Олимпиадаға әзерлек

Байрамғолова Гөлнур Рәүф ҡыҙы
Төрлө кластар өсөн

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon 4 класс24.5 КБ
Microsoft Office document icon 11 класс45 КБ
Microsoft Office document icon 5-9 кластар90.5 КБ
Microsoft Office document icon olimpiadaga_zerlek.doc95.5 КБ
Microsoft Office document icon Инша темалары94 КБ
Microsoft Office document icon 10 класс54.5 КБ
Microsoft Office document icon 10 класс36 КБ
Microsoft Office document icon 9 класс29 КБ
Microsoft Office document icon 9 класс29 КБ
Microsoft Office document icon 5 класс100.5 КБ
Microsoft Office document icon 9 класс79.5 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙары(4-се класс)

 1.Бирелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙ:

өфө, йылға, күл, китап, дим йылғаһы, малай, бала, башҡортостан.

2.Түбәндәге һүҙҙәрҙе күплек һанда яҙ:

таш, мәктәп, уҡыусы, өҫтәл, ат, бала, класс, әсәй.

3.Бирелгән һүҙҙәрҙе килеш менән үҙгәрт:

ҡыш,мәктәп.

4.Хат һүҙен эйәлек заты менән үҙгәрт.

5.“Кәмһетелгәндәр” романының авторы кем?

6. Башҡорт телендә 3 мәҡәл яҙ.

7. Башҡорт алфавитында нисә хәреф?

8. Ниндәй һүҙҙә хата? Тамғала.

а) юрған,б) йарҙам, в) яҡын, г) йемеш, д) йуртаҡ, е)ҡуйан.

9. Инша яҙ.

   Темалар: 1.Башҡортостан-тыуған илем.

                      2.Минең яратҡан дәресем.

                      3.Минең ғаиләм.

                       4.Китап –белем шишмәһе.

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙары(4-се класс)

 1.Бирелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙ:

өфө, йылға, күл, китап, дим йылғаһы, малай, бала, башҡортостан.

2.Түбәндәге һүҙҙәрҙе күплек һанда яҙ:

таш, мәктәп, уҡыусы, өҫтәл, ат, бала, класс, әсәй.

3.Бирелгән һүҙҙәрҙе килеш менән үҙгәрт:

ҡыш,мәктәп.

4.Хат һүҙен эйәлек заты менән үҙгәрт.

5.“Кәмһетелгәндәр” романының авторы кем?

6. Башҡорт телендә 3 мәҡәл яҙ.

7. Башҡорт алфавитында нисә хәреф?

8. Ниндәй һүҙҙә хата? Тамғала.

а) юрған,б) йарҙам, в) яҡын, г) йемеш, д) йуртаҡ, е)ҡуйан.

9. Инша яҙ.

   Темалар: 1.Башҡортостан-тыуған илем.

                      2.Минең яратҡан дәресем.

                      3.Минең ғаиләм.

                       4.Китап –белем шишмәһе.



Предварительный просмотр:

Олимпиадаға әҙерлек

11 синыфтар өсөн тел буйынса белешмә

Төрки телдәр ҡәрҙәш телдәр ғаиләһен барлыҡҡа килтерә.Төрки телдә һөйләшеүсе милләттәр: Алтай, Башҡортостан, Ҡабарҙы- Балҡар, Ҡарасәй- Черкес, Татарстан, Тыва, Хакас, Яҡут-Саха республикаларының халҡы. Төрки телдәр төркөмдәргә бүленә:Яҡут төркөмө- яҡут, долган телдәре;көньяҡ себер төркөмө- алтай,хакас, шор, һары уйғыр, тыва телдәре;көньяҡ- көнсығыш төркөмө- уйғыр, үзбәк; ҡыпсаҡ төркөмө- башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, нуғай, ҡумыҡ, ҡарасәй- балҡар; Сыуаш- болғар төркөмө- сыуаш теле; көньяҡ- көнбайыш төркөмө- ғағауз, төрөк, төркмән, хорассан, әзербайжан, ҡырым татарҙары теле.

Башҡорт теленең диалекттары: Көнъяҡ диалект, Көнсығыш диалект, Төнъяҡ- көнбайыш диалект.Бер- береһенән фонетик, лексик, морфологик үҙенсәлектәре менән айырылалар.

Хәҙерге башҡорт теленең стилдәре: йәнле һөйләү стиле(ғаиләлә, таныштар араһында һөйләшкәндә, диалог формаһында ҡулланыла), фәнни стиль(фәнни хеҙмәттәр, монографиялар, китаптар, мәҡәләләр, дәреслектәр яҙғанда ҡулланыла), публицистик стиль( газета- журнал мәҡәләләре, очерк, фельетондар, юморескалар, өндәмәләр яҙғанда ҡулланыла), рәсми, йәғни эш ҡағыҙҙары стиле (указдар, приказдар, инструкциялар, уставтар, ғаризалар яҙғанда ҡулланыла),матур әҙәбиәт стиле( әҙәби әҫәрҙәр ижад иткәндә ҡулланыла) 

Синтаксис- һөйләм төҙөлөшөн тикшерә, уларһың төрлө законлыҡтарын аса. Һүҙбәйләнеш-мәғәнәүи һәм грамматик яҡтан үҙ- ара бәйле ике йәки бер нисә һүҙ.Төрҙәре: теҙмә, (Тауыш көр, моңло, йөрәккә үтеп инә торған.) эйәртеүле. (Йәншишмәне таптыҡ.).Эйәртеүле һүҙбәйләнеш 4 төргә бүленә: Ярашыу( ҡыҙым- таң йондоҙом, балам- бәғер итем, беҙ- малайҙар,уға- Нәфискә);башҡарылыу-эйәртеүсе һүҙ йәреүсе һүҙҙең билдәле бер килештә килеүен талап итә( күңелде шатландыра, һинең өсөн килдем); йәнәшәлек- эйәреүсе һүҙҙең эйәртеүсе һүҙгә ялғау ярҙамынан башҡа йәнәшә тороп бәйләнеүе ( биш китап, текә тау, яҡшы уҡый) Һөйкәлеү- эйәреүсе һүҙ эйәлек килештә килеп, эйәртеүсе һүҙ эйәлек заты ялғауҙарын ҡабул итә( баланың китабы, олатайҙың туны, уларҙың өйө).

Нығынған һүҙбәйләнештәр-мәғәнәһе буйынса бер һүҙ итеп ҡаралған һүҙбәйләнештәр. Ауыҙына һыу ҡапҡан- өндәшмәй, табанын ялтыратҡан- ҡасҡан, кәкре ҡайынға терәтеү- алдау, айыу майы һөртөү- урлау, төпһөҙ кәмәгә ултыртты- алданы,

Һөйләм- синтаксистың төп берәмеге. Төп билдәләре: тамамланған уйҙы белдерә; грамматик нигеҙе була(эйә менән хәбәре); аҙағында пауза була, тамамланған интонация була; һөйләмдә нимәлер тураһында хәбәр ителә.

Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре: һорау(һорау интонацияһы менән әйтелә), хәбәр( хәл- ваҡиғалар, күренештәр, факттар тураһында хәбәр ителә), өндәү-бойороҡ(эш- хәлде башҡарырға өндәй, бойора), тойғо(күренештәргә, ваҡиғаларға ҡарата тойғоһон белдерә)һөйләмдәр.

Һөйләмдең баш киҫәктәре: эйә,хәбәр. Эйә була ала: исем, алмаш, һан, сифат, исем ҡылым, сифат ҡылым, һүҙбәйләнеш, ҡушмә һүҙ.Хәбәр һөйләмде ойоштороусы, уны тамамлап килеүсе һүҙЭйә менән хәбәр яраша: - хәбәр, бойороҡ, шарт һөйкәлешендәге ҡылымдан килгән хәбәр,; - тәбиғәт күренештәрен тасуирлағанда; күплектә торған эйә эйәлек ялғауҙары ҡабул иткәндә; һөйләмдең хәбәре сифаттан йәки мөнәсәбәт һүҙҙән килгәндә; һөйләмдең эйәһе күплектәге исем ҡылымдан килгәндә.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәреАныҡлаусы-һөйләмдә предметтың билдәһен, эйәһен, иҫәбен, күләмен белдерә. Ниндәй, ҡайһы, ҡасан, ҡайҙағы, нисә, нисәнсе, кемдең, нимәнең һорауҙарына яуап була. Аныҡлаусы эйәлек килештәге исемдән (Алмаздың), алмаштан(беҙҙең), сифат(йығылғандарҙың) һәм исем ҡылымдан(ҡурҡыуҙың) килә, сифаттан(яҡты), һандан(бер киҫәге), күрһәтеү алмашынан(был).Өҫтәлмәлек- аныҡлаусының бер төрө. (уҡытыусы- математик, яҙыусы- публицист, шофер- механик. Тултырыусы- һөйләмдең хәбәренә бәйләнеп, уның мәғәнәһен асыҡлап килә. Төбәү, төшөм, сығанаҡ, урын- ваҡыт килештәре шулай уҡ .(кем менән, нимә менән, кем тураһында, кем тарафынан һорауҙарына яуар бирә. Алмаштан(миңә), һандан(берәүҙәргә), исем ҡылымдан(йөрөүҙән), сифат ҡылымдан(сыҡҡанға) килә. Хәл- һөйләмдә эш- хәлдең эшл                неү рәүешен, күләмен, ваҡытын, урынын, сәбәбен, маҡсатын, ниндәй шарттарҙа үтәлеүен белдерә.Нисек, ни рәүешле, ҡайһылай, ҡайҙа, ҡасан, нисә, күпме, ни өмөн, ни сәбәпле һорауҙарына яуап бирә. Хәл төрҙәре: рәүеш хәле, урын хәле, ваҡыт хәле, күләм- дәрәжә хәле, сәбәп хәле, маҡсат хәле, шарт хәле, кире хәл.

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр. Эйәһе лә хәбәре лә булһа ике составлы, йә эйәһе, йә хәбәре булмаһа бер составлы була.Бер составлы һөйләм төрҙәре: билдәле эйәле һөйләм( Эйтелгән ваҡытҡа эшләп бөтөгөҙ); билдәһеҙ эйәле һөйләм( уҡыуҙы оҙаҡҡа һуҙманылар); эйәһеҙ һөйләм( Йылыта. Бик оҙаҡ йөрөлдө.);атама һөйләм(Ҡыш. )

Мәғәнә асыҡлығы өсөн бөтә кәрәкле киҫәктәре булған һөйләм тулы һөйләм тип атала.Һүҙ барышында еңел аңлашылған берәй киҫәге төшөрөп ҡалдырылған һөйләм кәм һөйләм тип атала.

Өндәш һүҙҙәр- уй- фекергә тыңлаусының иғтибарын туплау өсөн ҡулланыла торған һүҙҙәр.Һөйләмдең башында, уртаһында, аҙағында ла килә алалар. Бәләкәйем, Әнисәм минең. Һеҙгә бармай, кемгә барайым, эй, балаҡайым.

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр- һөйләүсенең әйтелгән фекергә ҡарата мөнәсәбәтен белдерә. Әйтерһең, бөтә донъяны ҡараңғылыҡ солғаны. Ысынлап та, бигерәк матур инде

Ҡушма һөйләм төрҙәре: теҙмә ҡушма һөйләм, эйәртеүле ҡушма һөйләм. Теҙмә ҡушма һөйләм төрҙәре: теркәүесле теҙмә ҡушма(Кискә табан ел туҡтаны ла көн йылына башланы.), теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр(Күңелле музыка уйнап тора, бер нисә пар бейеп йөрөй). Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙең береһе икенсеһенә эйәреп килә. Эйәрсән һөйләм төрҙәре: Эйә һөйләм( кем, нимә) , Эйәрсән хәбәр һөйләм(нимә, нимәлә, кемдеке); аныҡлаусы һөйләм( кемдең.ю ниндәй, ҡайһы); тултырыусы һөйләм( кемде, кемгә, кемдә, кемдән, нимәне, нимәлә, нимәнән,); хәл һөйләмХәл һөйләмдәр төрҙәре: ваҡыт һөйләм-(ҡасан, ҡасандан, ҡасандан алып) Байрас, ишек төбөнә еткәс, ҡапыл туҡталды; урын һөйләм( ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙан алып) Ҡайҙа татыулыҡ юҡ,шунда йәм юҡРәүеш һөйләм( нисек, ни рәүешле) Мин был кешеләргә эшләгән кеүек, улар ҙа миңә эшләйҙәр; күләм- дәрәжә һөйләм( күпме, ни дәрәжәлә) Күпме ауыр булһа эштәре, шунса тырыш булды үҙҙәре; сәбәп һөйләм( ниөсөн, ни сәбәпле)Эш аҡса булмау сәбәпле тотҡарлана;маҡсат һөйләм ( ни өсөн, ниндәй маҡсат менән) Юлсылар аҙашмаһын өсөн, оҙон таяҡтар ергә ҡаҙап ҡуйылған; шарт һөйләм( ни эшләһә, ни булһа, ниндәй шартта) Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк.; кире һөйләм(нимә булһа ла, нимәгә ҡарамаҫтан) Өҫтөмә ҡар яуып тормаҫтан, барып етергә тырышырмын.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр кәмендә 3 һөйләмдән тора. Улар эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәргә, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәргә, теҙемдәргә бүленәләр.

Аралашыу ваҡытында телмәрҙең ике төрө барлыҡҡа килә: тура һәм ситләтелгән телмәрТура телмәр автор һүҙҙәренән һәм сит кеше һүҙҙәренән төҙөлә. Сит кешенең һүҙҙәрен мәғәнәһенә зыян килтермәй ҡулланыу ситләтелгән телмәр тип атала.



Предварительный просмотр:

Башҡорт мәктәптәренең 8-се класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

1. Рәүеш тә, сифат та билдәне белдерә. Уларҙың айырмаларын яҙығыҙ.

Миҫалдар килтерегеҙ

2. Мәғәнәләре буйынса ниндәй хәлдәр була? Һәр береһен атап сығығыҙ

3. Эйә менән хәбәр араһында ниндәй осраҡтарҙа һыҙыҡ ҡуйыла? Миҫалдар килтерегеҙ.

4. Интонация яғынан һөйләмдәр ниндәй төрҙәрҙә бүленә? Миҫалдар килтерегеҙ

5. Ниндәй һөйләмдәр ҡушма һөйләм тип атала? Ҡушма һөйләмдәр ниндәй төрҙәргә бүленә? Миҫалдар килтерегеҙ

6. Түбәндәге һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.Ҡараһаҡал – Башҡортостан тарихындағы атаҡлы шәхес.

7. Тағы күкрәп яҙҙар килде ерҙәр йәшәрҙе һыуҙар ташты болондар сәскәләргә күмелде һөйләмендә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?

Башҡорт мәктәптәренең 8-се класс уҡыусылары өсөн

туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1.”Ҡайҙа һин, Александр Матросов?” әҫәренең авторы кем?

2. Нимә ул гипербола?

3. Батырлыҡ тураһында өс мәҡәл яҙығыҙ.

4.”Ҡаһым түрә” драмаһының авторы кем? Төп темаһын билдәләгеҙ.

5. Батырҙар тураһында ниндәй ҡобайырҙар беләһең?

6. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән ;

Килмәк абыҙ был һүҙҙәрен ауылдарға, йәйләүҙәргә барып һөйләй ине.Уның яуға сығырға өндәй башлағанына байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡарҙар иреп, һыуҙар һыуға ҡушылды, йырғанаҡтар ярылды.Ағиҙелдә боҙ китте.

7. Яманға ҡаршы тулҡынған,

Яҡшыға ҡарап урғылған,

Диңгеҙҙән дә ятыулы,

Уралдан да артыулы-

Нимә булыр әйт шуны.

Ҡобайыр йомғағының яуабы нимә булыр?

8. Кем ул сәсән? Cәсәндәрҙән кемдәрҙе беләһең?

Башҡорт теленән яуаптар

1. Предметтың билдәһен белдергән һүҙ сифат тип атала. Мәҫәлән: ҙур йорт, матур күлдәк;

Эш-хәлдең билдәһен белдергән һүҙ рәүеш тип атала. Мәҫәлән: шәп йөҙә, яҡшы уҡый. (1 б.)

2.Хәл төрҙәре: рәүеш хәле, урын хәле, ваҡыт хәле, күләм-дәрәжә хәле, сәбәп хәле, маҡсат хәле, шарт хәле, кире хәл. (1 б.)

3.- Эйә менән хәбәр бер үк һүҙ төркөмөнән килгәндә.

- Эйә алмаштан, хәбәр исемдән йәки исем урынында ҡулланылған бүтән һүҙ төркөмөнән килгәндә. (1 б.)

4. Хәбәр һөйләм . Кемдер килеп инде. Бойороҡ һөйләм . Бөгөн һин быны бөгөн үкэшләргә тейеһең!, Өндәү һөйләм.Онотмайыҡ илдең күргәнен! Һорау һөйләм. Атай, һин иртәгә эшләйһеңме?( 1б.)

5.Кәмендә ике ябай һөйләмдән торған һөйләмдәр ҡушма һөйләмдәр тип атала. Ҡушма һөйләмдәр теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә бүленәләр Мәҫәлән: а )Урман өнһөҙ, йә ул йоҡлай, йә ул уйлана һымаҡ. б ) Әсәй, мине таңда уят әле, дала өҫтөн томан алғанда.(2 б.)

6.( 1 б.)

7. Тағы күкрәп яҙҙар килде, ерҙәр йәшәрҙе, һыуҙар ташты, болондар сәскәләргә күмелде.( 1 б.)

Туған әҙәбиәтенән яуаптар

1.Р.Насиров. (1 б.)

2. Арттырып яҙыу(1 б.)

3. (1 б.)

4.Б.Бикбай. Француздарға ҡаршы һуғышта башҡорттарҙың батырлығы ( 1 б.)

5 “Салауат батыр”, “Бейек тауҙың үлгәне”. ( 1 б.)

6. “Кинйә” романынан. ( 1 б.)

7. Сәсән( 1 б.)

8. Халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүсе һүҙ оҫталары. Дәүләкән сәсән, Ҡобағош сәсән Айҙар сәсән, Ерәнсә сәсән, Байыҡ сәсән, Шафиҡ Әминев Тамъяни сәсән. ( 1 б.)

Юғары балл 100 %– 16 балл

Башҡорт мәктәптәренең 5-се класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

  1. Түбәндәге һүҙҙәргә синонимдар яҙ: йәшәй, аҙыҡ, эшһөйәр.
  2. Бирелгән һүҙҙәрҙе төбәү килештә үҙгәртеп яҙ: июль, фонарь, ноябрь, грипп, Донбасс, киоск, нефть.
  3. Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуй: бир.яҡ, Аҡ.юл, көн.яҡ, .герә, .рған, Гөл.емеш.
  4. Түбәндәге һүҙгә фонетик анализ яһа: ялан.
  5. Эш һүҙенә тамырҙаш һүҙҙәр уйлап яҙ.
  6. Ғаилә һүҙе менән биш һөйләм төҙө.
  7. Түбәндәге һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуй һәм интонация яғынан ниндәй һөйләм төрө икәнен билдәлә.

Их бигерәк йәмле был тирә ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша ысыҡ тамсылары ем-ем килә сәскә еҫе аңҡый ә һеҙҙең яҡтар матурмы.

8. Синтаксик анализ яһа.

Алтын тәңкәләрен һибә ҡайын,

Ел уларҙы һөйөп уйната,

Торна өйөрө уҙа көньяҡҡа.

Ҡоштар үҙе менән алып китә бергә көн йәмен,

Шәрә ҡала ҡалын урмандар,

Ҡырҙар алмаштыра күлдәген. (Б. Бикбай.)

Башҡорт мәктәптәренең 5-се класс уҡыусылары өсөн

туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

  1. Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙ.
  2. Беҙҙең республикала балалар өсөн ниндәй гәзит-журналдар баҫыла?
  1. Йомаҡтарҙың яуаптарын тап:

а ) Ҡабаҡтың уртаһында нимә бар?

б ) Диңгеҙҙә ниндәй таш булмай?

