм иҫ киткес аҡыл тантана итә. Был илдең ҡапҡалары һәр кемгә асыҡ, шуға бында һәр бер бала үҙенә йылылыҡ, яҡтылыҡ һәм йыуаныс таба.
Бөйөк Еңеү байрамының 70 йыллығы яҡынлаша. Халҡыбыҙ уны ҙур тантана менән билдәләргә әҙерләнә. Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы, башҡа һөнәр эйәләре менән бер рәттән, башҡорт яҙыусылары ла ҡәләм менән дә, штык менән дә илде һаҡлау өсөн көрәште.
Кемдәр һуң улар?
Слайд 4 : Барыһы 50-гә яҡын башҡорт яҙыусыһы һуғышта ҡатнаша,
ә уларҙың 22-һе һәләк була.(портреттары күрһәтелә).
Улар М.Хәй, Х.Кәрим, С.Мифтахов, А.Карнай, Низам Ҡәрип, Ә.Вәли, Ҡ.Даян, Ғ.Әмири, Ә.Чаныш, К.Мәргән, М.Кәрим, Т.Арслан, Н.Нәжми, Ш.Насыров, Ғ.Рамазанов, Х.Ғиләжев, Ғ.Дәүләтшин, М.Абдуллин, С.Ханов һ.б., һ.б.
- Эйе, уҡыусылар, шуларҙың араһында беҙ өйрәнәсәк шиғырҙың авторы Мостай Кәрим дә бар. Был шағир-һалдат тураһында һеҙ нимәләр беләһегеҙ?
Слайд 5.
Һеҙ М.Кәримдең тормошо, ижад юлы менән танышһығыҙ. Хәҙер үҙегеҙҙе тикшереп үтегеҙ, баһа ҡуйығыҙ. Слайда күрһәтелгән һөйләмдәрҙе тултырып яҙығыҙ.
- Мостай Кәрим ... йылдың ... октябрендә Башҡортостандың ... районында тыуған.
- 1937 – 1941 йылдарҙа .... уҡый.
- ... һуғышында ҡатнаша.
- Халҡыбыҙҙың оҫта һүҙле, ҡыйыу, ил күркен, батырҙарҙы данлаусы, яҡшылыҡты яҡлаусы, яманлыҡты фашлаусы, халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүсе ил ағабыҙ күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ..., ..., ..., ..., ..., премия лауреаттары була.
Слайд 6
(Экранда дөрөҫ яуап)
|
- Ә, хәҙер тикшерегеҙ, баһа ҡуйығыҙ.
-Ә бөгөн әҙәбиәт дәресендә беҙ һеҙҙең менән Мостай Кәримдең
« Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» исемле шиғырын өйрәнәсәкбеҙ.
Мостай Кәрим – һуғыштың башынан алып аҙағынаса яу кискән шағир-һалдат. Әле генә институт тамамлап, иркенләп ең һыҙғанып хеҙмәт, ижад ҡосағына керергә торған шағир ил уҙамандары менән бергә дошман яуын ҡайтарыр өсөн иңенә шинель һалырға, ҡулына мылтыҡ алырға мәжбүр була. Фронтҡа китерҙән алда яҙылған “ Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғыры иһә шағирҙың ил алдындағы поэтик анты булып яңғырай.
Слайд 7.
1.Һүҙлек эше. Башҡорт теленең аңлатма һүҙлеге буйынса эшләү.
остаз -
мөхит –
эйәрләү –
һуғарыу –
Һүҙлек һүҙҙәрен ҡулланып, бер нисә һөйләм төҙөү.
2. Шиғырҙы уҡытыусы уҡыуы;
3. Үҙ аллы уҡыу;
4. Сылбырлы тасуири уҡыу;
5. Шиғырҙың йөкмәткеһе өҫтөндә эш.
- Шиғырҙың беренсе строфаһында нимә хаҡында һүҙ бара?
- Лирик геройға(авторға) атаһы аҡбуҙат бирә, әсәһе ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡан дәһшәтле ҡылыс тоттора.
-Ниндәй йола тамашаһы күҙ алдығыҙға килә?
- Әүәл-әүәлдән ир- егеттәрҙе яуға оҙатҡандағы ғәҙәти, традицион йола тамашаһы күҙ алдына килә.
- Аҡбуҙат һүҙе нимәне аңлата?
-Аҡбуҙат- халыҡ ижадындағы легендар ат.
Слайд 8. Ҡылыс һүрәте.
- Нимә ул ҡылыс? Аңлатмалы һүҙлектән табып уҡыу.
- Ҡылыс менән бәйле ниндәй әҫәрҙәр уҡығайныҡ?
- Мостай Кәримдең “ Өс таған” повесы. Ҡылыс- йән ҡыйыусы ҡорал, шуға ла бәһлеүән гөрһөлдәп ергә ауған урында һыуыҡ күл- Ҡылыскүл барлыҡҡа килгән;
Рауил Бикбаевтың “ Салауат ҡылысы” шиғыры. Салауат Юлаев- беҙҙең яҡташыбыҙ. Уның ҡылысы бар Рәсәйҙе дер һелкеткән. Бөгөн ҡылыс Салауат музейында һаҡлана.
- Ни өсөн ата- әсәһе улына аҡбуҙат менән ҡылысты бирә?
Илдең бәхетен-ырыҫын даулауҙа ҡылыс ниндәй роль уйнай?
- Улдарының ҙур яуҙа еңеп ҡайтыуын теләп бирәләр. Батырҙар
ҡулындағы ҡылыс ил һаҡлаусы ҡорал булған.
- Ниндәй строфаларҙа авторҙың ата-әсәһенә, халҡына биргән анты яңғырай?
- Атаһы эйәрләгән аҡбуҙ атҡа атланған, әсә биргән ҡылысты тотҡан һалдат- егет шулай,ти:
Ышан, атай, һин эйәрләп биргән
Аҡбуҙатым минең абынмаҫ.
Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй,
Һуғарырмын дошман ҡанында.
- Шиғырҙың төп фекере ҡайһы строфаларҙа асыла?
- Һуңғы, бишенсе строфала, сөнки автор үҙенең фронттан дошманды еңеп ҡайтасағына һәм илебеҙҙең матур киләсәгенә тәрән ышана.
- Лирик геройға ниндәй сифаттар хас?
- Автор ата-әсәһенең изге теләктәрен ихлас ҡабул итә, Тыуған илен- Уралын, Иҙелен ярата, дошмандарға үс һәм нәфрәт менән ҡарай.
6. Һорауға яуап эҙләү: беҙ һеҙҙең менән әкиәттәр уҡығаныбыҙ бар. Бына ошо шиғри юлдарҙа ниндәй әкиәт,эпос, легенда символдарын осратырға була:
а) атай эйәрләп биргән аҡбуҙ ат;
б) әсә һуҙған ҡылыс;
в) егет образы;
г) ата-әсәнең улына биргән наказы;
7. Шиғырға йомғаҡ яһау.
-Автор нимә әйтергә теләгән?
- Һеҙгә ҡылыс, аҡбуҙ ат бирһәләр, ни эшләр инегеҙ?
Уҡытыусы: Әле генә һөйөп тасуирлаған һәм поэзияһына иш образ – биҙәк булып ингән матур таңдарға, яҙғы тауыштарға, сәскә-гөлдәргә, ғөмүмән тыуған ер гүзәллегенә һуғыш һөрөмө ҡурҡынысын бөтөрөр өсөн һәм “тыуасаҡ таң, яҙ өсөн, тыуыр балам, тыуған ер өсөн” яуға керер шағир-һалдат антында тормошто раҫлар һәм яҡлар изге идеялар, ҙур образдар ята.
9. Беҙҙең райондан һуғышта ҡатнашҡан яҙыусылар булғанмы? Булһа, кемдәр улар?
Слайд 9. Уҡыусылар сығышы.
-Шағир һәм тәржемәсе Мазһар Абдуллин (1912-1942).
Ул 1912 йылда Иҙелбай ауылында тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, танксылар мәктәбендә уҡый, Мәскәү өлкәһендә барған һуғыштарҙа ҡатнаша.
1942 йылдың авгусында Калинин өлкәһе Воригино ауылы өсөн барған ҡаты бәрелештәрҙә һәләк була. Әҫәрҙәре 1929 йылда баҫыла башлай.
Дошманға нәфрәт, ватанлыҡ хистәре менән яҙылған
шиғырҙары тупланған “Тормош” һәм “ Кимәл” китаптары донъя күргән.
1 уҡыусы “ Ватан” шиғырынан өҙөк уҡый.
Ватан!
Һәр бер кеше һине яҡлау өсөн,
Күтәрелде изге көрәшкә.
Миллион күңелдәргә яҡын исем-
Ватан исеме беҙҙең йөрәктә.
Тыуған илдең намыҫын һаҡлауҙан да
Артыҡ бәхет бармы донъяла?
Ватан- Әсә.Уның йәшәүе өсөн
Ҡыҙғанмайбыҙ ҡайнар ҡанды ла! (1941 йыл)
Слайд 10. Сыңғыҙ Ханов.
Сыңғыҙ Һаҙый улы Ханов 1915 йылда Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуған. 1936 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, марксизм-ленининзм классиктары әҫәрҙәрен тәржемә итеү менән шөғөлләнә.
1940 йылдың июнь айында Ҡыҙыл армия сафына хәрби хеҙмәткә алына һәм 1941 йылда Ватан һуғышына үҙ теләге менән китеп, һәләк була.
Сыңғыҙ Хановтың “Ҡаратау партизандары”, “Комиссар Зыков”, “Яппар”, “Фатима” кеүек хикәйәләре уҡыусыларға ныҡ таныш. Был әҫәрҙәр бөтәһе лә тип әйтерлек тематик яҡтан бер төрлө. Уларҙа граждандар һуғышы осоронда Совет власы өсөн көрәштәрҙә ябай халыҡтарҙың – партизандарҙың батырлыҡтарын күрһәтеүсе хикәйәләр циклы тип әйтеп булыр ине.
Ябай, матур халыҡ теле менән яҙылған был хикәйәләрҙе уҡыған һайын, ысын ләззәт табаһың, геройҙарына ышанаһың, уларҙың батырлыҡтарын күреп ҡыуанаһың.
Уҡытыусы: Был һуғыш иң һанлы, ҡәһәрле һуғыш булды. Беҙҙең беребеҙ ҙә аслыҡ һәм яланғаслыҡты үҙ иңендә татып ҡарағаны, снарядтар шартлауын, пуляляр һыҙғырыуын дә ишеткәне юҡ. Беҙ мул тормошта бәхетле йәшәйбеҙ. Уны яулап, көрәшеп алғандар. Ошо тыуған ерҙе һаҡлап күпме батырҙар һәләк булған. Беҙ улар тураһында кинолар ҡарап, әҙәби әҫәрҙәр уҡып ҡына беләбеҙ.
10. - Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тағы ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ? (яуаптар)
- Ә әҙәби әҫәрҙәр уҡырға кәрәкме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
- Бөгөн милләттә әҙәбиәттең роле ниндәй?
Уҡыусы: Әҙәбиәт милләтте алға алып бара ,тип уйлайым.
Бына әйтәләр , фәлән кеше –татар яҙыусыһы, фәлән кеше – француз яҙыусыһы, тиҙәр. Шуның кеүек үк беҙҙең Мостай Кәримде сит илдә башҡорт шағиры буларак беләләр. Шулай булғас, милләттең алға барыуында әҙәбиәттең роле, һис шикһеҙ, ҙур. Балалар әҙәбиәт менән танышып баралар икән, телде яҡшы үҙләштерәләр, тигән һүҙ. Әҙәбиәт менән бергә милләт тә үҙенең менталитетын һаҡлап ҡала ала, һанын арттыра ала, тип уйлайым.
11. - Дәресте синквейн алымы менән йомғаҡлайыҡ.
Әҙәбиәт
Нәфис, ғилми
Ярҙам итә, өйрәтә, рухландыра.
Әҙәбиәт беҙҙең белемебеҙҙе арттыра.
Уҡытыусы.