в ) Ҡаҙ һыуҙан сыҡҡас ни эшләй?

г ) Ни өсөн ат шишмәгә бара?

4. Тел тураһында ниндәй шиғырҙар беләһең? Уларҙың авторын һәм исемдәрен күрһәтеп яҙ.

5. Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ…;

Шиғырҙы дауам итегеҙ. Уның исеме һәм авторы.

6. Оксана менән Йәмил ниндәй әҫәрҙең геройҙары? Авторы кем?

7. М. Ғафуриҙың ниндәй мәҫәлдәрен беләһегеҙ?

8. Нимә ул йәнләндереү? Миҫал килтер.

Башҡорт теленән яуаптар

  1. Йәшәй – көн күрә, ғүмер итә

Аҙыҡ – ризыҡ, ашамлыҡ

Эшһөйәр – уңған, тырыш.(1 б.)

  1. Июлгә, фонарға, ноябргә, грипҡа, Донбассҡа, киоскыға, нефткә. (1 б.)
  2. Биръяҡ, Аҡъюл, көньяҡ, йүгерә, юрған, Гөлйемеш. (1 б.)
  3. Ялан – я-лан [йа-лан] – 4 хәреф, 5 өн

[й]- тартынҡы, яңғырау

[а]- һуҙынҡы, ҡалын, иренләшмәгән

[л]- тартынҡы, яңғырау

[а]- һуҙынҡы, ҡалын, иренләшмәгән, баҫымлы

[н]- тартынҡы, яңғырау (1 б.)

5. Эшсе, эшһеҙлек, эшсән, эшһөйәр, эшҡыуар.( 1 б.)

6. (2 б.)

7. Их, бигерәк йәмле был тирә! Ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша, ысыҡ тамсылары ем-ем килә, сәскә еҫе аңҡый. Ә һеҙҙең яҡтар матурмы? (Өндәү, хәбәр, һорау һөйләмдәр) (2 б.)

8. (2 б.)

Туған әҙәбиәтенән яуаптар

1. – (1 б.)

2. “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдары, “Йәншишмә” гәзите (1 б.)

3. “Т” хәрефе, ҡоро, ергә баҫа, сөнки шишмә ат янына килә алмай. (1 б.)

4. Б. Бикбай “Туған тел”, “Рус теле”, Р. Ғарипов “Туған тел”, З. Биишева “Башҡорт теле”.( 1 б.)

5. Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ. (Р. Ғарипов “Туған тел”) (1 б.)

6. М. Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме” (1 б.)

7. “Һарыҡты кем ашаған?”, “Ат һәм эт” (1 б.)

8. Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең кеше сифаттары аша һүрәтләнеүе йәнләндереү тип атала. Мәҫәлән, “Тыуған ҡалама йыр” шиғырында Н. Нәжми баш ҡалабыҙҙы кеше ҡиәфәтендә күҙ алдына баҫтырғайны:

Көмөш ҡайыш быуған егет кеүек,

Ағиҙелде урап билеңә,

Баҫҡанһың һин, Урал һаҡсыһындай,( 2 б.)

Тыуған Өфөм минең, бергенәм…

Юғары балл 100% – 20 балл

Башҡорт мәктәптәренең 6-сы класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

1. Түбәндә ниндәй мәҡәл яҙылған:

ели ҡю ҡюңыт еелт

2. Өн һәм хәреф һаны тигеҙ булған һүҙҙәрҙе күсереп ал: ябыҡ, Яхъя, көньяҡ, июнь, класс, юртаҡ, Аҡмулла, аҡҡош, орсоҡ.

3. Ерек һүҙенә фонетик анализ яһа.

4. Түбәндәге сифаттарҙы дәрәжәләр менән үҙгәрт : йылы, һоро, ҡара.

5. Фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлат :

бүрәнә аша бүре күреү

- кәкре ҡайынға терәтеү

- түбәһе күккә тейгән

- балтаһы һыуға төшкән

6. Һөйләмдәргә тулы синтаксик анализ яһа. Аҫтына һыҙылған һүҙҙе һүҙьяһалыш буйынса тикшер.

Көҙгө япраҡ төштө килеп

Өҙөлөп ботаҡтарҙан.

Ҡарап торҙом бойоғоп мин

Күҙ алмай уҫаҡтарҙан.

7. Ниндәй үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен беләһең, миҫалдар килтер.Балаларға һүҙенә морфологик анализ яһа.

Башҡорт мәктәптәренең 6-сы класс уҡыусылары өсөн

туған әҙәбиәттән олимпиада һорауҙар

1. Шиғырҙы дауам ит. Уның исемен, авторын билдәлә.

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин…

2. Башҡорт халыҡ мәҡәлен уҡы. Асҡысы алфавитта.

30 1 16 37 15 26 1 23 6 27 25 2 27 16 31 1 12 16 6 8 19 14

21 24 21 26 20 24 2 27 16 1

3. Батырҙар тураһында ниндәй әкиәттәр беләһең?

4. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән:

- …Кирәмәт башына менеү – бөркөт осор бейеклеккә күтәреләү тигән һүҙ ул. Төндәрен уның өҫтөндә, - ти Шәрифулла, - усаҡ тирәһендә әйләнгән күбәләктәр төҫлө, йондоҙҙар һикерешеп уйнай. Улар түбән үк төшәләр – үрел дә тот үҙҙәрен! Ҡайһы бер шуҡтары, яңылыш ҡаяға һуғылып, селпәрәмә лә киләләр. Ана шуны инде йондоҙ атылыу тиҙәр.

5. Нимә ул хикәйәләү?

6. Нимә ул аллегория? “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәленең морале нимәлә?

7. “…Эй алйот, ҡыҫҡанға былтыр, ҡысҡыралармы быйыл!” Был юлдар ниндәй әҫәрҙән?

8. Салауат Юлаев тураһында ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ?

Башҡорт теленән яуаптар

1. Теле юҡтың иле юҡ. (1 б.)

2. Орсоҡ, июнь, көньяҡ. (1 б.)

3. Ерек – е-рек[йэ-рэк], 4 хәреф, 5 өн

[й] – тартынҡы, яңғырау

[э] – һуҙынҡы, нәҙек, иренләшмәгән

[р] – тартынҡы, яңғырау

[э]

[к] – тартынҡы, һаңғырау (1 б.)

4. Йылы – йылымса – йылыраҡ – ныҡ йылы

Һоро – һорғолт – һорораҡ – һоп-һоро

Ҡара – ҡараһыу – ҡарараҡ – ҡап-ҡара (1 б.)

5. Кәрәкмәгәнде күреү, алдау, шатланыу, ҡайғырыу (1 б.)

6. - (2 б.)

7. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре: исем (алма), ҡылым (ашай), сифат (матур һүҙ), алмаш (шул), рәүеш (матур йөрөй), һан (өс).

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүес (һәм, сөнки), бәйләүес (өсөн, кеүек), киҫәксә (генә, ҡына), ымлыҡ (эй, ссс), мөнәсәбәт һүҙҙәр (әлбиттә)

Балаларға – исем (кемдәргә?), уртаҡлыҡ исем, күплектә, тамыр исем, төбәү килештә, тамыры – бала, -лар – күплек ялғауы, -ға – төбәү килеш ялғауы, һөйләмдә тултырыусы була. (3 б.).

Туған әҙәбиәттән яуаптар

1. Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле. (З. Биишева “Башҡорт теле”) (2 б.)

2. “Халыҡтар дуҫ булһа, илдең көсө тос була” (1 б.)

3. “Урал батыр”, “Аҡъял батыр”, “Ҡамыр батыр” ( 1 б.)

4. М. Кәрим “Өс таған” (1 б.)

5. Хикәйәләү – ваҡиғаларҙы, эш-хәрәкәттәрҙе эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп биреү.

(1 б,)

6. Хайуандар аш кешеләр тормошон ситләтеп һүрәтләү алымы аллегория тип атала. Кешеләр араһындағы яуызлыҡты һәм көслөләрҙең көсһөҙҙәрҙе йәберләүен фашлау. (1 б.)

7. Ғ. Туҡай “Шүрәле”(1 б.)

8. Р. Бикбаев “Салауат ҡылысы”,Ә. Атнабаев “Салауат менән һөйләшеү”, С. Шәрипов “Яҙмыш менән алыш”, М. Ғәли “Ҡайт, Салауат!” (1 б.)

Юғары балл 100% - 19 балл

Башҡорт мәктәптәренең 7-се класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

1. Хәреф һаны өн һаны менән тап килгән һүҙҙе күрһәтегеҙ: егерме, таяҡ, юрған, янъялсы, ашъяулыҡ, Кузбасс, Кәримә, завод.

2. Түбәндәге фразеологизмдарҙы бер һүҙ менән генә аңлатығыҙ: айыу майы һөртөү, табан ялтыратыу, ауыҙ ҡолаҡҡа етеү, теш тешкә теймәү.

3. Эйәртеүле бәйләнеш юлы менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәрен һанап сыҡ. Миҫалдар яҙ.

4. Ниндәй үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен беләһең, миҫалдар килтер.

5. Түбәндәге һөйләмгә синтаксик анализ яһа:

Тышта шаулы хеҙмәт ҡайнай,

Һәм тормош тора гөрләп,

Шул тормош эсендә илһам

Шағирҙы йөрөй эҙләп.

6. Ике һәм алты һанын һан төркөмсәләренә ҡуйып яҙ.

7. Түбәндәге һүҙҙәр нимәне белдерә?

Ай-һай, эй, уф-ф-ф, ура. Бер ҡушма һөйләм уйлап яҙ.

8. Бер һәм ике составлы һөйләмдәрҙең төрөн билдәлә:

а ) Таң ата.

б ) Бөтә ҡаланы йороп сыҡты.

в ) Ямғыр. Ләйсән ямғыр.

г ) Дүртөйлө ауылы йоҡонан уяна.

Башҡорт мәктәптәренең 7-се класс уҡыусылары өсөн

туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1. “Аттылар уны. Үҙенекеләр атты. Үҙенекеләрме икән?!” Ниндәй әҫәр хаҡында һүҙ бара? Авторы кем? Әҫәр кем тураһында?

2. Александр Мотросов хаҡында кемдәр ниндәй әҫәрҙәр ижад иткән?

3. З. Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесындағы төп геройҙар.

4. Нимә ул рифма? Үҙеңдең фекереңде миҫал менән иҫбатла.

5. Түбәндәге картиналарҙың авторын билдәлә: “Алтын көҙ”, “Салауат йорто”, “Буйһонмаҫ ихтыяр”.

6. Дәүләкән районынан сыҡҡан яҙыусыларҙы һанап сыҡ.

7. Алдар Иҫәнгилдиндың батырлыҡтары тураһында кемдең әҫәре аша беләбеҙ?

8. Образлылыҡты һәм матурлыҡты көсәйтеү өсөн ниндәй тасуирлау саралары

ҡулланыла?

Башҡорт теленән яуаптар

1. Ашъяулыҡ, Кәримә, завод. (1 б.)

2. Алдау, ҡасыу, шатланыу, өшөү. (1 б.)

3. Ярашыу – беҙ әҙерләнәбеҙ, башҡарылыу – урманға барҙыҡ, йәнәшәлек – ҡыҙылтаҫма,һөйкәлеү – Ләйсәндең сәсе. (1 б.)

4. . Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре: исем (алма), ҡылым (ашай), сифат (матур һүҙ), алмаш (шул), рәүеш (матур йөрөй), һан (өс).

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүес (һәм, сөнки), бәйләүес (өсөн, кеүек), киҫәксә (генә, ҡына), (2 б.)

5. –(1 б.)

6. Төп (ике, алты), рәт (икенсе, алтынсы), сама (ике-өс, алтылап), йыйыу (икәү, алтау), бүлеү (икешәр, алтышар), кәсер (ике бөтөн ундан алты), үлсәү (ике килограмм, алты ҡолас) (2 б.)

7. Ымлыҡтар – кешенең төрлө хис-тойғоһон белдергән һүҙҙәр.(1 б.)

8. а) йыйнаҡ, б) билдәле эйәһеҙ һөйләм, в) атама һөйләм, г) тарҡау һөйләм (1 б.)

Туған әҙәбиәтенән яуаптар

1. Р. Солтангәрәев “Осто бөркөт” романы. 1937 йылда репрессия ҡорбаны булған Муса Мортазин тураһында.(2 б.)

2. Ә. Бикчәнтәев “Бөркөт һаула үлә”, Р. Насиров “Ил балаһы Шакирйән” (1 б.)

3. Юлдаш, Ҡыҙырас, Ғилман (1 б.)

4. Рифма – шиғыр юлдарының оҡшаш яңғырашлы һүҙҙәргә тамамланыуы. Мәҫәлән, “Арыҫландар үҙ ерен

Залимдарҙан таптатмаҫ,

Таптаймын тип атлаһа,

Башҡорт ҡаны атлатмаҫ…” (2 б.)

5. Ә. Лотфуллин, Ф. Ерғәлиев, Р. Ишбулатов (1 б.)

6. Ә. Хәким, Б. Дим, Р. Ураҡсина, С. Яҡшығолов (1 б.)

7. Ғ. Хөсәйеновтың “Алдар батыр ҡиссаһы” повесы (1 б. )

8. Сағыштырыу, эпитет, метафора (1 б.)

Юғары балл – 100% - 20 балл

Башҡорт мәктәптәренең 9-сы класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

1. Өлкән сержант, йәғни беҙҙең командир, миңә күҙ төшөрөп алды.

а ) Тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлат;

б ) Һөйләмгә тулы синтаксик анализ яһа.

2. Түбәндәге һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатығыҙ, эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә ниндәй юлдар менән бәйләнгән? Ике яр ҙа аҡ томанға күмелде.

3. Бер составлы ниндәй һөйләмдәр бар? Миҫалдар яҙығыҙ.

4. Тура һәм ситләтелгән телмәр. Миҫалдар килтерегеҙ.

5. Башҡорт теленең функциональ стилдәрен һанап сыҡ.

6. Һөйләмгә тулы синтаксик анализ эшлә:

Йәмле йәй үткәс, һалҡын көҙ еткәс,

Һин дә шатланып мәктәпкә киткәс,

Мин дә китермен, диңгеҙ кисермен,

Йылы яҡтарҙа ғүмер итермен. (“Бала менән һандуғас”)

7. Бирелгән һөйләмдәрҙә һүрәтлә сараларын тап һәм ниндәй һүрәтләү икәнен күрһәт. а ) Бер-беребеҙгә ҡарап тилмерәбеҙ,

Бер йылғаның ике ярындай!

б ) Немецтың һуғыш техникаһы беҙҙең һанһыҙ һалдатты молотилка барабаны кеүек ашай, йота.

8. “Беҙҙең өйҙөң йәме” темаһына йыйнаҡ инша яҙ. (Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына ҡарата).

Башҡорт мәктәптәренең 9-сы класс уҡыусылары өсөн

туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

1. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һәм яҙыусылырын һанап сыҡ.

2. Түбәндәге юлдар ниндәй әҫәрҙәрҙән алынған:

а ) Ирмен тигән ир-батыр

Тыуған илен һөйөр ул.

Ил ҡайғыһын ҡайғы итеп,

Иле өсөн көйөр ул…

б ) Баланың ниһен маҡтайһың-

Атаның телен алмаған,

Ҡыҙҙың ниһен маҡтайһың-

Ғәйбәт һүҙҙән ҡалмаған…

в ) Ауылға етеп, мәҙрәсә ихатаһына яҡынлағанда:

- Беҙҙең абыҙ бөгөн дә күренмәй, берәй яҡҡа китеп барҙымы? – тип

Һоранылар тағы Кинйәгә текләп…

г ) Урал! Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә,

Ә ҡойроғо ҡойона Аралда…

д ) …Бына, юғарыға табан оҙонсалап, аҡҡош муйынына барып тоташҡан йомройраҡ ҡорһағына ҡойроҡто уралта терәп. туҙ баш йылан көршәктән һыу эсергә ынтылған…

3. Түбәндәге картиналарҙың авторын билдәлә: “Ҡариҙел”, “Алтын көҙ”, “Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ”

4. Бирелгән төшөнсәләргә билдәләмә бир: легенда, йомаҡ, әкиәт, әйтеш. Миҫалдар килтер.

5. Ниндәй әҫәрҙең прологында Иҙел буйлап пароходта килеүсе шағир, архитектор һәм агроном әңгәмәләшә?

6. Дәүләкән районында ниндәй гәзит-журналдар нәшер ителә? Уларҙың баш мөхәррире кем?

7. Нимә ул сюжет? Сюжет өлөштәрен һанап сыҡ.

8. Ниндәй халыҡ ижады өлгөһөндә Асылыкүл буйҙары иҫкә алына?

Башҡорт теленән яуаптар 9 класс

1. Айырымланған өҫтәлмәлектәр ике яҡтан да өтөр менән айырыла.(1 б.)

2. Яр күмелде (ярашыу), ике яр (йәнәшәлек) , томанға күмелде (башҡарылыу) .(1 б.)

3. Билдәле эйәле һөйләм, билдәһеҙ эйәле һөйләм, атама һөйләм , эйәһеҙ һөйләм.(1 б.)

4. Үҙгәртелмәйенсә ҡулланылған сит кешенең телмәре тура телмәр тип атала“Ир намыҫы бил ҡайышы түгел, береһен һалдырып алһалар, икенсеһен быуып булмай”,-тине кемдер.

Икенсе бер кешенең үҙгәртелеп ҡулланылған телмәрен ситләтелгән телмәр тип атайҙар. Кемдер берәү тегегә ир намыҫының бил ҡайышы түгеллеген, береһен һалдырып алғанда, икенсеһен быуып булмауын әйтте.(2 б.)

5. Йәнле һөйләү стиле, матур әҙәбиәт стиле, фәнни стиль, публицистик стиль, рәсми эш ҡағыҙҙары һәм хаттар стиле. (1 б.)

6. (1 б.)

7. Бер йылғаның ике ярындай – сағыштырыу, молотилка барабаны кеүек – метафора.(1 б.)

8. 5 балл.

Туған әҙәбиәтенән яуаптар 9 класс

1. Халыҡ шағирҙары – М. Ғафури, М. Кәрим, Р. Ғарипов, Р. Ниғмәти, С. Ҡудаш, Н.Нәжми, Р. Бикбаев, Б. Бикбай, Ә.Атнабаев, Т.Йосопов, М.Кәримов, А. Филиппов. Халыҡ яҙыусылары – З. Биишева, Ә. Хәким, Н. Мусин, Н. Асанбаев, Ғ. Хөсәйенов. .(1 б.)

2. “Ололар һүҙе” ҡобайыры, М. Аҡмулла “Аттың ниһен маҡтайһың?”, Ғ. Ибраһимов “Кинйә”, Р. Ниғмәти “Йәмле Ағиҙел буйҙары”, З. Биишева “Һөнәрсе менән өйрәнсек”. .(1 б.)

3. Б. Домашников, Ә. Лотфуллин, Ҡ. Дәүләткилдиев .(1 б.)

4. Легенда – ул теге йәки был күренеш, предмет, атаманың килеп сығышын аңлатҡан халыҡ хикәйәһе (“Ҡариҙел”) .

Йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер (Ҡыҙыл төймә таптым, ауыҙыма ҡаптым)

Әкиәт – уйҙырмаға нигеҙләнгән тылсымлы һәм мажаралы йөкмәткеле йә булмаһа көнкүреш характерындағы хикәйә (“Ҡамыр батыр”)

Сәсәндәрҙең ҡобайыр менән үҙ-ара әйтешен борон ҡобайыр әйтеш, ә унда сығарылған ҡобайырҙарҙы әйтеш тип атағандар (“Ҡобағош сәсән менән Аҡмырҙа сәсәндең әйтеше”) (2 б.)

5. Ғ. Сәләм “Шоңҡар” (1 б.)

6. “Асылыкүл”, “Балҡантау”. Баш мөхәррире – Ишбулат Йомабай улы Аҡҡолов

(1 б.)