12. Рефлексия:
-Дәрестең ҡайһы өлөшө , ниндәй эштәр оҡшаны?
-Бөгөн алған белем һеҙгә кәрәк тип уйлайһығыҙмы?
-Күңелдәрегеҙҙә ниндәй яңы уйҙар, пландар тыуҙы?
-Шағирҙарыбыҙҙың, яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә?
13. Өйгә эш:1. Инша “Минең ғаиләм һуғыш йылдарында”
2. Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнергә.
Башҡортостан Республикаһы
Салауат районы муниципаль район
Малаяҙ ауылы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учрежденияһы
“ Ҡәләм менән дә, штык менән дә”.
Мостай Кәрим “ Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”
(Әҙәбиәт йылына арналған дәрес эшкәртмәләре конкурсына)
Әҙерләне: 1-се һанлы Малаяҙ
урта мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы
Байрамғолова Г.Р.
Малаяҙ-2015
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы
Салауат районы 1 – се һанлы Малаяҙ урта мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение
средняя общеобразовательная школа №1 с.Малояз
Ноғман Мусиндың “Тайғаҡ баҫма” хикәйәһен
өйрәнеү (5 класс)
Изучение рассказа “Скользкий мост”
Нугумана Мусина (5 класс)
Әҙерләне:1-се һанлы Малаяҙ
урта мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Байрамғолова Г.Р.
Подготовила: учитель башкирского языка и
. литературы Байрамгулова Г.Р.
Малаяҙ-2016
Тема: Ноғман Мусиндың «Тайғаҡ әҫәре»
хикәйәһен өйрәнеү.
Маҡсат:
- Яҙыусының тормош һәм ижад юлы менән таныштырыуҙы дауам итеү; әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, проблемаларын асыҡлау;
- уҡыусыларҙа дуҫлыҡ, ғәҙеллек сифаттарын үҫтереү;
- әҫәр нигеҙендә уҡыусының һөйләү, яҙыу һәм телмәр мәҙәниәтен, логик, образлы фекерләүен үҫтереү.
Йыһазландырыу: портреты, китаптары күргәҙмәһе,
темаға ҡағылышлы һүрәттәр,
мультимедиа.
Дәрес барышы:
1. Ойоштороу ваҡыты
Бик күңелле ял иттек,
Дәрес башлана хәҙер.
Беҙ инде матур итеп
Яуап бирергә әҙер.
Уҡытыусы:
Һаумыһығыҙ, балалар! Әйҙәгеҙ, дәресте йылмайыу менән башлайыҡ. Бер – беребеҙгә мәрхәмәтле, алсаҡ, ярҙамсыл булайыҡ.
2. Дәресте шиғыр менән башлайыҡ.
Слайд 1.
Үҫтергән дә беҙҙе – ысын дуҫлыҡ,
Көс биргән дә беҙгә- ысын дуҫлыҡ.
Дуҫлыҡ булһа, йәшәр ғүмергә
Бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ.
Ә.Ерикәй.
-Был шиғыр нимә тураһында?
- Дуҫлыҡ тураһында.
-Тимәк, беҙ һеҙҙең менән бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Дәрескә маҡсат ҡуяйыҡ.
-Эйе, бөгөн дәрестә дуҫлыҡ, ғәҙеллек, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттар тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
3. Үткән дәрестә Н. Мусиндың тормош юлы һәм «Тайғаҡ баҫма» әҫәренең 1 бүлеге менән танышҡайныҡ.
Әйҙәгеҙ, Ноғман Сөләймән улы Мусиндың тормош юлын иҫкә төшөрәйек һәм схеманы тултырайыҡ.(Слайд 2)
Уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
-«Зөһрә», «Аҡ юл һиңә» повестары, «Яралы кеше тауышы», «Зәңгәртауҙа аҡ болан» романдары һ.б.
Ноғман Мусиндың утыҙлап повесы, тиҫтәнән артыҡ романы донья күрҙе, уларҙы олоһо ла, кесеһе лә йотлоғоп уҡый, төрлө һөнәр кешеләре үҙ итә.
4. Ижадында төп темалар
Уның төрлө темаларға арналған әҫәрҙәре бар икәнен һеҙ беләһегеҙ. Кластер төҙөү.(Слайд 3)
5. Ысынлап та, Ноғман Мусин ижады бөгөн үҙе бер ғәжәп донъя. Уның ҡәләмдәше Роберт Байымов уның ижады тураһында бына нимә тип яҙа (Слайд 4):
«Ноғман Мусин – замана яҙыусыһы, ижады тамырлы, төрлө жанрлы әҫәрҙәрендә кеше бәҫе, дәрәжәһе алға ҡуйыла, әҙәп ҡанундарының тормошсанлығы һәм матурлығы данлана ».
6. Электрон дәреслек буйынса видеоролик ҡарау.
7. Әҫәр буйынса эш
- Ноғман Мусиндың “Тайғаҡ баҫма» әҫәре ниндәй жанрға ҡарай?
-Хикәйә жанры.
-Нимә ул хикәйә?
-Хикәйәлә бер йәки бер нисә кеше менән булған хәл – ваҡиғалар һүрәтләнә.
8. Әҫәрҙең йөкмәткеһен асыу өсөн схеманы тултырайыҡ. Слайд 5.
- Әҫәрҙә ниндәй образдар ҡатнаша?Слайд 5
-Әсҡәт, Рәхмәт, уҡытыусы, уҡыусы балалар.
- Әҫәр буйынса беҙ нимә белдек?
- Әсҡәт менән Рәхмәттең бер – береһенә булған мөнәсәбәтен.
- Әҫәрҙең темаһы? Слайд 5
_Әсҡәткә дуҫы Рәхмәт ниндәй ярҙам күрһәтә?
- Маҡтау менән хөрмәтте кешегә кеше алып бирмәй тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? Хикәйәнең ҡайһы еренә тура килә?
-Әсҡәт менән Рәхмәттең үпкәләшеү сәбәбе?
-Әсҡәт ниндәй һығымта яһай?