7. Сюжет - әҫәрҙәге үҙ-ара бәйләнгән һәм эҙмә-эҙлекле үҫә барған тормош ваҡиғалары. Сюжет экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация һәм сиселештән тора. (2 б.)

8. “Заятүләк һәм Һыуһылыу” эпосы (1 б.)

Юғары балл 100% - 23 балл



Предварительный просмотр:

Башҡорт теле  һәм әҙәбиәтенән  олимпиада  һорауҙары:

Башҡорт теле

5 класс

  1. Һүҙбәйләнештәрҙә эйәреүсе  һәм эйәртеүсе  һүҙҙәрҙе  билдәләргә, эйәртеүсе  һүҙҙән  эйәреүсе  һүҙгә  һорау  ҡуйырға: ҡышҡы  урман, йылға  балығы, тәҙрәнән  ҡарау, ветеран  менән осрашыу, тәбиғәтте  һаҡлау, өс ай, милли көй, бөгөн  ҡайтты.
  2. Бирелгән  һүҙҙәрҙе  дөрөҫ  тәртиптә  урынлаштырып  һөйләм  төҙөгөҙурманға, көҙ көнө, мин  йыйырға, ғәҙәтемсә, бер ваҡыт, сәтләүек, барҙым.
  3. Һөйләмдең  баш  киҫәктәре  тураһында  яҙығыҙ.
  4. Нимә  ул  алфавит? Башҡорт  алфавитында  бөтәһе  нисә  хәреф.
  5. Нөктәләр  урынына Ъ йәки Ь  билдәһе  ҡуйығыҙаш…яулыҡ, бир…яҡ, ар…яҡ, төн…яҡ, дон…я, ҡул…яулыҡ, ҡул…яҙма, Ил…яс, йыл…яҙма.

 

Туған  әҙәбиәт

  1. Фәрзәнә  Аҡбулатованың “Атай  икмәге”  хикәйәһендә  ниндәй  осор  һүрәтләнгән?
  2. Алйырҙан, йылан, тейен  ҡайһы  яҙыусының  әҫәренән?
  3. Нимә  ул  тасуирлау. Миҫал  килтерегеҙ.
  4. Башҡорт  телендә  сыҡҡан  гәзит-журналдарҙы  атағыҙ.
  5. Өҙөк  ниндәй  әҫәрҙән  алынған. Авторы кем?

“ - Фәниә,балам , һаумы? Бибинурҙың  һонолған  ҡулы  һауала  аҫылынып  ҡалды. Үҫмер , ҡырт  боролоп, эскә  атлағайны, Рәшиҙә  ҡыҙына  үпкәләп  өндәште:

- Өләсәйең  менән һаулыҡ  һорашһаңсы, ҡыҙым.

- Здрасьте! Из-за вас  в школу  опоздала! – Фәниә  ишеген  ҡаты ябып, бүлмәһенә  бикләнде.”

 

6 класс

                                                                                                                                                         Башҡорт теле

  1. «Исем” һүҙ  төркөмө  тураһында  белгәндәрегеҙҙе  яҙығыҙ.
  2. Бирелгән  һүҙбәйләнештәрҙең  мәғәнәләрен  әйтегеҙ: ҡайыш  бушау, эйәк  бейетеү, серем итеп  алыу, кәкре  ҡайынға  терәтеү, аяҡтары  ергә  теймәй.
  3. Тыуған  ил  тураһында  биш  мәҡәл  яҙығыҙ.
  4. Һөйләмдәрҙә  исемдәрҙе  табып, килештәрен  билдәләгеҙБеҙҙең  яҡтарҙа  Ағиҙел  уйһыу  туғайлыҡтарҙан  йәйрәп  аға.
  5. Билдәләнгән  исемгә  морфологик  анализ  яһағыҙТынлыҡты  боҙоп, яңы  көн  тыуыуын  белдереп, борғо  тауышы  яңғыраны.

 

                                                                                                                                                          Туған  әҙәбиәт

  1. Бәйет  жанры  тураһында  яҙығыҙ. Ниндәй  бәйеттәр  белһегеҙ?
  2. М.Ғафури  ҡайҙа  һәм  ҡасан  тыуған. Мәҫәлдәрен  атағыҙ.
  3. Мөзәйәнә  еңгә, Әфҡәт, Әхәт  ниндәй  әҫәрҙең  геройҙары. Авторы кем?
  4. Ҡайтып  киләм”  шиғырын  кем  яҙған. Был  шәхес  тураһында нимәләр  беләһегеҙ.
  5. Өҙөк  кемдең   ниндәй  әҫәренән:   Ерҙә кеше йәшәй икән
  6.                                                      Теле лә  йәшәй.

                                               Телен асҡанда  һәр бала

                                               Әйтәсәк: “Әсәй!”

7 класс

                                                                                                                                                          Башҡорт   теле

  1. Йәм-йәшел һүҙенә  морфологик анализ  яһағыҙ.
  2. Ҡыйыу  һүҙенә  синонимдар  яҙығыҙ.
  3. Үҙ аллы  һүҙ  төркөмдәрен  һанап  сығығыҙ.
  4. Хәбәр, һорау, өндөү  һөйләмдәргә  берәр миҫал  яҙығыҙ.
  5. Ниндәй  осраҡтарҙа ялғауҙарҙа О,Ө  яҙыла.
  6. Өҫтәлмәлек  ниндәй  мәғәнәләрҙе  аңлатырға  мөмкин.
  7. Урмандарҙа  һүҙенә  морфологик  анализ  яһағыҙ.
  8. Эшһөйәр ҡорттар, сәскәнән  сәскәгә  ҡунып, татлы бал йыя  һөйләменә  синтаксик анализ  яһағыҙ.
  9. Түбәндәге  һөйләмдә  ниндәй  тыныш  билдәһе  кәрәк: Ҡандракүл үҙенсәлекле  тәбиғәт  һәйкәле.

Туған  әҙәбиәт

  1. Ниндәй  халыҡ  йырҙарын  беләһегеҙ.
  2. Түбәндәге   шиғыр  юлдары  ниндәй  әҫәрҙән  алынған. Авторы кем?

Ер шарының  картаһына  ҡараһаң 

Ҡараһаң яҡшы  ғына.

Башҡортостан  шул картала

Бер япраҡ  саҡлы ғына.

  1. «Эйәрләнгән  ат” әҫәренең жанрын  атағыҙ.
  1. Юлдаш, Ҡыҙырас, Ғариф, Гөлкәй  ниндәй  әҫәр  геройҙары. Авторы кем?
  1. Түбәндәге  һорауҙарға  яуаптар  яҙығыҙ:

- Башҡортостандағы иң бейек  тау?

- Башҡортостандағы иң ҙур күл?

  1. Нимә ул сеңләү?
  1. Яныбай  Хамматов ҡайҙа  һәм ҡасан донъяға  килгән?
  1. Быйылғы  юбиляр яҙыусыларҙы  атағыҙ.

 

8 класс

                                                                                                                                                Башҡорт теле

  1. Киләсәктә – һүҙьяһалыш  буйынса анализ  яһарға.
  2. Ауылыбыҙҙың  осонда  түңәрәк  кенә  бер аҡлан бар. Билдәләнгән  үҙгә  морфологик  анализ  яһағыҙ.
  3. Эйәртеүле бәйләнештең  төрҙәрен  һанап сығығыҙ.
  4. Кәм һөйләмдәр. Миҫалдар килтерегеҙ.
  5. Тыныш билдәләренең  ҡуйылышын  аңлатығыҙБыны ишетеүгә малайҙың илағыһы килә, ләкин ул түҙә: уҡыусы ебек  булырға  тейеш түгел.
  6. Нимә ул ҡушма һөйләм. Ниндәй  эйәрсән һөйләм төрҙәрен беләһегеҙ. Һанап сығығыҙ.
  7. Ҡулъяулыҡ”  һүҙенә  фонетик анализ  яһағыҙ.
  8. Бер составлы  һөйләм  төрҙәрен  һанап сығығыҙ. Бирелгән һөйләмдәрҙең  төрҙәрен  асыҡлағыҙ:

Төн. Йылы  ғәмһеҙ йылы төн.

Бөтә  ҡыйыулығымды  йыйып, ҡысҡырып  йырлап  ебәрҙем.

Унан йорт төҙөйҙәр, күпер һалалар, төрлө нәмәләр үреп  эшләйҙәр.

  1. Тура телмәрле бер һөйләмде  ситләтелгән  телмәргә  әйләндерегеҙ.
  1. Шундай  кешеләр  бар : бер күрешкәс  тә улар  үҙҙәрен  оноттормаҫҡа  һине мәжбүр  итәләр” . Һөйләмдең төрөн  билдәләгеҙ, схемаһын  төҙөгөҙ.
  1. Ниндәй  һүҙҙәр омонимдар тип аталаа. Миҫалдар килтерегеҙ.
  1. Башҡорт телендә нисә һуҙынҡы  һәм тартынҡы  хәрефтәр бар.

 

Туған  әҙәбиәт

  1. Нимә ул ҡобайыр.
  2. “Тарихи хикәйә” тип йөрөтөлгән  жанр формаһына билдәләмә  бирегеҙ. Миҫалдар.
  3. “Намыҫланған  башҡорт батыры, “Сәнсешмәк юҡ, көрәш  бар”  ти ҙә, үҙ хәнйәрен  бер яҡҡа  быраҡтырып, ҡоро  ҡул  дошманына  ҡул  көрәшенә  ташлана. Аптырағас черкес, аңына килеп, яман  айҡашырға  тотона”. Был өҙөк кемдең ниндәй  әҫәренән.
  4. Ғ.Ибраһимовтың “Кинйә”  романында нимә  тураһында  һүҙ бара, йәғни әҫәрҙең  темаһын нисек  билдәләр инегеҙ.
  5. Ниндәй  жанрҙы шиғыр тип  йөрөтәбеҙ. Уның төп билдәләрен  атағыҙ.
  6. Нимә ул портрет. Үҙегеҙҙә ниндәйҙер яғы менән  тәьҫир ҡалдырған  бер кешенең  портретын һүрәтләгеҙ.
  7. Р.Ғарипов тураһында белгәндәрегеҙҙе яҙығыҙ, уның шиғырҙарын һанағыҙ.
  8. “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”  әҫәренең  жанрын әйтегеҙ. Уның авторы кем. Һөнәрсе менән Өйрәнсек образдарына характеристика  бирегеҙ.
  9. Яҡташ яҙыусыларҙы һәм уларҙың  әҫәрҙәрен  яҙығыҙ.
  10. Ҡаһым түрә”  драмаһында  ниндәй  ваҡиғалар  тураһында  һүҙ бара. Әҫәрҙең төп идеяһы нимәлә.
  11. Әҫәрҙең төп идеяһы нимәлә.
  12. Нимә ул хикәйәт.
  13. Түбәндәге шиғыр юлдарында  ниндәй  һүрәтләү  саралары  ҡулланылған:

Алтын тәңкәләрен һибә  ҡайын,

Ел уларҙы  сөйөп уйната.

  1. «Алыҫ юлға  эйәрләйҙәр

Аттарҙың иң  яҡшыһын…” – был юлдар  ниндәй  шиғырҙан  алынған?Авторы кем.

  1. Башҡортостандың  халыҡ  яҙыусыларын һанап сығырға.

 

 

 

9 класс

Башҡорт теле

  1. Башҡорт теле менән яҡын ҡәрҙәш  һәм бөтөнләй  ҡәрҙәш  булмаған телдәргә  миҫалдар килтерегеҙ.
  2. Ниндәй  һүҙҙәр синонимдар тип атала.Миҫалдар яҙығыҙ.
  3. Алға  ҡуйылған  маҡсаттарға  ирешербеҙ  һөйләмендә  исемде табып, морфологик анализ яһарға.
  4. Телсе ғалимдарҙы  атағыҙ.
  5. Тел тураһында ниндәй  мәҡәлдәр беләһегеҙ.
  6. Ҡурайсы   һүҙенә  фонетик анализ  яһағыҙ.
  7. Фәнни стилдең  ниндәй  үҙенсәлектәрен  атай  алаһығыҙ.
  8. Ҡалын урмандар һирәгәйҙе, бейек тауҙар артта  ҡалды  һөйләменә синтаксик  анализ яһағыҙ.
  9. Башҡорт диалекттарының бүленешен бирергә.
  10. Тәүге  башҡортса  әлифба  нисәнсе  йылда баҫылып сыға.
  11. Нимә ул әҙәби тел, Башҡорт әҙәби теле ниндәй  тарихи осорҙарға  бүленә.
  12. Һүҙҙең лексик һәм грамматик  мәғәнәһен аңлатығыҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.

 

Башҡорт  әҙәбиәте

  1. “Урал батыр» эпосы ҡасан  һәм кем тарафынан яҙып алынған.
  2. “Иҙеүкәй  менән Мораҙым” эпосының  төп темаһын яҙығыҙ.
  3. М.Кәримдең  ниндәй  поэмаларын беләһегеҙ.
  4. Хәҙерге  поэзияла  танылған  әҙиптәрҙе  һәм әҫәрҙәрен  яҙығыҙ.
  5. Нимә ул ҡобайыр.
  6. Халыҡ ижады жанрҙарын һанап сығығыҙ.
  7. Быйылғы юбиляр яҙыусыларҙы  һанап сығығыҙ.
  8. Гипербола тип ниндәй  һүрәтләү сараһына әйтәләр.
  9. С.Юлаев ҡайҙа һәм ҡасан тыуған. Ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ.
  10. “Бәхтиәрнамә” әҫәрендә унлыҡ  принцибы  нимәлә сағыла.
  11. Һолтанбай, Булашов  образдары  ҡайһы  яҙыусының ниндәй  әҫәренән.
  12. Мәғрифәтсе  шағирҙарҙы һәм уларҙың  әҫәрҙәрен  һанағыҙ.
  13. Халыҡ ижадыгда, әҙәбиәттә, сәнғәттә Салауат образы.
  14. Ҡол Ғәлиҙең “Йософ ҡиссаһы”  поэмаһынан  Йософ  образына  характеристка бирегеҙ. Әҫәрҙә  ата менән ул, туғандар мөнәсәбәте  нисек сағыла.
  15. “Улар батыр” эпосының мифологик нигеҙен билдәләгеҙ.
  16. Башҡорт әҙәбиәте  әҫәрҙәре-сәхнәлә. Әҫәрҙәрҙе  һәм уларҙың  авторҙарын яҙығыҙ.
  17. С.Юлаевтың бер шиғырын яттан яҙығыҙ.
  18. Нимә ул поэтик синтаксис. Уған ниндәй  һүрәтләү саралары инә.

10 класс

                                                                                                                                                  Башҡорт теле

  1. Нимә ул ижек. Асыҡ һәм ябыҡ ижектәр тураһында нимә беләһегеҙ.
  2. Башҡарылыу, ярашыу, һөйкәлеү, йәнәшәлек  юлы менән яһалған  һүҙбәйләнештәргә миҫалдар килтерегеҙ.
  3. Хәҙерге башҡорт әҙәби  теленең бүлектәрен  һанап сығығыҙ. Улар нимәне өйрәнә?
  4. Бер составлы һөйләмдәр.Миҫалдар килтерегеҙ.
  5. Артист   һүҙен  эйәлек һәм хәбәрлек заты менән үҙгәртергә.
  6. Яңы һүҙҙәр һәм диалект   һүҙҙәргә билдәләмә бирегеҙ. Миҫалдар  килтерегеҙ.
  7. Рәүеш менән сифат  һүҙ төркөмдәренең  айырмалы  яҡтарын  билдәләгеҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.

 

Башҡорт әҙәбиәте

  1. «Буранбай”, “Ашаҙар”  драмаларының авторы кем.
  2. З.Вәлидиҙең “Хәтирәләр”  китабында  ниндәй  әҙиптәр  тураһында  фекерҙәр  әйтелә. Ҡыҫҡаса яҙығыҙ.
  3. Әҫәрҙәрҙең  жанрын билдәләгеҙ:

Ҡайыш илә Йүкә”-

“Иҙеүкәй менән Мораҙым”-

  1. Д.Юлтый  ниндәй  жанрҙарҙа ижад итә.
  1. М.Өмөтбаев  үҙенең  ниндәй  мәҡәләһендә  һәр бер башҡорт  мотлаҡ  белергә  тейешле  әйберҙәрҙе  яҙа. Мәҡәләнең  исемен  һәм белергә тейешле  әйберҙәрҙе  яҙығыҙ.
  1. Ат аҡтығы  илгә бүре килтерә, тиҙәр, балам, уҫаллыҡҡа  тәһәрәт  кәрәкмәй ул” – “Ҡарағол” драмаһындағы  ҡайһы персонаждың  һүҙҙәре.
  1. Әҫәрҙәрҙең авторын  яҙығыҙ:

“Һуңғы тарпан”  хикәйәте-

“Урал йөрәге”  шиғыры-

“Айгөл иле”  драмаһы-

Ҡурайҡайға” шиғыры-

  1. Д.Юлтый  поэмаларын  һанап сыҡ.
  1. Егерменсы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтенең  төп темаларын  атағыҙ.Был осорҙа ниндәй  йәш шағирҙар килде.Кемдәр, әҫәрҙәрен яҙығыҙ.
  1. “Йәш Башҡортостан йәштәре берлеге” (“Тулҡын”)  мәҙәни ойошмаһының  маҡсаттарын  атағыҙ.
  1. З.Биишеваның “Яҡтыға”  трилогияһына нндәй романдар  инә.
  1. М.Буранғоловҡа  “Башҡорт АССР-ының  халыҡ  сәсәне” тигән маҡтаулы исем ҡасан бирелә.

11 класс

                                                                                                                                                 Башҡорт теле

  1. Нимә ул протеза. Миҫалдар килтерегеҙ.
  2. Ҡылымдың  грамматик категорияларын  һанап сығығыҙ.
  3. Уҡытыусы  һүҙенә  һүҙьяһалыш  буйынса анализ яһағыҙ.
  4. А.Һ.:”Т.т.”, - а.һ.  схемаһына  ярашлы  һөйләм  төҙөгөҙ.
  5. Фәнни стиль тураһында яҙығыҙ.
  6. Ҡушма һүҙҙәр. Миҫалдар килтерегеҙ.
  7. Исемдәрҙең  сығанаҡ  килеше менән  ҡулланылыусы  бәйләүестәр. Миҫалдар килтерегеҙ.
  8. Кешелеккә   һүҙенә морфологик анализ  яһағыҙ.
  9. “Баш”  һүҙе менән  ниндәй  фразеологик  берәмектәр  беләһегеҙ.
  10. Мин бик ҡыҙыҡлы китап  уҡыным  һөйләмендә  аҫтына һыҙылған  һүҙ ниндәй  килештә тора.
  11. Тел тураһындағы  фәндең  ниндәй бүлектәрен беләһегеҙ.
  12. Башҡорт теленең ниндәй һүҙлектәрен беләһегеҙ. Һанап китегеҙ.
  13. Нимә ул синтагма.
  14. Һүҙьяһалыш юлдарын  һанап үтегеҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.
  15. Бирелгән һүҙҙәрҙе  төбәү килештә  үҙгәртеп яҙиюль, фонарь, грипп, Донбасс, киоск, нефть.
  16. Алмаш төркөмсәләрен һанап сығығыҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.

 

Башҡорт әҙәбиәте

  1. Ҡобайыр жанры ниндәй  жанр төрҙәрен үҙ эсенә ала.
  2. Нимә ул сюжет. Сюжет өлөштәрен һанап сыҡ.
  3. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге роман. Авторы кем.
  4. М.Кәрим драмаларын һанап сығығыҙ.
  5. Кемдәр улар:

Ишмулла Дилмөхәмәтов-

Әхмәт Лотфуллин-

Заһир Исмәғилев-

  1. «Мөхәббәт һәм нәфрәт” әҫәренең  жанрын һәм авторын яҙығыҙ.
  1. Я.Хамматов пенталогияһына ниндәй романдар инә.
  1. Р.Ғарипов тураһында яҙығыҙ. Тәүге китаптарын атағыҙ.
  1. М.Кәримдең “Ташлама утты ,Прометей!”  әҫәре ни өсөн  трагедия тип атала.
  1. БР  Яҙыусылар  союзының  рәйесе кем.
  1. Прозаға хәҙерге заман ниндәй  яңы темалар һәм проблемалар  алып килә. Бөгөнгө көн темаһына  арналған  ниндәй  әҫәрҙәрҙе  беләһегеҙ.
  1. “Мәйсәрә”, “Айһылыу”  әҫәренең авторы һәм жанры.
  1. Һ.Дәүләтшина повестарының исемдәрен яҙығыҙ, проблематикаһын күрһәтегеҙ.
  1. “Ватан”, “Йыр тураһында баллада”, “Урал” “Шағир һәм шаһ” әҫәрҙәренең  авторын яҙығыҙ.