( Ул, моғайын, минең яҡшы уҡый башлағанға көнләшәлер)
- Рәхмәт Әсҡәттең алдашыуы тураһында класс йыйылышында әйтеп дөрөҫ эшләйме?
- Әсҡәт менән ниндәй хәл була?
- (текстан ошо урынды табып уҡыу)
- Уны был бәләнән кем ҡотҡара?
- Ни өсөн Әсҡәт Рәхмәттең күҙенә ҡарарға ояла?
- Нисек уйлайһығыҙ, был хәлдән һуң Әсҡәт үҙенең хатаһын аңлаймы?
- Яҙыусы Рәхмәтте яҡшы, ә Әсҡәтте насар тип әйтәме?
- Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Шулай тип әйтеп буламы? Ни өсөн?
- Тимәк кешенең характеры уның эштәре, ҡылыҡтары аша асыла. Яҡшылыҡ менән яманлыҡ эштә, ҡылған ҡылыҡта, һөйләгән һүҙҙә беленә икән. Шуның өсөн дә ата-бабалар яҡшы янында яман беленә тип әйткәндәр (дәрестең темаһына иғтибарҙы йүнәлтеү).
- Яҡшы булыр өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк инде?
- Яҡшы эштәр эшләргә, кеше хәленә инә белергә, шәфҡәтле, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булырға.
- Эйе, яҡшылыҡ ҡылған кеше һөйкөмлө, матур ҙа була. Ундай кешенең дуҫтары ла күп була.
- Балалар, әгәр кеше үҙең генә ҡайғыртһа, үҙ файҙаһына ғына күҙәтһә, үҙең генә яратһа, нисек булыр икән
- Ул бер үҙе ҡала, дуҫтары, ауыр саҡта ҡайғыһын уртаҡлашыусыһы ла булмай.
- Автор ошо хикәйәһе менән аша беҙгә нимә әйтергә теләгән?
- Ә ни өсөн яҙыусы үҙенең әҫәрен “Тайғаҡ баҫма” тип атаған икән?
-Әсҡәт тайып йығылған өсөн генәме икән?
Эйе, уҡыусылар, кешегә үҙ ғүмерендә бик күп тормош күперҙәре аша үтергә тура килә. Ул күперҙәр һәр ваҡыт ныҡлы, тигеҙ генә булмай, араларында тайғаҡтары ла осрай.
-Ноғман Мусин яҡшы юлдан яман юлға тайып китмәҫкә, уларҙы айыра белергә, үҙеңдең тирә-яғындағы кешеләргә иғтибарлы булырға кәрәклекте иҫкәртә.
-Һәр кешенең холҡонда ыңғай, иғтибарға лайыҡ сифаттар була. Шулай уҡ һәр кешенең холҡонда етешһеҙ яҡтар ҙа була. Башҡаларҙың етешһеҙлегенә түҙемле була белергә кәрәк. Төрлө конфликтлы хәлдәрҙе көлкөгә әйлндереп, кешене үҙегеҙ ғәфү итә белегеҙ.
Слайд 5
Әҫәрҙең идеяһын асыҡлау.
( Тыуған илгә, халыҡҡа хеҙмәт итеү, дуҫлыҡҡа хыянат итмәү, Рәхмәт кеүек уңған, изгелекле булыу)
9. Ижади эш
Хәҙер, уҡыусылар, әҫәрҙең йөкмәткеһен нисек үҙләштереүегеҙҙе тикшереп алайыҡ.
. Слайд 6.
Парлап эшләү
1 рәт: 1-се бүлеккә план төҙөү
2 рәт: 2-се бүлеккә план төҙөү
3 рәт: Әсҡәт менән Рәхмәт образына
ҡылыҡһырлама яҙыу.
Слайд 7.
Физкультминутка.
Сәләмләйбеҙ һауаны
Именлек булһын өсөн!
Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы
Дуҫлыҡ гел булһын өсөн!
10.
Уҡытыусы: Ысын дуҫ тигәнде нисек аңлайһығыҙ? Һеҙҙең шундай Рәхмәт һымаҡ дуҫығыҙ бармы? Өйҙә инша яҙып килергә тейеш инегеҙ. (Иншаларҙы уҡыу)
11. Дуҫлыҡ тураһында шиғырҙар ятлау.
Уҡытыусы: Эйе, дуҫлыҡ бала саҡтан,мәктәп йылдарынан башлана. Әгәр ҙә шул ваҡыттан сынығып ҡалһа, ул мәңгелек була. Шуның өсөндөр ҙә яҙыусылар, шағирҙар дуҫлыҡ тураһында бик күп әҫәрҙәр, шиғырҙар ижад иткән. Халыҡ ижадында иһә мәҡәлдар ҙә бик күп.
12. “Мәҡәлемдең дауамы – зирәктәрҙең
яуабы».
Мәҡәлдәрҙең икенсе яртыһын табырға, мәғәнәләрен аңлатырға.
Слайд 8.
Йөҙ һум аҡсаң булғансы,… көслө.
Матурлыҡ – бер көнлөк,… ҡәҙерең шундай.
Әйт дуҫыңды,әйтермен… йөҙ дуҫың булһын.
Кеше дуҫлыҡ менән… онотма.
Дуҫың ниндәй -… кем икәнеңде.
Дуҫ булһаң,дуҫ ҡәҙерен…. дуҫлыҡ-ғүмерлек.
Дуҫ килгән көн- байрам көн.
13. Дуҫлыҡтан ҡәҙерле нимә юҡлығын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Хәҙер һүҙе менән синквейн төҙөп ҡарайыҡ.
Дуҫлыҡ.
Мәңгелек,ысын.
Илһамландыра, көс бирә, йәшәтә.
Төрлө милләт кешеләре араһындағы дуҫлыҡ та – оло, бөйөк дуҫлыҡ.
Бәхет.