Предварительный просмотр:

1.Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар. Ер йөҙөндә бик күп йән эйәләре йәшәй.Шуларҙың береһе -беҙ,йәғни кешеләр.Беҙҙе уратып алған тәбиғәттән,һыуҙан,һауанан,күктән башҡа хайуандар һәм ҡоштар бар.Борон хайуандар ҙа, ҡоштар ҙа ҡырағай булғандар.Әммә ваҡыт үткән һәм кеше үҙен хужа итеп тойоп, янына хайуандарҙы, ҡоштарҙы эйәләштереп көн итә башлаған.Билдәле инде-үҙенә файҙа өсөн.Кешене дуҫ тип күргән йәнлектәр хужаға тоғролоҡ менән яуап биргән.

Шулай итеп,ҡоштар беҙҙең дуҫтарға әйләнде.Беҙ яҙын сыйырсыҡтарға оя эшләп эләбеҙ.Ер ҡарҙан әрселеү менән беренселәрҙән булып сыйырсыҡтар осоп киләләр һәм күңелле һайрауҙары менән күңелде күтәрәләр.Ҡышын ҡышлаусы ҡоштар өсөн ем табыуы ауырлаша,улар асыҡмаһын ,тип, тағараҡтар яһап,аҙыҡ һалып торабыҙ.

Яҙын-йәйен урманға сыҡһаң,ҡоштарҙың һайрауы күңелдәргә рәхәтлек бирә. Ә өй янында уларҙың сырҡ-сырҡ килеүҙәре ниндәй күңелле!

2.Ауылым Һәр бер кешегә үҙенең ауылы оҡшай.Сөнки улар бала сағын унда уйнап,йәшәп уткәрә.Юҡҡа ғына халҡыбыҙ алтын-көмөш сыҡҡан ерҙән тыуып-үҫкән ер яҡшы,тимәгән бит.

Минең  ауылым-Малаяҙ Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан. Тирә-яғын тауҙар,йылға, урмандар уратып алған.Рәхәтләнеп ҡоштар тауыштарын тыңлап, еләк,бәшмәк йыябыҙ,бесән әҙерләйбеҙ,һыу инәбеҙ.

Ауылымда эшһөйәр,шәфҡәтле, уңған кешеләр йәшәй, шуға ла мин бында үҙемде бәхетле тоям.

 Мин ауылымды бик яратам.Тыуған ерем-алтын бишегем

3.   Ябалаҡлап яуа ҡарҙар. Бына ҡыш етте.Ябалаҡлап ҡарҙар яуа.Ул бөтә ерҙе ҡапланы.Ағастарҙа мамыҡ шәл һымаҡ бәҫ ҡунған.Ерҙәге ҡар өҫтөндә эҙҙәр теҙелгән- бына һайыҫҡан нимәлер эҙләгән, ә бында оҙон ҡолаҡ-ҡуян сабып үткән.

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар ғына ҡалдылар.Сөнки улар ҡышҡы һыуыҡҡа сыҙамлылар.

Мин ҡышты бик яратам.Малайҙар менән саңғыла,конькила,санала шыуабыҙ,хоккей уйнайбыҙ.Хатта балыҡ тоторға ла йөрөйбөҙ.Шулай ҡыш беҙҙә бик күңелле үтә

4.Ҡышты яратам. Бына беҙ көтөп алған ҡыш килеп етте.Тышта ябалаҡлап ҡарҙар яуа.Ер ап-аҡ юрған ябынды.Йылға-күлдәрҙә ҡалын боҙ ята.Хайуандарҙың ҡайһы берҙәре йоҡоға талды.Ҡуяндарҙы аҡ туны һаҡлай,төлкө һәм бүреләр үҙҙәренә аҙыҡ эҙләп,урман ҡыҙыралар.Ҡышлаусы ҡоштарға ауырға тура килә.Турғайҙар кеше йортона яҡын киләләр.Беҙ ҡоштарға тағараҡтар ҡуябыҙ.

Балалар тауҙа сана шыуалар,ялтыр боҙҙа конькила йөрөйҙәр.Малайҙар хоккей уйнайҙар.Ҡайһылары саңғыла шыуалар.Мин ҡыш миҙгелен яратам.Сөнки иң күңелле байрам- Яңы йыл ҡышын була.Тағы ла миңә мамыҡтай йомшаҡ ҡар,сана, саңғыла шыуыу бик оҡшай .Олимпиада уйындарын ҡыҙыҡһынып көтәм- үҙебеҙҙең спортсылар өсөн “ауырыясаҡмын.» Бигерәк тә саңғы ,коньки ярыштарын күҙәтәсәкмен.

Иң шәп миҙгел- ул ҡыш!

5.Милли батырыбыҙ- монументаль скульптурала.

Тау башында балҡый бер ҡала. Ул ҡала Өфө тип атала. Өфө матур,бай,боронғо ҡала.Өфө- Башҡортостандың баш ҡалаһы.Ҡалабыҙға ҡайһы яҡтан килһәк тә, беҙҙе Салауат Юлаев ҡаршылап торған һымаҡ.

Салауаттың бюсын ағастан Фрих-Хар 1925 йылда эшләй.Унан һуң скульпторҙар Т.Нечаева, М.Хабибрахманов,З.Басыров яһай.Ә иң ҙур һәйкәлде осетин скульпторы Сосланбәк Тавасиев ижад итә. Һәйкәлде Ленинград заводында ҡоялар һәм Ағиҙелдең бейек ярына урынлаштыралар.

Был һәйкәлдә ат хужаһы һымаҡ батыр,көслө итеп кәүҙәләндерелә.Арғымаҡты сабып килгән еренән туҡтатып алған Салауат.Аттың ялдары матур туҙғыған,ҡойроғо төйнәлгән,ауыҙы асыҡ- әйтерһең, кешнәп ебәргән.Был толпар батыр менән утҡа ла,һыуға ла керергә әҙер.

Салауаттың башында төлкө бүрек,өҫтөндә елән,билендә билбау,аяғында сарыҡ.Батырҙың билендә ҡылыс тағыулы, һул ҡулы менән теҙгенде тартҡан, ә ҡамсылы уң ҡулы юғары күтәргән.Уның йөҙө етди,хатта асыулы һымаҡ, ә ҡаштары бөркөттөкө кеүек.Ҡулын күтәреп яуҙаштарын азат,бәхетле тормош өсөн көрәшкә саҡыра.

Салауат Юлаев һәйкәле- баш ҡалабыҙҙың символы.Өфөгә килеүселәр уның янына мотлаҡ баралар.Бында төрлө байрамдар,йыйындар,концерттар үтә.Һәйкәл Башҡортостан Республикаһының гербында ла ба

6.Уй күрке- тел, тел күрке- һүҙ.

Башҡорт әҙәби теле тарихында ошондай осорҙар булған.Беренсе иҫке төрки теле яҙма тел булып хеҙмәт иткән, ә йәнле һөйләү теле булып башҡорт теле торған.Башҡорт теле өс диалекттан тора – көнсығыш, көньяҡ, көнбайыш.Учалы көнсығыш диалектына инә.Әсә телен уҡытыу Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килгәс, башлана.

Туған телем-иркә гөлөм.Был мәҡәл башҡорт теленең матурлығын, сафлығын, яғымлылығын әйтеп тора.Башҡорт телендә һөйләшеү- үҙе бер бәхет.Телебеҙ бик бай.Күпме моңло йырҙар, мөғжизәле әкиәттәр,мәҡәл-әйтемдәр бар халҡыбыҙҙа!Яҙыусылар, шағирҙар туған тел хаҡында бихисап шиғырҙар, мәҡәләләр яҙғандар.Ихлас күңелдән телде яратыуҙарын белдергәндәр.Мәҫәлән,Рәми Ғарипов:

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел, тип яҙа.

Һүҙ бик көслө ҡорал- һүҙ һүҙгә китер, һүҙ башҡа етер, тиҙәр халҡыбыҙҙа.Беҙҙең аң кимәлебеҙ, мәҙәнилегебеҙ, әҙәплелегебеҙ ҙә нисек һөйләшеүебеҙҙә сағылыш таба.

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.Һәр бер кеше телен ҡәҙерләргә,һаҡларға, белергә, яратырға тейеш.Юҡҡа ғына теле барҙың иле бар, тимәгәндәр.Кешенең теле булһа ғына айырым иле була бит. Яратайыҡ туған телебеҙҙе!

           

 7. Минең ғаиләм  Һәр ғаилә- айырым бер дәүләт,тиҙәр. Мин дә үҙемдең ғаиләмде бәләкәй бер дәүләт менән тиңләйем.Ғаилә башлығы булған атайым: “Эштә, тормошта ниндәйҙер уңыштарға өлгәшәм икән, ул нигеҙҙә ғаилә арҡаһында”,- ти. Уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк ята. Беҙ бер- беребеҙгә ауыр минуттарҙа ярҙам итәбеҙ, бер- беребеҙҙе аңларға тырышабыҙ. Ата-әсәйебеҙ беҙҙә хеҙмәткә һөйөү уята, тәртипле булырға өйрәтә, ололарға  ҡарата ихтирам үҫтерергә тырыша. Ошо инде уларҙың талабы.Беҙ уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышабыҙ. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә һин ғаиләңдең йөҙөн күрһәтәһең.Мин берәй ҡайҙа китер булһам, ата-әсәйем миңә : “Үҙеңде тәртипле тот, аҙаҡтан һинең турала насар ишетергә тура килмәһен”,- тип, фатихаһын биреп сығара. Минең әсәйем донъялағы иң һәйбәт әсә. Мин әсәйемдән серҙәремде йәшермәйем,аҡыллы кәңәштәрен тыңлайым,уны өҙөлөп яратам һәм шундай ата- әсәйҙең ҡыҙы булыуыма бөтмәҫ илһам, йәшәргә дәрт, хеҙмәткә көс бирә. Ғаилә ныҡ, татыу икән,тимәк,йәмғиәтебеҙ көслә, илебеҙҙең киләсәге яҡты.

     Минең бар байлығым- ғаиләм һәм ҡәҙерелеләремдең унда үҙҙәрен бәхетле тойоуҙары. Ғаиләм менән бергә булған саҡта ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй.

  8.  Тыуған яғымҺәр кемгә үҙ тыуған яғы  бик яҡын һәм ҡәҙерле. Ҡайҙа ғына булһаң да, ниндәй генә матур ерҙәрҙе күрһәң дә, күңел барыбер үҙ тыуған яғына тартасаҡ, сөнки бында тәбиғәт тә матурыраҡ, һауа ла таҙараҡ. Беҙҙең өсөн ҙур ғорурлык шулдыр – кем генә Башҡортостанға ҡунаҡ булып килмәһен, барыһын да бындағы йәшел ҡуйы урмандар, саф таҙа һыулы йылғалар, бөйөк Урал тауҙары һәм ҡунаҡсыл, нескә күңелле башҡорт халҡы таң ҡалдыра. Тыуған яҡ – ул минең яратҡан ғаиләм һәм тыуған йортом ғына түгел, тыуған яғым минең бөтә Башҡортостан.

 9.Китап – яҡын дуҫ.   Китап – белем шишмәһе, белем сығанағы. Улай ғына ла түгел, әҙәби китаптар уҡыу кешене рухи яҡтан байыта, ҙур тәрбиәүи сараға эйә  Минеңсә, унан башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Бәләкәйҙән беҙ төрлө әкиәттәр уҡып үҫәбеҙ. Был әҫәрҙәрҙә кешеләрҙең холоҡ-фиғеле хайуандар аша сағылдырыла. Улар беҙҙе яҡшылыҡты яуызлыҡтан, бәхетте ҡайғынан, дуҫлыҡты дошманлыҡтан айырырға өйрәтә. Үҫә төшкәс, китап игелекле дуҫыбыҙға, кәңәшсебеҙгә, серҙәшебеҙгә әүерелә. Хеҙмәт һөйөргә лә өндәй, тормошто танып белергә булыша.
Минең дә яратҡан китаптарым бик күп. Бигерәк тә Зәйнәб Биишеваның ижад емештәрен бирелеп уҡыйым. Уның «Дуҫ булайыҡ», «Һөнәрсе һәм Өйрәнсек», «Сәйер кеше», «Оло Эйек буйында» әҫәрҙәрен әленән-әле ҡулыма алам.
Китап – ул ҙур бер хазина, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Уны уҡып күпме белем, тәрбиә алабыҙ.
 Китап менән дуҫ булырға кәрәк.

10.Минең яратҡан яҙыусым.Бөйөк яҙыусы Мостай Кәрим миңә бик тә яҡын.Ул һәммәбеҙгә лә етерлек яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеп ҡалдырҙы.Был орлоҡтар уның һәр бер әҫәрендә ята,шуларҙы уҡыу менән шытып,беҙҙең йөрәктәрҙә тамыр ебәрә һәм уңыш бирә. Мин каникул ваҡытында төрлө китаптар уҡып ҡалырға тырышам,бигерәк тә Кәрим ағайҙың әҫәрҙәрен.

”Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрен уҡыным.Уның Бөйөк Ватан һуғышы осорон сағылдырған әҫәрендә Украинанан Башҡортостанға ваҡытлыса күсереп килтерелгән ғаиләләр тураһында бара.Украина ҡыҙы Оксана башҡорт ауылдарынын береһенә урынлаштырыла.Башҡорт малайы Йәмил Оксана менән бергә уйнап, ваҡыттарын бергә үткәрәләр.Улар икеһе ике милләттән булһалар ҙа,татыу, дуҫ булып бергә аралашып йәшәйҙәр.

Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен дә яратып уҡыным.Спектаклен дә  башҡорт теле дәресендә ҡараныҡ .Был әҫәрҙә Оло инәй минең өсөн шәфҡәтлелек символы Һәр үҙенең сифаты аша кешеләрҙе шәфҡәтле булырға өндәй кеүек.Үҙендә яҡшылыҡ яҡты нур булып бөркөлә. Икенсе  герой-Кендек.Ул кесе йәштән үк тырыш,ярҙамсыл.Кендек образында Мостай Кәрим үҙенең ауыр балалыҡ йылдарын, аслыҡ, яланғаслыҡта ла бөгөлмәүен, сығылмауын тасуирлаған. Мин уның әҫәрен уҡығас, уның кеүек тормоштоң, яҙмыштың ниндәй һынауҙарында ла ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа, ныҡ булырға кәрәк икәнлеген аңланым.Ауыр саҡтарымда тағы бер таяныс был әҫәрҙә- ул Әсғәт-шиғри күңелле кеше.Ул да ауырлыҡтар алдында баш әймәйенсә,хатта аслыҡты алдаштырыу юлдарын да эҙләй. Минең уйлауымса, был уйлап сығарылған ғына образдар түгелдер тип,сөнки өләсәйем дә шулай уҡ миңә үҙенең тормошо тураһында һөйләй ине. Мин был образдарҙы ғүмерем буйына иҫемдә тотоп, тыуған илемде, туғандарымды тағы ла нығыраҡ яратырмын.Ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмам,ныҡ булырмын.Үҙем тыуған,йәшәгән Башҡортостанымды киләсәктә үҙемдең тырыш хеҙмәтем менән биҙәрмен тип уйлайым. Бары тик күгебеҙ,еребеҙ тыныс, донъялар имен булһын!

“Тәбиғәтте һаҡлау – беҙҙең изге бурысыбыҙ”

Башҡортостандың тәбиғәте бик  матур. Минең тыуған илем урмандарға, күлдәргә һәм хайуандарға бай. Ер аҫты ҡаҙылмалары һәм шифалы үләндәре лә бар. Башҡа ерҙә, бәлки, бындай бай тәбиғәт юҡтыр ҙа.

        Мин йыш ҡына атай-әсәй менән урманға барам. Унда беҙ бәшмәк, еләк-емеш, дарыу үләндәре йыябыҙ. Урманға килеп инеү менән тын алыуы ла иркенәйә.  

        Бер көндө урманда нисектер күңелһеҙ һымаҡ тойолдо. Был күренештең сәбәбен аңлау маҡсаты менән  мин тирә-яҡҡа күҙ ташланым. Өйөм-өйөм сүп-сар ята, һындырылған ағас ботаҡтары күренә.

Урман   тәбиғәткә иғтибарлыраҡ булырға, хайуандарҙы үлтермәҫкә, күлдәр, йылғаларға сүп-сар ташламаҫҡа, урманды ҡырҡмаҫҡа,  ҡышын ҡоштарҙы ашатырға өндәгән кеүек тойолдо. Эйе, ысынлап та, кеше тәбиғәттең йомартлығы менән файҙалана, емеш-еләк йыя, йәйен балыҡ тота, ҡышын урманда саңғыла йөрөй, матурлығы менән һоҡлана. Ә алмашҡа беҙ тәбиғәткә нимә бирә алабыҙ һуң?

Был уйланыуҙарҙан һуң мин йәшәгән илемдең тәбиғәтенә, ҡоштарына, хайуандарына тағы ла иғтибарлыраҡ булырға тырышам.   Ҡышын ҡустым менән ҡоштарҙы ашатам. Ҡустым тағараҡ эшләй, ә мин көн һайын ем һалып торам.  Ғаилә менән йылға буйына ял итергә барһаҡ, тирә-яҡтағы сүпте йыябыҙ, үҙебеҙҙең арттан да сүп ҡалдырмайбыҙ.  Минең ғаилә тәбиғәтте бысратмаҫҡа  тырыша. Беҙҙең мәктәптә лә йыл һайын өмә үткәрелә. Был өмәлә бөтә класс менән урам, шишмә, йылға буйын таҙартабыҙ. Ләкин тәбиғәтте һаҡлап ҡалыр өсөн, бер кешенең, бер  ғаиләнең генә көсө етмәй шул. Илдәге һәр бер кеше үҙенең өлөшөн индерергә тейеш. Шул ваҡытта ғына һирәк осрай торған хайуандар юғалмаҫ, һыуҙар басранмаҫ, тәбиғәт тағы ла матурыраҡ булыр, һандуғас алдында ла оят булмаҫ.

Башҡортостан – минең тыуған илем, ерем. Уның тәбиғәте иҫ киткес матур. Шул матурлыҡты һаҡлап ҡалыу - һәр беребеҙҙең ҡулыбыҙҙан  килгән бурысы.

                               Туған телем

Минең туған телем – башҡорт теле. Бишектә ятҡанда уҡ ишетеп, әсә һөтө менән һеңгән ул миңә. Сабый саҡтан уҡ ошо телдә ижад ителгән әкиәттәр, йырҙар ишетеп үҫтем, беренсе һүҙҙәремде әйттем...
Туған тел ул әсә кеүек берәү һәм ғәзиз. . Телде
ҡәҙерләп йәшәргә, уның тормош сығанағы, белем шишмәһе икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Тел – ул Ватан, тыуған ер, ата-әсә һүҙҙәре, боронғоларҙан ҡалған аманат. Телебеҙ мең-мең йылдар аша, һынауҙарға бирешмәй, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткергән.
Баш
ҡорт теле, донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һанала. Мостай теле, Рәми теле – уның менән бөйөк кешеләр һөйләшкән, ижад иткән.
Тыуған илдең һауаһы, ба
ҫыу-яландары, урман-ҡырҙары, йылға-күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙарының матурлығы башҡорттоң йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында янғырай. Халыҡтың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы, тормошо һәм илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла. Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү! 
Кеше “әсәй”, “атай” һү
ҙҙәрен тәүге мәртәбә үҙ телендә әйтә. Әгәр һәр башҡорт балаһы әсә телендә һөйләшә башлап, артабан да уға тоғро ҡалып йәшәһә, телебеҙ юғалмаҫ.

Бөйөк телебеҙҙе юғалтырға ярамай, уны һәр яҡлап өйрәнергә, байытып, ҡәҙерләп йәшәргә кәрәк.

Туған телем

Минең туған телем – башҡорт теле. Бишектә ятҡанда уҡ ишетеп, әсә һөтө менән һеңгән ул миңә. Сабый саҡтан уҡ ошо телдә ижад ителгән әкиәттәр, йырҙар ишетеп үҫтем, беренсе һүҙҙәремде әйттем...
Туған тел ул әсә кеүек берәү һәм ғәзиз. . Телде
ҡәҙерләп йәшәргә, уның тормош сығанағы, белем шишмәһе икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Тел – ул Ватан, тыуған ер, ата-әсә һүҙҙәре, боронғоларҙан ҡалған аманат. Телебеҙ мең-мең йылдар аша, һынауҙарға бирешмәй, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткергән.
Баш
ҡорт теле, донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һанала. Мостай теле, Рәми теле – уның менән бөйөк кешеләр һөйләшкән, ижад иткән.
Тыуған илдең һауаһы, ба
ҫыу-яландары, урман-ҡырҙары, йылға-күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙарының матурлығы башҡорттоң йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында янғырай. Халыҡтың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы, тормошо һәм илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла. Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү! 
Кеше “әсәй”, “атай” һү
ҙҙәрен тәүге мәртәбә үҙ телендә әйтә. Әгәр һәр башҡорт балаһы әсә телендә һөйләшә башлап, артабан да уға тоғро ҡалып йәшәһә, телебеҙ юғалмаҫ.

Бөйөк телебеҙҙе юғалтырға ярамай, уны һәр яҡлап өйрәнергә, байытып, ҡәҙерләп йәшәргә кәрәк.

        

Мостай Кәрим.

Илебеҙҙә киң танылған башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкиле, һоҡландырғыс һүҙ оҫталарының береһе булып – Мостай Кәрим тора. Мостай Кәрим – республикабыҙҙа ғына түгел, төрлө ерҙәрҙә, төрлө халыҡтарҙа ла оло абруй, ҙур ихтирам яулаған халыҡ шағиры. Әҙиптең ижады оҙайлы һәм емешле булды. 1935 йылдарҙан алып ул 70 йылдан ашыу ижад итте. Әҙип төрлө жанҙарҙа эшләне: шиғырҙар, пьесалар, хикәйә - повестар яҙҙы. Ниндәй генә әҫәрен алһаң да, һәр береһе шул тиклем эстәлекле, матур итеп яҙылған. Яҙыусы бик күп илдәрҙә булды, билдәле яҙыусылар менән осрашты. Һәр ерҙә Башҡортостанды данланы. Уны белмәгән кеше бик һирәктер. Яҙыусының әҫәрҙәре асыҡ йөҙлө, ололарға ла, кеселәргә лә ихтирамлы булырға, әҙәбиәтте, туған телде яратырға өйрәтте. Шағирыбыҙға төрлө милләт ҡәләм оҫталары үҙҙәренең береһенән береһе гүзәлерәк шиғырҙарын арнаған. Уға ҡарата әйтелгән юлдарҙы бергә туплаһаң, үҙе бер китап булыр ине.

Мостай Кәрим беҙҙең арала булмаһа ла уның китаптары, әҫәрҙәре, уның һәм даны ҡалды. Уның исеме мәңге халыҡ күңелендә йәшәр!

.

Мин - башҡорт.

Тел... Милләт... Был ике һүҙгә күпме ҙур мәғәнә һалынған. Тел аралашыу ҡоралы ғына түгел. Ул тыумыштан үлемгә тиклем кешегә бирелә торған ҡорал. Һәр бер кеше үҙ туған телен белергә тейеш.

Тел – милләттең йөҙө. Үҙ телен белмәгән кеше – илһеҙ кеше ул. Телде һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырырға кәрәк. Тел – халыҡтың иң ҡәҙерле байлығы

Илһеҙ, телһеҙ милләт булмай. Әсә телендә бала донъяны танып белә.  Баланың туған теле әсә һөтө менән ҡанына һеңә.

Башҡорт теле! Ниндәй моңло ла, яғымлы ла.  Башҡорт теле дәресенең төп маҡсаты булып башҡорт телен, мәҙәниәтен өйрәтеп, уның үткәненә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.

Туған тел аша беҙ туған халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, йолалары менән танышабыҙ. Беҙҙә бай халыҡ ижады һәм әҙәбиәт бар. Мәҫәлән, туған тел дәрестәрендә башҡорт халыҡ шағирҙарының хикәйәләрен уҡып, халыҡтың ни тиклем аҡыллы, йор һүҙле икәнлегенә ышанаһың.

Мин үҙемде бәхетле тим. Башҡорт булыуым менән бәхетлемен. Башҡорт ерендә тыуып үҫеүем менән, уның шифалы һауаһын һулап йәшәүем менән бәхетлемен. Үҙен башҡортмон тип һынаған кешегә ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән был фани донъяла?

Мин – башҡорт. Был һүҙҙәрҙе мин ғәзиз еремдә, үҙ илемдә, милләтем араһында, туған телемдә һөйләшеп, аралашып йәшәйем.

Мин - башҡорт.

Тел... Милләт... Был ике һүҙгә күпме ҙур мәғәнә һалынған. Тел аралашыу ҡоралы ғына түгел. Ул тыумыштан үлемгә тиклем кешегә бирелә торған ҡорал. Һәр бер кеше үҙ туған телен белергә тейеш.

Тел – милләттең йөҙө. Үҙ телен белмәгән кеше – илһеҙ кеше ул. Телде һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырырға кәрәк. Тел – халыҡтың иң ҡәҙерле байлығы

Илһеҙ, телһеҙ милләт булмай. Әсә телендә бала донъяны танып белә.  Баланың туған теле әсә һөтө менән ҡанына һеңә.

Башҡорт теле! Ниндәй моңло ла, яғымлы ла.  Башҡорт теле дәресенең төп маҡсаты булып башҡорт телен, мәҙәниәтен өйрәтеп, уның үткәненә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.

Туған тел аша беҙ туған халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, йолалары менән танышабыҙ. Беҙҙә бай халыҡ ижады һәм әҙәбиәт бар. Мәҫәлән, туған тел дәрестәрендә башҡорт халыҡ шағирҙарының хикәйәләрен уҡып, халыҡтың ни тиклем аҡыллы, йор һүҙле икәнлегенә ышанаһың.

Мин үҙемде бәхетле тим. Башҡорт булыуым менән бәхетлемен. Башҡорт ерендә тыуып үҫеүем менән, уның шифалы һауаһын һулап йәшәүем менән бәхетлемен. Үҙен башҡортмон тип һынаған кешегә ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән был фани донъяла?

Мин – башҡорт. Был һүҙҙәрҙе мин ғәзиз еремдә, үҙ илемдә, милләтем араһында, туған телемдә.

Мостай Кәрим әсәрҙәренең геройҙары

Мостай Кәрим әҫәрҙәре ябай ҙа, аңлайышлы ла, тәрән мәғәнәле лә, күңелгә лә яҡын. Мин уның “Ҡайынлыҡ урманында” хикәйәһен,” Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повестарын, “Айгөл иле” уҡыным. Тормошта матур йәшергә лә, ауыр ваҡыттарҙа баш эйеп ҡалмаҫҡа ла өндәй улар. Эйе, Мостай ағайҙың ҡәләме тылсымлы. Уның әҫәрҙәренең һәр бер геройы минең күңелемдә йәшәй.

 “Беҙҙең өйҙөң йәме”- кескәй балалар донъяһы, иле, һүрәтләнгән осоро - Бөйөк Ватан һуғышы йылдары. Йәмилдең атаһы - фронтта. Ул әсәһе менән генә йәшәп ята. Күрше ауылда өләсәһе бар. Һуғыш шарттарында тормоштары еңелдән түгел. Әсәһе бер саҡ атаһының яҙған хаты буйынса ҡайҙалыр алыҫҡа барып, өйҙәренә Оксана исемле дүрт йәшлек бер ҡыҙыҡайҙы алып ҡайта. Оксана Йәмилдең үҙ туғанындай күргән кешеһенә әйләнә. Ҡыҙ бала өйгә яңы йәм, туғанлыҡ, дуҫлыҡ, шатлыҡ тойғолары өҫтәй..

Эйе, тормош булғас, төрлө саҡ була, иптәштәремә ныҡ асыуланған ваҡытта ла, мин һәр саҡ ошо әҫәрҙең геройҙарын күҙ алдыма килтерәм. Ниндәй ҡатмарлы осорҙа ла улар изге күңелле, шәфҡәтле булып ҡала белгәндәр. Уларға һәйкәл ҡуйырлыҡ бит!  Шуларҙы иҫкә төшөрҙөммө, үҙемә оят булып китә. Әле генә үпкәләп йөрөгән әхирәтемә шунда уҡ йылмайып ҡарайым, ололарға ла, дуҫтарыма ҡарата ла ҡарашым яҡшы яҡҡа үҙгәреүгә бара! Бына ниндәй ул Мостай ағайҙың геройҙары: кешеләрҙең күңеленә дуҫлыҡ орлоҡтары сәсеүселәр!

Мостай Кәримдең «Өс таған» исемле үтә мауыҡтырғыс йөкмәткеле повесын да бик яратып уҡыным. Хәл-ваҡиғалар Бөркөтлө ауылында бара. Әҫәрҙең геройҙары кескәй ҡаһармандар: өс малай, бер ҡыҙыҡай, өлкән көтөүсе Шәрифулла.Улар күлде кибеүҙән ҡотҡарып ҡалырға тырышалар. Малайҙарҙың характер һыҙаттары төрлө эш-хәрәкәттә, төрлө шарттарҙа асыла. Ғабдулла - бик аҡыллы башлыҡ, Айҙар - йүгерек, Вәзир - мәргән булып, әкиәттәгесә күҙ алдына баҫа. Алышта ла, һынамышта ла,төрлө киҫкен мәлдәрҙә лә әкиәт батырҙарындай сая һәм ҡыйыу ҡыланалар улар. Ниндәй осраҡта ла ҡаушап,ебеп ҡалмайҙар. Ә был тормошта бик кәрәкле сифаттар.

Эйе, Мостай Кәримдең ниндәй генә әҫәрҙәрен , уҡыһаҡ та, уның илендә кеше һәм йыһан яҙмышы сағылдырыла,  матур образдар аша кешенең йәшәү  мәғәнәһе асып бирелә.

 



Предварительный просмотр:

Олимпиадаға әҙерлек  Тел

Башҡорт теле- башҡорт халҡының милли теле. Башҡорт халҡының һөйләшеү теле, ул үҙ- ара аралашыу, фекер алышыу хеҙмәтен үтәй. Тел төшөнсәһе түбәндәге мәғәнәлә ҡулланыла: а)конкрет тел, этник төркөм теле (мәҫәлән-башҡорт халҡының аралашыу теле). б) тел аралашыу ваҡтында төрлө үҙенсәлекле төрҙәрен барлыҡҡа килтерә ( мәҫәлән: С.Агиш теле, ғилми тел, аралашыу теле)

Лексика-башҡорт телендәге бөтә һүҙҙәр йыйылмаһын өйрәнә. Башҡорт теленең һүҙлек байлығын өйрәнә. Һүҙлек байлығын фарсы теленән ингән, ғәрәп теленән ингән, рус теленән һәм рус теле аша башҡа Көнбайыш Европа илдәренән ингән һүҙҙәр тулыландыра. 

Ғәрәп теленән ингән һүҙҙәр дингә, сауҙаға, белмгә, уҡыуға ҡарай: алгебра, дин, файҙа, шағир, мәсьәлә, талап, алмас.

Фарсы теленән ингән һүҙҙәргә: үҙгәреш, яңылыш, сауҙа, көнкүреш әйберҙәр исемдәре инә: абруй, баҙар, таҫтамал, ҡағыҙ, көкөрт, гөл, диван.

Урыҫ теленән ингән һүҙҙәр 16- сы быуатта инә башлай, бураҙна, эшләпә, мүк, тәрилкә, торба, келәт, арыш, биҙрә, кәбеҫтә… Улар башҡорт теленең фонетикаһына яраҡлаштырылған.

Рус теле аша Европа илдәренән ингән һүҙҙәр үҙгәрешһеҙ ҡабул ителә: метр, слесарь, драма, планете, физика, география

Улар үҙләштерелгән һүҙҙәр тип атала. Телдә актив, пассив ҡулланышлы һүҙҙәр була. Актив ҡулланылышлы һүҙҙәр кешеләр телмәрендә йыш ҡулланыла, ә пассив һүҙҙәр һирәк ҡулланыла.Пассив Һүҙҙәргәархаизмдар, историзмдар, неологизмдар, диалектизмдар, терминдар, прфессионализмдар инә.

Һүҙҙәр күп мәғәнәле һәм бер мәғәнәле була. Күсмә мәғәнәле һүҙҙәр осрай: биҙәк- 1.матурлыҡ өсөн төшөрөлгән биҙәк 2. Йәм, матурлыҡ биргән нәмә.

Синонимдар- мәғәнәләре бер төрлө, ә яҙылыштар төрлөсә булған һүҙҙәр: тиҙ, шәп, йәһәт, йылдам, йән- фарман; матур, сибәр, нәфис, гүзәл.

Антонимдар- ҡапма- ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр: аръяҡ- бирьяҡ, ҡыйын- рәхәт, шатлыҡ- ҡайғы.

Һүҙьяһалыш, орфографияҺүҙ тамыр менән ялғауҙан тора. Бала- лар, урман-дар, сәскә-ләр.

Ялғауҙар ике төрлө була: яһаусы- яңы мәғәнәле һүҙ яһай (урман- сы, бесән- лек, урман- лыҡ. Ҡайһы бер яһаусы ялғауҙар һүҙгә яңы биҙәк тә өҫтәй: мал- ҡай, бала- ҡай, ҡолон-саҡ, ал- һыу., үҙгәртеүсе- мәғәнәһен үҙгәртмәйсә, форма ғына үҙгәртә: төш-тә, бала-ны, бала- лар,

Һүҙҙәр 3 төрлө була:тамыр, яһалма,ҡушма һүҙҙәр.Тамыр: ел, йыр, ауыл, ағас

Яһалма: ауыл-даш, йыр- сы, ағас-лыҡ, ел-пеү- ес.Ҡушма: аҡҡош, ашъяулыҡ, терегөмөш. Ҡушма һүҙҙәр ҡушыу (бишбармаҡ, өсаяҡ, Ағиҙел, аҡтамыр)- бергә яҙыла;парлау (туған-тыумаса, аҙыҡ- түлек, этә- төртә)-һыҙыҡса аша яҙыла;ҡабатлау(эре- эре, көлә- көлә)-һыҙыҡса аша яҙыла; бәйләү (Башҡортостан Республикаһы, Сибай драма театры..)- айырым яҙыла;һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу (РУНО, БР,БДУ)- бергә яҙыла

Морфология- һүҙҙең грамматик мәғәнәһен өйрәнә. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре-исем, ҡылым, алмаш, сифат,рәүеш,һан.Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүестәр, бәйләүес, оҡшатыу һүҙҙәре, ымлыҡтар, мөнәсәбәт һүҙҙәр. Исем-төрлө предмет, күренеш, төшөнсә атамалары. Исем берлектә(өй, ағас, бала), күплектә( өйҙәр, ағастар, балалар)үҙгәрә.. Яңғыҙлыҡ исемдәр- Айһылыу, Мәскәү.., уртаҡлыҡ исемдәр- ай, урман, парта, ручка. Исем килеш менән үҙгәрә: төп- кем? Нимә?(өй, урман) Эйәлек- кемдең? Нимәнең?(өйҙөң, урмандың) Төбәү- кемгә? Нимәгә?(өйгә,урманға), төшөм- кемде? Нимәне?(өйҙө, урманды),урын- ваҡыт- кемдә? Нимәлә?(өйҙә, урманда),сығанаҡ- кемдән? Нимәнән?(өйҙән, урмандан).Исемдең эйәлек заты- әсәйем, әсәйең, әсәйегеҙ, әсәһе. Исемдең хәбәрлек заты- апаймын, апайбыҙ, апайһығыҙ.

Сифат- предметтың билдәһен белдерә.Ул тамыр( аҡ, бәләкәй, ҙур), яһалма (аң-лы, белем-ле, сереү- серек, ете- етеле, тарих- тарихсы), ҡушма-( аҡлы- ҡаралы, тәмле- татлы, һылыу- һылыу).Дәрәжәләретөп (аҡ, ҡыҙыл, йәшел), артыҡлыҡ (ап- аҡ, ҡып- ҡыҙыл, йәм- йәшел), аҙһытыу( аҡһыл, йәшкелт, ҡыҙғылт),сағыштырыу(ағыраҡ, ҡыҙылыраҡ, йәшелерәк).

Ҡылым-заттың, предметтың эшен, хәрәкәтен, трошон, һәләтен, күренешен белдерә.Үҙгәрә заманда:хәҙерге заман(бара, ҡайта, эшләй), үткән(барған, ҡайтҡан, эшләгән), киләсәк(барыр, ҡайтыр, эшләр). Ҡылым һөйкәлештәре:бойороҡ(әйт, әйтһен, әйтмәгеҙ, әйтһендәр), хәбәр(әйтәм, әйтәсәк, әйтер ине), шарт (әйтһәм, әйтһәң, әйтһә), теләк (әйтәйек, әйтмәксе булам). Ҡылым төркөмсәләре(затһыҙ ҡылымдар)Исем ҡылым (башлау, эшләү, төрөү, уҡыу), Сифат ҡылым( барыр, әйткән, йырлаған,уыясаҡ, барыусы, әйтер, күрәсәк, күрер), Уртаҡ ҡылым (барырға, уҡырға, килергә, килмәҫкә, уҡымаҫҡа), Хәл ҡылым( барып, килеп, булғас, булмағас, булғансы, ҡайтҡансы).Ҡылым йүнәлештәре:төп (яҙа, ашай, йоҡлай), ҡайтым( йыуын, йыуынды, эшләнде, кейен- кейенде),төшөм( һалынған, эшләнгән, барылған) йөкмәтеү( ҡарат, эшләт, эшләттер, яҙҙыр, яңыр, ашыр),уртаҡлыҡ ( алышырға, эшләшергә, тотошорға)

Һан-предметтың иҫәбен, уның һаналыу тәртибен белдерә. Б-ленә: ябай һандар(бер ике, биш, ун),ҡушма һандар ( ике мең, биш йөҙ, алтмыш ике). Һан төркөмсәләре: төп(ике йорт, биш алма), рәт һандары( беренсе, өсөнсө, алтынсы), бүлем һандары( берешәр, икешәр, алтышар), сама һандары( алты-етеләгән, биш- алты, йөҙҙәрсә) йыйыу һандары( берәү, икәү, өсәү), үлсәү һандары( алтылы калуш, унлы лампа,) кәсер һандары( дүрт бөтө икенән бер, бер бөтөн ундан биш).Нумератив һүҙҙәр- үҙенсәлекле үлсәү берәмеге- бер ҡосаҡ, бер көтөү, өйөм, төргәк, йотом, тамсы, баш, килограмм..Дөрөҫ яҙылышы: биш – алты, өс- дүрт, 1 ғинуар, 1999 йыл, 1- се , 6- шар, 30-40- лап, 1676-1678-тйылдар, 1995/1996 йылдар, “Москвич- 412”.

Алмаш- исемде, һанды, рәүеште телмәрҙә алмаштырып йөрөүсе һүҙ төркөмө. Төркөмсәләре:зат(мин, һин, ул, беҙ, һеҙ, улар), эйәлек(минең, һинең, уларҙың, беҙҙең..)күрһәтеү (был, ошо, теге, ул, анау) һорау( кем, нисә, күпме, ҡасан..), билдәләү ( һәр кем, һәр нимәә, бөтә, бөтәһе лә),билдәһеҙлек( әллә, әлллә кем, әллә ҡасан, теләһә ниндәй), юҡлыҡ( һис, һис кем, һис ни, бер кем дә).