14. Уҡытыусы:
Эйе, беҙҙең Башҡортостаныбыҙ сәскәләр гөлләмәһе кеүек төрлө милләткә бай төбәк. Унда башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, рустар ҙа, мариҙар ҙа,һәм башҡа халыҡтар дуҫ татыу ғүмер итә. Улар бер ғаилә булып, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеп, ауыр саҡтарҙа бер – береһенә ярҙам итеп, уңыштарын, шатлыҡ һәм ҡайғы –
хәсрәттәрен уртаҡлашып йәшәргә күнеккән. Республика халыҡтары араһындағы дуҫлыҡтың киләсәктә лә нығый барырлығына ышанабыҙ. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән республикабыҙҙа 2011 йыл Милләт- ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителгәйне.Шул айҡанлы бик күп саралар уҙғарылды.
15. Йомғаҡлау.
Слайд 9.(слайд 5)
Рефлексия.
Нимә белдем?
- Бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
- Нимә оҡшаны?
- Нимә оҡшаманы?
- Нимәгә өйрәндегеҙ?
- Ноғман Мусиндың хикәйәһе тәрән мәғәнәле. Ысын дуҫты беҙ Рәхмәт образында күрәбеҙ. Уның исеме лә хатта шуға ишара. Әсҡәт әҙерәк яңылыша, әлбиттә, ләкин һуңлап булһа ла хатаһын аңлай. Үҙе һәләкәткә осрағас ҡына ысын дуҫлыҡтың ҡәҙерен белә һәм баһалай. Ысын дуҫтар бер – береһенең яҡшы сифаттарын үҙләштерә, хуплай. Әлбиттә, насарлыҡ эшләһәң күҙеңә ҡарап ярып әйтә. Бына шундай дуҫ һәр саҡ һиңә ярҙамға килергә әҙер тора.
16. Баһалау. Үҙ – үҙеңде баһала!
17. Өйгә эш биреү: Ноғман Мусиндың тормош юлы һәм ижады
буйынса проект эше төҙөргә
Предварительный просмотр:
Дәрес темаһы: Талха Ғинәтуллиндың”Әсә һәм бала”хикәйәһе
Маҡсат: Әҫәрҙе анализлау юлы менән уҡыусыларҙың әҙәби белемдәрен үҫтереү, һөйләү телмәрен нығытыу;
ололарға ҡарата кеселекле, кешелекле булыу тойғоһон тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: дәреслек, яҙыусының портреты, проектор, ноутбук
Дәрес барышы:
1.Ойоштороу.
1-се слайд
Тайғаҡ юлдан ҡурҡып әсә атлай,
Йәп-йәш бала тотҡан ҡулдары.
Ысҡындырһа ҡулын, бала түгел,
Төшөп китер төҫлө Ер шары…”
-Был шиғыр нимә тураһында?
-Эйе, шиғыр юлдарында бөтәбеҙҙең дә изге кешеһе- әсә хаҡында бара.
-Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн дәресте ошо шиғырҙан башланым? (уҡыусылар дәрес әсәйҙәр, уларҙың балаларына ҡарата тәрән һөйөүе тураһында буласаҡ, тигән фекерҙәр әйтәләр)
Эйе, һеҙгә өйҙә Талха Ғинәтуллиндың “Әсә һәм бала” әҫәрен уҡып килергә ҡушылғайны, шуға күрә һеҙ әҫәрҙең йөкмәткеһе менән танышһығыҙ.Анализға күсерҙән алда, ижад емешенең авторы хаҡында белемебеҙҙе нығытайыҡ.
2-7-се слайдтар
Уҡыусылар сығышы (дәрескә алдан әҙерләнеп килгән уҡыусылар яҙыусының тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләйҙәр)
Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин (Анатолий Генатулин) 1926 йылда республикабыҙҙың Учалы районы Ураҙ ауылында тыуып үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылды ФЗО-ға уҡырға китә. Уны тамамлағас, заводта әллә ни оҙаҡ эшләргә тура килмәй, 1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр фронт, яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар менән бүләкләнә.
1948 йылда Талха Ғиниәтуллин демобилизацияланып ҡайтҡас, Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша.
Илленсе йылдарҙан1989 йылға тиклем Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, һуңынан тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта,үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған.
"Мышағыр” (1969), "Айыу таш” (1975), "Алтын бишегем” (1984), "Тау артында ниҙәр бар” (1997), "Һин аҡ ҡайын янында тора инең” (2007) йыйынтыҡтарына тупланған хикәйә һәм повестарында, Рәсәй һәм Башҡортостан матбуғатында донъя күргән әҫәрҙәрендә яҙыусы гүзәл Башҡортостан тәбиғәтен, Урал аръяғындағы тау-ташлы, урмандары, ялан-ҡырҙары, инеш-күлдәре, Яйығы һәм мәғрүр Ирәмәле менән данлыҡлы Учалы яҡтарының шифалы ерен ҡайнар һөйөү хистәренә һуғарып һүрәтләй .
Һығымта яһау.
8-се слайд
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
( Башҡорт халҡының талантлы улы, фронтовик әҙип, ысын художник Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин. Уның фиҙаҡәр әҙәби эшмәкәрлеге лайыҡлы баһа алды – уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелде, ул С.Аксаков исемендәге премия лауреаты)
- Афарин, балалар, автор һәм уның ижадын яҡшы беләһегеҙ икән. Әлеге дәресебеҙҙә беҙ яҙыусы ижадын өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ.
-Дәрескә һеҙ ниндәй маҡсат ҡуйыр инегеҙ?(Талха Ғинәтуллиндың “Әсә һәм бала” әҫәренә тулы анализ эшләү)
-Ә хәҙер иғтибарығыҙҙы дәрестең эпиграфына йүнәлтеүегеҙҙе һорайым.
9-сы слайд
- “Әсә күңеле балала- бала күңеле далала”
-Ошо юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?(яуаптар)
10-сы слайд
-Ә хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асып, бөгөнгө датаны, теманы һәм эпиграфты яҙып ҡуйығыҙ.
Уҡыусылар алдында әҙәби әҫәргә анализ яһау өсөн төҙөлгән таблицалар ята.(Ҡушымта 1) Ошо таблицаға таянып эш алып барыла.
-Уҡыусылар, Һәр берегеҙҙең алдында анализ элементтары теркәлгән таблица ята. Ошо таблица бөгөн һеҙгә терәк- таблица ролен башҡарыр .Бынан тыш дәрес барышында һеҙ уны тултырырға тейеш булаһығыҙ.