Рәүеш- эш-хәрәкәттең билдәһен белдереүсе һүҙ.Төркөмсәләре:төп(йәйәү, алмаш, аҡсалата,шәп, яй, әкрен), ваҡыт( кисә, бая, иртәгә, тиҙҙән), урын( алыҫ, яҡын, аҙаҡ, яҙын), оҡшашлыҡ( уларса, йәштәрсә, беҙҙеңсә), күләм-дәрәжә( бер аҙҙ-мәҙ, бөтөнләй, яртылаш), сәбәп- маҡсат( бушҡа, юҡҡа, юрый, әрәмгә). Дәрәжәләре: сағыштырыу(шәберәк, әкренерәк), артыҡлыҡ(бик шәп, үтә шәп, ғәжәп матур)

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре  Теркәүес- һөйләм киҫктәрен йә ябай һөйләмдәрҙе бер ҡушма итеп теркәүсе ярҙамсы һүҙЯбай(әммә, ләкин, йәғни, шуға, тимәк), ҡушма (әгәр ҙә, шулай уҡ, шуның өсөн) теркәүестәр була. Теҙеү(да-дә, та-тә, ла-лә-йыйыу теркәүесе, ә, тик, шулай ҙа, фәҡәт- ҡаршы ҡуйыу, йә, йәки, йәиһә, әллә-бүлеү, хатта, бәлки- аныҡлау) һәм эйәртеү(сөнки, шулай булғас, шуның һөҙөмтәһендә) теркәүестәре була.

Бәйләүес- эйәреүсе һүҙҙе эйәртеүсе һүҙгә, эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләй. 3 төркөмгә бүленә:исемдәрҙең төп килештә, алмаштарҙың эйәлек килештә тороуын талап итеүсе( менән, өсөн, кеүек, айҡанлы, буйынса), төбәү килештә килгән исемдәр менән ҡулланылыусы(күрә, хәтле, саҡлы, ҡарамаҫтан, ҡаршы), исемдәрҙең сығанаҡ килеш менән ҡулланылыусы(һуң, башҡа, тыш,)

Киҫәксәләр- һөйләм киҫәктәренә һәм һөйләмдәргә төрлө мәғәнә төҫмөрләнеше буреү өсөн ҡулланыла. Төркөмсәләре: һорау(-мы,-ме,-мо, ме ни, -микән), көсәйтеү(бик, ифрат, бигерәк, ап-, иң, иллә)раҫлау( әле, бит, инде, тағы) үтенеү( -сы,-се, -со, һана,-һәнә) инҡар итеүҙе( түгел, һис),сикләү(ҡына, кенә, тик, иһә), билдәләү( тап, нәҡ, хас), икеләнеү( дыр, дер, тыр, тер, тор)

Мөнәсәбәт һүҙҙәр- уй-фекергә ҡарата төрлө мөнәсәбәтен белдерә. (мәҫәлән, ихтимал, моғайын, исмаһам, ҡыҫҡаһы) Ымлыҡтар- тойғоларҙы, күренештәрҙе, тауыштарҙы аңлатҡан һүҙҙәр.

 ( бәй-бәй, ай- һай, жыу, селтер- селтер, их, ах, һи,сәт- сәт)

 



Предварительный просмотр:

Әҙәбиәт

Дауыт Юлтый(183-1938)-Ырымбур , Юлтый ауылында тыуа. Мәҙрәсәлә белм ала.Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.Әҫәрҙәре:шиғырҙары- Шинель, Сумка, ҡан баҙары- һуғыш темаһына, Айһылыу- поэма. Колхоз ойоштороу темаһы күтәрелә. Драмалары- Ҡарағол, Салауат һәм Пугачев, Урланған Көнһылыу, Тирмәндә, Йәнтүрә. Ҡарағол – драма. Төп геройҙары- Ҡарағол, ҡатыны,әсәһе Ҡыраубикә, ҡыҙы Таңсулпан, дуҫтары- Һөйөндөк, Ҡәҙерша, Вася. Дошмандары- поп Андрей, Әпкәләй, Ишмырҙа кантон. Идеяһы-азатлыҡ, башҡорт ерҙәрен һаҡлап ҡалыу, халыҡ- ара дуҫлыҡ. Ҡарағол ерҙе һаттырмау яғында, уны үлтерәләр.

Ҡан романы- Беренсе донъя һуғышын һүрәтләй. Автор үҙе был һуғышта була. Идеяһы- азатлыҡ,донъя һуғышының насарлыҡ килтереүен төшөндөрөү,тыныслыҡ өсөн көрәш. Төп геройҙар: Булат, Новиков, Байғужа, Индрил. Булат аша автор үҙенең күргәндәрен һүрәтләй.

Әхмәтзәки Вәлиди(1890-1970)- Ишембай районы, Көҙән ауылы. Уҡымыщлы, ғалим, белгес, тарихсы, Башҡорт республикаһын төҙөүсе. Төркиәгә китергә мәжбүр. Ҡыҙы менән улы бар. Халыҡ тарихын, тыуған яҡ тарихын өйрәнә. Үҙенең күргәндәрен Хәтирәләр исемле китабына яҙа.

Мөхәмәтша Буранғол(1888-1966) –Ырымбур өлкәһе Үргә Илъяс ауылында тыуа. Фольклор әҫәрҙәрен йыя, туплай. Урал батыр эпосын яҙып ала, һаҡлап алып ҡала. Драмалары: Иҙеүкәй менән Мораҙым,Башҡорт туйы, Ашҡаҙар, Зәңгәр шәл, Шәүрәкәй, Ялан Йәркәй. Башҡорт туйы-музыкаль драма. Идеяһы: ғәҙеллек, мәкерлеккә ҡаршы көрәш, Халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыу. Төп геройҙары-Гөлбикә, Юлдыбай,Гөлзифа,Әсмән, Һөрәйрә,Ханнан.Үтәғол, Йәнгилде.

Ғайнан Хәйри (1903-1938)- Нуриман районы Иҫке Күл ауылы. Хикәйәләре- Сабата, Командир, Мөхәммәт, Уҡытыусы. Ҡатын, Кооператорҙар-повестары. Боролош- тәүге роман. Идеяһы- революция осорон һүрәтләй. Революцияның ыңғай, кире яҡтарын һүрәтләй. Төп геройҙар-Ғариф бай, Мирза мулла, Шәмси, Ғәли, Вахит, Сабира.

Һәҙиә Дәүләтшина(1905-1954) – Һамар губернаһы, Оло Чернигов районы, Хәсән ауылында тыуа. Репрессияға эләгә. Хикәйәләре- Һылыуҡай пионерка,Һырға һабағы. Повесы- Айбикә, Ялҡынлы йылдар. Романы-Ырғыҙ. Ырғыҙ буйы һүрәтләнә. Ундағы көрәш тарих менән бәйле рәүештә һүрәтләнә. Беренсе донъя, революция был романда сағылыш таба. Төп геройҙары- Айбулат, уның ҡатыны Гөлйөҙөм, Ниязғол бай, Үмәр ҡарт, Ниязғол ҡатындары Рәхимә, Ғәзимә, Миңлекәй,Имай Ниязғолдоң улы, Айбулатты үлтерәләр.

Сәғит Мифтахов(1907-1942)- Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылы. Драмалары- Балҡанда, Күктән төшкән Һөрәйрә, Ялан ҡыҙы, Пандар илендә. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт- Һаҡмар драмаһының дауамы. Колхозлашыу осоро һүрәтләнә. Шәхес, мөнәсәбәттәр, коллектив, ғаилә проблемалары күтәрелә. Төп геройҙар- Юлай- колхоз председателе, ҡатыны тракторист- Айһылыу,Йәркәй- тракторист, Сәрби- Юлайҙың әсәһе,Наум Петрович.

Ғәлимов Сәләм-1911-1939) Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы. Шиғырҙары- Республикам иртәһе, Һәйкәл, Ғүмер, поэмалары-, Шоңҡар, Өс йыр,Бала. Бала поэмаһы -бала, шәхес, эш, ғаилә проблемаһы күтәрелә. Төп геройҙар- Зәйнәп, Сәйҙел,Әршит,Нәзирә. Бала бәғер ите- тигән мәҡәл аша тәрбиә бирелә.

Рәшит Ниғмәти-1909-1959- Һамар өлкәһе Диңгеҙбай ауылы.Халыҡ шағиры- 1959 йыл бирелә.Шиғырҙарының төп темаһы- Ватанды һөйөү. Бөйөк ватан һуғышына арналған шиғырҙар- Тыуған илем, Әсә һүҙе, Үс ал, патриот; поэмалары- Үлтер улым фашисты- тыуған илгә һөйөү, уны дошмандан һаҡлау идеяһы күтәрелә, Һинең кәләшеңдең хаттары- мөхәббәт хистәре менән бер рәттән тыуған илгә һөйөү һүрәтләнә, Һаҡмар ҡыҙы- һуғыштан һуң кешеләрҙең яңы тормош өсөн хеҙмәте һүрәтләнә, төп геройҙары (Фәтхел, Гөлгөл,Байрам, Яппар).

Баязит Бикбай-1909-1968- Көйөргәҙе районы Ҡалта ауылы, С.Юлаев премияһы лауреаты.Драмалары Ҡарлуғас, Салауат, Ҡаһым түрә. Повестары- Тере шишмәләр, Аҡсәскә, Романдары- Аҡселән ташҡанда. Опералары- Ҡоҙаса, Шәүрә, Замандаштар. Ҡарлуғас- драма. Төп геройҙары-Ҡарлуғас,уның дуҫ ҡыҙҙары-Әсҡәп,Гөлйемеш; Шатморат- уның егете,. Кире геройҙар-Әлмәт бай, Баяр Садовский, Абсатый ҡарт. Ер һатыу проблемаһын күтәрә, 1773-1775 йылдар һүрәтләнә. Аҡсәскә- повесть. Шәхес культы, уның эҙемтәләрен һүрәтләй, Ғаилә яҙмышы һүрәтләнә.Төп герой-Нәғимә, ҡыҙы Аҡсәскә, ире- Әхмүш. Нәғимәнең атаһы ҡулға алына, Әхмүш ҡурҡып ҡыҙы менән ҡатынын ташлап китә.

Зәйнәб Биишева-1908-1996 Күгәрсен районы Туйымбәт ауылы. Халыҡ яҙыусыһы, с.Юлаев премияһы лауреаты..Трилогия-Яҡтыға(Кәмһетелгәндәр,Оло Эйек буйында, Емеш). Повестары- Сәйер кеше, Уйҙар, уйҙар, Ҡайҙа һин Гөлниса, Дуҫ булайыҡ. ,драматик поэмалары- Тылсымлы ҡурай, Зөлхизә, нәҙер., Хикәйәттәре- Һөнәрсе менән Өйрәнсек, Мөхәббәт һәм нәфрәт.Тылсымлы ҡурай- Ирәмәл батыр, Кинйәбай,Алтынбай,Юха,Сәсән,Алсынбай, Ай,Ер- Әсә. Темаһы- яуызлыҡ менән яҡшылыҡ көрәше.Халыҡтың көсөн, ҡеүәтен, ныҡлығын һүрәтләй. Кәмһетелгәндәр- Яҡтыға трилогияһының беренсе романы. Тема- халыҡ тормошо, беренсе донъя һуғышы, революция. Халыҡтың ауыр тормошо. Төп геройҙар- Байгилде, Сәғүрә, балалары- Йәнеш Бибеш, Емеш, Иштуған., Сыуаҡай әбей, Ҡормош бай, Хаммат, Тимербай.

Назар Нәжми- 1918-1999- Дүртөйлә районы Миңеште ауылы. Халыҡ шағиры, С. Юлаев премияһы лауреаты.Шиғырҙары- Ватан, Тыуған ил тураһында һүҙЙыр тураһында баллада- Мәлих Харисҡа бағышлана. Бөйөк Ватан һуғышы темаһы.Урал- поэма. Төп геройҙары- Ят кеше, Ишбулла. Ят кеше тыуған илдән ситтә йәшәй. Илен һағына. Ишбулла уға тыуған ил ҡәҙерен аңлата. Шағир Һәм Шаһ-поэма. Шаһ шағирҙың үһен маҡтауын көтә, ләкин шағир баш тарта. Шағир ғәҙеллек яҡлы, хаҡлыҡ яҡлы.



Предварительный просмотр:

Башҡорт теленән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

9 класс

 

Теҙмә ҡушма һөйләм төрҙәре: теркәүесле теҙмә ҡушма (Кискә табан ел туҡтаны ла көн йылына башланы.), теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр (Күңелле музыка уйнап тора, бер нисә пар бейеп йөрөй). Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙең береһе икенсеһенә эйәреп килә.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре:

Эйә һөйләм ( кем, нимә) ,

Эйәрсән хәбәр һөйләм (нимә, нимәлә, кемдеке);

Аныҡлаусы һөйләм ( кемдең, ниндәй, ҡайһы);

Тултырыусы һөйләм ( кемде, кемгә, кемдә, кемдән, нимәне, нимәлә, нимәнән,);

Хәл һөйләм. Хәл һөйләмдәр төрҙәре:

Ваҡыт һөйләм-(ҡасан, ҡасандан, ҡасандан алып) Байрас, ишек төбөнә еткәс, ҡапыл туҡталды;

Урын һөйләм( ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙан алып) Ҡайҙа татыулыҡ юҡ, шунда йәм юҡ;

Рәүеш һөйләм( нисек, ни рәүешле)Мин был кешеләргә эшләгән кеүек, улар ҙа миңә эшләйҙәр;

Күләм- дәрәжә һөйләм( күпме, ни дәрәжәлә) Күпме ауыр булһа эштәре, шунса тырыш булды үҙҙәре;

Сәбәп һөйләм( ниөсөн, ни сәбәпле)Эш аҡса булмау сәбәпле тотҡарлана; маҡсат һөйләм ( ни өсөн, ниндәй маҡсат менән) Юлсылар аҙашмаһын өсөн, оҙон таяҡтар ергә ҡаҙап ҡуйылған;

Шарт һөйләм( ни эшләһә, ни булһа, ниндәй шартта) Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк.;

Кире һөйләм(нимә булһа ла, нимәгә ҡарамаҫтан) Өҫтөмә ҡар яуып тормаҫтан, барып етергә тырышырмын.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр кәмендә 3 һөйләмдән тора. Уларға күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр, теҙемдәр ҡарай

Мәҫәлән: күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр (Мәскәү күге нурлы булһын өсөн1, сәскә атһын өсөн баҡсалар2, йәш түкмәһен өсөн ҡарт әсәләр3, шат йылмайһын өсөн балалар4, мин һуғыштым.) Мин һуғыштым- баш һөйләм, уға дүрт эйрсән һөйләм бәйләнеп килгән.

ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр (Яҙҙар килгәс1, ҡарҙар иреп ағыр2, ләкин һис ҡасан да иремәҫ шул күкрәк төпкөлөмдә ятҡан зар3) 1-эйәртеүле бәйләнеш,2- теҙмә бәйләнеш

теҙемдәр ҡобайырҙарҙа осрай, һирәкләп сәсмә әҫәрҙәрҙә, шиғырҙарҙа ла осрай

( Әсә һөртөкән күҙҙәрен,

Ата әйтәкән һүҙҙәрен:

-Бында беҙҙең торған ер

Ҡыуыш-тормош ҡорған ер,

Һеҙ доняға тыуған ер,

Әсәң менән атаңа

-Ожмах йәннәт булған ер-

Ике улан аңлаған,

Башҡа хәбәр һалмаған.)

 



Предварительный просмотр:

Башҡорт теленән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

9 класс

 

Теҙмә ҡушма һөйләм төрҙәре: теркәүесле теҙмә ҡушма (Кискә табан ел туҡтаны ла көн йылына башланы.), теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр (Күңелле музыка уйнап тора, бер нисә пар бейеп йөрөй). Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙең береһе икенсеһенә эйәреп килә.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре:

Эйә һөйләм ( кем, нимә) ,

Эйәрсән хәбәр һөйләм (нимә, нимәлә, кемдеке);

Аныҡлаусы һөйләм ( кемдең, ниндәй, ҡайһы);

Тултырыусы һөйләм ( кемде, кемгә, кемдә, кемдән, нимәне, нимәлә, нимәнән,);

Хәл һөйләм. Хәл һөйләмдәр төрҙәре:

Ваҡыт һөйләм-(ҡасан, ҡасандан, ҡасандан алып) Байрас, ишек төбөнә еткәс, ҡапыл туҡталды;

Урын һөйләм( ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙан алып) Ҡайҙа татыулыҡ юҡ, шунда йәм юҡ;

Рәүеш һөйләм( нисек, ни рәүешле)Мин был кешеләргә эшләгән кеүек, улар ҙа миңә эшләйҙәр;

Күләм- дәрәжә һөйләм( күпме, ни дәрәжәлә) Күпме ауыр булһа эштәре, шунса тырыш булды үҙҙәре;

Сәбәп һөйләм( ниөсөн, ни сәбәпле)Эш аҡса булмау сәбәпле тотҡарлана; маҡсат һөйләм ( ни өсөн, ниндәй маҡсат менән) Юлсылар аҙашмаһын өсөн, оҙон таяҡтар ергә ҡаҙап ҡуйылған;

Шарт һөйләм( ни эшләһә, ни булһа, ниндәй шартта) Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк.;

Кире һөйләм(нимә булһа ла, нимәгә ҡарамаҫтан) Өҫтөмә ҡар яуып тормаҫтан, барып етергә тырышырмын.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр кәмендә 3 һөйләмдән тора. Уларға күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр, теҙемдәр ҡарай

Мәҫәлән: күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр (Мәскәү күге нурлы булһын өсөн1, сәскә атһын өсөн баҡсалар2, йәш түкмәһен өсөн ҡарт әсәләр3, шат йылмайһын өсөн балалар4, мин һуғыштым.) Мин һуғыштым- баш һөйләм, уға дүрт эйрсән һөйләм бәйләнеп килгән.

ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр (Яҙҙар килгәс1, ҡарҙар иреп ағыр2, ләкин һис ҡасан да иремәҫ шул күкрәк төпкөлөмдә ятҡан зар3) 1-эйәртеүле бәйләнеш,2- теҙмә бәйләнеш

теҙемдәр ҡобайырҙарҙа осрай, һирәкләп сәсмә әҫәрҙәрҙә, шиғырҙарҙа ла осрай

( Әсә һөртөкән күҙҙәрен,

Ата әйтәкән һүҙҙәрен:

-Бында беҙҙең торған ер

Ҡыуыш-тормош ҡорған ер,

Һеҙ доняға тыуған ер,

Әсәң менән атаңа

-Ожмах йәннәт булған ер-

Ике улан аңлаған,

Башҡа хәбәр һалмаған.)

 



Предварительный просмотр:

Башҡорт(дәүләт) теленән   олимпиада һорауҙары (5 класс)

1.Башҡорт алфавитында нисә хәреф?

2.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

3. Түбәндәге исемдәр эргәһенә сифат яҙ.

   Туп, бүре, тау, әсәй, йылға, ҡош, ҡыяр, ер, китап.

4.Исемдәргә күплек ялғауы өҫтәп яҙ.

  мәктәп,уҡыусы, йорт, машина, шишмә, дәфтәр, сәскә.

5. 3 мәҡәл яҙ.

6.Тексҡа исем бирегеҙ һәм ике һорау яҙығыҙ.

Һалҡын көҙ етте. Әсе ел ыжғыра. Беҙҙең йылға буйындағы ҡарт тирәктәр, ҡыуаҡлыҡтар яланғасланып ҡалды.

  Аяҡ аҫтында ағастарҙан ҡойолған һары япраҡтар ҡыштырлай.

Һыу өҫтөндә төрлө төҫтәге япраҡтар, ҡаҙ мамыҡтары аға. Йылға тынып ҡалған. Күпер өҫтөнән ҡарағанда, һыу төбө ялтырап күренеп ята.