11-се слайд
Талха Ғинәтуллиндың “Әсә һәм бала” әҫәре ниндәй жанрға ҡарай?
-Хикәйә жанры.
12-се слайд
-Нимә ул хикәйә?
-Хикәйәлә бер йәки бер нисә кеше менән булған хәл – ваҡиғалар һүрәтләнә.
-“Әсә һәм бала” хикәйәһендә ниндәй осор сағылдырыла? (Был әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы осоро сағылдырыла).
-Хикәйәлә һүҙ кем тураһында бара?
(Әсә һәм уның улы тураһында)
13-сө слайд
Хикәйәнең темаһын нисек билдәләр инегеҙ? (Әсә һәм бала мөнәсәбәте,ғаилә)
14-се слайд
Автор әҫәрендә ниндәй проблемалар күтәрә?
(ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, улының әсәһенә ҡарата вайымһыҙлығы, үҙ телеңдә уҡыу- уҡытыу,ғөрөф- ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлау кеүек мөһим проблемалар)
-Был проблеманы тыуҙырыусы сығанаҡтар?
15-се слайд
“Атайлы бала- арҡалы ” тигән мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?
-Сафия апайҙың улы ниндәй ғаиләлә үҫә? (тулы булмаған, атаһы үлә)
-Улын нисек тәрбиәләй? (бер уҡыусы һөйләй )
( Һуңынан тол ҡалғас (Ғәзиз ағай дауаханала үлде), Сафия улын үҙе үҫтерҙе һәм, тағы урлап ҡуймаһындар, берәй бәхетһеҙлек килеп сыға күрмәһен тип, улы өсөн мәңге ҡурҡып йәшәне. Матур, бөтөн киҫәк — уға, үҙе тишек-тошоҡта йөрөнө, малайы өҫтөндәге кейем таҙа һәм ямауһыҙ булды, аяғында ла гел рәтле кейем ине. )
-Ә улын шулай итеп тәрбиәләр өсөн ул нимәләр эшләгән?(текстан табып уҡыу)
Күп эшләгән (Иҫтә, ошо Сафия апай, йәки ир Сафия, уны ауылда шулай тип йөрөтәләр ине, миңә, маңҡа ғына малайға, шул йылдарын уҡ оло кеше булып күренә ине. Яңы ғына ирегән һалҡын бураҙна буйлап һабан тотоп бара, ялан аяҡ бара (ҡай саҡ йоҡа ғына ҡар яуып үткән саҡтар ҙа була), илай-илай, инәлә-ялбара, күтәртер хәлгә еткән колхоз аттарын ҡыуа; бригада ерҙәренә барыр өсөн Яйыҡ аша сығырға кәрәк, Сафия апай боҙло һыуға төшөп арбаны этә; орлоҡ игене тултырылған ауыр тоҡтарҙы ташығанын да, тишек-тошоҡ сарыҡтар кейеп, бәләкәй сана менән йылға аръяғынан сей ерек ташығанын да бик яҡшы хәтерләйем. Эйе, барыһы ла кисә генә булған кеүек.
-Әсә ни өсөн улы өсөн ғүмер буйы ҡурҡып йәшәгән? Берәй сәбәбе булғанмы? (бер уҡыусы һөйләй)
Эҙләп тапҡан (Ире Ғәзиз ағайҙы дауаханаға һалғас, Сафия апай улы менән уның янына барып ҡайтырға була. Поезда бер ҡатын уның балаһын тартып алып, бирмәҫкә уйлай.Сафия апай поезд ишегенә йәбешеп, ҡалаға тиклем бара һәм балаһын теге ҡатындың ҡулынан тартып ала)
Оҙаҡ, бик оҙаҡ сәғәттәр барҙы Сафия шул килеш. Поезд саҡрым артынан саҡрым һананы. Сафия ошо саҡрымдарҙы иҫен юғалтҡан ҡулдарында тотоноп үтте. Бармаҡтарын айырҙымы, кеше тормошо, улының тормошо икенсе юлдан китәсәк, кем белә, бәлки, бәхетлерәк юлдан да китер, әммә ул — ҡатын-ҡыҙ, ул — әсә, тормоштоң ғәҙелһеҙлегенә, аяуһыҙлығына буйһонорға теләмәй, уның ҡулдары, бармаҡтары тимергә шул ҡәҙәре ныҡ йәбешкән, уны, әйтерһең, ҡуша йәбештереп йәки бәйләп ҡуйғандар. )
-Сафия апай үҙенә ниндәй маҡсаттар ҡуя?
Улын кеше итеп тәрбиәләһе килгән.
(Улы тураһында татлы хыялдары менән йәшәне. Бына ул үҫә, армияла хеҙмәт итеп ҡайта, яңы йорт һала, өйләнә. Килене шул ҡәҙәре һәйбәт, егәрле, күп итеп балалар таба һәм ул тыныс, етеш тормошҡа ҡәнәғәт булып ҡартайғансы ейәндәрен ҡарай. Тормоштан уға бүтән бер нәмә лә кәрәк түгел)
-Һөҙөмтәлә уның хыялдары тормошҡа ашамы? (Юҡ)
-Ни өсөн?
-Улының исеме бармы? Автор ни өсөн уға исем бирмәгән икән?
- Сафия апайҙың улына хас һыҙаттарҙы һанағыҙ. Ни өсөн ул шундай булып үҫә?
16-сы слайд Кластер төҙөү
1.Себерҙә эшләй
Юҡ, уның улы, берҙән-бер улы, һуғышта үлмәгән, һуғыштан һуң тыуған кеше, төрмәлә лә ултырмай, сит илгә лә сығып китмәгән. Ул күптән инде армияла хеҙмәт иткән, армиянан һуң вербовка менән әллә Төньяҡҡа, әллә Себергә сығып киткән дә кеше диңгеҙе эсенә сумған.
2. Ғаиләһе бар
Бер ваҡыт ул ғаиләһе менән ҡайтып төштө. Йоп-йомро, ҡыҫҡа аяҡлы ҡатыны һәм ике малайы. Малайҙарының береһенә өс йәш, икенсеһенә — биш. Көньяҡҡа китеп барыуҙары икән, үтеп барышлай өс көнгә туҡтағандар. Килен кеше ҡәйнәһенә мыҫҡыллы-һауалы ҡараны, ә малайҙар оҙон күлдәкле сәйер генә ҡарсыҡ үҙҙәренең өләсәләре икәнлегенә һис ышана алманы. Балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә үҙ-ара тик русса ғына һөйләште. Балалар иһә башҡортса бөтөнләй аңламайҙар ине, әсәләре татар, аталары башҡорт булһа ла. Өләсәләре урыҫса бер һүҙ ҙә белмәй, ҡысҡырыбыраҡ өндәшһә, ейәндәре аңларҙар һымаҡ ине уға, шуға ла ул яратыу, иркәләү һүҙҙәрен тауышын күтәреберәк әйтте, ә ейәндәре уға бүре һымаҡ ҡараны һәм бер көн биш йәшлек ейәне тотто ла өләсәһенең йөҙөнә уйынсыҡ пистолеттан атты ла ебәрҙе — пластмасса пуля уның күҙенә саҡ теймәне. “Ниңә аттың?” — тигән һорауға малай: “Ә ниңә ул миңә ҡысҡыра?” — тип яуапланы.
3.Өйгә һирәкләп ҡайта башлай
Дөрөҫ, һирәкләп, биш, ете йылға бер ауылда күренә торғайны, ул саҡта инде Сафия апай үҙенең берҙән-бер байрам күлдәген кейә, сыбар кәшмир яулығын ябына ла, дермантин сумкаһын тотоп, магазинға йөрөй.
4.Ҡайтһа ла эсеп йөрөй
Эсеп алғас, йомро күкрәгендә “Үләм, әммә газды кәметмәйем!” тип яҙылған татуировкаһы күренһен өсөн, нейлон күлдәген кендегенә тиклем ысҡындырған улы ауыл ҡыҙыра, тиҫтерҙәре менән осрашып, уларҙың ҡулын ҡыҫа, фильтрлы сигареттар менән һыйлай һәм, нимәлер эҙләгән кеше булып, бер кеҫәһенән икенсе кеҫәһенә аҡсалар төргәген күсереп һала, йәнәһе, күрегеҙ, бына минең аҡса ниндәй күп. Тиҫтерҙәрен, күрше ирҙәрҙе үҙҙәренә саҡырып эсерә, бөтһә, әсәһен яңынан араҡыға йүгертә. Иҫергәс, оҙон аҡсалары менән маҡтана, аҡса нимә ул, тфү, минең өсөн ул сүп, мең һумды күҙҙе лә йоммай кәрткә һалып уйнай алам, тип һөйләнә.
5.Әсәһенә бер ҙә ярҙам күрһәтмәй.
Һәм ҡапыл, иҫерек йөҙөн етдиләндереп, әсәһенең өйө бик тә иҫкергәнлеге, яңыны һалырға кәрәклеге хаҡында һөйләргә керешә, иртәгә үк ағас белешергә сыға, транспорт килешә, оҫталар таба, хәйер, иң яҡшыһы, ауылда берәйһе өй һатмаймы икән, тип ныҡырға тотона. Һатыусы табылһа, яңыны һалғанға ҡарағанда тиҙерәк тә булыр ине. Көн артынан көн үтә, аҙналар үтә, ә үҙе китмәй эсә, яңы өй тураһында бөтөнләй онота, аҡса төргәге йоҡарғандан-йоҡара, һәм ниһайәт, бер көн һуҡыр тин дә ҡалмағас, юлға әсәһенең пенсия аҡсаһын ала ла йәнә юғала. Оҙаҡҡа юғала.
- Бына улына ҡылыҡһырлама бирҙегеҙ. Хәҙер әйтегеҙ әле, ни өсөн автор уға исем бирмәгән? (уның исем йөрөтөргә хаҡы юҡ)
-Сафия апайҙың хыялдары тормошҡа ашмай,ә уның улына булған мөхәббәте кәмейме?
Әҫәрҙән өҙөк тыңлау (Аудиотаҫма тыңлау) слайд Фото
Ул улын ярата, һаман ярата, өмөтөн аҡламаһа ла ярата ине, үҙен ташлаһа ла, хаттар яҙмаһа ла, иҫерек көйө ауыл урамы буйлап йөрөгән һәм, пенсия аҡсаһын эсеп бөтөрөп, яңынан оҙаҡҡа юғалған ваҡыттарында ла ярата ине. Ул үҙенең һуңғы һулышына тиклем улын яратты, тәҙрә төбөндә ултырып һаман көттө лә көттө...
-Һәр бер әсә балаһын тапҡанда, шулай булыр тип уйлаймы?
-Әсә кеше улының ҡаты бәғерле булырын белһә, эҙләп барыр инеме?(Әлбиттә, барыр ине, сөнки ул-әсә)
- Әсә һәм улы образынан тыш ниндәй геройҙар бар был әҫәрҙә?
(ире Ғәзиз, ейәндәре, ҡатын, погонһыҙ китель кейгән ир)
- Был образдарҙы автор ни өсөн керетте икән? Был әҫәрҙә уларҙың ниндәй роле бар? (ҡатын баланы урлай)
-Ҡатын поезда баланы урлап дөрөҫ эшләйме? Һеҙ уның урынында булһағыҙ нимә эшләр инегеҙ? (уҡыусылар яуабы)
-Сафия апайҙың ейәндәре тураһында ниҙәр әйтә алаһығыҙ? Улар һеҙгә оҡшанымы? (ейәндәре өләсәһен аңламайҙар, сөнки ата-әсәһе уларға туған телдә аралашырға өйрәтмәгәндәр)
- Әҫәрҙе уңышлы итеүҙә тағы нимәләр ярайһы уҡ роль башҡара? (Төҙөлөшө, һүрәтләү сараларын тейешле ҡулланыу)
-Киләһе эш тап әҫәрҙең төҙөлөшө, һүрәтләү сараларын табыуҙа буласаҡ.
17-се слайд Төркөмдәр менән эш.