7. Башҡортостан һүҙе менән өс һөйләм яҙығыҙ.

 8.Тәржемә итергә.

 Ҡоштар йылы яҡтарға осоп киттеләр. Урмандарҙа, ҡырҙарҙа тынлыҡ урынлашты. Беҙҙ         ҡышлаусы ҡоштар ғына ҡалды. Йылғаларҙа, күлдәрҙә ҡаҙҙар һәм өйрәктәр генә күренгеләй.

Тиҙҙән ҡыш етер.

Башҡорт(дәүләт) теленән   олимпиада һорауҙары (6 класс)

1.Башҡорт алфавитында нисә хәреф?

2. Баҡса, ағас һүҙҙәрен килеш менән үҙгәрт.

3. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлегеҙ: китап, аҡбур, тәнәфес, дарыухана, тормош, һандуғас, яҙыусы.

4. Кем ул С.Юлаев?

5.Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙырға.

6. Яҡташ яҙыусылар?

7. Тексҡа исем бирегеҙ һәм дүрт һорау яҙығыҙ.

Ағас япраҡтары һарғайҙы. Йүкә, саған, ҡайын ағастары япраҡтарын ҡойҙолар. Көндәр ҡыҫҡара, төндәр оҙая. Ямғырҙар тәүлекләп, аҙналап яуа. Күпселек ҡоштар алыҫ юлға йыйына. Оҙаҡламай төнъяҡтан беҙгә ҡыҙылтүштәр осоп килерҙәр. Ҡуяндар, тейендәр, айыуҙар, бүреләр йөндәрен алмаштыралар.

8.Башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары?

9. Тәржемә итергә.

Көҙ. Ҡояшлы аяҙ көн. Урмандар һарыға мансылып, тыныс ҡына ойоп ултыра. Һирәк кенә ҡуян ҡыуған эт тауышы ишетелә.

  Ҡыр эштәре тамамланған. Баҫыуҙар ял итә. Һәр ерҙә муллыҡ, бәрәкәт күҙгә ташлана.

Башҡорт(дәүләт) теленән   олимпиада һорауҙары (7 класс)

1. Тәҡдим ителгән һүҙҙәргә антонимдар уйлап яҙығыҙ.

Бәләкәй-                                                                 килә-

Киң-                                                                         атлай-

Һалҡын-                                                         көлә-

Көн-                                                                         юғары-

2.Тәҡдим ителгән һүҙҙәргә сифаттар өҫтәп яҙығыҙ.

Икмәк, урман, көн, ер, бесәй, сәскә,көҙ.

3.Мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ.

Йөҙ һум аҡсаң булғансы,…

Ете ҡат үлсә,…

4. «Көҙ» темаһы буйынса ике һөйләм яҙығыҙ.

5. Рәми Ғариповтың ниндәй шиғырын беләһегеҙ? Исемен, бер куплетын яҙығыҙ.

6.Башҡорт яҙыусы һәм шағирҙарынан кемдәрҙе беләһегеҙ?

Яҙығыҙ.

7.Тексҡа исем бирегеҙ. Дүрт һорау яҙығыҙ.

Уҡытыусы балаларға ҡоштар өсөн тағараҡтар яһарға ҡушҡайны. Был Максим менән Тимурға бик оҡшаны. Максим тиҙ генә тағараҡтар эшләне лә шыршыға элеп ҡуйҙы. Улар унда ҡоштар өсөн бойҙай, ярма, икмәк валсыҡтары, ҡоро миләш һалдылар. Тағараҡ бик һәйбәт булды. Ҡоштар уны яратты. Гел шунда килеп ашанылар. Шулай итеп, Максим менән Тимур ҡоштарға ярҙам итте.

8.Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе өҫтәп яҙығыҙ.

Тур...ай, һанду…ас, бөрк…т,кәк…к, к…гәрсен.

9.Тәржемә өсөн текст.

Декабрҙә.

Башҡортостанда ҡыш ноябрь айында башлана. Күлдәр, йылғалар боҙ менән ҡаплана. Ағастар яланғаслана. Тик шыршы һәм ҡарағайҙар ғына йәп – йәшел булып ултыралар. Ер аҡ ҡарға күмелә. Ҡоштар һайрамай. 22 декабрҙә иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн була. Ҡаты

һыуыҡтар башлана.

  Урман тыныс. Айыу өңөндә ята. Ҡоштар һәм йәнлектәргә ҡыш бик ҡыйын.

Башҡорт(дәүләт) теленән   олимпиада һорауҙары (8класс)

1. Башҡорт алфавитында нисә тартынҡы бар?  Яҙығыҙ.

2.Нимә ул омонимдар? Миҫалдар яҙығыҙ.

3.Үҙегеҙ белгән шиғырҙың бер куплетын яҙығыҙ. Авторын һәм шиғырҙың исемен атағыҙ.

4.Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен яҙығыҙ.

5. Диалогты дауам итегеҙ.

- Миләүшә,һин ниндәй түңәрәккә йөрөйһөң?

-

-

-

6. Хеҙмәт тураһында өс мәҡәл яҙығыҙ.

7.Тәҡдим ителгән тема буйынса ниндәй предметтарҙы беләһегеҙ? Яҙығыҙ.

Ағастар:

Хайуандар:

Ҡоштар:

Йәшелсәләр:

8.Һөйләмдәргә һорауҙар уйлап яҙ.

    1) Салауат Юлаев- башҡорт халҡының милли батыры.

    2) Минең дуҫым тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.

    3) Башҡорт алфавитында 42 хәреф.

9.    Тәржемә өсөн текст.

Дарыу үләндәре.

 Беҙҙең яҡтарҙа күп төрлө дарыу үләндәре үҫә. Беҙ уларға иғтибар итмәйбеҙ. Дарыу үләндәрен танырға һәм йыйырға кәрәк. Уларҙы дөрөҫ файҙаланғанда күп ауырыуҙарҙы дауалап була. Дарыу үләндәренә кесерткән, юл япрағы, әрем, мәтрүшкә, йүкә сәскәһе һәм башҡалар инә.

Башҡорт(дәүләт) теленән   олимпиада һорауҙары (9 класс)

1.  Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар? Башҡорт теле өсөн хас булғандарын айырып яҙ.

2. Мәктәп һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.

3.Аҙнала нисә көн? Уларҙың исемдәрен яҙығыҙ.

4. Мәҡәлдәрҙе тәржемә итегеҙ.

Больше слушай, меньше говори.

Друга легче потерять,чем найти.

Человеческое слово стрелы острее.

5.Тәҡдим ителгән шиғырҙың исемен һәм авторын билдәләгеҙ.

Әсәм теле миңә — сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

6. Исем, сифат, ҡылым һүҙ төркөмөнә миҫалдар яҙығыҙ. Бер һүҙ менән һөйләм уйлап яҙығыҙ.

7. “Ҡышҡы урман” темаһына өс һөйләм яҙығыҙ.

8. Башҡортостан Республикаһының  дәүләт гимны һүҙҙәренең авторҙары һәм музыкаһының авторы кем?

9. Тәржемә өсөн текст.

Башҡортостан файҙалы ҡаҙылмаларға бик бай. Был ҡаҙылма байлыҡтарға алтын, көмөш,алмас,тимер,баҡыр, таш күмер,титан,барий,марганец,нефть,газ һәм башҡалар инә. Барыһы ла бар Уралда. Яйыҡ буйында 200 йыл буйы алтын табыла.Белорет металлургия комбинаты,Учалы тау-байыҡтырыу,Сибай баҡыр-көкөрт комбинаты илгә ҡара һәм төҫлө металл бирә.

Башҡорт(дәүләт) теленән   олимпиада һорауҙары (10 класс)

1. Башҡортостан дағы халыҡ яҙыусыларының исемдәрен һәм уларҙың бер әҫәренең исемен яҙяғыҙ.

2. Ҡояш һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.

3.Рәми Ғарипов ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? Уның ике шиғырының атамаһын яҙығыҙ.

4.Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең аңлатмаһын яҙ.

Бүрәнә аша бүре күреү-

Кәкре ҡайынға терәтеү-

Төп башына ултыртыу-

Башы күккә тейеү-

5.Башҡортостан Республикаһының  флагы ниндәй төҫтәрҙә һәм төҫтәр ниндәй тәртиптә урынлашҡан?

6. Һөйләмдең баш киҫәктәре аҫтына һыҙығыҙ.

Йәйге көндәрҙең береһендә Ринат менән мин Наил ағайыма эйәреп, балыҡ ҡармаҡларға киттек.

7. Ҡылымдарҙы тейешле формала яҙығыҙ.

Мин ҡышты яратам…

Һин ҡышты …

Ул ҡышты …

Беҙ ҡышты …

Һеҙ ҡышты…

Улар ҡышты

8. “Көҙгө уңыш” темаһына өс һөйләм яҙығыҙ.

9.Тәржемә өсөн текст.

Янғантау- ғәжәп бер тау ул. Ул Салауат районында Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан. Бына ике йөҙ йылдан ашыу ул бөтә кешене таң ҡалдыра, йылыһы менән кешеләрҙе дауалай.Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҡайнар пар сыға. Улар кеше организмы өсөн бик файҙалы.Шуға күрә бында “Янғантау” шифаханаһы төҙөлгән. 

Башҡорт(дәүләт) теленән   олимпиада һорауҙары (11 класс)

1. Ҡәләм һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.

2.Һорауҙарға яуап бирегеҙ. Миҫалдар яҙығыҙ.

1) Предметы белдергән һүҙҙәр….тип атала.

2) Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр…тип атала.

3) Предметтың эш-хәрәкәтен белдәргән һүҙҙәр…тип атала.

3.Дуҫлыҡ тураһында ике мәҡәл яҙығыҙ.

4. Урманда төрлө ағастар үҫә һөйләмендә баш киҫәктәрҙе табығыҙ.

5.Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләмдәр төрөн атағыҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.

6. Кем ул Рәми Ғарипов? Ҡасан, ҡайҙа тыуған?

7. Берәй шиғырҙы яттан яҙығыҙ. Авторын күрһәтегеҙ.

8. Нығынған һүҙбәйләнешенә ике миҫал яҙығыҙ.

9. Тәржемә өсөн текст.

Помни! Хлеб- наше богатство. Его нужно беречь! Никогда не оставляй недоеденный кусок! Останови того, кто бросил кусок хлеба!

  «Хлеб- всему голова»- почему так говорят? Потому что человек может обойтись без многого, а без хлеба не может. У каждого народа есть пословицы и поговорки о ценности хлеба, о труде хлебороба.

Башҡорт(туған) теленән   олимпиада һорауҙары (5 класс)

1.  Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар?

2. Исемдең грамматик категориялары.

3. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

4.Һүҙҙәргә тейешле билдәне ҡуйып яҙығыҙ.

Дон..я, ар..яҡ,ҡул..яулыҡ, аш..яулыҡ, тә..мин,Гөл..ямал.

5.Мәктәп һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.

6. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәргә миҫалдар килтерегеҙ.

7. Ниндәй башҡорт шағирҙарын, яҙыусыларын беләһегеҙ? Яҙығыҙ.

8. Башҡорт халыҡ ижады жанрҙарын яҙығыҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.

9.Хайуандар тураһында әкиәттәрҙе һанап сығығыҙ.

10.” Туған тел” шиғырының авторын яҙығыҙ.

Башҡорт(туған) теленән   олимпиада һорауҙары (6 класс).

1. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен яҙығыҙ.

2.Бирелгән һүҙҙәрҙән ҡылымдар яһағыҙ.

Баш,тимер,аҡ,көс, тоҙ,йыр,сәскә.

3.Нимә ул антонимдар? Миҫалдар яҙығыҙ.

4. Һүҙҙәрҙә ижектәргә бүлеп яҙығыҙ.

Китап, аҡбур, тәнәфес, яҙыусы, дарыухана, һандуғас.

5.Кем ул Рәми Ғарипов? Шиғырҙарының исемдәрен яҙығыҙ.

6. Башҡорт халыҡ яҙыусыларынан кемдәрҙе беләһегеҙ? Бер-ике әҫәренең атамаһын яҙығыҙ.

7.” Өс таған” повесының авторы кем?

8.Нимә ул ҡобайыр? Миҫалдар яҙығыҙ.

9.Тыуған ил тураһында мәҡәлдәр яҙығыҙ.

10. Башҡортостан Республикаһында ниндәй газета,журналдар сыға?

Башҡорт(туған) теленән   олимпиада һорауҙары (7 класс).

1. Халыҡ ижадының ниндәй төрҙәре бар? Яҙығыҙ.

2. Башҡорт халыҡ әкиәттәре нисә төркөмгә бүленә? Миҫалдар килтерегеҙ.

3. Халыҡ шағирҙарын һанап китегеҙ.

4.Нимә ул сифат? Дәрәжәләрен яҙығыҙ,миҫалдар килтерегеҙ.

5. Лагерь һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.

6. Ҡылым һөйкәлештәрен һанап үтегеҙ. Һәр береһенә һөйләм төҙөгөҙ.

7.Нимә ул риүәйәт? Миҫалдар яҙығыҙ.

8. Һүҙ төркөмдәрен яҙығыҙ.Миҫалдар килтерегеҙ.

9.Яратҡан яҙыусың тураһында яҙ.

10. 2017 йылдың 12  февралендә ниндәй шағирҙың тыуған көнө?Уның берәй әҫәренең исемен яҙығыҙ.

Башҡорт(туған) теленән   олимпиада һорауҙары (8 класс)

1. Аръяҡ һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.

2. Ҡылым һөйкәлештәрен һанап сығығыҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.

3. Рәүеш дәрәжәләрен яҙығыҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.

4. Составында һандар булған өс башҡорт мәҡәлен яҙығыҙ.

5. Нимә ул ялғау? Нимә ул яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғау?

6. Башҡорт телендә нисә килеш бар? Уларҙы һорауҙары менән яҙығыҙ һәм бер һүҙҙе килеш менән үҙгәртегеҙ.

7.«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәренең авторы кем?

8.Башҡортостан Республикаһында әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштар өсөн ниндәй премиялар булдырылған?

9. Тәҡдим ителгән шиғырҙың исемен һәм авторын билдәләгеҙ.

Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

Илe юҡтың ғына теле юҡ!

10. ” Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ” картинаһының авторы кем?

Башҡорт(туған) теленән   олимпиада һорауҙары (9 класс)

1.Тура телмәр автор һүҙҙәренең уртаһында,аҙағында килгән осраҡтарға берәр миҫал килтерегеҙ.

2. Инеш һүҙҙәр, инеш һүҙбәйләнештәргә миҫалдар килтерегеҙ. Дүрт һөйләм яҙығыҙ.

3. Иҫеңдә тот:әсә хаҡынан дә изге нәмә юҡ һөйләмендәге эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.Схемаһын һыҙығыҙ.

4. Нимә ул омоним? Миҫалдар килтерегеҙ.

5. Түбәндәге өҙөк кемдең ниндәй әҫәренән алынған?

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй,туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

6. “Әсә һәм бала”әҫәренең авторы кем?

7. “Балтаһы һыуға төшкән” фразеологизмына синонимдар яҙығыҙ.

8. Башҡорт халыҡ яҙыусыларын яҙығыҙ.

9. Ҡайнар ҡояш һүрәнләнде, көндәр һиҙелерлек ҡыҫҡарҙы   һөйләменә синтаксик анализ яһағыҙ.

10.1932 йылдың 12 февралендә ниндәй башҡорт халыҡ шағиры тыуған? Шиғырҙарының исемдәрен яҙығыҙ. 

Башҡорт(туған) теленән   олимпиада һорауҙары (10 класс)

1. Эйәрсән һөйләм төрҙәрен  яҙығыҙ. Бер нисә миҫал килтерегеҙ.

2. Теркәүестәр булған өс һөйләм яҙығыҙ.

3.Һүҙбәйләнеш төрҙәрен атап күрһәтегеҙ, миҫалдар килтерегеҙ.

4.Ер-һыу атамаларына бәйле ниндәй легенда-риүәйәттәр беләһегеҙ? Яҙығыҙ.

5.Түбәндәге өҙөк кемдең ниндәй әҫәренән алынған?

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙы наҙандар күп, уҡыу һирәк…

6. Ҡисса и Йософ” әҫәренең авторы кем?

7. Ниндәй сәсәндәрҙе беләһегеҙ? Яҙығыҙ.

8. Башҡорт халыҡ шағирҙарын һәм уларҙың берәр әҫәренең атамаһын яҙығыҙ.

9. Усағының төтөнө тура сыға, арпа эсендә  бер бойҙай,ҡомға һеңгән һыу кеүек фразеологизмдарының мәғәнәһен аңлатығыҙ. 

10. Ябай һөйләм төрҙәрен һанағыҙ. Миҫалдар килтерегеҙ. 

Башҡорт(туған) теленән   олимпиада һорауҙары (11 класс)

1. Ваҡыт һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.

2.Һан төркөмсәләрен яҙығыҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.

3. Нимә ул орфография,орфоэпия?

4. Һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ: Бер төндө тимерлек янында Зөлхизәнең йырлағанын да ишеткәндәр.

5.Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Һөйләмдә нимә белдерәләр һәм ниндәй һорауға яуап бирәләр?

6. Хәҙерге башҡорт теленең стилдәрен яҙығыҙ.

6. “Ырғыҙ”романының авторы кем? Романдың төп геройҙарын һәм темаһын билдәләгеҙ.

7. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын, халыҡ яҙыусыларын атағыҙ.

8. “Табыныу” поэмаһының авторы кем? Поэманың төп темаһын, идеяһын яҙығыҙ.

9. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен билдәләгеҙ.

Ғ. Хөсәйенов                     “Өйөрмә”              

Ғ.Ибраһимов                     “Ҡанлы илле биш”.

 Ә. Хәкимов                       “Кинйә”

Н.Мусин                             “Шайтан ҡуласаһы”

10. Башҡортостандың ете мөғжизәһен һанап сығығыҙ.



Предварительный просмотр:

Башҡорт әҙәбиәтенән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

9 класс

Башҡорт халыҡ ижады бүленә:

1. Йола поэзияһы( арбау, ауырыуҙарҙы им- том итеү, ҡот ҡойоу, серле әйтем һүҙҙәр)

2. Йырҙар(тарихи, тормош- көнкүреш, мөхәббәт йырҙары, таҡмаҡтар)

3. Бәйеттәр (тарихи бәйеттәр, һуғыш бәйеттәре, тормош- көнкүреш бәйеттәре, мөнәжәттәр)

4. Әкиәттәр: тылсымлы, хайуандар, батырҙар, тормош- көнкүреш әкиәттәре.

5. Көләмәстәр

6. Афористик ижад (мәҡәлдәр, һынамыштар, әйтемдәр, йомаҡтар)

7. Ҡобайырҙар( батырҙар, тормош- көнкүреш тураһындағы иртәктәр, әйтештәр, лирик һәм эпик эпостар)

8. Сеңләүҙәр- ҡатын- ҡыҙҙар ғына башҡарған жанр

“Урал бытыр” эпосы- идеяһы- кешене тәбиғәттең иң көслө заты, төрлө яуыз көстәрәҙе еңеп сығыр, донъяға ғәҙеллек, ирек, иркенлек урынлаштырыр ҡеүәт эйәһе итеп күреүҙә. Ошо идея Урал образында сағылыш таба, Кешегә дан йырлана. Темаһы- батырлыҡ менән ҡурҡаҡлыҡ, үлем менән үлемһеҙлек, ғәҙеллек менән ғәҙелһеҙлек, яҡшылыҡ менән яманлыҡ

Иҙеүкәй менән Мораҙым”- был эпоста Алтын Урҙа, Нуғай урҙаһы дәүере, башҡорт ихтилалдары осоро,шул заманда йәшәгән тарихи шәхестәр(хандар, бейҙәр, батырҙар) һүрәтләнә. Азатлыҡ өсөн көрәш, яу ваҡиғалары үҙәктә тора.Ҡобайырҙы ижад иткән сәсән Иҙеүкәйҙе халыҡ батыры итеп күрергә теләй. Эпостың теле ябай, халыҡсан, яғымлы. Мәҡәл, тапҡыр һүҙҙәр, фразеологизмдар бик күп.