- Әҫәр күңелдәргә үтеп инһен өсөн, Талха Ғинәтуллин ниндәй һүрәтләү сараларын ҡулланған?
1-се төркөм текстан сағыштырыу, фразеологизмдар, метафора таба.
2-се төркөм Әсә һәм бала тураһында бирелгән мәҡәлдәрҙең дауамын таба, мәғәнәһен аңлата.
Йәннәт әсәйҙәрҙең бала күңеле далала.
Әсә күңеле балала, тәңре хаҡы.
Әсә хаҡы - бала етем булмай.
Әсә янында аяҡ аҫтында.
Бала- бәғер ите
3-сө төркөм сюжет элементтарын таба (Сюжет - әҫәрҙәге үҙ-ара бәйләнгән һәм эҙмә-эҙлекле үҫә барған тормош ваҡиғалары. Сюжет экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация һәм сиселештән тора.
Һығымта яһау.
-Әгәр ҙә әҫәр сиселештән йәки төйөнләнеүҙән башланһа, дөрөҫ булыр инеме? (Юҡ)
-Тимәк, әҫәрҙең төҙөлөшө бик ҙур роль уйнай.
18-се слайд Автор позицияһы.
Автор үҙенең геройҙарына ниндәй ҡарашта? Ул кемде тәнҡитләй, кемде йәлләй? (әсәһен йәлләй, йәлләп кенә ҡалмай,тәнҡитләй)
19-сы слайд
-Т. Ғиниәтуллин был әҫәрендә ниндәй идеяны сағылдырған? Автор үҙенең уҡыусыларына нимә әйтергә теләй? ( Әҫәр беҙҙе ололарҙы, ата-әсәне ихтирам итергә, хөрмәтләргә, уларға ҡарата кеселекле, кешелекле булырға өндәй .)
-Автор күтәргән проблемалар бөгөнгө көндә актуалме?
Ниндәй миҫалдар килтереп була? (ҡарттар йорто, балаларҙың ата-әсәйҙәренә ҡул күтәреүе)Үкенескә ҡаршы, беҙҙә лә ҡарттар йорттарында ҡарауһыҙ ҡалған ата-әсәләр бар. (Абхазияла бер ҡарттар йорто ла, балалар йорто ла юҡ.Улар балаларын, ата-әсәйҙәрен үҙҙәре тәрбиәләй)
-Шул заман проблемаларынан сығып, ниндәй һығымта яһарға була?
20-се слайд
“Әсә күңеле балала-бала күңеле далала”
-Ни өсөн шулай килеп сыға, шунда нимә әйтәһе килә?
Бала күңеле далала булмаһын ине.
- Ә һеҙ дәрестең эпиграфын нисек итеп үҙгәртер инегеҙ?
21-се слайд
“Әсә күңеле балала- бала күңеле-әсәлә”
-Үҙебеҙ төҙәткән мәҡәлде үҙебеҙгә девиз итеп алайыҡ.
Эйе,әсә кеше балаһын ҡурсалай, уның өсөн йөрәген бирергә әҙер, ул балаһына бер ваҡытта ла насарлыҡ эшләмәй, уға бар ғүмерен арнай. Бала ла үҙ сиратында, әсәһен хөрмәт итергә, яратырға, ҡәҙерләргә тейеш.
22- се слайд
Рефлексия
Мин дәрестә белдем…
Мине ҡыуандырҙы…
Мин үҙемде маҡтар инем…
Был дәрестән һуң миндә ошондай теләк тыуҙы…
Мин өйрәндем…
Мине аптыратты…
Миңә ауыр булды…
Миндә ошондай хыял тыуҙы…
Мин ошондай фәһем алдым…
23-сө слайд
Эйе, юҡ тип яуап бирергә
Һорауҙар | Эйе | Юҡ |
Т.Ғиниәтуллин Салауат районында тыуған | ||
Әҫәрҙә төп герой-Сафия апай | ||
Сафия апайҙы ир Сафия тип йөрөтәләр | ||
Улы әсәһенә ярҙам итә | ||
Сафия апай улын тәҙрә төбөндә ултырып көттө | ||
Ейәндәре башҡортса матур итеп һөйләшә беләләр | ||
Сафия апайҙың ире һуғышта үлгән |
Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.
Бөгөн беҙ һеҙҙең менән әсә тигән йән ни тиклем бөйөк икәненә инандыҡ. Әсә хәстәрлеге һәм сабырлығы менән донъяла иң ҙур ҡәлғә-ғаилә төҙөлә. Тимәк, Тыуған илебеҙҙең киләсәге лә улар иңендә. Минең уйлауымса, һәр бала тулы ғаиләлә тәрбиәләнһә,иң һәйбәтелер. Шуға ла минең теләгем шул: киләсәктә һәр кемдең тулы ғаиләһе булһын ине. Тулы ғаиләлә балалар ҙа бәхетле, үҙ аллы булып үҫә, тормошҡа әҙер була. Ҡартлыҡ көнөндә үҙенә терәк, таяныс булырҙай балалар үҫтерә алһындар ине әсәләр!!!
5. Баһалау
23-сө слайд
6.Өй эше.(Өс кимәлдәге эш араһынан уҡыусылар үҙҙәре һайлап ала)
1. Әҫәргә ҡарата иллюстрациялар эшләргә.
2. Рифмаға ярашлы шиғыр яҙырға.
----------------- әсәйем, --------------- әсәйем
---------------- йәшәйем. ----------------теләйем
3. Эпиграфҡа таянып инша яҙырға.
Ҡушымта 1.
Художестволы әҫәргә анализ
№ |
| ||
1. | Әҫәрҙең авторы | ||
2. | Жанры | ||
3. | Тема | ||
4. | Проблема | ||
5. | Образдар системаһы | Төп герой | |
Икенсе пландағы геройҙар | |||
6. | Сюжет элементтары | Экспозиция Төйөнләнеү Ваҡиғалар үҫеше Кульминация Сиселеш | |
7. | Һүрәтләү саралары | ||
8. | Автор позицияһы | ||
9. | Әҫәрҙең идеяһы | ||