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар- ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланған. Ҡулъяҙма китап ҡулдан- ҡулға күсерелгән.Уларҙа дине идеология өҫтөнлөк итә. Донъя хәлдәре, дин, әхлаҡ мәсьәләләре хаҡында мәғлүмәт бирелә. Ҡулъяҙмаларға Йософ вә Зөләйха, Таһир менән Зөһрә, Буҙйегет, Алдар менән Зөһрә, Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу, Рисаләи Ғәзизә, әҫәрҙәре инә.

Боронғо әҫәрҙәрҙе ижад итеүселәр: Мәхмүд Ҡажғари- атаҡлы ғалим. Сәйәхәт итергә яратҡан, төрки халыҡтар теле тураһында мәғлүмәт йыйған. “Төрки һүҙҙәр йыйынтығы” исемле әҫәр өҫтөндә ғүмеренең аҙағынаса эшләй.

Йософ Баласағуни- Урта Азияла тыуып үҫә. Йәшәү мәғәнәһе, ғаилә татыулығы, хеҙмәткә баһа, ата-әсәләр менән балалар араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында яҙа. “Ҡот килтереүсе белем” исемле әҫәре 13 мең шиғри юлдан тора.

Ҡол- Ғәли “Ҡисса- и- Йософ”- төрки телендә яҙылған боронғо поэтик әҫәр. Ул шиғри формала яҙылған. Ҡол Ғәли 13 быуаттың 1174-1248 йылдарында йәшәгән. Был әҫәрҙе 1212-1233 йылдарҙа ижад иткән.Әҫәр нигеҙендә Зөләйханың Йософҡа булған мөхәббәте ята. Автор саф мөхәббәткә дан йырлай, кешенең сабырлығын, уңғанлығын маҡтай, яуыз әҙәмдәр фашлана, идеал батша тураһында хыялдар һүрәтләнә.

Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”- төрки телле халыҡтарҙың ҡыпсаҡ төркөмө араһында таралған әҫәр. Идеяһы- ғәҙел батша, башлыҡ кәүҙәләндерелә.Ҡаһарманлыҡ, имен, гүзәл тормош тураһындағы ҡараштар сағыла. Геройҙар идеаль заттар. Уларҙың тойғолары гүзәл һәм һоҡланғыс.

Буҙйегет- башҡорт, татар, ҡаҙаҡ халыҡтары араһында киң таралған әҫәр. Буҙйегет исемле егет менән Ҡарасәс исемле ҡыҙҙың саф мөхәббәте, йәмғиәттәге социаль тигеҙһеҙлектәр, кешеләрҙең хоҡуҡһыҙлығы һүрәтләнә. Идеяһы- саф мөхәббәт өсөн көрәш, социаль тигеҙһеҙлектәргә протест.

Йырауҙар- төрки халыҡтарында фольклор һәм әҙәбиәт әҫәрҙәрен ижад итеүсе, йыраусы боронғо һүҙ оҫтаһы. Һабрау йырау- 14-15 быуаттарҙа йәшәгән. Сығышы менән Ҡыпсаҡ ырыуынан тип иҫәпләнә. Ул халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы, йөҙйәшәр ҡарт, тормош тәжрибәһен, аҡылын йыйыусы итеп һүрәтләнә. Асан ҡайғы- 15 быуатта йәшәгән. Сығышы менән башҡорт. Ҡарағалпаҡтарҙың Майҡы бейе менән нәҫел ептәре тоташа. Ҡаҙтуған йырау- сығышы менән Ҡара- ҡыпсак ырыуынан. Батыр, шағир, йыраусы булып дан ала. Ай, Уралым, Уралым ҡобайыры уныҡы тип иҫәпләнә.

Сәсәндәр ижадыҠобағош сәсән (15- 16 быуатта йәшәгән). Ул Дим йылғаһы буйында йәшәгән, үҙе мең башы булып танылған. Ҡобағош батыр булған.Ул һүҙ менән дә, бүтән төрлө юлдар менән дә бейҙәргә ҡаршы көрәш башлаған. Аҡмырҙа менән Ҡобағош сәсән әйтешкәне исемле әҫәре бар. Ҡарас сәсән- 17-18 быуатта йәшәгән. Уны мәғлүмәттәр буйынса Ҡобағош сәсәндең бүләһе тип әйтәләр. Ул батыр һәм мәргән булған. Сәсәнлеге өсөн халыҡ уны бик яратҡан.(Ҡарас батыр һәм сәсән тураһында, Ҡарас менән Аҡша исемле әҫәрҙәре һаҡланған.

Ерәнсә сәсән Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы йәйләүҙә тыуған. Ул Әбелхәйер хан заманында еткән егет була. Аҙағыраҡ үҙен ҡаҙаҡ тип таныштыра. Ул башҡорт, ҡаҙаҡ халҡы араһында йәшәп уларҙың зарын белеп, күреп йәшәгән. Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйер ханға әйткәне исемле әҫәре билдәле.

Байыҡ сәсән 18 быуатта йәшәгән. Ул Салауат районына ҡараған Мәхмүт ауылында 1710 йылда тыуған. Байыҡ Салауат Юлаев менән туған булалар. Пугачев етәкселегендәге , 1812 йылғы һуғыштырҙың шаһиты булған, Ҡараһаҡал, Батырша яуҙарында ҡатнашҡан. Һабантуйҙарҙа, йыйындарҙа ал бирмәҫ сәсән булып танылған.Уның Салауат батырға, Рәсәйҙе француз илбаҫарҙарынан һаҡларға арнап әйткән ҡобайырҙары билдәле. Байыҡ, Әхмәт Байыҡ исемле йырҙарҙы ла Байыҡ сәсән сығарған тип иҫәпләйҙәр.

Буранбай- Йәркәй сәсән- үткән быуаттың һүҙ оҫталарының иң атаҡлыһы. Буранбай, Ялан Йәркәй, Һыр, Хажеғәле, Иркутский, Бөҙрә тал,Сәлимәкәй йырҙарының авторы ул тип иҫәпләнә.Заманына күрә уҡымышлы иҫәпләнә. Йәштән уға белем алыу бәхете эләгә. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. 1781 йылда тыуа, 1868 йылда үлә. Ул байҙарға ҡаршы көрәш алып бара. Шуға һөргөнгә ебәрәләр.

Ишмөхәмәт сәсән 1781 йылда Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында тыуған. Йәштән үк ҡурайсы, йырсы булып таныла. Шулай уҡ уны элекке сәсәндәрҙең ижадын һаҡлаусы тип иҫәпләйҙәр. Ишмөхәмәт сәсән “аяҡлы тарихсы”булған. (Санды үҙәк, Юлтыҡ ҡараҡ, Малыбай, Бүҙекәйев көйҙәренең һәм йырҙарының авторы тип әйтелә.

Ғәбит сәсән 1856 йылда Баймаҡ районы Иҙрис ауылында тыуа. 1921 йылда үлә. Ул ҡурайсы, йырсы һәм сәсән булып таныла. Ул халыҡ араһында электән ҡалған эпостарҙы, легендаларҙы һөйләп, йырлап йөрөр булған. Урал, Иҙел менән Яйыҡ, Салауат, Аҡбуҙат, Һары мулла, Күсәк бей, Тамьян, Салауат тигән эпостарҙы яҙып ала. Тиҫтәләгән йыр, риүәйәт, легендаларҙы яҙып алған.

Салауат Юлаев (1754-1800)- Салауат районы Тәкәй ауылында старшина Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуа. Емельян Пугачев етәкселегендәге восстаниела ҡатнаша.1775 йылда Балтик диңгеҙе буйына Рогервикка ғүмерлек каторгаға ебәрелә. Ул шағир, сәсән булараҡ та билдәле. Ул бик иртә шиғырҙар ижад итә башлай. Уның Тыуған илем- шиғырында патриотик тойғо сағыла, Уҡ- исемле шиғырында ғәйепһеҙ ҡошҡа эләккән уҡ батша түрәләренә эләкһәсе тип әрней, Яу- иле,халҡы алдында ир- егеттәрҙең намыҫ эше, бурысы яуға сығыу,Тирмәмдә, Зөләйха, һандуғас- шиғырҙары тәбиғәт матурлығына бағышлана. Салауат образы сәнғәттә ҙур урын алып тора. Уның тураһында Р.Ишбулатов, Ә.Лотфуллин, А.Кузнецов кеүек күренекле рәссамдарыбыҙ геройҙың портретын яҙҙы. Сосланбәк Тавасиев һәйкәлен төҙөнө, Тамара Нечаева бюсын яһаны, Республикабыҙҙа С.Юлаев исемендә премия булдырылды. Хоккей командаһы, ҡала, район исеме бар.Степан Злобин, Дауыт Юлтый, Баязит Бикбай, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева уның тураһында әҫәрҙәр ижад иттеләр.

Тарихи шәхестәр- Ҡараһаҡал, Батырша, Ҡаһым түрә, Кинйә Арыҫланов, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Александр Матросов, Һәҙиә Дәүләтшина....

Тажетдин Ялсығол (1767-1838)- Көҙәй ырыуынан. Тыуған ерендә бик аҙ йәшәй, сөнки 12 йәшендә атаһына эйәреп хажға китә. Ҡайтып килешләй атаһы Татарстанда үлеп ҡала, атаһының “минең ҡәберемде ташлама” тигән васыятына тоғро булып Мамадыш, Минзәлә өйәҙҙәрендә йәшәй.Ғәрәп, фарсы,төрки телдәрен бик һәйбәт белә. Урта быуат китаптарын төрки теленә тәржемә итә.(Рисалә-и Ғәзизә, Тарихнамә –и болғар әҫәрҙәре бик әһәмиәтле. Тарихнамә –и болғар әҫәрендә тарихсыларҙың хеҙмәттәре, фольклор материалдар йыйылған Был әҫәрҙә Ҡөрьән, Библия мотивтары сағыла. Шәжәрәләр ҙә осрай.

Ғәбдерәхим Усман (1754-1834) Ҡазан губернаһы Чистай өйәҙе Утыҙ имән ауылында тыуа. Бик иртә етем ҡала. Белем алырға бик ынтыла. Ҡарғалы, Бохара мәҙрәсәләрендә уҡый.Уны Стәрлетамаҡ яғы башҡорто Лоҡман кантон улы Ибраһимов уны юғалған улы урынына уллыҡҡа ала, шулай итеп ул саф башҡорт булып донъя ҡуя. Уның 50- гә яҡын әҫәре билдәле. Ижадының төп йүнәлеше тормошто реаль һүрәтләү.Ғилемгә, әҙәпкә дан йырлай. Белемле, намыҫлы булырға өндәй.

Ғәли Соҡорой (1826-1889) Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында тыуа. Бөрө, Усы, Минзәлә мәҙрәсәләрендә белем ала. Әҫәрҙәре: Туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү, Тәуарих- и Болғария.Әҫәрендә элек булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй, үҙ фекерен белдерә, географик белешмәләр бирә, ғибрәтле ваҡиғаларҙы тасуир итә.Ижады бик бай һәм йөкмәткеле.

Мифтахетдин Аҡмулла(1831-1895) Миәкә районы Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуа.Әсән мәҙрәсәһендә, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, Зәйнулла мәҙрәсәһендә белем ала.Ҡаҙаҡ далаларында ярлы балаларын уҡытып йөрөй. Ил гиҙеп, наҙан муллаларҙан көлөп, ярлы- ябағаны, етем- еҫерҙе, кәмһетелгәндәрҙе яҡлап шиғырҙарын ижад итә. Уны мәғрифәтсе, яҡтылыҡ йырсыһы тип атайҙар. Халыҡты белемгә, уҡырға саҡыра. Мәғрифәтселек ҡараштары Башҡорттарым уҡыу кәрәк, Нәсихәттәр, Мәжлесенә ҡарай ғына, Инсафлыҡ,Урыным- зиндан, Шиһабетдин мәржәни мәрҫиәһе шиғырҙарына сағыла. Шиғыр ҡобайырҙары: Бәхет, Ҡәнәғәт, Донъя, Тиһеңме, Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (1841-1907) Ҡырмыҫҡалы районы Йомран Ибраһим ауылында тыуып үҫкән.Үҙ заманынды шаҡтай белемле, алдынғы ҡарашлы кеше булған. Әсәһе лә Көнсығыш әҙәбиәтен, башҡорт фольклорын яҡшы белгән. 1852 йылда Ырымбурҙағы Неплюев кадет корпусына уҡырға бара. Бик яҡшы уҡый: география, математика, тарих, әҙәбиәт, тел өйрәнеү менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Тәржемәсе, волость старшинаһы булып эшләй. Туған халҡының тарихын өйрәнә, Петербургта, Ҡырымда эшләй һәм йәшәй. Ижады бик ҙур булмаһа ла күп яҡлы. Ул тарихсы, этнограф, телсе- шағир, тәржемәсе, мәғрифәтсе ғалим. Нәсихәт, Бәйет, Васыят һәм нәсихәт- исемле шиғырҙары белемгә, әхлаҡи тәрбиәгә өндәй. Башҡорттар, Өфөнөң тарихына ҡағылышлы материалдар тигән хеҙмәттәрендә башҡорт әҙәбиәтенә күҙәтеү яһай. Башҡорт халҡының фольклорын да йыя. Йомран иле исемле шиғырында тыуған ил тәбиғәте менән һоҡлана, шул уҡ ваҡытта колонизаторҙарҙың илебеҙҙе талауына асынып һыҙлана. Ҡайыш илә йүкә- мәҫәлендә социаль мотивтар сағылыш таба. Бай менән ярлының социаль хәлен, бер- береһенә ҡаршы ике көс икәнен асып һала. АС.Пушкиндың Романс, Наслаждение, Делибаш, Бахчисарайский фонтан поэмаларын татар теленә тәржемә итә.

Ризаитдин Фәхретдин (1859-1936) Һамар губернаһы Юлдаш ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. Мәҙрәсәләрҙә белем алып йөрөгәндә үҙе лә уҡый, башҡаларға һабаҡ та биреп йөрөй. Мәҙрәсәләрҙә яңыса уҡытыу буйынса ныҡлап уйлана, яңыса уҡытыу өсөн дәреслектәр яҙа. Ул Диниә назаратында эшләгән ваҡытта ундағы архивты тәртипкә килтерә. Ваҡыт исемле гәзетала эшләй. Шура журналының баш мөхәрире булып эшләй. Фәхретдин дин белгесе, теолог. Ислам нигеҙҙәре, Диниә назараты, Мөхәммәт пәйғәмбәр, Мәшһүр әҙәмдәр исемле әҫәрҙәре бар. Ул мәғрифәтсе. Белем биреү генә түгел, тәрбиә, кешене дини, әхлаҡи тәрбәиәләү мәсьәләһен ҡуя. Тәрбиә, Ғаилә, Тәрбиәле ата, Тәрбәиәле бала, Тәрбиәле әсә исемле әҫәрҙәре бар. Аҫар исемле китабын яҙа. Сәлимә повесында- мәғриәфәтселек ҡараштарын халыҡҡа етерлек, аңлайышлы итеп һүрәтләй. Шул уҡ темаға Әсмә әҫәрен дә яҙа.

Сафуан Яҡшығолов.(1871-1931) Миәкә районы Илсеғол ауылында тыуа. Уҡыуға зирәк, һүҙгә оҫта була. Тарих, география кеүек фәндәрҙән белем алырға тырыша. Мулла булып эшләй, мәҙрәсә аса, балалар уҡыта. Ул яңылыҡты яҡлаусы шағир. Тәржемә итеү менән дә шөғөлләнгән. Башҡорт ағаларына хитап исемле шиғырында башҡорттарҙы белемгә өндәй, Дим буйы исемле шиғырында тыуған яғы матурлығына һоҡлана.

Фәтхелҡадир Сөләйманов (1889-1976) Силәбе өлкәһе Шығай ауылында тыуа. Атаһы мәҙрәсәһендә белем ала. Китаптар уҡырға ярата. Р.Фәхретдин, М.Өмөтбаев китаптарын йотлоғоп уҡый. Рәсүлиә мәҙрәсәһендә белем ала. Ҡаҙаҡ ауылдарында мөғәллим булып эшләй. Революциянан һуң башҡорт хәрәкәтенә ҡушыла. Башҡорт хөкүмәтенең теле, Салауат гәзитәләрендә эшләй.Зәки Вәлиди менән бергә Төркөстанға сығып китергә мәжбүр була. Таныҡлы Төркиәт ғалим булып китә, Анкара ҡалаһында үлә. Әҫәрҙәре: Башҡорт моңо- шиғырында элегерәк халыҡтың иркен йәшәүе тураһында, бөгөнгөһөн күреп һыҙланыуы һүрәтләнә. Йәйләүҙе һағынғанада- шиғырында фәҡирлеккә, хәйерселеккә килтереүсе төп сәбәпте ерҙе һатып бөтөрөүҙә икәнен белдерә. Тимербай ҡурайсы- хикәйә, халыҡ тормошоноң үткәне, бөгөнгөһө тураһында уйлана, моң -зарын һүрәтләй. Салауат батыр драмаһы- Башҡорт халҡының тарихи шәхестәрен һүрәтләү. Пугачев менән Салауаттың ҡушылыуы, көрәштәре һүрәтләнә.

Мәжит Ғафури (1880-1934) Ғафури районы Еҙем-ҡаран ауылында тыуа. Атаһы хәлфә, балалар уҡыта, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Мәжит уҡыуға әүәҫ була. Ғосмания, Мөхәмәдиә, Ғәлиә мәҙрәсәләрендә,Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә белем ала. Ҡыш көнө балалар уҡыта, ә йәй көнө балсыҡ ташый, кирбес һуға. Рәмиевтарҙың алтын приискыһында ла эшләй. Әҫәрҙәре: Себер тимер юлы йәки милләттең хәле- техника, машиналар дәүерен маҡтай, шул уҡ ваҡытта халыҡтың артта ҡалыуын, белемдән ситтә тороуын күреп әсенә. Рәсәйҙән артта ҡалмаҫа өндәй.1906 йылдан 1907 йылға васыят, 1907 йылдың яуабы – шиғырҙарында шағирҙың азатлыҡҡа ынтылыуы, тыуып килгән яңы йылға ул ҙур өмөт менән ҡарауы һүрәтләнә. Бөтһөн империализм һуғышы, Икмәк – шиғырҙары халыҡ тигеҙ булырға тейеш тигән фекер менән һуғарыла.Бир ҡулыңды- ябай эшсегә ихтирам,ололау. Шағирҙың алтын приискыһында- повесть. Автобиографик әҫәр.Бында прискыла эшселәрҙең ауыр шарттарҙа эшләүе, интегеүе һүрәтләнә. Әҫәрҙәре: Ҡара йөҙҙәр, Фәҡирлектә үткән тереклек,Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын.

Шәйхзада Бабич (1895-1919)- 1895 йылда Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуа. Атаһы тирә яҡта танылған уҡмышлы кеше була. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта.”Ғәлиә” мөҙрәсәһендә белем ала.1919 йылда йыртҡыстарса язалап үлтерелә. Шиғырҙарында халыҡты белемгә, азатлыҡҡа өндәй.” Ҡышҡы юлда”- шиғыр. Темаһы: ҡышҡы тәбиғәттең матурлығы. Идеяһы: тәбиғәт матурлығын күреп һоҡланып зауыҡ ала белергә кәрәк. Жанры: лирик шиғыр, тәбиғәт лирикаһы. Халҡым өсөн- шиғыр. Темаһы: халыҡ, тыуған ил. Идеяһы: шиғырҙарын халҡы, тыуған иле өсөн йырлай, халыҡҡа хеҙмәт итергә ант итә. Кем өсөн- ярлыларҙың тормошо,байҙарҙың тормошо менән сағыштырып бирелә. Бер минут- илдең алға, яҡтыға ынтылыуын теләй, һуғыш, ярлы тормош күңелен әрнетә. Көрәшеп үткән ҡыҫҡа ғүмереңде, Көтәм, Йәшәһен эшселәр,